Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 21:15

Янғындар һаны кәмемәй...

Уҙған тәүлектә 17 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 14-е шәхси секторҙа булған.

Янғындар һаны кәмемәй...
Янғындар һаны кәмемәй...

Шул иҫәптән, Өфө районында - баҡса йорто һәм мунса, Стәрлетамаҡ районында, Учалыла - мунсалар, Ағиҙелдә, Ишембайҙа, Өфөлә, Өфө районында - йорт мөлкәте, Туймазы районында - хужалыҡ ҡаралтылары, Әбйәлил районында йорттоң ҡыйығы янған. 

Бөгөн көндөҙ, [url=https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-02-21/b-y-bayma-ta-k-m-shk-appparaty-shartla-an-3152842]алдан хәбәр итеүебеҙсә[/url] , Баймаҡ ҡалаһының Куйбышев урамындағы шәхси йортта газ-һауа ҡатышмаһы шартлаған. Әлегә, самогон аппаратын файҙаланғанда, тип фараз ителә. 

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Янғындың майҙаны - бер квадрат метр, ут янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем һүндерелгән. Был ваҡиға һөҙөмтәһендә ир кеше зыян күргән, ул дауаханаға оҙатылған. Ҡатыны дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: