Бөтә яңылыҡтар

Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсында кемдәр еңеүсе булды?

Ниһайәт, йыл һайын үткәрелеп килгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда мәктәп, лицей, гимназияларҙа белем алыусы IX – XI синыф уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнашты. Быйылғы конкурс ер-һыу атамаларына арналды. – Быйылғы Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы  темаһы  буйынса иғтибарҙы йәлеп итте. Сөнки әлеге мәлдә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Шәжәрә» байрамдары үткән мәлдә бындай бәйгеләрҙе ойоштороу бик кәрәкле, үҫмерҙәрҙе ҡыҙыҡһындыра.  Уларҙың яҙғандарында ла был күренә. Берәү: «Мин үҙемдең 7 – 8 быуынымды беләм. Тик башҡорт булыу өсөн был ғына етмәй икән әле, шуны аңланым», – ти. Тыуған илде – үҙеңдең Башҡортостаныңды яратыу үҙеңдең ауылыңды, эргә-тирәңде яратыуҙан башлана. Конкурстың тәрбиәүи роле бик ҙур, ижади фекерләүҙе әүҙемләштерә, ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерә.

Булат Солтангәрәев исемендәге  уҡыусылар конкурсында кемдәр  еңеүсе булды?
Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсында кемдәр еңеүсе булды?

Эштәрҙең барыһы менән дә  танышып сыҡтым. Ижади фекерләгән үҫмерҙәр бар, шул уҡ мәлдә бер төрлөлөк тә һиҙелә. Үҙенең ижади рәүештә өҫтәүе һирәгерәк. Былай улар һораша ла ишеткәнде яҙа. Ни өсөн шулайыраҡ әле, тип улар үҙҙәренә һорау бирергә тейеш.  Халыҡ араһында ер-һыу атамаһы шулай таралған, ә тарихсылар шулай тип әйтә. Был икенсе кимәл. Ул сағыштырып ҡарай, – тип үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште Булат Солтангәрәев исемендәге  республика уҡыусылар конкурсының жюри рәйесе, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы Фәнил Тимерйән улы Күзбәков.

Быйылғы Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсына 100 эш ҡабул ителгәйне, шуларҙың 26-һы төрлө номинацияларҙа бүләкләнәсәк. Шулай итеп , кемдәр еңеүсе исемен яуланы, тиһегеҙме? Баһалама төркөмө ағзалары бер тауыштан Баймаҡ районы Билал мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Азат Хажиевҡа беренсе урын бирергә ҡарар итте. Уның «Ер-һыу атамалары ата-олатайҙар аманаты» тигән мәҡәләһе «Йәшлек»кә эйәреп бик үҙенсәлекле яҙылғайны. Әбйәлил районы Асҡар гимназияһынан Светлана  Килмөхәмәтованың «Әбйәлил мөғжизәһе – өлтөк ағастар» тигән яҙмаһы менән Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенән Азалиә Шәйәхмәтованың «Ер-һыу атамаһының килеп сығышы беҙҙең үткәнгә бәйле» мәҡәләһе II урынға лайыҡ булды. Салауат районы Янғантау мәктәбенән Алина Ғайсинаның «Мөсәт ауылы бай тарих һаҡлай»,  Белорет районы Шығай мәктәбенән Рәсим Юнысовтың «Ер-һыуыбыҙ тарихын өйрәнәйек», Сибайҙағы гимназиянан Айҙар Әхтәмовтың «Хәйбулла районындағы күлдәр» материалдарына өсөнсө урын бирелде. Был еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ: беренсе урынға – 10 мең, ике икенсе урынға – 5-шәр мең, өс өсөнсө урынға – өсәр мең һум.

Ейәнсура районы Ибрай мәктәбенән Нәргизә Ҡолмөхәмәтова, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Розалина Мөхәмәтйәнова, Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенән Рамаҙан Ғәббәсов, Әбйәлил районы Байым мәктәбенән Илназ Сәйетғәлин махсус приздарға лайыҡ булды. Бәйгелә көсөн һынаған 16 уҡыусыға "Халҡым киләсәге" номинацияһы тапшырыласаҡ. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурс  Булат Солтангәрәевтың иҫтәлегенә үткәрелә. Уның ғүмере бик иртә – 17 йәшендә генә фажиғәле өҙөлә. Әммә ул үҙенең ошо ҡыҫҡа ғына йәшәү осоронда тиҫтерҙәренә өлгө булырлыҡ эштәр башҡарып өлгөрә. Ул күп яҡлы шәхес була: геосәйәсәт, хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһына, үҙен төрлө яҡлап үҫтереп, уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта маһирлыҡ күрһәтә, олимпиада-конкурстарҙа, конференцияларҙа, турнирҙарҙа алдынғы урындар яулай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Егеттең тормошсан уй-фекерҙәре, уй-хыялдары йәштәштәренә маяҡ булырлыҡ.

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: