Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2022, 19:07

Гөлдәриә Йосопова шиғриәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы

Бөгөн билдәле тележурналист, БР-ҙың атҡаҙанған атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопованың китабы донъя күргән.

Гөлдәриә Йосопова шиғриәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы
Гөлдәриә Йосопова шиғриәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы

Шиғырҙар йыйынтығы «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында баҫылған. Рәссамы — Ләйлә Ғаянова. 

Шағирәнең тәүге китабын БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев юғары баһалай:

«Замандашым ҡыуандырҙы! Мәктәп йылдарынан ҡулынан ҡәләмен төшөрмәгән киң билдәле журналист күңел кисерештәрен поэтик образдарға һала. Егәрле булһа ла, быға тиклем уларҙы кешегә күрһәтеп бармай ине. Бәлки, мәле етмәгәндер.... Насип булғас, уның китабын күрергә яҙҙы. Үҙ уҡыусынды табып, әҙәбиәт диңгеҙендә елкәндәрҙе нығыраҡ кир!» — тип белдерә Зәки Арыҫлан улы.

 

 

“Космонавт булырға хыялландым” (ye102.ru)

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: