-6 °С
Болотло
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Октябрь 2020, 08:17
“Космонавт булырға хыялландым”
йәки Журналисҡа ниндәй сифаттар хас? Уның йылмайыуы, ихласлығы һәм яғымлы тауышы зәңгәр экрандар аша оҙаҡ йылдар дауамында тамашасыларҙы әсир итә. Эшлекле ханымдың хис-тойғоларға бай шиғырҙарын да үҙ итеүселәр байтаҡ. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – тележурналист, БЮТ каналының Мәғлүмәт программалары баш редакцияһының баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы ЙОСОПОВА. – Гөлдәриә апай, журналист булыу һеҙҙең бала саҡ хыялымы? Ғөмүмән, буласаҡ һөнәрегеҙ тураһында ҡасан уйлана башланығыҙ? – Һәр кемдең тормошонда һөнәр һайлау – иң яуаплы мәлдәрҙең береһе. Әгәр ҙә кеше дөрөҫ йүнәлеш ала икән, уны һис шикһеҙ бәхетле тип атарға мөмкин. Әлбиттә, 60-сы йылдарҙа тыуған барлыҡ тиҫтерҙәрем кеүек үк, мин дә тәүҙә космонавт булырға хыяллана инем. Күпмелер ваҡыт, Валентина Терешкованан ҡала, Ер йөҙөндә икенсе ҡатын-ҡыҙ космонавт булғым килде. Их, минән алда берәйһе йыһанға осоп өлгөрмәһә ярар ине, тип уйлағаным да хәтерҙә (көлә – авт.) Ләкин йөрәгемдә космонавт булыу теләге ни тиклем көслө янһа, шул уҡ тиҙлек менән мин унан һыуындым да. Сөнки өлкәндәрҙән беренсе космонавтың фажиғәле үлеме тураһында ишетеү бик ауыр тәьҫир итте. Ә инде беренсе синыфта уҡығанда ата-әсәйем миңә “Башҡортостан пионеры” гәзитен тотторғас, башҡа һөнәр тураһында хыялланманым да. Сөнки минең дә, гәзит биттәрендә сығыш яһаған тиҫтерҙәрем кеүек, мәҡәләләр, шиғыр-хикәйәләр яҙып ҡарағым, уларҙы ташҡа баҫтырып, үҙемдең исем-шәрифемде күргем килде. Күп тә үтмәй, гәзиттә ысынлап та мәҡәләләрем баҫыла башланы. Мәктәп, дружина, йәйгеһен пионер лагерындағы ҡыҙыҡлы һәм күңелле хәл-ваҡиғалар, ауылыбыҙҙың хеҙмәт уңғандары булған ағай-апайҙар тураһында мәҡәләләр яҙып ҡараным. Уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында “Башҡортостан пионеры” гәзите ҡулдарына ҡәләм алырға баҙнат иткән уҡыусыларға ысын мәғәнәһендә оло журналистика мәктәбе булды, тип тә әйтергә мөмкин. Сөнки ул йылдарҙа гәзит биттәрендә сыныҡҡан йәш хәбәрселәр әлегәсә башҡорт матбуғатының йөҙөн билдәләй. Ул миңә лә ҡанат ҡуйып, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Шуға ла, мәктәп тамамлағас, уҡырға ҡайҙа барырға тигән һорау ҙа тыуманы. – Бөгөнгө заман журналисына ниндәй һыҙаттар хас булырға тейеш? – Ниндәй дәүер журналисы булһаң да, күп уҡырға, күпте белергә кәрәк. Сөнки үҙең ниндәйҙер закондың айышына төшөнмәй, ул турала тамашасыға аңлатып булмай. Бойҙайҙы арыштан айырмайһың икән, нисек итеп ауыл хужалығындағы яңылыҡтар тураһында репортаж әҙерләйһең? Йә иһә хаҡтар һәм һалым сәйәсәте тураһында һүҙ сыҡҡанда бер генә һанды төшөрөп ҡалдырып ҡара! Бөтөнләй икенсе йөкмәткеле әйбер килеп сығасаҡ, кешеләрҙең был мәғлүмәт сараһына ышанысы ла кәмейәсәк. Журналист тел байлығы һәм теүәл фәндәр ғилеменә лә эйә булырға тейеш. Мәҫәлән, мәктәптә уҡығанда мин тел-әҙәбиәттән һәм математиканан да “бишле”гә генә өлгәшә инем. 10-сы синыфты тамамлағанда, “Математикала һәм әҙәбиәттә айырым уңыштары өсөн” тип яҙылған Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеләр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әҙәбиәт уҡытыусыһы менән математика уҡытыусыһы араһында минең өсөн ниндәйҙер “тартыш” та булды. Әҙәбиәт уҡытыусыһы мине мотлаҡ уның фәнен һайларға, математиканан уҡытҡан ағай уның предметына өҫтөнлөк бирергә өндәне. Был турала мин һайлаған журналист һөнәремдә теүәл фәндәрҙе һәм тел-әҙәбиәт ғилемен берҙәй яҡшы белеү кәрәк, тип әйтер өсөн иҫкә төшөрҙөм. Айырыуса милли матбуғатта эшләгән журналистарға туған телебеҙҙең бөтә нескәлеген һәм байлығын белеп ҡулланырға, яҙғанда ла, һөйләшкәндә лә телде боҙмаҫҡа саҡырыр инем. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, уны килер быуындарға еткереү эшендә хәҙерге заман журналистарына оло яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Журналист кешегә шулай уҡ ҡыйыу булыу ҙа кәрәк, алдыңа ниндәйҙер тема алғанһың икән, уны төбөнә төшкәнсе төпсөнөп өйрәнеү, кәрәк саҡта ныҡышмалылыҡ күрһәтеү һәм һәр ваҡыт дөрөҫлөккә тап килгән мәғлүмәт биреү мотлаҡ. Күреп тораһығыҙ: “һары” матбуғаттың ғүмере барыбер ҡыҫҡа һәм киләсәк, әлбиттә, юғары сифатлы журналистик продукция әҙерләгән һөнәр оҫталары яҡлы. – Тәүге эфир хәтерегеҙгә нисегерәк уйылып ҡалды? – Университетты тамамлағас, биш йыл Башҡортостан радиоһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар редакцияһында эшләнем. 90-сы йылдар башы ине. Хеҙмәттәштәрем Рәмис Дәүләтбаев, Ришат Миндияров менән бергә тура эфирҙа сыҡҡан “Даирә” программаһында көнүҙәк сәйәси темаларға әңгәмәләр ҡорҙоҡ. Етәксебеҙ Рәмис Дәүләтбаев һәр ваҡыт тәүәккәллеге менән айырылып торҙо – ҡайһы ваҡыт эфирға бер нисә минут ҡалғас ҡына студияға таныш булмаған ҡунаҡты алып инә лә, уның менән таныштыра һалып, тура эфирға алып сығырға ҡуша ла ҡуя, йәғни беҙҙе ысын мәғәнәһендә эфир даръяһына ташлай. Бөгөнгө көн бейеклегенән мин был алымды бик дөрөҫ булған, тип иҫәпләйем. Сөнки ҡыҫҡа ғына ваҡытта Ришат менән икәүләп эфир тулҡындарында ышаныслы йөҙә инек инде. Тура эфирҙа әңгәмәләрҙе үҙебеҙ алып барһаҡ та, көн торошо тураһында мәғлүмәтте, әлбиттә, тауышы ҡуйылған дикторҙар уҡый ине. Тәүге эфир нисек хәтерҙә ҡалған, тигән һорауға яуап биреп, шуны әйтмәксемен: студияла әңгәмәне тамамлап, тыңлаусылар менән һаубуллашып ултыра инем, эргәмә әкрен генә килеп ултырған мөләйем йөҙлө апайға иғтибар иттем. Студияға дөрөҫ ваҡытты әйтергә һәм синоптиктар мәғлүмәтен уҡырға ингән күренекле диктор Наилә Ғәләүетдинова ине ул! Бәләкәйҙән телевизор экранынан күреп үҫкән «йондоҙ» менән танышыу ошолай булды. Шул көндән алып Наилә апайҙың, оло шәхес булып та, ни тиклем ябай һәм итәғәтле булыуына һоҡланып туймайым, уның менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Бер нисә йылдан үҙемә лә Наилә апай һымаҡ телевидение экранын да һынап ҡарарға насип булды. 1995 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ул ваҡыттағы етәкселеге мине иртәнге мәғлүмәт һәм йыр-моң программаһының концепцияһын әҙерләшергә саҡырҙы. Программаның буласаҡ художество етәксеһе Венера Йомағолова, Ришат Миндияров менән бер бүлмәлә ултырып, программаның рубрикалары, музыкаль биҙәлешен уйланыҡ, билдәле эшҡыуар Рәүеф Әлмөхәмәтов студияға йомшаҡ мебель алырға ярҙамлашты. Программаның исеме лә шулай ижади эҙләнеүҙәр ваҡытында үҙенән-үҙе күңелемә килде, “Сәләм” тигән исемде тиҙ арала етәкселәребеҙ ҙә хуплап, тәүҙән үк ошо исем аҫтында сыҡты – 1995 йылдың 3 октябрендә Башҡортостан телевидениеһы тамашасыларын иртәнге эфирҙа сәләмләне. Тәүге көндө эфирға билдәле тележурналист Шәүрә Ғилманова менән Ришат Миндияров сыҡһа, 4 октябрҙә сират Наил Әширов менән миңә етте. Быға тиклем радиола тура эфирҙа эшләү тәжрибәм ҙур булһа ла, тулҡынландым. Бөтә ышанысым Наилда ине. Инде эфирға бер нисә генә минут ҡалғас, хеҙмәттәшемә ҡараһам, уның да тулҡынланыуын һиҙеп ҡалдым бит! Хатта битендәге пудраһы ла дерелдәгән кеүек тойолдо. Ләкин эфирға сығыу менән борсолоу юҡҡа сыҡты, Наил менән әңгәмәләшеп, эфирҙы еңел генә осланыҡ. Әлбиттә, телевидениела инде сирек быуат эшләү дәүерендә миңә төрлө программа менән тура эфирға сығырға тура килде, ләкин тәүге эфирым һис тә онотолмай, киреһенсә, ижад юлымда һәр ваҡыт маяҡ булып балҡый. – Тәжрибәле журналист булараҡ, кәйеф, күңел торошо, донъя мәшәҡәттәре эфирҙа сағылыш тапмаһын өсөн ниндәйҙер алым ҡулланаһығыҙмы? – Шуны әйтер инем: күңелендә ниҙәр генә булһа ла, журналистың, алып барыусының тамашасыларға насар кәйефен белгертеү хоҡуғы юҡ. Сөнки тамашасы экранда һәр ваҡыт күҙҙәренән нур бөрккән, юғары зауыҡ менән кейенгән, бар булмышы менән тик күркәм сифаттарға яуап биргән, үҙенән аҡыллыраҡ булған, кәңәш бирерҙәй кешене күрергә теләй. Мәҫәлән, иртәнге “Сәләм” программаһында эшләгән йылдарымда тура эфирға сыҡҡанда, хәҙер мине әсәйем, ғаиләм ҡарай, тигән уйҙар менән сыға инем. Ә уларға һәр ваҡыт үҙемдең һөйөүемде, ихтирамымды ғына еткерергә тейешмен. Ҡыҫҡаһы, тамашасыға яҡыныңа ҡараған кеүек ҡарарға кәрәк, тигән фекерҙәмен. – Тура эфир ваҡытында көтөлмәгән хәлдәр буламы? – Телевидениела бит көтөлмәгән хәл эфирҙың туҡтауына ла килтереүе ихтимал, шуға ла ундай хәлдәр булмаһын, тип теләйем. 90-сы йылдарҙа эфир ваҡытында кассета туҡтағаны ла булды, иртәнге эфирға килгән режиссерҙан урам бурҙары эфир кассеталары һалынған сумкаһын тартып алып, сюжеттарһыҙ ҡалған эфир ҙа хәтерҙә. Ул саҡта Йәркәй ағай Яҡшыдәүләтов менән бер сәғәт буйы әңгәмәләр ҡорҙоҡ, өлкән хеҙмәттәшем йома вәғәздәрен һөйләне. Тамашасы кадр артындағы ҡыйынлыҡты һиҙмәй ҙә ҡалды. Көслө профессионалдар эшләгән ерҙә генә ҡытыршылыҡтар еңел үтә, тип уйлайым. Әлеге ваҡытта яңылыҡтар хеҙмәте тик тура эфирҙа ғына эшләй. Республиканың төрлө төбәгендә мөһим ваҡиғаларҙы яҡтыртыусы хәбәрселәребеҙ алып барыусылар менән тура бәйләнештә аралаша. Заман телевидениеһының техник мөмкинлектәре электрон матбуғат сараһының оперативлығын бермә-бер арттырҙы. Шулай ҙа уңыш нигеҙе юғары әҙерлекле белгестәр – мөхәррирҙәр, алып барыусылар, хәбәрселәр, режиссерҙар һәм операторҙар булыуға ныҡ бәйле. – Һеҙ шағирә булараҡ та танылыу яуланығыҙ. һеҙҙең өсөн нимә ул шиғриәт? – Мин шиғриәткә генә түгел, ғөмүмән, матур әҙәбиәткә, ауыҙ-тел ижадына оло һөйөү тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫтем. Ике өләсәйем кистәрен әкиәт һөйләй, беҙгә йомаҡ ҡоя, шиғырҙар ятлата ине. Атайым менән әсәйем дә китап уҡырға яратты, ҡайҙан ҡайтһалар ҙа һеңлем менән миңә һәм ҡустыма китап тейәп ҡайттылар. Бер мәл үҙемдең дә шиғырҙар яҙғым килгәнен тойҙом. Тәүге шиғыр-хикәйәләрем шулай уҡ “Башҡортостан пионеры”нда баҫылды. Мәскәүгә киткәнсе тәүҙә БДУ-ның филология факультетында уҡыным, ошо йылдарҙа “Шоңҡар” әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләндем. Шиғырҙарым “Шоңҡар” ижадсылары менән бергә республика матбуғатында баҫыла башланы. 3-сө курсты тамамлағас, Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына күстем һәм ошо мәлдән буласаҡ һөнәрем мине тулыһынса үҙенә тартып алды, шиғырҙар һирәгерәк яҙыла башланы. Яңылыҡтар хеҙмәтендә республиканың бер мөйөшөнән икенсеһенә сабып репортаждар әҙерләгәндә шиғыр яҙыу бөтөнләй онотолдо, тиһәң дә була. Ләкин тормош үҙгәреп тора бит. Бынан 11 йыл элек, кесе улыбыҙ тыуғас, икенсе һулышым асылып, ҡабат яҙыша башлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шиғырҙарым йәнә республика матбуғатында сығып тора, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының “Әсә йөрәге” конкурсында ике тапҡыр ҡатнашып, 1-се урын һәм гран-при яуланым. Уларға бер нисә йыр ҙа ижад ителгән. Иң мөһиме, ижад емештәрем яҡындарыма ла оҡшай, улар миңә илһам сығанағы ла. Күптән түгел шиғырҙарымды туплап, Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына тапшырҙым. Абруйлы ҡәләмдәштәремдең фекерҙәрен ишетеүгә өмөтләнәм. Хыялым – киләсәктә китабымды ҡулыма алыу. – Ғаиләгеҙҙә һеҙҙең эштең яуаплы һәм ауыр икәнлеген аңлайҙармы? – Ғаиләм – ҡәлғәм, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Иптәшем Венер Рафаил улы хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, запасҡа сыҡты. Уның менән университетта уҡығанда күрше генә йәшәп, дуҫлашып киттек. Дөйөм ятаҡ ҡаттарында бергәләп дежур булып иҙән йыуа торғайныҡ. Ғаилә ҡороп 30 йылдан ашыу йәшәү дәүерендә һәр эште кәңәшләшеп башҡарырға, бер-беребеҙҙең фекеренә хөрмәт менән ҡарарға күнеккәнбеҙ. Улдарымдың атаһы – минең төп терәгем һәм ярҙамсым. Малайҙарым минең телевидениела эшләүем менән ғорурлана, хеҙмәттәштәремде хөрмәт итәләр. Өлкән улыбыҙ Алмас БДУ-ның Хоҡуҡ институтын тамамлап, юрист һөнәрен алды, әле ул шәхси компанияла эшләй. Үҙе тураһында һөйләгәнде, маҡтағанды яратмай. Шуға ла ғаиләһе менән килеп сәй эсергә ултырһа ла, уны ипләп кенә арҡаһынан һөйөү менән сикләнәм. Оксана киленебеҙ – Архангел районының Тирәкле ауылы ҡыҙы, беҙгә «атай-әсәй» тип өндәшә, барып инһәк, йөҙө һәр ваҡыт асыҡ. Ата-әсә өсөн ошонан да олораҡ бәхет юҡтыр, тип уйлайым. Ғаиләм мине аңлап торғанға ла эшемдән йәм табам, рәхәтләнеп эшләйем. – Тормошта һеҙ ниндәй ҡатын-ҡыҙ? Яратҡан шөғөлдәрегеҙ бармы? – Мин – ике ул әсәһемен. Уларҙың айырмаһы – 19 йәш. Өлкәне үҙе 4 йәшлек ейәнсәребеҙгә атай инде. Кесе улыбыҙға әле 11 генә йәш, шуға үҙемде һаман да йәш әсә тип тоям. Әмир беҙгә ҡартайырға бирмәй. Күп ваҡытты уның менән үткәрәбеҙ. Бергә дәрес әҙерләйбеҙ, уның йәштәштәре ҡараған йәнһүрәттәр, уйындар, уйынсыҡтар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ошолай йәшәүе бик күңелле. Әлбиттә, буш ваҡыттарҙа ғаиләмде тәмле ҡамыр аштары менән һыйларға яратам. Тәҙрәм төбөндә лә, баҡсамда ла гөлдәр үҫтерәм. Һәр хужабикә кеүек турамалар, ҡайнатмалар эшләргә лә ваҡыт табырға тырышам. Быйыл алманан ҡаҡ ҡойорға өйрәндем. Уны күстәнәскә таратып, туғандарымды шатландырам. Шөкөр, яратып һайлаған һөнәрем тормошта үҙ-үҙеңде ойоштороп йәшәүгә лә ҙур йоғонто яһай. Шул да мөһим: хеҙмәттәштәрем менән бергә йәмғиәттә журналист һөнәренең абруйын яңы үрҙәргә күтәрергә тырышып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. – Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гөлдәриә апай. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын! Фото: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?