Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 11:30

Доға ҡабул булһын өсөн

  Доға ҡылыу ябай ғына эшләнә торған ғәсәл түгел. Доға ҡылыусы кеше был эшкә йәнен дә, тәнен дә әҙерләргә тейеш. Йәғни тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт йәки унан да күберәк намаҙ уҡығандан һуң ғына доға ҡылырға кәрәк.  

Доға ҡабул булһын өсөн
Доға ҡабул булһын өсөн

 

Доға ҡылыусы кешенең Аллаһы Тәғәләгә ысын күңелдән ихласлы булып, ураҙа тотоуы ла сауаплы.

 Доға ҡылыусы әүәл Аллаһы Тәғәлә менән Рәсүлебеҙ саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтер, шул уҡ тәртип менән тамамлар.

Доға ҡылғанда ҡулдарҙы өҫкә табан күтәрергә, әйтәһе фекерҙәреңде асыҡ, аңлайышлы итеп әйтергә кәрәк.

 Доға- аяттарҙы ҡибла тарафына ҡарап, тауышты көсәйтмәй уҡыу хәйерле.

Ауыр ваҡыттарҙа ғына түгел, ҡайғыһыҙ ваҡыттарҙа ла Аллаһы Тәғәләне иҫтә тотоғоҙ.

Мосолман кешеһенең дин ҡәрҙәшенә генә түгел, хатта дошманы өсөн бәддоға ҡылыуҙың  ислам әхлағы менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙенә ҡарата яуызлыҡтар эшләгән кешегә бәддоға ҡылмаған. Эй, Раббым, уларға тәүфиҡ һәм һиҙәйәт бир, тип доға ҡылған.

Доға ҡылыусы бер теләк теләгәндә, хәйер – доғаны әүәл үҙенән башлар, унан һуң яҡындары өсөн доға ҡылыр.

Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙе танып, шөкөр ҡылығыҙ. Ҡылған гонаһтарҙы таныу һәм уларҙы ярлыҡауҙы һорау ҙа кәрәк.

 Мосолман көндөң һәр сәғәтендә ялбарыу хәлендә булырға тейеш.

Яҡшылыҡ ҡылыу ҙа Аллаһы Тәғәлә алдында доға кеүек ҡабул ителә.

Кем дә булһа мосолман ҡәрҙәше өсөн ниндәй ҙә булһа файҙалы эш эшләргә тотона, ләкин уны тормошҡа ашырырға мөмкинлеге лә, форсаты ла булмай. Аллаһы Тәғәлә уның изге ниәтенә күрә был ғәмәлде лә доға кеүек ҡабул итә һәм сауабын бирә.

 Доға ҡабул була торған ваҡыттар

Шәриғәт ҡанундары яҙылған китаптарға ҡараһаҡ,доғалар иң күп ҡабул булған изге кистәр, айҙар бар.

  1. Рәжәб, шағбан, рамаҙан айҙары мөбәрәк айҙарҙан һанала.Унда доғаларҙың ҡабул булыу ихтималлығы тағы ла ҙурыраҡ. Рамаҙан айы – ураҙа һәм башҡа изге ғибәҙәттәрҙең иң юғарылыҡҡа еткән айы.
  2. Мәүлит, Рәғәиб, Миғраж, Бәрәәт, Ҡәҙер кистәре лә доғалар ҡабул була торған ваҡыттар. Ғәшүрә, Тәшриҡ көндәре, Ҡорбан байрамдары ла доға ҡылыу өсөн сауаплы.
  3. Намаҙҙарҙа аҙан әйткәндә, аҙан менән камәт араһында. Йома көнөнөң бер йәшерен сәғәтендә, сәждәлә уҡылған доға.
  4. Ауырыу кешенең хәлен белергә килгән кешегә бағышлап ҡылынған доға.
  5. Мосафирҙың үә ата-әсәнең балаларына бағышлап ҡылынған доғаһы.
  6. Хаҡһыҙ йәбер - золом күргәндәрҙең доғаһы ҡабул була.

Фото:cheltv.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: