Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 17:49

Машинаһы өҫтөнә бетон плита төшөп...

Өфөлә «Лидо» ҡунаҡханаһын емергән экскаваторсы дауаханаға эләккән.

Машинаһы өҫтөнә бетон плита төшөп...
Машинаһы өҫтөнә бетон плита төшөп...

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, махсус машина өҫтөнә плита емерелеп төшкән. Экскаватор машинисы етди тән йәрәхәттәре алған, уны ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡандар.

Өфөнөң Менделеев урамында урынлашҡан был матур бина суд ҡарарына ярашлы емерелә, баҡһаң, уның ере муниципаль милектә булып сыҡҡан. 

Туҡмай-туҡмай емерәләр? (ye102.ru)

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: