Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2021, 12:58

Туҡмай-туҡмай емерәләр?

Өфөлә йәшәүселәр, бәлки, абайлағандыр ҙа, “Олимпик-парк”та емереү эштәре бара. Приставтар хатта көс ҡуллана, тип тә яҙғандар бер нисә Telegram -каналда.

Туҡмай-туҡмай емерәләр?
Туҡмай-туҡмай емерәләр?

Бинаны емереү ике аҙна самаһы элек башланды шикелле. Сәбәбе – уның рөхсәтһеҙ төҙөлөүе. Башҡортостандың Арбитраж суды шундай ҡарар сығарған.

“Башинформ” агентлығы яҙыуынса, бина милексеһе Илдар Хөснөтдинов ҡунаҡхананы 2012 йылда Бөтә донъя балалар уйындары алдынан ашығып төҙөгән. Дөрөҫөрәге, эшҡыуар әйтеүенсә, Өфө хакимиәте ашыҡтырған, документацияны ярыштарҙан һуң эшләргә вәғәҙәләгән. Бөгөн килеп матур бинаны емерәләр икән, тимәк, нимәлер “килеп сыҡмаған”.

Суд приставтары эшҡыуарҙың үҙенә лә, хатта ҡатынына ҡарата ла көс ҡулланған, тип яҙалар.

 

Туҡмай-туҡмай емерәләр?
Туҡмай-туҡмай емерәләр?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: