Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октябрь 2021, 22:13

Үәт, исмаһам, рекорд!

Миәкә районынан 6 йәшлек Ислам Зәйнетдинов турникта 320 тапҡыр күтәрелеп, донъя рекорды ҡуйған.

Үәт, исмаһам, рекорд!
Үәт, исмаһам, рекорд!
 

Миәкә районында бына шундай шәп, көслө ихтыярлы малай үҫеп килә. Быға һис тә ғәжәпләнәһе түгел, сөнки уның атаһы Айгиз Зәйнетиднов - көрәш буйынса донъя чемпионы. Тап ул кескәй малайҙа бишектән тиерлек спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Һәр иртәһен зарядка менән башлай был ғаилә, райондағы бер генә спорт сараһын ҡалдырмайҙар. 

Кескәй Ислам тәүҙә турникта 200 тапҡыр күтәрелеп әйләнә. Быны күреп ҡалған ата-әсә малайҙы видеоға төшөрөп алырға ҡарар итә.

Ошо көндәрҙә баһадир малай 1 сәғәт 27 минутта 320 тапҡыр ҡалҡынған. Быға тиклем Дондағы Ростовтан 6 йәшлек Один Рубанов 31 тапҡыр күтәрелеп, Рәсәй рекорды ҡуйған булған. Зәйнетдиновтар ғаиләһе видеояҙманы тейешле урынға ебәреп, сабыйҙың оло ҡаҙанышын рәсмиләштерергә ниәтләй. Үәт, исмаһам, рекорд! Киләсәктә был малайҙан ҙур спортсы сыҡмаҫ тимә...

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: