Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Август 2021, 17:44

Тәүбә. Хикәйә

– Арыным, ишетәһегеҙме, арыным, я устала! Һеҙҙең янығыҙҙа бер көн, хатта бер сәғәт ҡал­а алмайым! Алла тарафынан онотолған һоро был ҡалала ошоғаса нимә белеп, ни­мә кү­р­еп үҫ­тем? Көн иткән урыныбыҙ һаҫыҡ бер бүл­мә­ле фа­тир ҙа, өҫтөмә кей­гән­ем - бара­холканан алынған ҡытай аламаһы. Инвалид тиндәрен еткерә алмай осто-осҡа ялғап йә­шә­йбеҙ, юҡ, йәшәмәйбеҙ - существуем! Ҡайһы берәүҙәрҙең иҫ китмәле мул­лыҡ­ҡа күмелеп, байлыҡтарына маһайып көн иткәндәрен күреп беләм. Ары ла ошо хә­йерсе тормошо дауам ит­һен, ти­һе­геҙ­ме? Килеп сы­ҡ­­маҫ! Не выйдет! Бала та­бып бо­ль­­ницала ҡалдыр­ған­мын икән, ун­ы­һы - мое личное дело. Бик кәрәкһә, бар­ы­п алы­ғыҙ, аҫы­ра­ғыҙ! Разрешаю! А я не хочу!..     Стенаға ҡағылған көҙгө алдына баҫҡан Дилемма биттәре буйлап һырғалаған  еү­еш тушь юлаҡтарын ҡулъяулығы менән ентекләп таҙартты ла ди­ван­ға ултырып, ҡо­л­ас­та­­р­ын йәйеп, ала-сола итеп буялған ҡыҫҡа сәсле башын артҡа ташланы. Бер нисә ур­ы­н­дан туҡымаһы өлбөрәп тишелгән, пру­ж­и­налары ҡаҡ­шаған ҡаралты илау та­у­ы­шы сығарып әсе сыйнап ҡуйҙы. Оләсәһе аҡ һал­ған кү­рә­ғара күҙҙәрен  кө­сә­н­­­де­р­­еп ҡаршы яҡ стенаға текәлде, әйтерһең ул шулайтып бик күп бил­дәһеҙлектәре булған, си­с­е­үе  үтә лә ау­ыр мәсьәләне хәл итергә тырыша ине ши­к­ел­­ле. Тик көсһөҙ, зәғ­иф ҡа­р­аш таш ст­е­­­на­­ны мөс­һөҙ ҡапшаны ла ситкә бәр­лек­те. Күк­һел со­ҡ­­орҙарға бат­­ҡан, тоҙ төҫ­өн­дә­ге бы­лай ҙа нур­һыҙ күҙҙәр һүнгәндәй итте, тамаҡ төбөн­ән тон­оҡ, иң­рәү­гә та­р­т­­ым өн һы­­ғы­­лып сыҡ­ты:

Тәүбә. Хикәйә
Тәүбә. Хикәйә

 

            – Тәүбәгә кил, балам, тәүбәгә кил… Быларҙы ейәнсәрем түгел, икенсе, йәнен ша­й­­­­­тан алыштырған әҙәм әйтә, Хоҙайым, кисер уны…

            – Юҡ, оләсәй, быларҙы я говорю, сөнки күпкә аҡылландым, на мир смотрю др­у­гими глазами, другим взглядом!

       Бер яҡ ситтә, һумалтыр ширлектә өнһөҙ генә суҡайған ҡартатаһының иҫкереүе ет­еп эшлектән сыҡҡан аяҡ про­т­езы әйткәндәр менән килешмәгәндәй ауыр шығ­ыр­лап ҡуйҙы, шул ыңғырашыуға ауыр көр­һөнөү ҡушылды. Тә­мә­ке ыҫы һеңеп ҡарағусҡыл һары төҫ­кә ингән бармаҡтар пинжәк ке­ҫә­һенән папи­р­ос тартып сығарып әүәләргә тот­он­долар.

            – Үкенергә тура килмәгәйе, тим, ҡыҙым … Асы хаҡиҡәт, үкенеү, ғазап, ғәҙәттә, һуңынан килә. -  Ҡартатаһының тауышы һәүетемсә генә, тыйнаҡ, һәлмәк ишетелә.

            – Үкенмәйем! Өгөтләмәгеҙ, у меня институтское образование, нигде не пропаду!

            – Юғары белем аҡыл өҫтәһә ҡана ла һуң… Үҙең хәл ит, ауырымаған яғыңа ят. - Бармаҡтар битендә тәгәрәгән папиростың ҡағыҙы баҫымға сыҙамай йырты-лып тә­м­ә­­ке онтаҡтары иҙәнгә һибелде. Тыныс холоҡло ҡартатаһы ла сығырынан сыҡты ши­к­­ел­ле, ҡулындағын көйәләнгән ҡиәфәттә иҙәнгә ыр­ғы­тты ла нәҙек оҙон бармаҡ­та­р­ын ар­а­лаштырып устарын ҡаушырҙы. Тырпайған мыйыҡ остары түбән һалын­дылар. Эсе бошҡанда ул шул ҡиәфәттә ҡалыусан.

            – Күптән хәл иткәнмен, китәм һеҙҙән, этот город, его люди до чего мне на­д­о­е­ли! Ишетәһегеҙме - надоели! - Дилемма туҙыныуына сыҙамай тороп уҡ китте лә, ал­дан хәстәрләп кәрәк-ярағын, кейем һалымын тыҡшырып тултырған спорт сумкаһын ел­терәтеп зал уртаһына сығарҙы,  ҡабаланып ке­йенә башланы.

            – Бәлки…

  Оләсәһе ниҙер әйтергә теләп һүҙ башлағаны, уны Дилемма тупаҫ бүл­дер­­ҙе:

            – Бәлки түгел, китәм тигәс, китәм, бындағы хәйерсе тиндәренә бил бөгөп,  көн­дә­ремде ярым емерек фатирҙа тамамлайһым килмәй! Эҙләп мәшәҡәтләнмә-геҙ!

  Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып ярым ҡараңғы подъезға уҡталды. Сыҡҡас тыныс­ла­н­ыр­ға теләп аяҡтарын тыбызыҡлап урынында тапанды, сумкаһын баҫҡыс майҙанс-ығына быр­а­­­ҡтырғас асыу менән курткаһының замогын өҫкә тартты, ҡулын джин-сы кеҫә­һенә ты­­­ғ­ып стенаға һөйәлде, ирендәренә һаламдай нәҙек фильтрлы сигар-ет ҡыҫтырып ос­о­на за­ж­и­­гал­­ка ялҡынын тейҙерҙе.Үпкәләренә тулған татлы төтөн йән көйөгөн баҫ­ма­ны, киреһенсә күңелен болғандырҙы. Ауыҙындағын яһилланып таш иҙәнгә төкөрҙө лә кроссовкаһы менән тызып уҡ ҡуйҙы. Тыңланды. Фатирҙа ҡалған ҡартатаһы мен­ән ол­әсәһенең һөйләш­еүе ишетелмәй. Хәйер, улар икеһе лә сарғалана һалып бар­ма­ған са­­­быр йәндәр инде. Мөй­өш­кә баҫ­ты­рылған балалай ишек менән стена арауығына һы­­­й­­ы­­н­ып, бөршәйеп бер аҙ тора бир­гәс сумкаһын ҡабаттан эләктерҙе лә йүгерә-атлай ба­ҫ­­­ҡыстарҙы аша-төшә баҫып түбәнгә ташл-анды.

  Ҡыуып килеүселәрҙән ҡотолорға теләгән ҡасҡындай  ишеге ярым ябылып ҡуҙ­ға­л­ы­р­­ға өлгөргән автобусҡа һикерҙе, артҡы тәҙрә уратаһын ҡоршаған тотонғосҡа йә­б­е­ште. Ул был йәшәйештән түгел, киреһенсә, бынау йорттар, юл ҡырлатып тиг-еҙ рәткә теҙелгән ағ­а­стар, ҡа­й­ҙа­лыр ашыҡҡан халыҡ ағымы артҡа шылып унан ҡа-салар төҫ­лө. Ана, те­ге бала табыу йорто. Унда бер тапҡыр ҙа ҡулына алмаған бала-һы ҡала. Ик­­енсе ҡат­­та­­ғы тәҙрәнән биләүҙәге баланы күтәргән ят ҡатынды төҫмө-рләгәндәй ҙә иткәс әллә йө­­­р­әге, әллә һөттән тирткән түше әрнеүле һулҡып ҡуйҙы. “Был ҡатын ун­ың ул­ын шу­л­ай, юрамал, күреп ҡалһын был, тигәндәй күтәреп ба-ҫҡанмы?..” Өн­дә­ге һат­а­ш­ыу­ы­н­ан арынырға теләп башын эйеп усы менән күҙ­ҙәрен ҡапланы. Тимер юл во­к­за­лына ки­­лде лә поездар барыр йүнәлештәрҙе сағылдыр-ған ҙур табло-экран ян­ын­да туҡ­та­лды. Исемлек теҙмәһе күҙҙе ҡамаштыр-ып, башты бутап  өҙлөкһөҙ алмашып ҡына то­ра. Ҡайҙа олағырға теләйһең, етеҙ поезд һуңлатмай алып барып еткерәсәк, те­ләгең, йә­нә аҡсаң ғына булһын. “Ниәтләп сыҡҡас башҡаланың үҙенә барырға кәр­әк. Унда мө­м­­­кин­селектәр киңерәк.” Хәл ит-те. Оҙон сиратҡа баҫып билет алды, көтөү за­лына үт­еп тимер ул­тыр­ғысҡа урын-лашҡас һалынҡы яурынбаштарын теҙенә эйел­де­реп бөгөлөп төштө.

       Оләсәһе хаҡлы, бер аҙға ғына туҡталып фекер тупларға, бараһы тарафыңды тоҫ­мал­ларға кәрәктер ул. Тик  уны һуңғы айҙарҙа алыштырып ҡуйҙылармы ни, кү­ңе­ле­нә ят йән инеп оялап, өҙлөкһөҙ нимәгәлер ҡоторта, һөсләтә, ҡайҙалыр ҡы-уа­лай, туҡтау ғына түгел тын алырға ирек бирмәй. Ҡасан башланды әле ундай бәрге­ләнеү­ҙәр? Әхи­р­әте үткәргән тыуған көн кисәһенән һуң ятаҡтағы алданған  шыҡһыҙ төн һалды­мы кү­­ңе­ленә шул шомдо, әллә ауырлы булыуын әйткән аку-шер-гинекологтың һал­ҡын, мыҫ­ҡыл­лы ҡа­рашы мен­ән ос­раш­ҡан­дан аҙаҡ башлан-дымы өйәнәктәй ҡаб­ат­ла­н­ған мәхшәр?.. Кем алданы бит әле, йәне, тәне тартмаған һөйкөмһөҙ Джон! Башта уҡ ун­­ың һөм­һөҙ бәй­лә­н­еү­ҙә­р­енә ярайһы ҡаты ғына кәр-тә ҡуйғайны, хистәре яуапһыҙ ҡа­л­­­­­ған егет тора-бара уға үтә лә ныҡ ҡа­н­ыҡ­ты. Аң-дый, эҙәрлекләй торғас яйын тап­ты, теләгәнен ал­ды тәки. Кисә­гә килгәс ян­ын­­да ла ярамһаҡланып уралманы, бәй­лән­мәне лә. Ә бына өҫтәл артында һут ҡына урт­лап ултырған Ди­лемманың бер аҙҙан тә­не ау­ы­райҙы, кү­ңеле болғанды, башы әйләнде. Һиҙ­­ҙер­мәй генә эсемлеккә нимәлер ҡуш­тылар шик­ел­ле. Әхирәттәре күрше бүл-мәгә сығарып һал­дылар. Ҡу­наҡ­тар та­ра­­лып бөткәс иҫерек Джон  кил­еп инде лә әрһеҙ, оят­һыҙ ҡыланып башта үҙе сисенде, шунан ун­ың өҫтөн­дә­ге кей­е­мен йолҡ-ҡос­лар­ға кереште. Үҙәләнеп ҡысҡырып та маташты, тик яр­ҙам­ға килеүсе генә табылманы. Ар­аҡы еҫе аң­ҡы­­ған ауыҙ ирендәрен томалап, уҫ­­лап­тай кәүҙә кар­ауат­ҡа ҡуҙ­ғал­маҫлыҡ итеп ҡыҫ­ҡас көсһөҙлөгөн той­оп шым ғына илап еб­әрҙе. Бит­тә­р­енә бәрелгән, ауыр, һаҫыҡ тын өнөн быуҙы, сатын ярған тупаҫ ау­ыр­тыу үҙәге­нә үтте… Йәшерен, уйында ғына йөр­өткән илаһи ҡушылыу төнөнөң керһеҙ хыял ҡап­ҡаһына шулайтып, таҙармаҫлыҡ булып,  дегет яғылды, йәнен ауыр той­ғо билә-не. Ул той­­ғо ауыры ҙу­р­айып, ҡорһағы бүлтәйә бар­­ған һай­ын үҫә генә барҙы, әле донъяға тыу­маған сабыйына, өкәлтәктәй иҫке фа­тир­­ҙа көн иткән, ағас прот­ез­лы ҡарта­таһына, аяҡ юл­ын көскә таныған оләсәһенә ерле юҡ­ҡа асыуы ҡабарҙы. Ин­с­титутты тамамлағандан һуң оҙаҡ эҙләй торғас төҙөлөш ид­а­ралығы нач­а­ль­ни­гы­ның сек­ре­тары бул­ып ваҡ­ыт­лы эшкә урын­лаш­ҡайны, эш хаҡы ла таш­ҡа үл­сәйем, аҙ­ыҡ-түлектән арт­май, әҙ­әм­сә кейе­нә лә алмай ис­ма­һам. Бала тыуһа ҡай­һылай­тыр? Ул бит артыҡ там­аҡ, аяҡтарына ты­шау. Күргеһе килмәй уны, тыу­ған­ы­нан тыу­мағаны мең ар­тыҡ. Бер көн Джон эргә­һе­нә үк ки­леп: “Әгәр телеңде тый­ма­һаң ҡа­ра уны! Үл­те­р­әм! Не­до­трога инең, хәҙер кемгә кәрәгең бар, йыуғыс”, - тип уҫал ыҫыл­да­­ны ла хә­ҙер күргән һайын, йә хәлдәрең нисек, бисара, тигәндәй һауалы текәлеп уҙа. Ми­ли­цияға хә­бәр ит­мәне, “үлтерәм”дән ҡурҡ­ты, йәнә исемде сыға­рып ян-тирәһен шау­лат­ыу­ҙан ни фә­те­үә, оятҡа батырһың, мәсхәрәгә ҡалырһың бары.Ҡарта­таһы­нан, оләсә­һе­­нән баш­­­ҡа мор­он төртөр, яҡ­лар ке­ме бар был мәрхә­м­әт­­һеҙ донъяла! Әсә­һен хәт­ерлә­мәй ҙә, уның ха­ҡын­да яҡындары ла һөйләй һал-ып бар­май­ҙар. Ул уны тыу­ҙырып, Ди­­л­емма, тип исем ҡушҡан да ҡомға һеңгән һыу там­­сы­­һы­­лай юҡҡа сыҡҡан. Йәнәһе мәрхәмәтһеҙ тор­мош ди­лем­ма­һын үҙең хәл ит, һин миңә кәрәк­мәй­һең.  

       Баштараҡ ауырын йәшерергә тырышып тар джинсы салбар кейеп йөрөнө, шу-нан бүлтәйә барған эсен ары йәшерерлек рәте ҡалмағас ҡорһағын шнурлы корсет менән шы­­ҡырлатып быуып тарттырып ҡуйҙы. Йәне алҡымына килеп тығылдымы ни, был хәлдә атлап йөрөү түгел тын алыуы ауыр. Әгәр сабыйы тонсоғоп ҡуйһа?.. Әй, дөмөкһөн дә. Ҡо­т­о­лор исмаһам… “  Беҙҙе ҡапсыҡта йәшереп тотоп буламы инде, теләйме-юҡмы, тәҡәте ҡа­л­ма­ғас джинсыһын сисеп иркен юбка кейергә мәжбүр булды. Шулай итеп сере ас­ыл­ды. Хәҙер таныш-тоноштары осраһа иң әү-әл уның ҡабарған ҡорһағына текәлә, шунан ғына йәлләгәндән хәлен һорашҡан булалар. Хәле билдәле инде, барыр ере, батып үлер күле генә юҡ.  

      Яңылыҡты ишеткән оләсәһе бошонманы ла шикелле, хатта сирле йөҙөндә ҡы-у­а­н­ыу ишараты сағылдырҙы:

            – Кейәүгә сығып тапһаң башҡалар алдында йөҙөң яҡты булыр ине лә, ярай, ни хәл итәһең, өсәү йәшәгәнсе, дүртәүләп көн итеүебеҙ яҡшы.

            – Уны ошо тар бүлмәлә аҫырарбыҙмы, нимә ашатырбыҙ, нимә кейҙерербеҙ? - Ундай яуапты көтмәгән Дилемма аптырап ҡалды.

            – Аҫырарға ул мал түгел - кеше! Нисек тә бергәләп йәшәрбеҙ әле. Бына беҙ һине, бер ҙә тарһынмай, яратып үҫтерҙек тә.

            – Ул бит минең теләгемдән тыш яңылыш яралған!

            – Бер бала ла ошоға тиклем яңылышлыҡтан, елдән яралмаған. Һеҙ гөнаһлы бу­л­­һағыҙ ҙа сабый ғәйепһеҙ.

            – Уның атаһын мин яратмайым, яратыу ғына түгел, күрә алмайым!

            – Ҡайһы саҡ һөйөүҙән дә һөйкөмһөҙҙәр ярала. Тыуыр йәндең яҙмышы Ал-ла ҡөҙ­рәтендә.

            – Кәрәкмәй ул миңә, кәрәкмәй! Иртәгә үк аборт яһатам!

       Оләсәһе ары һүҙ көрәштермәне, тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтеп уҡына-уҡына ҡулы­на намаҙлығын алды. Шул шөғөлө менән ул Дилемманың сығарған ҡарарына ҡаршылығын бел­дерҙе.

       Акушер-гинеколог бүлмәһенә инде. Был юлы өҫтәл артында ят кеше улты­ра: илле йәштәр самаһындағы мөләйем йөҙлө ҡатын. Теге, тәү килгәндәге битараф йөҙлө, тупаҫ, төрпө һүҙле табиптың булмауына ҡыуана биреп тә ҡуйҙы. Шулай ҙа шиксел тө­бәлеп, биреләсәк һорауҙарға уҫал, кире ҡаҡҡыһыҙ яуаптарын ҡайтар-ырға йыйын­ып ултырғыс ситенә һаҡты.  

        Табип Дилемманы күптәнге танышылай ҡабул итеп уны кушеткаға уңайлап һал­ды ла апаруҡ ҡабарған ҡорһаҡты ҡапшарға, наҙлы һөйләнергә кереште:

            – Йә, үҫәбеҙме? Ҡана, ҡарайыҡ әле, нисегерәк ятаһың икән? Ҡулай, матур ғына урын­лаш­ҡан­һың былай, һәйбәт, һәйбәт… Хәҙер, һеңлем, тороп баҫ, йөрәге-ңде, үпкәләреңде ты­ңлап ҡарайыҡ, ҡан баҫымыңды үлсәйек.

       Тикшереп бөткәс йыуынғыс яғына барып ҡулдарын сайып таҫтамал менән ҡор­от­то ла пациентҡа яңы карта асып уға тикшереү мәғлүмәттәрен яҙа башланы.

       “Эт-бесәй тотҡандан һуң ҡулын йыуамы ни…” Һәр хәрәкәтте күҙҙән үткәргән Ди­л­еммаға табиптың сирҡанғандай ҡулдарын йыуып аҙапланыуы оҡшаманы, шуға сираттағы һорау бирелмәҫ элек ҡәтғи ҡарар ҡабул итеүен белдерә һалды:

            – Мин аборт эшләтәм, шуға килдем. Был минең ныҡ уйланған һәм һуңғы ҡа­р­а­р­­ым!

       Табип сыймаҡлауын ҡуйып алдындағын ситкәрәк этте лә аңламағандай ҡабат­лап һо­ра­ны:

 – Нимә тинең? - Тегеһенең уңайһыҙлыҡ кисереп юғалып ҡалыуын күргәс ҡәт­ғи тонда дауам итте. - Бала ишетеп ҡалмаһын был һүҙҙәреңде!

            – Ишетергә ул әлегә тыумаған.

            – Эй, һеңлем, йәшһең шул әле, күп нимәне аңлап, төшөнөп бөтмәйһең. Тыу­ма­һа ла барыһын да һиҙеп ята, һинең һәр әйткәнеңде, ҡылығыңды йөрәге аша үткәрә. Шул сәбәптән, бына ошондай ҡаты бәғерлектән, миһырбанһыҙ, выжданһыҙҙар тыу­­маймы ик­ән? Тыумаҫ элек үҙен артыҡ, кәрәкһеҙ иҫәпләгән бала  рәнйейҙер. Һи­н­ең ҡар­ын­ың ун­ың өсөн әлегә үҙе бер донъя. Әйҙә, шул донъ-яны боҙмайыҡ, емермәйек.

            – Апай, зинһар лекция уҡымағыҙ!

       Табип ирендәрен ҡымтып үпкәләгәндәй итте лә хөкөм сығарғандай теҙҙе:

            – Беренсе аборт үтә лә зарарлы, ары бөтөнләй түлһеҙ ҡалыуығыҙ  ихтимал. Та­ғы һуңлағанһың, һылыуым, ваҡыт үткән. Яһалма юл менән әле етлекмәгән тол­ҡат­ты тыуҙырырға йыйынмайым, теләгем дә юҡ. Тере кешене үлтереүгә тиң про­це­дура ул. Уны эшләүгә һуңғы сиктә, әсәнең һаулығына ҡурҡыныс янағанда ғына баралар. Баш­ҡа белгестәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, улар ҙа һеҙгә шул кәңәште бирәсәк.

       Кабинеттан өмөтһөҙлөккә бирелеп, төңөлөп сыҡты Дилемма. Башҡа табип-тарға ла күренеп аҙапланма­ны, шөбһәләнеп, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡурҡып бушаныу кө­нөн көтә башланы.

       Туғыҙ айын тултырып, уны тулғаҡ ғазаптарына дусар итеп ир бала донъяға килде. Дилемма аку­шер­каның юғары күтәрелгән ҡулында ҡыҙыл йомарсаҡты күргәс күҙҙәрен йом­до: “Йөҙө ҡыҙарып тора, хас та атаһы!” – тигән уй  йәшен тиҙ-легендәй мейеһен ярып үтте, күңелен ауырттырып сыйҙы. “Тыума!..” Шул һүҙҙе ҡысҡырып әйтеүҙән ҡурҡып ауырттырып тештәрен ҡыҫты.

  • Ҡотлайым, өс кило ла туғыҙ йөҙ грамм! Шалҡан һымаҡ тап-таҙа!

       Ҡу­й­ыр­ҙан-ҡуймай ҙа баһа бәпесте ҡабул иткән бәйләнсек акушерка, иртәге-һен палатаны яңғыратып ки­­­леп ин­де лә яр һалды. - Шул тиклем дә матур малай, йызылдап ҡарап ятасы, ила­май ҙа бит әле!

            – Минең уны теләмәгәнемде тотош больница белә. Кире уйлар, ирер ҙә алыр тип өмөтләнәһеңме? Не нужен мне ребенок! Бар эргәмдән сығығыҙ!

            – Тыумаған саҡта теләмәй инең, хәҙер ул бар, кеше тыуған донъяға, ти­м­әк хоҡуҡтары ла бар. Хәҙер яныңа алып киләм, күрһәң айырылғың да кил­мәҫ.

            – Килтермәгеҙ, кәрәкмәй!

            – Уға имергә ваҡыт.

            – Уның нимә теләгәне мине ҡыҙыҡһындырмай. Бар эргәмдән китегеҙ, бер кем­де лә күргем килмәй.

            – Эх, һин, беҙ ирем менән теләһәк тә сабый һөйөп ҡыуана алмайбыҙ, ә һин бул­ғанынан баш тартаһың. Үке­нерһең бер саҡ.

            – Ҡурҡытмағыҙ, йәме, вон отсюда! - Дилемма үкһеп түшәгенә йөҙ­тү­бән ҡап­лан­­­ды.

       Бына ул сабыйын балалар табыу йортонда ҡалдырып, зәғиф оләсәһен, ҡарта­та­һын яҙмыш ҡо­сағына ташлап ят тарафҡа китеп бара. Уңырмы, туңырмы – бил-дәһеҙ. По­­­ез­ға ултырырға саҡырҙылар. Ул баҫты ла  ауыр сумкаһын һөйрәп башҡа сы­ғыу­­сы­лар артынан эйәрҙе.

       Ер аҫты юлында таш иҙәнгә ҡатырға киҫәге түшәп хәй­ер­се ҡар­сыҡ бөршәйгән. Һөйәк тә тиренән хасил сырыш йөҙҙә, хис тә,  кисерештәр ҙә са­ғыл­май, бары унда юй­ыл­­маҫ­лыҡ булып ғазап төҫмөрләнә. Ҡарсыҡ ҡыуарған ағастай тыр­пай­ған бар­маҡтары ме­нән яулығы ситенән күренгән сал сәстәрен тәртипкә килтерҙе лә таны­ған­дай тө­бәлеп уға усын һондо:

            – Алыҫ юлға йыйынғанға оҡшағанһың, ҡыҙым, Алла йөҙөндә мине риза итеп хәйер-саҙаҡаңды биреп кит.

       Дилемма кеҫәһе төбөндә сылтыраған тиндәрҙе ҡарсыҡтың алдындағы ҡағыҙ ҡум­та­ға ырғытты.

            – Алла ярлыҡаһын үҙеңде!

       Дилемма алам-һоламға төрөнгән ҡарсыҡҡа ерәнгәндәй ҡараны ла ҡабаланып ары атланы.

       Китә биргәс уны билдәһеҙ көс кире ҡайырылырға мәжбүр итте. Туҡтаны ла уң­ай­һыҙланғандай ҡиәфәттә һораны:

            – Инәй, әйт әле, ниндәй һүҙ ул тәүбә?

       Ҡарсыҡ төҫһөҙ күҙҙәрен секерәйтте:

            – Уны кем әйтте, ҡыҙым?

            – Оләсәйемдән ишетһәм дә төшөнмәгәйнем.

            – Ҡылған гөнаһтарыңдың кисерелеүен һорап Аллаға мөрәжәғәт итеү, унан ғә­фү һорау.

            – Поняла…  Аллаға нисек мөрәжәғәт итергә һуң?

            – Намаҙ уҡы балам. Һинең уй-теләктәреңде намаҙ аша Тәңре ишетер. Намаҙ уҡыған кешеләрҙе әхирәттә ожмах көтә.

            – Тимәк бөтә муллалар ҙа теге донъяла ожмахҡа эләгәләрме?

       Хәйерсе ҡарсыҡ тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтеп бер килке һүҙһеҙ ултырғас уфтанып яуапланы:

            – Ҡөръән уҡый белгәндәре генә, балам. Бөгөн бит кемдең гөнаһлы, кемдең из­ге, кемдең әтрәгәләм, кемдең мулла икәнлеген айырыу мөмкин түгел. Буталды зама­на, ерҙән мәғәнә, ҡот, бәрәкәт ҡасты.

       Алйыған әбейҙең аңлашылып бөтмәгән фәлсәфәһен тыңларға теләмәгән Дил-емма тәгәрмәсле сумкаһын һөйрәп ары атланы, күңелен аҡланыу уйы өйкәне: “Алла алдында ниндәй ғәйебем булһын. Никого не убивала, бер кемде лә тала­маға­н­мын, үҙемсә йәшәргә теләйем, бары шул ғына!”

       Килеп нисәнсе көн файҙаһыҙға йүгергеләп башҡаланың ҙур ойошмаларын, пред­при­ятиеларын ҡыҙырып эш эҙләй. Ҡайҙа ғына барһа ла иң башта прописка-һының барлығы-юҡлығын беле­ш­әләр, кире яуап алһалар шундуҡ бороп сығарыу яйын ҡай­ы­ралар, йәиһә бер һан­тый­ға ҡара­ған­дай һауалы текәләләр ҙә үҙ эштәре менән була­шып уның хаҡ­ында бө­төнләй оно­та­лар, башты баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.

   Был ҡала ер ябып өҙлөкһөҙ ҡайҙалыр ашыҡҡан халыҡты бер юлы упҡан ажда­­һаны хәтерләтә. Аждаһа көнөн дә төнөн дә уяу, тонсоҡторғос төтөн тыныуы тын­ды ҡу­­рып алып бара, үҙе өҙлөкһөҙ геүләү, ухылдау, һыҙғырыу тауыш­та­ры сыға­ра. Бер мә­­л­гә ге­нә булһа ла серем итә, тыныслана микән был иләмһеҙ йән эйәһе? Уның ҡор­ша­уына ҡа­м­алғандар һәр саҡ нимәгәлер асыулы, йөҙҙәре йәме­рәй­гән, бер-береһен тапа­ларға тырышып йүгергәләйҙәр, йығыл, берәү эргәңә килмәйә-сәк, ярҙам ҡулын һу­ҙ­­­маясаҡ.

      Тағы бер нисә көн файҙаһыҙға ҡала ҡыҙырғандан һуң гәзиттәге белдереү-ре-кламалар мө­­йөшөндә “имеҙеүсе кәрәк”, тигән белдереүҙе уҡып ҡыҙыл кирбестән һа­л­ы­н­ған коттедж янына килде, йорт­то уратып алған бейек таш ҡойманың тимер ҡап­ҡа­һына килеп төртөлдө, баҙ­нат­­һыҙ үрелеп бәләкәй ҡапҡа бағанаһындағы ус аяһылай төймәгә баҫты. Эс яҡта наҙлы көйгә тартым ҡыңғырау шылтыраны. Көй-лө саҡырыуға яуап итеп эстә кү­­мәк эттәрҙең өрөүе ише­тел­де, әммә был яҡҡа яҡ-ынлаусы тойолманы. Көн һайын ас­ыла һалып бар­майҙыр, бағана менән ҙур ҡа-пҡа араһына ҡыл иләк ҙурлығындағы үрмәкес ауы тар­тылған. Бына йәбешкәк ептәргә төнгө күбәләк килеп эләкте лә ысҡы­на алмай йәнасыҡҡа ты­быр­сынырға тотондо, тик ысҡыныу ҡайҙа елпенгән һайын ҡанаттар ҡә­һәр­ле то­ҙ­аҡҡа урал-ғандан ура­ла ғына бара. Та­быш эләгеүен абайлаған ҡап-ҡара үрмәкес ҡа­йҙандыр ки­леп сыҡты ла ептәр буй­лап күҙ эйәрмәҫлек тиҙлектә шыуып табышына ташланды. Дилемма кинәт ынтылып бөж­әкте ергә һуғып төшөрҙө лә уны кросс-совкаһының үксәһе менән баҫып иҙҙе, ҡорбанынан ерәнгәндәй аяғын ҡаҙ бәпкәһе үләненә ышҡыны.

       Ни­һайәт мискәләй йыуан кәүҙәле, тәбәнәк буйлы, бирән ҡорһаҡлы ҡара күҙлек ке­­­й­­­гән көньяҡ кешеһе килеп сыҡты ла күҙлеген һалып, тура, яҫы ҡаш-тарын йыйырып  һо­­рау­лы төб­әл­де:

            – Что вам надо, девушка, слушаю, гаваритэ?! - Акцентлы тауыш мискә төбөнән килгәндәй геүелдәне.

            – Здравствуйте? - Сәләм алынмағас йомошон йомошларға ашыҡты. - Я по объявлению…

      Бирән ҡорһаҡ артынан эйәрергә ишаралап бәләкәй ҡапҡаны асыҡ ҡалдырып ата айыуҙай таш һуҡмаҡтан коттедж яғына төмрәңләне.

       Ут ҡыҙыл төҫтәре менән күҙҙе ҡамаштырып, тамылйып атҡан ләлә сәскәләре һу­ҡ­маҡтың ике яғынан теҙелгән, йортто бал­даҡ­ҡа уратҡан сирень ҡыуаҡтары ла суҡла­н­ып сәс­кәгә бөрөләнгән. Хуш еҫ бөркөргә тейеш ишек алдынан уҡшытҡыс эт тиҙә­ге­нең еҫе килә. “Ғәжәп, сәскәләр тәү­ ҡа­р­ашҡа күркәм һымаҡтар, ә ниңә һуң уларҙан йәм, мат­у­р­лыҡ бөркөлмәй?” Һул яҡта оҙон бер ҡыйыҡ аҫтына алынған га­раж, мунса, ке­л­әт ишектәре күренә. Улар эргә­һе­нә эт оя­­һы эшләнгән. Ә икенсе яҡта стеналай бейек, апаруҡ оҙон, ярты яғы көплө рәшәткә ҡалҡ­ҡан, һәр айырым вольерҙан эт һыны төҫ­мө­р­­ләнә. Тимәк унда эт аҙбары. Кемуҙарҙан абалаған өрөү та­уыштары ла шунан килә. Йорттоң эргәһендә  ас­ыҡ зәң­гәр ҡы­йыҡ­лы, ҡалған өл-өшө аҡҡа буялған бес­ед­калар ҡалҡҡан. Шуларҙың бере­һе­нә сал сәс­ле, кей­гән ке­­­й­еменән, кәүҙә торошонан аҡ­һө­й­­әк­лек аңҡыған ир кеше һаҡҡан. Ул өҫтәлгә тер­һәк­лән­гән дә йоҡомһорай, әүелйей. Аяҡ тау­ыш­тарын ишетеп ситкәрәк айырым ҡуйылған оя­­нан күрер күҙгә сәйер, томшоғо көм­рәйгән, аяҡтары ҡамыт, аҡ йөнлө йоҡа тиреһе аша көслө мускулдары беленгән  эт ки­леп сыҡты ла муйылдай ҡа­ра, тәңкәләй тума­л­аҡ, бер-береһенән ал­ыҫ урын­лаш­ҡан күҙҙәрен һорау­лы ян­дыр­ҙы, томшоҡ өҫтө тире­һен йыйырып, тештәрен ыржайтып тоноҡ өрөү өнөн сығарҙы.

            – Сидеть, Белка! - Бирән ҡорһаҡ вайымһыҙ мөңгөрләп этте тыныс­лан­дыр­ҙы ла тупһа ауыҙына еткәс эткә түгел, фәҡәт уға ғына тәғәйенләнгән сираттағы фарм-анын бирҙе. - Ош­он­да көт!

   Дилемма бер аҙҙан саҡырыу буйынса эскә инде лә ундағы затлы йыһаз­дар­ға иҫе ки­теп телдән ҡалды. Эске яҡ стена ҡиммәтле ҡыҙыл ағас менән көпләнгән, иҙәндә ҡа­б­ар­ып ятҡан келәм аяҡ табандарын наҙлы иркәләй, түшәмдә тоҡан­дыр­маған хәлдә лә нур­ҙар сәсеп  ҡиммәтле люстралар йылҡылдай.

       Күрһәтелгән бүлмәгә үтте. Унда ла нескә зауыҡ төҫмөрләнә, артыҡ ҡаралты  күҙ­гә бәрелмәй, шул уҡ ваҡытта улар ҡулай урынлаштырылған. Бүлмә эсендәге бөтә нимә береһе икенсеһен тулылан­ды­р­ып, тамамланған бөтөнлөк хасил итәләр. Йомшаҡ күн менән көпләнгән ҡә­нә­фигә һылыу, еренә еткереп һылап-һыйпанған ҡатын һең­гән. Нәфис бармаҡ­тар­ында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән затлы си-гарет тө­тәй. Ул би­л­­дәһеҙлеккә төбәл­еп инеүсене абайламаны ла шикелле. Бына аҡ, һығ­ыл­ма­лы ҡул  ал­ға һонолдо:

            – Справкағыҙҙы бирегеҙ!

            – Нимә? - Дилемма аңлап еткермәй аңшайып ҡалды - Мин белдереү буй­ынса…

            – Беләм. Әйттеләр. Шуға ла сәләмәтлегегеҙ тураһында справка һорайым түгел­ме?

       Документтарҙы биниһая ваҡыт аҡтарҙы, ҡағыҙҙарҙан хата эҙләгәндәй ҡат-ҡат уҡ­ыны. Уҡый ҙа матур күҙҙәрен һынамсыл ҡыҫа биреп килеүсегә төбәлә.

            – Хәҙер сисенегеҙ! Инәнән тыума сисенегеҙ! - Ҡыйынһынып ҡалыуҙы күргәс ҡа­­­ғ­ыҙҙарҙы кире һондо.- Теләмәйһегеҙ икән мин һеҙҙе сараһыҙламайым һәм ары то­т­ҡарламайым. Хушығыҙ.

            – Юҡ, юҡ, мин хәҙер. - Ташҡа әүерелгән бармаҡтар көскә ҡыймылдап кү-лдәк төймәләренә йәбеште. Сисенеп бөткәс ҡулдары менән кәүҙәһен ҡосаҡлап, ел-дауылда сайҡалған яңғыҙ ҡайындай иҙән уртаһына баҫты. Саманан тыш тул-ҡынланыуҙандыр ҡош тәне ҡалҡып тотош кәүҙәһе ҡалсылданы.

       Тикшереүсе торҙо, ҡабаланмай ғына, талғын баҫып Дилемманы әйләнеп сыҡҡас ҡаршыһында туҡталды:

            – Эске күлдәгең, күкрәксәң таҙа, тәнеңдән дә һаҫыҡ тир еҫе килмәй. Значит, чи­с­то­п­л­отная! - Тырнаҡтары еренә еткереп игәлгән, ялтырауыҡ лак яғылған нәфис ҡул осо ҡыйыу үрелеп түштәрҙе ҡапшаны, имсәк остарына ҡағылды, баҙарҙа һау-ын һы­й­ырын һайлаймы ни. - Түшеңдең тулылығына ҡарағанда һөтөң етерлек һымаҡ. Ба­л­­аңды ла имеҙәһеңдер?

  • Э-э-э, ниндәй бала?
  • Һеҙ нимә, Уралданмы әллә?

       Тыуған ерен күреп-белмәйенсә төпкөлгә һынап, уны тома наҙанға иҫәпләп үҙ-енсә кәмһетмәксе, мыҫҡыл итмәксе. Сатнатып, бынан да яманыраҡ итеп яуап бир-ер ине лә, урыны был түгел, шуға буталып яуапланы:   

            – Юҡ, ул… үлде. Тыуҙы ла үлде.

            – Аңлашылды. Әлегә кейенә тор. Мин хәҙер. - Еңел һөйәкле, һомғол һынлы ҡа­тын өҫтөндәге затлы халат итәктәрен килешле елпеп бүлмәнән сығып китте лә бер аҙ­ҙан ҡабат инеп урынына сумды, нимәлер хәл иткәндәй бер килке уй­ла­нып ултырҙы. Ни­һайәт ҡарар яңғыраны. - Миңә оҡшанығыҙ, уныһын йәшер­мәйем. Ошоғаса гел әр­пеш­тәр, йә ҡарт бисәләр килде. Ә һеҙ йәш, таҙа. Тик әйтегеҙ әле, мин баянан бирле асыҡлай алмай йонсойом, һеҙ - ҡаҙаҡмы, әллә яҡутмы? Паспортығыҙға әллә ниндәй, мин ишетмәгән, күрмәгән-белмәгән милләт яҙылған.

       Дилемма буталып аңлатты.

            – Поняла, выходит не ошиблась, с Урала, значит. - Ҡатын бүлтек ирендәрен бөрөштөрөп апаруҡ ва­ҡ­ыт өндәшмәй ултырҙы ла ҡарарын әйтте. - Ят милләт ке­ше­һе булараҡ һеҙҙе эшкә ҡа­б­ул итә алмайым. Һау булығыҙ!

       Юғалыңҡырап ҡалған Дилемманың тауышы ҡалтырап сыҡты:

            – Баланы имеҙеү өсөн милләт мөһимме ни?

       Ҡатын түбәнһетеп, һауалы ҡараны:

            – Вы действительно из провинции. Был мөһим, үтә лә мөһим, сөнки балаға һөт аша милләт минталитеты, рухы күсә. Һеҙҙе башҡаса тотҡарламайым. 

       Юлы уңмағанға йәне көйөп шыпырт ҡына сығыу яғына үтеп бара ине  баяғы йоҡомһораған ир туҡтатты:

            – Эй, һин, кил әле! - Яҡынлағас эргәһенән урын күрһәтте - Ултыр бына бында, минең ҡаршыма.

   Дилемма ҡыйынһынып ҡына ултырғысҡа янбаштарын терәне лә һиҙҙермәҫкә ты­р­ы­шып иргә һирпелде. Ултырған килеш серем иткән ирҙең йөҙө ҡайһылыр ки­м­әлдә күрмәлекле: бурҫлаҡ биттәр, итләс танау, дүрткелләнеберәк тамам­ла­нған эй­әк, яҫы маңлай, бая, ингәндә иғтибар иткән сал сәстәр. Ҡолаҡтар һыр­ты­нан ба­ш­ла­н­ып ярты сикәне япҡан бакенбардалар йөҙҙәге ағзаларҙы бер урынға йыйып уға абруй һәм дәрәжә өҫтәй. Бына йомоҡ күҙҙәр асылды һәм Дилемма ҡурҡ­ҡан­дай артҡа тарт­ыл­­ды. Уға ҡоторған эттекенә тартым, ҡан һауған ташбыҡ күҙҙәр аҡайып ҡарай ине. Боҙ һа­л­ҡын­лығы, уҫал тәккәберлек ағыла төҫлө уларҙан. Ағыла ла йөҙҙәге кешелек си­­­­­ф­ат­тарын йыуа, юҡҡа сығара.

       “Ҡайһылай ҡурҡыныс!..”

       Ир уның уйын уҡығандай әйтте:

            – Ҡурҡма, мин һин уйлағанса насар кеше түгелмен. Бары тормош ысын­бар­лығына айыҡ күҙлектән ҡарап, аяуһыҙ йәшәйеш шарттарына яраҡлашып йәшәй-ем. Эш эҙләп темеҫкенеп йөрөй­һөң­мө?

       “Темеҫкенергә мин эт түгелмен”, тип саҡ әйтеп ысҡындырманы, шулай ҙа тыныс ҡалырға тырышып әҙәпле яуапланы:

            – Эйе.

            – Уңыштар?

            – Табып булмай.

            – Ары ла таба алмаясаҡһың, сөнки һин - килмешәк, пропискаһыҙ ундай әт­рә­гә­л­әмдәр менән ҡала тулған, бер телем икмәк өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙерҙәр. Та­н­ыш булайыҡ, мин ошо йорттоң төп хужаһы, һөнәрем буйынса элек биз­несмен инем, хәҙер тор­мош­тоң рәхәтлектәренә кинәнеп үҙем теләгәнсе көн итәм. Ҡа­т­ы­ным бынан ике йыл элек яман шештән яфаланып үлеп ҡал­ды. Хәҙер улым, киленем, әсәйем янымда. Бы­на ошо таш ҡәлғә беҙҙең дөйөм өңөбөҙ. Улым минең юлды ҡыуа, егәрле, заман эш­ҡыу­а­ры, шуға ла өй­гә һирәк ҡайтып күренә. Киленем шоу бизнес, тиҙәрме әле, шун­да. Бар бе­­л­гәне - исемен яңғыратырға тырышыу. Уның тураһында аҙға ғына булһа ла он­ото­р­ға тейеш түгелдәр, нисек тә яйын табып, яманатын сығарып булһа ла был донъяла үҙе­нең барлығын, сәхнә йондоҙо икәненлеген күр­һә­теп ҡуя. Әле бала тапты ла фиг­у­р­ам боҙола, тип хәләлен имеҙергә, уны бағырға телә­м­әй. Круглая дурра, мать ее…! - Бер яҡ ситкә төкөрөп ҡаты итеп һүгенеп ҡуйҙы. - Йәнә, әсәйем бар, ул ҡарт ин­де, туҡ­һан­дың яр­тыһын тураҡлаған, әле тотош быу­ы­ндары ҡатып түш­әк­тә хәр­ә­кәт­һеҙ  ята. Йә­не лә инә­ле-сығалы, һөйләгән хәбәренең дә рәте юҡ, һаман шул үт­кән быу­аттың ут­о­пик идея­ларына, ҡиммәттәренә табына. Аҡылға еңеләйгән, ти­ер­гә лә мөм­кин. Бы­на ға­иләм менән таныштығыҙ ҙа. Алдан уҡ иҫкәртәм, ҡурҡыу кә­рәк­мәй, беҙ – юғары интеллигенция вәкилдәре, тәрбиәле кешеләр. - Ир йөнтәҫ беләге буйлап үр­мәләгән бөжәкте бер килке күҙәтте лә уны усы менән шапылдатып һуғып иҙгәс әйткәндәрен ялғаны. - Әйткәндәй, һеҙ беҙҙең өсөн зыянһыҙ кеше, как эта раздавленная божья коровка. Ҡа­й­ҙан, ни сәбәп менән килеүегеҙ, ғөмүмән шәх-си тор­мо­ш­о­ғоҙ мине бө­т­өн­ләй ҡыҙыҡ­һын­дыр­май, әммә тәҡдимем бар. Дөрөҫөр-әге һеҙгә эш таба һәм тәҡ­дим итә алам!

       Дилемма тыңлағанын белдереп турайҙы.

            – Эш шунан ғибәрәт - ауырыу әсәйемде бағыу, өйҙө йыйыштырыу. Ошонда йәшәрһегеҙ. - Эт аҙбары йәнәшәһендәге тимер ишекле, ике тәҙрәле кирбес йортҡа төрт­тө. - Унда яҡты, йылы, таҙа. Стена аша әле һине эйәртеп йөрөгән хеҙ­­мәтсемдең бү­л­мә­һе.Ҡамасауламаҫ, уның ауыҙынан артыҡ бер һүҙ тартып алырмын тимә. Тәү ҡарашҡа телһеҙ ҙә һаңғрау ҙа һымаҡ. Уның ҡарауы бу­рыс-тарын еренә еткереп үтәй, тоғро эттән артыҡ булмаһа кәм түгел. Эш хаҡына ки­л­гәндә ҡый­ыр­­һы­тыл­маҫ­һың. Уны бер ай алдан биреп ҡуя алам. - Ир пинжәгенең түш кеҫәһенән порт­монет сығарып унан мең һум­лыҡ евро алып өҫтәл ситенә һалды. - Бе­леп ҡуй, ун­дай аҡсаны бер ай эсендә бер ге­нә уҡытыусы ла, медик та,  инженер ҙа эшләп таба ал­май. Ә мин һиңә уны ай һайын, һуңлатмай, мәлендә тү-ләйәсәкмен.

            – Мин риза! - Дилемма ир баш тартып ҡуймаһын, тигәндәй ҡабаланды. - Бө­г­ө­н­дән.

       Ир мәғәнәле  көлөмһөрәп текәлде:

            – Үтәйәсәк бурыстарҙы атап бөтөрмәнем дә бит әле, ә һин…

       «Туҡта, нимәгә кинәйәләй был ҡарт алаша? Ә-ә-ә, аңлашылды…»

            – Я не буду вашей любовницей! - Дилемма ҡырт боролоп китергә йыйынды. - Нет, еще раз нет!

            – Ха-ха-ха! - Ир ҡайҡайып, айға өргән эткә оҡшатып лауылдап кө­л­өп ебәрҙе.

       Көлөп туйғас кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө:

            – Һөйәркә тиһеңме? - Ул яңылыш ишетмәнемме, тигәндәй ҡабатлап һо­раны ла йөҙөн етдиләндерҙе. - Үкенескә ҡаршы һөйәркәләр һөйөргә йәш үтең­ке­рәп ҡал­­ған. Улар кәрәккән хәлдә лә ишаралайым ғына, хәҙер өйөрө менән килеп тула­саҡ­тар. Ошо аҡсаны күрһәтәйем генә, минең тотош кәүҙәмде яларға әҙер улар!

– Улайһа ниндәй эш бирмәксеһегеҙ?

– Һиҙәм, һин ғорур зат, үҙ баһаңды беләһең. Шуға был ҡалала шөғөл таба алмай, баш­ың­ды юғары тотоп ҡайтып китергә генә ҡа­ла.

       Дилемма иларға етешеп йөҙөн боҙҙо:

            – Кире ҡайтырлыҡ та аҡсам ҡалманы.

            – Ҡайһылай итәйем, бер нисек тә ярҙам ҡулы һуҙа алмайым. Кеҫәмдән аҡса сы­ға­рып өләшеп ултырырға, мин бит меценат та, хәйриә  ойошмаһы ла түгел.

            – Эшләргә ризамын. Әйтегеҙ.

            – Бурыстарыңды белмәй тороп тамы?

            – Эйе. Һөйәркә булыуҙан тыш барыһын ла

            – Бына был икенсе яуап. Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә бар тереклекте хәрәкәткә кил­­терер бер генә ҡөҙрәтле көс бар. Ул - аҡса!  Шул аҡса өсөн бөтәһен эшләргә әҙер­ҙәр, хатта бер-береһен һуйыуға ҡәҙәр барып етәләр. Сөнки әҙәмдең булмышы йырт­ҡыс, шуны белеп ҡуй, ул - тоҡомһоҙ зат. Эттең тоҡомо бар, ә кешенеке? Тоҡ-омло эт­тәр­ҙе таҙа нәҫел ҡалдырһындар өсөн ентекләп тикшереп ҡауыш-тыралар. Ә аҙғын әҙәм ба­л­а­һы был хаҡта уйларға ла теләмәй. Ҡан ҡатнашып бөттө, бер милләтте икен­се­һе­нән айырырмын тимә. Шуға ла ми­ңә кешегә ҡарағанда эт яҡы-ныраҡ, эт ҡәҙер­лер­әк! Үҙе­м­сә йәшәйем, тинем. Ҡыҙыҡһыныуым, йәғни  мине тот-ошлайы менән арбаған арбаған хобби - эт­тәр үрсетеү, ул­а­р­ҙан яңы тоҡомдар ал-ыу. Ана ҡарағыҙ -  ғорурлыҡтарым! -Вольер яғына ымла­ны. - Мин эттәр донъя-һында үҙ кеше, биләгән урыным, баһам бар.  - Ир нишләптер “эт­­тәр донъяһына” баҫым яһаны. - Беҙ даими аралашабыҙ, тәж­ри­бә­беҙ менән ур­таҡлашабыҙ. Элек-электән ҡан ҡойоу, тамаша ҡылып йән алыу йо­лаһы йә­шәй. Бо­ронғо Римда глад­иаторҙар һуғышын сәнғәт бейеклектәренә күтәр­гән­дәр, уны ҡарарға ер аяғы, ер башынан меңәрләп халыҡ йыйылған, Испаниялағы корриданы ғына алып ҡара, иҫ китмәле драма, юҡ, трагедия! Тореадорҙың ҡыҙыл сепрәгенә ташланған үг­еҙ­ҙе күргәнегеҙ барҙыр? О-о-о, ниндәйерәк ҡабатланмаҫ тамаша! Ярһыуҙан ҡот­о­р­ған, бар донъяны мөгөҙөнә элергә әҙер үгеҙҙең елкәһенә һөңгө ҡаҙала! Берәү, икәү, өсәү… Бисара хайуан хәлһеҙләнеп еңеүсенең алдына теҙләнә башта, шунан гөрһөлдәп туҙ­ан­лы ергә ауа… Ал ҡан йылға булып аға… Ә бит етеҙ, йылғыр, тореадорҙың да ошо хәлдә ҡалыуы бик мөмкин бит? Ләкин нисек кенә булһа ла ул был хәүефле тамашала ҡатнашырға әҙер, сөнки уға аҡса кәрәк, был килем ҡоло ла аҡсаға табына, аҡса хаҡына үлем менән уйнай, шаяра… Шекспирҙың трагедия-лары бөгөнгө көндә бер кемгә лә кәрәк түгел, ҡанлы, үлемесле алыштар күпкә мауыҡтырғысыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ… Ҡандың һарҡыуын күреү, тереклектең һү-нә барған ҡарашын күҙләү ҡабатланмаҫ тамаша! - Шул мәлде күҙ алдына килтергән ир тамшанып ҡуйҙы. - Эттәр тал­а­ш­т­ы­р­ыу традицияһы ла бар. Дөрөҫ, ул ун ту­ғыҙынсы быуатта уҡ күп илдәрҙә закон тара­ф­ы­нан тыйылған. Әммә беҙҙә йәшәй, уларҙы еренә еткереп ойошторабыҙ, юғары ки­м­ә­лдә үткәрәбеҙ. Кем күрә лә, кем белә!  Милицияның башы икен­се­рәк пробле­ма­лар ме­н­ән ҡатҡан: кеше үлтереү, наркома­н­ия, эскеселек, үҫмерҙәр араһында ен­ә­й­әт­селек сәскә ата бөгөн. Ошолар мен­ән сағыш­тыр­ғанда эт талаштырыу - балалар уй­ы­ны һымаҡ ҡына ҡабул ителә. Шуға беҙҙә эш­тә­ре лә юҡ. Ошо тамашанан мин әллә күпме аҡса эшләйем. Ундай аҡса тураһында һин хыялланырға ла ҡурҡаһың. Ә беҙ уны валю-та иҫәбенән көрәп алабыҙ, бер кистә кеҫәгә һалабыҙ. Аллаға шөкөр тәр­би­ә­ләнеү-селәрем бик һирәк еңелә, сөнки, тимер мускуллы, аллигатор томшоҡло, йы­р­т­ҡыс булмышлы, яугир рухлы эттәр бары миндә генә. Башҡа бер кемдә лә түгел! - Ир ба­т­ы­р­л­ы­ҡтарына маҡ­та­н­ған һуғышсылай маһ­ай­ып башын юғары сөйөп ебәрҙе.

       Әле һин инешләй анау этте күрҙең бит әле. Ул бультерьер. Бультерьерҙың асы­л­ын беләһеңме? Уның тәнендә бульдог һәм терьер ҡаны йүгерә. Ул­ар торғаны менән ин­теллигенттар, ғәҙелдәр, тоғролар, үҙһүҙлеләр, аҡыллылар, хә­р­ә­кәт­­сән-дәр! Бульте­рьер­ға бағышланған шиғырҙы һөйләйемме? Йәшермәйем, бөйөк шағирҙарҙың бер шиғ­ы­р­ын да яттан белмәйем, ә был юлдар онотолмаҫлыҡ булып хәтеремә уйыл­ған­дар. Кит­ап уҡырға яратманым, һәм яратмайым. Шулай ҙа мәктәп эскәмйә­һе­нән үҙ ит­кән об­ра­з­ым - Гогольдең “Үле йәндәр”ендәге Ноздрев. Шул Ноздрев бисәләрҙе түгел эттәрҙе иркәләп көн итә бит… Берүк ғәфү, ситләш-еңкерәп кит­тем. Ты­­ң­ла! - Ир тороп аяҡ­та­р­ын кирә баҫты ла илһамланып ҡоласын йәйеп ебәрҙе:

 

                                       Бультерьер - покатый профиль,

                                       Красоты - необычайный

                                       Ласки он наверно просит

                                       Взглядом красным и печальным

 

                                        Вида ты его не бойся

                                        Подойди, погладь за ухом.

                                        Тут же завиляет хвостик

                                        И тебе он станет другом.

 

                                        Он ранимый - он не «крыса»

                                        Оскорблений не выносит.

                                        Он хоть белый, не пушистый

                                        Но в душе пушистей кошки.

 

       Нисек шәп яңғырай, ә? Тот та ошо шиғырға эт хаҡында моңло йыр, юҡ, марш йә ор­атория яҙ! - Ситтәге эт ояһына ымланы. - Мин был этте башҡаларҙан айы-рып тот­ам, аристократтар нәҫеле ситлек эсендә түгел, иректә йәшәргә тейеш! Тағы әтнәкә шу­н­да, был кәнтәйҙең ише бар ине. Бик көслө, йыртҡыс фиғелле терь-ер. Башҡаларҙы ая­май йолҡҡослап ырғыта, ә үҙ кәнтәйенә наҙлы, мәрхәмәтле. Ысын рыцарь! Шул  Пи­­­рат ҡушаматлы  терьер яңыраҡ турнирҙа көтмәгәндә еңел-де бит! Быҙау ҙурлыҡ не­­­­м­­ец овчаркаһы абайламаҫтан алҡымынан алып өлгөрҙө лә ысҡындырмай быуып үлтерҙе. Овчарка, тинем, эттәр иерархияһындағы түбән ҡатлам йән эйәһе бит ул, ун­ың исеме лә «овец» һүҙенән алынған, йәғни һарыҡ көтөү өсөн тәғәйенләнгән нәмә. Әр­әм ит­те, ҡороғор, хәйерсе, минең аристократ-ты! Пираттың еңеүенә ышанып кассаға һалған миллиондан ашыу аҡсам теге овчарка хужаһының кеҫәһенә төшөп ятты. Аҡса нимә генә, бөгөн - бар, иртәгә юҡ, этем йәл. Шул мәлдән алып ошо кәнтәй эсенә бик­лән­де, ирәбелеген юғалтты, миңә һаҡ, шиксел ҡарай. Үс һаҡлаған төҫлө лә кү­р­е­нә. Буль­т­ерьер­ҙың бер насар ғәҙәте бар, хыянатты онотмай, иртәме-һуңмы ҡон ҡайт­а­рыусан. - Үҙ алдына һөйләнеп ҡуй­ҙы. - Хыянатты эттең эте онотмай. Кеше ниш­ләп­тер кисерә, ғәфү итә. Бына минең малай, мәҫәлән, аҡса эшләйем, тип өйгә ҡайтып ин­гәне юҡ, кемгәлер ышанып ҡатынын ҡал­дыр­ған. Шул аҡсаны бындағы йөрөмтәл бисәһе туҙҙыра, туҙҙырып ҡына ҡалмай, ғаиләле була тороп, әсәлеген онотоп, ас­ыҡ­тан-асыҡ эргә-һендә бөтөрөлгән бисәкәй ирҙәр менән уйнаш итә. Ә минең малай бер ҡат­лы, ыш­ан­ыусан. Ул ҡайтып төшһөн әле, бындағы һеперткеһе уны фәрештә фиғеле менән ҡар­шы аласаҡ. Күр ҙә тор. Ошонан аҙаҡ ышан инде ҡатын-ҡыҙға! – Ҡаты итеп һү­ген­­­­де лә сигарет сығарып тоҡан­дыр­ҙы, тәрән һурып тарта башланы, бер аҙҙан тын­ыс­ланды ши­­келле йөҙөнә һаран йылмайыу сығарҙы - Әммә был эттең үсле текәлеүенән тамсы ла ҡурҡ­майым. Нимә эшләй ала ул ?! Мин уның хужаһы, ашатам-эсерәм, аҫ­ы­р­­айым.                                         

    Маҡтаулы ошо кәнтәй ике көн элек донъяға дүрт көсөк килтергәйне. Тик бәлә шун­да эт көсөктәрен имеҙә алмай. Имсәктәрендә тамсы ла һөт юҡ. Әллә теге ҡай­ғы­һы­­­­нан һуң һөтө ҡасып имсәктәре ҡорономо - белмәҫһең. Заман ахырыһы етһә ҡатын-ҡыҙҙың күк­рә­ге­нән һөт ҡасыр, балалар аслыҡтан интегер тигәнде ишеткәнем бар ине. Кейектәрҙең кейектәре шул ҡазаға тарығас ыс­ын­лап та ахры-заман еткәндер. Ысынын әйткәндә, ахры­зам­ан­да йәшәйбеҙ, ҡиәмәт көнөн көтәһе генә ҡалды. Минең дә бер аҙ хатам бар­ҙыр, тим, һуғышсан тоҡом алам, тип селекция эштәрендә эттең әсәлек си­фат­та­р­ын һан­ға һуҡ­мағанмын. Көслө тештәр, уҡтай тырнаҡтар алыш өсөн яратылған, ә бына был кәнтәй яб­ай ғына шөғөлгә, көсөктәрен имеҙергә эшкинмәй. Бында бер көсөкләгән кәнтәй бар бар­л­ыҡ­ҡа, тик, ят­тарҙы ал­ыу ҡайҙа, яҡын да юлатмай. Ошонан аҙаҡ уларҙы аңһыҙ, тип әйт­еп ҡара ин­де. Бурыс­ың - шул көсөктәрҙе имеҙеү. Улар һинең менән бер бүл­мә­лә йәш­әй­­әсәк, асы­ғып аяҡ­та­рың аҫтында урала башлаһалар алаһың да имеҙәһең, ба­ры шул ғы­на.

  Дилемма көтөлмәгән тәҡдимгә шаңҡып ҡалды, яңылыш ишетмәнемме, тигәндәй ир­гә аптырап текәлде. Теге ни, иҫе лә китмәй, уны ашарҙай булып яуап көтөп та-шбыҡ күҙ­ҙә­рен секрәйтеп һөҙөп ҡарай. Нимә тип яуап бирергә? Баш тартһа эшһеҙ урамда то­­р­оп ҡа­ла, ризалашыр ине үҙ балаһынан баш тартып бында кил дә эт фиғелләнеп йән аҫы­ра инде. Ул көсөктәрҙе түгел үҙ сабыйын имеҙеп ҡараға-ны юҡ. Ниндәйерәк то­й­­­­ғо ки­с­е­рә икән бала имеҙгән әсә? Теге саҡ, балалар табыу йортонда йәнәш карау­ат­та ау­ыл­дан килгән ҡатын ятты. Уның сабыйын ҡабул итергә теләмәүен ишеткәс әр­ләмә­не лә өг­ө­т­ләмәне лә, әммә үҙ алдына һөйләнгә-ндәй әйтеп ҡуйғайны: “Күкрәк һөтө аша сабый әсәһе менән бәйлә­неш­кә инә. Был Йыһан кимәлендәге илаһи бәйләнеш. Уны өҙһәң һуңынан ауыр буласаҡ һеңлем, шуны онотма…”  Был бәй­ләнеш уға нимә алып килер? Уның бала имеҙгән әсәне һүрәт­лә­гән карти­на­лар­­ҙы күргәне бар. Ниндәй­ҙер йылылыҡ, яҡтылыҡ, бөркөлә һымаҡ улар­ҙан.  Әсәнең йө­ҙө эс­ке кисе­р­ештәрҙән ну­р­­ла­­нған, унан, эске наҙ­, ҡот бөркөлә төҫлө. Шул карти­на­лар эр­гә­һенән ки­тә алмай тор­ғаны бар. Ә бына ул үҙ бала­һы­нан баш тартты, хатта күр­ергә лә теләмәне. Юҡ, кү­­ргеһе килде уның, бик килде, тик үҙен еңер көс тапты. Күрһә, яҡынлатһа ары баш тарта алмаҫмын, тип ҡурҡты. Ә бит балаһы мөхәббәттән яра­л­ма­ғайны, ул бары алда­ныу, хаталаныу емеше ине… Хәҙер килеп имсәктәренә эт мор­оно ҡағы­лыр­мы? Ҡыр­ағай, баш­ҡа һыймаҫлыҡ, мөмкин булмаҫлыҡ хәл. Ни ҡы­л­ырға?

            – Йә, әйт һүҙеңде! Теләмәйһең икән, сараһыҙламайым. Яуа­бың­ды иртәгә иртән бирә алаһың. Тик көсөктәр ас, оҙаҡ көтә алмайым. Тағы эш эҙләү­се­ләр эт тубығынан, һин  баш тартһаң икенселәр бар. Мең евро урамда ятмай. Теләүсе табылыр.

       “Әгәр иртәгә тиклем ҡалдырһам берәйһе килеп ҡуйһа? Был теге ҡурсаҡ ҡатын ише һайланып тор­мая­саҡ­, көсөктәргә ниндәй һөт булһа ла барыбер. Мине бында кем күрә лә кем белә. Ваҡыт­лыса, бер аҙ аҡса эшләгәнсе, йүнле урын тап-ҡансы ғына ҡа­лып торормон да китермен.”

            – Риза…- Язаға хөкөм ителеп яҙмышына күнгән бисара тотҡондай шулай тине лә башын эйҙе.

            – Килештек! Хәҙер торлағыңа инәйек, беренсе имеҙгәнеңде ҡарап инанырға тейешмен, көсөктәр һине ҡабул итерҙәрме әллә юҡмы.

            – Мин үҙем. Зинһар… - Түштәрен тәү осраған ир алдында яланғасландырыуын күҙ алдына килтергән Дилемма иҫен йыйып өлгөрөп, сәбәләнеп ҡулдарын болғаны. - Нисек тә ҡа­бул итер­ҙәр. Өйрәтермен…  

            – Әйҙә-әйҙә, атла, һин ялланғанһың, мин аҡса түләп яллағанмын. Бесәй сысҡан уйнамайыҡ. Бөтәһен дә үҙ күҙҙәрем менән күрергә тейешмен.

Тамаҡ төбө менән әйтелгән һүҙҙәргә буйһондо Дилемма, буйһонмай ни генә ҡыл­һын?!

  Инделәр. Бүлмә тар ғына: карауат, ишек төбөндәге һыуытҡыс, түр яҡтағы бәлә-кәй те­левизор, өҫтәл, ике ултырғыс саҡ һыйған. Бүлмәгә тын алғыһыҙ булып эт еҫе тул­ған.

       Улар инеү менән карауат аҫтынан аҡһыл һоро йомарсыҡтар тәгәрәшеп килеп сыҡтылар ҙа ирҙең аяҡтарына һырылып балаҡтарын төрткөләргә тотондолар.

            – Нишләй йәнкиҫәктәр! Асыҡтығыҙмы? Хәҙер туйғансы һыйланырһығыҙ, һеҙҙе ҡайғыртып имеҙеүсе ялланым. - Иҙән уртаһында аяҡтарын кирә баҫып бөйөрҙәренә та­янған ир Дилеммаға хужаларса күрһәтмәһен бирҙе. - Блузкаңды сис тә ултырғысҡа ул­тыр…Ҡайһы ҡатындың бюстгальтер аша имеҙгәнен күргәнең бар… Уны ла һал!

  Дилемма кейемдәренән ҡотолдо ла ҡулдары менән түштәрен йәшереп боҫорма­ла­ны.

        Ымһындырғыс нәфис, һөттәргә тулышҡанлыҡтан тығыҙ булып өҫ яҡҡа ҡарай ты­р­пай­ған имсәктәрҙе күргән  ирҙең күҙҙәрендә ҡырағай осҡондар бейене, ул һалпыш ир­ен­дәрен сәпелдәтеп тамшанды, мауыҡтырғыс күренештән арына алмай ыуаланып ур­ынында тапанды. Хатта ҡайһылыр мәл яңы һауған һөт еҫен тойомлап сабырлығын юғалтҡан быҙау ише танауын юғарыға сөйөп еҫкәнгәндәй ҙә итте.  Ниһайәт теләр-те­л­ә­­­­мәҫ кенә ысынбарлыҡҡа ҡайтып хәлһеҙ шыбырҙаны:

            – Хәҙер ике ҡулыңа ике көсөктө ал да түшеңә терә… Бына шулай… Тө­ш­өн­мә­не­­ләр шикелле, ҡана бир әле. - Ул сыйылдатып көсөктәрҙең берәүһен алып ауыҙын шаҡарҙы ла Ди­лем­маның имсәк осон ыржайған тешле талымһыҙ ауыҙға тыҡты. - Ҡа­ра, имә лә баһа, имеү генә түгел, рәхәтләнә, кинәнә… - Ир тамашаны аҙағынаса кү­р­ергә теләп ултырғыс тартып Дилемманың алдына сүкте. Бер аҙҙан оло кинәнес ме­н­ән икенсе имсәкте остай һалып сираттағы көсөккә ҡаптырҙы.

       Ас көсөктәр талпандай ҡаҙалып уның имсәктәрен генә түгел, йәнен, көсөн, ҡарыу­ын, йәненең төбөндә йәшеренеп ҡалған кешелек сифаттарын да һу­ра­лар төҫлө. Бына икәүһен имеҙҙе, уларҙы сираттағылары алмаштыр­ҙы. Бы­л­а­­ры тағы ла бәйелһеҙерәк ҡыланалар. Уны ҡапыл үҙе лә аңлата алмаҫлыҡ хайуани хис биләне, әйтерһең дә эттәрҙең булмышы тәненә күсә бара, күсә бара, күсеү генә түг­ел ҡатын-ҡыҙ булмышы кәнтәй эт тойғоһо менән аяуһыҙ ҡыҫырыҡлана… Ул ырылдауға тартым ың­ҡыл­дауын эскә йотоп башын эйҙе, сикәләрен ҡайнар күҙ йәштәре бешерҙе.

       Дилемманың көсөктәр имеҙеүҙән тыш көндәлек бурыстары артыҡ ҡатмарлы түгел, былай ҙа ялтлап торған коттедж бүлмәләрен тәртипкә килтерә, икенсе ҡаттағы бәләкәй бүлмәлә тар карауатта һенағастай ҡатып ятҡан ҡарсыҡтың эске күлдәген, түшәген ике көнгә бер алмаштыра. Ҡалған ваҡытыңды теләһә нимә эшлә, бер кем һине бор­со­май, тик бер генә шарт - өйҙө хужаның рөхсәтенән тыш ҡалдырырға тейеш түгелһең, сөнки көсөктәр теләһә ҡайһы ваҡыт имсәк таптыр-ыуҙары ихтимал. Иң ауыр, йәненә тейгән, язаға тиң шөғөл - шул асмәйелдәрҙе имеҙеү. Хужаның килеп инеп тартын­ыу­һыҙ күҙәтеүе бигерәк түбәнһетә. Шул мәлдә Дилемма үҙен ошо көсөктәрҙе тыуҙырған кәнтәй хәлендә тоя. Ҡайтып ҡына китер ине, ул бында ҡул аяғы менән бәйле, йәшәр, тамаҡлыҡ аҡса эшләр урыны ошо. Урамда тороп ҡала алмай бит. Тағы шул саҡлы аҡ­саны уға кем тотторһон? Теге алғанының ҡап яртыһын бер нисә көн үткәс  почта аша оләсәһенә һалды, мәгәр, шатлыҡ, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисермәне. Аҡсаларҙан эт еҫе килгән һымаҡ тойолдо уға.

    Хужаның улы ҡайтып күренгәне юҡ әлегә, ә бына йәш ҡатын, күңеленән уны ак­триса, тип атаны, теге бәйнәт ҡар­сыҡ Дилемманы шыпа тиңһенмәйҙәр һымаҡ, тү­б­­ә­н­­һетеп ҡарайҙар төҫлө. Актриса күп ваҡыт уны күрмәмеш булып ҡылана, ә бына ҡа­р­­сыҡ тәү баштан ҡырыҫ, уҫал мөғәмәләлә. Актрисаның һауаланыуын аңларға мөм­кин, сө­н­ки те­­л­евизорҙан уны бик йыш күрһәтәләр, даны бар, бик популяр. Ҡар­сыҡ кем һуң: йоҡа, таралып барған һалам сәсле, ҡаҡлаған, кипкән тәнле, үлек йөҙлө бер шәү­лә, ҡа­р­асҡы инде шунда. Бары мөсһөҙ тәнендә йән барлығын раҫлап күҙҙәре генә тере ҡуҙ­ҙай көйрәп яналар. Тәүге көндәрҙә өҫтөн, түшәкте алыштырғанда ауыртыуҙан йөҙ­өн ға­заплы сирһа ла зарланыу өнөн сығарманы. Әллә телдән ҡалғанмы был, тигән уйы ны­ғынып та өлгөрмәне, ике аҙна тигәндә был ап-асыҡ итеп һораны, “Һин ҡай­ҙан?” Яу­­­апты ишеткәс әсе ҡапҡандай йоҡа иренле ауыҙын бөр­өш­төр­ҙө: “Ер аяғы, ер башынан килгәнһең икән. Нимәңде юғалттың бында?” Сәйер, нисәнсе көн уны баға, ә ул мә­­ғ­ә­нә­һеҙ һорауын бирә. Хужа хаҡ­лы­лыр, был ысынлап та склероз, ҡартлыҡ ма­р­азы* менән яфала­налыр. Тағы ла бер аҙнанан ҡарсыҡтың аҡылының теүәллегенә ин­анды, тумбочка өҫтөнә емеш һутын ҡуй­ып сығырға ғына йыйынғайны, итәғәтле та­у­ыш туҡтатты:

            – Ултыр әле, балам? - Үҙ итеп, яҡын итеп әйтте

       Уға оләсәһе шулай яратып өндәшә ине. Көтөлмәгән тәҡдимде нисек ҡабул итергә лә белмәй аптыранып тора ине үтенес ҡабатланды:

            – Көсөктәрҙе имеҙергә өлгөрөрһөң, бер аҙ янымда булып, яңғыҙлығымдан арындырып сыҡ. - Тимәк ҡарсыҡ уның икенсе шөғөлө хаҡында ла хәбәрҙар.

       Дилемма әйткәнде һүҙһеҙ үтәне.

            – Аҡылдан яҙған әбей, уның бытылдауын тыңлама, тигәндәрҙер инде һиңә ми­нең хаҡта, шулаймы? Әйтмәһәң дә беләм, шулай тигәндәр.  Бөгөн аҡыллы-ларҙы һан­­­тый­­ға иҫәпләр заман килде шул. Донъяла кешеләргә йәшәр өсөн ышыҡ урын ҡалмай бара, уны аҡса, бай­лыҡ ҡыҫ­ыр­ыҡлай. Аҡса хаҡимлыҡ иткән ер-ҙән ғәҙеллек, хаҡиҡәт, бер-береңә булған әҙәмсә мөнәсәбәт ҡаса… Мин элек уҡы­тыусы инем.

            – Мин дә уҡытыусы. Институт бөтөрҙөм.

            – Уҡытыусы, тиһеңме? Ышанғым килмәй! Һине кем уҡытҡандыр ҙа, унан ни­ндәй һабаҡ алып сыҡҡанһыңдыр. ;әжәп… Хәйер, кешенең эт хәлендә йәшәүенә ул ғы­на ғәйепле түгел, уны уратҡан мөхит, йәмғиәт ғәйепле. Ә хәҙергә сыҡ, мин арыным…

            – Бәлки һеҙгә берәй нимә кәрәктер?

            – Кәрәкмәй. Бер кемде лә күргем, бер кем менән дә аралашҡым килмәй, бары шул ғына. - Шунан ҡысҡырып әйтелмәгән, күңеленә тынғылыҡ бирмәгән уйын ас­ыҡ­тан-асыҡ йомғаҡланы булыр - Иң ауыр, дауалап булмаҫлыҡ сир - төңө-лөү һәм яң­ғыҙ­лыҡ, тип атала. Бар сыҡ!

     Иртән көсөктәрҙе имеҙҙе лә төп өйҙө йыйыштырырға, тип ишек алдына сыҡ­ҡайны һуҡ­маҡта арҡыры ятҡан Белканы тап итте. Эт ҡымшанмай ҙа, күмерҙәй ҡара күҙ­ҙәрен баҙлатып уға төбәлгән. Яҡынлағас өнһөҙ генә осло аҙау тештәрен ыржайтып күр­һәт­те. Дилемма ҡурҡып артҡа сигенде, ярҙам өмөт итеп ян-яғына ҡаранды һәм бе­сед­ка­нан алыҫ түгел ошо хәлде ҡыҙыҡһынып күҙәткән хеҙмәтсене күрҙе. Ул да һө­ж­үм итергә йыйынып уҡталған бурҙайға оҡшаған. Бына был икәү дәррәү ташланырҙар ҙа уны өҙгөсләп, йолҡҡослап ырғытырҙар. Бер аҙҙан хеҙмәт-се битлек йөҙөн тартыш­ты­рып үсле йылмайғандай итте лә кәүҙә­һе­нә тап килмә-гән нәҙек тауыш менән киҫәтте: «Бы­н­ан ары эттән берүк йы­­рағыраҡ йөрөр­гә тыр­ы­ш, ни тиһәң дә ул һинең көндәшең, шуға аңғармаҫтан ҡонон ҡайтарыуы бар, көсөктәрҙе имеҙеүеңде күр­мәһә лә тәнеңдән улар­ҙың еҫен той­ом­лай­ҙыр…» Дил-емма аҫҡы ирендәрен ауырттыр­ған­сы тешләне, әм­мә бер һүҙ ҙә өндәш­мә­не.

       Кис еткәс бүлмәһенә бикләнде лә тәҙрә ҡорғанын тартҡандан һуң сисенеп та-шлап  ҙур кәритәгә алдан әҙерләп ҡуйған йылымыс һыуҙа йыуынды, тәнен ауырт-тырғансы һа­бынлы йыуғыс менән ышҡыны. Йыуынып бөткәс ентекләп тик-шерергә кереште - беләктәрен, яурынбаштарын, кейгән кейемдәрен берәмтәләп еҫкәп сыҡты. Ят еҫте тап­маны. Хәйер, бында тәү тапҡыр ингәнендә эт еҫе танауын ярып алып бара ине, хәҙер уны тоймай ҙа, тимәк әҙәм балаһы эшләгән эшенә генә түгел, эргә-тирәһендәге еҫкә лә күнегә бара… Теге ҡарсыҡ менән актриса бәлки шуның өсөн уны яҡынлатмай­ҙарҙыр? Дилемма инәнән тыума ялан­ғас көйө башта диванға бөршәйеп ултырҙы, шунан хәлһеҙләнгәндәй иҙәнгә шыуып төштө. Шуны ғына көт­кән көсөктәр карауат аҫтынан тумарлап килеп сыҡ­тылар ҙа янында уралғылай башланылар, еүеш морондары менән тәненә ҡағылалар, аяҡтарына үрмәләп менеп түштәренә үре­лә­ләр хатта. Йөрәген әрнеүле уй ярҙы: “Ысын кән-тәйгә әүерелдем ниһайәт…”

  Һуңғы осорҙа көнитмеше бер аҙ яйға һалынды һымаҡ, сөнки уны кәрәккән-кә­рәк­мә­гәндә борсоусы юҡ, хужа аҙна самаһы айыҡмайынса эсә. Бүлмәһенә биклән-гән дә их­а­таға сығ­ып та әйләнмәй. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа күҙгә салынған мәлдәрҙә лә тан­ыр­лыҡ түгел үҙен: сәстәр сыбыҡланып ял­быр­а­ған, быжыр йөҙ, итләс танау шешенгән, бы­лай ҙа ҡыҙғылт, ҡан һауған күҙҙәр донъяға аҡыл­дан яҙған кешеләй мәғәнәһеҙ ҡар­ай­ҙар. Иҫерткес эсемлектәрҙе уға хеҙмәтсеһе ташый. Тәүге осорҙа ул һирәк йөрөй ине магаз­ин­­ға, хәҙер йүгермәләүе йы­ш­айғандан-йышая, хатта ҡа-йһы ваҡыт машинаһын тоҡ­ан­дырып төн урта­һын­да сы­ғып китә. Өйәнәге көрс-өккә терәлә бара, тимәк.  

       Актрисаны таң менән ниндәйҙер иномарка килеп ала ла ул кискә ҡәҙәр ҡай-ҙалыр юғалып тора. Төн уртаһы ауғас ҡына теге машина коттедж ҡапҡаһы ауыҙ-ына килеп тө­ртөлә. Шулай булғас башҡа маҙа­һы­ҙ­­лаусы юҡ. Ҡарсыҡ донъяға ҡар-ауыл була ал­май, уның донъяһы тар таш ҡап­­сыҡ менән сикләнгән. Ә теге хеҙмәтсе ир иҫәпкә бар һанға юҡ, ихатала тауыш-тын­һыҙ ҡыймылдаған шәүлә инде. Йорт-тоң икенсе ҡатына тағы ла берәү күсенеп килде, ул - теге, актрисаның балаһын имеҙеүсе, ҙур кәүҙәле, тирмәндәй осалы, түштәре күлдәген йыртырҙай булып бытлыҡҡан утыҙ биш йәштәр самаһындағы ҡатын. Ул тәү ос­раш­ҡандан уҡ уға оҡ-шаманы; башҡаларға түбәнһетеп мыҫ­ҡыллап ҡарай, өҙ­лөк­­һөҙ тәмә­ке быҫ­ҡыта, өҫтәүенә фиғел-торошонан нин­дәйҙер күҙгә бәрелеп барма­ған эске әрпешлек аң-ҡый. Ҡатын баланы арлы-бирле имеҙә лә үҙ­енә тәғәйенләнгән бүл­мәгә инеп кара­уат­ында аунай, йә булмаһа көндәр буйы көҙгө ал­ды­нан китмәй биҙәнә-төҙәнә. Бүлмәһен йыйыш­тырыу хаҡында уйлап та ҡарамай, уны икенсе берәү­ҙең бурысы итеп ҡарай. Тәғәйен эшкә яллағандар икән, шуны ғына үтәй, башҡаһы уға ҡағыл-май. Исмаһам ҡулына гәзит-журнал, йә берәй китап алып ҡа­р­аш­тыр­һа­сы. Буш ваҡыт­ын телевизор ҡарап үткәрә, үҙе ише көндәр буйы түшәктә ау­на­ған,  йорт төҙө­йөм, тип аҙапланған бул­ып көндәр буйы хәбәр бутҡаһы бешергән йый­ын әт-рә­гәләм­дәрҙе күҙәтә, уларға телефоны аша СМС-сәләмдәр оҙата. Бар белгәне шул.

   Коттедждың коридорына инеп иҙәнде йыуа ғына башлағайны, бала мыжырға то­т­ондо. Бер аҙҙан мыжыу илауға ялғанды. Теге ҡатын сығып күренергә лә уйла-май, мо­ғ­айын төнө буйы яратҡан тапшырыуын ҡараған да әле йоҡо һимертәлер. Бала яр­һы­ғандан ярһый бара. Нимә эшләргә? Һыулы биҙрәһен, сепрәк берке-телгән һаплы ҡу­л­а­й­­ламаһын бер ситкә ҡуй­ҙы ла ары ни ҡылырға белмәй урын-ында тапанды. Әллә әүрәтеп ҡарарғамы? Теге  йыбытҡыға инеп әйтһә лә ул ҡымғырлап сыҡҡансы әллә күп­­ме ваҡыт үтер. Шул мәл уның уйын ҡеүәт­лә­гәндәй ҡарсыҡтың бүлмәһенән өҙ­ә­л­ә­н­гән ҡысҡырыу ишетелде:

            – Һеҙҙең эсегеҙҙә йәнегеҙ бармы, тынысландырығыҙ шуны!

       Дилемма һаҡ ҡына бүлмә ишеген асып инде, бәүелтмәле карауатҡа яҡын-ланы. Ба­­­ла күҙҙәрен йомоп, тешһеҙ ауыҙын ҙур асып аҡыра ғына. Ипле генә үрелеп уны ҡу­л­­ы­на алды. Бала бер мәлгә генә һағайып ҡалды ла ары теләгәнен ал-мағас яр һала би­р­ҙе, бәүелтеүгә генә бөрхәтһенмәй. Нимәлер урларға йыйын­ғандай ян-яғына ҡарап ал­­ды, ҡабаланып күлдәк иҙеүен ысҡындырғас имсәген ба-ланың ауыҙына ҡаптырҙы. Ба­ла ҡомһоҙланып имергә тотондо. Уның тәненән ошо-ға тиклем кисермәгән илаһи ләз­зәт йүгереп үтте лә тотош тәнен ялманы. Әйтер-һең уның кәүҙәһе тотошлайы менән уймаҡтай, йы­лымыс сөңгөлгә сумған да илаһи бишектә бәүелә... Бына нисегерәк икән ул бала имеҙеү! Ошоғаса татып ҡарамаған ләззәтле Хоҙай бүләге! Күҙҙәрен йомдо ла биниһая ваҡыт шулай бәү­елеп, онотолоп торҙо. Көтөлмәгән, ҡырағай тауыш һиҫ­кән­дереп ебәр­ҙе:

            – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?!

       Ҡайырылды һәм юғалды ла ҡалды, ишек ауыҙында баланың әсәһе тора ине. Был ваҡытта ҡайтмай торғайны ла баһа. Актриса ҡойондай өйөрөлөп килде лә балаһын тартып алды, күкрәгенә ҡыҫты, уҡтай тырпайған, яһалма керпектәрен сәнсеп, матур күҙҙәрен зәһәрләндереп уҫал ыҫылданы:

            – Бар сыҡ, нишләп бында индең, бурысың бит көсөктәр бағыу. Бүлмәне һаҫыт­ма, һинән эт еҫе килә! Бысраҡ еленеңде балаға ҡап­тырҙыңмы, шаҡшы! Вон!

       Бындай уҡ мыҫҡыллауҙы көтмәгәйне, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе, тәнен өш-өгәндәгеләй ҡалтырау ҡалсылдатты. Ҡайтарып уҫал яуаплар ине, көнө көнлөктә, йәнә өҫ­т­әүенә теле аңҡауына йә­беш­кән. Ул һеңгәҙәүен көскә еңеп ишек яғына тән­те­рәк­ләне лә коридорға сыҡҡас быуын­һыҙланып иҙәнгә сүкте. Күпме шулай ҡыял­ған­дыр,  кү­р­еп-күҙәтеп торған, тиерһең, ҡырыҫ ҡарсыҡ тауышы уны үҙенә саҡырҙы:

            – Һиңә әйтәм, кер бында!

       Инде лә көскә ҡыймылдап түргә үтте, карауат ҡырына һаҡты, йөҙөн ҡушусланы. Оҙаҡ ултырҙы онотолоп. Ҡарсыҡ та таш һындай һуҙылған, әйтерһең инеүсене абай­ла­маған да. Бер аҙҙан ул үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтте:

            – Хоҙай Тәғәләнән ҡурҡыу бөттө хәҙер, кешене йәберләү бер ни тормай, хатта го­наһҡа ла иҫәпләнмәй. - Ул көн дә әйткән «арыным»һүҙен ҡабатланы ла йөҙөндә хәс­рәт сағылдырып баяғы ҡырыҫлығында һораны:

            – Теге һепертке кәнтәйҙән ҡыуылып сыҡтыңмы?

            – Эйе… Һеҙҙең киленегеҙҙән…

            – Беләһеңме, өйҙө ни өсөн ташлап китәләр? - Көтә бирҙе лә үҙе яуап бирҙе. - Ҡотһоҙлоҡтан биҙеп, һалҡындан ҡасып  китә  кеше…

            – Беҙҙең өй йылы ине. - Ҡабаланып бүлдерҙе Дилемма.

            – Ышанам… Ул саҡта һин үҙең йәнеңдәге һалҡынлыҡты йылытырға теләп ҡа­с­ҡанһың. Бына беҙҙең йортта ҡот юҡ, байлыҡ күп, һәм  уға мәғәнә һәм ырыҫ ҡу-н­маған. Һап-һау йөрөгән еренән өлкән киленем беҙҙе мәңгегә ташлап китте. Һәйбәт кеше ине ул, быныһын ихластан әйтәм. Ул яман шештән ауырып йығылғас минең ише япа-яңғыҙы ҡалды. Эргәһенә инеп сығыусы ла булманы шикелле, ятты шулай һуңғы көнөнә саҡлы тотонолоуы еткән әйберҙәй. Мин ярҙамлашыр инем, күреп тораһың, түшәккә ҡаҙаҡланғанмын. Улым шул эттәр талаштырыуҙан бушамай, йә даими эскелеккә һабыша. Ейәнем бизнес һылтауы менән ситтә аҙып йөрөй, бынау килен ишараты бәхетте ҡыҫыр ялтырауыҡтан эҙләй, кем етте шун-ың менән һөйрәлеп йөрөп уйнаш итә. Ба­ла­һы ла ана шул гөнаһ эҙемтәһе шик-елле…

            – Инәй, - Дилемма тәүге тапҡыр яҡын итеп мөрәжәғәт итте, - нимә ул бәхет?

            – Был донъяла кемгә лә кәрәк икәнһең, тимәк һин бәхетле кеше. Кәрәге ҡал­ма­ғандар китә был донъянан… Иҫке-моҫҡоно ла хәжәте ҡалмаһа сығарып ырғыталар… Кәрәкһеҙҙәр өсөн үлем дә бәхет иҫәпләнә, бына был әйткәнем үҙемә төбәлгән. Үткәндә ҡыуып сығарғаным өсөн кисер…

       Ҡарсыҡ төҫһөҙ күҙҙәрен түшәмгә терәп ята биргәс дауам итте:

– Хоҙай алмай бит йәнемде, рәхмәтле генә булыр ин­ем. Нимәләр генә күрмәнем үҙ ғүмеремдә, нимәләр генә кисермәнем. Ленинградтағы 400 көнгә һуҙ-ылған, милли­о­н­­лаған кешенең ғүмерен ҡыйған аслыҡтан тороп ҡал­дым, еңеү шатлы­ғы­нан ти­ле­ләй илереп ҡыуандым. Ғазап сикмәгән, ят ҡайғыны үҙене­келәй күреп йөрәге аша үт­кәр­мә­гән генә шатлыҡ-ҡыуаныстың ҡәҙерен, баһаһын бел­мәй. Был ерҙә бер быуат­ҡа яҡ­ын ғүмер һөрҙөм, миңә ҡалһа әллә нисә кешенең ғүмер­ен бер миңә генә биреп ҡуйғандар төҫлө. Аҡланым микән шул йәшәүемде, файҙа­һыҙға сарыф­ла­май тотондом ми­кән, өлө­ш­ө­мә төшкән көмөштө? Белмәйем. - Ҡарсыҡ арыны ши­кел­ле, теле көр­мә­лә төшкәс өн­д­ә­ш­­мәй ятты, ауырлыҡ менән үрелеп стакан­ға ми­нераль һыу сайпылтып ирендәрен сы­л­атты. Шунан һүрәнке ҡарашын теремек­лән­дер­ҙе. - Был ҡарсыҡтың улы кемгә оҡ­шап шулай ибәтәйһеҙ, ҡаты бәғерле икән, тип аптырай­һың­дыр бәлки. Урынлы уй­лай­һың. Ҡатылыҡ, ҡанһыҙлыҡ ҡайҙан килә тор­ған­дыр. Ми­ңә ҡалһа - ей­гән ри­зыҡ­тан. Был - шәхси фекерем. Хәләл күкрәк һөтөн им­еп үҫкән бала миһыр­бан­лы бул­ып үҫә. Ышан әйткәндәремә. Улым күкрәк һөтөмдө иммәне, тип әйтмәйем.  Ул, беҙ тел­әп, көт­өп алған ғәзизебеҙ булып донъяға килде. Әм­мә уның ҡанында  эт рухының ҡат­наш­маһы бар. Шуғалырмы ул кешеләргә ҡараған­да эттәргә яҡыныраҡ, эт үрсетә, эт ғәме, бурҙайҙар хәстәре менән йәшәй. Тик был мал йәнле тигән һүҙ түгел әле. Был баш­ҡа­са­раҡ…

     Ирем дә, үҙем дә Ленинградта тыуғанбыҙ, бер ишек алдында үҫтек, йәшлек йылда­­р­­­ыбыҙ шул данлы ҡалала үтте. Тыуған ҡаламды бер ҙә генә күргем килмәй. Бе­л­­ә­һеңме ни өсөн? Заманында Ленинградтан киттем, инде килеп минең өсөн ят Са­н­к­т-Петербургҡа ҡайтып инәйемме? Ленинград донъя картаһынан юйылған, исемен генә түгел үткәнен, хәҙергеһен, киләсәген юғалтҡан ҡалаға әүерелде, уның хаҡында бөгөн “город, которого нет”, тип йырлайҙар. Ғәфү ит, ситләшә лә китәм. Ирем юғары белем ал­ып за­водта инженер вази­фа­һында эшләне, мин уҡытыусы һөнәрен һайлан­ым. Утыҙ­ын­сы йылдар аҙағында өйлә­нештек. Улыбыҙ тыуҙы. Һуғ-ыш башланғас та ир­ем­де фр­онтҡа ал­­дылар. Тиҙҙән хәб­әрһеҙ юғалды, тигән ҡара ҡағыҙы ғына килде. Беҙ улым ме­н­ән Ле­­­­нинградта тороп ҡал­дыҡ. Тиҙҙән үлемесле блокада башланды. Өҫкә көнө-тө­­нө сна­р­­­ядтар, бомбалар яуа, өҫтә­үенә үҙәккә үте-рлек һалҡын. Тотош ҡала боҙҙан ғына әүәл­әнгән төҫлө, шулай булмай тағы, йылытылмаған таш ҡапсыҡта ҡыш сығып ҡа­ра! Һуң­ғы сиктә уныһына ла сыҙарға мөмкин, әммә ас­лыҡ үҙәккә үтә.  Көн һайын ус яҫы­л­­ыҡ ҡына ик­мәк би­рә­ләр. Уны икмәк тип тә атап бул­маҫ ине: он, кө­­р­пә, бысҡы табы, ре­­зина киҫәктәре, тағы әллә нимәләр болғанған нәмә шунда. Икмәк һынығын һынды­р­айым, тиһәң резина киҫәгенә оҡшап  бө­гө­л­өп тора, уны ҡабат-ҡабат сәй­нәп көс­лөк ме­­нән йотоп ебәр-әһең. Шөкөрана ҡылыр ин­ек тә, уныһы ла юҡ бит әле. Лен­ин­градта бөгөн блокада икмәген музейға һалып ҡуйғандар, тип ишеттем, аҡыл­лыға ишара, ти­г­ән­дәй, фәһем алһындар, уйланһындар өсөн эшләнгәндер инде был эш. Бер барып кү­р­­әһе ине күңелемә яҡын ҡаланы, ҡулыма алып ҡарарға ине шул икмәк киҫәген. Күп­ме кешене үлемдән аралап ҡалды блокада икмәге!  Һуңға та­б­ан ҡа­ла­ла бесәй, эт­тәр ҙә кү­ҙ­­­гә салынмай баш­ла­ны, ке­шеләр улар­ҙы ашар сиккә барып етте. Үлмәһә үлмәй икән әҙ­­әм ти­гә­нең, иҫән ҡалдыҡ. Улым да, үҙем дә. Ә бит яҡ­ын­дарыбыҙ ҡырғын тей­гән­дәй ҡы­­рылды: ҡай­н­ым-ҡәй­нәм, атайым-әсәйем, һеңле­лә­р­ем… Блокада ҡулса­һы өҙөлгәс көн ит­­еү сағыш­тырмаса арыулана төштө. Мин мәктәптә балалар уҡ­ы­тырға кер­еш­т­ем, ҡа­л­дырыр кешем булмағас улымды фати­р­ға бикләп ки­тәм. Йәй еткәс ишеккә йо­ҙ­аҡ һа­л­маным, ҡаҡ фатирҙы бикләүҙән ни фәтеүә. Үҙ көнөн үҙе күрә малай­ым, тиҫ­т­е­р­ҙәре менән уйнай. Тыйнаҡ, әҙ­әп­ле, тың­ла­у­лы бала ине ул. Бер саҡ уның ҡылы­ғы­ның үҙ­­гәреүен һиҙҙем: йом­оҡҡа әү­ер­елде, һүҙ ҡушһаң тупаҫ яуап бирә лә мөйөшкә те­к­­ә­­лә. Ерле-юҡҡа иҫкәреләнә, сәбәп­һеҙгә мы­жый. Баштараҡ сәйер холҡона артыҡлап иғ­ти­бар бир­мәнем. Ни тиһәң дә көндәр буйы яңғыҙы ҡала бит, урам йо­ғ­о­нтоһо ла бар­­­ҙыр, тип уйланым. Шулай ҙа бер көн эштән аҙға ғы­на бушап торған арала өйгә ҡайт­­­тым да уны тәҙрә аша күҙәтергә ке­р­ештем: кемдәр менән аралаша был, үҙен нисе­герәк тота. Ул ишек алдына сыҡты ла урынында тапана биргәс алан-йо­лан ҡаранып ситкә китте. Мин дә ҡы­ҙ­ыҡ­һындым, ҡайҙа, кемгә бара был? Тиҙ генә кейендем дә те­ге­нең артынан төш­төм. Ул күп тә бар­ма­ны, емерек, таш­лан­дыҡ йор­т­ҡа ҡайырылды ла юҡ­ҡа сыҡ­ты. Инер ҙә сы­ғыр, тип көтһәм дә сыҡмай ҙа сыҡмай. Һип­һенә-һипһенә ярым ҡа­раң­­ғы йорт­тоң эсенә ин­дем, кирбес өйөмдәре, та­ғы әллә ни­мә­ләр сәсрәп ят­ҡан коридор буй­лап, бүлмәләрҙе теү­әл­ләп, ул­ымды эҙ­ләр­гә ке­р­еш­тем. Кү­р­ен­мәй. Ап­ты­рағас һаҡ ҡы­­на тауыш бирҙем: “Улым, һин ҡай­­ҙа?..”Та­у­ыш-тын юҡ. Тағы ҡа­б­ат­ла­ным да си­р­­ат­та­ғы бүл­мәгә бор­ол­­­дом һәм эт ырыл­дауына тертләп кит­тем. Бер аҙҙан күҙҙәрем ҡа­р­аң­­ғы­ға өйрәнгәс эскә ҡараным. Мөй­өш­тәге алам-һөләм өй­ө­м­өн­дә йөндә­ре ойошоп тәненә һылашҡан бурҙай  һөткә тул­ыш­ҡан им­сәк­ле ҡорһағын өҫ яҡҡа ҡа­л­ҡ­ытҡан да йөгөнөкләп туңҡайған улымды ҡосағына алып тартыныуһыҙ имеҙеп ята. Ошоноса мәх­шәр­ҙә эт нисек тере ҡалған­дыр, әҙәм зат­ы­нан булған йәнде ҡай­һы­лайт­ып үҙенә ҡабул иткән­дер, бер Хоҙай белә. Бур-ҙайҙың улымды ҡаршы­лыҡ­һыҙ ҡабул ит­еүенә ҡар­ағанда тәү тапҡыр эшлән­мәй был эш. Ә ма­лайым һуң? Моға­йын уны был аҙымға шул ҡәһәрле аслыҡ этәргән­дер. Шун­да уҡ тағы ла ике көс­өк ауа-түнә йөрөп ята. Эт яҡынлауымды күргәс мөй-өшкә һы­р­ынды ла уҫа­л, янаулы ыр­ыл­даны. Улым да мине күргәс тороп ултырҙы, һөт сәсрәгән ауыҙын ең һырты менән һыпырҙы. Әммә то­роп эр­гәмә кил­ер­гә уйламай ҙа. “Кил ҡайтайыҡ”, тип ҡулым­ды һо­­н­­оуым бул­ды, те­­ге эт йо­м­­ғаҡ­тай йомар­ланып, уҡ­тай  атылып таш­ланды ла белә­гемә тештә­рен бат­ырҙы. Ау­ыртыу­ға сыҙамай ҡы­рағай та­у­­ыш менән ҡысҡырып ебәрҙем. Эт­тең беләгемде ҡар­маған ҡап­ҡандай эйәктәре ыс­ҡын­ды­рырға уй­ла­май ҙа. Ярҙам һорап тағы ҡыс­ҡыр­­ҙым, тағы. Шунан ебәрмәҫ өсөн йәбешкән этте һөй­рәп тышҡа, яҡ­ты­ға тән­те­рә­к­ләнем. Минең яр­ҙамға саҡ­ыр­ыу­ымды ишетеп килеп еткән һалдат киҙәнеп штыгы менән эткә ҡаҙаны ла бил ҡайышын ыс­ҡындырып ҡан ур­ғылған бе­ләгемде һыҡтыр­ҙы. Ыңғыраша-ың­ғыраша әйтә һал­дым: “Те­ген­дә, эстә, минең ул­ым…” Һалдат йорт эсенә инеп юғ­ал­ғас эткә ҡаран­ым, уның йәшәү нуры ҡайта башлаған күҙҙәре миңә нәфрәт менән тө­б­әл­гәйнеләр… Бер аҙҙан көсөктәрҙе тотоп ки­леп сыҡ­ҡан һалдат те­ге­ләрҙе  көс менән стенаға бәрҙе. Саңҡылдарға ла өлгөрмәй йән бирҙе мәхлүк-тәр. Арттан юр­­ға­лап эйәр­гән малайым эргәмә киләһе урынға үлгән эт­те, кө­сөк-тәрҙе йәлләп сеңләп ил­ар­ға тот­он­до.

  Яра оҙаҡ төҙәлмәй яфаланы. Төҙәлһә лә был ваҡиға ҡурҡыныс төш һымаҡ оно­т­о­л­ма­ны, ваҡыт-ваҡыт иҫләтеп торҙо, әйтеп үткәнемсә эҙһеҙ ҙә үтмәгән икән. Һөй­лә­гән­ем­де әкиәт итеп ҡабул итмә. Был улымдың насар ҡылыҡтарын аҡларға тыры­шып сы­ға­р­ған, фантазияға тартым хикәйәт кенәлер бәлки. Ә йейгән ризыҡтың кеше фиғеленә йоғонто яһауы хаҡында ошо һиңә һөйләгән хәлде аныҡламай ғына киленемә еткергәйнем. Ул шуға бала имеҙеүсене оҙаҡ эҙләне. Был тапҡанын да әйтер инем, ташҡа үлсәйем...  Һин мине тыңлай­һыңмы, бал­ам?

            – Эйе тыңлайым…

            – Тыңлаһаң әйтерем шул, кит һин был йорттан… Ҡайтырлыҡ аҡса хәстәр­лә­мәһәң, бына ошоно ал. - Ул яҫтыҡ аҫтына ҡулын тығып төргәк килтереп сығарҙы ла аҡса иҫәпләне. - Биргәнем артығы менән етер… Кешегә бәләмде һалып өй­рән­мә­гән­мен, быларҙы гүр саҙаҡаһына, тип төйнәгәйнем дә, үлемде саҡҡа ғына кисектереп торорға тура килер… Тик, үтенәм, кит. Беҙ бит кешеләр, шуны онотма, кеше генә түгел, ҡатын-ҡыҙ, быуындар сылбырын киләсәк менән бәйләүсе зат. Хәләл һөтөбөҙ менән йырт­ҡыстарҙы түгел үҙ балаларыбыҙҙы имеҙергә бурыс­лыбыҙ… Беҙ кешеләр, балам!

      Ярты төн ауышҡан. Дилемманың күҙҙәренә тамсы ла йоҡо ҡунмай. Түшәмгә, би­л­дәһеҙлеккә төбәлгән. Иҙәндә бөгөн кис имеҙелмәгән көсөктәр тамаҡ һорап сыйнап, үр­һә­ләнеп улай-былай йүгерешәләр. Ҡарсыҡтың әйткәндәренән аҙаҡ көсөктәргә яҡы­н­л­ай ҙа ул­а­р­ҙы ҡулына ала ла алмай. Өшөгәндәй түшәгендә йом-арланды. Хас та әсә ҡа­рын­ында ятҡан сабый инде. Теге саҡ табип нимә тигәйне әле: “Бала ҡарында бар­ы­һын белеп, тойоп ята. Әгәр ул үҙенең кәрәкһеҙлеген, артыҡлығын тойһа тынысһыҙ­ланыр­ға тото­на.” Ә ул икһеҙ-сикһеҙ йыһан ҡарын-ында йомарланған йән әле­ге мәлдә кемгәлер кәр­әк­ме, ҡәҙерлеме, танһыҡмы? Юҡ! Ул хайуан кимәленә төш­ө­р­өлгән, кәм­һен­гән, кәм­һе­тел­гән артыҡ кеше. Күп аҡса эшләргә, әҙәмсә көн итергә тырышып ниндәй көнгә төштө! Ары былай йәшәргә ярамай! Ярамай! Усына яңыраҡ һатып ал­ған телефонын ҡыҫ­ты. Кәрәкме икән уға телефон? Алғанына бөгөн нисәнсе көн, кем­гә­лер шыл­ты­рат­ҡаны һәм уға шылты­рат­ҡан­дары юҡ. Уның башҡаларға кәрәге бөтә бара,  кешеләр до­нъя­һынан алыҫ-лаша, ти­м­­әк. Әллә тоторға ла өйҙәренә шыл­ты­ра­т­ыр­ға микән? Ол­ә­сә­һенең, ҡартатаһының хә­лен белһә күңел көйөгө баҫылыр ине. Тик нимә тиер? Рән­йе­т­ерлек һүҙҙәр әйтеп сығып китте бит.

       Шул мәл күҙҙәрен сағылдырып ут ҡабынды. Тертләп ҡалҡты ла одеалы менән тә­н­ен ҡаплап инеү яғына төбәлде. Унда тере ҡарасҡылай ишек яңағына һөйәлеп лая­ҡыл иҫерек хужа тора. Ул алға аҙымланы ла тигеҙлеген һаҡларға теләп ҡулда-рын йәй­ҙе, шунан  футболкаһын ҡалҡытып йөнтәҫ эсен тырнағас һалынҡы башын ҡал­ҡы­т­ып, ҡан һауған күҙҙәренең ағын әйләндереп иләмһеҙ йылмайҙы:

            – Был мин, һинең непосредственный хужаң! Хәлеңде белергә килдем. Нисек йәшәп ята икән имеҙеүсе, мәйтәм. Насар түгелдер, эш хаҡын ваҡытында, һуңлат-май, ғәҙел түләйем. Бурыслы булып өйрәнмәгәнмен. Кемдәрҙер бурыслы, минең генә бер кемгә лә бирә­сә­гем юҡ. Бөгөн, хатта хәҙер үлһәм дә башҡалар алдында намыҫым таҙа. Ә бит кешенең үҙе­нән аҙаҡ эшләнмәгән өс көнлөк эше ҡала тиҙәр. Ә мин барыһын да те­ү­әлләп бөтөр­ҙөм, үәт! Туҡта, туҡта! Һин нишләп ҡушылған эшеңде үтәмәйһең? - Ул иҙәндә туң­ҡаң­ла­ған көсөктәрҙе күргәс  йөҙөндәге йылмайыу һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. - Көсөктәр имеҙелмәгән бит? Улар ас! Мин һиңә ни өсөн аҡса түләй ти­һең! - Ул кинәт алға ташланды, одеялды ситкә атып бәреп, күкрәксәне матҡып ситкә ырғытты ла сәстәренән һөйрәп уны иҙәнгә быраҡтырҙы. - Имеҙ көсөктәрҙе, кән­тәй!

    Карауат яңағына эләгеп сикәһе һыҙырылды Дилемманың, терһәге ҡаҡ иҙән таҡ­та­һы­на бәрелеп шаңҡыны. Ауыртыуҙы еңеп кире аяғына баҫты ла ишек яғында­ғы мө­й­өшкә һырынды. Хужа ҡамап ҡыҫырыҡлағандай ҡоласын йәйеп килде лә аң­ғар­маҫ­­тан киҫкен хәрәкәтләнеп эсенә һуҡты. Һеңгәҙәткес ауыртыу бер мәлгә генә аңын юй­ҙы. Ул бөгө­лөп тө­ш­тө, тубыҡланды шунан иҙәнгә ҡоланы. Шуны ғына көткән ас көс­өк­тәр уға таш­­ланды.

Ху­жа карауатҡа ултырып йәйелде лә күптән күҙәтмәгән танһыҡ тамашаһын кинәнеп ҡарай башланы.

       Мейеһен ҡарсыҡтың әйткәндәре тетрәтте: “Беҙ кешеләр, балам, шуны онотма! Беҙ йыртҡысты түгел әҙәм балаһын имеҙергә бурыслы, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе шуның өс­өн яратҡан…” Ул асыу менән имсәктәренә һөлөктәй йәбешкән көсөктәрҙе алып ситкә ыр­ғытты ла ҡырағай кейектәй ынтылып өҫтәлдә ятҡан бысаҡты эләктерҙе:

            – Яҡынлап ҡына ҡара, хәҙер йәнеңде алам! Мин кәнтәй түгел, ҡатын-ҡыҙ, шу­ны онотма! Бар сыҡ, башҡаса, рөхсәтемдән тыш бында инеп йөрөйһө булма! - Шу­л­ай тине лә  үҙендә аңлата алмаҫлыҡ еңеллек һиҙҙе, күңелендәге, теге, уны өҙ-лөкһөҙ түб­ән­селеккә ҡотортҡан шәүлә-йән ҡай­ҙа­лыр сығып осҡайны, был һүҙҙәр таҙарыныу ки­с­­ергән күңеленән урғып сыҡтылар.

       Көтөлмәгән хәлдән шөрләй төшкән хужа телдән ҡалды башта, шунан стена ҡы­р­ла­тып барып ишек төбөнә еткәс көслөк менән асыуын йотоп әйтте:

            – Һинең менән иртәгә һөйләшермен. Рәхмәт әйтәһе урынға… - Тик күнеге-лгән «кәнтәй» һүҙен ысҡындырманы был юлы.

Бер аҙҙан тышта иҫерек йырлау, тағы ла: «Белка, кил әле бында, маһ-маһ!» тип саҡ­ыр­­ған тауыш ишетелде.

       Иртәнсәк илаш-ҡысҡырышҡа һиҫкәнеп уянып китте. Тиҙ генә кейенә һалды ла иш­ек алдына сыҡты. Баланы имеҙеүсе һәм актриса төп өйҙөң күтәрмәһенә баҫҡан­дар ҙа ҡулдары менән кәүҙәләрен ҡосоп ҡоттары осҡан йөҙ менән келәттәр теҙ­мә­һе эргә­һендәге эт ояһына текәлгәндәр. Унда ҡоласын йәйеп салҡан йығыл-ған хужа ята. Муйыны тап­ҡырында ашъяулыҡ ҙурлыҡ ҡан йәйелгән.

       Был ҡот осҡос күренештән юғалып ҡалған Дилемма үҙенең ни ҡылғанын да аң­ға­рмай ҡул аяҡтары тырпыраған мәйет эргәһенә яҡынланы. Асыҡ алһыу ҡан табы шу­лай уҡ аҡ футбол­ка­ны тотошлайы менән ҡыҙыл төҫкә мансыған, сал сәстәргә яғы­л­ған. Ваҡ бураҙналар булып ҡартлыҡ һырҙары сыбарлаған йөҙ ҡағыҙ-ҙай ағарған, хатта  ҡан һауған күҙҙәр күкшел­ләнеп, сафланып ҡалғандар һы-маҡ, улар донъяға ас­ыу­лы түгел, был ни көт­өлмәгән хәл булды әле, тигәндәй аптырап, һораулы ҡарайҙар. Йомро баш артҡа таш­лан­ғанғамы дүрткел эйәк  юғарыға ҡалҡҡан, муйын тап­ҡы­р­ын­да тәрән яра эҙе ярылып күренә. Ярылып ҡына ҡал-май,  сәйнәп өҙөлгән ҡурылдай ағарып өңөрәйгән. Теге өнһөҙ хеҙмәтсе ултырғыс ҡуйып хужаның баш осонда улты­ра. Уның битлеккә тар­тым, хистәр ҡунмаған йөҙө тыныс, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф. Ситтән ҡар­а­ғанда ул мәйеттең күҙҙәрен суҡырға йыйынып уңайлы мәлде аң­­дыған ҡоҙғондо хәт­ер­ләтә. «Үлгәндәрҙең күҙҙәрен йомдоралар ҙа, бынау телһеҙ шул йоланы ла бел­мәй­ме икән ни!..» Ары мейеһен ҡурҡыныс уй ярып үтте: “Белка ба­­­шыңа еткән бит һинең, ул үсен алған!” Ысынлап та гел ояһы аяуыҙында ятҡан эт ҡайҙалыр юҡҡа сыҡҡайны. Бә­л­ки ул ҡурҡышынан өңө төбөнә йәшенгәндер. Дил­ем­ма ҡарашын юғарыға күсер­гәй­не ҡарсыҡ ятҡан бүлмә тәҙрәһендә таныш һын­ды шәй­лә­не. Китсе, ошоғаса түшәк­тәге хә­р­әкәтһеҙ ауырыу аяғына баҫһын сәле! Ҡарсыҡ сар­ға­ланмай ҙа, сәбәләнмәй ҙә, таш балбалдай ҡатҡан да улына төбәлгән. Ҡарашында һыҙланыу һәм тәрән хәсрәт. Яҙмыш сығарған хөкөмдө алдан белгән, уны кисереп күп тапҡырҙар кү­ңе­ле аша үткәр­гән кеше генә шулай ҡарай алалыр  моғайын…

       Кис еткәс Дилемма тупһа ауыҙына ултырҙы ла өйҙәренең телефон номерын йый­ҙы. Бер аҙҙан сымдың теге осонда оләсәһенең хәлһеҙ тауышы ишетелде:

            – Тыңлайым…

            – Оләсәй… был мин шылтыратам…

       Теге оста ҡыуаныслы ауаз яңғыраны:

            – Балам, бәпесем, һинме был? Алланың ҡөҙрәте, табылдың бит. Әйтә һал, ҡай­ҙа­һың? Ә мин әллә нимәләр уйлап бөттөм.

            – Минең өсөн борсолмағыҙ. Уйлап бөттөм, тиһең, ә… ҡартатайым ҡайҙа?

            – Ул гүр эйәһе инде балам. Миңә лә уның артынан ҡалмай эйәрергә ине лә бит, һине кемгә ҡалдырам? - Яҙмышына үҙе генә хужа кешеләй өҫтәне. - Шуға кисек­тер­ҙем үлемде!

       Ары ни әйтергә белмәгән Дилемма биниһая ваҡыт өндәшмәне лә ғәйебен танығ­ан­­дай  әйтте:

            – Ғәфү ит, өләсәй…  Йыраҡта, бик йыраҡтамын.  Әгәр риза булһаң, ҡайт­ам…  Тәүбәгә килдем, аңланым, миңә бары һеҙ генә кәрәкһегеҙ…

            – Нишләп кенә риза булмайым ти, ҡайт, көтәм. Ҡайтыуыңа бәлеш бешереп ҡу­й­ырмын.  Яратҡан бәлешеңде.

            – Рәхмәт… тағы бер үтенесемде, үтә зинһар.

            –  Әйт кенә!

            – Иртәгә үк балалар табыу йортона бар ҙа белеш, улымды ҡайҙа оҙатҡандар икән, приютҡамы, әллә берәй икенсе урынғамы? Тап та алып ҡайт, уны күргем, бала имеҙгем, әсә булғым килә, оләсәй!..

       Сымдың теге осо тынып ҡалды.

            – Нишләп өндәшмәйһең?

            – Һуңланыҡ шул… Һин киткәс тә баланы биреүҙәрен һорап унда барғайным да. Өлгөрмәнем. Алып киткәндәр. Уллыҡҡа, тәрбиәгә алғандар тине-ләр. Яҡшы ғаиләгә эләкте тип тынысландырған булдылар  йәнә… Бала өсөн матур ғаилә атайлы-әсәйле йортта ғына инде ул…

       Дилемманың телефон тотҡан ҡулы сыбыртҡылай һалынып төштө. Ул илап ебәрҙе. Асырғаныулы сеңләү таш ҡоймаларға, тимер ишектәргә ҡаҡлыҡты ла һыйып тора алмай ҡарағусҡылланған Йыһан көмбәҙенә ҡарай осто, эңер юрғанын һиҫ­кә­неү­ле тирбәлтеп йоҡоға йыйынған донъяны уятты. Уға язаһын көттөрөп рәшәткә эс­е­нә бикләнгән эттең үҙәк өҙгөс олоуы ҡушылды.

мараз  - ауырыу, сир.

 

Хәйҙәр ТАПАҠОВ

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: