Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ноябрь 2010, 14:47

Елер әле «Толпар»...

Өфөнөң Рәсәй йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Толпар» командаһы уҙған ял көндәрендә Тольяттиҙа урындағы «Ладья» хоккейсылары менән ике осрашыу үткәргәйне. Тәүгеһендә Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре хужаларҙы 6:0 иҫәбенә отһа, икенсеһендә 7:2 иҫәбенә еңде. 22 турҙан һуң «Толпар» 40 мәрәй менән турнир таблицаһының 10 – 12-се урындарын бүлешә.Был бик насар күрһәткес түгел. Сөнки үҙ дивизионында (ә беренселектә 7-шәр клубтан торған дүрт дивизион сығыш яһай) улар өсөнсө урында килә.Киләһе осрашыуҙарын «Толпар»ҙар 15 ноябрҙә үҙ майҙанында Ырымбурҙың «Белые тигры» үҫмерҙәре менән уҙғарасаҡ.

Өфөнөң Рәсәй йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Толпар» командаһы уҙған ял көндәрендә Тольяттиҙа урындағы «Ладья» хоккейсылары менән ике осрашыу үткәргәйне. Тәүгеһендә Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре хужаларҙы 6:0 иҫәбенә отһа, икенсеһендә 7:2 иҫәбенә еңде. 22 турҙан һуң «Толпар» 40 мәрәй менән турнир таблицаһының 10 – 12-се урындарын бүлешә.
Был бик насар күрһәткес түгел. Сөнки үҙ дивизионында (ә беренселектә 7-шәр клубтан торған дүрт дивизион сығыш яһай) улар өсөнсө урында килә.
Киләһе осрашыуҙарын «Толпар»ҙар 15 ноябрҙә үҙ майҙанында Ырымбурҙың «Белые тигры» үҫмерҙәре менән уҙғарасаҡ.
Читайте нас: