Тормошта һәр кемдең өлгө алыр, һәр саҡ миҫал итеп ҡуйыр кешеһе була. Олатайым Иршат Зәйнәғәбдин улы Хужабиргәнов – минең өсөн шундай маяҡтарымдың береһе. Ғүмер баҡый хоҡуҡ һаҡлау органдарында фиҙакәр хеҙмәт иткән, етәксе урындарҙы биләгән, яҡташтарына һәр саҡ ярҙамға атлыҡҡан олатайымды Баймаҡта белмәгән кеше һирәктер.
Сығышы менән Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылынан ул. Ошонда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Рауза һәм Зәйнәғәбдин Хужабиргәновтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Уның бала сағы уйын-көлкө менән үтмәй. Һуғыштан һуңғы михнәтле йылдар, етмәһә, ҡаты яраланып концлагерға эләккән атаһы Зәйнәғәбдинде районға йыш саҡырталар, тикшерәләр. Илебеҙгә еңеү килтергән яугирға тыныс йәшәргә ирек бирәһе ине лә бит.
Хужабиргәновтар бирешеп ҡалмай, колхозда эшләй, тырыша. Бер-бер артлы ун балаға ғүмер бирәләр. 1969 йылда ҡартатайыбыҙ ауыр яу яраларынан мандый алмай вафат булғанда иң кесе ҡыҙҙары йүргәктә ятып ҡала.
Булыр ир алты йәшендә лә башмын тиер, булмаҫ ир алтмыш йәшендә лә йәшмен тиер. Егет ҡорона ингән Иршат, баш бала булараҡ, ғаилә дилбегәһен үҙ ҡулына ала. Ул үҙенән кесе туғыҙ туғанына һәм әсәһе Рауза Ибраһим ҡыҙына ныҡлы терәк-таяныс була. Һигеҙенсе класта уҡ колхозда эшләй башлай, ат менән бесән тырмата, күбә өйә. Унынсыны бөткәс, тракторға ултыра. Ул арала халыҡҡа ярҙам итә. Ауыр эш көнөнән һуң ауылдаштарының бесәнен тырматып-күбәләп бирергә лә өлгөрә. Ҡыштарын күрше ауыл мәктәбендә физик культура, йыр дәрестәренән уҡыта. Атаһы бүләк иткән тальян гармунда һыҙҙырып уйнарға ла өйрәнә.
– Әсәй кәңәш итеүенсә, ете малайҙың барыһы ла тиерлек гармун, ҡурай тартырға өйрәнде. Әсәйебеҙ үҙе сәсән телле, йомарт һүҙле кеше булды, ауылда почтальон булып эшләгәнендә кешегә гәзит-журналды таҡмаҡлап тапшырыр ине. Һабантуйҙарҙа сығыш яһаны, – ти ҡәҙерле кешеһе хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашып Иршат Зәйнәғәбдин улы.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, олатай Баймаҡ районының төрлө ауылында уҡытыусы булып эшләй. Тырыш, баҫалҡы егеттең хеҙмәтен районда күрмәй ҡалмайҙар, милиция бүлексәһенә эшкә саҡыралар. Республиканың Эске эштәр министрлығы бүлеген етәкләгән олатаһы Нуретдин Буранбаевтың өгөт-нәсихәттәре уның ҡарарына ныҡлы нигеҙ була. Иршат Зәйнәғәбдин улы 1981 йылда Өфө ҡалаһының милиция мәктәбендә уҡып сыҡҡандан һуң, Баймаҡтың милиция бүлексәһендә эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙенең хеҙмәтенә тоғро ҡала. Төрлө йылдарҙа ваҡытлыса тотоу изоляторы начальнигы, райондың өлкән участка уполномоченныйы, дежур бүлек начальнигы ярҙамсыһы вазифаларын биләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Совет милицияһы отличнигы» исеме, I, II, III дәрәжә «Хеҙмәт өсөн» миҙалы һәм башҡа бик күп награда менән бүләкләнгән.
– Совет осоронда милицияның абруйы ҙур ине. Ҡарауһыҙ йөрөгән үҫмерҙәр эш боҙа торғайны. Хәтерләйем, ҙур урлашыуҙа ғәйепләнгән бер егетте Дондағы Ростов ҡалаһына тиклем эҙәрлекләп барып алып ҡайттыҡ. Тағы ла берәүһен Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына барып ҡулға алдыҡ. Тынғыһыҙ эш менән хаҡлы ялға сыҡҡанды ла һиҙмәй ҡалдым. Хәҙер инде 25 йыл үтеп киткән. Хеҙмәттәштәрем менән йыш осраша инек. Бөгөн күптәре гүр эйәһе булып бөттө, – тип хәтирәләргә бирелә Иршат олатай.
Иршат Зәйнәғәбдин улы ҡатыны, Шырмай ауылы һылыуы Банат менән өс балаға ғүмер биргән. Атай юлын уртансы улы Илгиз дауам итә: бөгөн ҡатыны Гөлфиә менән икәүләп Сибайҙағы полиция бүлексәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Шулай уҡ Хужабиргәндәрҙең был хеҙмәт династияһын Фәнис, Артур һәм Әлфирә исемле туғандары ла дауам итә.
– Ғаиләбеҙҙәге ете малай ҙа ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтты. Улдарыбыҙ Төньяҡ Кавказдағы «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә хеҙмәт итте. Әле Рәдиф улым махсус хәрби операцияла ҡатнаша, ялға ҡайтаралар, ти ине, контракты тамамланмаймы икән? – тип борсолоп ала олатай.
Ғүмер баҡый Баймағына хеҙмәт иткән, тыуған төйәге өсөн янған олатайымды бөгөнгө ваҡиғалар ҙа борсомай ҡалмай. Элекке милиция майоры уларҙы баһалай, уйлана.
Быйыл сираттағы юбилейын, 75 йәшен Иршат олатай Банат инәйһеҙ ҡаршы алды, ике йыл самаһы элек ул мәрхүмә булды. Шулай ҙа олатай яҙмыш үкенестәренә бирешмәй. Йылдар үтһә лә һаҡланған егеттәрсә ныҡлы баҫып йөрөүе, ысын командирҙарға хас булған һөйләшеүе менән һоҡландыра. Уның Баймаҡ үҙәгендәге йортонан кеше өҙөлмәй тиерлек. Сөнки һәр ҡайһыһына кәңәш-төңәш итергә әҙер олатай. Үҙ баҡсаһында үҫкән йәшелсә-емештән эшләгән тоҙланма һәм ҡайнатмалары телеңде йоторлоҡ. Шулай ихатаһына саң ҡундырмай гөрләтеп йәшәй. Тағы ла оҙаҡ, имен йәшә, милиционер олатайым!
М. ХӘЙҘӘРОВ.