Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2012, 16:28

Йәш журналистар фекер алышасаҡ

13 – 14 сентябрҙә Иглин районында Башҡортос­тандың йәш журналистары фестивале үтә.Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән сара программаһында ҡаҙан дәүләт университеты, Мәскәү матбуғат университеты, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» вәкилдәренең оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ «түңәрәк өҫтәл»дәр ҡаралған.

13 – 14 сентябрҙә Иглин районында Башҡортос­тандың йәш журналистары фестивале үтә.
Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән сара программаһында ҡаҙан дәүләт университеты, Мәскәү матбуғат университеты, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» вәкилдәренең оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ «түңәрәк өҫтәл»дәр ҡаралған. Шулай уҡ журналистар өсөн ике конкурс ойошторола. «Сәйер кеше» тип аталған бәйгелә ҡатнашыу өсөн 10 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһының Октябрҙең 50 йыллығы урамында 13-сө йортта урынлашҡан БР Журналистар союзына ҡыҙыҡлы кешеләр тураһында материал ебәрергә кәрәк. «Район-ара ижади берләшмә презентацияһы» исемле конкурста ҡатнашыу өсөн журналистарға был ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә бәйле фотоһүрәттәр алып килеү зарур.
Һәр редакция фестивалгә 35 йәшкә тиклемге бер журналисты ебәрә ала.
З. ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: