Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2012, 14:57

«Мосфильм»ға әҙер сюжет

Вологда өлкәһендәге 17-се холоҡ төҙәтеү колонияһы хәт-тәр хәл-ваҡиғаһы менән иҫтә ҡаласаҡ. Шексна ҡалаһында урын­лаш­ҡан был «йорт»тан бер хөкөм ителеүсе … вертолетта ҡасҡан. Берҙән-бер көндө иртәнге сәғәттәрҙә колония өҫтөндә Ми − 2 вертолеты пәйҙә була. Тотҡон Алексей Шестаковтың шунда көтөп тороуын әйт әле һин! Уға вертолеттан баҫҡыс төшөрәләр. Ир йәһәт кенә үрмәләй – һәм ирек! Баҡһаң, вертолетты икенсе бер енәйәтселәр баҫып алған булған. Әле уның хужаһын эҙләй­ҙәр. Хөкөм ителеүсегә килгәндә, ул үтә ауыр енәйәте өсөн 25 йылға ултыртылған да «срок»тың яртыһын колонияла үткәргән булған.А. АҡБУЛАТОВА.

Вологда өлкәһендәге 17-се холоҡ төҙәтеү колонияһы хәт-тәр хәл-ваҡиғаһы менән иҫтә ҡаласаҡ. Шексна ҡалаһында урын­лаш­ҡан был «йорт»тан бер хөкөм ителеүсе … вертолетта ҡасҡан.
Берҙән-бер көндө иртәнге сәғәттәрҙә колония өҫтөндә Ми − 2 вертолеты пәйҙә була. Тотҡон Алексей Шестаковтың шунда көтөп тороуын әйт әле һин! Уға вертолеттан баҫҡыс төшөрәләр. Ир йәһәт кенә үрмәләй – һәм ирек!
Баҡһаң, вертолетты икенсе бер енәйәтселәр баҫып алған булған. Әле уның хужаһын эҙләй­ҙәр. Хөкөм ителеүсегә килгәндә, ул үтә ауыр енәйәте өсөн 25 йылға ултыртылған да «срок»тың яртыһын колонияла үткәргән булған.
А. АҡБУЛАТОВА.
Читайте нас: