Үткән аҙнала Ағиҙел яры буйында, Бөрйән районының Байназар ауылы эргәһендә «Айыҡ ауыл − 2011» конкурсында ҡатнашыусылар йыйылды. «Олоғужан» тип аталған туристик туҡталҡала ойошторолған сараға Башҡортостандың төрлө ауылдарынан вәкилдәр килде. Дуҫлыҡ, айыҡлыҡ шарттарында үткән был матур слет ысын байрамға әүерелде.
Әлбиттә, айыҡ тормош алып барыуҙың мөһимлеген мөмкин тиклем күберәк халыҡҡа еткереү өсөн йәмәғәтселек ойошмаларының урындағы власть структуралары, етәкселәр менән бергә эшләүе талап ителә. Алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланмай ғына тулы ҡанлы тормош алып барыуҙы халыҡҡа еткереү бөгөн бер ҙә еңелдән түгел. Шуға ла бөтә ойошмаларҙың да берләшеп эшләүе бик кәрәк. Шуныһы ла бар − берләшкән ойошмаларҙың һәр береһе алкоголгә ҡаршы сәйәсәт алып барыуҙы үҙенән, үҙенең хеҙмәткәрҙәренән башлаған хәлдә эштәр тағы ла һәйбәтерәк барасаҡ.
Бөрйән районының туристик кемпингындағы слетта лекциялар һәм семинарҙарҙан тыш, төрлө мәҙәни саралар, уйындар ҙа булды. Иртәнге зарядканан башланған слет усаҡ янында күмәкләшеп йырҙар йырлау менән тамамланды.
Л. СОЛТАНОВА.