Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2011, 13:30

Рәсәй Президенты ярҙамсыһы – Белоретта

Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович һәм Федерация Советы ағзаһы Айрат Ғәскәров эш сәфәре ме­нән республиканың Белорет ра­йо­нын­да булды.Улар «Ассы» санаторийы, Белорет металлургия комбинатының төп цехының эше менән танышты. ҡу­наҡ­тарҙы эш сәфәрендә Белорет районы муниципаль районы башлығы Владислав Миронов оҙатып йөрөнө.

Рәсәй Президенты ярҙамсыһы –  Белоретта
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы – Белоретта
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович һәм Федерация Советы ағзаһы Айрат Ғәскәров эш сәфәре ме­нән республиканың Белорет ра­йо­нын­да булды.
Улар «Ассы» санаторийы, Белорет металлургия комбинатының төп цехының эше менән танышты. ҡу­наҡ­тарҙы эш сәфәрендә Белорет районы муниципаль районы башлығы Владислав Миронов оҙатып йөрөнө.
Аркадий Дворкович менән Айрат Ғәскәров урындағы предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре менән осрашты. Арка­дий Дворкович әйтеүенсә, улар ҡалаға юҡҡа ғына килмәгән, ҡарал­ған төп мәсьә­ләләрҙең береһе – эшһеҙлек проблемаһы. Был етди проблема буйынса ил кимәлендә ҙур кәңәшмәләр ойоштороласаҡ. Шуға ла был мәсьәлә буйынса тулы мәғлүмәт туплау мөһим.
Һуңынан Аркадий Двор­кович осрашыуға килгән кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙар­­ҙың күпселеге урман хужалығы, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялауға, туризм үҫешенә ҡағылды. Шулай уҡ иҫке торлаҡ, идара итеүсе компания­лар­ҙың эшмәкәрлеге, та­риф­тарҙың артыуы мәсьә­ләләре лә ситтә ҡалманы.
Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар, Белорет районында осрашыу «ябай булмаһа ла, ҡыҙыҡлы булды», тигән һығымтаға килде.
Читайте нас: