Башы: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-02-23/z-g-r-tomandar-artynda-4588746
Зәңгәр томандар артында...
(аҙағы)
Ҡайнағам менән килендәш үҙҙәренең машинаһында беҙгә эйәрҙе. Юл ыңғайында бер ауылға тейеп, еңгәмде лә уларға ултыртып алдыҡ. Еңгәм (мәрхүм өлкән ағайымдың ҡатыны), ауылда яңғыҙ йәшәһә лә, гөрләтеп донъя көтә, бер көтөү кәзә аҫырай. Кәзәнең берәүһен мөгөҙөнән һөйрәтеп килеп сыҡҡан: “Орғасы, быуаҙ. Ҡоҙаларға алып барайыҡ”. Ҡыҙығып киткәйнек тә, ҡайнағаларҙың да, беҙҙең машинаның да багажнигы бәләкәй, ҡалдырырға тура килде. Еңгәм: “Әллә бәрәстәрҙең берәйһен алайыҡмы? Күтәреп ултырһам ни барып етә инде ул”, - ти. Саҡ кире дүндерҙек. Анау тиклем алыҫҡа нисек малҡайҙы, еңгәмде ыҙалатып алып бараһың? Килендәшем дә, салонды бысратаһы юҡ, тип ҡырҡа ҡаршы торҙо. Еңгәм, дәртле кеше, ҡайнағаларҙың машинаһына ултырышлай, оҙон күлдәгенең итәген күтәрҙе: “Бер балағын нәскейгә тығып, йәйге комплекттың ыштанын кейеп алдым, шартына еткереп ҡыҙ һоратайыҡ, тим”. Саталы таяҡ та тапҡанына хайран ҡалдым! Минең ир, юҡ менән булышаһығыҙ, тип буҡылданы буҡылдауға, уға иғтибар итмәнек.
Күтәренке кәйефтә елдереп барҙыҡ. Бер ерҙә туҡтап, тамаҡ ялғап алдыҡ да, тотҡарлыҡһыҙ барып еттек. Нәфисә беҙгә юлды күрһәтеп, өйрәтеп барҙы. Йорттары алдына килеп туҡтағас, ул йүгереп өйҙәренә инеп юғалды. Тулҡынланған улым уның артынан инергә самалағайны ла, көлөшөп туҡтаттыҡ: “Тәүҙә яусы үҙ ролен үтәһен”.
Талсыҡҡан тәнде яҙып, кирелеп-һуҙылып, багажниктағы күстәнәстәрҙе, бүләктәрҙе ҡайтанан барлап, ҡараштырып, тирә-яҡҡа күҙ һалдыҡ. Еңгәм биленә шарфын урап бәйләп, итәгенең бер осон шунда ҡыҫтырҙы, саталы таяғын алып, йә, бисмилла итәйек, тине лә, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙалар йортона юлланды. Унан көр тауышы ишетелде: “Мин “юҡ”ты юғалтып йөрөйөм, уны һеҙҙә, тиҙәр”.
Күп тә үтмәне, ҡапҡалары асылып, ир күренде:
- Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар! Түрҙән уҙығыҙ!
Меңдәр араһынан да был тауышты, был күҙҙәрҙе таныр инем! Йонсоуыраҡ ҡиәфәтле, иремдән буйға ҡайтышыраҡ, кәүҙәгә ҡаҡсараҡ Илсафты күргәс, аяҡ быуындарым тотмай, сайҡалдым. Ул күрешергә ҡуш усын һуҙҙы:
- Илсаф ҡоҙағыҙ булам.
Илсаф мине таныманы! Танымағанға һалышты, тип йәнем үртәлде: “Мин бит уға тиң түгел... Сафлығымды урлаған хыянатсы!” Шунда кире машинаға ултырып ҡына ҡайтып китергә ине лә бит, улымдың бәхете үлсәүҙәргә һалынғайны...
Нәфрәттән, асыуҙан үҙемде саҡ ҡулға алып, турайып баҫтым, тауышыма боҙ һалҡынлығын сығарҙым:
- Ә мин... ә мин Зилә ҡоҙағыйың, Илсаф!
Ирем, ҡайнағам менән килендәшем аптырап беҙгә ҡараны.
- Әллә һеҙ танышмы? – тип килендәшем һорай ҙа һалды.
- Таныш булмай әллә, - мин Илсафтан өҫкәрәк ҡараным. – Параллель класта уҡыны бит ул.
Шул мәлдә Илсафтың йөҙөн күрһәгеҙ! Килендәшемә һуҙылған ҡулдары һауала эленде, күҙҙәрен тултырып миңә текәлде:
- Зилә?! Таныманым!
- Ҡайҙан таныйһың инде. Сирек быуат үткән, - тинем. “Беҙҙең ишеләр һеҙгә тиң булмағас, ҡайҙан таныйһығыҙ”, - тип тә төрттөргө килде лә, телемде тешләнем... Һәм өйҙәренә табан атланым. Баҫҡыстан күтәрелгәндә, Илсафтың ҡатыны ҙур танаулы, бейәләйҙәй ауыҙлы, йәмһеҙ бисә булһын ине, тип теләнем. Ҡайҙан... Йәнде көйҙөрөп һып-һылыу хужабикә ҡаршы алды:
- Әйҙүк, әйҙүк, үтегеҙ!
Табын артында ултырғанда, мәһәр, никах, туй тураһында һөйләшкәндә, Илсаф яғына бер тапҡыр ҙа боролоп ҡараманым, тик ҡатынына ғына ҡарап һөйләштем. “Зилә, ныҡ бул! Ул һине онотҡан, ул да һинең өсөн юҡ, буш урын, - тип меңгә ярылған йәнемде йоҙроҡҡа төйнәп, ауыҙымдан һығылып ҡына сығып барған иңрәүемде көс-хәлгә тыйып ултырҙым. - Бер һин генәме алданған?! Бер һинең генә сафлығыңды алып, аяҡ аҫтына һалып тапағандармы?! Бирешмә, Зилә!” Ашым аш булманы...
Ҡыҙ яусыларға барырға йыйынғанда, ҡоҙаларҙа ҡунып ҡайтырға ниәтләгәйнек, ни тиһәң дә, яҡын ара түгел, ләкин артыҡ бер сәғәт тә бында ҡала алмаҫымды аңланым. Хужалар ни тиклем генә ҡалырға өгөтләмәһен, иремде йәһәтләп алып ҡайттым. Ҡайнағалар, еңгәм былай ҙа ҡайтыу яғында ине, ҡыуанып ҡуҙғалдылар. Улым иһә тороп ҡалды.
Юл буйына уйландым. Яҙмышты әйт әле һин уның: беҙ республиканың был яҡ осонда йәшәйбеҙ, Илсафтар – икенсе осонда, балалар ҙа икеһе ике уҡыу йортонда уҡый, ләкин миллион кеше араһынан улым менән Илсафтың ҡыҙы бер-береһен тап итеп, яратышып, сәстәрен-сәскә бәйләргә уйлаған. Бер заман мейемде мәкерле уй ярып үтте: “Әллә улымды Нәфисәгә өйләнеүҙән баш тарттырырғамы?! Үсем ҡаныр ине, “баш на баш...” Үҙ уйымдан үҙем ҡурҡтым: “Ҡуй, аллам һаҡлаһын...” Ә икенсе төпкөл тауыш һаман үсләшергә этәрҙе: “Нәфисәне йәлләйһең. Ә Илсаф һине йәлләнеме?! Төкөрөп ҡараны ул һиңә. Файҙаланды ла, бысраҡты ырғытҡан кеүек, ситкә бырғатты, “ыһ” та итмәне. Ә бөгөн килеп, хатта танымағанға һалышып торҙо...” Ҡайтып еткәндә икеле уйҙарҙан башым тубалдай ине. Илсафтың ҡартайып китеүе генә күңелемде йылытты. Шулай кәрәк уға, үсем, тинем. Һәм шунда уҡ Нәфисәнең: “Атайҙың һаулығы шәптән түгел, Афғанстанда алған яралары сәләмәтлеген ҡаҡшата”, - тигән һүҙҙәре иҫкә төшөп, йөрәк майын һулҡылдатып һыҙҙы. “Яралары күпме икән? Үҙәгенә үтәме икән?” – тигән уйҙарҙы башымдан ҡыуырға тырыштым.
Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә башлаған Илсафтың һуңынан Афғанстанға эләгеүен белдем ул мин. Кейәүгә сығып, ирем менән Себерҙә эш башлағанда әсәйем хат аша яҙып ебәргәйне. Теге бәндәне Афғанда, тиҙәр, тип яҙғас, мин әсәйемә, башҡаса уны бер ҡасан да телгә алма, зинһар, тип үтенеп яҙҙым, сөнки йөрәк яраларым уңалмағайны. Шунан һуң әсәйем Илсаф тураһында бер ваҡытта ләм-мим өндәшмәне, яҙманы. Бер ҡунаҡҡа ҡайтҡанда ғына Илсафтарҙың ғаиләһенең ауылдан күсеп китеүе хаҡында ишеттем – атаһын үрләткәйнеләр. Күпме йылдар үткәс, уйламағанда, көтмәгәндә осрашыуыбыҙҙы, балалар арҡаһында туғанлашырға тороуыбыҙҙы уйлаһаң, биллаһи, уйылырһың да.
Ниндәй ҡыуаныс, дәрт менән ҡыҙ әйттерергә сығып китһәм, ауырыуға һабыша яҙып ҡайтып тәгәрәнем. Иремә, оҙон юлдан йонсоном, мәшәҡәттәр иңде иҙә, никах, туй хәстәрен үҙ өҫтөңә ал, тип ҡуштым. Тыңлаусан ғына ирем булғас ни. Хәйер, ул мыштым ҡайҙан эш рәтен белһен? Теләмәһәм дә, балам хаҡына туйға әҙерләнә башланым. Улым, һинең телефон номерҙы Нәфисәнең ата-әсәһенә бирҙем, тигәс, буласаҡ ҡоҙағыйҙың шылтыратыуын көтәүелләнем.
Бер аҙнанан билдәһеҙ номерҙан шылтыраттылар. Өйҙә яңғыҙ инем, тыныс ҡына телефонды алдым:
- Алло?!.
- Зилә, һаумы. Был мин, Илсаф.
Тоноҡ, әммә үтә лә яҡын, ҡәҙерле тауыш йөрәгемде ярһытты ла ебәрҙе. Саҡ үҙемде ҡулға алдым:
- Һаубыҙ. Таныйым. Ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы рәүештә, күҙгә йөн үҫмәгән, тиң түгел, тип кешенән йөҙ бороу, танау сөйөү ғәҙәте лә, шөкөр юҡ.
– Һөйләшә алаһыңмы? Мине таныманы, тип үпкәләйһеңдер... Баш ауыртыуҙан минең ҡай ваҡыт шулай күҙ тона, үпкәләмә инде. Һинең менән күрешергә, туйғансы һөйләшергә ине. Юҡ, никах, туй тураһында түгел. Беҙҙең турала, Зилә. Зинһар, үтенесемде кире ҡаҡма!
Тауышым дерелдәне:
- “Беҙ” юҡ! Һин мине мәсхәрәләнең дә, ҡастың! Хыянатсы һин! Вәғәҙәһенә хыянат иткән алдаҡсы бәндә!
- Нимә, тип әрләһәң дә ризамын. Хаҡың бар, - ти. - Тик осраш ҡына!
Уф... Ризалаштым мин уның менән осрашырға. Анау тиклем ерҙән килеп етте бит ул мине күрер өсөн. Үҫмер егет менән ҡыҙ ише, икебеҙ ҙә тәүҙә тартынып ултырҙыҡ. Мин, әлбиттә, тырт-мырт килдем, ул бойоғораҡ ине.
- Афғанстанға беҙҙе барырға көсләмәһәләр ҙә, бармайынса ҡалыу форсаты булманы, - Илсаф хәтерен яңыртты. – Унда барыуыбыҙ тураһында бер кемгә лә хәбәр итмәнем. Ут эсенән тере ҡайтырыма өмөтләнмәнем. Өйҙәгеләрҙе, генерал ҡыҙы менән минең ҡайнар мөхәббәт, көнөн-төнөн бергәбеҙ, хат ҡайғыһы юҡ, шуға һирәк яҙам, тип шаштырып алдаһам, һине нисек итеп алдарға ла белмәнем. Һине, күҙҙәремә ышанып баҡҡан саф күңелле ҡыҙҙы, алдай алманым. Дөрөҫөн дә яҙа алманым. Шуға бөтөнләй яҙмаҫҡа булдым. Әгәр ҙә мәгәр минең менән берәй хәл булһа, ҡайғынан йөрәгең ярылыр, тип, һине йәлләнем. Минән бер ниндәй хат булмаған хәлдә лә, һин мине барыбер тоғро көтһәң, ут эсенән имен-һау әйләнеп ҡайта алһам, икенсе көнөнә үк Зиләмде алам, тип нәҙер әйттем. Әммә һин көтмәгәйнең. Мин тетелеп, ярым ғәрип килеш ҡайтып еткәндә, һинең кейәүҙә икәнеңде еткерҙеләр... Ғәйепләй, тип уйлап ҡуйма. Тамсы ла үпкәм юҡ. Барыһына ла үҙем генә ғәйепле, Зилә... Һин мине онотҡанһыңдыр ҙа инде күптән, ә мин, күпме йәшәйем, шунсама һине уйлайым, һағынам, юҡһынам. Һинһеҙ үткән һәр көнөм үкенесле.
- Шулайтҡан икән, ти, - һыр бирмәй, уға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй ултырам. – Апайың, Илсаф, тип ауыҙыңды ла асма, ул армиянан кәләше менән ҡайта, һин уға тиң түгел, тине миңә.
- Эй, ул апайҙы үҙең беләһең, теле яман, - Илсаф ғәйепле йылмайҙы. – Элек, Зиләм башҡа берәү менән булһа ла, иң мөһиме – бәхетле булһын, тип йәшәнем. Һине күргәйнем, иреңдән көнләшеп үләм, ысын бына...
Тора-бара Илсаф менән аңлашып, яҙылдым. Күңелһеҙ һөйләшеүебеҙ теремекләнде. Ярай, булған да бөткән, үткәндәргә салауат, балаларҙың туйын күркәм итеп үткәрергә яҙһын, тип һаубуллаштыҡ. Йөрәктән ташты алып бәргәндәй тойолдо. Илсаф миңә көн һайын юҡ йомошто бар итеп шылтырата, ҡай саҡ сәғәттәр буйына һөйләшәбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Йәшәүҙең тәме ҡайтты! Хатта, минең күҙле бүкән ир ҙә миндәге үҙгәреште һиҙҙе.
- Һиңә ни булған? – тип ғәжәпләнде. Уға ҡарап бер туҡтауһыҙ йылмаям, ыңғайына ғына торам, сөнки ирем урынында Илсафты күрәм! Илсаф арҡаһында ирем менән мөнәсәбәттәр яйланып китте. Исемен әйтеп ысҡындырмаһам ярар ине, тип кенә хәүефләнәм. Хис-тойғоларҙы йүгәнләп ҡара, һөйөүең яуаплы, ҡайнар саҡта! Аҡыл онотола. Балаларҙың никахы менән туйы төш кеүек кенә үтеп китте. Илсаф менән бер ерҙә йөрөү, бер һауаны һулау ҙа йән рәхәте ине.
Ошо шатлыҡ шауҡымында өйрөлгәндә Илсафтың һаулығы кинәт тәрән борсоуҙарға һала. Ул бер яҡ ситтә ауырып ятҡан мәлдәрендә, мин икенсе яҡ ситтә һыҙланыуҙарын ҡулым менән генә һыпырып алырҙай булып үрһәләнәм, үҙемә урын тапмайым.
Ни бергә лә була алмайбыҙ, айырым йәшәү ҙә – ыҙа. “Балалар айырылышһа, әллә тағын...” – тигән уйҙарҙы башымдан ҡыуа һалам. Йәшәп кенә ятһындар, тип теләйем. Ә ғүмер үтеп бара. Илсаф та дыуамалланып, әллә бер нимәгә ҡарамай, ҡауышайыҡ та ҡуяйыҡмы, күпме генә ҡалған ғүмерҙе зарығышып йәшәүҙән ни мәғәнә, тип көйә башлаһа, балалар хаҡына түҙәбеҙ инде, ана, улар ҡалай бәхетле, һәләк татыу йәшәп яталар, тип уны тыям.
Артабан ҡалайтырбыҙ, бер Аллаһы Тәғәләгә генә билдәле... Май бер аҙ йомшарғандыр, ҡырҡып ултыртайым, - Зилә апай йәнә бысаҡҡа үрелде. – Бармаҡты ҡырҡыуым тиктәҫкә түгел... Туҡтатырға кәрәк был ғишыҡ-мишыҡты. Һин нисек уйлайһың?
Ул миңә мөлдөрәп ҡарай. Һөйөү берәү генә була, ҡауышһағыҙ – ҡауышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, тип әйтеүемде көткән кеүек. Бынау алдыбыҙҙа ятҡан йомро һары майға баш була алмай, бармаҡ ҡырҡып ултырғанда, нисек итеп тығыҙ йомғаҡҡа ойошҡан яҙмыштарҙы бер һелтәүҙә хәл итәһең? Аҡыл һәм ғәҙеллек өлгөһө Сөләймән батша булһам, аныҡ ҡына кәңәш бирер ҙә инем... Кеше көлдөрмәгеҙ, араларығыҙҙы өҙөгөҙ, ташлашығыҙ, тип тә әйтә алмайым: Зилә апайҙың һөйөүгә сарсаған күңеле – ҡоролоҡтан ярылып ҡатҡан ер кеүек. Әле ул, әйтерһең дә, ләйсән ямғырына кинәнеп ҡойона, күҙ алдында йәшәрә.
- Зилә апай, бөтә нәмә лә үтә, - тиеү менән сикләндем. - Дөрөҫө шул. Әйҙәгеҙ, сәйҙе эҫетәйек! Майҙы тәмләп буламы-юҡмы?!
- Һиндә май ҡайғыһы, - Зилә апай шарҡылдап көлдө лә, сәйнүккә үрелде...
Баныу Ҡаһарманова.
* - исемдәр үҙгәртелде.