Зәңгәр томандар артында...
- Ҡайҙан башлап, ҡайһы тирәһенән генә тотоп һөйләйем икән, - тип ыуаланған Зилә* апай минең алдыма нимәһен ҡуйып, нимәһен ултыртырға белмәй өтәләнде. – Алданыраҡ әйтһәңсе! Аш һалыр инем бит, бәлеш бешереп, турамалар әҙерләп ҡуйыр инем. Әй, әттәгенәһе, ни бынау майы ҡаты!
Һыуытҡыстан алынған туң майҙы бысаҡ менән ҡырҡам, тип өлтөрәгәнендә, кинәт йомро май бәләкәй тәрилкәлә әйләнеп китеп, Зилә апай бармағын ҡырҡты. Ҡып-ҡыҙыл ҡан һары майҙы буяп, бер нисә тамсыһы тәрилкәгә тамды. Хужабикә тәү тапҡыр ҡан күргәндәй, күҙҙәрен ҙур асып бер бармағына, бер майға ҡараны. Ә ҡан юлаҡ булып уҡ ағырға тотондо. Өҫтәл артынан ҡалбырлап һикереп торҙом:
- Зилә апай, аптечкағыҙ ҡайҙа?!
- Ҡуй, ҡуй, бер ҙә борсолма, хәҙер үҙем пластырь йәбештерәм! – Зилә апай, ниһайәт, иҫенә килгәндәй, ҡырҡылған бармағын усына йәшеренкерәп ваннаға йүнәлде. Ҡулын йыуғас, тартманан пластырь алып, шәп кенә яраһына ҡапланы:
- Ултыр, ултыр... Саҡ ҡына тейҙе. Ямауы өҫтөндә, “һә” тигәнсе төҙәләсәк. Ерле-юҡтан түгел, был миңә билдә ул, һеңлем.
- Ниндәй “билдә”, ти?! – инде тынысланып кире ултырғысҡа ултырҙым, вайымһыҙ ғына ҡул һелтәнем. – Аш бүлмәһендә була торған хәл.
- Юҡ-юҡ, ысын әйтәм, был миңә өҫтән иҫкәртеү, хәҙер һөйләһәм, үҙең дә ышанырһың быға, - Зилә апай ҡанға буялған майҙы нишләтергә белмәй баҙап ҡалғас, уға ярҙамға килдем:
- Һалҡын һыу менән сайҡаһағыҙ, ҡаны йыуылыр.
- Ашарға һинең алдыңа ҡалайтып ултыртырға...
- Тапҡанһығыҙ нимәгә аптырарға, - йылмайҙым. – Ризыҡтан йөҙ бороу юҡ.
Ҡуйы ғына итеп сәй яһап биргәс, Зилә апай үҙенә шыйығыраҡ итеп яһаны:
- Ҡан баҫымы юғарыраҡ һуңғы ваҡытта... Һине эй, саҡырҙым, эй, саҡырҙым, килгәйнең, уңайһыҙ ҙа кеүек һөйләүе. Бер үк ғәйепләй күрмә. Хәйер, ярай... Мин ғүмер буйы берәүҙе яратам. Илсаф уның исеме. Бер-беребеҙҙе һөйәбеҙ, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Тик бергә булырға яҙманы, үкенескә.
Беҙҙең тарих дүрт тиҫтә йыл элек башланды. Ғәжәп, зәңгәр томандар артында кеүек... Икебеҙгә лә ун дүрт йәш ине ул саҡта. Беҙ бит параллель синыфта уҡыһаҡ та, бер-беребеҙҙе күҙгә элмәнек. Миңә өлкән синыф уҡыусыһы оҡшай торғайны, Илсаф спорт менән мауығып, ҡыҙҙарға шиҡанламаны. Ә шул көҙҙө беҙ колхоз картуфын алыуҙа ҡатнаштыҡ (һуңынан сөгөлдөр уңышын да йыйыштыҡ). Көндәр йылы, аяҙ торҙо. Көн сыуаҡ булғас, хәтәр күңелле ине эшләүе. Бер ҙә арытманы. Баҫыу техника геүләүенән, шат тауыштарҙан, ығы-зығынан яңғырап торҙо. Картуф эре, емерелеп уңғайны. Баҫыу ауылдан йыраҡ ҡына, беҙҙе “Беларусь” арбаһына тейәп алып баралар, тейәп алып ҡайталар. Ашнаҡсы апайҙар төшкө ашҡа тәмле, мул итеп һарыҡ итенән аш бешерә, уларға беҙ, уҡыусылар, сиратлап ярҙам итешәбеҙ. Ике малай ҙа, ике ҡыҙ инде. Бер көндө сират беҙгә етте. Әхирәтем менән икмәк теләбеҙ, картуф әрсейбеҙ, шундай ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарабыҙ. Илсаф дуҫы менән усаҡҡа ҡоро-һары әҙерләй, шишмәнән һыу ташый, йыуынтыларҙы түгә. Усаҡ янында йөрөп, тирләп-бештем, етмәһә әллә ҡайһы арала ҡоромға буялдым. Эштән бушағаныраҡ саҡта битте һәм беләгемде йыуыр өсөн шишмәгә йүгерҙем. Һис бер уйһыҙ әрәмәлек эсенән һуҡмаҡ буйлап шишмәгә төштөм. Эйелеп, бер ус һалҡын һыуҙы эстем дә, ҡабаттан ҡулымды һыуға батырайым ғына, тигәйнем, күҙемә йылан салынды – эргәлә генә ине ул.Ҡурҡыуҙан ҡотом алынды, йөрәгем табанға ауҙарылды. Ҡысҡырайым, тиһәм, тауышым сыҡмай. Таш булып ҡаттым. Һәм күҙ асып йомған арала кемдер таяҡ менән йыланды алып ситкә, шишмә аръяғына ырғытты. Артыма боролғайным, унда таяҡ һәм буш биҙрә тотҡан, ап-аҡ булған Илсаф тора:
- Саҡты, тип ҡурҡтым.
Мин дерелдәп уның күкрәгенә ҡапландым:
- Мин дә...
Ул ибәтәйһеҙ генә, таяҡ тотҡан ҡулы менән, өлкәндәр кеүек арҡамдан ҡаҡты:
- Ярай, ярай. Ҡырҙа йыландар була инде ул. Шуға ла ипләп, аяҡ аҫтын да, ботаҡтарҙы ла ҡарап, таяҡ менән йөрөр кәрәк.
Икебеҙ ҙә хәүефле хәлде бергә яңынан кисереп, бер талай ҡосаҡлашып торҙоҡ. Аҙаҡ уңайһыҙланып, мин усаҡ янына йүгерҙем, ул биҙрәгә һыу йыйырға тороп ҡалды... Ана шунан һуң беҙ бер-беребеҙгә күҙ атырға тотондоҡ. Илсаф малайҙарға берәй көлкөлө хәбәрен һөйләй ҙә, йәһәт кенә миңә ҡарай һала. Ә мин, уның һәр һүҙен ҡолағым менән аулаһам да, унан да шәберәк күҙемде йәшерәм. Уның иғтибары икенсе яҡта булғанда, шыпырт ҡына үрелеп ҡарайым. Илсаф шуны тоя ла, миңә әйләнә! Ҡыҙыҡ та, рәхәт тә инде шулай ҡарашмаҡ уйнау! Бер-беребеҙ менән һөйләшмәһәк тә, яҡыныраҡ йөрөргә тырышабыҙ. Нисәлер көн үткәс, Илсаф минең янда уҡ картуф йыя башланы. Ауыр биҙрәләрҙе үҙе трактор арбаһына йүгертеп ташый. Ул шәберәк ташыған һайын, мин йәһәтерәк йыям. Шуны башҡалар ҙа аңғарып, коммунистик хеҙмәт ударсылары бына ҡайҙа ул, тип беҙҙән көлгәстәре, оялып, Илсафтан ситкәрәк тартылдым. Йома көнө кисен мал ҡаршыларға китеп барһам, мине Илсаф велосипедта ҡыуып етте. Сикәләремә ут ҡапҡандай тойолдо. Сәләмләшкәс:
- Әйҙә, гел бергә йыяйыҡ, шулай ырамлыраҡ та һуң, - тине.
Уға ҡарамай ғына, ярай, тип баш һелктем. Илсаф велосипедта йән-фарман алға елдерҙе. Ҡулдарын рулдән ысҡындырып, миңә тантаналы ла, өмөтлө лә ҡараны, йәнәһе лә, күрәмме уның оҫталығын, ҡыйыулығын, саялығын...
Картуф һәм сөгөлдөр эпопеяһы тамамланғас, мәктәптә уҡыуҙар башланды. Беҙ Илсаф менән ихлас дуҫлашып киттек. Ныҡ ихлас дуҫлаштыҡ! Мәктәпте тамамлағас, икебеҙ ҙә бер уҡыу йортона уҡырға индек. Илсафҡа армияға саҡырыу ҡағыҙы килгәс, илап уҡ ебәрҙем. Унан бер көнгә лә айырылғым килмәне. Беҙ алдан уҡ, ул армияға барып, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та, өйләнешербеҙ, тип вәғәҙәләр бирешкәйнек. Илсафты армияға ебәргем килмәне, шул көндө үк загс-ға барырға риза инем. “Отправка”нан бер көн алда Илсафтың ата-әсәһе табын ҡорҙо, шунда бал менән һыйланып, иҫәрләндек, ахыры. Ә, бәлки, айырылышыу минуттарының яҡынлығы аңды юйып, ҡанды ҡыҙҙырғандыр... Илсаф мине яндырып ҡосаҡлап, ирендәремде көйҙөрөп үпкәндә, көт мине, көт, иркәм, тип ҡат-ҡат шыбырланы, көтәм, көтәм, тинем илап. Тамсы ла шикләнмәнем. Һүҙҙәремдә лә, тойғоларыбыҙҙың сафлығында ла, үҙемдә лә, һөйгәнемдә лә...
Илсаф Алыҫ Көнсығышҡа эләккәс, ҡыуаныстың сиге булманы. Сөнки Афғанстанда һуғыш бара ине. Көн һайын тиерлек һөйөү, наҙ тулы хаттар алыштыҡ. Ә бер ваҡыт унан хаттар килеүҙән туҡтаны. Аптырап, барыбер яҙҙым да яҙҙым. Түҙем әмәлдәрем ҡалмағас, ата-әсәһенә барҙым. Илсафтар етеш йәшәне, ата-әсәһе ауылдың күренекле кешеләре ине. Уларҙың миңә ҡарата һалҡыныраҡ булыуҙарын тойғанға ла, ҡурҡып ҡына барҙым. Өлкән апаһы ҡаршыма сыҡты.
- Илсаф, тип ауыҙыңды ла асма, - тине ул миңә ҡаты итеп, – һин уға тиң түгел. Армиянан кәләшем менән ҡайтам, тип яҙҙы.
Шулай тип кенә өҙөп әйтеп, мине шаҡ ҡатырып, кире инде лә китте... “Кәләшем менән ҡайтам”, тигән һүҙҙәре йөрәкте бысаҡ кеүек телде. Алыҫ Көнсығышта кемде тапты икән, нишләп һөйөүебеҙгә, вәғәҙәләребеҙгә хыянат итте икән, тип әрненем. Етмәһә, апаһының “һин уға тиң түгел” тигән һүҙҙәре асыҡ яраға тоҙ һалғандай, ифрат зитҡа тейҙе. Минең атай әҙерәк эсештерә ине, әммә эшкә сыҡмай, йә һуғышып, кеше менән талашып, беҙҙең йөҙҙө йыртып йөрөмәне. Йыуаш ине. Әсәйем дә баҫалҡы, эшсән кеше булды. Майға туйып һикермәһәк тә, ул тиклем бөлгөнлөктә лә йәшәмәнек, башҡа бик күптәр кеүек бер тигеҙ күрендек. Аяҡтарымды көскә һөйрәп ҡайтып ингәс, йөҙөм ҡасҡанға әсәйем хафаланып, ни булды, тип һораны. Алдай алманым, нисек булған - түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Армияға оҙатҡанда Илсаф менән эш боҙғанды әйттем дә ҡуйҙым инде. Апаһының да һүҙҙәрен йәшермәнем. Әсәйем аһ та уһ килде, инде нишләргә, ай-вай, тип иланы: “Ниңә генә намыҫыңды һаҡламаның?!” Илашып ултырғанда, әсәйем майға ут һирпте: “Ауырға ҡалһаң?!.” Үҙе шунда уҡ йөрәгенә тотондо. Уның ҡурҡыуын күреп, мин бөтөнләй бөгөлөп төштөм. Ике алйот. Шунан әсәйем йәшле күҙҙәре менән эсемә шикле генә ҡарап, былай буйыңда булғанға оҡшамай, тигән булды. Ҡайҙан булһын инде?! Булһа, күптән булыр ине. Илсафтың армияға китеүенә ун бер ай үткән бит инде! Ике ауыл һиңмайы... Ярай, әсәйем өс класс белем менән тороп ҡалған, мин һуң урта белемле, училищела уҡып йөрөгән кеше лә баһа!
Әсәйем, ауылға ҡайтып, кеше күҙенә күренеп йөрөмә, барыһы ла белһә, ояты ни тора, тип ғауғалап, миңә өйгә ҡайтырға рөхсәт итмәне. Ялдарҙы ятаҡта зарығып үткәрҙем. Илсафҡа яҙған һуңғы хаттарым кире әйләнеп ҡайтты...
Дүрт айҙан мин ҡала егетенә кейәүгә сыҡтым. Ҡала егете, тигәс тә, әллә ни фырт та түгел: заводта эшләгән тыйнаҡ ҡына Барис ябай эшсе ғаиләнән. Осраҡлы ғына танышып, күп тә йөрөмәй өйләнештек. Туйҙа, Баристың һөйөүе икебеҙгә лә етер, етмәһә, кеше яратыуһыҙ ҙа йәшәй, тип үҙемде алдап, йөрәкте усҡа ҡыҫып ултырҙым - Илсафтың һыны күҙ алдынан китмәне. Һөйөүем нәфрәт ҡатыш ине.
Өйләнгәс тә, Барис менән сит тарафтарға оҙон аҡса артынан сығып киттек. Бер-ике йыл эшләрбеҙ ҙә, тыуған яҡҡа ҡайтырбыҙ, тип ниәтләһәк тә, аҙаҡ балалар тыуҙы, фатир алдыҡ. Ике тиҫтә йылдан һуң ғына республикаға ҡайтып төпләндек, шөкөр. Ауылға ҡайтырға былай ҙа ашҡынып торманым, ата-әсәйем бер-бер артлы мәңгелеккә күскәс, бөтөнләй аяҡ тартманы. Илсаф йөрәгемдә йәшәһә лә, уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманым, нәфрәтем һөйөүгә тиң көслө ине. Өндә уны асыуланып иҫкә алһам да, төшөмә инһә, йылмайып уяндым гелән... Донъя мәшәҡәттәренә сумып, ғүмерҙең үткәне лә һиҙелмәне. Ситтән ҡарағанда ғаиләбеҙ өлгөлө, ирем менән көңгөр-ҡаңғыр йәшәйбеҙ шунда. Тик эс боша! Ул эштән ҡайта ла, ашап алғас, телевизорына ҡаплана. Телейәшник ҡаршыһындағы креслоһында хырылдап йоҡлап китә. Диванға ултырһа, исмаһам, барып ҡуйынына һыйыныр инем, тигән уйҙарым тора-бара юҡҡа сыҡты... Сөкөрләшеп һөйләшеп ултырырға серҙәр берекмәй – балаларҙан башҡа уртаҡ бер ни ҙә юҡ. Дөрләп янып йәшәге килә, тик Барис менән төтәргә генә эшкинәбеҙ. Уны ғәйепләй ҙә алмайым, ҡарамаҡҡа һәйбәт ир бит: эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәй, эш хаҡын тулайым ҡулыма тоттора, тыныс, бөхтә. Тик мыштым һәм туңыраҡ! Бер күңел кисерешен аңламаҫһың, белмәҫһең, тоймаҫһың. Нимәнелер һораһаң, ҡыҫҡа ғына яуаплай ҙа йәнә шыма. Ҡунаҡҡа йөрөргә яратмай, үҙе лә ҡунаҡ килгәнде яратмай. Йәшәй торғас, ә нишләп, уның һөйөүе икебеҙгә лә етер, тип өмөтләндем әле ул, Барис бит миңә бер тапҡыр ҙа “яратам” тип әйтмәне, иренемде лә туйҙа ғына арлы-бирле үпте лә вәссәләм, тигән уйға килдем. Ул мине яратмай, тигән асыштан йәнемдең әсенеүе... Башҡаса түҙер әмәлем ҡалмағас, артабан нисек йәшәргә, әллә айырылышырға ла ҡуйырғамы, тигән ауыр уйҙар шауҡымында йәшәп ятҡанда, өлкән улыбыҙ ҡайтып һөйөнсө алды: “Мин өйләнәм!” Ҡыҙын таныштырырға килтерҙе.
Буласаҡ киленем Нәфисә килеп инеү менән, уны үҙ баламды ҡаршылағандай ҡаршы алдым. Тәү күреүҙән бына йөрәгемә ятты ла ҡуйҙы. Шул тиклем оҡшаны. Исеме лә күңелгә яҡын, сөнки минең дә мулла ҡушҡан исемем шулай. Бер-береһенән күҙен ала алмай, пар күгәрсендәр кеүек гөр-гөр килгән улым менән Нәфисәгә ҡарап, күңелем тулышты. Ваннаға инеп, түгелеп-түгелеп иланым. Шешенеп килеп сыҡҡас, улымдың шомдан күҙе ҡарайып китте. Уны ҡосаҡлап: “Шатлыҡтан илайым, балам, - тип тынысландыра һалдым. - Ал, улым! Бер-берегеҙ өсөн генә яратылғанһығыҙ бит һеҙ!”
Миңә һирпелеп ҡараған, һүҙ ҡушҡан һайын биттәре алланған оялсан, тәрбиәле, инсафлы ҡыҙ баланан туған-тыумасаһы, зат-зәүере хаҡында төбәшеүе ҡыйыныраҡҡа төштө. Тәғәм ризыҡ ҡапмай, сәйен дә эсер-эсмәҫ ултырған Нәфисәнең беҙҙән алыҫ урынлашҡан район үҙәгенән булыуы, колледжда уҡыуы билдәле булды. Юғары уҡыу йортонда белем алған улымдан дүрт йәшкә кесе икән. Ата-әсәһе иҫәндәр, тик атаһының һаулығы шәптән түгел – Афғанстанда алған яралары сәләмәтлеген ҡаҡшата. Ғаиләләрендә тағы ике ир бала бар. Ата-әсәйеңде иҫкәрт, иртәгә һине һоратырға барабыҙ, тип буласаҡ киленемде һаҡ ҡына ҡосаҡлап, улым менән икеһенә ике ерҙә урын йәйеп, шкафтан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға бүләктәр алып әҙерләп, эстән генә ниндәй күстәнәстәр алырымды барлап, бәхетле йылмайып йоҡоға талдым. Рәхәт ине миңә. Төшөмдә Илсаф менән гөр-гөр килдек. Хас та улым менән Нәфисә кеүек...
Икенсе көндө иртә менән йыйынып, ҡыҙ һоратырға юлландыҡ.
(Дауамы бар).
Баныу Ҡаһарманова.
* - исемдәр үҙгәртелде.