Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Ноябрь 2024, 15:51

Өфө – Донбасс араһы – бараһы ла, бараһы

***

Беләһегеҙме, ни өсөн МХО биләмәһенә барып ҡайтҡан кешеләрҙең күңеле ҡабат шунда тартыла? Мин дә белмәйем. Әммә тәүҙә гуманитар ярҙам алып барып йөрөгән егеттәрҙең, командировкала булып ҡайтҡан журналистарҙың, контракт төҙөп, МХО биләмәһенә юлланғанына күп миҫал килтерергә була. Әле бәйән ителәсәк яҙмала ла улар хаҡында һөйләрбеҙ. Һәр хәлдә, былтырғы командировканан һуң мотлаҡ тағы ла егеттәр менән осрашырға, уларҙың артабанғы яҙмышын белергә тигән теләк һәр саҡ булды һәм ул артабан да көсәйәсәк кенә.

Тәүге көн

Шуға күрә, инде бишенсегә егеттәр янына барған БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтан тәҡдим булғас, һис икелән­мәйенсә, юлға сығырға ҡарар иттем. Юлдаштарыбыҙ – “Баш­­ҡортостан Республикаһы” нәш­риәт йортоноң медиа-ди­рек­торы Ринат Шәйбәков, “Рес­публика мәғлүмәт үҙәге” ди­ректоры, ҡустым Айнур Дәү­ләтбәков менән бергә 10 көндән ашыу дауам итәсәк коман­ди­ровкаға октябрь айы­ның һуңғы көндәрендә юл­ландыҡ.
Башҡортостанда инде ҡар булып, ҡыш үҙенең яҡын­лашып тороуын һиҙҙерһә, беҙ юлланған яҡта көҙҙөң иң матур сағы ине. Халыҡтың ял мәле түгел, шуға күрә юлдарҙа автомобилдәр әллә ни күп осрамай. Тик Луганск Халыҡ Республика­һының сиген үт­кәнсе оҙаҡ ҡына торорға тура килде. Йәкшәмбе булғас, ха­лыҡтың бик күп ҡайтыуы менән аңлаттылар быны. 
Паспорт контролен үткәндә беҙҙе тикшереүсе мөләйем ҡатындың: “О-о-о, Башҡортос­танданмы ни, минең унда булғаным бар, ял иттем, бик матур яҡтар!” – тиеүе беҙҙең күңелде күтәреп ебәрҙе. 
Сиктә башланған машиналар ағымы беҙҙе Красный Луч ҡалаһына тиклем барып ет­кәнсе оҙатты. Был юлы инде ауыр йөк автомобилдәре ҡар­шыға күп осраны. Һалдатта­рыбыҙҙы ҡай­ҙалыр күсергән­дәрен аңлауы ҡыйын түгел ине.
Беҙҙекеләрҙең бында йыш булыуын гәзит-журналдарҙан уҡып беләбеҙ инде. Ә бына БР мәҙәниәт министры вазифа­һын башҡарыусы Әминә Ша­фи­ҡо­ваны, уның урынбаҫары Илнур Мөхйәновты ҡунаҡ­ханала ос­ратырбыҙ тип ба­шыбыҙға ла индермәнек. 
Баҡтиһәң, Әминә Ивний ҡыҙы тәүгә ошо яҡтарға ки­лергә ҡарар иткән икән. Улар беҙҙән дә һуңыраҡ ҡунаҡханаға килеп, бер нисә егет менән осрашып, һөйләшеп ултыр­ҙылар. Таң менән юлға сыҡҡан ваҡыт­тарында ғына мәҙәниәт ми­нистры вазифаһын башҡа­рыусының Сибай концерт берләшмәһенән килеп бурысын үтәгән егеттәребеҙ, атап әйткәндә, Сибай мәҙәниәт колледжы ди­ректоры Замир Йәнтүрин менән осрашҡанын белеп, телһеҙ ҡалдыҡ. Бына бит, нин­дәй шәп материалды ҡулдан ысҡын­дырғанбыҙ! Гәзит уҡыу­сылар Сибай егеттәренең йырлашып автобуста китеп барғанын иҫләйҙер әле. Тап бына шунда баянда һыҙҙыра ине лә Замир. Йәл, иркенләп һөйләшеп бул­маны. Теле­фон­дар менән ал­машҡан арала беҙ егеттә­ре­беҙҙең Луганск ҡала­һында урынлашҡанын, “Рубин йондо­ҙо” фронт бригадаһы соста­вында яугирҙар алдында кон­церт номерҙары менән сығыш яһағандарын белеп өлгөрәбеҙ. 
Әминә Шафиҡова юлдаш­тары менән Башҡортостан яугир­ҙарына мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре әҙерләгән гума­нитар ярҙамды тапшырып, инде Луганск Халыҡ Республикаһында буласаҡ ос­рашыуҙарға юлланды, ә беҙ иһә РФ Оборона министрлығының матбуғат хеҙмәте вәкиллеге урынлашҡан Донецк ҡалаһына ҡуҙғалабыҙ.
Юл ыңғайы республиканан килтерелгән гуманитар ярҙам тупланған базаға һуғылдыҡ. Электән таныш “Мираж”, “Сол­тан”, “Лесник” позывнойлы яугирҙарҙың береһе лә юҡ, улар төрлө йүнәлештә урынлашҡан башҡорт полктары буйлап по­сылка таратырға сығып кит­кәйне. Ярай әле Вәдүттең яҡшы танышы “Шаман” бында. Беҙ­ҙең, Шайморатов батальо­нына барырға, тигән теләгебеҙҙе шунда уҡ кире ҡаҡты. “Егеттәр, дошман һуңғы ваҡытта ныҡ әүҙемлек күрһәтә. Улар хәҙер дрондарҙың ниндәйен генә файҙаланмай. Мәҫәлән, бер төрө осоп килеп, ерҙә урынлаша ла, үҙ сиратын көтөп, тыныс ҡына ята. Кәрәк саҡта тиҙ генә һауаға күтәрелә һәм беҙҙең авто­мо­билдәргә һөжүм итә. Кисә генә шундай ике осраҡ булды. Юҡ, һеҙҙең өсөн яуаплылыҡты ала алмайым”, – тигәс, сәфәребеҙ­ҙең бер планына нөктә ҡу­йылды. Йәл. Яҙған булһа, тағы ос­ра­шырбыҙ әле шаймора­товсылар менән.
Командировка ваҡытында үҙебеҙҙе тәртипле тоторбоҙ, махсус хәрби операция билә­мәһендә һәр кемде һағалаған ҡурҡыныс хәлдәр менән та­нышбыҙ, тигән инструктаж үтеп, шуны ҡултамғабыҙ менән раҫ­лап сығыуыбыҙға беҙҙе башҡорт полкында хеҙмәт иткән Ҡыр­мыҫҡалы егеттәре көтөп тора ине. Уларға Ринат Шәйбәков әҙерләгән Ҡарлыман ҡуйыр­тылған һөтөн, яҡташтары төр­гән сәйҙе тапшырғас, һөй­лә­шеүҙе башлап ебәрҙек. “Роджер” позывнойлы Радомир атлы егет Прибельский ауылынан. Граж­данкала Иркутск өлкәһендә вахта ысулы менән эшләгән. 2022 йылда мобилизацияға эләгә. Оҙаҡламай яратҡан кә­ләше янына, ялға йыйына. Ярты йыл һайын отпуск биреп то­ралар, ти ул. Радомир бөгөн яуҙа иң кәрәкле өлкәлә хеҙмәт итә. Ни тиһәң дә, был операцияла осҡостар ҙур роль уйнай. “Тәүҙә беҙҙең әҙер булмауыбыҙ ныҡ һиҙелә ине. Дрондар бөтөнләй булманы. Хәҙер, шөкөр, раз­ведчик осҡостар ҙа, һөжүм итергә көйләнгәндәре лә етер­лек. Гуманитар ярҙам менән дә ебәреп торалар. Полигонда күп нәмәгә өйрәндек. Бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Алғы һыҙыҡта уҡ булмайбыҙ, икенсе эшелонда штурмовик­тарға ярҙам итәбеҙ. Унда көнө-төнө уяу булырға, алмашлап дежур итергә тура килә. Шулай, бер төркөм егетебеҙгә ял бирҙек. Тик дошман разведкаһы беҙҙең ҡайҙа урынлашҡанды асыҡ­лаған булып сыҡты. Йоҡлап ятҡан яугирҙарыбыҙҙың бүлмә­һенә дрон һөжүм итә һәм янғын башлана. Әле уянып та етмәгән егеттәр мөғжизә менән генә иҫән ҡалды”, – тип һөйләй Радомир. 

Әйткәндәй, ул Суворов ми­ҙалы менән бүләкләнгән. Үҙе хаҡында ни тиклем белергә тырышһам да, артығын һөйләтә алманым. Ни хәл итәһең, шун­дай инде беҙҙең Башҡор­тостан егеттәре.

Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ.
Автор һәм Ринат ШӘЙБӘКОВ фотолары.
(Дауамы бар).     

Өфө – Донбасс араһы – бараһы ла бараһы (Икенсе өлөш)

“Депутат Локотченко юғалған”
Ноябрь башында ошо хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды. Осраҡлымы-түгелме, тап Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко хеҙмәт иткән батальонда булырға тура килде. Беҙ барғанда ул башҡа яугирҙар менән Курск өлкәһен азат итеү операцияһына юлланғайны. Шөкөр, ул һәм депутат ярҙамсыһы Рудольф Байымов имен-аман табылған.


Улар хеҙмәт иткән “Пят­нашка” ин­тернациональ бригадаһында Баш­ҡортостандан да яугирҙар бик күп. Егеттәрҙең ашха­наһында “Ислам” позывнойлы инструктор менән әңгәмә­ләшәбеҙ. Бындағы кәштәләрҙә теҙелеп ултырған салат, быҡ­тырылған ит һәм башҡа тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ тулты­рылған банкаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Гуманитар ярҙаммы, тигән һорауға, эйе, гуманитар ярҙам да, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ ярҙам итә, тип яуаплай “Ислам”. Алдан уҡ шуны билдәләге килә – аш­ханала егеттәр үҙҙәре бешерә, кем ҡасан теләй, шул ваҡытта инеп ашай. Беҙ ҙә ауыҙ иттек һалдат ашынан – бик тәмле бешергәндәр.
“Ярты йыл элек кенә урындағы халыҡ бик аҙ ине, – тип һөйләй “Ислам”. – Бөгөн, Аллаға шөкөр, улар күбәйҙе. Тимәк, тормош тыныслана бара. Махсус хәрби операция кем өсөндөр ҡан-ҡойош, ә кем өсөндөр – бизнес. Урындағылар аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, яңыраҡ автоматыма ҡайыш алырға кәрәк булды. 5000 һум тора. Ә яҙҙырып алһаң, 1300 һум. Тик уның ҡасан килгәнен көтөп тораһыңмы ни? Йәки һәйбәтерәк салбар алам тиһәң, 15 мең һумыңды сығарырға тура килә. Ярай әле, ярҙам итергә әҙер торғандар ҙа күп. Ашығыс булмаған әйбер­ҙәрҙе күмәртәләп заказ биреп алабыҙ.
Беҙҙең бригада күп милләтле. Бына, был “Хирург” позыв­нойлы яугир –  үзбәк. Әммә эш милләттә түгел. Иң тәүге сиратта яугирҙар дуҫ булырға, бер-береһен аңларға тейеш. бер нисә көндән һине, яралыны, тап ошо ип­тәштәрҙең яу яланынан алып сығыуы мөмкин. Тыныс тормошта кешеләр 30-лап йыл күрше йәшәп тә аралашмаҫҡа мөмкин. Бында улай түгел. Бер ай хеҙмәт иткәндән һуң яугирҙар шул хәтлем бер-береһен аңлай башлай. Һәм был дуҫлыҡ мотлаҡ киләсәктә лә дауам итәсәк. Бына яңыраҡ ҡына булған хәл. “Башкир” позывнойлы яугир штурм ваҡытында яраланды. 
– “Башкир”, һине кем алып сыҡты яу яланынан? (Беҙҙең менән бергә яу­гирҙар ҙа ултыра, шуға һөйләшеү йәнле бара) 
“Башкир”: 
– “Абак”, “Москва”.
– Ҡасан таныштың улар менән?
– Ай ярым элек. Ысынлап та, ошо арауыҡта беҙ туғандар кеүек булып киттек.
Беҙ көн һайын иртәнге наряд ва­ҡытында тәү сиратта яугир­ҙарҙың хәлен беләбеҙ. Әгәр проблемаһы бар икән, уртаға һалып һөйләшәбеҙ, хәл итеү юлын эҙләйбеҙ. 
Физик әҙерлеккә күп иғтибар би­рәбеҙ. Бында барыһы ла тигеҙ – тыныс тор­мошта һин депутат бул­ғанһыңмы, төрмә началь­нигы йәки тотҡонмо – ул хаҡта онот. Һәм яугирҙар шуны аңлай, аҡтыҡ көсөн һалып булһа ла физик әҙерлеген нығыта. Һәр кемебеҙ белә – артта ҡалһа, иптәштәре барыбер ташлап китмәй, уны күтәреп булһа ла алып барасаҡ. Ә кемдең имгәк булғыһы килһен? Кисә, мәҫәлән, яңы хеҙмәткә алынған иптәшебеҙ менән 8 саҡрым йүгерҙеләр. Теге иптәш өндәшмәй генә марш-бросокты үтте. Әммә аҙаҡ аяҡ кейемен сискәс, уның аяғының ҡанға батҡанын күреп, ап­тыраныҡ.
Ғөмүмән, физик яҡтан әҙер­леге насар булғандар йә эскеселәр беҙҙең арала оҙаҡ тотҡарланмай. Дуҫ, татыу булған­ға ла күп осраҡта һөжүмгә ба­рып, юғалтыуһыҙ тиерлек сы­ғабыҙ. Хатта беҙҙең яугир­ҙарҙы, иҫәр, тип тә атайҙар. Ә беҙ үпкәләмәйбеҙ. Әйҙә, көнләш­һендәр”.
Бик ҡыҙыҡ һөйләшеү килеп сыҡты “Ислам” менән. Беҙ уның менән кү­решкәндә батальон командиры бер үк ваҡытта инструктор булып хеҙмәт итә ине. Кире ҡайтҡанда тағы туҡтағайныҡ, яңы командир тәғәйенләгәндәр. Махсус хәрби операция биләмәһендә тормош шул тиклем тиҙ үҙгәрә. Ә бында, тыныс тормошта, беҙгә МХО-ға арналған материалдар буйынса ике аҙна алдан план төҙөргә ҡушалар. Аптырарһың...

“Интернатскийҙар”
бергә йыйылғанда

Тормош тигәнең ҡыҙыҡ инде ул. Нисәмә йыл Өфөлә йәшәп тә, күптән күрешмәгән таныштар менән Донбасс ерендә күп осрашырға яҙҙы. Улар хаҡында киләһе һандарҙа яҙырбыҙ әле. Ә был батальонда Рәми Ғарипов исе­мендәге башҡорт республика гимназия-интернатының дүрт(!) сығарылыш уҡыусыһы бергә осрашыр тип кем уйлаһын? 
“Космос” позывнойлы яугир Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәй. Гимназия-интернатты 2012 йылда тамамлаған, артабан уҡыуын Мәскәү финанс университетының Өфө филиалында дауам итә. Тик беренсе курстан һуң әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтырға тигән ҡарарға килә. Һауа-десант ғәскәрендә ике йыл һалдат һурпаһы һемерә, шул арала 2014 йылда был яҡтарҙа булырға, “Хәрби ба­тыр­лығы өсөн” миҙалына лайыҡ булырға өлгөрә. Әрменән һуң ҡабат уҡып тормай, атаһы менән Себер яҡтарында эшләй. 10 йылдан һуң был яҡтарға ҡабат килергә тура килә.
“Ни эшләп контракт төҙөргә бул­дыммы? Егеттәргә ярҙам кәрәккәндә, өйҙә ята алмайым бит инде. Ата-әсәйем минең ҡарарыма ҡаршы килмәне. Атайым бәләкәй саҡтан беҙҙе ысын ир итеп тәрбиәләне. Уға рәхмәтем сикһеҙ. Шулай уҡ гимназия минең өсөн оло тормош мәктәбе булды. “Йәшлек” гәзите аша беҙҙе уҡытҡан уҡы­тыу­сыларға, директорым Әлфир Сулпан улы Ғайсинға, тәрбиәселәргә оло рәхмәтемде еткерер инем.  Унда белем алғандар әрмелә лә, тормошта ла юғалып ҡалмай”, – тип сәләмдәрен еткерҙе “Космос”. 
Шундай мөләйем, гел йылмайып торған, оптимист егеттәргә ҡарайһың да, һоҡланаһың. Әсәйҙәренең, туғанда­ры­ның доғаһы һаҡлаһын инде уларҙы.

“Ағай, һине ҡайҙалыр күр­гәнем бар бит”, – тине “Кос­мос” осрашҡанда. Миңә лә ул шул хәтле таныш кеүек кү­ренде. Һуңынан уның әйт­кәндәрен иҫләп йөрөй торғас, үҙемдең ҡыҙымдың да гим­назияны 2012 йылда та­мам­лағаны иҫкә төштө. Уға яу­гирҙың фотоһын һалам. Әгәр Сәлимйәнов булһа, минең класташым, сығары­лыш ки­сәһендә бергә вальс бейе­гәйнек. Әле бик үҙгәргән, был фотонан танып та бул­май”, – тигән яуап килде. Ғәҙәттә, яугирҙарҙың позыв­нойы бу­йынса аралашҡас, исем-фа­милияларын бик төп­сөнөп тормайбыҙ. Шуға күрә аҙаҡ асыҡларға тура килде. Ысын­лап та, “Космос” Сәлим­йәнов булып сыҡты. Үәт, донъя! Ер шары шул хәтле ҙур. Һәм шул хәтле бәләкәй икән.  


Артур Дәүләтбәков. 

Автор фотоһы.   
 

Икенсе көн

Тип яҙып ҡуйҙым да ул. Тик әле беренсе көнөбөҙ ҙә тамамланмаған бит әле. Тәүге командировкала Луганск Халыҡ Рес­публикаһында ғына булғас, юл мәшәҡәте бигүк һиҙелмәгән кеүек ине. Ә был юлы Запорожье яғына юлланабыҙ. Ара бик алыҫ. Ике тапҡырға тиклем күберәк юл үтеп, планлаштырған нөктәгә төндә генә барып етәбеҙ.
Инструктаж үткәргәндә үк, блок-постарҙы фотоға, видеоға төшөрмәҫкә, тигәйнеләр. Әлбиттә, был күрһәтмәне теүәл үтәнек. Тик бына ҡараңғы төшөр алдынан бер поста видеотеркәгескә бәйләнделәр бит әй. Артыҡ бәхәсләшмәй генә флешканы сығарып тотторабыҙ. Быны нимә өсөн яҙаммы? Бынан һуң да ул яҡҡа юлланыусылар булыр, беҙҙең хатаны ҡабатламаһындар ине, тим. Ни тиһәң дә, блок-постарҙа баштан-аяҡ ҡоралланған яугирҙар тора, улар менән бәхәсләшеүе урынһыҙ. Былай бер ерҙә лә артыҡ бәйләнмәнеләр. Егеттәргә гу­манитар ярҙам алып барабыҙ, тиһәң, ҡараштары үҙгәрә. Багажникты астырып ҡарайҙар шулай ҙа. Береһендә, сәй эсерһегеҙ, күстәнәс, тип, ҡуйыртылған һөт бирмәксе булғайныҡ, уны ла алманылар, хеҙмәт иткән яугирҙарға кәрәгерәк бит, тинеләр.
Шулай итеп, Каховка һыуһаҡлағысы тирәһенә килеп еттек. «Бына бында дошмандарҙың иң яҡын торған урыны, ошонда йыш ҡына һөжүм ойошторола», –  тип таныштырып бара Вәдүт дуҫ. Ул ни, был яҡтарҙа күптән үҙ кешегә әйләнеп бөткән. Барыһын да белә, уны ла беләләр. Ышаныслы кеше менән йөрөгәс, беҙгә рәхәт.
Тап ошо тирәлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, эшҡыуар Тимерғәле Ураҙғоловтың автомобиленә дрон һөжүм итә. Шуны билдәләргә кәрәк – Ти­мер­ғәлене яугирҙар араһында белмәгән кеше юҡ. Ул хатта, контракт төҙөп киләм, тип планлаштырған булған, тик егеттәр ҡаршы сыҡҡан. Гуманитар йөк алып килеүеңдән файҙа күберәк, һин булмаһаң, кем йөрөр, тип саҡ өгөтләнек, тиҙәр. Һәм социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеп баралар, Тимерғәленең яраланыуы хаҡында хәбәр сыҡҡас, ҡайһы бер әсе теллеләрҙең кире комментарий яҙғанына асыуҙары килә, уның кеүек булһындар әле, тиҙәр. 
Бөгөн беҙҙе Марат Зөлҡәрнәев – “Музей” ҡаршы алырға тейеш. Ярай әле, насар булһа ла, бәйләнеш бар, тик телефондарҙы оҙаҡҡа тоҡандырмайбыҙ, шунда уҡ һүндереү яғын ҡарайбыҙ. Сөнки, дошман Рәсәй сим-карталары күп тупланған автомобилдәрҙе эҙәрлекләй, тип алдан әйтеп ҡуйғайнылар.
Ҡасан килеп еткәнсе ҡараңғы ла төштө. Бында көндөң төнгә күсеү ваҡыты шул хәтле ҡыҫҡа. Әле генә яп-яҡты булып тора ла, һиҙмәй ҙә ҡалаһың, шунда уҡ шомло ҡараңғылыҡ сорнап ала. Осрашыу урыны тип килешелгән зәңгәр кафены таба алмай бер булдыҡ. Сөнки бер ҡайҙа ла ут янмай. Ауыл урамы буйлап үтәбеҙ. Машинаның асыҡ тәҙрәһе аша ара-тирә эт өргән тауыштар ғына ишетелә. Шулай ҙа урамда бер-ике кеше тап булды әле ул. Юл буйында, ташландыҡ йорт, тип үтеп киткән бина кафе булып сыҡҡан икән. Оҙаҡ ҡына йөрөп, саҡ табыштыҡ “Музей” менән. Беҙ машинаның фарын, үҙебеҙҙәге кеүек, яҡтыртып йөрөгән булабыҙ. Ә бындағылар төндә фарҙы бөтөнләй тоҡандырмай йөрөй икән. Хәүефһеҙлек беренсе урында. Шулай итеп, төндә генә барып етә алдыҡ Мараттың “Берлога”­һына.
Тауға өңөп эшләнгән блиндаж эстән кирбес менән нығытылған. Оҙонлоғо 15 метрлап барҙыр. Шул арала ниндәй оҫтаһы төҙөп өлгөргән, тип уйлап та өлгөрмәнем, Марат асыҡлыҡ индерҙе. Баҡтиһәң, был урындағы халыҡтың ҡыш көнө умарта ултырта торған омшаннигы икән. Шуны егеттәр йәшәүгә ҡулайлаш­тырған. Электр уты үткән, бәйләнеш бар. Оҙаҡ ваҡыт бында батальондың штабы булған, хәҙер инде командир икенсе ергә күскән. Шуға күрә беҙгә йоҡларға урын мәсьәләһе тиҙ хәл ителде. 
“Одеял да юҡ бында, 
Юрғаны ла юҡ бында, 
Снарядтар шартлап тора, 
Һинең ҡайғың юҡ бында”, – тигән таҡмаҡ иҫкә төшә блиндаж хаҡында яҙғанда. 
Кемдең баҡсаһы бар, күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Йәйге өҫтәл, оҙон эскәмйә. Йыуыныу урыны, туалет тышта. Эргәлә генә емеш-еләк ағастары. Аяҡ аҫтында тупырлашып нимә ята тиһәм, әстерхан сәтләүеге булып сыҡты. Ошо йәшкә етеп, саҡ ул сәтләүектең ағаста нисек үҫеп өлгөргәнен күрергә яҙҙы.
Блиндаждан 100 метр ғына аҫта Каховка һыуһаҡлағысы башлана. Шартлатҡанға тиклем ул тулы һыулы булған, хәҙер яр сите етемһерәп ҡалғандай, күберәк һаҙлыҡты хәтерләтә.   
Арлы-бирле ҡапҡылап алғас, юлда арыған егеттәр шунда уҡ әүен баҙарына юлланды. Ә беҙ Марат менән, уларға ҡамасауламаҫ өсөн, тышҡа сығып ултырабыҙ. Әйткәндәй, Марат та Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназиһында белем алған. Быға тиклем бер ҙә яҡындан осрашҡаныбыҙ булмаһа ла, һөйләшер темалар күп ине.
– Тарихсы булараҡ, бында һиңә өй­рәнергә лә өйрәнергә инде, – тигән булам, – Моғайын, Миңлеғәле Шаймо­ратов етәкселегендәге Башҡорт атлы диви­зияның һуғышҡан урындарын йөрөп сыҡҡанһыңдыр инде?
– Юҡ, ҡайҙан? Батальонды ташлап китеп булмай ҙа инде, эш күп. Кем ебәрһен? Гуманитарка, тип берәй сәбәбен генә табып бармаһаң?
– Һинең тирмәң хаҡында күп кенә шаулағайнылар. Хәҙер ҡайҙа ул, күрергә булырмы икән?
– Юҡ инде ул тирмә. Тәүҙә мин ротала замполит инем. Беҙҙең бурыс – Дне­прорудный ҡалаһы зргәһендәге юлдарҙа блок-постар ойоштороу ине. Шунда Орлянка ауылы эргәһендәге блок-поста милли үҙенсәлекте күрһәтергә тип һөйләштек тә, тирмә ҡорҙоҡ. Аҙаҡ ул постың кәрәге ҡалманы. Мине лә икенсе ергә күсерҙеләр, шуға тирмәнең ар­табанғы яҙмышын белмәйем.
Әле Марат Зөлҡәрнәев – батальон замполиты. Эш бик мәшәҡәтле. Көн һайын батальонды урап сығырға, тәр­типте тикшерергә кәрәк. Һәр яугирҙың яҙмышы күпселектә замполитҡа бәй­ләнгәнен киноларҙан ҡарап беләбеҙ. 
Беҙ һыуһаҡлағыстың ярына яҡыныраҡ килдек.
– Ана, уттарҙы күрәһегеҙме? Унда дошман. Бынан 4 саҡрымда утрау бар, шунда килеп, беҙҙең позицияларҙы утҡа тоталар. Тәүҙәрәк бер  көндә 26 снаряд ебәрҙеләр. Егеттәр менән бер нәмәһеҙ ошонда ерҙә йоҡлап, блиндаждар ҡаҙып, урынлаштыҡ инде. Хәҙер, шөкөр, тип әйтә алам. Яугирҙар араһында оҫталар бик күп. Тырышалар. Бер блиндажда мунса эшләнеләр. Шәп! Эргәнән генә газ торбаһы үтә ине, шуға тоташтырып, газ ғына яғалар. Мунса һәр саҡ йылы тора. Йәки икенселәре блиндажға йылы иҙән түшәгән. Тыныс тормоштағы кеүек, ялҡауҙар бында ла бар, тик күмәк кеше араһында уларға ла ҡул һелтәп йөрөү эләкмәй.
Бөгөн төндә нисектер тыныс. Болотло булғанға шулайҙыр. Ямғыр яуһа, ял итеп ҡалабыҙ, сөнки дрондар осороу өсөн бик уңайлы мәл түгел. Егеттәр янына бараһың да, яр буйында ултырып тораһың. Шундай матурлыҡ! 
Ә бындағы ҡоштарҙы күрһәгеҙ! Һыу өҫтөн ҡаплап алалар. Ниндәйе генә юҡ! Аҡҡош, берҡаҙан, ҡауҙы, ҡыр ҡаҙҙары ғәләмәт күп!
Марат шундай хисләнеп һөйләй, хатта һыу өҫтөндәге ҡоштарҙы күргәндәй булдыҡ.
– Тормошҡа ҡарашым бөтөнләй үҙ­гәрҙе. Имен-аман ҡайтһам, шәмбе-йәкшәмбе эшкә сыҡмаясаҡмын, от­пускыны йыл да ваҡытында ала­саҡ­мын (көлә).   Һәр беребеҙ өсөн иң мөһиме, иң яҡыны – ғаилә, шуның ҡәҙерен белергә өйрәтте МХО. Күберәк ғаилә менән булып, балаларҙы ҡосаҡлап, яратып ҡына йәшәргә ине.
Элекке тормошом әкиәт һымаҡ ҡына үтеп киткәндәй. Ә хәҙер... Нисектер барыбер кеүек. Иң тәүҙә взвод командиры һәләк булды. Аҙағыраҡ – минең ко­мандир. Ошонда ҡосаҡлашып йөрөп, отпускыға бергә ҡайтҡан ике дуҫ егет баштарын һалды. Уларҙы юғалтыуҙы ныҡ ауыр кисерҙем. Ә хәҙер үҙемде яңғыҙ тоям. Шул уҡ ваҡытта кемделер яҡы­найтыуҙы уйламайым да. Миңә был торошом оҡшай. Хатта, водитель менән йөрө, тиһәләр ҙә, рулдә үҙем йөрөйөм. Тәүҙәрәк егеттәр менән, брат, тип яҡын аралаша инек. Тик уның да кире яғы бар. Шулай, рация аша дрон яҡынлашыуы хаҡында хәбәр иткәс, таныш яугирға, тиҙерәк блиндажға йәшен, тип ҡыс­ҡырҙым да машинала ҡуҙғалып киттем. Теге мине тыңламай, ултырып ҡалған. Ярты минуттан FPV-дрон мин торған урынға килеп шартлаған. Танышым ике аяҡһыҙ ҡалды.
Хәҙер инде егеттәр менән ҡәтғирәк һөйләшергә тура килә. Үпкәләһәң үпкәләйһең инде, тик миңә һинең иҫән булыуың мөһим, уның ҡарауы, туған­дарың мине ҡарғап ултырмаясаҡ, тим. Брат-сватлыҡҡа бында урын юҡ. Әйтелгән икән – эшләргә тейешһең. 
Һүгенергә лә өйрәндем. Үҙемдең ныҡ ҡаты күңелле кешегә әйләнгәнемде тоям, тик бында башҡаса булмай.
Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ “Музей” – Марат менән. Ятҡас та күҙгә йоҡо эленмәне. Ярты төн етте тигәндә,  тышта автомат тауыштары ишетелде. Әлбиттә, Марат, шунда уҡ тороп, егеттәр яғына йүгерҙе. Шулай, тегеләрҙең, тыныс ҡына ултырмағыҙ, эргәлә беҙ ҙә бар, тигән кеүегерәк автоматтан атыуына беҙҙе­келәрҙең яуап биргәнен тыңлай-тыңлай таңды саҡ аттырҙыҡ.

Артур Дәүләтбәков. 
Автор фотоһы.     

Икенсе көн

Төндө уяулы-йоҡоло үткәрһәк тә, иртә менән тороп, штабҡа юлландыҡ. Бында беҙҙе башҡорт полкы командирының “Ястреб” позывнойлы хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары, шулай уҡ “Болғар” позывнойлы полктың замполиты көтә ине.”Ястреб” үҙе бер легенда, тиергә була. Улы ла бында, Джанкой яғында хеҙмәттә, шулай уҡ кейәүе лә Луганск яғында хәрби бурысын үтәй.
“Ястреб” үҙе – профессиональ хәрби.  Әйткәндәй, уның игеҙәге лә бар. 10-сы класта уҡығанда Салауат районының хәрби комиссары хәрби училищеға барырға тәҡдим иткәс, уйға ҡала. Тик игеҙәге уны хупламай, 25 йыл буйы һалдат итеге кейеүҙән ҡурҡа. Шулай ҙа “Ястреб” хәрби булыу уйынан кире ҡайтмай. Тик әпәт ҡаршылыҡҡа осрай – танау ҡыуышлығында ниндәйҙер сир табылып, комиссия үтә алмай. Шунда комиссар, әйҙә, Ачинск хәрби-техник училищеһына аласаҡтар, тигәс, күп уйланып тормай, бәхетен һынап ҡарай һәм маҡсатына ирешә. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. 
Ул осорҙа тик Салауат районынан ғына училищеға биш егет уҡырға инә. Әммә дүртеһе, ауырлыҡтарға сыҙамайынса, уҡыуын ташлай. Тик “Ястреб” ҡына ал­дына ҡуйған маҡсатына ирешә. 
Артабан Украинала хеҙмәт итә, Төньяҡ Осетияла була. Пенсияға Һарытау өл­кәһенең Энгельс ҡалаһында хеҙмәт иткәндә сыға. Тағы контракт төҙөргә тәҡдим була, тик инде саҡ фатир, дача алып, тормоштоң рәхәтен күрә башлаған хәрбиҙең ятаҡ тормошона ҡайтҡыһы килмәй, баш тарта. Был арала инде ҡыҙына – 14, улына 8 йәш тулған була.
Тыуған яҡ үҙенә тарта бит, яйлап туған Салауат районына кире ҡайталар. Ярты йылдай милицияла эшләп ала. Тик хәрбиҙән тәртип һаҡлаусыға әүерелеүе генә ҡыйынға төшә. Һәр һөнәрҙең үҙенсәлеге бар, милиционер булыр өсөн йәштән шул һөнәргә уҡырға кәрәк икән, тигән фекергә килә.
Аҙаҡ мебель йыйыусы, “Янғантау” шифаханаһында автотуҡталҡа һаҡсыһы, төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе, спорт комплексы етәксеһе, шул уҡ ваҡытта Янғантауҙағы хоккей командаһының капитаны, шифахананың директор урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй.
2022 йылда илдә мобилизация башл­анғас, бронь тәҡдим итәләр. Ни тиһәң дә, шифахана БР Ер һәм мөлкәт ми­нистрлығына ҡарай. Тик, присяга биргән хәрби булараҡ, баш тарта. Иң тәүҙә тип әйтерлек уға шылтыраталар. Ул ваҡытта “Ястреб” Өфөлә командировкала була. Барыһын да тыныс ҡабул итә, кис Сулпанға ҡайтҡас, военкоматҡа барып повестка ала ла, иртәгәһенә юлға сығып та китә. Яңынан хәрби тормошҡа өйрәнеп китеүе ҡыйыныраҡ булды, ти, ни тиһәң дә 16 йыл буйы пенсияла булыу үҙен һиҙҙерә. Шулай ҙа әле бөтөнләй дары еҫен дә еҫкәмәгән йәштәр килешеү төҙөп килә бит. Улар менән сағыш­тыр­ғанда, әлбиттә, айырма – ер менән күк араһы. Шуға ла ошо йәштәрҙе төрлө ауыр хәлдә юғалып ҡалмаҫҡа әҙерләүҙе “Ястреб” үҙенең төп бурысы итеп ҡуя.
Полигонға барғансы юл оҙон. Төрлө темаға һөйләшеп барабыҙ. “Ястреб” әленән-әле телефонын ҡарап ала. Уның экранында – доға һүрәте. Аллаға ыша­наһығыҙмы, тигән һорауға, һәр яугирҙан тиерлек ишеткән яуап яңғырай. “Әлбиттә, ниндәйҙер юғары көс беҙҙе оҙатып йөрөй. Һәм ул барыбыҙҙы ла – мосолман бул­һынмы ул, христианмы, тигеҙ һаҡ­лай”.
Әле бындағы полкта яугирҙарҙың 89 проценты Башҡортостандан. Шуға ла командирҙар һәр һалдат өсөн яуап­лылыҡ тойоп хеҙмәт итә. Яңы килгән егеттәрҙе ҡаршы алып, хеҙмәт иткән еренә оҙатып ҡуйырға тырышалар. “Бай” позывнойын алған Радмир Байегетовты “Йәшлек”те уҡыусылар яҡшы белә. Тап уны ҡаршы алғанын мәрәкә итеп һөйләй “Ястреб”. “Позицияға барып та еттек, теге яҡтан “прилет” булды, – ти ул. – Кассеталы бомба килеп төштө. Шунда уҡ блиндажға йүгерҙек. Кемдеңдер итеге ятып ҡалған, ә яңы килгән “Бай” кроссовкаһын ҡал­дырып киткән. Бәхеткә, юғалтыу бул­маны. Хәҙер көлкө күренһә лә, ул саҡтағы кисерештәрҙе аңлайһығыҙҙыр. Беҙҙең полкта “Бай” позывнойлы бер генә яугир бар. Иң күп таралғандары – “Абзый”, “Дед”, “Батя”. “Музей” ҙа берәү генә. Икеһенә лә позывнойҙы мин ҡуштым”, – тип маҡ­танып та алды “Ястреб”. Ә үҙенең по­зывнойы элек авиацияла хеҙмәт итеүенә бәйләнгән.
“Запорожьелағы климат һаулыҡ өсөн бик шәп. Үҙебеҙҙә һалҡын тейеп йонсой торғайным. Ә бында ике йыл хеҙмәт итеү осоронда иң ныҡ һыуыҡ 15 градус булды. Хатта ҡатыным, әллә аҙаҡ шул яҡҡа күсенәбеҙме, тип ҡуя. Ҡайҙа инде, Башҡортостаныбыҙға еткән ер бармы һуң? “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, тип бушҡа әйт­мәгәндәр бит”. 
Бөгөн төндә штабта дежурҙа булған “Ястреб”тың арығаны күренеп тора. Каховка һыуһаҡлағысында һыу кәмегәс, теге яҡ ярҙан утрауҙарға килеп урын­лашмаһындар өсөн бик һаҡ булырға тура килә. Төндә лә әленән-әле ут асалар. Тегеләр ҙә йоҡлап ятмай. Шуға күрә бында оборонала торған яугирҙарыбыҙға бик ҙур бурыс ҡуйылған – нисек тә дошманды был яҡ ярға сығармаҫҡа. Һәм улар был бурысты намыҫ менән үтәй.
Был яҡтағы юлдарҙың торошо хаҡында ҡабатлап яҙып тормайым. Беҙ ултырған “УАЗ” да тиҙлеген кәметмәйенсә оса, тиһәң дә була. Былай йөрөүгә авто­мобилдәр сыҙамайҙыр, ҡасан ремонтлап өлгөрәһегеҙ, тигән һорауҙы бирмәйенсә түҙмәйбеҙ. “Әле машина яңы бит, ремонт кәрәкмәй. Форсаттан файҙаланып, “Ян­ғантау” шифаханаһы директоры Альфред Рәшит улы Аҡбашевҡа “Йәшлек” гәзите аша оло рәхмәтемде белдерер инем, –  ти “Ястреб”, – был яңы “УАЗ”ды шифахана бүләк итте. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, баш тартмай, тылда ла еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ғөмүмән, Башҡор­тостандан һәр ваҡыт ярҙам килеп тора. Был яугирҙарыбыҙға дәрт өҫтәй, тиҙҙән буласаҡ Еңеүгә ныҡлы ышаныс уята”.
Автомобиль, ысынлап та, шәп! Дрондар яҡынлау менән сигнал бирә һала. Шуға, хөрмәтле уҡыусылар, бөгөнгө көндә яугирҙарыбыҙ өсөн иң кәрәклеһен – дрондарға ҡаршы көрәш приборҙарын алып ебәрһәк, ҙур ярҙам булыр ине.

Артур Дәүләтбәков.

Автор фотолары.

“Тыл”

Бындағы хәрбиҙәрҙең бик ғорурланып һөйләгән урыны бар – ул “Тыл” тип атала. Яугирҙарға ял итеп, көс йыйыр өсөн төҙөлгән урын. Күҙ алдына ла килте­рерлек түгел – ҡола яланда ер аҫтына төшөп китәһең һәм тотош ҡаласыҡҡа барып эләгәһең. Саҡ ҡына тороп ҡал­дыңмы, аҙашып китереңде көт тә тор. Ниндәй генә бүлмә юҡ бында! Күҙ алдына килтерегеҙ әле – тотош “Икарус” автобусы төшөп ултырған. Уның эсендә кейем ремонтлау оҫтаханаһы урын­лашҡан. Йыуынам тиһәң, өс мунса бар. Кер йыуыу бүлмәһе. Бында тиҙ генә кейемеңде йыуып, шунда уҡ тиҙ арала киптереп алырға була. Икмәкханала яугирҙар үҙҙәре ике сменала тәүлек әйләнәһенә икмәк бешерә. Ысын. Хатта тәмләп ҡараныҡ. Полкта хеҙмәт иткәндәрҙе тулыһынса икмәк менән тәьмин итәләр. Ашхана. Кейем келәте, хәрби телдә әйткәндә, каптерка. Спорт залы. Дин юлында булғандарға намаҙ уҡыу бүлмәһе, мәсет тип йөрөтәләр. Христиан динен­дәһең икән, рәхим ит часовняға. Ял итеү бүлмәләре. Ер аҫтында булғас, уларҙы блиндаж тип атарғалыр инде. Медпункт. Бында килгәндәргә тәүге ярҙамды күрһәтер өсөн тағы бер нисә бүлмә бар. Төрлө сара, занятиелар үткәреү зал­дары. Хатта күберәк халыҡты һыйҙырыр өсөн тантана залын да күрергә тура килде. Һәм быларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһының ярҙамы менән төҙөлгән. Беҙҙең командировка осоронда яңы полк командиры тәғә­йенләнгәйне. Уның менән дә һөйләшеп ултырырға яҙҙы.Командир үҙе Ново­сибирск юғары команда училищеһын тамамлаған. Профессиональ хәрби. Подполковник. 
“Әле саҡ полк менән танышам, аңлап тораһығыҙ. Хеҙмәт итеү осоронда был хәтле гуманитар ярҙам оҙатҡандарын осратҡаным юҡ. Рәхмәт республика етәкселегенә! Беҙҙең төп бурыс – мөмкин тиклем күп яугирҙы еңеү менән тыуған яғына иҫән ҡайтарыу. 
Мөмкинлек булыу менән Башҡор­тостанды барып күрергә, етәкселек менән осрашырға тырышасаҡмын”, – тигән ниәтен дә еткерҙе ул. 
“Тыл”да яҡташтарыбыҙға орден-миҙалдар тапшырыу тантанаһында ла ҡатнаштыҡ. Яңы полк командиры тәүгә яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Ә беҙ яугирҙар менән танышабыҙ. «Монгол» позывнойлы яугир шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Ни өсөн «Монгол»? «Үҙем Асҡын районынан, Өфөлә йәшәйем, – ти ул. – Паспортым буйынса башҡорт, татар рухында тәрбиәләндем, тарихсылар нәҫел тамырым удмурттарға барып тоташҡан, ти. Шуға, аптырап, «Монгол» позывнойын алдым инде». Ә бына «Абзый» – Нуриман районының Байгилде ауылынан, ул да әле Өфөлә йәшәй, махсус хәрби операция башланғандан алып водитель булып хеҙмәт итә.
Шулай итеп, майор Илһам Нәжмиев, кесе сержант Алишер Бабаниязов, Александр Йөҙөкәев, ефрейтор Алмаз Шакиров, Александр Фатун – Жуков миҙалына, ефрейтор Наил Хөснөтдинов – «Батырлыҡ өсөн», рядовой Данис Хә­бибуллин – Суворов миҙалына, кесе сержант Виктор Колбинев, ефрейтор Юлай Әхмәтйәнов «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалына лайыҡ булды.

Бишбүләктән “Псих” нимә эшләй бында?

Позывнойым “Псих” тигәс, рәхәтләнеп көлөп алдыҡ тәүҙә. Флүр атлы уҙаман мобилизацияға эләгеп килә. Тыуған яғында төҙөлөш эштәре менән булған ғаилә башлығына һөнәре бында ла ҡамасауламай. Йортонда ҡатыны, улы көтә. Отпускыға ҡайтып тора. Ваҡыт һиҙелмәй генә үтә лә китә, ти ул. Көн һайын йә мәктәпкә, йә хакимиәткә осрашыуға саҡырып торалар. Ғаилә менән булыуға ваҡыт аҙ ҡала.
Барыһы ла имен булып, еңеп ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә барырға, тигән хыял менән йәшәй Флүр.

“Нига”ны военкоматҡа ер һөрөп йөрө­гәндә саҡыралар

Сираттағы танышыбыҙ – “Нига” ҡу­ша­матлы яугир Көйөргәҙе районының Мораптал ауылынан. “Киров” хужа­лы­ғында механизатор булып эшләй. Эш ваҡытында шылтыратып, мобилизация хаҡында хәбәр иткәс, барып повестка ала ла, артабан ер һөрөүен дауам итә әле.  Түбәнге Новгород ҡалаһында хеҙмәт иткәндә үҙләштергән сапер һөнәре бында ярап ҡала – Каховка һыуһаҡлағысының яр буйҙарын һаҡлау өсөн бик күп мина ҡуйырға кәрәк була.  
2022 йылдың декабрь айында “Нига” яралана. “Хаймарс” ракета уста­новкаһынан осоролған снарядтың шартлау тулҡыны 7 метрҙан ашыу араға күтәреп бәрә. Инстинкт буйынса окопҡа барып йығыла, ярай әле иптәштәре ваҡытында эва­куациялап өлгөрә. Ул ваҡытта дүрт егет яралана, ә берәүһе яҡты донъя менән хушлаша. 
Өс айҙан ашыу госпиталдәрҙә дауа­ланғандан һуң, хеҙмәт иткән часына кире ҡайта. Әле тәнендәге бомбаның ярсыҡ­тарын алып бөтмәгәндәр. Ошонда ирекһеҙҙән олатайҙарҙың ғүмер буйы тәнендә ҡалған снаряд ярсыҡтарынан ыҙаланып йәшәгәне иҫкә төшә. Шулай ҙа бөгөнгө медицина яугирҙарға ярҙамға килер, тип ышанғы килә. Ә уларҙың күбеһе, яралары уңалып бөтөр-бөт­мәҫтән, тағы яу яланына, иптәштәре янына ашыға. 
Ғаилә хәленә килгәндә, үкенескә күрә, ҡатыны менән юлдары айырыла. Бар ҡыуанысы – 12 йәшлек улы менән 4 йәшлек ҡыҙы. Улар менән мессенджер аша аралаша.
Тыуған яғы хаҡында беҙ белмәгән яңылыҡтарҙы белеүе менән аптыратты “Нига”. Шулай булмай ни, “Юшатыр” гәзитенең тоғро уҡыусыһы икән үҙе. Хатта баш мөхәррир Малик ағай Ильясов  менән йыш ҡына һөйләшеп торабыҙ, тине ул. 
Әйткәндәй, бер туған ағаһы ла контракт төҙөп, Донецк яғында хеҙмәт итә. “Нига” ның хыялы – тиҙерәк Еңеү көнөн яҡынайтып, тыуған ауылына ҡайтып, яратҡан ер эшенә тотоноу. Беҙ ҙә уның теләгенә ҡушылабыҙ. 

Артур Дәүләтбәков. 
Автор фотолары.

Өсөнсө көн

Өсөнсө көнөбөҙ иртә менән шомло башланды. Таң беленер-беленмәҫтән атыш тауыштарына уяндыҡ. Маратҡа рация аша хәбәр килеп тора. Баҡтиһәң, өс дошман дроны беҙҙең позициялар аша осоп үтергә маташҡан, егеттәр ваҡытында уларҙы бәреп төшөргән. Бөгөн беҙ яңы ғына тәғәйен­ләнгән икенсе батальондың командиры, шулай уҡ үҙебеҙҙең дрондар менән идара итеүсе яугирҙар менән осрашырға тейешбеҙ.
Тик пландарҙы бер туҡтауһыҙ үҙгәртергә тура килде. Тәүҙә Марат – “Музей” ойош­торған музей менән танышабыҙ. Бындағы экспонаттар көндән-көн тулылана. Уларҙы эҙләп йөрөргә лә кәрәкмәй. Мәҫәлән, кассеталы бомба. Ул боеприпастарҙы алып килеп еткерә, кассеталар төрлө яҡҡа һибелә, ә төп өлөшө тороп ҡала. Йәки окоптар ҡаҙғанда Икенсе донъя һуғышынан ҡалған немец трофейҙары бик күп табыла. Хатта ҡы­ҙылармеец һөлдәһенә лә юлығалар. Уны артабан исемен асыҡлар, еренә еткереп ерләр өсөн тейешле органдарға тапшыралар. 
Үҙебеҙҙең тыуған яҡта нәшер ителгән гәзит-журнал, китаптар, музыка ҡоралдары ла бар. Вәдүт дуҫ ҡумыҙҙа, мин ҡурайҙа уйнап та алдыҡ. Был хаҡтағы видео күптән социаль селтәрҙәргә таралды инде. Моға­йын, бөгөн музейға тапшырылған экспонаттар киләсәктә республикабыҙ өсөн һанап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә булыр.
Артабан ҡуҙғалабыҙ тип урамға сығы­уыбыҙ булды, рация аша тағы бер дошман квадрокоптерының осоуы хаҡында хәбәр иттеләр. Беҙгә тиҙ генә блиндажға йәше­нергә ҡуштылар. Ә егеттәр бындай тре­вогаға өйрәнеп бөткән, ағас аҫтына ышыҡланып, хәүеф янаған яҡты күҙәтә.
Блиндажға төшөүебеҙ бушҡа булманы. Үҙе музыкаға битараф булмаған Ринат Шәй­бәков шунда уҡ стенала эленеп торған гитараларға иғтибар итте. Беҙҙең бәхеткә, гитарасы ла блиндажда булып сыҡты. Шунда уҡ ике музыкант уйын ҡоралдарын көйләп, йырлап та ебәрҙе. Уның башҡарған йыры социаль селтәрҙәр аша уҡыусыларға таныштыр. 
Форсаттан файҙаланып, “Агент” позывнойлы яугир менән яҡындан танышабыҙ. Өфө егете булып сыҡты ул. Черниковка биҫтәһендә йәшәп, шунда автомобилдәрҙе ремонтлау менән шөғөлләнгән. Махсус хәрби операция башланғас, мобилизацияға эләккән дуҫтарына 10 тапҡыр гуманитар йөк алып килә. Хатта үҙе “Нива” автомобиле лә бүләк итә. Шулай йөрөй торғас, контракт төҙөп, бында ҡалырға ҡарар итә. Туғандары белмәй ҙә ҡала. Ҡатынына ла бында килгәс кенә хәбәр итә, юҡһа, ебәрмәҫ, тип уйлай. “Өйҙә ҡатыным, малайым көтә. Отпускыға ҡайтып килгәйнем, хәҙер инде икенсе балабыҙ тыуырға тейеш, – тип уйынлы-ысынлы серҙәре менән бүлешеп ташланы “Агент”. - Ә музыка – яратҡан шөғөлөм. Бәләкәй саҡта ағайҙарым инәлтеп кенә уйнарға өйрәтә ине, ә хәҙер инде үҙҙәре минән өйрәнәләр. Хәрби йырҙарҙы электән яратып башҡара торғайным. Улай гел гитара уйнап йәшәйҙәр, тип уйлай күрмәгеҙ. Ваҡыт етмәй. Әле бына һеҙ килә тигәс кенә аҙыраҡ буш ваҡыт эләкте”.
Ошонда күп тапҡыр гуманитар йөк алып килеп, артабан үҙе контракт төҙөгән “Бай” ҡушаматлы Радмир Байегетовты телгә алып үтмәү яҙыҡ булыр. Уның менән беҙ юлда барғанда, блок-пост янында осрашҡайныҡ. “Мине белгән барыһына ла күп сәләм! Хәлдәр һәйбәт, шөкөр. Һалдат тормошона өйрәндем инде, әллә ни ҡыйын булманы. Бик татыу, дуҫ взводҡа эләктем. Әле дошман ҡоштарынан һауаны һаҡлайбыҙ. Рәхмәт республика етәкселегенә, рәхмәт минең өсөн борсолоп көткән кәләшемә, ғаиләмә, туғандарыма. Һәр яҡтан ярҙамды тоябыҙ. Бөтәһе лә бар. Иң ҡыйын мәл ниндәй, тиһеңме? Балаларыма МХО биләмәһенә юлланыуым хаҡында хәбәр итеү булды. Ә инде контракт төҙөйөм тип ниәтләп, нимәлер көтөп йөрөгәндәргә һүҙем шул – Тыуған илебеҙ берәү. Беҙҙән башҡа уны берәү ҙә яҡламаясаҡ”, – тип тыуған яғына сәләмен еткерҙе “Бай”.

Дрондар – киләсәк ҡоралы 

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ булған “тура бәйләнеш” барышында FPV-дрон етештереү хаҡында ла бел­дергәйне.
– Двигателдәрҙе Өфөлә эшләйҙәр. Ай һайын 500-шәр дана ебәрәбеҙ, һәм беренсе сиратта "Башҡортостан" полкы, "шайморатовсылар", "доставаловсылар" һәм башҡа подразделениелар өсөн. Ғөмүмән, һуғыш һәр ваҡыт технологиялар, сәнәғәт үҫешенә хеҙмәт итә, һәм БПЛА тиҙҙән тормо­шо­боҙҙоң бер өлөшө буласаҡ, – тигәйне республика етәксеһе.
Уның һүҙҙәренең хаҡлығын МХО би­ләмәһендә булған һәр кем яҡшы аңлай. Бер йыл элек кенә беҙҙең батальондарҙа дрондарҙың етмәгәне ныҡ һиҙелһә, быйыл хәл ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Өс ай элек кенә батальон командиры итеп тәғәйенләнгән “Пилот” менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ. Шундай ҙур дәрәжәлә хеҙмәт иткәс, беҙ уны, хәрби училищела белем алғандыр, тип уйлағайныҡ. Юҡ икән. Командир Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамлаған. Уҡыуын артабан дауам итеп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға йыйынғанда, мобилизацияға эләгә. Хәйер, повестка килгәненә аптырамай, университетта хәрби кафедрала уҡып, офицер дәрәжәһе алған була. Тәүҙә взвод командиры итеп тәғә­йенләйҙәр, артабан рота командиры урын­баҫары була, штаб начальнигы вазифаһында ла хеҙмәт итә. Уға әле ни бары 26 йәш. Энергодар тирәһендә торған полктарҙағы иң йәш батальон командиры. Бына ошондай яҡташтарыбыҙҙың үҙебеҙҙең егеттәр менән идара итеүе барыбер күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Ни тиһәң дә, ситтән килтереп ҡуйылғандар барыбер үҙ кеше була алмай. 
“Хәрби училище тамамламаһам да, ике йыл хеҙмәт бик ҙур тәжрибә тупларға ярҙам итте, – тип һөйләй “Пилот”. – Төп бурысым – шәхси составты һаҡлау, тип иҫәпләйем. Ошо ике йылда күпте күрергә тура килде. Иң ауыры – иптәштәреңде юғалтыу. Һәм уларҙың туғандарының күҙенә ҡарау. Шуға күрә төрлө һаҡланыу сараһын күрәбеҙ. Позициялар әҙерлекле булырға тейеш. Бөгөн беҙгә бик оло эш йөкмәтелгән. Ни булһа ла дошманды Запорожье АЭС-на үткәрмәҫкә тейешбеҙ. Әле дошман унда йыш ҡына һөжүм ойоштора. Улар хатта үҙҙәренең милләттәштәре йәшәгән йорттарҙы ла аямай, утҡа тота. Был хаҡта донъя йәмә­ғәтселеге белә, МАГАТЭ ойошмаһы ла тикшереп тора, тик берәү ҙә саң ҡаҡмай. Шуныһы аптырата.”
Никита менән аралашҡан арала БПЛА операторҙары хатта  дронды осороп та күрһәтте. Өфө ҡалаһынан “Депутат” һәм “Липа” ҡушаматлы яугирҙар был өлкәлә апаруҡ тәжрибә туплаған. Бөгөн ундайҙар һәр хәрби часта иң кәрәклеләрҙән иҫәпләнә. Операторҙар артынан һунар бара, шуға ла улар бик йәшерен урындарҙан ғына дрон менән идара итә. Һәр кемгә эләкмәй улар менән осрашыу. “Әллә ниндәй хаҡҡа “Леопард” кеүек ҡоролмаларҙы алғансы, 1000 БПЛА булыуы күпме егетебеҙҙең ғүмерен һаҡларға ярҙам итер ине. Бындай дрондар бик тиҙ арала дошман позицияһына барып етеп, ҙур зыян яһай ала”, – тип артабан фекерҙәре менән бүлешә “Пилот”. 
Әйткәндәй, Рәсәй Оборона министр­лығының өр яңы ғәскәр – пилотһыҙ осоусы аппараттар ғәскәре, булдырыу ҡарары бушҡа түгел бит. Һәм үҙебеҙҙә пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы етештереүҙең яйға һалы­ны­уын иҫәпкә алғанда, дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ, иптәштәр, тип әйтке килә. 

 Артур Дәүләтбәков. 
Автор фотолары.

“Логопед”

“Ни эшләп бындай ҡушаматты алырға булдың?” – тип ҡыҙыҡһынабыҙ сират­тағы яугирҙан. “Һаҡаумын бит”, – тигән ихлас яуапты ишеткәс, барыбыҙ ҙа көлөп ебәрҙек. Бында йыш ҡына ҡушаматты һайлап алмайҙар, берәйһе шаяртыбыраҡ өндәшһә лә, йәбешергә генә тора.
“Логопед” үҙе Шишмә районының Алкино – 2 ҡасабаһынан. Мобилизация­ның тәүге тулҡынынан бында. Апаруҡ ваҡыт үтте, тәүҙә бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән аңлашылмаусанлыҡтар булһа, хәҙер инде бер ғаилә кеүекбеҙ, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, тип һөйләй ул. Эш туҡталмай, көн һайын яңыһын табып ҡына торалар. Яугирҙар өсөн иң көтөп алынғаны – мунса ингән көн. Аҙнаһына ике тапҡыр  блиндажда үҙҙәре ҡулайлаштырған мун­саға йө­рөйҙәр. Ә былай уйланып ул­тырырға ваҡыт юҡ, көндәрҙең нисек үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Отпускыға ваҡытында ҡайтып торалар. Быйыл тап шул ялдан килгәндән һуң, май айында тәүгә дрон бәреп төшөрә. Калашников автоматы менән. Шунан һуң башлана ла инде уның “ҡош”тарға һунары. Ноябрь айына тиклем 12(!) дрондың башына етә. Уға артабан РПК-ны ышанып тапшы­ралар. “Элегерәк коптерҙарҙың тауышын ғына ишетә торғайныҡ. Хәҙер тәьмин ителеш һәйбәт. FPV мониторы аша дрондарҙың ҡайҙан килгәнен күҙәтәбеҙ ҙә ҡаршы алабыҙ, – тип һөйләй “Логопед”. – Бында инде ныҡлы әҙерлек кәрәк. Сөнки йә һин уны, йә... Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ. Ваҡытында нығытмаға йә­шенеп тә өлгөрөргә тейешһең.
Ҡурҡыу тойғоһо, тиһегеҙме? Унһыҙ булмай. Тик тора-бара уныһы онотола. Дрон менән ҡапма-ҡаршы тороуҙан ҡанға андреналин йүгерә. Ғәҙәттә, 250 метр алыҫлыҡта бәреп төшөрөргә тура килә. Пулеметымда әллә ниндәй ҡим­мәтле прицел юҡ. 
Атайым ғүмер буйы хәрби хеҙмәттә булды, шуға ла Алкино – 2 ҡасабаһында йәшәнек. Автосервис асҡайныҡ. Граж­данкала шунда шиномонтажда, шулай уҡ һаҡ хеҙмәтендә эшләнем. Ғүмеремдә лә, атайымдың юлын дауам итермен, тип уйламағайным, яҙмыш үҙе шулай ҡуш­ҡандыр инде. Хәҙер өйрәндем”. 
Тағы ла шуныһы бар – отчет өсөн дрондың ниндәйҙер бер өлөшө тап­шырылырға тейеш, шунһыҙ иҫәпкә алмаясаҡтар. Бындағы шарттарҙа, шуны мин бәреп төшөрҙөм, тип осҡос эҙләүҙең ниндәй абсурд икәнен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Трофейың менән эшләү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә, сөнки теләһә ҡайһы ваҡытта унда ҡуйылған акку­муляторҙың да шартлау ҡурҡынысы бар. 
Осҡос “ҡош”тар көндән-көн яңыра. Әле ҡанаты пенопластан эшләнгән планерҙар ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Унда пуля пластик аша үтәнән-үтә сығып, әллә ни зыян килмәүе лә мөмкин. 

Таныштарҙы күреү –
оло ҡыуаныс

Артур Тапаҡов менән гәзит уҡыусы­ларыбыҙ ҙа таныш инде. Хеҙмәт юлын “Йәшлек” гәзитендә башлап, артабан төрлө гәзит-журнал редакцияһында эш­ләп өлгөрҙө ул. Мобилизация башланыу менән тәүгеләр рәтендә махсус хәрби операцияға юллана. Һарытауҙа учениела булғанда Артурға “Радий” ҡушаматын бирәләр. Республика Башлығына оҡшап тораһың, тиҙәр уға.
“Журналистарҙың ошондай сәфәре бик кәрәкле, тип иҫәпләйем, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Артур. – бында беҙ халҡыбыҙҙың ярҙамын тойоп хеҙмәт итәбеҙ. Халыҡ менән армия бергә икән, тимәк, еңеүгә лә күп ҡалманы. Ике йыл элек ҡола яланға килеп төштөк. Шунан һуң күп нәмә үҙгәрҙе. Беҙ үҙебеҙҙең йәшәү шарттарын нығыттыҡ. Көнө-төнө эшләргә тура килде. Яҡташтар күп булғас, хатта Башҡортостаныбыҙҙан ситтә кеүек тә түгелбеҙ. Ашарға, шөкөр, етерлек – РФ Оборона министрлығы биргән аҙыҡ-түлеккә тыуған яҡтан ебәрелгән гу­манитар йөк тә өҫтәлә. Хатта ҡайһы саҡ, беҙҙе шаштырып ташламайҙармы, тип тә уйлап ҡуям”. 
“Радий” бында медицина, стрелок-санитар курсын үтә. Ике йыл элекке Артурҙы бөгөнгөһө менән сағышты­рырлыҡ та түгел.
Уны өйҙә ике балаһы көтә. Әйткәндәй, ҡатыны ла оҙаҡ ваҡыт “Йәшлек” гә­зитендә бухгалтер булып эшләгәйне.
Тағы бер коллегабыҙ – “Учитель” ҡу­шаматлы яугир ҙа журналистикала эшләп, мобилизацияға эләккәйне. Бында ул снайпер булып хеҙмәт итә. Әлегә төп сәп – әлбиттә, дошман дрондары. Тимәк, уға эш етерлек.
Шуға ҡарамаҫтан, ул Днепро­рудный ҡалаһында балаларға баскетбол серҙәрен өйрәтергә лә өлгөрә. Дүрт тапҡыр ялда булһа ла, тыуған яғына ла ҡайтып тормай. Урындағы ата-әсәләр тәүҙә хәрби кешенең уҡыусыларҙы күнек­тереүенә шикләнеп ҡараһа ла, аҙаҡ ризалашалар. Шулай булмай ни, За­порожьела 20 йыл эсендә футбол менән волейболдан башҡа спорт төрөнә бө­төнләй иғтибар булмай бит. Тырышып эшләү һөҙөмтәһен бирә – яңыраҡ ҡына Мелитополь ҡалаһында Запорожье өлкәһе буйынса үткәрелгән ярышта өсөнсө урынды яулағандар. 
Бынан тыш, “Учитель” урындағы мәк­тәп китапханаһында “Башҡорт теле аҙналығы” күргәҙмәһен дә ойоштороуҙа ҡатнаша. Башҡортостандан китаптар, гәзит-журналдар килтерәләр. Бынан 50 йыллап элек Башҡортостандан был яҡтарға күсеп килгән апай күҙ йәштәре аша рәхмәт әйтә. Тыуған яғыма ҡайтып килгәндәй булдым, ти ул. 
Шулай уҡ билдәле комментатор Азамат Моратов менән берлектә Запорожье һәм Башҡортостан балалары араһында “Дуҫ­лыҡ кубогы” тип аталған онлайн спорт турниры ла ойошторалар.    
Бына ошондай изге эштәр аша егет­тәребеҙ урындағы халыҡтың их­тирамын яулай, Башҡортостандың абруйын арттыра. 

***
Ҡайтыр юлда беҙ Мелитополь ҡа­ла­һына күсеп, бөгөн Запорожье өлкәһенең Журналистар союзын етәкләгән элекке коллегабыҙ, “Октябрьский нефтяник” гәзитенең баш мөхәррире Анна Мос­калец менән дә осраштыҡ, Бердянск ҡалаһындағы портты дрондарҙың утҡа тотоуына ла шаһит булдыҡ. Мариуполь ҡалаһы эргәһендәге яңыраҡ ҡына ҡаты бәрелештәр үткән “Азовсталь” заво­дының емереклектәрен күреү күңелдә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ кире тойғолар уятты. Хатта машинанан төшөп, ша­һиттарҙың ҡаны тамған ергә аяҡ баҫҡы ла килмәне.     
Шулай итеп, быйылға МХО биләмәһенә булған командировканан яҙмаларҙы тамамларға ла ваҡыт етте. Әлбиттә, унда йыйылған материалдар яңы 2025 йылда ла донъя күрәсәк. Улар шул хәтле күп йыйылған. МХО-лағы һәр яугир их­тирамға лайыҡ һәм һәр береһе хаҡында тик йылы һүҙҙәр генә яҙырлыҡ. Сөнки улар, һеҙ, беҙ тыныслыҡта йәшәһен өсөн,  йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итә. Шуны аңлаһаҡ ине. 

Артур Дәүләтбәков. 
Автор һәм 
Ринат Шәйбәков фотолары.

Автор:Артур Дәүләтбәков
Читайте нас: