2023 йыл донъя, Рәсәй, Башҡортостан матбуғатында иң күп яҡтыртылған тема, моғайын, махсус хәрби операциялыр. “Йәшлек” гәзите лә быға ҙур иғтибар бирҙе. МХО ҡағылмаған бер генә ғаилә лә ҡалмағандыр. Беҙ ялға ҡайтҡан һалдаттарҙы редакцияға саҡырып, һөйләшеү ойошторҙоҡ, уларҙың яҡындары хаҡында яҙҙыҡ, һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеген уҡыусыға еткереү өсөн тырыштыҡ. Йәй башында бер төркөм журналист МХО барған биләмәлә булып, ҡаһарман яугирҙарыбыҙ, уларҙың батырлығы менән таныштырҙы.
Октябрь айында республика йәмәғәтселеге менән осрашыу барышында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, әлеге ваҡытта Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән Азат Бадранов ай һайын журналистарҙан, яҙыусыларҙан торған делегация ойоштороу мәсьәләһен күтәргәйне. Шулай итеп, декабрь айында тәүге төркөм тупланды. БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, яҙыусы, БР Әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһармановаға ҡушылып, миңә лә МХО барған биләмәгә юлланырға насип булды.
Шулай итеп, 2300 саҡрым юл үтеп, көн ярым тигәндә Луганск Халыҡ Республикаһына, Красный Луч ҡалаһына килеп еттек. Башҡортостандан көн торошо үҙгәргән мәлдә сығып киттек. Беҙҙәге һыуыҡтарҙы был яҡҡа ла алып килдек, ахыры. Бер көн йоҡлап, иртән тороуыбыҙға беҙҙәге хәтле ҡар яуып һалғайны. Ҡар менән ямғыр алмаш-тилмәш яуа, урамда йөрөрлөк түгел, боҙлауыҡ. Етмәһә, әсе еле тынды ҡурып алып бара. Беҙҙә йыш ҡына иғлан ителгән: “Тимер сымдарға һәм ағастарға еүеш ҡар, боҙ һырыуы көтөлә”, – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен унда нығыраҡ аңлайһың. Ағастар ботаҡтарына көсө етмәй ултыра, ә өҙөлгән тимер сымдарҙың иҫәбенә сығырлыҡ түгел.
“Йәй көнө килгәндәге менән сағыштырғанда, тормош күпкә йәнләнгән. Беҙ булғанда урамдар ҡараңғы, төн етһә, яҡтыртылмай ине”, – ти Вәдүт дуҫ. Ысынлап та, һәр ерҙә ҡәҙимге тормош бара. Беҙҙе Красный Луч ҡалаһында эшләп йөрөгән егеттәребеҙ – Илдар Ғиззәтуллин менән Наил Байрамғолов ҡаршы ала. Командировка ваҡытында күберәк яҡташтар менән аралашырға тура килде, шуға ла, башҡалар нисектер, ә мин үҙемде хатта Башҡортостанда йөрөгән кеүек хис иттем.
Тәүге көндә Красный Луч ҡалаһы менән танышабыҙ. Урам буйлап барғанда Башҡортостан флагы елберҙәгән йорт күренә. Красный Лучтың Сафа Хәсәнов исемендәге 29-сы урта мәктәбе икән ул. Бина тулыһынса республикабыҙ төҙөүселәренең көсө менән ремонтланған. Был хаҡта матбуғатта яңылыҡтар күп баҫылды. Ял көнө булғас, бинаның эсенә инеп ҡарай алманыҡ, шулай ҙа тыштан ҡарағанда, ремонттың бик шәп эшләнгәне күренеп тора.
Артабан Петровское ҡалаһына табан юлланабыҙ. Бында Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә һуғылмайынса нисек китәһең? Директоры Гөлназ Серова командировкала булыу сәбәпле, мәктәп менән үҙаллы танышабыҙ. Һәм үҙебеҙҙе Башҡортостандың бер ҡалаһындағы белем усағында булғандай хис итәбеҙ. Ишектән инеү менән ҡаһарманыбыҙға арналған баннер ҡаршы ала. Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған музейҙа шулай уҡ Петровское ҡалаһынан төрлө һуғышта ҡатнашҡандарҙың фотоһүрәттәре менән бер рәттән беҙҙең көнкүреш, милли кейемдәребеҙ менән танышырға була. Ә коридорҙа эленгән рәссамдарыбыҙҙың ижад емештәрен хатта Өфөлә лә күрмәҫһең. Башҡортостан төҙөүселәре яңыртып төҙөгән мәктәп бинаһы иһә күп йорто совет заманын хәтерләткән Петровское ҡалаһының бер биҙәге булып, әллә ҡайҙан күҙгә салынып ултыра.
Штеровка ауылын үтеп, Шайморатов һәләк булған урынға йүнәләбеҙ. Бындағы һәр ағас, һәр ҡыуаҡ тарих һөйләгәндәй. Кисерештәрҙе яҙып ҡына аңлатып булмай. Бына 1943 йылда ошо ҡалҡыулыҡта күпме башҡорт атлыһы һуңғы яуға күтәрелә. Ә бөгөн уларҙың ҡаһарманлығын хәтерләтеп, ялан уртаһында Шайморатовтың бюсы ғорур баҫып тора. Әйтерһең, йылдар аша үҙенең аманатын еткерә. Һәм бөгөн булған ҡатмарлы ваҡиғаларға ла үҙенең ҡарашын белдергәндәй тойола.
Ҡатмарлы ваҡиғалар тигәндә, махсус хәрби операциянан алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, Красный Луч ҡалаһында уның эҙемтәләрен күрергә була. Бына ҡала уртаһында ҡасандыр гөрләп торған ҡунаҡхана бинаһы. 2022 йылдағы атыш һөҙөмтәһендә бина емерелә, урындағы халыҡ зыян күрә. Йәки шулай уҡ ҡалалағы ҡорал складына һөжүм. Һөҙөмтә – бер көтөлмәгән снаряд арҡаһында эргә-тирәләге күпме торлаҡ юҡҡа сыға, күпме кеше йәшәгән урынын ҡалдырып китә. Бөгөн дә келәт ныҡлап таҙартылмаған, саперҙар эш башлаһа ла, ҡалған снарядтар шартлай башлап, туҡтарға мәжбүр булалар. Юл эргәһендә генә бөгөн шартларға мөмкин снарядтарҙы табырға мөмкин.
Командировканың тәүге көнө үк күңелдә аңлатып булмаҫтай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Берҙән, төбәктә республикабыҙ ярҙамы менән алға китеш булғанын, ҡаһарман яугирҙарыбыҙға ҡарата урындағы халыҡтың ихтирамлы мөнәсәбәтен күреп шатланһаҡ, емерек йорттар эргәлә генә ниндәй хәлдәр барғанын киҫәткәндәй тойолдо.
Социаль селтәрҙәрҙә һалдаттарға тәғәйенләнгән гуманитар ярҙамдың, посылкаларҙың тәғәйен урынға барып етмәүенә ризаһыҙлыҡ белдергән хәбәрҙәрҙе уҡырға була. Ошо һорау беҙгә лә тынғы бирмәй ине. Шуға күрә сәфәребеҙҙең икенсе көнөнә гуманитар ярҙам тупланған базаға юл тоттоҡ.
База тигәнебеҙ Красный Луч ҡалаһына беҙҙең республика ебәргән асфальт-бетон заводы биләмәһендә булып сыҡты. Юлсылар, планды алдан үтәп, ҡайтып киткән. База бик ныҡ һаҡланған майҙанда урынлашҡан, былай ғына үтермен тимә. Беҙҙе Баймаҡ егеттәре ҡаршы алды. Башҡортостандан йыраҡта үҙ телебеҙҙә аралашыуы күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек бирә ине.
“Беҙ былтыр ноябрь айында доброволец булып бында килгәйнек, – тип һөйләй “Лесник” позывнойлы егет. – Төрлөбөҙ төрлө ергә эләктек. Херсон, Луганск, Донецк, ДНР, ЛНР йүнәлешендә булырға тура килде. Тәүҙә гуманитар ярҙам Херсондағы базаға килтерелде. Әлбиттә, контроль етмәй ине. Посылкалар тәғәйен урынға барып етмәгән осраҡтар күп булды. Шунан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов үҙебеҙҙең республика өсөн айырым база булдырырға тәҡдим итте. Республика Красный Луч ҡалаһына шефлыҡ иткәс, иң ҡулай урын ошонда тип табылды. Төрлө йүнәлештә таралған батальондарға барыу өсөн дә уңайлы”.
2023 йылдың февраль айында эш башлана. “Солтан”, “Мираж”, “Шейх” позывнойлы егеттәрҙе Шайморатов батальонынан һорап алалар. Мобилизацияла булған 7 яугирыбыҙ ҙа ярҙамға килә. Тиҙ арала маршруттар билдәләнә. Базаны төҙөкләндереү өсөн материалдарҙы республика ебәрә. “Лесник”, яраланыу сәбәпле, июлгә тиклем госпиталдә дауалана, шәбәйеп килгәс, базала тороп ҡала. Шулай итеп, Азат Шамил улы Баймаҡ егеттәренән шәп команда туплай. “Солтан” күбеһенсә водитель булып йөрөһә лә, эште бүлеп тормайҙар. Әле “Трал” позывнойлы мобилизацияланған яугир ҙа ярҙам итә. “Цыган” иһә Хәмзә хәҙрәт менән протоиерей Викторҙы йөрөтә. Әйткәндәй, дин әһелдәре йәшәгән вагон да база эсендә урынлашҡан. Үкенескә күрә, хәҙрәт менән күрешеп булманы, улар батальондар буйлап киткәйне. Артабан яугирҙар менән осрашыу барышында дин әһелдәренең ниндәй ҙур абруйға эйә икәненә әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.
Тағы ла нимәһе аптыратты: бындағыларҙың барыһы ла – үҙебеҙҙә уңышлы эшләп йөрөгән егеттәр. Береһе – районда ФОК етәксеһе, береһе – ауыл хакимиәте башлығы, береһе – сәпсим Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары советы етәксеһе. Һәр береһенең бәләкәй генә бизнесы ла була. Кемдәрҙер мобилизациянан ҡасып йөрөгәндә бында ҡысынышып сығып китмәһәгеҙ, тип төрттөрөп алған булам. Баҡтиһәң, йәштән дуҫ егеттәр, береһе доброволец булып китәм, тигәс, башҡалары ла тороп ҡалмай, бергә юлланалар фронтҡа. Имен-аман ғына йөрөп ҡайтһындар инде.
“Беҙ хатта сәйҙе лә тыуған яҡтың һыуынан ҡайнатып эсәбеҙ”, – тине Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яугирҙар. Шул хәтлене ҡайҙан еткерәһегеҙ, тип ҡыҙыҡһынам. Гуманитар конвой менән 16-шар тонналап килтерәләр. Урындағы һыуҙың тәме бөтөнләй башҡа, шуға егеттәрҙең иң һорағаны тыуған яҡтан килгән һыу икән.
Тауарҙар һаҡланған келәттә лә булырға тура килде. Ысынлап та, бында һәр әйберҙең иҫәпле булыуы күренә. Бына бында шайморатовсыларҙың ҡышҡы әйберҙәре һаҡлана, тип күрһәтәләр. Тик ҡайһы берҙәре яҡты донъяла юҡ инде. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тамаҡҡа төйөр килеп тығыла. Тағы ла алғы һыҙыҡта оҙаҡ булғандарҙың әйберҙәре ята. Хәҙер посылкаларға яугирҙың исем-шәрифтәре, позывнойы, телефоны яҙыла, килеү менән адресатҡа шылтыратып хәбәр итәләр, мөмкинлек булыу менән алып барып тапшыралар йәки батальондарҙан ылау булғанда тейәп ҡайтаралар. Был маҡсатта республика хөкүмәте фургон да бүлгән.
Егеттәрҙең эше еңел түгел. Республиканан бер юлы егермеләп машина йөк килһен әле! Уларҙы бушатып, тәртипкә килтереп, таратып та өлгөрөргә кәрәк бит. Шуға күрә киләсәктә гуманитар конвойҙы аҙыраҡ техника менән йышыраҡ килтерһендәр ине, тигән теләк еткерҙе улар.
Һығымта яһап, шуны әйтергә була – халыҡ йыйған гуманитар ярҙам бөртөгөнә тиклем иҫәпкә алына, шуға күрә башҡорт батальондарына тәғәйенләнгән әйберҙәр юғалтыуһыҙ адресатҡа барып етә. Ә бына РФ Оборона министрлығы аша ебәрелгән посылкаларҙың юғалыуы бар, сөнки яугирҙар күп, ташып өлгөрә алмайҙар, тип аңлаттылар. Бына шунан килеп сыға ла инде халыҡ араһында төрлө имеш-мимештәр.
Тимәк, республикала ойошҡан батальондарҙа хеҙмәт иткән егеттәргә һис ҡурҡмайынса хәбәр-әйберҙәрегеҙҙе еткерә алаһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар. Уларҙы ошо егеттәр ҡаршы алып, имен-аман яугирҙарыбыҙға алып барып тапшырыр, тип һис икеләнеүһеҙ ышандыра алабыҙ.
Красный Луч ҡалаһында, гуманитар йөк тупланған базала булғандан һуң, беҙҙең төркөм икегә бүленде. Вәдүт Исхаҡов менән Миләүшә Ҡаһарманова “Башҡортостан” полкына юлланды, ә миңә Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән егеттәр менән осрашырға яҙҙы.
Луганск Халыҡ Республикаһында тәбиғәттең көйһөҙ сағына тура килдек, тип яҙғайным инде. Базаға батальондан килергә тейештәр ине, юл тайғаҡ булыу сәбәпле, машиналарҙы сығармағандар.
Тик кискә генә Азат Шамил улы Бадранов менән уның машинаһында батальон урынлашҡан биләмәгә юлланабыҙ. “Бында алғы һыҙыҡҡа барғанда иң хәүефһеҙ ваҡыт төндә, – тип аңлата “13-сө” (Азат Бадрановтың позывнойы). – Ҡараңғыла дошмандың квадрокоптерҙары оса алмай”.
Бындағы юлды юл тиһәң, хәтерең ҡалыр. Берҙән, бик күптән ремонт күрмәгән, икенсенән, ауыр техника йөрөп, иҙелеп бөткән. Ярай әле автомобиль шәп. Шул уҡ ваҡытта рулдә ултырған “Солтан” да. Боҙлауыҡ ҡаплаған юлдың арҡырыһына-буйына тигәндәй үтерлек урын эҙләп, тиҙлекте кәметмәҫкә тырышып, газға баҫа. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡараңғыла ҡайҙа, ҡайһы яҡҡа барғаныбыҙҙы ла аңламайым. Юлда “Өфө” тигән билдәне күреп, аптырайым. Арт яғында иһә “Уфа” тигән яҙыу күренә. Төн булғас, фотоға ғына төшөрә алманым, шуныһы йәл. Етмәһә, йәй көнө был яҡта булып ҡайтҡан Мөнир дуҫым, машина туҡтағас, төшөп, ситкә бер аҙым яһау ҙа ҡурҡыныс, тип ҡотто алғайны. Шуға күрә артыҡ һорау бирергә лә ҡурҡып ҡына ултырам инде. Уның ҡарауы, иртәгә тағы бер ерҙә ошоға оҡшаш билдәне фотоға төшөрөп аласаҡмын. Шуҡ егеттәр, тыуған ерен һағыныптыр инде, ошолай шаяра икән.
Бына ҡайһы бер фатирҙарҙа арлы-бирле ут күренгән ҡаласыҡҡа килеп етәбеҙ. (Билдәле сәбәптәр арҡаһында был яҡта йөрөгәндә бер ауыл-ҡаланың исемен атамайым). Электр уты юҡ, халыҡ генераторҙар менән файҙалана. Машинанан төшөү менән тирә-яҡта геүләгән тауыштар ишетелә.
“Беҙ бөгөн төндә подвалда урынлашҡан штабта эшләйбеҙ, командирҙар менән йыйылып, планды тикшерәбеҙ, ә һеҙ шайморатовсыларға барығыҙ”, – тип Азат Шамил улы тороп ҡала. Ә беҙ кире боролоп, юлды башҡа йүнәлештә дауам итәбеҙ. Ниһайәт, төн уртаһы уҙыуға “Солтан” һәм “Шейх” менән батальон командиры урынбаҫары “Сәлим” йәшәгән фатирға килеп етеп, урынлашабыҙ. Егеттәр һөйләшеп ултырып ҡала, ә мин йоҡлағанға һалышып ятҡан булам. Өфөлә үк тамаҡ ҡысытып, йүткерә башлағайным. Саҡ үҙемде тыйып, таң аттырам. Башҡаларға ҡамасаулағы килмәй бит инде. Тик иртән генә серем итеп алыу форсаты тейҙе. Йоҡоно Азат Шамил улының көр тауышы бүлде. Ни арала егеттәр уның артынан барып, кире килеп өлгөргәндәрҙер? Ғөмүмән, бында хеҙмәт иткәндәрҙең ҡасан йоҡлап, ҡасан ял иткәнен аңларлыҡ түгел. Улар өсөн көн ни, төн ни. Минең, уңайһыҙланып, йүткереп, һеҙгә йоҡо бирмәнем, тиеүемә көлөп кенә ҡуйҙылар. Аҙаҡ ҡына бомба, снаряд шартлауына өйрәнеп бөткән егеттәр алдында аҡланып торғаным өсөн оят булып китте.
Данлы батальондың данлы командиры
Бында хеҙмәт иткән һәр яугир хаҡында бик күп яҙырға була. Әммә шайморатовсыларҙың һәр береһе ихтирам менән телгә алған, хөрмәт итеп “Батя” тип йөрөткән берәү бар. Ул – батальон командиры. “Медведь” позывнойын алған яугир Шайморатов батальоны ойошторолғандан алып хеҙмәт итә. Тәүҙә рота командиры була, ә 2022 йылдың октябрендә батальон менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Һәм был ҡарар, һис һүҙһеҙ, иң тәү сиратта шайморатовсылар өсөн, икенсенән, республикабыҙ өсөн ҡабул ителгән ҡарарҙың иң дөрөҫөлөр.
“Медведь” менән осрашыуыбыҙҙы бәхетле осраҡ тип атарға була. Сөнки ул айҙар буйы алғы һыҙыҡтан сыҡмай. Сыҡҡан хәлдә лә бер көндән һуң ҡабат юллана. “Херсон йүнәлешендә торғанда ла, бында ла ул үҙен ысын яугир итеп күрһәтте, – тип һөйләй командиры хаҡында “Певец”. – Ял ит, тип әйтеп тораһың, ә ул һуңғы һалдат йыуынмайынса, мунсаға ла бармай. Уның кеүек командирҙар башҡа юҡ. Тактиканы яҡшы белә. Батальонды күпме тапҡыр штурмға алып барҙы, күп осраҡта минималь юғалтыу менән сыҡтыҡ. Әлбиттә, бө¬төнләй юғалтыуһыҙ булмай, “200”-ҙәр ҙә бар, “300”-ҙәр ҙә. Әммә комбат янында һәр яугир үҙен ышаныслы, яҡлаулы тоя”.
Беҙгә полигонда яңы килгән һал¬даттарҙы өйрәтеү мәлен күҙәтергә тура килде. “Медведь” та бында. 10 егет быға тиклем әҙерлек үтеп килгән. Әммә “Сәлим” позывнойлы батальон командиры урынбаҫары уларҙы бөтөнләй баш¬ҡаса өйрәтә.
Мөмкинлек булғанда, комбатты һөй¬ләндерергә тырышам. Юҡ, килеп сыҡмай. Ундай кешеләр, ғәҙәттә, аҙ һүҙле була. Бер нисә минут аралашыу мәлендә уның Бөрө ҡалаһында тыуыуын, Күмертау ҡала полицияһында енәйәти эҙләү бүлеге начальнигы булып эшләп, пенсияға сығыуын белеп өлгөрәм. Ҡатыны ла ошо өлкәлә. Малайы бар. “Медведь” үҙе ҡасандыр Мәскәү юғары хәрби команда училищеһын тамамлаған. Йылдар үткәс хәрби белем кәрәк булыр, тип кем уйлаһын инде. Пенсияла ҡатыныңды ҡосаҡлап өйҙә тыныс ҡына ятмай ни, тип төрттөрәм. “Тыныс түгел шул. Беҙ илде һаҡламаһаҡ, кем һуң? Бына, еңербеҙ ҙә, тыныс тормошта йәшәрбеҙ”.
Комбаттың яҙмышы Шайморатов батальоны менән ныҡлы бәйләнгән. Өлкән лейтенант дәрәжәһендә килгән яугир, күп тә үтмәй, капитанға тиклем үрләй, әле уға майор званиеһы бирелгән. Өс тапҡыр Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Рәсәй Геройы исеменә документтары тапшырылған. Егеттәр бер видеояҙма күрһәтте. Хас та Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы фильм кеүек инде. “Яугирҙар! “Медведь”, башҡа коман¬дирҙар беҙҙең ҡулда, һеҙ командирһыҙ ҡалдығыҙ! Бирелегеҙ! Беҙ һеҙгә тере ҡалыуығыҙға гарантия бирәбеҙ!” Дош¬ман дроны беҙҙең позициялар өҫтөнән ошондай яҙманы аҡыртып йөрөй. Украина хәрби көстәре комбаттың абруйы хаҡында яҡшы белә, ошоно мәкерле маҡсатта файҙаланыуҙан да тартынмай. Хатта уның башы өсөн 50 мең доллар вәғәҙә итәләр. Бер мәл команда пункты эргәһендә снаряд шартлай, тәрәнлеге – өс, диаметры 20 метр тәшкил иткән соҡор хасил була. Ә беҙҙең батальон командиры иҫән-һау, аҙаҡҡа тиклем шулай булһын инде.
Һалдаттарҙың барыһын да беләһе¬геҙме, тип һорайым да, үҙем уңай¬һыҙланып китәм. “Эйе, электән хеҙмәт иткәндәрҙе беләм, – ти комбат. – Тик күптәрҙе юғалтырға тура килде. Әле яңынан-яңы егеттәр килә, һәр береһе менән айырым эшләргә тырышабыҙ. Яраланып, кире ҡайтҡандар күп. Шуларҙың береһе – “Сәлим”. Уң ҡулым, һәр эште һис икеләнмәйенсә уға ышанып тапшыра алам”.
“Сәлим” йәки Минең
яҙғанды уҡыһаң, әкиәт,
тимә, ҡоҙа
Полигонда үткән бер нисә сәғәт эсендә бөгөнгө хәрби операцияның илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ни тиклем ауыр һынау икәнлегенә тағы ла нығыраҡ инанаһың. Бигерәк тә инструкторҙың егеттәргә һөйләгәндәрен тыңлағас. “Сәлим” – туғыҙ һуғышты үткән яугир. Уның һәр һүҙе ауыр һалдат тормошоноң әсе тире менән һуғарылғаны тойола.
“Сәлим” менән танышыуыбыҙ ҙа ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Вәдүт дуҫ, махсус хәрби операцияла булғандарға сало алып барһаң, һис артыҡ булмай, тигәс, баҙарҙан иң һәйбәтен һатып алғайным. Шуны “Сәлим”гә тапшырҙым. “Эй, брат, мин дуңғыҙ майын ашамайым шул, минең йәшәгән еремә уны алып килмәҫкә тырышалар. Ә былай күстәнәсеңә рәхмәт, артыҡ булмаҫ ул, егеттәргә бирербеҙ”, – тип һалып ҡуйғас, тағы уңайһыҙ хәлгә ҡалдым.
Батальон командиры менән “Сәлим” бергә хеҙмәт юлын башлай. Бына нимәләр бәйән итте ул әлегә тиклем махсус хәрби операция ваҡытында кисергәндәре хаҡында: “Медведь” менән батальон ойошторолған мәлдә таныштыҡ. Ул – рота, ә мин – взвод командиры. Шунан алып бергәбеҙ. Тәүҙә уның хәрби тәжрибәһе юҡ ине. Минең быға тиклем төрлө һуғышта туплаған тәжрибәм беҙгә эште дөрөҫ ойошторорға ярҙам итте. Бөгөн күрҙең бит, егеттәр ай ярым тиерлек әҙерлек үтеп килгән. Әммә береһе лә ысын һуғышты күрмәгән. Инструкторҙар психологик яҡтан бер нисек тә әҙерләй алмай. Беҙ һөйләштек тә, ЧВК (шәхси хәрби компания) тәжрибәһен файҙаланырға булдыҡ. Егеттәр тәү сиратта штурмға барырға тейеш ине. Тик “укроп”тарҙың тәүге һөжүме ваҡытында уҡ ике яугирыбыҙҙы юғалттыҡ. Төп сәбәп нимәлә, тип уйлайһыңмы? Уларҙы саҡырып алып, окопты тәрәнәйтеп ҡаҙырға, тип әйттем, запас урын, аҫта йәшенер өсөн ләхет тә булырға тейешлеген белделәр. Тик ни хәл итәһең. Ялҡаулыҡ үҙҙәренең башына етте. Улар билгә тиклем генә окоп ҡаҙған да шуның менән тынысланғандар.
Дошман беҙгә әҙерләнергә өс көн ваҡыт бирҙе. Беҙ тыныс йәшәнек, сәй ҡайнатып эстек, тапочкалар ғына кейеп йөрөнөк. Аҙаҡ танктар һөжүм итте, миномет уты яуҙырҙылар, яндырҙылар. Ике көн буйы “үтекләнеләр”. Баяғы ике егетебеҙҙең окобы янына ғына танк снаряды эләгеп, уларҙы урталай өҙгән. Шунан һуң ҡалған егеттәр, әйткәнде лә көтмәй, окопты еренә еткереп ҡаҙа башланы.
Башҡа һуғыштарҙа булғандар, бында ла шулай булыр, тип уйлағайны. Тик МХО-ла бөтөнләй башҡа хәл. Беҙ үҙенең регуляр армияһы, үҙенең авиацияһы, артиллерияһы булған, бөтә донъя тиерлек ярҙам иткән ил менән һуғышабыҙ.
Шуны аңлатырға тырышам яугирҙарға. Тәүге һөжүмде күргән ун кешенең өсәүһе тәүге алыштан һуң ҡасырға әҙер, бишәүһе ҡабат алғы һыҙыҡҡа барыуҙан ҡурҡа, тик икәүһе генә профессионал булып китә.
Баяғы хәлдән һуң “Медведь” менән кәңәшләштек тә, командалыҡ итеүҙе үҙ яуаплылығыма алып, позицияны үҙгәртергә булдыҡ. Артҡараҡ күсеп, посадка буйында нығындыҡ. Күп тә үтмәне, элекке окоптарыбыҙҙы ер менән тигеҙләнеләр. Шулай итеп кенә егеттәребеҙҙе һаҡлап алып ҡалдыҡ. Һуңынан беҙҙе сигенеүҙә ғәйепләп маташтылар. Әгәр позицияны алмаштырмаһаҡ, бишенсе ротанан бер кем дә ҡалмаҫ ине.
Бында төрлө һалдатты күрергә тура килә. Кемдер матур итеп кейенеп йөрөргә, маҡтанырға ярата. Тик ысын яугир бер ваҡытта ла матур булмай.
Һуғыштың бер ҡағиҙәһе – яугир башҡаларҙан айырылып торорға тейеш түгел. Һөжүм ваҡытында кемде тәүге үлтерәм? Әлбиттә, башҡаларҙан айырылып торғанды. Ул йә офицер, йә кәрәкле белгес, тип уйлайым.
Ошо бәрелештән һуң “Медведь” менән яҡын дуҫтарға әйләндек. Тәүге мәл менән сағыштырғанда, хәҙер комбат – ҙур тәжрибәһе булған командир. Уның бик яҡшы һыҙаттары бар – һәр әйткәнде тиҙ һеңдерә һәм башҡаларҙы тыңлап, үҙенсә хәл итә белә. Бөгөн тотош бригада менән командалыҡ итә, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Эргә-тирәләге бөтә батальон командирҙары уның ни әйтерен көтә.
Беҙҙе күп тапҡыр айырырға маташтылар. Яраланғандан һуң әҙерлек үҙәгендә бөтә бригадаға килгән егеттәр менән дә эшләнем. Биләгән урыным да насар түгел ине –начальниктың хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары. Тик урын бушау менән, батальонға ҡабат ҡайттым.
Беҙҙең арала “500”-ҙәр ҙә (йәғни ҡасып ҡайтыусылар, дезертирҙар) булманы түгел. Улар үҙҙәренең ҡурҡаҡлығында командирҙарҙы ғәйепләп маташа. Тик һин күңелеңдә яугир түгел икән, башҡаларҙан сәбәп эҙләмә. Тыныс тормошта һин һәйбәт белгестер. Ҡайһы берәүҙәр, бында килеп, еңел генә аҡса эшләмәксе булғайны. Ысын һуғышты күргәс, ҡасыу яғын ҡаранылар. Уларҙың береһен дә ғәйепләмәйем. Был тормошта һәр кемдең үҙ урыны.
Яраланғандан һуң үҙеңде нисек тоторға? Был да - һуғышта бик кәрәкле дәрес. Мәҫәлән, бер алыш мәлендә дуҫымдың елкәһенә пуля эләкте. Күреп торам, хәле насар. Мин үлерменме икән, ти был, ялбарыулы ҡарап. Пүстәк һинең яраң, тип ебәргән булдым. Шулай итеп, уны тынысландырҙым. Бәйләп, санитарҙарға тапшырҙыҡ. Шуныһы һөйөнөслө, дуҫым, яраһы ауыр булыуға ҡарамаҫтан, тере ҡалды”.
Быйыл “Сәлим” дә ауыр яраланып, госпиталдә ята. Тыуған Туймазыһына ҡайтып китер өсөн бөтә мөмкинлек булыуына ҡарамаҫтан, ул ҡабат батальонға юллана.
“Бер алыш ваҡытында эсемде ниҙер һыҙып үткәнен тойҙом, – тип хәтерләй яугир. – Пуля эләккән икән. Иҫемә килгәс, егеттәрҙең минең эргәлә ни эшләргә белмәй торғанын күрҙем. Баҡтиһәң, пуля арыу ғына йыртҡылаған. Ярай, яраны бәйләргә була, ә бына туҙырап ятҡан эсәктәр менән нимә эшләргә икәнен беҙҙең санитарҙарға өйрәтмәгәндәр шул. Үҙемде ҡулға алып, эсәктәремде урынына тултырҙым да, тиҙерәк бәйләүҙәрен үтенеп, иҫтән яҙғанмын”. Артабан уны бер нисә госпиталь аша Мәскәүгә оҙаталар.
“Күрше палатала ишетелгән доға тауышына иҫемә килдем, – ти “Сәлим”. – Госпиталь буйлап мулла йөрөй икән. Бына ул минең янға килде. Морат хәҙрәт икән. Доға ҡылайыммы, тигәс, ризалығымды белдереп, баш ҡаҡтым. Ул ҡулын минең яра урынына ҡуйҙы ла уҡый башланы. Ни ғәжәп, шул мәлдә яра урынында йылыныу тойҙом. Аҙағыраҡ бөтөнләй ҡыҙҙыра башланы. Бер ниндәй ҙә ауыртыу булманы. Хәҙрәт минең янда байтаҡ булды, дини китаптар, бетеү, тиҫбе ҡалдырҙы. Ул китеү менән ҡараһам, операция урыны бөтәшә башлаған кеүек. Иртәнсәк табип килеп ҡарап, аптыраны. Шунда түҙеп кенә ятһам, була бит, юҡ, операция урынына, башҡа еремә көпшә аша тоташтырылған шешәләрҙе күтәреп, тиҙерәк туалетҡа йүгерәм инде. Бөтәшә башлаған ярамдың асылғанын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Урыныма кире килеп, ҡанһыраған ярамды табиптарға күрһәтмәй, ҡаплап яттым. Торғанымды белһәләр, эләгәсәк. Иртәгәһенә Морат хәҙрәт тағы килде. Ҡулы менән ярамды ҡаплап, оҙаҡ ҡына доға ҡылды. Ул киткәс, шул хәтле татлы йоҡоға талғанмын. Уянғас, асылған ярамдың ҡабат бөтәшеүен күрҙем. Бына шунан һуң илаһи көскә нисек ышанмайым инде?! Хәҙер инде үҙем дә доғалар ятлайым. Тәүҙә бик ҡыйын булды, әйтерһең, ниндәйҙер шайтан беҙҙең араға торған кеүек. Яйлап еңелерәк ятлай башланым.
Дуңғыҙ итенән баш тартыуымдың да тарихы бар. Сираттағы бер һуғышта ике чечен, ике тыва, татар, урыҫ егеттәре менән ҡамауҙа ҡалдыҡ. Ҡотолор әмәл юҡ кеүек. Шунда чечендар уҡына башланы. Мин белмәйем, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ әле, тип һорайым. Тегеләр, бының өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында тәүбә әйтергә тейешһең, тиҙәр. Ни эшләйем инде, былай баш тартырлыҡ насар ғәҙәттәрем дә юҡ кеүек. Дуңғыҙ ите ашайһыңмы, тип һорайҙар былар. Эйе, тим. Шулай итеп, ошо ҡамауҙан иҫән сыҡһам, сусҡа итен ауыҙыма ла алмайым, тип тәүбә ҡылдым. Шөкөр, барыбыҙ ҙа ҡотола алдыҡ мәхшәрҙән. Шунан бирле әйткән һүҙемдә торам. Һуғышта, дауаханала Алланы иҫкә төшөрәһең. Ул һиңә яҡыная. Үҙеңә яҡшы булғанда, һин уны иҫләмәйһең дә. Егеттәргә лә гел әйтәм, мәсеткә инеп саҙаҡа бирегеҙ, атай-әсәйҙәрегеҙгә, улар тере ваҡытта шылтыратып тороғоҙ, тием. Тыңлайҙар, ысынлап та, еңел булып китте, тиҙәр. Беҙгә һәр саҡ Хәмзә хәҙрәт менән Виктор протоиерей килә. Шундай изге күңелле кешеләр. Улар ҙа һәр һалдат менән һөйләшеп, аралашып, күңелгә ышаныс орлоҡтары һалып китә.
Һалдаттарҙы өйрәткәндә, күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышам. Күпмеһен алғы һыҙыҡҡа оҙаттыҡ, күпмеһен юғалттыҡ... Әгәр күҙҙәренә ҡараһам, мәрхүм булғандар ошо ҡараш аша миңә үпкә белдерер төҫлө. Былай бергә фотоға төшәбеҙ, уларҙы телефонымда һаҡлайым. Йыш ҡына фотоларҙы ҡабат-ҡабат ҡарап, һәр яугирҙың иҫәнлеге өсөн доға ҡылам.
“Бөгөн тағы ла яралыларҙы алғы һыҙыҡтан алып сыҡҡан “УАЗик” ка һөжүм булған”, – тигән хәбәрҙе ишеткәс тә күңелгә ауыр булып китте. Шуға күрә, һуң булыуға ҡарамаҫтан, медицина взводы урынлашҡан йортҡа юлланабыҙ.
“Данди” әле генә алғы һыҙыҡтан ҡайтып тора. Ныҡ арыған булыуына ҡарамаҫтан, һөйләшеп ултырырға ваҡыт тапты. Баҡтиһәң, тап бөгөн медицина автомобиленә дошман дроны снаряд ырғытҡан икән. Машинаның багажнигы булыуы ғына ҡотҡарған. Снарядтың ярсыҡтары эргәләге йортҡа эләккән, шулай ҙа машинаға ла зыян килгән. Аллаға шөкөр, егеттәребеҙгә бер ни ҙә булмаған. Хәҙер водителдәр донор автомобилдәрҙән запчасть алып барып, “УАЗик”ты тергеҙәсәк. Медицина взводында бер машинаның хеҙмәт итеү мөҙҙәте – өс ай. Медиктарҙың эше тәүлек әйләнәһенә дауам итә.
Башҡа төбәктәрҙән коллегалар килеп, беҙҙең тәжрибәне өйрәнеп, аптырап ҡайта. Беҙҙең взвод гел алда йөрөй. Ротала булырға тейешле медицина хеҙмәткәрҙәрен дә ошонда тупларға тырышалар. Ҡағыҙ эше күп. Шуларҙы тултырыу өсөн күп ваҡыт китә.
Урындағы халыҡҡа ла ярҙам ҡулы һуҙалар. Улар инде ҡайҙа барырға белмәй, бында килә.
“Док” – Шаран егете, Туймазыла йәшәй. Тыныс тормошта “Тиҙ ярҙам” машинаһында фельдшер, шулай уҡ медицина колледжында уҡытыусы булып эшләгән. Ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Гәзиткә фотоғыҙҙы буямай ғына бирһәк, ҡаршы булмаҫһығыҙҙыр, тиеүгә көлөп кенә ҡуйҙылар. “Беҙҙең кемлегебеҙҙе күптән белеп, дошмандар исемлегенә индергәндәр инде, хәҙер ҡурҡмайбыҙ. Мин, мәҫәлән, Путин менән Ким Чен Ын эргәһендә урынлашҡанмын”, – тип шаяртып ҡуйҙы “Данди”.
“Йөрәк ҡушыуы буйынса дүрт айға килгәйнек, йыл ярым булды инде, хәҙер – дошманды юҡ иткәнгә тиклем булырбыҙ инде”, – был “Док”-Дамирҙың һүҙҙәре.
Егеттәр 2022 йылдың сентябренән хеҙмәт итә. Тәүҙә Херсон йүнәлешендә булһалар, апрелдән алып ошонда.
Тәүҙә башҡорт, татарҙар ғына булһа, хәҙер взводта төрлө милләт вәкилдәре арта. Пермь, Ырымбур өлкәләренән, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһынан да хеҙмәт итәләр. Бергә дуҫ эшләйҙәр.
“Данди” – Өфө егете, 18 йыл буйы водитель булып эшләгән. Ә бында килгәс, ҡасандыр медицина училищеһында алған белеме кәрәккән. Ғөмүмән, взводта универсаль яугирҙар тупланған. Водитель булып ҡына хеҙмәт итеүселәр ҙә медицина өлкәһендә иң кәрәкле тәүге ярҙам күрһәтеү тәжрибәһенә эйә. Һәр береһе венаға укол эшләй белә, система ҡуя ала.
“Данди”:
– Һуғыш – бик ауыр эш. Бында һәр кемдең үҙенең бурысы һәм ул үтәлергә тейеш. Һәм беҙҙең эштең осо ла, ҡырыйы ла күренмәй. Мәҫәлән, мин ике көн алғы һыҙыҡта булам, шунан ҡайтып, дежурҙа ултырам, иртәгә ауырыуҙарҙы ҡабул итәм, шунан тағы алғы һыҙыҡҡа юлланам. Бында дежурлыҡ ваҡытында ла ҡапыл берәйһенең яраланыуы хаҡында хәбәр булһа, ярҙамға ашығабыҙ.
Беҙ ярҙам итә алмаҫлыҡ ауыр хәлдәгеләр булһа, медицина ротаһына алып барабыҙ.
“Док”:
– Документтар әҙерләүҙә лә тәжрибә тупланыҡ. ВВК үткәреүҙе лә яйға һалдыҡ. Юҡһа контузия алған яугир барыһын да ҡайҙан белеп эшләһен? Етмәһә, күптәре ябай ауыл малайҙары, һоранып йөрөп өйрәнмәгән. Яралыларға түләү туранан-тура беҙгә бәйләнгән бит. Саҡ ҡына хата ебәрҙеңме, тейешлеһен ала алмаҫҡа мөмкин яугир. Былай барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ, егеттәр ҡәнәғәт, йыш ҡына килеп, рәхмәт әйтеп китәләр.
“Данди”:
– Симулянттармы? Була ундайҙар ҙа. Хәҙер бер ҡарауҙан кемдең кем икәнен билдәләйбеҙ. Тик шуныһы – һәр килгән ауырыуға барыбер документ тултырырға кәрәк. Һорауҙар ҡалмаһын өсөн белгескә лә алып барып күрһәтәбеҙ. Бында бер табип ҡына ҡарар ҡабул итә алмаған бәхәсле мәлдәр ҙә булырға мөмкин, уларға урын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ.
“Док”:
– Ҡайһы саҡта көнөнә 5-6 тапҡыр алғы һыҙыҡҡа барырға тура килә. Хатта бер мәл бөтә бригаданы беҙҙең взвод хеҙмәтләндерҙе. “Мотолыга” (Кешеләрҙе һәм яралыларҙы ташыуға ҡулайлаштырылған БТР) буламы, машинамы – бөтә техниканы файҙаландыҡ. Һәр сәфәрҙә үлемесле хәүеф һағалай. Хатта машиналарыбыҙҙың позывнойҙары бар. “300-сө”, “антидрон”, “крокодил”, “серый” тип йөрөтәбеҙ бутамаҫ өсөн. Башҡортостанға рәхмәт, бик күп автомобиль алдыҡ. Тик барыһы ла һәйбәт торошта түгел шул. Тыштан бик матур итеп буялған, ә ходовойының рәте юҡ. Ундай саҡта ҡарап тормайбыҙ, ҡайҙан булһа ла запчасть алып, йөрөрлөк итеп эшләйбеҙ. Сөнки яралыларҙы имен-аман алып барып еткереү ҙә, үҙебеҙҙең ғүмер ҙә автомобилдең ниндәй торошта булыуына бәйләнгән. Оборона министрлығы биргән бронялы машиналар ҙа бар ул, тик ул бик яй йөрөй. Шуға күрә эңер төшөү менән, йәғни дрондар беҙҙе абайлай алмаған мәлдән трассала Ульяновск автопромының ғорурлығы булған автомобилдәр, егәрле ҡырмыҫҡа кеүек, сабыша ғына. Ҡайһыһылыр яралыларҙы тейәгән, кемеһелер – хәрби комплект. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң “полуторка”ға һәйкәл ҡуйған кеүек, “УАЗик”ты ла мәңгеләштерерҙәр ул.
“Данди”:
– Август-сентябрь айында хәлдәр ҡатмарлы ғына булып алды. Шуныһы ҡыҙыҡ – бөтә 72-се бригада Шайморатов батальонына ғына ҡарап тора төҫлө. Беҙ һөжүм итһәк, арттан эйәрәләр, барыһы ла сигенә – беҙ ҡалабыҙ. Бер мәл ете башҡорт хохолдарҙың ике полкына ҡаршы һуғыш алып барҙы, ике һөжүмен кире ҡаҡты. Ике полк (!) боролоп ҡасырға мәжбүр булды. Яраланғандарын белеп торабыҙ, юҡ, ул еңелсә генә яра бит, тип, артабан һуғышты дауам итәләр. Шул хәтлем азартҡа бирелгәндәр. Бына ҡайҙа сағыла ул ҡанға һеңгән яугирлыҡ рухы!
“Док”:
– Минең һуғышты күргәнем юҡ ине. Әрмелә хеҙмәт иттем, тик унда бөтөнләй башҡа. Ир-ат күҙ алдында үҙгәрә. Шундай рухлы булып киләләр ҙә, тәүге бәрелеште күреү менән уның нисек һүнгәне һиҙелә. Шуға бында бер-береңә арҡа терәп, ярҙам итеп йәшәмәйенсә булмай. Ниндәй генә проблема булғанда ла, һөйләшеп, бергә хәл итергә тырышабыҙ. Бөтә батальонды бер ғаилә тип әйтергә була. Электән хеҙмәт иткәндәр инде яҡын туғанға әйләнде. Ҡайһы берәүҙәрҙең беҙҙең арала булмауы ғына үкенесле. Яҡындар ебәргән посылканы дуҫтарға бүлеп бирәбеҙ, улар ҙа беҙҙең менән уртаҡлаша.
“Данди”:
– Бындағы халыҡ мунсаның нимә икәнен дә белмәй. Республиканан ебәрелгән мунсалар беҙҙең өсөн бик яҡшы булды. Уға тиклем, аптырап, снаряд йәшниктәренән үҙебеҙсә эшләп алғайныҡ. Урындағы егеттәр, ә ташты ҡайҙан алаһығыҙ, тип, беҙҙең ниәттең килеп сығырына ышанманы. Сыҡты. Ташын да таптыҡ. Беҙгә, медицина хеҙмәткәрҙәренә, һалдаттарҙың таҙа булыуы мөһим. Юҡһа, бетләп китеү ҡурҡынысы ла бар бит. Шөкөр, ул зәхмәт урап үтә.
“Док”:
– Тағы ла талпан ҡаҡшатты. Бик күптәр бит әле улар, ҡырмыҫҡа кеүек мыжғып торған төҫлө. Әллә күпме яугир шуның менән мөрәжәғәт итте. Был зәхмәт тә урап үтте, яугирҙарға зыяны теймәне.
Сысҡан биҙгәгенә килгәндә, үҙегеҙ күҙәтеп барғанһығыҙҙыр, ниндәй ҡурҡыныс видео һалғандарын. Ысынлап та, блиндаждарҙа, окоптарҙа күп улар. Егеттәр төрлөсә көрәшә инде. Бесәй булһа, бәхет. Хатта бесәйҙәрҙе сиратлап блиндаждан блиндажға йөрөтәләр. Бер төн булһа ла, сысҡан кәмеп ҡала. Егеттәр биле ауыртып килһә, ҡот осоп, шунда уҡ дауаханаға оҙатабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, быға тиклем сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар асыҡланманы.
“Данди”:
– Хеҙмәткә килгән саҡта беребеҙ ҙә ҡырынманыҡ. Шунан икенсе фронтҡа күсергәс, комбат (“Медведь”) барыбыҙға ла өҫ-башты тәртипкә килтерергә бойорҙо. Ҡырынып алғас, бер-беребеҙҙе танымайбыҙ. Аралашып йөрөгән иптәштәр үпкәләшеп бөттөк хатта. Һаулыҡ һорашмаған өсөн. Шунан һуң беҙҙең взводта һаҡал үҫтереү модаһы үтте. Ни тиһәң дә, халыҡ күп килә, ә табиптар таҙа күренергә тейеш, тип уйлайбыҙ.
“Док”:
– Взводта иң шәп егеттәр йыйылған. “200”-сөләрҙе лә беҙгә алып сығырға тура килә. Мин, фельдшер булһам да, ундай ауыр еҫте күтәрә алмайым. Ә улар, командир, һин китеп тор, тиҙәр ҙә, үҙҙәре генә эшкә тотоналар. Ундай хәлдәрҙә күпте күргән ирҙәр ҙә һына. Йәки тағы йәш кенә егетебеҙ – Рөстәм Әбйәлилов. Стәрлетамаҡ районынан. Уникаль кеше. Күп хеҙмәткәрҙәрҙе йә ротанан, йә башҡа ерҙән үҙем эҙләп ала инем, Рөстәм тура беҙгә килеп эләкте. Шул хәтле оҫта – тик торған машинаны ла һүтеп, яңынан йыйырға мөмкин. Әйтеүемсә, ябай водитель юҡ. Барыһы ла санитар бурысын да атҡара. Ырымбурҙан Вадим Васильев, профессиональ хәрби, прапорщик. Бик тәжрибәле ағай, уны тыңлап, кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ, өйрәнәбеҙ. Максим Ильин. Пензанан. Медротаға ебәрелгән еренән бында ҡоҙалап алдыҡ. Никита Михайлов. “Вамбат” позывнойлы шәп егет. Беҙҙең взводта ошо януар ғына етмәй ине, тип шаяртабыҙ. Йәштәр ҡурҡыныс мәлдәрҙә өлкәндәрҙе ебәрмәй, үҙҙәре алғы һыҙыҡҡа ынтыла.
Үкенескә күрә, яраланып, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар. “Кеша” позывнойлы егетебеҙҙе бөтә батальон яратты. Ул роталарҙы тикшерергә йөрөй торғайны. Һәм һәр командир менән уртаҡ тел тапты. Батальон штурмға барған саҡта һәр саҡ бер фельдшер булһын тигән шарт ҡуйылды. “Кеша” үҙ теләге менән шунда китте һәм, “Сәлим” әйтеүенсә, яугирҙарҙан айырылып, бер үҙе алға киткән, опора пунктын яулап алған, дошманға ҡаршы атышҡан һәм кире ҡайтҡан. Бишбүләк районынан. Бөгөн уның пленда булыуы билдәле. Оҙаҡламай алмаштырылып, беҙҙең сафҡа кире ҡайтыр, тип өмөтләнәбеҙ. Тағы бер егетебеҙ – Илмир Дәүләтбәков. Позывнойы – “Матур панда”. Уның хаҡында яҙҙылар ҙа инде, телевидение ла күрһәтте. Легендар яугир ине. Алғы һыҙыҡта позицияларҙы ҡарап йөрөгәндә, автомобиленә снаряд эләгә. Урланылар уны беҙҙән. Әле яҙмышын асыҡ ҡына белмәйбеҙ. Әммә иҫән-һауҙыр тигән өмөтөбөҙ бар.
Бына шундай илһөйәр шәп егеттәр менән танышып һөйләшергә яҙҙы Шайморатов батальонында. Уларҙың күбеһенә төрлө наградалар тапшырылған да инде. Ә күпмеһе тапшырыласаҡ әле? “Данди”, мәҫәлән, яу яланынан нисә яралыны алып сыҡҡанын иҫәпләмәй ҙә инде. Уға бөгөндән бер нисә тапҡыр Рәсәй Геройын бирергә була. Оҙаҡламай уныһы ла булыр. Беләһегеҙме, яугирҙар хаҡында яҙғанда иң ауыры нимә? Күҙ генә теймәһен, тигән уй. Шуға күрә уларҙың имен-аман тыуған яҡҡа ҡайтып, шатлыҡ аша тағы күрешеп, бер нимәнән шикләнмәйенсә мәҡәләләрҙең дауамын яҙырға яҙһын, тип кенә теләйем.
Артиллерия – һуғыш Аллаһы
Минометсыларҙы күрмәй китһәм, материал китек булып күренер ине. Алғы һыҙыҡтан сығып, ял итер өсөн уларға дача тибындағы йорт бүленгән. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең барыһы ла йүгереп йөрөй, һәр береһенең эше, бурысы билдәләнгән.
“Пасечник” – Нуриман районының Павловка ауылынан. 62 йәш. Ғүмере буйы хәрби хеҙмәттә булған. Германияла, Балтика буйы республикаларында, Ырымбурҙа хеҙмәт иткән. Пенсияға сыҡҡас, Павловка ауылында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың генераль директоры вазифаһын башҡара. Әйткәндәй, уның улы ла икенсе йыл инде бында хеҙмәт итә. II класлы дәүләт советнигы. Әле эше буйынса Мәскәү ҡалаһына күсергәндәр.
– Миңә нимә етмәне, тиһеңме, – тип ҡуйҙы Олег Анатольевич. – Барыһы ла етә ине. Махсус хәрби операция башланғас, оҙаҡ уйлап торманым. Ҡатыным Украинанан. 10 йыл инде ҡайны-ҡәйнәмдең ҡәберенә бара алғаныбыҙ юҡ. Бына оҙаҡламай дошманды юҡ итербеҙ ҙә, ҡатынымдың тыуған яғына иркенләп барырбыҙ. Бындағы һәр ваҡиға йөрәгем аша үтә. Минең хәрби тәжрибәм бер заман ысын һуғыш шарттарында кәрәгер, тип кем уйлаған инде?
“Пасечник”ҡа һис тә 62 йәш бирерлек түгел. Ғүмер буйы хәрби хеҙмәттә булыуы уға шулай үҙен яҡшы һаҡларға булышлыҡ иткәндер, тип уйлап ҡуйҙым. Батальонда оло йәштәгеләрҙе күп кенә күрергә тура килде. Әммә уларҙың ҡайһыһының йөрәге ауырта, ҡайһыһыныңдыр ҡан баҫымы юғары, тинеләр. Һәм йәштәр мөмкин тиклем өлкәндәрҙең хеҙмәтен еңеләйтергә тырыша. Бына бит яҡташлыҡ хисе ни эшләтә! Ә улар башҡа ергә эләкһә? Ҡулдарына автомат тоттороп, алғы һыҙыҡҡа ебәрерҙәр инеме икән?
– Батальонда хеҙмәт иткән егеттәрҙең барыһы ла шәп! – тип һүҙ башланы “Тор” позывнойлы взвод командиры. – Кем ул башҡорт? Башҡорт – ул яугир! Беҙҙәге һәр яугир иң ҙур наградаға лайыҡ. Республика халҡына шундай шәп уландар тәрбиәләгәне өсөн ҙур рәхмәт! Ҡурҡҡандар ҙа булманы түгел. Хәҙер улар ҡабат алыуҙы һорай ҙа ул, тик юл ябыҡ. Ә бындағы егеттәргә үҙемә ышанған кеүек ышанам. Бына мин башҡорт булмаһам да, “Тор” позывнойын алдым. Беҙ йығылырға тейеш түгел. Торорға һәм артабан алға ғына! Үҙем Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан. Бәләкәйҙән ысын ир итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әгәр һин ир икән, тәү сиратта ғаиләңде ҡарарға, яҡларға тейешһең. Әгәр һин Ватаныңды яҡлай алмайһың икән, ниндәй ғаилә хаҡында һүҙ булыуы мөмкин?
Беҙ бында бер ғаилә кеүекбеҙ. “200”-ҙәр булманы түгел. Яралылар ҙа күп. Мересьев кеүек, аяғын юғалтҡан егеттәребеҙ ҙә бар. Шуныһы – улар саҡ ҡына һауығыу менән бында ҡабат килергә ашҡына. “Сәлим”де үҙең күреп һөйләшкәнһеңдер инде. Беҙҙең взводтан “Жук” позывнойлы яугир бар. Ә, бына үҙе.
18 майҙа егеттәр алғы һыҙыҡҡа табан юллана. Колоннала бер нисә техника була. Шунда көслө ут аҫтына эләгәләр ҙә инде. Дошман минаһынан иң тәүҙә “УАЗик” зыян күрә. “Ярай, егеттәр һикереп өлгөрҙө, – тип хәтерләй “Жук”. Ул – Дүртөйлөлә йәшәгән Саҡмағош егете. – Мина машинаның алдында ғына шартланы. Контузия алдым. Битемдең янғанын саҡ ҡына хәтерләп ҡалам. “УАЗик”тың аҫтына ҡасып ҡотолдом. Автомобиль бик тиҙ янып бөттө. Аҙаҡ уны күргән иптәштәр, нисек тере ҡалдығыҙ, тип аптыраны. Артабан – госпиталь. Унан һуң ауылға, ғаиләм янына ҡайтып китергә лә була ине, унда мине ике малайым көтә. Тик нисек итеп бындағы иптәштәремде ҡалдырайым?” “Жук” һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булырға ынтыла. “Ҡурҡмайһыңмы”, – тип һорайым унан. “Тик һантыйҙар ғына бөтөнләй ҡурҡмай бит ул, – тип йылмая яугир. – Бөтөнләй ҡурҡыу юҡ, тип әйтә алмайым. Бер ваҡыт беҙҙең позицияны көнө буйы утҡа тоттолар. Башты ла күтәрә алманыҡ. Бигерәк тә шул ваҡыттарҙа Алла иҫкә төшә. Ул нимә ҡуша, шул була инде. Шөкөр, төн еткәс, позицияны алмаштырып, ҡотола алдыҡ мәхшәрҙән”.
Взводта иң йәш яугирға ни бары 22 йәш. МХО башланғандан алып хеҙмәт итә, йәғни 20 йәшенән. Үкенескә күрә, уның менән осрашырға яҙманы. Шулай ҙа башҡалар менән сағыштырғанда, взводта йәштәр күберәк күренә. Бына был егеттең исеме Артур. Учалы районының Кәрим ауылынан. Водитель булып хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡҡа көнөнә икешәр тапҡыр барып ҡайтырға тура килә. Яугирҙарҙы көн һайын тигәндәй алмаштырырға тырышалар.
Тыуған ерҙән алыҫта йөрөгәндә яҡташыңды осратыу үҙе бер ҡыуаныс инде. Айҙар Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылынан булып сыҡты. Ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ауылда ағаһы, еңгәһе янына ҡайтып йөрөй. Уның менән уртаҡ таныштар ҙа күп булғас, оҙаҡ һөйләшке килгәйне лә, ни хәл итәһең, егеттәргә юлға әҙерләнергә лә ваҡыт етте.
Дүртөйлөнән, Баймаҡтан егеттәр күп кенә осраны. Тик Сибайҙа йәшәгән яугир фотоға төшөүҙән ҡырҡа баш тартты. Ғаиләм, туғандарым минең бында икәнемде белә, ә бына әсәйемә әйтмәнек, ул һаман да мине вахтала, эштә тип уйлай, тигәс, ныҡышып торманым инде.
Тағы бер нәмәгә иғтибар иттем – был операция күп егеттең беренсе хеҙмәте түгел. Уҡыусыларға үткән һандарҙа һөйләгән “Сәлим” туғыҙ һуғышта ҡатнашһа, бөгөнгө таныштарым да дүртәр бәрелештә ҡатнашып өлгөргән. Тимәк, уларҙың тәжрибәһе дошманды тиҙерәк дөмөктөрөргә ярҙам итер, тип ышанырға була.
Һуғыш һуғыш менән, ә бына тыныс тормошта нимә эшләргә уйлайһығыҙ, тигән һорау бирәм яугирҙарға. “Тор”ҙың Красноусолда үҙенең бизнесы бар икән. Тик ҡайтҡас, иң ҙур хыялым – китап яҙыу, тине ул. Командир шиғырҙар ҙа ижад итә икән. Шулай ҙа күптәр, хәрби юлды дауам итербеҙ, тип яуапланы. Йәштәр хәрби училищеға инергә хыяллана. Ни булһа ла махсус хәрби операция тамамланып, егеттәргә тыныс тормошта күңеленә ятҡан шөғөл табырға яҙһын!
“А почему без каски, без бронежилета?” – тип бәйләнеп башланы танышыуҙы “Албан” позывнойлы бронетехника взводы командиры. Урыҫсалап яуап биргән булам. Шайморатов батальонының бронялы техникаһы урман араһында урынлашҡан. “УАЗик”та барып еткәс кенә, “Албан”дың Миәкә яҡтарында тыуып, Ғафури районында йәшәгәнен беләм. Шунан ғына башҡортсаға күсеп, рәхәтләнеп һөйләшә башлайбыҙ. Тик оҙаҡҡа түгел. “Албан”ды рация аша таптырып, тиҙ генә штабҡа саҡырып алдылар. Бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсемде иртәгәһенә лә эҙләп ҡараным, тик табып булманы. Нисауа, сираттағы командировкала мотлаҡ уның хаҡында елле материал эшләйәсәкмен, тип йыуатҡан булам үҙемде.
Бронетехника взводында 25 берәмек техника иҫәпләнә. 60-ҡа яҡын яугир булырға тейеш булһа ла, әле уларҙың һаны 35 тирәһе генә. Бер гусеницалы техникаға ике кеше тура килә. Шуға күрә егеттәргә эш күп эләгә. Минең әңгәмәселәрем – Өфөнән “Татар” һәм Иглин районының Таутөмән ауылынан “Зуб” позывнойлы егеттәр. “Татар”әле биш ай хеҙмәт иткән. “Өфөлә һәйбәт эш урыным бар ине, төҙөлөш фирмаһында тәьминәтсе булып эшләнем, – ти ул. – Оҙаҡ уйланып йөрөнөм һәм бында килергә ҡарар иттем”.
Ә “Зуб”ты тәүҙә алмай йонсоталар. “Йәшерен-батырыны юҡ, хөкөм дә ителгәнмен, – тип тураһын әйтте ул. – Хәҙер миңә яҙмыш шәп мөмкинлек тыуҙырҙы. Тыуған яҡҡа ҡайтам тип артыҡ ынтылмайым, мөмкинлек булһа, әрмелә тороп ҡаласаҡмын. Һәр хәлдә, исемемде аҡлар өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын.
Егеттәр менән барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләшәбеҙ. “Мине бына патриотлыҡ тойғоһо ғына алып килде, тиеүселәр күп тә ул, – тинеләр егеттәр. – Ә ниңә ундай хәбәр һөйләүселәр аҡса күсерелгән картаһын берәй балалар йортона ғына тапшырып ҡуймай? Әлбиттә, яугир хеҙмәте тәү сиратта яҡшы түләнергә тейеш. Аҙаҡ, бер нисә ай хеҙмәт иткәс, ысын туғанға әйләнәһең. Шул ваҡытта инде ғаиләнән айырылғы ла килмәй. Бында бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ. Шаярып һөйләшеп, күңелебеҙҙе күтәрәбеҙ. Шаяртыуҙы аңламағандарға беҙҙең коллективта урын юҡ. Әйткәндәй, “Татар” ҙа, “Зуб” та наградаға тәҡдим ителгән. Артабан улар мине техника менән таныштыра. Иң ҡаҡшатҡаны – “гусянка”ны алмаштырыу йәки урынына ултыртыу. Йәки “каток”ты. Ҡарап торһаң, еңел генә кеүек, шулай ҙа ваҡытты күп ала, тиҙәр. “Гусянка”ны тыныс урында йыйыуға ике сәғәт китә. Ә бер тапҡыр яу яланында ла ремонт менән булышырға тура килә. Дошман күҙәтеүе аҫтында, дрондар һөжүм иткәндә егеттәр дүрт(!) тәүлек тигәндә техникаға саҡ йән өрә. Улар үҙенең эшен яҡшы белә, миңә бик күп һөйләнеләр. Мәҫәлән, гусеницала “бинокль” тигән өлөш тә бар икән. Ә мин, йәнәһе, техникала күҙәтеү өсөн булған биноклде ремонтлайҙар, тип уйлаған булам. Шулай, һуғыш барғанда техника ултырып ҡалмаһын өсөн егеттәргә бик ныҡ тырышырға тура килә.
“Минометсылар үҙҙәрен һуғыш Аллаһы ти, ә һеҙ?” – тип сәмләндергән булам.
“Һуғышта берәү ҙә Алла түгел. Беҙҙең еребеҙгә нацистар һөжүм иткән икән, беҙ уны яҡларға бурыслы. Барыбыҙҙың да балалары бар, ата-әсәһе, туғандары. Әгәр бөгөн бөтәбеҙ ҙә ҡасып ятһаҡ, бер көн килеп беҙҙе Ер йөҙөнән юйып ташлайҙар һәм вәссәләм. Мәңгелеккә ҡоллоҡта ғына йәшәргә ҡала. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бындағы халыҡ 90-сы йылдарҙағы кеүек йәшәй. Улар яҡшы тормоштоң ни икәнен дә белмәй.
Һуғыш линияһы бынан 7 саҡрымда. Ҡурҡынысмы? Беләһегеҙме, һуғыш ваҡытында быны тоймайһың да. Ә бына алғы һыҙыҡтан ҡайтып, бер аҙ тынысланһаң, киреһенсә, аяҡтар ҡалтырай башлай. Яңыраҡ бер иптәшебеҙ яраланды. Минең һиҙемләүем бар, бөгөн берәй нәмә буласаҡ, барғым килмәй, тип һөйләнде лә һөйләнде. Хатта техникаһы ҡабынмай йонсотто. Бер нәҙек кенә сымы ысҡынған булған икән. Сәбәбен таптыҡ, тоҡандырҙыҡ һәм ҡуҙғалдыҡ. Беҙгә барып, боеприпастарҙы бушатырға бирҙеләр һәм шунан ғына һөжүм башланды. Кемдер контузия алды, кемгәлер мина ярсығы эләкте, ә теге иптәш ныҡ яраланды. Юҡ, һуғышта бик үк ҡурҡыныс түгел. Иң ҡурҡынысы – ғәрип булып ҡалыу...”
Арыҫландар үҙ ерен...
Сираттағы танышым – “Арыҫлан”. Илеш районының Лаяшты ауылынан. Хеҙмәткә килеүенә биш ай.
– Әле һағынып та өлгөрмәгәнһегеҙҙер? – тип тағы төрттөргән булам.
– Һағынырға ваҡыт юҡ бында. Көн үтеп өлгөрмәй, икенсеһе килеп етә. Һағына башлаһаҡ, мотлаҡ берәй проблема килеп сыға ла, барыһын да оноттора. – Егеттәр ҙә телгә бөткән, һәр һүҙгә яуабын да табып тора бит әле.
“Арыҫлан” тыныс тормошта прораб булып Мәскәүҙә эшләй, артабан тыуған яғына ҡайта. Лаяшты ауылында йорт һала. Йырсы Артур Хәсәнов уның күршеһендә генә тора икән, уның менән дә бик ғорурлана.
Тәүҙә пехотала хеҙмәт итә. Яралана. Шунан бронетөркөмгә күсерелә. “Иң ҡыйыны – бергә хеҙмәт юлын башлаған иптәштәрҙе юғалтыу. Һәр береһенең ҡарашы күҙ алдында торған кеүек. Ата-әсәләренә, туғандарына түҙемлек бирһен. Бөгөн генә замполит килгәйне, һәләк булғандарҙы ла мотлаҡ наградаға тәҡдим итеүҙәрен үтендек.
“Миңә пофиг, миңә барыбер”, – тип әйтергә ярамай. Юҡһа ҡайһы бер егеттәребеҙ үҙен артыҡ ышаныслы тоя башлай һәм уяулығын юғалта. Яраланып, ялда булып килгән өс егетебеҙ бер ай элек кенә шулай һәләк булды.
Шөкөр, тәьминәт буйынса беҙҙә барыһы ла һәйбәт. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәрҙең аҙыҡ-түлек етмәүенә зарланғанын ишетергә тура килә”.
“Арыҫлан”дың хыялы – тыуған ауылына ҡайтып, яңы мәсет төҙөү. Мәсет бар, тик бик иҫке генә, ти ул.
Хушлашҡанда, бер сепрәк киҫәгенә төрөлгән төргәк һуҙҙы. “Иҫтәлеккә нимә генә бирһәм дә, блокпоста тикшереү үтмәҫ кеүек. Ә бына быға бәйләнмәҫкә тейештәр”. Һәм, беләһегеҙме, нимә бүләк итте? Ып-ысын НАТО һалдатының сапер көрәге!
Уның тарихы ябай түгел. Бер һөжүм ваҡытында дошман позицияһына барып етеп, блиндажды яулайҙар һәм шунда нығыналар. Барыһы ла тынысланған кеүек. Әммә дошман тик ятмай, әле генә яуланған ерҙе утҡа тота башлай. Шунда була ла инде көтөлмәгән хәл. Тап “Арыҫлан” биләгән блиндаж эргәһенә бомба килеп төшә һәм бөтә нәмә ер менән тигеҙләнә. “Үҙемде ҡәберҙәге кеүек хис иттем, – тип хәтерләй яугир. – Ҡуҙғалып булмай. Ярҙам һорап ҡысҡырырлыҡ та хәл юҡ. Бөттө былай булғас, ерләп торорға ла кәрәкмәй. Шулай күпме ятҡанмындыр. Бөтә тормошом күҙ алдынан үтте. Ҡатыным, балаларым менән бәхилләшеп бөткәйнем инде. Шунда ҡулыма тимер киҫәге эләккәндәй тойолдо. Абайлабыраҡ ҡараһам, сапер көрәге булып сыҡты. Миңә йән ингәндәй булды. Яйлап ҡына иҫемә килә башланым. Тәүҙә ҡулдарым менән бер аҙ ҡуҙғалырлыҡ урын эшләнем, артабан көрәк ярҙамға килде. Сантиметрлап тигәндәй ерҙе өңөп, “ҡәбер”ҙән ҡотолоп сыҡтым. Бына был дошман көрәге миңә ярҙам итте”.
Шулай итеп, көтмәгәндә трофейлы булдым. “Арыҫлан”дың ни тиклем ҡәҙерле ҡомартҡы тапшырыуы аҙаҡ, ҡайтҡас ҡына, аңыма барып етте. Кешенең ғүмерен ҡотҡарған иҫтәлекле көрәк бит был.
Әлегә ул миндә һаҡлана. Ваҡыты еткәс, мотлаҡ музейға тапшырасаҡмын.
Элемтәһеҙ идара юҡ,
идараһыҙ еңеү юҡ
Һуғыш фильмдарында элемтәселәрҙең нисек эшләгәненә иғтибар итмәгән кеше юҡтыр. Артына кәтүк артмаҡлаған элемтәселәр, бомбалар шартлауына ҡарамай, йүгереп йөрөп сым һуҙа. Тап фронт менән штабтың өҙлөкһөҙ бәйләнеше өсөн улар яуаплы ла инде. Ә бөгөн? Уйлап ҡараһаң, донъяла ниндәй генә элемтә төрө юҡ. Сым һуҙып йөрөү ҙә кәрәкмәй кеүек. Шундай уйҙар менән барҙым элемтә взводында хеҙмәт итеүселәр янына. Улар минең шөбһәләремде тиҙ юҡҡа сығарҙы. Ниндәй генә һуғыш булмаһын, элемтәһеҙ идара юҡ, идараһыҙ еңеү булмаясаҡ. Шулай ҙа иң ышаныслыһы – электән килгән сымлы элемтә. Ә заманса радиоэлемтә аша һөйләшеүҙе барыбер тыңлайҙар, шулай уҡ элемтәсенең ҡайҙа урынлашыуын билдәләү ҙә еңел.
Бында ла егеттәр республикабыҙҙың төрлө районынан йыйылған. Баймаҡ, Ишембай, Шишмә, Ауырғазы, Сибай. Ҡазан ҡалаһында йәшәгән удмурт егете лә бар. Барыһы ла өйләнгән, өйҙә ғаиләһе, балалары көтә.
Элемтәселәргә дошман позицияһына бигерәк тә ныҡ яҡын барырға тура килә. 50, хатта 10 метрға тиклем. Шулай бер алыш ваҡытында “Кот” позывнойлы элемтәсе ҡамауҙа ҡала. Тәүлек ярым буйына унан бер хәбәр ҙә булмай. Иптәштәре иң насар хәлгә әҙерләнеп йөрөгәндә, яраланған булһа ла, иҫән яугир ҡайтып инә. Етмәһә, комбатҡа ҡамауҙан сығырға ярҙам итә.
Аллаға шөкөр, взводта юғалтыуҙар бик күп түгел, тип үҙҙәрен йыуата егеттәр. Йәки насар хәбәр менән минең күңелде төшөргөләре килмәнеме?
Башҡортостан райондарына күрһәткән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт әйтергә ҡуштылар. Ошондай мөһим мәлдә тыуған яҡтан килгән бәләкәй генә күстәнәс тә һәр яугир өсөн оло әһәмиәткә эйә.
“Назар” – Баймаҡ районының Темәс ауылынан. 2023 йылдың мартынан бында. Был – уның икенсе контракты.
“Мине өйрәткән “Бөркөт”кә ныҡ рәхмәтлемен, – ти ул. – Эшкә генә түгел, ә яуҙа үҙеңде нисек тоторға икәнен унан өйрәндем. Бер ваҡыт һөжүм ваҡытында уның менән икәүләп асыҡ яланда ҡалырға тура килде. Окопҡа барып өлгөрмәнек. Әйҙә, йүгерәйек, тим “Бөркөт”кә. Юҡ, ул тыныс ҡына ята. Әгәр шунда сәбәләнеп сығып китһәк, ни булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Әле контракт ваҡыты бөтһә лә, ҡайтырға ашыҡмайым. Бында күпме дуҫ таптым. Уларҙы нисек ташлап ҡайтып китәйем. Беҙҙең легендар комбат ҡына үҙе ни тора! Киләсәктә “Медведь” хаҡында әллә күпме яҙырҙар әле. Шулай уҡ беҙҙең взвод командиры кеүек шәп кешене тап иткәнем юҡ әле. “Юра” Ишембай районынан. Һәр саҡ алғы һыҙыҡҡа ынтыла. Беҙгә һәр саҡ өлгө булып тора. Взводта хеҙмәт иткән егеттәр ҙә уның өсөн үлергә әҙер”.
Ысынлап та, ҡайһы ғына взводҡа барһаң да, командирҙар ҡаршы алып, егеттәр янына ҡалдырып китеүҙе ҡулай күрә.
Әле Сибайҙа йәшәгән украин милләтле яугир тәүҙә Санкт-Петербургта йәшәгән була. Шунда Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан уҡыған ҡыҙ менән танышып, Сибайға ҡайтып төпләнәләр. “Ҡатыным башҡорт, ҡәйнәм башҡорт, башҡорттар араһында йәшәйем, тимәк, мин кем булырға тейеш?” – тип шаяртып алды ул.
Ғөмүмән, яугирҙар бигерәк йор һүҙле булып сыҡты. Һәр һөйләшеүҙе шаяртыуға боралар ҙа ебәрәләр. Шулай махсус хәрби операцияның аҙағына тиклем шаярып-көлөп, шул уҡ ваҡытта иңдәренә ҡуйылған оло бурысты атҡарып, имен-аман тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын! Ғөмүмән, материал яҙырға ултырғас, диктофонға яҙылған яҙмаларҙы тыңлайым да, һалдат-офицерҙарҙың һәр береһе менән тағы осрашҡандай булам. Уларҙың иҫәнлеге өсөн белгән генә доғаларымды уҡыйым. Мәсеткә барып хәйер һалып та килдем. Ваҡыт үткән һайын һәр береһенә тәғәйен һорауҙар ҙа күбәйә барған төҫлө. Әгәр тағы осрашырға яҙһа, улар менән бөтөнләй башҡаса һөйләшер инем. Киләсәктә булыр әле ундай осрашыуҙар.
Ә был фотола – “Кипишь” менән “Адвокат”. Улар тәьминәт взводында хеҙмәт итә. Донъяла осрай бит шундай кешеләр – улар артыҡ күҙгә салынып та бармай, әллә ниҙәр ҙә хәл итмәгән кеүек, тик тормош уларһыҙ алға тәгәрәмәгән кеүек. “Кипишь”ты ла шундайҙар рәтенә индерергә булалыр. Мостайса әйткәндә, барыһы ла уның тирәһендә әйләнә төҫлө. Барыһын да белә, шулай уҡ уны ла белмәгән кеше юҡ.
Тәтешле районының Бәҙрәш ауылы егете бик иртә атайһыҙ ҡала, 19 йәшендә әсәһен ерләй. Ғаиләлә яңғыҙ бала булған.Былай әсәһенең туғандары менән көн һайын аралашып торалар. Тыуған яғында төрлө эштә йөрөгәндә бер көн МХО-ға юлланырға булып китә һәм теләге тормошҡа аша. Ошо арауыҡта яраланып та өлгөрә. Әле тыуған нигеҙендә йортон яңыртыу менән була. “Иң ҙур хыялым - тиҙерәк еңеү көнө етһен, ҡайтып, кәләш алып, матур тормош көтөргә ине,” – ти ул.
“Адвокат” та үҙенә бер төрлө кеше. Өфө егете махсус хәрби операция башланғанда Һиндостанда йәшәй. Риелторлыҡ менән булыша, эше арыу ғына бара. Кемдәрҙер илдән ситкә ҡасыу яғын ҡарағанда, Башҡортостанға ҡайта һәм үҙ теләге менән хеҙмәткә юллана. Водитель булһа ла, йыш ҡына компьютер артында эшләгәнен күрергә тура килде. Баҡтиһәң, батальон писарһыҙ ҡалған да, “Адвокат” шул эште лә алып бара икән. Бында минең эш түгел, тигән һүҙҙе ишетермен тимә. Һәр яугир, нимә ҡушалар, шуны теүәл үтәй. Позывнойы ниңә улай, тиһегеҙме? Әсәһе адвокат булып эшләй икән, шуға артыҡ уйлап тормаған.
“Бер йыл буйы подвалда
ҡасып йәшәнек”
2014 йылдан һуңғы тормошто урындағы халыҡ теләмәй генә иҫкә ала. Уларҙың үпкәһе бер – ни өсөн махсус хәрби операцияны шул ваҡытта уҡ башламағандар? Украин милләтселәре ҡулы аҫтында бик күпте күрергә тура килә. Бомбаға тотоуҙар, электрһыҙ, газһыҙ, һыуһыҙ интегеүҙәр...
Егеттәр йәшәгән йортта урындағы халыҡ та бар. Мөмкинлектән файҙаланып, Валентина Степановна (билдәле сәбәптәр буйынса апайҙың исемен үҙгәртеп бирәм) менән һөйләшәбеҙ. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән, әле пенсияла. Йыш ҡына уның фатирына балаларҙың дәрес алырға килгәнен күрергә була. “Үҙем украин милләтенән булһам да, милләтселәрҙең ҡылған йыртҡыслығын күреп, аптыраным. Беҙгә хатта урыҫса һөйләшергә лә рөхсәт итмәнеләр. Йә украинса, йә полякса аралашырға тейеш инек. Бомбаға тота башлаһалар, подвалға йәшендек. Бер йыл шулай үтте. Магазиндар эшләмәй, ярай, баҙҙа әҙерләгән аҙыҡ-түлек бар ине, шул ҡотҡарҙы. Көнөнә бер буханка икмәк ырғытып китәләр. Буржуйка яғып, шуның менән йылындыҡ. Мин, өлкән кеше, ҡалған ғүмерем өсөн әллә ни ҡурҡып торманым, һыуҙы йылғанан ташый торғайным. Фатирҙарҙың тәҙрәһендә яҡтылыҡ күрһәләр, шунда уҡ автоматтан ут асалар. Ярай, беҙҙе ҡотҡарҙылар, ҙур рәхмәт Путинға. Тик башҡаса милләтселәр ҡулына ҡалдыра күрмәһендәр инде. Хәҙер тормош арыулана башланы. Рәсәй хөкүмәте урындағы халыҡҡа ай һайын ун мең һум аҡса түләй. Оҙаҡламай пенсиямды ла бирә башлайҙар.
Иң ауыр ваҡытта Башҡортостан егеттәре ярҙам итте. Улар һуңғы ризығына тиклем бүлеп бирергә әҙер. Үҙҙәре шундай аҡыллылар. Башҡа йорттарҙа төрлө милләт яугирҙарын күрергә тура килә. Тәртипһеҙҙәр. Хатта сүп-сарҙы тейешле урынға алып барырға йыбаналар. Ә бында, күрәһегеҙме, хатта тәмәке төпсөгөн дә ташламайҙар.
Хәҙер, аҡса ала башлағас, хәлем һәйбәтләнде, ҡулдан килгәнсә үҙем дә егеттәргә ярҙам итә алам.
Күсеп киткән таныштарға бындағы хәлде һөйләһәм, ышанмайҙар. Ярай, ваҡытында ҡуҙғалғанбыҙ, тиҙәр”.
Бөтөнләй ят халыҡтан милләттәштәрем хаҡында шундай йылы һүҙҙәр ишетеүе, әлбиттә, минең өсөн дә ҡыуаныс. Киләсәктә лә урындағы рустар, украиндар башҡорттарҙы тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алһын ине. Тап Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Миңлеғәле Шайморатов һуғышсыларын онотмаған кеүек!
Командировкабыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Ҡайтып барғанда Луганск Республикаһының сигендәге блок-пост хеҙмәткәрҙәре, журналист икәнде белгәс, нисек уйлайһығыҙ, хәрби операция ҡасан тамамланыр, тигән һорау бирҙе. Йәйгә, тинем ышаныслы итеп. Ни эшләптер яугирҙар менән аралашҡандан һуң шундай фекер күңелдә ныҡлы урынлашты. Шулай булһын!
Артур Дәүләтбәков.
Автор фотолары.