Көмөрәйә төшкән кәүҙәһен тура тоторға тырышып, таяғына терәлеберәк торған булған. Уның менән инде күптән сәләмләшеп йөрөгән Фәниә, килеп етер-етмәҫтән үк, башлап өндәште:
– Һаумыһығыҙ!
Бабай уны йәнәшенә еткәнен көттө, унан ҡуш усын һуҙҙы:
– Һаумы, ҡыҙым.
Йәш ҡатын уның һалҡын тарамыш устарына йомшаҡ бәләкәс ҡулын һалды:
– Хәлдәрегеҙ нисек?
Ҡарт, был һорауҙы ишетмәгәндәй булып, үҙенекен һөйләне:
– Һин, ҡыҙым, теге мәл гәзиттә эшләйем, тинең бит әле. Гәзиттә булғас... яҙа торғанмы инде?
Фәниә башын һелкә-һелкә ҡысҡырып яуапланы:
– Эйе, олатай, мин гәзит мәҡәләләрен яҙыусы.
Ҡарт көлөмһөрәне:
– Ҡысҡырма улай, ишетәм әле. Улай булғас, ҡыҙым, минең һиңә һөйләр бер тарихым бар ине...
Фәниә ошондайыраҡ хәбәрҙе көткәйне лә инде, бабай менән һөйләшә башлағас та. Журналист булыуҙың бер хикмәте инде был – шул хаҡта, был хаҡта гәзиткә яҙ, тип аптырата халыҡ. Әйтерһең, һинең шәхси баҫмаң бар ҙа унда теләгәнеңде яҙаһың да һалаһың. Бына шуны ҡалайтып аңлатмаҡ кәрәк дуҫтарға, туғандарға, етмәһә, ололарға?
– Редакцияға килегеҙ, олатай, редактор менән һөйләшегеҙ. Ул унан хәл итәр.
Бабай уйлана биреп торҙо ла баҫалҡы ғына баш тартты:
– Юҡ шул, был улайтып ғәм алдында һөйләй торған тарих түгел. Был икенсе нәмә, һуғыш тураһында...
Ҡатын китеү яғын ҡараны:
– Ярай, олатай, теләһәгеҙ – инегеҙ, редакция ана, анау йортта.
Ҡарты бынан ары ла юлында осрап торҙо. Һәр ваҡыттағыса, сәләмләштеләр. Хәл-әүәл белештеләр. Шунан ары уҙманы. Ғорур ҡарт башҡаса теге һөйләшеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатманы.
Еңеү байрамы алдынан редактор ветерандар тураһында мәҡәлә таптыра башлағас, журналистарҙың башы ҡатты. Бығаса иғтибар итерҙәй тарихтар яҙылып бөткән, һуғыш юлы үткәндәрҙең тереләре лә инде өҫтө-өҫтөнә гәзиткә сығарылған. Шулай ҡаңғырып йөрөгәндә, теге бабайҙың ярты йыллап әүәл әйткәне иҫенә төшөп, эшкә атлағанда алан-йолан ҡаранды Фәниә. Юлдары киҫешә торған ерҙә көтәүәлләне лә. Сәғәт шикелле булып бөткән оло кеше тап шул мәлендә килеп тә сыҡты.
– Хәйерле иртә! Мин һеҙҙе көтөп торам әле.
Ҡартҡа ҡаршы атлап, ул ауыҙын асҡансы, хәбәрен һөйләп тә бөттө:
– Һеҙ теге мәл “һуғыш тарихы” бар тигәйнегеҙ. Һөйләшәйекме? Ҡасан уңайлы булыр икән?
Бабай эйәк ҡағып ҡына сәләмләп, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, һынаулы ҡарап алды. Унан осонмай ғына ризалашып та ҡуйҙы:
– Әләйһәң... мин йөрөп киләйем дә һөт алайым сәйгә. Һин барып, хужаңа дакладауайт ит тә инерең.
Йәшәгән йортон да белә Фәниә уның, фатир һанын ғына һорап ҡалды. Унан, ярты сәғәт самаһынан, әллә нафталин, әллә дарыу еҫтәре аңҡыған боронғо йыһазлы фатирҙың түрендә ултыра ине инде. Хужа торт алған булған, егеттәрсә йылдам йөрөргә маташып, сәй ултыртты. “Ҡайҙа, үҙем,” – тип ҡалҡынғайны ла: “Юҡ, миңә ҡыҙҙар ҡунаҡҡа йыш килмәй, күңелем булһын әле”, – тип, үҙе тәрбиәләне шаян ҡарт.
Ололар менән аралашыуҙың тәртибен дә белә журналист. Башта уның ғаилә хәле, бала сағы, эшләгән йылдары тураһында тыңларға тура киләсәк. Унан, һөйләүсенең бер аҙ күңеле бушағас, төп теманы ла ҡуҙғатырға була.
Әлеге тарихҡа барып еткәс, ҡарт бошоноп, хатта бөлөп үк киткәндәй булып, һағышлы ҡарашын тәҙрә аръяғындағы ағастар осонда һелкенгән ыуыҙ япраҡтарға күсерҙе. Ул тулҡынлана ине. Һаҡ ҡына итеп башланы:
– Элек мин был хәлдең ни хәтлем аяныслы икәнлеген аңламағанмын икән... Ошо йәшемдә, йәшәйештең күп төшөнсәләрен үҙем татып белгәс, шул тарихты күңелемдә ҡат-ҡат терелтәм дә бөтөн тәрәнлеге менән тоям...
Сәйфулланың ун туғыҙы тулып тап өс көн үткәндә, һуғыш башлана. Башта бер-бер артлы ике ағаһын алалар. Улар артынан көҙгә үҙен, ҡышҡа атаһын да саҡырталар. Шулай итеп, ғаиләнән дүрт ир һыпырылып сығып китеп, өйҙә әсәләре ике бәләкәй һеңлеләре менән генә тороп ҡала.
Өс ай Өфөлә учебка үткәндән һуң, Ленинград янында тағы ла ай ярым өйрәтелгәс, үс ҡомары менән янған йәштәрҙе фронтҡа оҙаталар. 1942 йылдың яҙы, Совет армияһының әле һаман сигенгән осоро. Һәр ҡаланы, һәр ауылды ҡан һәм үлем менән ҡалдыра барған, фашистарҙың иң ҡоторған, ялмап йотмаҡ булып шашынған сағы. Фронтҡа оҙатылған һәр һалдат, ошо хаҡта белеп, үҙе барһа, сигенеү туҡталыр, көс артыр тигән ғәйрәтле өмөт менән инә лә ут эсенә, әллә фашистҡа терәп бер атып өлгөрә, әллә юҡ – ятып ҡала.
Дивизияға яңы көстәр килеп ҡушылып, землянкаларға таратып сығылғас, танышыу-табышыуҙар, яҡташтарҙы эҙләү башланды. Сәйфулла ла, алан-йолан ҡаранып, мосолман булғандайҙарҙы сырамытты. Бер ҡаҙаҡ егетенә текләй биргәйне, тегеһе килеп, ҡул бирҙе:
– Кемсең ғой?
– Башҡорт.
– Остағы землянкала бер башҡорт бар.
Шундуҡ юлланды егет остағы землянкаға. Инде лә тимер мейестә нимәлер әтмәләп маташҡан ир-егет араһынан башҡортто танып та алды. Үҙе ауыҙы ҡолағына етә яҙып йылмайҙы:
– Әссәләмәғәләйкүүм.
Сәйфулланан олораҡ сырайлы булған ир, ҡоромло ҡулдарын өҫтөнә һөртә һалып, ҡуш усын һуҙҙы:
– Вәғәл-ләйкүм-әссәләм! – хатта ҡосаҡлап уҡ алды.
Унан был икәү өсөн башҡалар донъяһы онотолдо. Милләттәш кенә түгел, бер район кешеләре булып сыҡтылар. Киске теҙелеш-тикшереүҙәрҙән һуң да осрашып, һөйләшеп төн үткәрҙеләр. Әллә күпме уртаҡ таныштары табылды.
– Ҡауарҙылағы айыусы Кәримбайҙы беләһеңме? – Биктимер(икенсе башҡорттоң исеме шулай ине) йоҡлап барғанда ла һаман таныштарын барланы.
– Былай белмәйем, атайҙан ишеткәнем бар, – Сәйфулла унан унлап йәшкә йәшерәк булғас, күберәк яуап биреүсе хәлендә булып ҡала.
– Шул минең ҡоҙа бит ул.
– Ә-ә... Ә анау һабантуйҙа йыл да беренселекте алған Атауҙы беләңме?
– Уны – эйе! Былтыр мин дә ҡаршы сығып ҡарағайным – ҡайҙан, алып атты.
Биктимер рәхәтләнеп көлдө:
– Нисауа! Һинең йәштә ирмен тигән ир-егеттең һәре лә көрәшеп ҡарай. Яйлап көс ултыра ул. Ә анау кеше бисәһен алып ҡасҡан Тәлғәттең кирәмәтен ишеттеңме?
Сәйфулла бер аҙ тотлоҡто:
– Ул минең туған да ул... Кеше бисәһен түгел, еңгәһен алып ҡасты.
Биктимер ҡырын төшөп ятҡан еренән ҡалҡына биреп ҡарап алды:
– Ағаһы ҡалайтты икән? Табып, быуыр кәрәк булған ул ҡустыны.
Егеттең был хаҡта бөтөнләй һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәй, шуға мығырҙап ҡына ҡуя:
– Ҡалайтһын... Икенсе бисә алып йәшәне лә китте.
– Һы. Ә анау бер туйҙарында атышып бөткәндәрҙе нишәттеләр?
Биктимер иллә һөйләшеүгә әүәҫ булып сыҡты, һүҙгә һараныраҡ Сәйфулланың эсен әйләндереп сығарһа-сығарҙы, кәрәген әйттереп алды тәки. Шулай башланып китте уларҙың дуҫлығы.
Ике ай самаһы артыҡ оло бәрелештәргә инмәй, бәләкәй отрядтар менән йөрөп килеп, разведкаларға сығып, урынды нығытты дивизия. Окоптар ҡаҙылды, траншеялар яһалды, ер соҡоп, землянкалар яһалды. Яңы көстәр өҫтәлә, учебкалар үтә торҙо. Һөжүмгә күсеү өсөн ниндәйҙер ваҡыт билдәләнгәйнеме, әллә икенсе бер мәсьәләнең хәл ителеүе көтөлгәйнеме – уныһын һалдаттар белмәй ҡалды – бер көн таңға ғәрәсәт ҡупты. Ер ҙә, күк тә шауланы. Һауала ла, аҫта ла бомбалар шартланы. Ҡайҙа осҡанлығы ла аңлашылмаған пулялар һыҙғырыуынан ҡолаҡтар зыңланы. Шул дауыл эсендә аңына килә алған һәр кем ҡоралына тотоноп, үҙ позицияһына торҙо. Бер-бер артлы пулеметтар, пушкалар телгә килде, уларға автомат очередтары ҡушылды. Зенитчиктар оҙон торбаларын күккә тоҫҡап, туҡтауһыҙ утлы ямғыр һипкән самолеттарҙы сәпкә тоторға тырышты. Тирә-яҡты төтөн менән саң болото баҫты, тындар ҡурылды, яралылар ҡысҡырышты, шул мәшхәр араһында ағарып күренеп ҡалған санитарҙар, ауа-тәгәрәй йүгерешеп, ярҙам һораусыларҙы эҙләне. Ер менән күк тоташтымы, әллә ер аҫты донъяһы асылып китеп, унан сыҡҡан тамуҡ уты ялманымы барыһын?.. Был – һуғыш тарихындағы иң ҡанлы, иң дәшһәтле бәрелештәрҙең береһе ине.
Тыма биреп, унан кире ҡуҙғып, шыма биреп тә, ҡабаттан ярһып китеп дауам иткән ике көн һәм бер төнлөк алыш, Сәйфуллалар дивизияһы яғынан артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтелә алмай башлағанғаса дауам итеп, төнгә ҡарай бөтөнләй тынды. Әммә ҡыйратылған армия ҡалдығы аңын-тоңон алып өлгөрмәне, ҡара таңдан һуғыш үткән яландар буйлап овчаркалар етәкләгән немец һалдаттары һибелде. Улар яралыларҙың тора алғандайҙарын типкеләп-тартҡылап торғоҙҙо, хәле етмәгәндәрен шундуҡ автомат теленә һалып китте. Төшкә ҡарай шаҡтай ҙур төркөм йыйылды пленныйҙарҙан. Улар араһында бомба тулҡынына эләгеп шаңҡыған Сәйфулла ла бар ине.
Пленныйҙарҙы мал көтөүеләй итеп тағы ла ярты көндәй ҡыуғас, бер хуторға алып килеп, һарайға ябып ҡуйҙылар. Аңына килә алмай ятҡан Сәйфулланың өҫтөнә кемдер эйелде, ул ғына түгел, тотоп һелкетте лә. Күҙ бәбәктәрен саҡ күтәреп асһа, Биктимер нимәлер өндәшә. Тик уның ауыҙы ғына асыла ла, тауышы сыҡмай.
– Бик... тим-мер... Һин... тереме?..
– ...... ....... , - тегеһе ҡулдарын болғай, тик аңлашылмай.
– Иш-шет-тмәйем... Ишет-мәйем һине...
Дуҫы ҡайҙандыр фляжка менән һыу алып килеп, ауыҙына ҡойҙо, гимнастерка еңен тарта биреп һуҙып, осо менән битен һөрткөләне, ҡолағына тулған тупраҡты соҡоп таҙаланы ла, елкә аҫтына нимәлер тығып, ипләп һалды. Бындай иғтибарҙан да, ошондай мәсхәрәле еңелеү тойғоһонан да быуған ғәрлек йәштәре һуңғы ғорурлыҡ терәүен йығып ебәрҙе. Инде ояттан үткән йәш кеше, балаларса һыңҡылдап, тауышһыҙ буҙлап иланы. Ошолайтып ятҡансы, шул яу яланыда үлеп ҡалһа булмағанмы?
Тағы ла бер ғазаплы төндән һуң яйлап эргә-тирәһендәге ыңғырашҡан ауаздарҙы ишетә башланы. Тик был еңеллек килтермәне. Киреһенсә, хәҙер үҙе өсөн генә түгел, өҙгөләнгән, һүгенгән, ярҙам һорап ҡысҡырған, һыу үтенеп ялбарғандарҙың барыһы өсөн дә йөрәге янды. Әммә был хәл дә оҙаҡҡа барманы, салтыратып йоҙаҡлы ҡапҡалар асылды ла, эттәрен һау-һаулатып ингән һалдаттар теҙелеп торғас, бер нисә офицер инеп баҫты. Улар артынан ингән өс санитар, пленныйҙар араһында йөрөп ҡарап, яралары етдирәк булғандарҙы төртөп күрһәтә барҙы, һалдаттар уларҙы елтерәпеп алып сығып китә торҙо. Шул һайлау тамамланыуы булды, тышта автоматтар тыҡылданы. Эстәге тотҡондар ҡатып ҡалды. Күҙҙәр янды, йоҙроҡтар йомарланды. Тик... аяҡ аҫтынан ерҙе сәрпәкләп үткән автомат очереды кире сигенергә мәжбүр итте.
– Иғтибар! – немец офицеры бармағын өҫкә күтәрҙе, эргәһендәге тәржемәсеһе вата-емерә ҡуша һөйләне – Һеҙ – Бөйөк Германияның хәрби пленныйҙары! Беҙ һеҙгә ғүмер бүләк итәбеҙ! Әммә бушҡа түгел! Беҙгә хеҙмәттәшлек итһәгеҙ, ҡушылғандарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Совет иленән тулыһынса баш тартһағыҙ, беҙ һеҙҙе үҙ сафтарыбыҙға аласаҡбыҙ!
Һөҙә ҡарап торған төркөмдә тауыш булманы. Офицер бер аҙ яуап көттө лә ҡабаттан дауам итте:
– Офицерҙар, ике аҙым алға!
Алға сығыусы булманы.
Немец ситтә торған үҫмерҙәй генә йәш һалдатты бармағы менән саҡырҙы:
– Сыҡ!
Тегеһе сыҡты.
– Офицерҙарҙы төртөп күрһәт!
Әсир ҡатып тик торҙо. Офицер артында теҙелеп торған һалдаттарына баш ҡағыуы булды, бахырҙы күҙ асып-йомғансы мылтыҡ төйҙәһе менән һуғып йығып, тапап-иҙеп тә ташланылар. Унан, икенсе ишаранан, алып сығып та аттылар.
– Алға! – аранан икенсе берәү һайланды.
Ҡобараһы осҡан шундай уҡ йәш һалдат ҡалтыранған бармағын төркөм буйлап йөрөттө. Арала “Һатлыҡйән”, “Эт” тип теш араһынан ҡыҫып сығарылған шыбырлауҙар үҙҙәренән алыҫ китә алманы. Күрһәткәндәрҙе шулай уҡ алып китә торҙолар. Тик атманылар, ҡайҙалыр икенсе урынға күсерҙеләр, булһа кәрәк.
Был эштәр тамамланғас, ҡалғандарҙы шул килеш ҡалдырып, һарайға тағы ла йоҙаҡ һалып ҡуйҙылар. Йәндәре алҡымдарына тығылған тотҡондар ни ултырыша, ни телгә килә алмай, әле арыуыҡ урындарында тапанды.
– Сығарып ҡына атһындар ине! Атһындар ине тиҙерәк! – Сәйфулла йоҙороҡлап ергә һуҡты.
Биктимер өндәшмәй, ул бик ҡаты уйға байтҡан.
– Мәсхәрәнең аръяғы бит был! Хәҙер инһәләр, алҡымдарына йәбешәйек – атһындар!
– Туҡтале... Улай ярһымай тор. Атырға өлгөрөрҙәр.
– Былайтып ултырғансы...
– Сеү! Артыҡ йәнең бармы?
Килешкәндән түгел, дуҫының олораҡ булғанына хөрмәт йөҙөнән шыма егет. Был көн шулай үтә.
Икенсе көн тағы кисәгесә теҙеп ҡуялар. Тағы һорау алыуҙар, туҡмауҙар башлана. Хәҙер инде һәр кемдән белгәндәй мәғлүмәттәрҙе һөйләүҙе талап итәләр. Тәүге һалдат тағы ла сығарып атылғас, башҡаларҙың теле шаҡтай сиселә. Әммә ябай һалдаттар артыҡ әллә нимә белмәй. Улар үҙҙәре бойороҡ үтәй торған ғыналар. Быныһы, әлбиттә, фашистҡа ла мәғлүм. Тик уларға мәғлүмәт мөһим түгел, ә тотҡондарҙы һындырыу, рухһыҙландырыу танһыҡ.
Биктимер менән Сәйфулла арттараҡ тора инеләр, уйламаҫтан, офицер бармағы менән дуҫына күрһәтте:
– Сыҡ!
Сәйфулланың йөрәге өҙөлөп төштө. Ҡуша ла ынтылғайны, Биктимер уны терһәге менән төртөп китте – тик тор.
Офицер ҡулындағы таяғы менән Биктимерҙең эйәген күтәрә төштө:
– Һөйлә!
– Көнбайыш фронттан киләсәк яңы көс көтөлә ине...
– Тағы?
– Уларҙа “Катюша” лар барлығы билдәле ине.
Офицерҙың ҡаштары өҫкә һикерҙе:
– О-о! Яҡшы-яҡшы. Ниһайәт, бер файҙалы хәбәр. Дауам ит.
Сәйфулла үҙ ҡолаҡтарына ышанманы. Был әйтелгәндәр дөрөҫмө-түгелдерме, әммә уның дуҫы дошманға хеҙмәттәшлек итеп, ихлас ҡарап, баш һелкеп тороп һөйләй ине.
– Был хаҡта һалдаттар белмәй, әммә мин штабта мейес сығарҙым һәм командирҙарҙың һөйләшкәнен ишетеп йөрөнөм.
Ары түҙеме етмәне Сәйфулланың. Тоҡомондағы ҡыҙыу ҡанлылыҡ үҙенекен итте. Алдындағыларҙы этә-төртә алға ташланды ла, килеп етеп, киҙәнеп тороп һалды ла ебәрҙе тегегә. Биктимер сайҡалып китте, әммә ҡоламаны.
– Инәңде...! – Сәйфулла уға турайып баҫырға ла бирмәй, икенсе яҡтан килтереп ҡундырҙы.
– Әх, һин шулаймы әле! Үлгең килһә үҙең үл! – танауынан ҡан борлаған Биктимер ҙә айбарланып килеп йәбеште хәҙер. Был икәү башҡортсалап һүгенешеп, һорау алыусыларҙы ла, ҡарап тороусы әсирҙәрҙе лә албырғатып, “тас-тос” һуғышты ла китте. Башта йоҙроҡлап өлөш ултыртышһалар, тора-бара, сат йәбешеп көрмәкләшеп, унан ҡолап, быуышып-тибешеп яман өҙөштөләр. Күҙҙәрен селт-селт йомғолап, хәлдең айышына төшөнә алмай торған офицерҙы, ахырҙа, был күренеш ялҡытты. Эйәген ҡағыуы булды, һалдаттар, ике яҡтан килеп, был икәүҙе саҡҡа айырып, һөйрәтеп алып китте.
Бөгөнгө кәмит ошоноң менән тамамланды булһа кәрәк, берәр телем икмәк менән һыу таратылғас, ҡапҡалар яңынан бикләнгәйне лә, эстәгеләр тынысланманы.
– Һин – нимес кәнтәйе! Һатлыҡйән булғанһың икән! – Сәйфулла, бер аҙ ятып хәл йыйғас, киренән ҡалҡына.
– Атаңдың аңра ишәге! Мин һине лә ҡотҡармаҡсымын!
– Инәңдең шуныһынамы миңә ҡотҡарыуың?! Быуам мин һине хәҙер! Ошонда күмеп китәм! – тағы килеп йәбешә был. Тағы китә һуғыш.
– Инәңде....!
– Бүре тартҡыр! Затыңды шулайтайым!!
Башҡа тотҡондар шаҡарып айырып ала. Икеһен ике яҡҡа ҡайырып һалалар. Тик оҙаҡҡа түгел быныһы ла. Саҡ ҡына ҡулдарын бушатҡан Сәйфулла тағы тороп ынтыла:
– Һатлыҡйән! Тоҡомоң ҡырылғыр, һатлыҡйән!
Оло ғына бер хохол йәш егетте түңкәрә һуғып ебәрә:
– Һинең арҡала беҙҙе атасаҡтар хәҙер, башһыҙ басурман!
Түңкәрелгән еренән кире ҡалҡына был:
–Атһындар! Атылыуҙан ҡурҡып ятаһығыҙмы?! Һатлыҡйәндәр!
Биктимер тороп, уның ауыҙын томаламаҡсы:
– Әпсәңде....! Шым, алйот! Шым!
– Өйрәтмә мине, һатлыҡйән!
Хәҙер инде был икәүҙең алышына ҡыҫылмаҫ булалар. Ике әсир һаман үҙ телдәрендә һөрәндәшеп, хәлдәре бөткәнсе айҡаша ла, бер-береһен ысҡындырмай тын алып алғас, тағы дөмбәҫләшә, хәл ала ла тағы... тағы...
Ахырҙа, ҡапҡаны кире асалар. Ингән офицер быларҙың ер иҙәндә бер-береһенең боғаҙынан ысҡына алмай ятҡанына ҡарай биреп торғас, Сәйфулланы алып сығырға ҡуша. Егетте һөйрәтеп алып китәләр. Белгән генә доғаларын ҡабаланып эсенән уҡый был. Атырҙарына инана бит инде. Әммә йәшәй торған ғүмер булғас, маңлайына шулай яҙылғас, даһырлатып алып барып икенсе аҙбарға ташлап, ябып сығып китәләр. Бында теге көн айырып алынған офицерҙар икән. Әҙәм ҡараһығыҙ хәлгә еткереп туҡмалған, язаланған командирҙарҙы күргәс, үҙ ҡайғыһы онотола Сәйфулланың. Ул ғазраил менән айҡашып ятҡандарға ярҙамға ташланды.
Бынан ары фрицтарға уйын булып алды хәҙер Сәйфулла менән Биктимерҙең дошманлығы. Ҡыҙыҡ күргән һайын сығарҙы ла һуғыштырҙылар, сығарҙы ла һуғыштырҙылар. Биктимер кеүек яҡшыраҡ мәғлүмәт биреүселәрҙе айырым тотҡандарын, ашатҡандарын белгән Сәйфулланы һөсләү ҙә кәрәкмәй ине. Әле лә яҡташы өҫтөндәге немец гимнастеркаһы уға үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәткәндәй:
– Нимес күлдәген кейеп алдыңмы?! Эт! Сала-ам!!
Һалдаттар, уларҙы уратып, түңәрәк яһай. Дәртләндерәләр, һыҙғыралар, сәпәкәй итәләр. Ә уртала ике башҡорт ҡанға туҙыша...
Ниндәйҙер ваҡытта һалдаттар ҡапыл шымып, турайып ҡатып ҡалалар. Яндарына штандартенфюрер килеп торған икән. Ул көрмәкләшеүселәрҙе күҙәтә биргәс, үҙенә күләгә шикелле эйәреп йөрөгән теге офицерҙан һорай:
– Был ниндәй гладиаторҙар?
– Хәрби тотҡондар, штандартенфюрер әфәнде.
– Еврейҙар?
– Юҡ, штандартенфюрер әфәнде, азиаттар, буғай.
Штандартенфюрер аһылдап төшкән Сәйфуллаға яҡыныраҡ килә, йөҙөнә төбәлеп ҡарай:
– Ҡайҙан?
Сәйфулла өндәшмәй. Хужаһына нисек ярарға белмәгән офицер тотҡондоң сикәһенә сабып ебәрә. Егет йөҙөн бороп, тешен ҡыҫа ла тора бирә. Унтер икенсеһенә борола:
– Ҡайҙан?
– Уралдан, штандартенфюрер әфәнде, – Биктимер йәһәт яуаплай һала.
– Урал?.. – штандартенфюрер уларға алмаш-тилмәш ҡарап ала, – милләтегеҙ кем?
– Башҡорт, штандартенфюрер әфәнде.
Киң яурынлы ҡара һылыу хәрби, ышанмаған шикелле, һаман икеһен дә ҡараштары менән һөҙә биреп тора ла, ҡапыл боролоп, китеп үк бара. Һуғыш әтәстәрен дә айыралар.
Төн йөҙөндә Сәйфулланы тибеп уяталар, автомат көбәге аҫтында ҡайҙалыр атлаталар. Көн дә зарығып үлем көткән егет ниндәйҙер кимәлдә хатта ҡыуана ла. Бына ул был кәмһенеүҙән ҡотола, ниһайәт, азат була.
Тик ҡырға түгел, ә өйҙәр яғына әйҙәйҙәр. Бына ишек артынан ишек асып инә торғас, шаҡтай яҡты, матур йыһазлы бүлмәгә килеп инәләр. Тәҙрәгә ҡарап, арты менән баҫып торған кеше, башын ғына бороп, оҙата килеүсегә сығырға ҡуша. Тегеһе бойороҡто йәһәт үтәй. Аҙыраҡ торғас, был да әйләнә. Ә-ә, теге штандартенфюрер икән...
Ул бүлмәнең бер осонан ишек төбөндәге Сәйфуллаға текәлеп тора бирә, унан ҡабаланмай ғына атлап янына килә, әйләнеп сыға, тағы алдына тора.
– Тимәк... Уралдан?.. – үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ ҡылана – Башҡорт, тиһең инде...
Сәйфулла иһә ҡаш аҫтынан уҫал ҡарап тороуын белә.
Штандартенфюрер кинәт көтөлмәгән һорау бирә:
– Русса аңлайһыңмы?
“Эйе” тигәнде аңлатып, баш ҡаға егет.
– Ултыр, – фриц урталағы өҫтәл артынан бер ултырғысты тартып сығара ла ҡаршылағына үҙе терәлә. Унан һаман һерәйеп торғанға ишаралап, ултырғысҡа күрһәтә. Ултыра тотҡон.
– Тартаһыңмы? – хужа сигара һауытын аса.
Яуап – баш сайҡау.
– Эсәһеңме? – быныһын ул ҡыҙыҡ өсөн генә һорай, ахыры.
Тағы баш сайҡау.
– Һин мине яҡшы төшөнәһең, шулай бит? – русса акценты шаҡтай булһа ла, дөрөҫ һөйләшә ине фриц. Сәйфулла тағы баш ҡаҡты. Инде был фашистан нимә көтөргә, тип уйлап та өлгөрмәне, ҡаршыһындағы уны бөтөнләй шаңҡытҡан хәбәр һалды:
– Мин дә башҡорт. Ышанаһыңмы?
Егеттең күҙ ҡараштарындағы албырғауҙы аңғарҙы фриц, көлөмһөрәне хатта:
– Ышанмайһыңмы?
– Юҡ.
– Ниңә?
– Башҡорттар һатлыҡйән булмай.
Штандартенфюрер уға бик етди ҡараны. Күҙҙәрендә күрә алмау ҙа, нәфрәт тә юҡ ине уның, бары уйсанлыҡ һәм... ниндәйҙер һағышмы...
– Ә мин һатлыҡйән түгел. Мин үҙ илемдең һалдаты ғына.
Артабан ниместең һөйләгәндәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне Сәйфулла.
– Минең атайым империалистик һуғыш ваҡытында Германияла әсирҙә ҡалған һалдат ине. Маргус тинеләр уны. Ысын исеме Мазһар булған. Эсмәне, тартманы, сиркәүгә йөрөмәне. Уның үҙ дине булды. Бала саҡта ул миңә Моратулла, ә ҡустыма Аллағол тип өндәште. Документта мин – Марат, ҡустым Альберт инек.
Атайым ярайһы ғына ҡаты ҡуллы, бик ҡыйыу, хатта дыуамал холоҡло ине. Йомоҡ, баҫалҡы кеүек тә, әммә дошмандарына аяуһыҙ булды. Тик ул оҙаҡ йәшәмәне, мин үҫмерлек ҡорона инеп барғанда, ауырып, үлеп китте. Хәрбиҙәр мәктәбендә уҡый инем, ятҡас, саҡыртып алды һәм түбәндәгеләрҙе әйтте: “Улым, мин ауырыуҙан түгел, ә һағыштан үләм, – тине. – Тыуған илем – Урал, үҙем – башҡорт. Мин шул ерҙәрҙә ат ялына йәбешеп йөрөп үҫкәнмен. Ата-бабаларым да, уларҙың ата-бабалары ла шулай иткән. Нисә йылдар бер үк төштө күрәм: тауҙар артынан һыҙылып таң ата... Ҡояш нурҙары шул тауҙар аҫтынан ғына башланған далаға төшә... Ат тояҡтары тауышы ишетелә... Улар көсәйгәндән-көсәйә бара... һәм һыбайлы күренә... Менгеһе шундай кирелеп, айбарланып саба... Ҡараһам – ул һыбайлы мин! Шундай осонам, ҡанатланам, ярһыйым! Шул ваҡыт йөрәгемдең сығып килгәндәй булып дөпөлдәүенә уянып китәм дә... һыбайлы юҡ... Ышанаһыңмы – юҡ! Һағышыма түҙмәй, һығылып илайым...”
Сәйфулла, күҙҙәрен киң асып, ҡаршыһындағы иргә төбәлгән дә ҡалған. Ә уныһы, тыңлаусыһының барлығын да онотҡандай, тулышҡан күңеле йырылып киткәндә әйтеп ҡалайым тигәндәй, ашығып теҙә генә.
– Ул саҡта мин уның һөйләгәндәренә артыҡ иғтибар итмәнем. Минең ундайҙан мөһимерәк идеологиям, фанаттарса табынған сәйәсәтем бар ине. Атайымдың үҙендә юғалған индеецтар ҡәбиләһе вәкиле кеүек кенә итеп ҡабул итә, уның ҡараштарынан, донъяуи фәлсәфәһенән ояла инем. Ысын милләтен дә йәшерҙем, хатта үҙем дә хәтеремдән юйғандай инем. Тик үҫә бара, ул ҡан миндә барлығын һиҙҙерә башланы. Миңә нимәлер етмәне. Ҡайҙалыр тартылдым, атлыҡтым. Һәр ваҡыт күҙҙәрем кемделер, күңелем нимәнелер эҙләне. Һуңғы йылдарҙа йыш ҡына атайымдың төшөн күрәм: дала буйлап атта сабам... сабам... сабам... Ярһып уянам да йөрәгемә сыҙай алмайым... Үҙем ғүмерҙә лә атҡа яҡын барған кеше түгел.
... Һуғышҡа киткәндә лә мин шул эҙләгәнемде күрер, йәнемде иҙгән һорауҙарға яуаптар табыр кеүек булып сыҡҡайным...
Туҡтап ҡалып, тағы күпмелер ҡулында өйөрөлткән сигара һауытына ҡарап ултырған фриц күҙҙәрен күтәрҙе:
– Урал... ул ниндәй?
Сәйфулла ҡарашын күсермәне, әммә асыуһыҙ ғына яуапланы:
– Ул – минең тыуған ерем...
Штандартенфюрер баш һелкете:
– Эйе... Атайым да шулай тине.
Фриц тороп, кире тәҙрә янына баҫты. Оҙаҡ итеп ҡараңғылыҡты байҡаны. Тик китель аҫтындағы киң яурындарының һелкенеп-һелкенеп алыуына ҡарағанда, уның уйы тышта түгел, ә бөтөндәй икенселә ине.
Бына ул тағы әйләнде:
– Нисек уйлайһың, мин Уралға барып етә аламмы?
Сәйфулла өндәшмәҫкә иткәйне лә, теле алдан өлгөрҙө:
– Юҡ.
– Ни өсөн?
–Беҙ еребеҙҙе... дошманға бирмәйбеҙ. Шулай булған... борондан...
– Беләһеңме... Һин миңә атайымды хәтерләтәһең. Ул да шулай... алйот ине, минең ҡараштан, беҙҙең, айыҡ аҡыллы немец халҡы күҙлегенән. Ул әллә ҡайҙа ятҡан, башҡаса ҡайта алырына бер өмөтө лә булмаған еренә, халҡына тоғро ҡалды. Шуларҙы һағынып, һарғайып үлде лә. Шул тоғролоғо менән үлеп китте...
Һин дә, ғүмерең ҡыл өҫтөндә торғанда, намыҫ өсөн өҙөшәһең. Ереңдең, милләтеңдең намыҫы өсөн... Был бит ахмаҡлыҡ... Ә шул уҡ ваҡытта – хаяһыҙ батырлыҡ та. Һин үҙ йөрәгеңә тоғроһоң. Хас атайым кеүек...
Фриц... хәҙер инде Сәйфулла нимә тип атарға ла белмәгән штандартенфюрер, уға яҡын уҡ килеп, тауышын әкренәйтте:
– Иртәнсәк һеҙҙекеләрҙе атасаҡтар. Атайым рухына хөрмәт йөҙөнән мин һине ебәрәм. Әгәр тере ҡалып, Уралыңа ҡайтып етә алһаң, шундай бер яугирығыҙҙың һуңғы һулышынаса иленә тоғро ҡалыуы хаҡында халҡыңа һөйлә. Ә мин, үҙ сиратымда, атайымдың Уралына дошман сүрәтендә аяҡ баҫмам, тип ышанып ҡалам.
Артабанғы хәлдәр төш кеүек кенә булды. Штандартенфюрер әсирҙе арҡаһына пистолет терәтеп алып сыҡты ла, постар аша үткәреп, урман ауыҙына атлатты. Ана ата, бына ата, тип көтөп килгән егет, артында аҙымдар туҡтап ҡалғас та, боролоп ҡарарға ҡыймай, атлай бирҙе. Алыҫайғандан-алыҫая барып, ҡараңғылыҡҡа инеп ирене.
Совет ғәскәрҙәре яғына сығыу юлында тағы ла яу эсенә юлығып, ҡаты яраланып, госпиталдә аңына килгәс, операция яһаусы хирургҡа ошо хәлде һөйләй һалдат. Тик тәжрибәле, донъя күргән һәм илдәге сәйәсәтте ярайһы төшөнгән оло ағай, йәш егеткә был тарихты үҙе менән бергә ҡәбергә алып китергә кәңәш итә. “Үлгәнсе, берүгә лә һөйләмә, бының өсөн һинең үҙеңде лә, туғандарыңды ла атасаҡтар”, – тип ҡаты киҫәтә ул.
Госпиталдән сыҡҡас, тағы ла йылдан ашыу утлы диңгеҙ кисеп, Бөйөк Еңеүҙе Прага ҡалаһында ҡаршылап, унан тағы ла ике йылдай хәрби хеҙмәт үтеп, тыуған ерҙәренә инде ир ҡорона ултырып ҡайтып төшә Сәйфулла. Унан ата-бабаларының юлын ҡыуа: ҡатын ала, өй һала, бала-саға үҫтерә, ерен һөйә... шул тойғоларын ҡан һәм аң аша киләһе быуындарына һала.
– Бына, мин һиңә шул яугирҙың аманатын тапшырҙым. Һин шуны гәзитеңә яҙ. Бәлкем... шул аҙаматтың туғандары уҡыр, бәлкем, бик булмаһа, үҙебеҙҙең халыҡ белер, әйвит?
Сәйфулла ҡарттың һөйләгәндәрен аманат итеп тапшыра алмай ул йылдарҙа Фәниә. Күңелендә йөрөтөп-йөрөтөп, икенсе бер зыялыға һөйләп ҡалдыра. Ул да ҡағыҙға төшөрмәй быны, яҙырға ҡыймай, форсаты сыҡмаймы... Ни булһа ла, был бәйән, мәле һәм мохтажы етепме, минең ҡолаҡҡа килеп ҡаба. Һәм... тап шул төштәгесә, һыбай сабып килеп инә күңелемә.
Даланы таң нурҙары ҡойондора... Күҙҙәрҙе ҡыҫып, ҡояш ҡалҡышына ҡарауым була... һыбайлы пәйҙә була. Ул яҡынайғандан-яҡыная, тояҡ тауыштары ергә һеңеп, уның үҙәгенәсә үткәндәй. Менге ауыҙлығын сәйнәп, ажарланып ярһыған. Өҫтөнәгеһе, бауыр аҫтарына ел тултырып, осоп китер ҡош ише талпынып, ялпылдап килә. Был күренештән мин дә ярһыйым, йөрәгем күкрәк ситлеген йыртып сығырҙай булып тибә. Бына һыбайлы янымдан ғына сабып үтә, туҙан менән ат тире еҫе битемә бәрелеп китә. Ҡарап ҡалам. Күҙҙәр талғансы, күренеш дала өҫтөндәге иртәнге быу араһына инеп юйылғансы ҡарайым. Сөнки, таныйым уны. Кем рухы икәнлеген дә беләм.
Бына, тапшырҙым аманатын. Һин уны ишеттең.
Миләүшә Ҡаһарманова