Һикһәненсе йылдар башында республиканың көньяғында «Иштуған» һыуһаҡлағысы төҙөлә башланы. Йомағужала йәшәүселәр һаны ҡырҡа артты. Төҙөлөш көн һайын меңдәрсә эшсе ҡулдар талап итте һәм ғәйәт ҙур саң һурғыс һымаҡ тирә-яҡ ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан кешеләрҙе йыйып, шунда эшкә ҡушты. Эшкә ялланғандар араһында бәләкәй генә Төйөн ауылынан сыҡҡан апалы-һеңлеле Бибинур менән Райхана ла бар ине. Ҡыҙҙар ошонда уҡ үҙҙәренең яҙмыштарын да эҙләп тапты. Ҡасабаның иҫке генә клубына Өфөнән әртистәр килеп, урындағыларға концерт күрһәтте. Бибинур менән Райхана, урын булмау сәбәпле, сәхнә эргәһендә генә баҫып тыңларға мәжбүр булдылар. Күҙ менән ҡаш араһында булғас, ни эшләһендәр инде, уларҙы ла иғтибарға алыусылар табылды. Үҙҙәрен оҙатып ике егет килде. Икеһе лә ошондағы транспорт колоннаһында эшләйҙәр һәм ҡырсынташ ташыйҙар икән.
Төҙөлөштөң ҡыҙған сағы, эш күләме ҙур, эш хаҡы иһә тағы ла юғарыраҡ. Егеттәрҙең өлкәне – Алмаз исемлеһе – Райханаға күңел һалған икән, ә Бибинурға Вәсим иғтибар иткән. Бер ярты йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәндәй булдылар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ул осорҙағы комсомол йәштәр, теләһә лә теләмәһә лә, әхлаҡ талаптарын бик теүәл үтәй һәм хәҙер ғәҙәткә әйләнгән иркенлектәргә бик юл ҡуймай ине.
Иң тәүҙә Алмаз Райхананы һоратырға һәм өйләнергә ҡыҫтай башланы.
Райхананың теләр-теләмәҫ кенә, арлы-бирле баш тартыуының сәбәбе – апаһы Бибинур ине. Апай кеше никахлашмай тороп, һеңлекәшкә кейәүгә сығыу килешмәй, йәнәһе. Ошо хаҡта уйынлы-ысынлы һөйләшә торғас, Вәсим дә илһамланып китте буғай, бер көн кәләшенә өйләнешеү хаҡында тәҡдим яһаны. Бибинурға ризалашыуҙан башҡа бер сара ла ҡалманы.
Ата-әсәһенең иҫән-һау һәм ныҡ ваҡыты, ризалаштылар, хатта туйҙы бер көндә үткәрергә ҡарар иттеләр. Оҙаҡламай, ике ғаиләгә лә ятаҡтан берәр бүлмә бирҙеләр, кәләштәр бер-бер артлы эйәртенешеп декрет ялына киттеләр, ә йәйенә иһә ике ғаилә лә ҡыуана-ҡыуана ҡыҙҙар алып ҡайттылар.
Тормош шулай бәлә-ҡазаһыҙ дауам итер һымаҡ ине. Ләкин, төрлө сәбәптәр арҡаһында, төҙөлөштө туҡтаттылар. Алмаз менән Вәсимгә ғаиләләрен ҡарау өсөн алыҫ Себергә эшкә юлланырға тура килде. Икеһе лә шофер булғас, эшен дә тиҙ таптылар, ятағын да алдылар. Шул осор икеһенең дә ҡыҙҙары мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға барҙы.
Яңы йыл алдынан, Райхана Өфөгә дауаханаға барып ҡайтты һәм уның яман шеш менән сирләүе билдәле булды. Апаһына килеп ингәндә, уны танырлыҡ түгел ине. Һәр ваҡыт шат йөҙлө, күҙҙәре янып торған, тал сыбыҡтай нескә билле Райхананан таныр-танылмаҫ күләгә генә тороп ҡалғайны. Ике аҙна буйы бүлмәнән-бүлмәгә йөрөткәндән һуң, файҙаһы шикле тойолған процедуралар өсөн, йорт һатып алабыҙ, тип йыйған аҡсаһын тотоноп бөткәндән һуң, әлегә ҡайтып тороғоҙ, ял итегеҙ, хәл йыйығыҙ, тип һылтаулап өйөнә оҙатҡандар. Сөнки ҡатындың ғүмеренең һанаулы ҡалыуын, уның һуңлауын табип һөнәренән алыҫ торған кеше лә хаталанмай һиҙер ине.
Райхана берҙән-бер ҡыҙын ҡосаҡлап иланы.
– Мин күндем, апай, көндәрем хәҙер һанаулы! – тине ул, иламһырап. – Ярай, минең генә башҡа төшкән ҡайғы түгел, минән йәшерәктәр ятып үлә. Үҙем өсөн ҡайғырмайым, тик бына ҡыҙым йәл, уны кем ҡарар икән?
– Юҡты һөйләйһең, – тип тотондо апаһы. – Үлергә ашыҡма әле. Ҡыҙыңды ла үҙең үҫтер, шуға күрә һин йәшәргә тейеш.
– Ҡуй, апай, өмөтләндермә, мине үлергә ҡайтарып ебәрҙеләр.
Шул ваҡыт апаһы, үҙен күпме генә тоторға тырышмаһын, түҙмәне, ҡушылып, илап ебәрҙе. Күңелдәре бушағансы, күҙ йәштәре бөткәнсе иланылар.
Аҙаҡ Райхана бик һыҙлашҡас, исмаһам, бер нисә көн түҙһен тип, дауаханаға урынлаштырҙылар. Бик ышаныс булмаһа ла, ире Алмаздың ҡайтыуын көткәйнеләр. Ул ҡайтыуҙы һәм ҡатынын ерләү мәшәҡәттәрен үҙе өсөн ауыр тип тапты һәм бажаһы Вәсим аша күпмелер аҡса ғына ебәрҙе.
Иң ауыры һуңғы көндәрҙә булды. Райхананың ҡыҙын Бибинур өйөнә алып ҡайтып торҙо. Юғиһә, әсәһенең һуңғы сәғәттәрен күреү бала өсөн еңел булмаҫ ине.
– Апай, апаҡайым, үтенеп һорайым, ҡыҙымды етем итмә! Мине бит һин үҫтерҙең, ҡыҙымды ла ҡара инде! – тип һаташа-һаташа ялбарҙы ул. – Детдомда етемдәр араһында йөрөмәһен. Минең тыныс күңел менән бәхилләшкем килә. Ҡыҙымды ҡарарһыңмы, апай?! Әйт, миңә һүҙ бир. Мин бит һине генә тыңлап йөрөнөм. Ә ирем ҡайҙа? Алмаз ниңә кермәй? Ул кисә ҡайтты ла инде. Керһең, минең менән хушлашһын. Ул инде, мин үлгәс, өйләнеп ебәрер, мине онотор инде, ә ҡыҙымды уға бирмә, апай, үҙең ҡара, барыбер эшһеҙ ултыраһың.
Ә Алмаз ҡайтманы, Вәсим үҙен Төмәндә барып табып, һөйләшеп тә ҡараны. Ғәжәп хәл, ҡатынын ерләшергә ҡайтмаған ир, өндәшмәй генә ҡыҙынан да баш тартты. Вәсим оялтып та ҡараны, намыҫландырыу ҙа ярҙам итмәне.
– Үҙең ҡара, мин ҡатынымдан төңөлдөм! – тине ул Вәсимгә. – Бала һинеке түгел. Беҙҙең дәүләт бай, ҡарарҙар, үҫтерерҙәр.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Вәсим, ҡыҙып китеп, һуғырға киҙәнгәйне, теге сос шул, десантсы, бажаһының ике ҡулын да шаҡарып тото ла, баҫҡыстан һаҡ ҡына төшөрөп ебәрҙе һәм ишеген бикләп ҡуйҙы.
Оҡшаманы был Вәсимгә, ҡара һин уны, һуғып өлгөрмәне, нисек мәкерле итеп кәмһетте. Ярай, яйы сығыр әле, ҡоһорон ҡайтармай ҡалмаҫ. Мәсхәрәгә ҡалыуын Вәсим берәүгә лә һөйләмәне, оноторға тырышты, ләкин нимә генә уйлаһа ла, элекке бажаһының мыҫҡыллы йылмайыуы күҙ алдына килә лә баҫа.
Балалар тиҙ өйрәнә бит, ҡайғыны ла анһат онота. Вәсим һуңғы ҡайтҡанында, мәрхүмә балдыҙының ҡыҙы Венераның уға атай, ә ҡатынына әсәй тип өндәшеүен ишеткәс, ҡалағын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ҡара, был ҡыҙыҡай, бик тиҙ етемлектән ҡотолған түгелме, һуң? Һин дә мин күңелле итеп уйнап йөрөй, хатта йырлап та ебәрә, бейеүгә лә оҫта икән. Бына һиңә, мә! Ә атаһы ҡайҙа йөрөй әле, һуғыш суҡмары, армияла йоҙроҡ болғарға өйрәнеп ҡайтҡан да хәҙер кеше ҡурҡытырға әүәҫләнеп алған. Ә аҡсаһын кем түләй, кем ашата, кем кейендерә?..
– Атаһы ҡайҙа йөрөй? Күренгәне бармы? – тине Вәсим.
– Ике аҙна элек килеп китте, – тине ҡатыны. – Икеһенә лә, беҙҙең ҡыҙыҡайға ла, бер иштән куртка, портфель килтергән.
Алмаздың килеүен ишеткәс, Вәсим һикереп торҙо. Бында уға нимә ҡалмаған, моғайын, хужаның юҡлығын аңдып килгәндер, баҫҡыстан артына тибеп төшөрҙөм, тип маҡтанғандыр әле.
– Нимә һөйләгән була?
– Мин эштә инем, Ырымбурҙан машина алырға килгән. Ҡыҙын ғына күргән дә, күстәнәсен, әйберҙәрен ҡалдырған да ары киткән.
– Ҡара уны, индереп йөрөтәһе булма, балаһын ташлаған кеше беҙгә кәрәкмәй!
Ҡатыны һеңлеһенең ҡыҙы хаҡында һүҙ сығыуын көткәндер, күрәһең, биш-алты ҡағыҙ сығарып һалды.
– Былары нимә?
Венераны тәрбиәгә алыуҙы рәсмиләштерергә ҡушалар, ғариза һәм башҡа ҡағыҙҙар.
– Тәрбиәгә... Беҙ уны үҙебеҙ һорап алырға тейешме?.. Атаһы шап-шаҡтай, айыу менән көрәшерлек, ә беҙ уның ҡыҙын ҡарайбыҙ. Юҡ, миңә был оҡшамай.
– Закон шулай ҡуша, башҡа юл юҡ! – тине ҡатыны, хатта инәлгәндәй тойолдо. – Әгәр юлламаһаҡ, Венераны балалар йортона тапшырырға тура киләсәк, йә үҙҙәре килеп аласаҡ.
– Үҙең ҡара, илтеп тапшыраһыңмы, тартып алалармы, минең эшем юҡ, мин кеше балаһын тәрбиәләргә уйламайым.
Ҡатыны инәлде, һеңлеһенә һүҙ биреүен хәтеренә төшөрҙө, илап та ҡараны, ләкин тиҫкәре ирҙе ризалаштырырлыҡ түгел ине.
– Әлегә йөрөһөн,– тине ул, хатта ризалашҡандай ҙа булды. – Ә минең киләһе ҡайтыуыма, өйҙә эҙе лә булмаһын. Кеше хәҙер үҙ балаһын ҡарамай, ә һин миңә сит баланы тәрбиәләргә ҡушаһың.
– Венера сит бала түгел! – тип иланы Бибинур. – Үҙемә ҡарарға рөхсәт ит, үтенеп һорайым.
Юҡ, Вәсим һис тә күнерлек кеше түгел икән. Вахтаға киткәндә лә:
– Әгәр оҙатмаһаң, мине көтмә, аҡса ла булмаясаҡ! – тип ишекте шаҡылдата япты.
Бибинур көрәште сабый өсөн, бер ҙә ебәрергә теләмәгәйне, үҙенә хатта өйрәнеп тә киткәйне. Аһ, икәүләшеп килеп, әсәй, әсәкәйебеҙ тип, ҡосаҡлап алыуҙары, йоҡлағанда ике яҡтан һыйынып ятыуҙары.
Бибинур хатта кейәүенә лә шылтыратып ҡараны, тегеһен оҙайлы ярты йыллыҡ вахтаға ебәреүҙәрен хәбәр иттеләр. Күнде Бибинур, баланы приютҡа илтеп тапшырырға мәжбүр булды. Ана икәүләшеп балаларҙы ҡурсалау бүлегенә китеп баралар. Сабый ҡыҙ үҙен алда нимә көтөрөн саҡ ҡына һиҙһәсе. Юҡ, һиҙмәй, белмәй, тоймай, күңелле йырҙар йырлап, йүгерә-атлай китеп бара бит. Бер аҙ барғас, әсәһенә ҡараны ла:
– Ә беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тине.
Нимәләр һиҙенгәндәй, Бибинурҙың йөҙөнә ҡараны:
– Әсәй, һин ниңә илайһың?..– тип һораны.
Бибинур яуап бирерлекме һуң инде. Өндәшмәне. Ә ҡыҙы һаман һораша:
– Ә был сумаҙанда нимәләр? Минең әйберҙәремме? – Әсәй, һин мине балалар йортона тапшыраһыңмы? – тип һораны.
Ә иң ауыры алда көткән икән. Приют алдында уларҙы төрлөсә кейенгән ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡаршы алды.
– Ана, яңы ҡыҙыҡай, – тине балаларҙың береһе.
– Исемең нисек? – тине икенсеһе.
Ә сабый бала әсәһенә нығыраҡ һыйынды, ике ҡуллап аяҡтарынан ҡосаҡланы.
Эскә үттеләр. Уларҙы көтәләр ине.
– Килдегеҙме?– тине ханым битараф ҡына. – Бынауында ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ. Ярай, хушығыҙ.
– Ҡыҙыҡайҙы әйтәм, Венераны, ул ҡаламы?
Ханым, тәүге тапҡыр күргәндәй, Бибинурға ҡараны, нимә һорап тораһығыҙ, йәнәһе.
– Ярай, ҡыҙым, хуш, – тине Бибинур күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.
– Әсәй, һин мине ҡалдыраһыңмы, һин мине бынау апайға бирәһеңме, мин уға бармайым, ул ямаҡ, һинең кеүек яғымлы түгел.
– Сеү, ҡыҙым, ипләп, – тип ҡатын сабыйҙы тынысландырырға тырышты.
– Юҡ, әсәй, мине бында ҡалдырма, мин ҡалырға теләмәйем! Әсәй, әсәкәйем, нишләп мине саҡ ҡына ла йәлләмәйһең?! Улайһа, улайһамы! Минең үҙемдең әсәйемде килтер?! Мин беләм, ул әйтте, мине һин яратаһың! – тине. Ҡайтар миңә әсәйемде, ҡайтар, хәҙер үк, ҡайтар. Мин бында барыбер йәшәмәйәсәкмен!
Дүртенсе өлөшө
Бибинур сабыйҙы ҡалдырып ҡайтып китте. Үҙе ҡайтып бара, ә күҙҙәренән йәш аға, йөрәге һыҙлай, хатта йәшәгеһе килмәй. Ул бит мәрхүмә һеңлеһенең берҙән-бер үтенесен үтәй алманы, баланы ҡалдырып китте. Юҡ, ҡалдырманы, йөрәгенең иң ҙур бер өлөшөн аяҡ аҫтына һалып тапаны, закон эйәләренең һүҙен тыңланы.
Бибинур ятһа ла, торһа ла, ҡолағына Венераның илағаны ишетелеп тик тора.
– Әсәй, әсәкәйем, зинһар, мине ташлап китмә!..
Етмәһә, үҙенең ҡыҙы Зилә лә күңелһеҙ йөрөй, шым ғына илап та ала шикелле. Иламай нимә эшләһен, Венера менән бер туғандар һымаҡ татыу булдылар, бер-береһенә өйрәнделәр, тәүлек әйләнәһенә бергәләр. Бибинур һуң ғына йоҡларға ятҡайны, үҙенең ҡыҙы әсәһенә иғтибар ҙа итмәне, бөгөн беренсе тапҡыр ситкә ҡарап ятты.
Нимә генә эшләп ҡарарға икән? Ярай, ире аҡса бирмәһә бирмәҫ, ләкин алимент түләтеп була. Айырылһа, ҡыҙҙы үҙенә генә алырға рөхсәт итерҙәр ул. Әгәр үҙенең атаһы Алмаз килеп ҡыҫылмаһа. Бәлки уныһы ла бер аҙ аҡса биреп торор, унан да алимент юлларға була бит әле. Ҡатын ҡараңғылыҡҡа сумды, әллә йоҡлап китте. Үҙе йоҡлап ята, ә берәү һулҡылдап илай ҙа илай. Үҙе эргәһендә бит әле, Венера илайҙыр тиһә, уны бит ҡалдырып ҡайтты. Бәй, эргәһендә кем илап ята ул? Ҡараһа, үҙенең ҡыҙы Зилә илай икән. Бибинур ҡыҙын ҡосаҡлап үҙенә яҡынайтты:
– Нишләп илайһың, ҡыҙым?
Уныһы нығыраҡ илай башланы:
– Венераны һағындым, ә һин уны ҡалдырып ҡайттың. Ул унда бер үҙе өшөп яталыр әле. Ниңә ҡалдырып ҡайттың уны, әсәй?
– Һуң, атайың риза түгел бит, атаһы ҡараһын, ти. Әгәр, Венераны илтеп бирмәһәгеҙ, ҡайтмайым, – тип ҡурҡыта.
– Ҡайтмаһын, мин уны былай ҙа күргәнем юҡ. Ә Венераны алып ҡайт.
– Ҡыҙым, әгәр алып ҡайтып булмаһа, нимә эшләрбеҙ?
– Мине лә уның янына алып бар. Мин Венера менән бергә булырға теләйем. Иртәгә үк.
Ҡара әле, был фекер тормошҡа ашырмаҫлыҡ түгел дә инде. Ҡыҙҙы алып ҡайта, иренән айырыла, алиментын юллай... Нисек тә йәшәрҙәр әле..
Бибинур аҙна буйы Венераны кире алыу өсөн ҡағыҙҙар юлланы, ҡабул итеүҙәрен һәм ярҙам итеүҙәрен һорап төрлө түрәләрҙең ишек тупһаларын тапаны. Бала хоҡуҡтарын яҡлау бүлегендә ярҙам иттеләр.
Бибинур йома төштән һуң ҡағыҙҙарын тотоп приютҡа килеп етте.
– Беҙҙең Венера ни хәлдә? – тип һораны ҡатын приют етәксеһенән.
– Насар, бик насар! – тине тегеһе уфтанып. – Ашамай, йоҡламай, башҡалар менән аралашмай. Үҙем һеҙгә шылтыратырға тора инем, бәлки һеҙгә алып ҡайтып ҡарарға кәрәктер.
Бибинур мәғариф бүлегенән алған ҡағыҙҙарын сығарып тотторҙо. Мөдир менән Бибинур балалар уйнаған бүлмәгә үттеләр. Тиҫтәнән ашыу ҡыҙҙар һәм малайҙар кем уҙарҙан төрлө уйындар уйнайҙар. Ә төп яҡта, ҡараңғы мөйөштә, арҡаһы менән ултырған бер ҡыҙ күренә.
– Ҡыҙым, Венера!.. – тип өндәште Бибинур шым ғына.
Ҡыҙ ҡапыл һиҫкәнде, аҡрын ғына боролдо һәм Бибинурҙы күреп ҡалды ла: «Әсәй» тип бышылданы.
– Кил, ҡыҙым, – тип саҡырҙы уны әсәһе.
Ҡыҙ йүгереп улар эргәһенә килде:
– Әсәй, һин мине алып ҡайтаһыңмы? – тине көс-хәл менән.
Өйгә шундай күңелле ҡайттылар. Зилә хатта әсәһе менән Венераны көтөп, урамда йөрөп арып бөткән.
Ә икенсе көнөнә кисләтеп Вәсим дә ҡайтып керҙе. Уны күреү менән Бибинурҙың йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Хәҙер, башлана икән. Ҡыҙ күҙенә салыныу менән Вәсимдең йөҙө ҡарайҙы, ҡатынына асыулы ҡарашын йүнәлтте:
– Нимә әсәһе, шулай итеп, минән баш тартырға булдың инде?
– Үҙең ҡара! – тине ҡатыны. – Мин һиңә бер һүҙ ҙә әйтә алмайым.
– Атай, атайым ҡайтҡан! – тип Зилә атаһын ҡосаҡлап алды. – Атай, Венера беҙҙең менән йәшәһен, мин уны яратам. Ә беҙ икебеҙ ҙә, атай, һине яратабыҙ, әсәйҙе лә яратабыҙ. Әйҙәгеҙ, бергә йәшәйек!
Ирҙең йөҙөндә, йылмайыу ишараты барлыҡҡа килде. Ҡатынына ҡарап нимәлер өндәште, “Үҙеңә ылыҡтырып бөткәнһең!” – тине буғай. Башҡа һүҙ ҡуйыртманы. Өндәшмәй генә ултырып киске тамаҡты ашанылар.
Вәсим тынысланды, башҡа һүҙ ҡуҙғатманы. Сөнки алда нимә булырын улар белмәй ине әле. Бер нисә айҙан яҙ үтәсәк, донъя йәшеллеккә күмеләсәк һәм бер көн өйҙөң ишеген Венераның атаһы Алмаз шаҡыясаҡ. Тағы нимәләр булыр, әйтеүе ҡыйын. Бәлки, ғаиләне яңы һынауҙар көтәлер. Шуныһы ғына билдәле, тормош дауам итә, уның һалҡын елдәре балаларға ғына ҡағылмаһын ине.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ