– Муттарҙан алданыусылар – һиңмайҙарҙың һиңмайы! – 36 йәшлек Фәйрүзә* ҡәтғи, хатта бер аҙ тупаҫыраҡ та кеше, һүҙҙәрҙе һайлап тормай, нимә уйлай, шуны әйтә лә ҡуя. – Башында аҡылы булған кеше әллә кемдәрҙең алдағына ышана торғаны бармы? Әҙерәк баштарын эшләтһәләр була инде. Тамсы ла йәлләмәйем асығауыҙҙарҙы.
– Ябай кешеләр миллиондарса һумлыҡ кредит һаҙлығына бата, фатирҙарынан яҙа – йәл бит, – тим.
– Бер ҙә йәл түгел! Башҡа хәсрәтең юҡ икән, алйоттарҙы йәлләп ултырма! Үҙҙәре ғәйепле!
Ә мин, мутлашыусыларҙың тоҙағына ҡабып, күтәрә алмаҫлыҡ кредиттарға башын тыҡҡан, мөлкәтен юғалтҡан, шантаждан ҡурҡып, йә, шарттарын үтәһәм, аҡсамды кире ҡайтарырҙар, тип өмөтләнеп, енәйәтселәр талап иткән төрлө алама ғәмәлде ҡылырға мәжбүр булған кешеләрҙе ихлас күңелдән йәлләйем. Уларҙың да күпмелер кимәлдә ғәйебе булғанын аңлайым (артыҡ ышаныусанлыҡта, мәҫәлән), әммә төп ғәйеп – енәйәтселәрҙә бит. Йәмғиәттә элек–электән енәйәтсене хөкөм итеү урынына, уға аҡлау эҙләйҙәр һәм, ҡорбан булған кеше үҙе ғәйепле, тип раҫлайҙар:
– Ҡыҙҙы көсләгәндәрме? – Ҡыҫҡа итәк кейеп, ботон ялтыратып йөрөмәҫкә ине!
– Ире ҡатынын туҡмағанмы? – Телен тыймаған инде!
– Егетте урамда талағандармы? – Йөрөмәһен төндә!
– Әбей аяғын һындырып ятамы? – Йәш кеше түгел, аяҡ аҫтын ҡарап йөрөр кәрәк ине!
– Муттарҙан алданғанмы? – Уға шул кәрәк, әҙерәк аҡыл ултырыр!
Һәр кем үҙен, башҡаларға ҡарағанда күпкә аҡыллыраҡмын, тип иҫәпләй, үҙенең көсөн, һәләтен юғары баһаларға әүәҫ: “Мин ундай тырмаға бер ҡасан да баҫмаясаҡмын”, “Кем-кем, ә мин һис ҡасан хаталанмаясаҡмын, алданмаясаҡмын!” Ә тормошта төрлө хәл була, уйламағанда, көтмәгәндә үрҙән кемдеңдер, маҡтанма әле, үтә ҡупырайма, ахымсылама, тигәндәй, бәкәлгә килтереп һуғыуы ла ихтимал. Фәйрүзә менән дә шулайыраҡ килеп сыҡты, үкенескә күрә.
Үрҙә бәйән ителгән һөйләшеүҙән һуң байтаҡ ваҡыт үтеп, ул турала онотоп та бөткәйнем, уртаҡ таныштар, Фәйрүзә оло бәләгә тарыған, ишеттеңме, тип һорап, иҫләтте:
– Аферистарға ышанып, әллә нисәмә банктан кредит, өҫтө-өҫтөнә микрозайм алған. Бурыстарын ваҡытында ҡаплай алмай, хәҙер бихисап коллектор шылтыратып, яҙып ҡаңғырта, ти уны, туғандарын да бимазалайҙар икән...
Ҡапыл-ғара ни әйтергә лә белмәй, юғалып ҡалдым. Кемдең-кемдең, ә бар нәмәгә, осраған һәр кемгә шикләнеп ҡараған, үлсәмәйенсә бер аҙымын да яһамаған Фәйрүзәнең енәйәтселәр ҡапҡанына эләгеүе башҡа һыйманы. Ул хатта йәйге бер күлдәкте, ҡышҡылыҡҡа бик кәрәк итекте һатып алғансы ҡырҡ уйлай. Аҡсаһын хәтәр ҡыҫып тота, һығып алырлыҡ түгел! Уның менән магазинға барһаң, йәнең сыға яҙа – һайлана ла һайлана, йөрөй ҙә йөрөй, шиктәре менән үҙәккә үтә. Һәм ошо Фәйрүзә муттарҙың ауына ҡапҡан?! Хәлен һорашып, ниндәй ярҙам кәрәклеген белешеп, йәһәтләп уға мессенджерҙан яҙып ебәрҙем. Уҡығаны беленде, әммә яуап яҙманы. Кисен үҙе видео аша шылтыратты. Күп илауҙан шешенеп бөткән, күҙ аҫтары ҡарайған, бөлгән ҡиәфәтле ҡатын мин белгән эре холоҡло Фәйрүзәгә оҡшамағайны. Баяғы мин тамыҙғыста ята инем, һөйләшерлек рәт булманы, тип хәл-әхүәлен һөйләй ҙә башланы, үкереп илап та ебәрҙе:
– Аҫылынып үлергә генә ҡалды!
– Улай тимә, Фәйрүзә!
– Башҡынамды ташҡа бәрерлек! Уф-ф, Аллам, нисек кенә ҡотолормон икән был бәләнән?! Ҡайҙан ғына, ниңә генә таныштым икән ул ир менән!
Саҡ тынысландырғас, Фәйрүзә, уфтана-уфтана, алданыу тарихына күсте:
– Барыһы ла шаҡ ҡата, нисек ундай хәлгә ҡалдың, тип. Ә мине гипнозланылар! Гипноз апрель айында бер ир менән танышыуҙан башланды.
Әллә яҙҙың шауҡымы булды, әллә гормондар быға сәбәпле, бер кисте, йөрәгем тынысһыҙланып, оҙаҡ йоҡлай алмай борһаланып яттым. Йәш, көслө сағым заяға үтә, тип үҙемде үҙем йәлләп.
Яңғыҙлыҡ үҙәккә үтә икән ул. Дәрт күп, әле ул тиклем ҡарт та түгелмен, ҡарайым, тиһәләр – ҡарарлыҡ ерем бар. Яратҡы, яратылғы килә. Ир үлгәндән һуң етерлек ваҡыт үтеп китте. Ни эштә, шаяртып һүҙ ҡушып булһа ла, күңел асырлыҡ көслө зат юҡ – коллективта өйләнгән дүрт-биш ирҙе һанамағанда, гел ҡатын-ҡыҙҙар. Ҡатындарҙың күбеһе йә айырылышҡан, йә кейәүгә сыҡмаған. Эш буйынса берәй ир килеп инһә, минең кеүектәргә ҡарамай, тик йәш ҡыҙҙар иғтибар үҙәгендә.
ята торғас, телефондан “Бәйләнешкә” инеп, төрлө нәмәләр ҡарап ятам. Һәм ҡапыл бер хәбәр килде. Ир кешенән.
“Сәләм! Нишләп йоҡламайһың?” – тип яҙған.
Тиҙ генә сәхифәһенә күҙ һалдым. Аватаркала – мускулдары ташып торған, ҡара күҙлек кейгән ирҙең фотоһы. Тренажер залында төшкәне күренеп тора. Сәхифәһендә артыҡ бер ни ҙә юҡ, ҡыйбатлы машиналарҙың фотолары ла тәбиғәт күренештәре генә бар. Фотоларҙы ҡуйыу ваҡытына ҡарағанда, ул сайтта яңыраҡ ҡына теркәлгән. Тыуыу датаһы уның минән алты йәшкә кесерәк, тыуған көнө августа булыуын күрһәтә. Ҡала тигәндә “Лондон” тип яҙылған. Исем-шәрифе сит телдә яҙылған, ә миңә русса яҙасы, тип аптыраным.
Ир яңынан хәбәр ебәрҙе, асҡайным – һорауҙар ғына ҡуйылған, йәнәһе лә, ниңә яуапламайһың.
“Сәләм. Йоҡлап булмай”, – тип яҙҙым.
“Мин дә йоҡлай алмайым... Эсем боша...” – ти.
“Нимәгә эсең боша һуң?” – тип һорайым.
“Әллә... Ностальгия, буғай. Үҙем бында, Лондонда, ә күңелем тыуған яҡта... Мин бит Мәскәү янындағы бәләкәй ҡалала тыуып-үҫтем. Һағындым тәпәй йүгереп йөрөгән ерҙәрҙе. Ә һин ҡайҙан?” – илаған да, йөҙө ҡыҙарған да йылмайсыҡтар.
“Мин ситкә китмәнем, тыуған ерҙә ҡалдым”, – тим.
“О, һин бәхетле! Бик бәхетле кеше! Әйткәндәй, һинең исемең нимәне аңлата, ниндәй телдә? Мин бында күптәнән Тониға әйләнһәм дә, ысын исемем Антон минең. Танышыуыбыҙға бик шатмын!” – йөрәк йылмайсығы.
Ана шулайтып танышып, аралаша башланыҡ. Көн һайын миңә хәйерле иртә, уңышлы көн, тыныс төн теләй, йөрәк, үбеү, сәскә йылмайсыҡтарын ебәрә, үҙенең тормошо хаҡында һөйләй, минеке менән ҡыҙыҡһына. Автооҫтаханалар хужаһы икән. Ул йә тренажер залында шөғөлләнә, йә дуҫтары менән кафела ҡәһүә эсә, йә төрлө илгә ҡыҫҡа сәйәхәткә юллана. “Ун йыл һөрөлөп эшләп, бизнесты яйға һалып алғас, хәҙер көйлө автомат кеүек эшләй, иң мөһиме, шәп менеджер табырға кәрәк, был йәһәттән мин уңдым. Бынан тыш, өҫтәмә килем сығанағы ла бар, ҡыҙыҡһындырһа, һиңә һөйләй алам!” – тигән Тони үҙен күрһәтмәй, ҡайҙа йөрөгәнен раҫлаған фотолар ғына ебәрә.
Аҙна тирәһе аралашҡандан һуң, ул, мин бында аккаунтты юям, төрлө кеше яҙып, ваҡытты күп ала, әйҙә, мессенджерға күсәйек, миңә һинең менән аралашыуы ныҡ оҡшай, күптәнге таныштар кеүекбеҙ, ошоғаса бер кем менән дә ундай хис-тойғо кисергәнем юҡ ине, юғалтмайыҡ бер-беребеҙҙе, тип телеграмға саҡырҙы. Ысынлап та, “Бәйләнештә” аккаунты юғалды, аралашыуҙы мессенджерҙа дауам иттек. Ул миңә үҙенең ярым шәрә селфи фотоларын һалды, мин – уға (хәҙер быны йәшереүҙән файҙа юҡ), гел дә киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә шылтыратты, тауышы менән арбаны. Китте ҡыҙып серләшеүҙәр...
– Һылыуым, яхтала йөрөгәнең бармы?! – күңелемде яулаған Антондан шундай хәбәр алғас, көлдөм:
– Ҡайҙан... Киноларҙа һәм һүрәттәрҙә генә күргәнем бар.
– Мин һине яхтала йөрөтәсәкмен! Мин һиңә бар донъяны күрһәтәсәкмен: Европа, Индонезия утрауҙары, Америка, Австралия – гүзәл ерҙәр ифрат күп! Һалҡындар ҡурҡытмаһа, Арктикаға круизға билеттар һатып алам икебеҙ өсөн! Беҙҙең бөтәһе лә яҡшы буласаҡ! – һушты алырлыҡ нәмәләр хаҡында һандуғастай һайрай...
Баныу Ҡаһарманова.
(Дауамы киләһе һанда).
*Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.