Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Май , 14:12

Бәләһенән баш-аяҡ

Мутлашыусылар кемделер ҡурҡыта, кемделер әүрәтә, кемделер еңел табыш менән ҡыҙыҡтыра...

– Һаумыһығыҙ! Мин һеҙҙең телефон операторығыҙ. Сим-картағыҙҙың ғәмәле тамамланыуы тураһында хәбәр итәм. Иртәгә ул эшләмәйәсәк. 
Яңғыҙы йәшәгән оло йәштәге Кәрим бабай (исеме үҙгәртелде, – авт.) тул­ҡынланып, хатта ҡапылғара бер ни әйтә алмай тора, шунан тауышы ҡарлығып:
– Ә нимәгә туҡтатыла? – тип һорай. – Аҡсаны гел дә һалам...
“Элемтә операторы”, билдәһеҙ ҡатын-ҡыҙ, тыныс ҡына һөйләшеүҙе дауам итә:
– Килешеүгә ярашлы шулай. Һеҙ уны  оҙайтырға теләйһегеҙме?
– Эйе, әлбиттә! 
– Һеҙ паспортығыҙҙы алып, үҙегеҙҙең йәшәгән урынығыҙ буйынса офисҡа бара алаһығыҙ йәки мин хәҙер үҙем уны оҙайта алам. Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ, мин Һеҙгә номер ебәрәм, шуны ғына миңә әйтерһегеҙ ҙә...
Бындай уңайлы форсат сыҡҡанға Кәрим бабай, ҡыуанып, күҙлеген кейә лә, телефонына килгән смс–хәбәрҙә нимә яҙылған, шуны ярҙамсыл ҡатын–ҡыҙға әйтә. Эш башҡарылғас, ипле генә һаубул­ла­шалар. Инде ҡабаттан телевизор ҡар­шыһына ултырғас, уға билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Бабай телефонды ҡолағына терәп, алло, тигәс, бик талапсан кешенең тауышы яңғырай:
– Хәйерле көн, Кәрим Исхаҡ улы! Мин Тәфтиш комитетының айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсеһе, юстиция полковнигы фәлән–фәләнов булам. Беҙҙең һөйләшеү конфиденциаль, был турала бер кем дә белергә тейеш түгел. Кешеләрҙе алдап, аҡсаларын урлаған мутлашыусылар буйынса эш алып барабыҙ, енәйәти схемала элемтә операторҙары, банк хеҙ­мәткәрҙәре лә ҡатнаша. Һеҙҙең менән элемтә операторҙары, банк хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сыҡтымы?
Кәрим бабай “тәфтишсе”, “юстиция полковнигы”, тигәнде ишеткәс тә, ҡур­ҡы­шынан башы әйләнеп китә. Үҙен нисек тә булһа ҡулда тоторға тырышып, ыңғай яуаплай:
– Эйе, әле яңыраҡ ҡына.
– Аңлашылды, Кәрим Исхаҡ улы. Һеҙҙең менән бәйләнешкә ингән аферистар бына тап ошо мәлдә банктағы иҫәбегеҙҙән аҡсағыҙҙы урларға маташа. Уларҙы асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыр өсөн, һеҙҙең ярҙамығыҙ талап ителә. Һеҙ органдар менән хеҙмәттәшлек итерһегеҙ, тип ышанабыҙ. 
– Эйе, әлбиттә.
– Енәйәти ғәмәлдәренә ҡаршы тороп, аҡсағыҙҙы урлауға юл ҡуймаҫ өсөн, тиҙ арала "ҡаршы кредит" алырға кәрәк. Һәм бөтә булған аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә. Хәҙер банкка барып, кредит юллағыҙ, телефонды һүндермәгеҙ, финанс учреждениела бер кем менән дә һөй­ләшмәгеҙ, кредитты фатирға ремонт яһау өсөн алам, тиерһегеҙ. Һуңынан аҡсағыҙҙы банкомат аша “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсе­рергә ярҙам итербеҙ. Иң мөһиме, бәй­ләнеште өҙмәгеҙ. Телефонығыҙҙа заряд бармы? 
– Эйе, бар.
– Был операцияның уңышлы барып сығырына ышанабыҙ, беҙҙе һынат­маҫ­һығыҙ, Кәрим Исхаҡ улы! Һеҙҙең ролегеҙ ҙур! Һөйләшеүҙең конфиденциаль булыуын онотмағыҙ. Кемгәлер ошо операция хаҡында әйтһәгеҙ, бер нисә ай буйына әҙерләнгән операция Һеҙҙең арҡала юҡҡа сыҡһа, енәйәти яуаплылыҡҡа тартты­рыласаҡһығыҙ. Аңлашылдымы?
– Эйе...
“Юстиция полковнигы” тиклем юғары кеше менән һөйләшеүҙән, хоҡуҡ һаҡлау органдарының үтә яуаплы “опера­ция­һында” ҙур роль башҡарыуынан Кәрим бабай ныҡ тулҡынланып, “Сбербанк”ка килә.
Финанс учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре үҙен сәйер тотҡан оло кешегә шунда уҡ иғтибар итә. Шиккә ҡалып, ҡулынан телефонды төшөрмәй, туҡтауһыҙ инструкция алған бабайҙы туҡтатырға маташалар, тик пенсионер уларҙы тыңларға теләмәй, шәхси тупланмамды, кредит бирегеҙ ҙә, мин китәм, тип ғауғалаша уҡ башлай. Полиция хеҙмәткәрен саҡыртып, формалағы егет бабайҙың ҡулынан телефонды алып, уға мутлашыусыларҙың схемалары ха­ҡында һөйләгәс кенә, Кәрим Исхаҡ улы аңына килгәндәй була. Саҡ тынысландырып, уны полиция бүлегенә килтерәләр. Ул шунда мутлашыусыларҙың уны нисек алдағанын тәфсирләп һүрәтләп, ғариза яҙа. 
– Гипноз аҫтында кеүек ине ул, – тиҙәр банк хеҙмәткәрҙәре. – Беҙҙе ишетмәй ҙә, тыңларға ла теләмәй, тик үҙенекен тылҡыны...
– Мутлашыусылар, ысынлап та, гипноз менән тәьҫир итәлер ул кешеләргә, – ти тәфтишселәр. – Юғиһә, муттарҙың схемалары тураһында яҡшы хәбәрҙар булған юғары белемле, аҡыллы кешеләрҙең дә алданыуын нисек итеп аңлатаһың?
Мутлашыусылар кемделер ҡурҡыта, кемделер әүрәтә, кемделер еңел табыш менән ҡыҙыҡтыра. Мәҫәлән, Учалыла йәшәүсе ҡатындың мессенджерына, аҡса эшләргә теләйһегеҙме, тигән хәбәр килгән. Йәнәһе лә, эштең бер ауырлығы ла юҡ, ни бары бер маркетплейста тауарҙарға лайктар ҡуйырға, символик рәүештә хаҡын түләргә кәрәк, шуның өсөн уға аҡса күсерәсәктәр. Ҡатын ҡыуанып ризалаша, банк картаһын фотоға төшөрөп ебәрә. Йөҙ һум күсереп, тауарҙарға лайктар ҡуй­ғандан һуң уға 360 һум аҡса килә. 600 һум ебәргәс, уға 900 һум килә. Аҙаҡ ҡатын дүрт мең һум ебәрә, алты мең тирәһе эш хаҡын ала. 16 мең ебәргәс, уға 21 мең күсә. Аҡса эшләйем, тип ҡыуана ҡатын. Артабан уға, 67 мең ебәрһәң, 100 меңдән ашыу аҡса киләсәк, тиҙәр. Ҡатын ебәрә, тик көтөлгән сумма картаһына күсмәй. Ни эшләп аҡса күсермәйһегеҙ, тип һорап яҙғас, унан 100 меңдән ашыу аҡса һорайҙар, имеш тә, бер юлы ҡайтарасаҡтар. Ләкин ҡатындың отпуск аҡсаһы бөткән була, шуға ла, башҡа аҡсам юҡ, тигәс, уны “эш биреүсе” кредит алырға өгөтләргә керешә. Шунда ғына ҡатын аферист менән аралашыуын аңлап, полицияға бара.
Белорет районының Сермән ауылынан 1960 йылғы ҡатын да, балаларына ярҙам итергә теләп, анһат ҡына аҡса эшләүгә ҡыҙыға. Ул социаль селтәрҙәге һылтанма буйынса инвестиция компанияһының сайтына инә, үҙенең телефон номерын күрһәтеп, шәхси кабинет асып ебәрә. Биржаға 15 мең һум аҡсаны индерергә “брокер” ярҙамлаша. Ҡатын шәхси кабинетына һалынған аҡсаның табыш кил­тергәнен күреп, виртуаль эш хаҡына шатлана. “Брокер” уны тағы ла күберәк табыш алыу өсөн ҙур сумма аҡса һалырға, кредит алырға өгөтләй. Әммә ҡатын баш тарта һәм биржа платформаһы менән эште бөтөнләй туҡтатырға ҡарар итеп, аҡсаһын сығарырға маташа, тик ниәте тормошҡа ашмай. Шул көндән алып уның телефонына билдәһеҙ кешеләр туҡтауһыҙ шылтырата башлай, ныҡ ҡаңғырталар. Уларҙан ҡотола алмағас, ҡатын полиция бүлегенә ярҙам һорап килә. 
Ошо уҡ райондың Тимер юлы ауылынан да 63 йәшлек ҡатын инвести­ция­ларҙың проценты иҫәбенә үҙенең финанс хәлен яҡшыртырға ҡарар итә. Енә­йәтселәрҙең алдау схемаһы элеккеһенән айырылмай. Һөҙөмтәлә ул 170 мең һум аҡсаһынан яҙа.
– Ниңә еңел табышҡа ҡыҙығалар, ят номерҙан килгән шылтыратыуҙарҙы алалар, хәбәрҙәргә яуаплайҙар, аңламайым, – тип ҡулын йәйә үҙенең исем-шәрифен әйтмәй ҡалыуҙы хуп күргән полиция хеҙмәткәре. – Әйткәндәй, тоҙаҡҡа ҡапҡан граждандарҙың барыһы ла, муттар менән ҡаты итеп һөйләшергә уңайһыҙ булды, тиҙәр. Ә аҡсаһыҙ ҡалыу уңайлымы? Йөҙәр меңләп, миллионлап бурысҡа баталар, аҡсаларынан яҙалар... Кәрәкмәгән саҡта тәрбиәлелек күрһәтәләр, йәнең көймәҫ ерҙән көйөр. Беҙ, кем ҡайһы йортта йәшәй, бүлешеп алабыҙ ҙа, һәр фатир буйлап йөрөйбөҙ, аферистарҙың схемалары ха­ҡында һөйләп, аңлатып, ҡултамға йыябыҙ. Шул мәлдә ҡайһы берәүҙәр, танытмағыҙҙы күрһәтегеҙ, ҡайҙа һеҙҙең формағыҙ, тип беҙгә бәйләнә, тупаҫ һөйләшә. Тәф­тишселәргә, оператив хеҙ­мәткәрҙәргә форма кеймәҫкә лә була, муттар менән шулай ҡаты һөйләшегеҙ, тим. Ләкин иң яҡшыһы – аферистар менән бөтөнләй һөйләшмәү. Сөнки, мәҫәлән, уларҙың һүҙенә арбалып, гипнозға эләкмәгән хәлдә лә, мутлашыусылар компьютер прог­раммаһы ярҙа­мында ке­шеләрҙең тауышын үҙҙәренә кәрәгенсә үҙгәртеп, яуыз ниәттә фай­ҙалана ала. Әйтәйек, яҡыны булып һөйләшеп, аҡса һорауҙары ихтимал. Бындай осраҡтар илебеҙҙә теркәлгән дә инде. 
Ошо материал әҙерләнгән саҡта, Рәсәй банкы хеҙмәткәрҙәре яңы мутлыҡ схе­маһының таралыуы тураһында иҫкәртте: енәйәтселәр үҙҙәрен Федераль һалым хеҙмәте белгестәре итеп күрһәтеп, ке­шеләрҙән декларация таптыра. Был схеманы тормошҡа ашырыу сиктәрендә аферистар Рәсәй граждандарының электрон адрестарына Федераль һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре исеменән хаттар ебәрә, шунан һуң төрлө һылтау менән декларацияны махсус сайтҡа күсерергә ҡуша. Әгәр ҡулланыусы күрһәтелгән һылтанма буйынса күсһә, уның алдында фишинг сайты асыла. Унда система шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм банк картаһы реквизиттарын (кар­таның артҡы яғындағы өс һанлы кодҡа тиклем!) индереүҙе талап итә. Бындай фишинг сайты ярҙамында кибер–енә­йәт­селәр Рәсәй гражданда­рының шәхси мәғлүмәттәрен йыя, артабан уларҙың банк иҫәптәренә инә. Бынан тыш, урланған конфиденциаль мәғ­лүмәттәрҙе муттар башҡа алдау схемаларын тормошҡа ашырыу өсөн дә фай­ҙалана. Шуға ла, беҙ ҙә иҫкәртәбеҙ: ысын Федераль һалым хеҙмәте декларация биреүҙе талап итеп, электрон хаттар яҙмай!
Аферистар шулай уҡ, йәнәһе лә, телефон номерын раҫлау маҡсатында, паспорт мәғлүмәттәрен дөрөҫләү кәрәклеге ту­раһында күпләп хәбәрҙәр ебәрә. Һыл­танма буйынса күсә күрмәгеҙ! Хәбәрҙәге һыл­танма мобиль опера­торҙарҙың ялған сайтына алып бара, унда анкета тул­тырырға тәҡдим ителә: телефон номерын, исем–шәрифте һәм тыуған көндө күр­һәтергә. Артабан сайт ялған "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына күсерә, унда ҡулланыусы шәхси кабинетына логин һәм пароль индерергә тейеш була. Шулай итеп, мутлашыусылар "Дәүләт хеҙмәт­тәре"нә инеү мәғлүмәттәрен дә, абонент тура­һында раҫланған мәғ­лүмәтте лә ала һәм үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. 
Ҡыҫҡаһы, беҙ иҫкәрттек, һеҙ уяулыҡты юғалтмағыҙ!
...Мутлашыусыларҙың тоҙағына саҡ эләкмәй ҡалған Кәрим Исхаҡ улы иһә шул осраҡтан һуң ят номерҙарҙан килгән шылтыратыуҙарҙы бөтөнләй алмай: 
– Бәләһенән баш-аяҡ. Кәрәкле кешеләр үҙҙәре эҙләп табыр әле.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: