Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
29 Март , 07:00

Мәғәнәһеҙ тормош һәм аяныслы үлем

***

Азат йоҡоһонан һаташып килеп уянды. Мәрхүмә әсәһе ҡа­бартып икмәк һалған да, бе­рәүһен уға һона. Ә уның үлеп ашағыһы килә, эсенең һыҙып әсетеүе йоҡоһон бүлгән кеүек була ла, тик ҡабат күҙ ҡабағы ябылып, төшө дауам итә. Икмәкте әсәһенең ҡулынан тартып тигәндәй алып, ҡарһаланып, умырып тешләп алырға итте. Тик йылмайып торған әсәһе ҡапыл шарҡылдап көлөп ебәрҙе лә, ап-аҡ күлдәгенең итәге менән уны быуырға тотондо. Азат ысҡынырға тырышып, әсәһенең ҡулын этәрҙе, аяҡтары менән тибергә лә маташты. Шул саҡ ул уянып китте...
Башы сатнап ауырта – кисә ауылдың теләһә ҡайһылай йөрөгән ирҙәре менән байтаҡ ҡына төшөргәйнеләр шул. Теле лә тәмһеҙләнеп, аңҡауына йәбеш­кәндәй. Азаттың урынынан ҡуҙғалғыһы килмәне – тәне таралып төшөр кеүек. Күҙҙәрен йомдо ла уйы менән төшөнә әйләнеп ҡайтты. Әсәһен ул бер ваҡытта ла аҡ күлдәктә күрмәне. Һәм ҡабартып икмәк бешергәнен дә хәтерләмәй. Мәңге иҫерек ҡатын  йәйҙе ҡаҡашып ҡатҡан халатта үткәрә. Ә ҡышын уны төҫө уңған, кеҫәһе бүҫелгән йылы күлдәк алыштыра. Өҫтәлдә лә йүнле ризыҡ булманы. Мәктәп Азаттың хәтерендә иң тәмле ризыҡлы һәм йылы урын булып хәтерендә ҡалды. Уҡыуға барымы булмаһа ла, ашҡынып бара торғайны: ашнаҡсы Ғәйшә апай уның хәлен яҡшы белгәндер инде – бутҡаны мулдан һалып бирә, аш та ҡуйыраҡ була. Ә ҡайтыр алдынан аул­ағыраҡ тура килтереп, икмәк һыныҡтары, 2 – 3 кәнфит бирә.
Азат сарсауын баҫмаҡ булып, тороп һыу эсергә булды. Тик башы тубал кеүек булып ауыртҡас, ауырлыҡ менән генә ҡуҙғалды. Ике яҡлы өйҙөң болалығына иғтибар ҙа итмәне, сөнки ул иҫ белгәндән алып бында тәртип менән таҙалыҡ булғанын хәтерләмәй. Шулай ҙа мейес янында аунап ятҡан өләсәһен күргәс, һиҫкәнеп китте. Тәүҙә уятырға итте лә, төндә булған ва­ҡиғалар томан эсендәге күренеш кеүек күҙ алдынан үтте. Атаһы менән талаш, янауҙар, иҫергәнсе эсеү һәм өләсәһен үлтереү...
– А-а-а!.. – егет был хәлдәрҙең төштә түгел, өндә булыуын аңлап, йән әсеһенә ҡысҡырып ебәрҙе. – Нимә эшләнем мин? Ниңә уяндым?!
...Азат бәләкәйҙән атаһы менән әсәһенең араҡы менән дуҫлығын күреп үҫте. Уларға өләсәһе лә ҡушылып алһа, мәхшәр башлана. Тик эскелек, юҡлыҡ, өй тулы үҙҙәре кеүек дуҫ-иштәрен йыйып табын ҡороу – проблеманың бәләкәй генә өлөшө ине. Малай оло­ларҙың туҡтауһыҙ әрләшеүенән, һу­ғышыуынан ялҡҡайны. Атаһы үҙе үк шешәләш дуҫтарын эйәртеп ҡайта ла, аҙаҡ әсәһен ҡыҙғанып, тауыш ҡуптара. Бәлки, уныһы өндәшмәһә, тынысланыр ине лә, тик тегеһенең дә теле тик тормай шул – эт ашамаҫ һүҙҙәр менән мыҫ­ҡыллап, яуап ҡайтара.
– Фәхишә! Ғүмер буйы араҡы менән ир ҡосағына туймаҫ бисә булдың! Мин һиңә ғүмере өйләнәһем юҡ инем, иҫертеп кенә эргәңә һалдың. Юғал күҙемдән, сығып кит!
– Ой Аллаҡайым, ир булып тауыш сығара берәү! Мин булғанға рәхмәт әйт, мәңге бисә күрмәй ҡартайыр инең. Иҫерек булмаһаң, ҡул менән ҡағылыу түгел, һүҙ ҡушырға ла эшкинмәгән әҙәм инең бит һин!
– Һин тормошомдо боҙҙоң! Мин һине яратманым! 
– Как бутты мин яратҡанмын һине... Юл ыңғайы ғына осраған әҙәм инең инде.
– Һин мине эске һаҙлығына ба­тырҙың! Уйнаш иткәнеңде белдермәҫ өсөн иҫертеп һалып ҡуя инең.
– Как бутты эскелектең нимә икәнен белмәгән кеше инең? Әсәйең һинең кәләш алғанды ла белмәй эсеп йөрөгәнен оноттоңмо? Ә хәҙер? Уның йәшендә әбейҙәр мәсеткә йөрөй, доға өйрәнә. Ҡайҙа ул? Әкрәм бабайҙың пенсия аҡсаһын һауып, шунда ята. Эсеп бөтһәләр ҡайтып инер әле...
– Әсәйгә һүҙ тейҙермә!..
Артабан ҡыҙып алған атаһы ҡа­тынын ҡулына нимә эләгә шуның менән туҡмай башлай. Бала саҡтан Азат әсәһен яҡларға тырышты. Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтер­гәнгәлер, уны нығыраҡ яратты. Башҡаса унан артыҡ наҙ ҙа, тәрбиә лә күрмәне бит. Ә атаһы айыҡ саҡта уны әллә ни итеп торҙо, ҡалымға барһа, мотлаҡ уйынсыҡ алып ҡайта ине. Тора-бара уларҙы кейем-һалым, уҡыу кәрәк-ярағы алыштырҙы. Әммә уның, ир кешенең, үҙенән көсһөҙ затҡа ҡул күтәргәнен күреп үҫкәс, малай атаһын яратманы, ситләште. Беләгенә ит ҡуна башлағас, әсәһен яҡлашып, йоҙроҡҡа йоҙроҡ килгән осраҡтары ла булды. 
18 йәше тулғас, егетте әрме хеҙмәтенә алдылар. Ул унда тағы ла килешеү менән өс йылға ҡалды. Шул мәлдә атаһы әсәһен туҡмап үлтерҙе. Азат ерләүгә ҡайтып өлгөрә алманы. Ҡайтҡанында ҡайғы уртаҡлашырға, тип шешә тотоп килгән (ояһында ни күрә – осҡанында шул булыр тигәндәй, ул 14 йәшенән үк тәмәке, араҡыға битараф булманы) дуҫтарынан байтаҡ имеш-мимеш ишетте. Атаһы әсәһен һыу эскеһеҙ итеп туҡмағас, ятҡан да йоҡлаған. “Тиҙ ярҙам” машинаһын иртәнсәк кенә саҡырған ул. Табиптар, ваҡытында ярҙам күрһәткәндә, ҡот­ҡарып алып ҡалырға булыр ине, тигәндәр. Ә атаһын бары тик өс йылға ғына хөкөм иттеләр – әсәһенең эсеүен, кешеләр менән янъял ҡуптарырға яратыуын, атаһы ҡайтып ингәндә икенсе ир менән ятыуын иҫәпкә алғандар.
Килешеү ваҡыты үткәс, Азат уны оҙайтып торманы, тыуған ауылына ҡайтты. Хеҙмәттә ҡалһа, тормошоноң яҡшы барырын да аңлай ине – эш хаҡы ла арыу ғына, ашау, кейем, торлаҡ эҙләп аптырайһы түгел. Билдәләнгән ваҡыт үтһә, фатир һатып алырға ярҙам буласаҡ, хатта уҡырға теләһә, хәрби училищеға урынлаштырырға ла вәғәҙә бирҙеләр. Тик егет “ирекле тормош”то һайланы. 
Ауылға ҡайтҡас, аҡсалы һалдат янынан дуҫтары өҙөлмәне – ҡайтыуҙы “йыуыу” ярты йылға тиклем һуҙылды. Тик өс йыллыҡ хеҙмәт хаҡы тәүҙә мул күренһә лә, яйлап “ҡороно”. Артабан эшкә урынлашыу өсөн Азаттың ҡулында һөнәре юҡ ине. Хәрби комиссариат шофер-тракторсылар курсына ебәреп уҡытҡайны ла, тик эсергә яратҡан егетте эшкә алырға теләүсе табылманы. Шуға ла ул шешәләш дуҫ­тары менән кешегә көтөү көтөп, утын ярып һәм башҡа эштәр башҡарып, аҡса тапты. Әммә улар эске өсөн тотонолдо.
Бер йылдан атаһы ҡайтты. Улы менән араһынан ҡара бесәй үткәйне – Азат уның ғәйебен оноторға теләмәне. “Әсәйҙе үлтергән кеүек, һинең үҙеңде лә үл­терергә тейештәр ине!” – тип тә ыс­ҡындырғыланы. Эскән сағында әр­лә­шергә, хатта һуғышырға ла ынтылды. 
Төрмә ирҙе бер аҙ тәрбиәләгәйне – Йәмил ағай тормошон яйға һалырға, эсмәҫкә тырышты. Бәлки, өйҙә эсергә яратҡан ҡатыны булмауы ла үҙен һиҙҙерткәндер. Бәхетенә арыу ҡына ҡатын тура килеп, ҡабат парланды. Күрше ауылда ҡапыл ғына фермер ир вафат булғас, хәләле яҙға табан мал-тыуарын һата алмай, уларҙы ҡарарға ике ирҙе яллаған. Эшкә шәп, баҫалҡы ғына Йәмил ағайҙы бер йыл һынап йөрө­гәндән һуң, үткәндәренә күҙ йомоп, “ҡармаҡ һалып” та ҡуя – егәрле, эшсән ирҙәр ерҙә аунап ятмай бит. Етмәһә, эсмәгән, донъя көтөргә ты­рышҡан, аш-һыуын тәрбиә­ләргә ирен­мәгән ҡатынды үҙе лә Алла урынына ҡуйып, табынырға әҙер.
Әсәһе менән улын ташламаны Йәмил ағай. Аҙыҡ-түлек менән ярҙам итте, утын әҙерләп ҡайтарҙы, электр утына ла түләне. Азатты мал ҡа­рашырға ярҙамға ла саҡырып ҡараны.
– Мин һиңә халуй түгел. Астан үлһәм дә, һиңә эшләйһем юҡ, – тине уныһы.
Ә әсәһенең донъяла эше юҡ – йәше 70-те уҙһа ла, бар белгәне эсеү. Улы менән ейәне бар ни, юҡ ни – барыбер. Ҡайҙа, нисек йәшәйҙәр, нимә менән көн күрәләр – бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһын­маны. Бары тик шешәләш бабай­ҙа­рының аҡсаһы бөтөп торған арала ғына өйгә ҡайтып, аҙна тирәһе тороп китә. Уныһында ла башы эшләмәгәндәй ҡылана, әллә күп эсеү менән ҡартлыҡ сире уны тамам миңрәүгә әйләндерәме?
Кисә лә Йәмил ағай һөт-май, картуф күтәреп, тыуып үҫкән йортона килеп ураны. Әсәһе уны ишетмәмеш-күр­мәмеш булып карауатта ятыуын белде. Ә Азат һәр ваҡыттағыса ҡысҡы­ры­нырға тотондо:
– Кәрәкмәй беҙгә һинең хәйерең! Үҙең тығын!
– Азат, балам, зинһар эсмә, аҡылыңа кил. Яңы тормош башларға бер ваҡытта ла һуң түгел.
– Нимә, минең әсәйемде үлтерҙең дә, хәҙер рәхәтләнеп йәшәп ятаһыңмы?! Тик мин быны улай ғына ҡал­дыр­майым! Һин яуап бирергә тейешһең. Үҙеңде үлтерәм! –  тип ул йоҙороҡлап атаһына ташланды.
Эш менән сыныҡҡан ир аслы-туҡлы эсеп, тинтерәп бөткән егеткә би­реш­мәне: ҡулын шаҡарып тотто ла, ситкә этәрҙе.
– Закон алдында яуап бирҙем инде. Шөкөр, 50-гә етеп барғанда булһа ла, ысын тормоштоң нимә икәнен күреп йәшәргә яҙҙы. Һинең дә эсмәй генә матур итеп йәшәүеңде теләйем...
– Закон алдында, имеш... Үс ала­саҡмын барыбер! Һин минең әсәйемде үлтерһәң, мин дә һинекен үлтерәм!
– Юҡты һөйләмә, тыныслан! Ана, ашарығыҙға килтерҙем, тамаҡ ялғап ал...
Атаһы ҡайтып киткәс, ул алып килгән пакетты тотоп, Азат дуҫы Илшаттарға йүнәлде. Унда ауылдың эскесе ирҙәре байрам итә ине, күстәнәсте шат күңел менән ҡабул итеп (ашарға ризыҡ бит, ни тиһәң дә), уға ла ҡойҙолар. Егет ҡараңғы төшкәс кенә ләх иҫереп өйөнә ҡайтты. Өйгә инеү менән ҡатҡан икмәк киҫәген ебетеп, сәй эсеп ултырған өләсәһен күрҙе. Шул саҡ ҡапыл мәрхүмә әсәһе, атаһы менән бөгөнгө әрләшеүе иҫенә төшөп, асыуы ҡабарҙы.
– Нимә, мәсекәй әбей, миңә тексәйеп ултыраһың? Һин бит инде йәшәрен йәшәгән әбей, ә һаман иҫәнһең. Ара­ҡыға сытырман йәбешеп, йәшәп ята­һың! Ә әсәйем, 46 йәшлек кенә әсәйем үлде! Һинең улың үлтерҙе! – тип ҡысҡырына башланы.
– Ярай, йәне йәннәттә булһын... – ейәненең кемде һөйләүен дә аңла­маны шикелле ҡарсыҡ. Тик был Азаттың һарыуын ғына ҡайнатты.
– Ә уға йәннәт нимәгә?! Уға йәшәргә кәрәк ине!
Егет йән асыуы менән ябығып, кибеп барған әбейҙе елтерәтеп торғоҙҙо ла, муйынын һыға башланы...
Төштән һуң баш төҙәтергә эҙләп йөрөгән ир уларҙың өйөндә ике мәйеткә тап булды – өләсәһен йырт­ҡыстарса үлтергән Азат муйынын элмәккә тыҡ­ҡайны. был аҙымға намыҫы етмәүҙән барғанмы, әллә хөкөмдән ҡурҡыпмы, бер кем дә белмәне.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Читайте нас: