Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Март , 10:10

Әжәлдәрең етһә, сәбәп кәрәк түгел...

***

Район хакимиәте бинаһының иха­таһы тулы кеше. Дүшәмбе көн һәр ваҡыт шулай мәшәҡәтле башлана – теге аҙнала тамамланмағандарына яңылары өҫтәлә. Рәүилә лә, ниһайәт, барлыҡ документтарының осо-башына сығып, ауыл хужалығы буйынса ярҙам юлларға ниәтләй. Район башлығы менән генә осрашып, фатиха алаһы ҡалды. Мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә лә ышана: ни тиһәң дә, ҡатын быға тиклем бер ваҡытта ла үҙе ярҙам күрһәтеүҙән баш тартманы – спорт ярыштарының, конкурстарҙың ба­ғыусыһы булды, тыуған ауылының мәктәбе менән балалар баҡсаһына даими аҡса бүлеп тора. Шуға ла тыныс күңел менән үҙ сиратын көтөп ултыра. Хатта бер аҙ ойоңҡорап та алды. Ҡаршыһындағы ултырғыстарға ике ханым килеп ултырып, хәбәр һата башлағас ҡына үҙен ҡулға ала һалды – эшлекле ханымға йоҡомһорап ултырыу килешкән эш түгел.
Ҡатындар иһә яңы ғына, ошо сиратта танышҡанға оҡшай.  Йәшерәге олоһона үҙенең хәсрәтен һөйләй:
– Аптырағандың көнөнән бында килдем бына. Һин дә мин йәшәп ятҡан еренән махсус хәрби операцияға барам, тип килешеү төҙөп ҡайтҡан. Эше бар, донъяһы бар, ғаиләһе бынамын тигән, нимә етмәйҙер – аңла­майым. Кешеләр, ана, мобилизацияға эләгеп тә, бармаҫ өсөн сәбәп табалар. Ә был үҙ теләге менән бит әле. Мине, атайыңды, балаларыңды уйланыңмы, тип илап та ҡараным. Аңламай. Килен бөтөрөнә, бәләкәй булһа ла, балалар ҙа аңлай бит. Ә ул, әйтә башлаһаң, йылмая ла ҡуя. Районда биология уҡы­тыусылары былай ҙа етешмәй бит, Заһитым әле өс мәктәптә бер юлы уҡыта. Шуға бына хужалар һөйләшеп ҡарамаҫмы, өгөтләмәҫме, тип килдем. 
– Бында киткәнеңде беләме һуң?
– Ю-ю-юҡ, белһә, ишекте тыштан терәү һалып ҡуйыр ине. Кисә лә: “Аҡса етмәйме һиңә? Атайыңдың пенсияһы күберәк, шуны ай һайын тотошлайы менән үҙеңә бирербеҙ, барма ғына”, – тип илай башлағайным, асыуланды. Ҡуй инде, ниәтен әйткәне бирле өйҙә лә, күңелдә лә тыныслыҡ юҡ...
– Улай уҡ бөтөрөнмәгеҙ. Һәр эштә тыныслыҡ кәрәк...
– Нисек бөтөрөнмәйһең?! Кеше нимә генә һөйләмәй. Интернетты асырлыҡ түгел – нимә генә яҙмайҙар. Иҫ-аҡыл китерлек бит. Һәм шул мәхшәр эсенә үҙең теләп китеп бар әле...
– Ул хәбәрҙәрҙең барыһына ла ыша­нырға ярамай. Хәлегеҙҙе аңлап торам, тик уны тура үлемгә ебәргән кеүек ҡыланмағыҙ. Һуғыш – мотлаҡ үлем, тигән һүҙ түгел бит әле. Иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, тип Хоҙайға ял­барығыҙ...
– Аңламайһығыҙ шул хәлде. Бер кем дә аңламай...
– Улай тимәгеҙ... – Олораҡ ханым бер аҙ тын ултырҙы. Рәүилә уны әңгә­мәләшенә асыуландымы икән әллә, тип тә уйлағайны инде. Ә ул тыныс ҡына тауыш менән һүҙен артабан дауам итте. – Минең оло улым 1996 – 1997 йылдарҙа Чечняла йөрөнө. Йыл ярым буйы ут йотоп, йоҡом – йоҡо, ашым аш булмай йәшәнем. 18 генә йәшлек, бер нимә лә күреп өлгөрмәгән, яңы йәшәй башлаған балаларҙы кү­рәләтә ут эсенә алып барып тыҡтылар. Ул ваҡыттағы илауҙар!.. Бер осор алты ай буйына хаты булманы. Өс ай сабыр булырға тырыштым да, аҙна аша военкомат юлын тапай башланым. Әллә яраланып яттымы икән, әллә әсиргә алған булдылармы инде – кем белә? Мөмкинлек булһа, ярты йыл буйына сәләм ебәрмәй түҙә торған кеше түгел ине. Аҙаҡ, ниңә шунда оҙаҡ яҙманың ул, тип бер генә һорағайным: “Әсәй, иң мөһиме – иҫән ҡайттым. Ундағы күр­гәндәр бында ун кешенең ғүмеренә етерлек”, – тип кенә ҡуйҙы. Башҡаса йөрәген ҡуҙғатып торманым. Хәҙер ҡарайым да, барыбер закондар кешелекле, тим. Тәүге тапҡыр ҡорал тотоп ҡараған йәштәрҙе ебәрмәйҙәр. Ярты йыл һайын ялға ҡайтаралар. Ғаилә­һенә, балаларына ла ярҙам бар. Ә минең Филүсем йыл ярым Чечняла йөрөп, пенсия ла, ярҙам да ала алманы. Хәрби билетына нимәлер дөрөҫ яҙыл­маған булып сыҡты. Юллап ҡарарға өгөтләнем дә ул, тик, аяҡ-ҡулым иҫән, эшләһәм, ундай ғына аҡсаны мин былай ҙа табам, тип баш тартты. Шуға, һеңлекәш, һинең хәлде яҡшы аңла­йым. Борсолма, үҙеңдең кәйефеңде уға күрһәтмә. Ил һаҡларлыҡ батыр ул үҫтергәнеңә ғорурлан.
– Әллә инде... 
– Бына шул-шул... Әгәр иҫән булып, ил һаҡларға барабыҙ тиһәләр, ике улымды ла һис һүҙһеҙ ебәрер инем. Яуҙа шәһит китһәләр, ғорурлыҡ ул. Әжәл килһә, ҡасып ҡотолор әмәл юҡ, тиҙәр. Ике улыбыҙҙың да үлеме аяныслы булды. Филүсем яу юлы үтеп, пуля-шартлауҙарҙан иҫән ҡайтты ла, бындағы ике иҫерек юҡ итте. Вафатына 12 йыл үтте инде. Ҡасаба ситенән ер алғайны, дуҫы менән ял һайын шунда барып, өй эшләйҙәр. Бер көн килен аптырап ҡайныһына шылтырата. “Филүс дауаханала, тип әйтәләр. Бер нәмә лә аңламаным, кемдер туҡмаған, дуҫы үлгән, тиҙәр. Бара алмайһығыҙмы, мине әлегә эштән ебәрмәйҙәр. Хәлен белешегеҙ ҙә, нимәләр кәрәклеген һорағыҙ табиптан. Кискә үҙем алып барырмын”, – ти.
Иремә эйәреп мин дә киттем. Реанимация бүлегенә индермәйҙәр, операция тамамланғансы көтөргә ҡуштылар. Ярты сәғәттәй үткәйне, яныбыҙға дуҫының ҡатыны килеп инде. Үҙ ҡайғыбыҙға батып, Кәбирҙең хәлен дә белешмәгәйнек, ҡатынын күргәс кенә иҫебеҙгә төштө. “Кәбир ҙә бындамы әллә? Уға ла операция яһайҙармы?” – тип илауға ул үкһеп илап ебәрҙе. “Уф, апай, нимә тип әйтергә лә белмәйем. Миңә тәүҙә моргка килергә ҡуштылар. Әле барһам, ирегеҙгә операция яһай­ҙар, яңылыш исемдәрен бутағандар”, – ти. Мин аңламайым әле. Ирем генә ҡапыл: “Әтеү Филүс үлгәнме? Моргта улмы?” – тип һорай ҡуйҙы. Нисек унда барғанбыҙ, нисек ерләгәнбеҙ – барыһы ла томан эсендә кеүек. Баҡһаң, күрше участок хужалары иғлан буйынса мунса эшләргә өс ирҙе яллаған булған. Эштәренә аванс алғас, тегеләр “ыс­ҡынған”. Нимәгәлер араларында та­лаш сыҡҡан да, үҙ-ара һуғыша баш­лағас, Филүстәр уларҙы айырырға булған. Шунда берәүһе ҡулындағы бысағы менән Кәбиргә лә, Филүскә лә, бергә эшләгән әшнәһенә лә сәнскән. Кәбирҙең эсен ете урындан бысаҡ ҡырҡҡан. Хирург ҡорама ҡораған кеүек яманы, тине аҙаҡ. 3-сө төркөм инвалиды булып ҡалды. Шешәләштең дуҫына ла ныҡ ҡына эләккән. Филүскә теге хайуан бер генә – йөрәгенә сәнскән, шунда уҡ йән биргән. 15 йылға хөкөм иттеләр. Һәр йән биш йыл менән баһаланды. 
Ә кесе улыбыҙ Фәүзилгә килгәндә, юл фажиғәһенә эләкте. Өфө аръя­ғындағы бер районға барғанында, үткенсе машиналарҙан юл һорорға туҡтаған. Тегенең менән һөйләшеп торғанда, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән иҫерек водитель икеһен бергә бәр­ҙереп киткән. Бахыр балаҡайымдың ҡарарлыҡ ере юҡ ине. Морг хеҙмәткәре уларҙың аяҡ-ҡулдарын берәмтекләп йыйып, ҡоршап ҡуйған, тинеләр. Ул саҡта Филүс иҫән ине әле, үҙе йөрөп, моргта уҡ йыуҙырып, кәфенгә төрөп алып ҡайтты. Йөҙөн генә асып күрһәтте. “Әсәй, йөрәгеңде һаҡла. Күҙ алдыңда матур булып ҡалһын”, – тине шунда уҡ. Ҡаршылашһам да, риза булмаҫ ине – янынан бер аҙым да китмәне. Теге водителгә туғыҙ йыл бирҙеләр. Беҙгә мораль зыян өсөп ул заман өсөн ҙур ғына сумма – 100 мең һум аҡса бирергә тейеш ине, юлла­маныҡ та, һораманыҡ та. Аҡса бит улыбыҙҙы ҡайтармай. Хәҙер иректәлер инде ул ир ҙә. Алыҫ райондан булғас, һорашҡан да юҡ.
Бына шулай, һеңлекәш, әжәлдәрең етһә, сәбәп табыла икән ул... Тыныс тормошта ла, яуҙа ла. Унда исмаһам дошманыңды беләһең, һаҡланаһың. Ә бында ҡайһы ерҙә ниндәй хәүеф янағанын да белмәй ғүмер итәһең.
– Ай-бай, ҡайғы һурпаларын бик мулдан һемергәнһең икән... Күңелеңде йыуатырға башҡа балаларың бармы һуң?
– Аллаға шөкөр, ҡыҙым үҙебеҙҙең ҡасабала төпләнеп, ғаилә ҡороп, ике бала үҫтерәләр. Хәл белергә килеп китһәләр ҙә, күңелгә ял булып ҡала. Филүсемдең дә төҫө булып өс улы ҡалды. Ә Фәүзил ғаилә ҡороп өлгөр­мәгәйне шул. Дүрт йыл буйы йөрөгән ҡыҙы бөгөнгө көнгә тиклем яңғыҙ...
Ҡатындар артабан өндәшмәй генә үҙ уйҙарына, хәтирәләренә бирелеп, тын ҡалды. Рәүилә иһә балаһы өсөн өҙ­гөләнгән, юғалтыуҙан ҡурҡҡан ҡа­тынды йәлләне. Ә инде, ике балаһын юғалтыуға ҡарамаҫтан, сабырлыҡ һаҡлай алған, үҙендә башҡаларҙы йыуа­тырлыҡ көс тапҡан әсәгә ҡарата  һоҡланыу хисе уянды. Эйе, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, өрлөк кеүек ир-егеттәр яуҙа ғына түгел, тыныс тормошта ла күпләп вафат була шул...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Читайте нас: