Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Март , 13:56

Балаларҙың булмай артығы, кәме...

***

Урам буйлап барған Гөлсөм әбейҙе йәлләп баҡҡан ҡа­раштар оҙата. Ҡаршы осраусылар һүҙһеҙ генә баш ҡағып иҫәнләшә лә, эргәһенән тиҙерәк үтеп китергә тырыша. Артынан килеү­селәр иһә ҡыуып етмәҫкә тырышып, аҙымдарын яйлата. Һәр кем уның хәлен яҡшы аңлай, тик ярҙам итергә әмәлдәре булмағанға үҙҙәрен ғәйепле тоя, йыуатыр һүҙ таба алмай йонсой.
Әбей тиһәң дә, заман күҙлегенән ҡарағанда, уның гөрләтеп тормош көтөр генә сағы кеүек. Йәше яңы 60-тан үтте. Хәйер, быға тиклем ул һынауҙарға бирешмәй, үҙ көнөн үҙе күреп, мал-тыуар тотоп йәшәп ята ине лә. Бер-бер артлы килгән ауыр ҡайғы унан бер нисә йыл эсендә ҡарсыҡ яһаны ла ҡуйҙы. Сәстәре салланды, хәсрәт баҫҡан иңдәрен күтәрә алмағандай бөкөрәйә төштө, күҙенең нуры юғалды. Күңел тынысһыҙ­лығынан ҡулдары, ирендәре туҡ­тауһыҙ дерелдәй. 
Ҡапыл бирешеүен үҙе лә ауыр кисерә ул – кеше араһына сығып бармай, күршеләренә лә һирәк инә. Бары тик һәр йомала мәсеткә барып, ике улының, ике ейәненең рухына бағышлатып хәйер бирә, доғалар ҡыла. Шулай иткәндә генә күңеле бер аҙ тынысланып ҡала. Оло гонаһы, үкенесе бар Гөлсөм әбейҙең – уйламай әйткән һүҙе ысынға ашты....
Ул яратып ҡауышҡан иренән йәшләй тол ҡалып, ике улын яңғыҙы ғына үҫтерҙе. Ир балаға ҡаты булыу кәрәк, тип тырышһа ла, олоһо Мараттың алдына сыға алманы. Эшкә шәп, кешелекле булды ул, әммә йәшләй генә тәмәке, араҡы менән дуҫлашып алды, ҡатын-ҡыҙға ла битараф түгел ине. Алтын ҡуллы электрик булыуға ҡарамаҫтан, эсергә яратҡас, бер ерҙә лә оҙаҡ торлап эшләмәне: бер ҡараһаң – Өфөлә, бер ҡараһаң Себер тарафтарында йә күрше өлкәләрҙә йөрөр ине. Бер йыл самаһы Мәскәүҙә лә булып ҡайтты. Йәшәр өйө лә, ҡорған ғаиләһе лә булманы. Ҡайҙа барып баш төртә – шунда берәй ҡатын менән таныша ла, йәшәп китә. Эскән ирҙең ни, эргә-тирәһендә үҙе кеүек бисә-сәсә урала, таныштырырға алып ҡайтҡандары араһында Гөлсөм бер генә лә күңеленә ятҡанын осратманы. Әммә улының да фәрештә түгеллеген аңлап, өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Киреһенсә, “килен”дәрен ҡунаҡ итеп, күстәнәстәрен тейәп, изге теләктәр менән оҙатып ҡала ине. 
Ә бына Мирсалы менән Гөлсөм һәр ваҡыт ғорурланды – уҡыуға тырыш булды, ауыл хужалығы институтын тамамлап, ауылға ветврач булып эшкә ҡайтты. Колхоз тарҡалғас та эшһеҙ булманы ул – ауыл ерендә мал күп булғас, мөрәжәғәт итеп торҙолар. Күрше-тирә ауылдарға барырға ла баш тартманы, үҙе лә тиҫтәнән ашыу һыйыр малы аҫраны. Ваҡытында үҙе кеүек аҡыллы, инсафлы ҡыҙ менән ҡауышып, йорт та һалып сыҡтылар, бер-бер артлы дүрт малайҙары тыуҙы. Зифа килене ҡыҙ булғансы тыры­шырға иткәйне лә бит, Мирсалы мәрхүм булып ҡуйҙы. Үҙе менән бергә ике улын да алып китте...
Йәйге көндөң береһендә Мирсал иртә менән үҙенең – өс, күршеләрҙең ике балаһын тейәп, матайы менән һыу инергә киткән. Ҡояш түбәгә күтәрелеүгә, йылға буйында кеше лә бик ҡалмаған. Иҫән ҡалған балалар һөйләүенсә, улар ҙа ҡайтырға йыйына башлаған. Шул мәлдә сайынып сығырға тип төшкән өс малай бата башлаған. Мирсал уларҙы ҡотҡарам тип, тоҡандырған мотоциклын да һүндермәйсә арттарынан һыуға һикергән. Күрше малайын һайыраҡ ергә этеп ебәргән ул, ә бына үҙе ике малайы менән һыу төбөнә киткән. Әллә ҡурҡышынан тегеләр уға сытырман тотоноп, йөҙөргә ирек бир­мәгәндәрме, әллә көҙән йыйырғанмы – бер кем дә белмәй. Ағиҙел буйынса үҫкән бала булараҡ, ул тәпәй баҫ­ҡандан һыу эсендә булды, яҡшы йөҙә ине бит, юғиһә. Ярҙағы балалар аңды-тоңдо аңлап, ярҙам һорап йүгер­геләгәнсе, һуң була.
Оло ейәне Вәсилдең мәйетен йылға ағымы буйлап түбәндә тәүлек ярым үткәс кенә табалар. Тәне ташҡа, ағас тамырҙарына сыйылып, бәрелеп, һыҙырылып, күгәреп бөткән була. Ә бына Мирсал менән Сабир ейәнен Гөлсөм йылға буйына барып еткәнсе үк яр ситенә сығарып һалалар. Берсә – улын, берсә ейәнен ҡосоп илаған ҡатын нимәнелер аңларлыҡ хәлдә булмай. Ә Зифа улы Вәсилдең терелегенә өмөтөн өҙмәй әле. Тик икенсе көнө уның да үле кәүҙәһе табылыуын ишеткәс, иҫтән яҙып тәгәрәй. Бер йорттан бер көндө өс мәйет сығыуы туғандарының ғына түгел, барлыҡ ауыл халҡы өсөн оло ҡайғы, шаҡ ҡатырғыс хәл ине. Ерләү тамамланғансы биләмә дауахана­һының табибы был йорттан сыҡмай. Артабан да фельдшер ҡыҙ көнөнә 1 – 2 тапҡыр килеп йөрөй әле. Ерләү йолаһын да, Ҡөрьән табынын да күрше-күлән, туған-тыумаса атҡарып сыға – көтөлмәгән ҡайғы-хәсрәттән, бәләнән аңҡы-тиңке булған ике ҡатындың да хәле нимәлер эшләр, нимәлер аңларлыҡ булмай.
Зифаға нисек кенә ауыр булмаһын, тиҙ арала үҙен ҡулға алырға тура килә – ике баланы, кәртә тулы малды ҡарарға, ашатырға кәрәк, уҡытыусы эше лә мәшәҡәтле. Кеше араһына сығып йөрөп, бер аҙ онотолор мөмкинлек бит. Бары тик төндәрен генә ул ирен, унан бигерәк йәшәп тә өлгөрмәгән ике сабыйын йәлләп күҙ йәштәре түгә. 
Аҙналар буйы өйөнән сыҡмай, улының фотоһына ҡарап, көн-төн йәш түккән Гөлсөмдөң хәле көндән-көн насарлана. Бары тик бер туған һеңлеһе юллап, Өфө дауа­ханаһында оҙайлы ятып ҡайтҡас ҡына, уға бер аҙ хәл ингәндәй тойола. 
Ә Марат бөтөнләй биреште. Әллә эскелегенә аҡланыу ғына булды, әллә ысынлап ағаһын юғалтыуҙы ауыр кисерҙеме – быға тиклем аҙна эсһә, ай буйы айыҡ булған ир көн-төн күрмәй эскегә бирелде. Сираттағы эшенән ҡыуылғас, ауылға – ата йортона ҡайтып йығылды. Күҙ йәш­тәренә күмелеп ултырған әсәһенә кис һайын: “Башҡа эсмәйем”, – тип анттар бирһә лә, иртәнсәк баш ауыртыуын баҫырға 100 һум аҡса теләнселәй башлар ине. Эшләмәгән, төҫ-ҡиәфәтенә иғтибар бирмәгәнлектән ҡарасҡыға оҡшап ҡалған, мәңге иҫерек улы бер көн күрше урамдағы “сәмәй” һатыусыға һуғым итен һатып эскәс, Гөлсөмдөң асыуы аҡылын еңде:
– Мине илатыр өсөн генә тыуған бала булдың бит! Әҙәм төҫөң ҡалманы, ни донъя көтмәйһең, ни юҡҡа сыҡмайһың! Ер йотҡоро! Ҡартайған көнөмдә терәк булыр тип үҫтергәйнем, киреһенсә, булғанды бөлдөрәһең. Үлә торғаны үлмәне бит, исмаһам! Хоҙайға ла йүнлеләр кәрәктер инде... – тип ҡысҡырҙы.
Ул саҡта әйткәненә үкенеп түгел, ә улының иҫереклегенә, тормошоноң барып сыҡмауына, уға лайыҡлы тәрбиә бирә алмаған үҙенә әсенеп иланы. Ә шул көндән һуң теүәл бер йыл үткәс, Марат улын ерләп йәш түкте. Ике улын да юғалтҡан әсәнең ҡайғыһына уйламайса әйткән һүҙ­ҙәренә үкенес тә ҡушылғайны. Сөнки уның өсөн эсһә лә, эсмәһә лә, донъяһын көтһә лә, көтмәһә лә, һөйөндөрһә лә, көйөндөрһә лә – икеһе лә берҙәй ғәзиз ине. Мирсалы өсөн шатланып, ғорурланып йәшәһә, Маратының ҡасан да булһа аҡылға ултырырына өмөтө өҙөлмәне. Иҫерек йөрөгәнендә тамағына ашанымы, һыуыҡта өшөп ятмаймы, берәй бәләгә осрап ҡуймағанмы тип борсолдо, өҙгөләнде. Борсолоуы юҡҡа булмаған икән...
Эсеп йөрөгән ир район үҙәгендәге бер ҡатынға эйәләп алғайны. Ваҡыты-ваҡыты менән барып, аҙналап, хатта айлап та йәшәп ҡайтҡыланы. Нимәгәлер (иҫереккә күп кәрәкме инде?) һүҙгә килеш­һәләр, үпкәләгән булып ҡайтыр ҙа инер ине. Бер аҙҙан тегеһенән тағы, ҡайтһын, тигән сәләме килеп етә. Быныһы бер аҙ характер күрһәтеп, инәлткән булып йөрөй ҙә, тағы юллана. Күрәһең, ҡатын Маратты ғына эйәләтмәгәндер – һуңғы барғанында кис менән шешә ҡыҫтырып килгән бер ир уны бысаҡ менән сәнскән. Бауыры йәрәхәт­ләнгән ир таңға тиклем ҡанһырап ятып, йән биргән. Енәйәтсе судта: “Көнсөллөгөм ғәйепле, үл­терергә теләмәнем”, – тип сығыш яһаған. Һигеҙ йылға хөкөм иттеләр ҙә бит, тик үлгән кешене генә кире ҡайтарып булмай шул.
Гөлсөм әбей Мирсалы менән ике ейәнен ерләгәне бирле зыяратҡа барғаны юҡ. Йөрәгем ярылыр йә аҡылдан яҙырмын, тип ҡурҡа ул. Бары тик туғандары аша ике улы янында үҙенә лә урын ҡалдыртты. “Оҙаҡламам...” – тигән.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: