Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
11 Март , 09:43

Йондоҙнамә (11-17 март)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Күптәрҙе был арала ялҡаулыҡ баҫыр, моғайын. Иң ауыр эштәрегеҙҙе туҡтатып, бер аҙ ял итеү теләге тыуыр. Тик был хәл килешмәҫ. Шаршамбы уҡ ниндәйҙер бик ашығыс мәсьләләгә тап булырһығыҙ, буғай.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәл кәрәкмәгән нәмәләрҙән ҡотолоу өсөн уңайлы. Шишәмбелә тәжрибәле кешенән бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ. Кесе йомалағы ваҡиғаларға ҡарата иғтибарлы булығыҙ – улар кәрәкле йүнәлеште күрһәтер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Кире хәлдәр һирәк-мирәк осрар, шулай ҙа аҙна һәйбәт үтер. Төп эшегеҙҙә шаршамбыла ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеүегеҙ ихтимал – бик ҡатмарлы мәсьләне ыңғай сисә алырһығыҙ. Әлбиттә, быны етәкселәрегеҙ ҙә һәм дошмандарығыҙ ҙа күрмәй ҡалмаҫ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр һәйбәт килер. Шишәмбелә файҙалы һөйләшеү булыуы ихтимал. Кесе йомалағы осрашыу күңелегеҙҙе күтәрер. Йомала бәғзеләр рәсми сараға саҡырыу алыр бәлки.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҡсы. Бәғзеләр күптән борсоп торған ҡайһы бер һорауға яуап табыр. Кесе йомала кемдер сетерекле мәсьәләне хәл итер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡай саҡ ныҡышмалылыҡ күрһәтергә лә тура килер. Шишәмбелә һис тә уйламаған ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы бар. Кемгәлер элекке тәжрибәһе ярҙам итер. Йомаола етди һөйләшеү көтөгөҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна араһында мәшәҡәттәрегеҙ күбәйер, ләкин уларҙы ыңғай хәл итерһегеҙ. Бәғзеләр элек башҡарған эше өсөн аҡса алыр. Кемдер юлға әҙерләнә башлар. Сәфәрегеҙ йомғаҡтары мотлаҡ уңышлы булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һәр хәлдә йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Бигерәк тә шишәмбелә иғтибарлы булыуығыҙ мөһим. Яңылыш ебәргән хатаны төҙәтеү оҙаҡҡа һуҙылыуы бар. Йомалағы етди һөйләшеүҙә эске тауышығыҙ ярҙам итер – ҡасан йомшаҡ, ҡасан ҡаты булыу кәрәклеген ул белдерер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Ыңғай хәлдәр киреләре менән һәр саҡтағыса сиратлашып торор. Шишәмбелә яҡын кешегеҙгә ьбәйле яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Кесе йомала ниндәйҙер ҡатмарлы, бөтөнләй таныш булмаған мәсьәләгә осрарһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шаршамбыла яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға тырышығыҙ. Кемдер ярҙамға мохтаж һымаҡ. Йомала үҙегеҙгә лә кәңәш кәрәк булыр, моғайын. Бәғзеләргә кемгәлер ялынырға ла тура килер. 

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна һәйбәт булырға оҡшай. Тик ашыҡмаҫҡа ҡушыла, бының өсөн сәбәптәр булмаҫ та һымаҡ. Йондоҙҙар һәр саҡ һеҙҙең яҡта.  Быны шаршамбы көнө асыҡ күрерһегеҙ. Бик ауыр мәсьләне еңел сисә алырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мәшәҡәттәрегеҙ ҡәҙимгенән күберәк осраһа ла, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Хатта уйлағандан күберәк булдыра алырһығыҙ. Шишәмбелә аҡса йәки бүләк алыуығыҙ бар. Йомала кемдер һеҙгә үҙенең мөнәсәбәтен асыҡ белдерер, моғайын.









Читайте нас: