Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
11 Март , 13:27

Телеңде йоторлоҡ!

"Йәшлек" гәзитендә сыҡҡан аш-һыу рецепттары йыйылмаһы

 Бауыр салаты

Салат өсөн 500 г бауыр, уртаса ҙур­лыҡ­­тағы 4 кишер, 5 ма­ринад­ланған ҡыяр, 5 йомортка, урта­са зурлыҡ­та­ғы 4 һуған, майонез кәрәк.
 Бауырҙы бешереп, эре ҡырғыстан ҡырырға. Ҡыярҙы  шаҡмаҡлап турарға. Кишерҙе эре ҡырғыстан ҡырырға. Һуғанды түңәрәкләп турап, алтынһыу төҫкә ингәнсе майҙа ҡыҙ­ҙырырға. Йо­мортҡаны бешереп һарыһын ағынан айырырға.
 Беренсе ҡатҡа – бауыр, һуңынан һуған, ҡыяр, кишер, йомортҡа ағы һалына.  Салатты йомортҡа һарыһы, зәйтүн емеше менән биҙәргә лә, һыуытҡысҡа өс сәғәткә ултыртып ҡуйырға. 

«Малахит беләҙек»  салаты

200 г тауыҡ ите, 4 йо­мортҡа, 1 кишер, 150 г сыр,  бер ус йөҙөм, 2 – 3 бүлкәт һарымһаҡ, 3 киви, гранат, тоҙ, борос, майо­нез кәрәк.
Сей кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, майҙа ҡыҙҙырырға. Сырҙы, бешкән йомортҡаны эре ҡырғыстан ҡырырға. Тауыҡ итен шаҡмаҡлап ту­рарға.  Һарымһаҡты иҙергә. Йөҙөмдө һыуҙа  ебе­тергә. Бөтә ингредиенттарҙы ла бергә майонез һалып бутайбыҙ. Салатты тәрилкәгә браслет формаһында һалып, өҫтөн киви, гранат менән биҙәргә.



«Ҡош һөтө» торты

Торттың йәймәләре  өсөн 3 йомортҡа,180 грамм шәкәр, 130 грамм он, 2 ҡалаҡ какао, бер семтем аш содаһы, 0,5 л ҡайнаған һыу кәрәк. 
Суфле өсөн: 33 процентлы 250 грамм һөт өҫтө (сливки), 3 йомортҡа, 170 грамм шә­кәр әҙерләгеҙ.
Барлыҡ ингредиентты ҡу­шып, миксер менән туҡырға, һуңынан һыу өҫтәп, йәнә яҡшылап бутарға.
Массаны формаға һалып, 170 градусҡа тиклем йылынған мейескә ҡуйып, 35 минут бе­шерергә.
Ул һыуынған арала суфле яһарға. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырырға, шәкәр ҡушып, миксер менән оҙаҡ ҡына туҡырға. Һөт өҫтөн дә айырым һауытта миксер яр­ҙамында болғатырға. Һуңынан ике массаны бергә ҡушып, ҡа­лын итеп йәймә өҫтөнә һы­ларға.
Шунан 1 – 2 сәғәткә һыуыт­ҡысҡа ҡуйырға. Фантазия­ғыҙға ҡарап, тәмлекәсте матур итеп биҙәп  ҡуйһағыҙ ҙа  була. 

«Яҙ» салаты

Салат өсөн тауыҡтың түш ите, йәшел һуған менән укроп, йомортҡа, ҡыяр, майонез кәрәк.
Бөтә ингредиентты ла турап һалып, майонез менән бутарға. Бик тәмле, туҡлыҡлы салат килеп сыға. 

«Пикантлы» салаты
Был салатҡа ыҫланған колбаса, ҡаты сыр, бер ҡыяр, бер банка консерваланған кукуруз, сохарый, тәменсә һарымһаҡ, тоҙ, ҡара борос, майонез кәрәк. Өҫтөн биҙәр өсөн ниндәй ҙә булһа йәшел тәмләткесте  алырға була.
Сырҙы, һарымһаҡты  ҡы­рып, колбасаны, ҡыярҙы һаламлап турап, барлыҡ ингредиентты ла бутарға. Табынға ултыртыр алдынан сохарый һалырға була. 

Балыҡ кәтлите
Кәтлит әҙерләү өсөн бер банка майлы балыҡ консерваһы, ярты стакан дөгө ярмаһы, 1 йомортҡа, 2 баш һуған,  1 бүлкәт һарымһаҡ, тоҙ, ҡара борос,3 картуф, йәшел тәмләткестәр кәрәк.
 Картуфты бешереп иҙергә, дөгөнө һыуҙа бешерергә. Косерваланған  балыҡты иҙеп, уға ошо массаны, тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр, йомортҡа, һарымһаҡ һалып, кәтлиттәр әүәләргә. Һуңынан майлы табала ике яғы ла ҡыҙарғансы ҡыҙҙырырға. 

«Мимоза» салаты

Салат өсөн 300 г скумбрия балығы, уртаса ҙурлыҡтағы 3 картуф, 2 кишер, 3 йомортҡа, йәшел борсаҡ консерваһы, майонез кәрәк.
Салат һауытына түбәндәге тәртиптә ингредиенттарҙы теҙеп һалырға. Беренсе ҡатҡа – скумбрия,  икен­сеһенә – ҡырылған картуф, өсөнсөһөнә – ки­шер, һуңынан йәшел борсаҡ һалына. Һәр ҡатҡа майонез һыларға. Салатты 2 – 3 сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртып алырға. 

 Ветчина менән салат

Салатҡа 2 – 3 картуф, 100 – 120 г ветчина, 2 йомортҡа, 1 баш һуған,  40 г сыр, биҙәү өсөн йәшел тәмләткестәр, маринадланған шампиньондар  алына.
Тәүге ҡатҡа –  ҡыр­­ғыстан үткә­рел­гән картуф, уның өҫтөнә – ветчина, маринадланған һу­ған  һалырға. Һәр ҡатҡа майонез һы­ларға. Айырым тә­рилкәлә йоморт­ҡа менән сырҙы ҡы­рып, са­лат өҫтөнә һалып, йәшел тәмләт­кестәр, маринад­ланған шампиньондар менән би­ҙәргә.

 Бауыр салаты

Салат өсөн 500 г бауыр, уртаса ҙур­лыҡтағы 4 кишер, 5 маринадланған ҡыяр, 5 йомортка, уртаса зурлыҡтағы 4 һуған, майонез кәрәк.
 Бауырҙы бешереп, эре ҡырғыстан ҡырырға. Ҡыярҙы  шаҡмаҡлап турарға. Кишерҙе эре ҡырғыстан ҡырырға. Һуғанды түңәрәкләп турап, алтынһыу төҫкә ингәнсе майҙа ҡыҙ­ҙырырға. Йомортҡаны бешереп һарыһын ағынан айырырға.
 Беренсе ҡатҡа – бауыр, һуңынан һуған, ҡыяр, кишер, йомортҡа ағы һалына.  Салатты йомортҡа һарыһы, зәйтүн емеше менән биҙәргә лә, һыуытҡысҡа өс сәғәткә ултыртып ҡуйырға. 

«Малахит беләҙек» салаты
 200 г тауыҡ ите, 4 йомортҡа,1 кишер , 150 г сыр,  бер ус йөҙөм,2 – 3 бүлкәт һарымһаҡ , 3 киви, гранат, тоҙ, борос, майонез кәрәк.
 Сей кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, майҙа ҡыҙҙырырға. Сырҙы, бешкән йомортҡаны эре ҡырғыстан ҡырырға. Тауыҡ итен шаҡмаҡлап турарға.  Һарымһаҡты иҙергә. Йөҙөмдө һыуҙа  ебетергә.Бөтә ингредиенттарҙы ла бергә майонез һалып бутайбыҙ. Салатты тәрилкәгә браслет формаһында һалып, өҫтөн киви, гранат менән биҙәргә.



Ҡоро печеньенан
пирожный

400 грамм ҡоро печенье, 150 грамм иретелгән аҡ май, бер банка ҡуйыртылған һөт, 2–3 ҡалаҡ какао кәрәк. 
Ҡоро печеньены ит үткәр­гестән үткәрергә.  Уға иретелгән аҡ май, какао,ҡуйыртылған һөт ҡушып, барыһын бергә бутарға һәм колбаса формаһында эш­ләп, полиэтилен моҡ­сайға һа­лып, һы­уытҡысҡа ҡуйырға. Иртәнгә тәмле, татлы  «колбаса» әҙер ҙә була.

“Яҙ” салаты

150  грамм тунец балығы, тоҙло ҡыяр, консерваланған кукуруз, болгар боросо, йәшел укроп алына. 
Ингредиенттарҙың барыһын да  шаҡмаҡлап турарға. Өҫтөнә үҫемлек майына лимон, борос ҡушылған соус эшләп ҡойорға. 

Тәмле бәлеш

Ҡамыр өсөн 100 г маргарин, 200 г он, 100 г шәкәр, 1 ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 1 йо­морт­ҡа, 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 140 г эремсек кәрәк.   
Барыһын да бергә һалып бутап, ҡамыр баҫырға. Уны йәйгәс, 3 алма,  виноград, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ аҡ май һалып әҙерләнгән эслек һалына. Бәлеш өҫтөнә ҡай­маҡлы шы­йыҡса ҡойола. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: 160 мл ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 2 йомортҡа, 1 пакет ванилинлы шәкәр, 2 ҡалаҡ крахмалды (он менән дә алмаштырырға була) бергә ҡушып яҡшылап бутарға.

Песто

Песто – гурмандар ризығы. Балыҡ, ит, макарон, бутерброд һәм салаттар өсөн ҡулланыла. Үҙенсә­лекле соус, бәлки, кемдәргәлер оҡшап та етмәҫ. Әммә уны Европа халҡы ла, Азияныҡы ла яратып ашай. Иң мөһиме –  файҙалы һәм калорияһы аҙ. Балыҡ, ит, макарон, бутерброд һәм салат өсөн ҡулланыла.
50 г базилик менән "Пармезан" сырын, 100 мл зәйтүн майын, 3 ҡалаҡ таҙартылған кедр сәтләүеген, 3 бүлкәт һарымһаҡты блен­дерҙа иҙергә һәм тәменә ҡарап тоҙ өҫтәргә. Базилик урынына шпинат алырға була, тик был осраҡта соустың тәме бөтөнләй икенсе була.

Балыҡ консерваһы
Был консерва өсөн бәләкәй йылға ба­лыҡтары кәрәк.
1 кг балыҡҡа 100 г көнбағыш майы, 200 г башлы һуған, 50 г 9 процентлы  аш һеркәһе, 150 г аҡ шарап йә һыу, самалап тоҙ һәм үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәр  (лавр япрағы, түңәрәк борос, ҡәнәфер, базилик, дәрсен (корица) алына.
Балыҡты таҙартып, башын һәм ҡа­нат­тарын  алып ташлағыҙ.
Кәстрүл төбөнә һуған  ҡабығын йәйергә. Артабан рәт-рәт итеп  түңәрәкләп туралған һуған, тоҙланған балыҡ, тәмләткес һалырға. Һәр рәткә ҡырғыстан үткәрелгән кишер өҫтәргә мөмкин.
Иң һуңынан  аш һеркәһе, аҡ шарап (йәки һыу), көнбағыш майы ҡойоғоҙ. Ҡатнашма кәстрүлдең 2/3 өлөшөнән артмаҫҡа тейеш.
Кәстрүлде утҡа ҡуйығыҙ  һәм  3 – 5 сәғәт талғын утта быҡтырығыҙ. 
Әҙер балыҡтың һөйәктәре йомшара, шуға ла уларҙы балыҡтан айырмай ашарға мөмкин.

Сырҙан бублик

Ҡамыр өсөн 200 г эремсек, 100 г сыр, 70 – 80 г  он, 1 йомортҡа, 0,5 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, мәк, тоҙ алына. 
Бөтә ингредиентты бутағас, пластилин кеүек масса килеп сығырға тейеш. Бубликтар эшләп, өҫтөнә мәк һибергә. 180 градус эҫелектәге духовкала 20 – 30 минутта әҙер була.

Эремсектән тәмлекәс

Эремсекле ҡатлам өсөн 400 г эремсек, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 40 г кукуруз крахмалы, 100 г шәкәр кәрәк. Бисквит өсөн 5 йомортҡа, 80 г шәкәр, 80 г он, 20 г какао-порошок, 1 бал­ғалаҡ  ҡамыр йомшартҡыс алына. 
Иң тәүҙә эремсекле ҡатламы әҙерләнә: эремсек, ҡаймаҡ, крахмал һәм шәкәрҙе бергә бутап, блендер менән иҙергә. Табаға пергамент ҡағыҙын йәйеп, әҙер массаны  тигеҙ генә итеп һалырға. Шунан бисквит әҙерләүгә күсәбеҙ. Йоморт­ҡаның ағын шәкәр менән туҡып, он, какао, йомортҡа һарыһын, ҡамыр йомшартҡыс һалып болғатырға. Килеп сыҡҡан шыйыҡ ҡамырҙы баяғы эремсек өҫтөнә тигеҙ итеп ҡойорға. 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешерергә.

Сыр менән тауыҡ фаршынан кәтлит

Әҙерләр өсөн 500 г тауыҡ фаршы, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 0,5  балғалаҡ ҡара борос ҡатнашмаһы, 0,5  балғалаҡ паприка, 150 г сыр алына. Әүәләр  өсөн 100 г он, 2 йомортҡа, сохарый онтағы кәрәк. 
Тауыҡ фаршына тоҙ, борос, паприка ҡушып бутарға. Унан йомарлап, эсенә сыр һалып ҡалдырабыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, әҙер кәтлиттәрҙе һалып, 30 минут һыуытҡыста тоторға. Унан уларҙы онға, туҡылған йо­мортҡаға,  сохарыйға манып, көн­бағыш майында ҡыҙҙырырға. 

 Тауыҡ рулеты

Тауыҡ итен киҫәктәргә бүлеп, төйөп йомшартырға. Өҫтөнә паприка, тоҙ, борос һибергә. Горчица, майонез, ҡаймаҡ һалып эшләнгән соус һыларға. Өҫтөнә һуған менән ҡыҙҙырылған бәшмәк һалып төрөргә. Рулет өҫтөнә паприка ҡушылған ҡаймаҡ һөртөргә.
фольгага төрөп, 200 гра­дусҡаса ҡыҙҙырылған мейестә 45 минут бешерергә. Бешеп сығыр алдынан өҫтөнә сыр һибергә.

Капкейк

Ҡамыр өсөн 80 г аҡ май, 100 г шәкәр, 2 йомортҡа, 50 г һөт, ванилин, 130 г он, 1 ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс кәрәк.
Бөтә ингредиентты бергә ҡушып, ҡаты булмаған ҡамыр яһарға һәм бәләкәй формаларға һалырға. 170 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 25 минут бешерергә. Һыуынғас, крем яғырға.
Кремды 33 процентлы һөт өҫтөнә (сливки) 50 г шәкәр һалып яһарға мөмкин.

Эремсектән запеканка
0,5 кг эремсек, дүрт йомортҡа, 7 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ крахмал, ванилин, йөҙөм кәрәк.
Эремсеккә шәкәр, ҡаймаҡ, крахмал, ванилин ҡушып бол­ғатырға. Йомортҡаның ағын айырым туғып, эремсек ҡат­нашмаһына ҡушырға. Йөҙөм һәм башҡа емеш-еләк һалырға ла мөмкин. Форманы аҡ май менән майлап, ҡамырҙы һалып, 180 – 200 градусҡа тиклем йылы­тылған мейестә 30 – 40 минут бешерергә. Табынға ҡаймаҡ менән бирергә.

Баклажандан рулет
Был ризыҡ өсөн 2 – 3  баклажан, 600 грамм ит фаршы, ике баш һуған, дүрт помидор, дүрт бүлкәт һарымһаҡ, 150 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә баклажанды оҙон­са итеп киҫеп, майҙа ҡыҙҙырырға. Шунан һу­ғанды, һа­рымһаҡты ваҡ­лап турап, помидорҙы киҫәкләп ҡырҡып, сырҙы ҡырғыста ҡырырға.
Артабан табала һуғанды йомшарғансы ҡыҙҙырып, фарш өҫтәп, тоҙлап, борослап, әҙер булғансы ҡурырға.
Был массаға сырҙың яртыһын ҡушып, иҙелгән һарымһаҡ һалып, һәйбәтләп бутарға. 
Ҡыҙҙырылған баклажан киҫәктәренә эслекте төрөп, май­ланған формаға теҙергә. Өҫтөнә помидор, иҙелгән һарымһаҡ,  сыр һалырға. 
Мейестә 180 градуста 15 – 20 минут тирәһе бешерергә.

Тултырылған борос
Ярты стакан дөгө ярмаһы, 0,5 кг фарш, башлы һуған, өс помидор, 150 грамм сыр, өс ҡалаҡ ҡаймаҡ, тоҙ, 10 татлы борос кәрәк.
Тәүҙә фаршҡа бешерелгән дөгө ярмаһы, һуған ҡушып, тоҙлап, борослап, һәйбәтләп бутарға.
Шунан татлы боросто уртаға бүлергә. Эсендәге емештәрен алып, уларға әҙер ҡатнашманы тулты­рырға. Ҡаймаҡ өҫтәргә. Помидорҙарҙы түңәрәкләп ҡырҡып, фарштың өҫтөнә һалырға, сыр һибергә.
Ҡыҙған мейестә  20 – 25 минут бешерергә.

Солянка

Солянканы әҙер­ләү өсөн 3 кг кәбестә, 1 кг һу­ған, 1 кг ки­шер, 3 кг помидор, 5 балғалаҡ шәкәр, 10 бал­ғалаҡ тоҙ, 20 бөртөк ҡара борос, яр­ты литр үҫемлек майы, ярты стакан томат соусы, 0,5 стакан 9 процентлы аш һеркәһе алына. 
Кәбеҫтәне, помидорҙы шаҡ­маҡ­лап, һуғанды ярымтү­ңәрәк итеп турар­ға, кишерҙе ҡыр­ғыстан үткәрергә.
Йәшелсәнең өҫтө­нә борос, тоҙ, үҫем­лек майы, томат соусы, шәкәр һалып бутарға ла, бер сәғәт беше­рергә. Уттан алыр­ға 15 минут ҡал­ғас, аш һеркә­һе һа­лырға. Стерил­ләнгән банка­ларға тултырып, ҡап­ҡастарын ябырға.

Сөгөлдөр менән ҡабаҡтан икра

Икра өсөн 3 кг  сей сөгөлдөр  (ҡыр­ғыс аша үткәрергә), 3 кг ҡабаҡ (ҡырғыс аша үткә­рер­гә), 1,5 кг һуған  (ҡул­салап турарға), 3 ҡалаҡ тоҙ, 300 г шәкәр, 100 мл аш һеркәһе, 0,5 стакан үҫемлек майы алына. Томат пастаһы ла һа­лырға мөмкин.
Барыһын да яҡ­шылап бол­ғатып, 30 минутҡа ултыртып торорға. Һуңынан 40 минут һүрән утта  быҡтырырға ла, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға.

Корейса кишер

Салат өсөн 1 кг кишер, 3 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ ваҡланған кориандр, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, ҡара борос, бер семтем ҡыҙыл борос, биш бүлкәт һарымһаҡ, 100-150 г үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә кишерҙе махсус ҡырғыста ҡырырға. Өҫтөнә тәмләткестәр һибергә лә, ҡул менән иҙгеләп, бутап, бер һауытҡа һалырға. Унан аш һеркәһе, иҙелгән һарымһаҡ, үҫемлек майын ҡайнатып ҡушырға.

Кәбеҫтә тоҙлау

Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттары алына. Улар ҙур, тығыҙ булырға тейеш.
Тәүҙә күсәнде иҫке япраҡтарынан таҙартырға, йыуғас, бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк. Кәбеҫтәне ағас таҡтаға һалып, үткер бысаҡ менән турарға. Тоҙлағанда эмаль йәки быяла һауытты ғына ҡулланыу фарыз, алюмин һауыт зыянлы (кәбеҫтәләге кислота уны “ашай” һәм ризыҡ менән организмға үтеп инә). Туралған 10 килограмм кәбеҫтәгә ҡырғыстан үткәрелгән 500 грамм кишер һалырға кәңәш ителә. Әгәр әсетеп тоҙларға уйлаһағыҙ, уны 15 – 22 градус йылы урында тотоғоҙ, өҫтөн ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйығыҙ. Бер нисә көндән һыуы өҫкә ҡалҡып сығасаҡ. Шул ваҡытта баҫтырып ҡуйған әйберҙе алып, артыҡ һыуын таҙа ҡалаҡ менән түгергә кәрәк. Кәбеҫтәне көнөнә ике тапҡыр бысаҡ менән “тишеп”, газын сығарып торорға онотмағыҙ.

Корейса кәбеҫтә 

Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, бер аҙ әсе борос кәрәк.
Маринад әҙерләү өсөн  бер литр һыуға ике ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан туғыҙ процентлы аш һеркәһе, 0,5 стакан үҫемлек майын бергә ҡайнатығыҙ. Һауытҡа эре итеп туралған кәбеҫтә, ҡырғыстан үткә­релгән сөгөлдөр, ки­шер, һарымһаҡ һалырға. Өҫтөнә маринад ҡойоп, банка­ларҙы ябып, бүлмә температураһында бер нисә көн тоторға.

Аджика

5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 6 дана әсе борос, 300 г һарымһаҡ, 0,5 кг керән, 1 стакан тоҙ, 2 стакан аш һеркәһе, 2 стакан шәкәр алына.
Барыһын йыуып, ит үткәр­гес аша үткәрергә (борос­тарҙы – орлоҡтары менән ҡуша), шәкәр, тоҙ, аш һер­кәһе өҫ­тәргә, 1 сәғәт самаһы ултыртып торорға ла, ше­шәләргә ҡойоп, ҡапҡас­та­рын ябырға. Бешермәҫкә. Һыуыт­ҡысһыҙ ҙа яҡшы һаҡ­лана. Был аджиканы ке­рән­һеҙ ҙә эшләргә мөмкин.

***
5 кг помидор, 2 кг алма, 2 кг кишер, 2 кг татлы борос, 300 г әсе борос, 300 г һа­рымһаҡ, 0,7 л үҫемлек майы, 2 – 3 ҡалаҡ тоҙ.
Бөтәһен дә ит үткәргес аша үткәрергә, тоҙ, май һалырға, 2 сәғәт бешерергә һәм сте­рилләнгән банка­ларға тултырып ҡапларға.

Борос ҡушылған «Огонек»

200 г һарымһаҡ, 4 киҫәк керән тамыры, 2 бәйләм петрушка, 2 бәйләм укроп, 10 дана татлы борос, 20 дана әсе борос, 2 кг помидор, 4 ҡалаҡ шәкәр, 4 ҡа­лаҡ тоҙ, 1 стакан аш һер­кәһе кәрәк. Ваҡ рә­шәт­кәле ит үткәр­гестән сығарғас, тоҙ, шәкәр ҡушырға. Һауы­тында 2 – 3 көн тоторға ла, аш һеркәһе ҡойоп, яҡшылап болғатырға һәм банкаларға һалырға.

Ҡайнатмалы бәлеш
3 йомортҡа, 200 мл һөт, 90 мл көнбағыш майы, 400 г он, 200 г шәкәр, 1,5-2 ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 1-1,5 стакан ҡуйы ҡайнатма (варенье) йәки джем кәрәк.
Әле генә һыуытҡыстан алынған һалҡын йоморт­ҡаларҙы шәкәр менән туҡырға. Туҡыуҙан туҡтамай ғына әҙләп көнбағыш майы, һөт өҫтәргә. Артабан он, ҡамыр ҡабартҡыс һалып, төйөрҙәре бөткәнсе яҡшылап бутарға. Ҡуйылығы ҡаймаҡ кеүек булһа, ҡамыр әҙер.
Табаға пергамент ҡағыҙын йәйеп майларға, он һибергә, ҡамырҙың яртыһын һалырға. Артабан – ҡайнатма йәки джем һәм ҡамырҙың икенсе яртыһы һалына. Өҫтөн ҡалаҡ менән тигеҙләгәс, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға. Бер аҙ ваҡыттан температураны 160 градусҡа кәметеп, 40-45 минут бешерергә. Әҙер бәлештең өҫтөнә шәкәр оно һибергә мөмкин.

Өй шарттарында ләүәш
Тауыҡтың түш ите,  кәбеҫтә, помидор, болгар боросо, йәшел һуған, укроп, соус өсөн ҡаймаҡ, һарымһаҡ, кетчуп, ләүәш кәрәк.
Итте ваҡ итеп турап, көнбағыш майында ҡыҙарғансы ҡыҙҙырырға. Тоҙ һәм борос ҡушырға. Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, помидорҙы, болғар боросон ваҡ итеп турарға.
Ҡаймаҡтан соус эшләргә. Бының өсөн уға кетчуп, һарымһаҡ иҙеп һалып, болғатырға.
Ләүәште тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ситенән 4 см урын ҡалдырып, эслекте йәйеп төргәс, табала ҡыҙҙырырға. Эслеккә сыр, корейса кишер  ҙә һалырға мөмкин.

Рулет

2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан йогурт, 1 ҡалаҡ сода, 1,5 стакан он, ванилин һәм ниндәй ҙә булһа ҡайнатма кәрәк.
Йомортҡаны шәкәр һәм ванилин менән күпертеп, йогурт, сода, он ҡушып, шыйыҡ ҡамыр яһарға. Табаға пергамент ҡағыҙын йәйеп, ҡамырҙы шунда һалырға, алдан йылытылған  духовкала 7-8 минут алһыуланғансы бешерергә. Бешеп сыҡҡас, уны еүеш сепрәккә алһыуланған яғы менән ауҙарып, эсенә ҡайнатма һылап, эҫе килеш төрөргә. Өҫтөнә шәкәр оно ла һибеп, емеш-еләк менән дә биҙәһәгеҙ, тәмле генә түгел, матур ҙа рулет килеп сығасаҡ.

Корейса сөгөлдөр

500 г сөгөлдөр,  100 г көн­бағыш майы, кишер өсөн корея тәмләткесе йәки борос, өс бүлкәт һарымһаҡ, бер ҡалаҡ шәкәр, 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.  
Сөгөлдөрҙө махсус  ҡырғыста ҡырырға. Тәм­ләткестәр, шәкәр ҡушып, һа­рымһаҡты иҙеп һалырға. Ошо массаға ҡайнар көнбағыш майы, аш һеркәһе һалырға  ла, 3 – 4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Маринадланған кәбеҫтә

Бер баш кәбеҫтәне, бер һарымһаҡты турап, бер уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 3 литрлы банкаға тултырабыҙ, бер нисә бөртөк ҡара борос һалабыҙ. 
1,5 л һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 г шәкәр, 200 г аш һеркәһе һалып, тоҙлоҡ әҙерләп, банкаға ҡоябыҙ. 200 г көнбағыш майы  ла өҫтәргә онотмағыҙ. 
Иртәгәһенә кетерҙәп кенә торған ма­ринадланған кәбеҫтә әҙер буласаҡ.

Кукуруз таяҡсаларынан торт

2 ҡап кукуруз таяҡсаһы, 150 г аҡ май, 250 г “Кис-кис” ирисы кәрәк.
Иретелгән майға иристы һалырға һәм иреп бөткәнсе болғата-болғата утта то­торға. Әлеге сиропты ҡайнар килеш кукуруз таяҡсалары өҫтөнә ағыҙып, яҡшылап бу­тарға. Ҡатнашманы тәрилкәгә һалып, сәк-сәк кеүек итеп өйөргә. Әҙер тортты бер аҙ һыуытҡыста тотоп алырға кәрәк.

“Ялҡау” голубцы 

“Ялҡау” голуб­цы – бик тәмле һәм тиҙ әҙер­лән­гән ризыҡ. Уны духовкала ла, табала ла беше­рергә була. Һеҙ­ҙең иғтибарға киске ашҡа табала әҙерләнгән төрөн тәҡ­дим итәбеҙ.
Бүрттерелгән йәки яртылаш бе­шерелгән  дөгө яр­маһын, фаршты, ваҡ турал­ған кәбеҫтәне, һуған, һарым­һаҡ, тоҙ, борос, тәмләткес­тәрҙе, бер йомортҡаны бергә ҡушып бутап, кәтлит эш­ләргә. Табаға көнбағыш майы һалып, «ялҡау» голубцылар­ҙы ике яҡлап ҡыҙҙырырға.
Кәтлиттәрҙең өҫтөнә турал­ған бер помидор йәки ҡыр­ғыста ҡырылған кишер һа­лырға, томат пастаһы, бер стакан ҡайнаған һыу өҫтәргә. Лавр япрағы, тәмләткестәр ҡушырға. Өҫтөн ҡаплап, тал­ғын утта 30 минут ҡыҙ­ҙырырға. 

Рассольник

400 г арпа ярмаһын (перловка) йылы һыуға һалып, 4 сәғәт бүрттерергә. 1,5 кг ҡыяр менән помидорҙы һаламлап, һуғанды шаҡмаҡлап турарға, 600 г кишерҙе ҡырғыстан үткә­рергә, турарға. Бөтә йәшелсәне лә бергә болғатып, 2  ҡалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, ҡара борос, укроп һалып, 30 минут бе­шерергә.
Һыуынғас, вакуумлы пакет­тарға тултырып,   туңдырырға ҡуйырға.

Ҡабаҡ менән күрәгә ҡайнатмаһы

Ҡабаҡ ҡайнатмаһына  кү­рәгә, әфлисун, лимон, сәтләүек  һалып та әҙерләргә була. 1 кг ҡабаҡҡа 200 г күрәгә, 1  кг шәкәр ҡомо алына.   Ҡабаҡ менән күрәгәне ит үткәргестән  үткәреп, үтә күренмәле сироп барлыҡҡа килгәнсе ултыртып торорға һәм һуңынан ҡайнатып алырға.

Ит һәм бәшмәк тултырылған ҡабаҡ

Уртаса ҙурлыҡтағы 1 ҡабаҡ,      1 кг картуф, 500 г   бәшмәк, 3 башлы һуған, 500 г ит, 2 кишер, үҫемлек майы кәрәк.
Ҡабаҡты яҡшылап йыуырға һәм өҫтөн ҡапҡас итеп ҡыр­ҡып алырға, орлоҡтарын та­ҙартырға. Итте, бәшмәкте, һу­ған менән кишерҙе шаҡмаҡ­лап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Һуңынан ҡабаҡ эсенә уны  туралған картуф менән аралаштырып һалып, ҡапҡасын ябып бешерергә. Тултырылған ҡабаҡ 160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 2 – 3 сәғәт бешә.

Печеньенан пирожный

400 г печенье, 150 г  иретелгән аҡ май, бер банка ҡуйыртылған һөт, 2 – 3 аш ҡалағы какао кәрәк.
Печеньены ит үткәргес менән ваҡларға. Йәки полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, уҡлау менән иҙергә. Уға иретелгән аҡ май, какао, ҡуйыртылған һөт ҡушып, барыһын бергә болға­тырға һәм колбаса формаһында әүәләп, өҫтөн ҡапларға ла һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртәнге сәйгә тәмле, татлы «колбаса» әҙер.
Был тәмлекәскә ваҡланған сәтләүек ҡушып ебәрһәгеҙ, тағы ла тәмлерәк булыр.

Адыгея сыры

3 л һөттө ҡайнатырға ла, уға бер ҡалаҡ тоҙ һалып, утты һү­рәнәйтергә. Һөт ҡайнаған арала 400 г әсегән һөткә 3 йомортҡа һалып туҡырға һәм ошо массаны ҡайнаған һөткә ҡушырға. Болға­та-болғата эремсекләнгәнсе то­торға. Ҡуйырғас, марля йәйелгән һөҙгөскә бушатып, өҫтөнә һыулы банка ҡуйып, 3 – 4 сәғәт баҫ­тырып ҡуйырға. Һуңынан һыуыт­ҡыста һаҡларға. 

Кишер мармелады

1 кг кишер, 4 әфлисун, 0,5 кг шәкәр, 1 балғалаҡ агар-агар кәрәк.
Кишерҙе түңәрәкләп турап, һыуҙа йомшарғансы бешерергә. Һыуынан һарҡытырға ла, шәкәр ҡушып, блендер менән иҙергә. Әфлисун һутын һығырға. 2 стакан һут килеп сығырға тейеш. Аҙ булһа, кишер бешкән һыуҙы һалығыҙ. Ошо һутҡа агар-агарҙы ҡушып, бер сәғәт тоторға. Кишер иҙмәһенә килеп сыҡҡан  желены һалып болғатырға. Тал­ғын утҡа ҡуйып, 10 минут бе­шерергә. Көслө утта тотмағыҙ, мармелад килеп сыҡмаясаҡ. Аҙыраҡ һы­уынғас, формаларға һалып, ҡатырырға.

Сырлы ҡоймаҡтар

1,5 стакан һөт, 2 йомортҡа, 1 стакан он, 150 г сыр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, укроп кәрәк.
Йылы һөткә йомортҡа, тоҙ һалырға. Һуңынан ҡамыр ҡабартҡыс ҡушылған он һалып, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, укроп, үҫемлек майы ҡушып, шыйыҡ ҡамыр әҙерләргә. Ғәҙәти ҡоймаҡ кеүек табала бешерергә.

Сәтләүекле рулет

Ҡамыр өсөн 2 стакан он, 0,5 стакан шәкәр, 50 – 100 г аҡ май йәки маргарин, 1 йомортҡа, 4  ҡалаҡ ҡаймаҡ, тоҙ, аш содаһы алына.
Эслеккә 1 стакан әстерхан сәт­ләүеге, 0,5 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ бал, 1/8 ҡалаҡ дәрсен кәрәк.
Ҡамыр өсөн бөтә ингредиенттарҙы ҡушып бутарға һәм шәрбәтле ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы  бер яҡ осон бер аҙ йоҡараҡ итеп йәйергә. Йоҡараҡ яғына бал һыларға ла, өҫтөнә шәкәр,  дәрсенле онталған  сәтләүек һибергә. Икенсе яғына йомортҡа туҡып һөртөргә.
Йәймәне төрөп,  өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан тишергә. Ҡыҙған мейестә бешереп алырға.

Кукуруз таяҡсаларынан торт

2 ҡап кукуруз таяҡсаһы, 150 г аҡ май, 250 г “Кис-кис” ирисы кәрәк.
Иретелгән майға иристы һалырға һәм иреп бөткәнсе болғата-болғата утта тотор­ға. Әлеге сиропты ҡайнар килеш кукуруз таяҡсалары өҫтөнә ағыҙып, яҡшылап болғатырға. Ҡатнашманы тәрилкәгә һалып, сәк-сәк кеүек итеп өйөргә. Әҙер тортты бер аҙ һыуытҡыста тотоп алырға кәрәк.

Һуған ҡабығы
өҫтөндә
бешерелгән балыҡ

3 скумбрия балығына 1 лимон, 5 – 6 бөртөк ҡара борос, 3 – 4 лавр япрағы, 4 – 5 теш һарымһаҡ, ярты бал­ғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, 3 баш һуған ҡабығы кәрәк.
Лимондың һутын һығып алырға. Уға зәйтүн майы, тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ, лавр япрағын һалып бол­ғатырға. Таҙартып әҙер­ләнгән балыҡты ошо маринадта 2 сәғәт тоторға.
Таба төбөнә фольга йә­йергә, һуған ҡабығын тигеҙ итеп һалып сығырға. Өҫтөнә махсус ҡағыҙ (пергамент) йә­йергә лә, балыҡтарҙы теҙер­гә. Балыҡ өҫтөнә лимон ки­ҫәк­тәре ҡуйырға һәм фольганы төрөргә. 180 – 200 градусҡаса эҫетелгән ме­йестә 40 – 45 минут беше­рергә. Һуған ҡабығы балыҡҡа ҡабатланмаҫ хуш еҫ бирәсәк.

Эремсекле ҡоймаҡ

1 литр һөт, 2-3 стакан он, ярты ҡалаҡ тоҙ, ярты ҡалаҡ аш содаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 йомортҡа, эслеккә ярты килограмм эремсек, 1 стакан йөҙөм, 3 ҡалаҡ шәкәр, 100 грамм ҡаймаҡ кәрәк.
Барыһын да һөткә ҡушып ҡамыр әҙерләргә һәм ҡой­маҡ ҡойорға.
 Эремсеккә шәкәр, йөҙөм, ҡаймаҡ һалып болғатырға (ҡорораҡ тойолһа, бер нисә ҡалаҡ ҡына һөт өҫтәргә мөмкин). Һәр ҡоймаҡҡа 2 ҡалаҡ самаһы эслек һалырға.
Эслектең тағы бер варианты: картуфты бешереп иҙер­гә лә, майҙа ҡыҙ­ҙырылған һуған ҡушырға.

Ҡаластан шәңгә

Ҡамыр баҫып тормайынса ғына эремсек шәңгәһе бе­шерергә өй­рәтәбеҙ.
Бәләкәй ҡаластарҙы ярты сәғәт һөттә ебетергә. Улар ныҡ     йомшарырға тейеш тү­гел. Өҫтөнә эремсеккә йомортҡа, бер ҡалаҡ шәкәр, йөҙөм буталған  ҡатнашманы  һалырға. 30 минутҡа мейес­кә бе­шерергә ҡуйырға. Эремсек алтынһыу төҫкә инһә, ризыҡ әҙер.
Ҡаластың уртаһына һа­лырға  үткәрелгән ит менән һуған, бәшмәк, төрлө йәшел тәмләткестәр ҡушылған сырҙы ҡулланырға мөмкин.

Маринадланған кәбеҫтә

Бер баш кәбеҫтәне, бер һарымһаҡты турап, бер уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 3 литрлы банкаға тултырабыҙ , бер нисә бөртөк ҡара борос һалабыҙ. 
1,5 л һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 г шәкәр, 200 г аш һеркәһе һалып , тоҙлоҡ әҙерләп, банкаға ҡоябыҙ. 200 г көнбағыш майы һалабыҙ. 
Иртәгәһенә кетерҙәп кенә торған маринадлы кәбеҫтә әҙер буласаҡ!

Тултырылған сөгөлдөр

Уртаса ҙурлыҡтағы 1 кг сөгөлдөргә 500 г эремсек, 3 – 4 йомортҡа, 4 ҡалаҡ йөҙөм, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1/3 стакан манный ярмаһы, 40 г аҡ май, тәменсә тоҙ кәрәк. 
Бешкән сөгөлдөрҙө әрсергә лә, ипләп кенә уртаһын алып, «һауыт­тар» эшләргә. Эремсекте иләк аша үткәрергә. Уға йөҙөм, йомортҡа, шәкәр, манный ярмаһын ҡушып, яҡшылап болғатырға һәм сөгөлдөр эсенә тултырырға. Майлы табаға теҙеп, 15 – 20 минутҡа мейескә ҡуйырға. Табынға ҡаймаҡ менән бирергә.

Сөгөлдөрҙән чипсы

3 сөгөлдөр, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тәменсә эре тоҙ, борос кәрәк.
Йыуып таҙартылған сөгөл­дөрҙө йоҡа ғына түңәрәктәргә турарға. Сөм һауытҡа һалып, өҫтөнә зәйтүн майы ҡойорға һәм майҙы сөгөлдөрҙөң һәр киҫәгенә тейерлек итеп  яҡ­шылап бутарға. Табаға махсус пергамент ҡағыҙы йәйергә лә, сөгөлдөр ки­ҫәктәрен берәмләп теҙеп һалып сығырға. 150 градус эҫелектәге мейестә 40 – 50 минут бешерергә. Бешкәндә икенсе яғына әйлән­дерергә лә була.
Мейестән алғас, тоҙ һәм борос һибергә. Шул килеш тә ашарға мөмкин.

Тиҙ әҙерләнгән пицца

3 йомортҡа, колбаса, 1 ҡалаҡ он, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2 помидор, сыр, йәшел тәмләткестәр кәрәк.
Йомортҡаға он, ҡаймаҡ, тоҙ һалып туҡырға ла, туралған колбасаға һа­лырға. Өҫтөнә йоҡа ғына итеп теленгән ике помидорҙы теҙергә. Һуңынан пиццаға  йәшел тәм­ләткестәр, ҡырылған сыр һибергә. Табаның өҫтөн ҡапҡас менән ябып, һүрән генә утта бешерергә.

Рассольник

400 г арпа ярмаһын (перловка) ҡайнар һыуға һалып, 4 сәғәт бүрт­терергә, 1,5 кг ҡыяр менән поми­дорҙы һаламлап, һуғанды шаҡ­маҡлап турарға, 600 г кишерҙе ҡыр­ғыстан үткәрергә. Барыһын бергә болғатып, 2  ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, ҡара борос, укроп һалып, 30 минут бешерергә.
Һыуынғас, вакуум тоҡсайҙарға тултырып, туңдырырға ҡуйырға.

Ҡабаҡ менән күрәгә ҡайнатмаһы

Ҡабаҡ ҡайнатмаһын күрәгә, әфлисун, лимон, сәтләүек  һалып та әҙерләргә була. 1 кг ҡабаҡҡа 200 г күрәгә, 1  кг шәҡәр алына.   Ҡабаҡ менән күрәгәне ит үткәргестән  үткәреп, үтә күренмәле сироп бар­лыҡҡа килгәнсе ултыртып торорға һәм ҡайнатып алырға.

Ит һәм бәшмәк тултырылған ҡабаҡ

Уртаса ҙурлыҡтағы  ҡабаҡ,1 кг картуф, 500 г   бәшмәк, 3 баш һуған, 500 г ит, 2 кишер, үҫемлек майы кәрәк.
Ҡабаҡты яҡшылап йыуырға һәм өҫтөн ҡапҡас итеп ҡырҡып, орлоҡтарын  алырға. Итте, бәш­мәкте, һуған менән кишерҙе шаҡ­маҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙ­ҙырырға. Һуңынан ҡабаҡ эсенә туралған картуф менән аралаштырып һалып, ҡапҡасын ябып, бе­шерергә. Тултырылған ҡабаҡ 160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 2 – 3 сәғәт бешә.

Алма бәлеше 

 Был бәлеште «өс стакан бәлеше» тип тә йөрөтәләр. 
1 стакан он, 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан шәкәр, бер семтем сода, һутлы өс ҙур алма, 100 – 120 г аҡ май кәрәк.
Алманы ҡырғыстан ҡырырға. Он, шәкәр, манныйҙы бергә ҡушырға.  Ошо массаны табаға алма менән ҡатлап һалырға. Иң өҫтә ҡоро ҡатнашма ҡалырға тейеш. Шуның өҫтөнә аҡ май ҡырырға. 170 градус ҡыҙыулығындағы мейестә бешерергә.

Козинак

150 г таҙартылған көн­ба­ғыш, 30 г кунжут, 180 г бал, 40 г шәкәр, ярты лимон һуты кәрәк.
Көнбағышты һәм кунжутты алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙ­ҙырырға. Кәстрүлдә балды иретергә лә, шәкәр, лимон һуты өҫтәп, шәкәр ирегәнсе талғын утта тоторға. Көн­бағыш менән кунжутты һалып, 15 минут тирәһе һүрән генә  утта бешерергә. Ҡатнашма бер аҙ төҫөн үҙгәртеп, ҡуйырыр. Йәйпәк тәрилкәне һыуларға һәм ҡатнашманы һалырға. Һыулы ҡул менән өҫтөн тигеҙләп, тығыҙларға. Ярты сәғәт һыуытырға. Унан тәрилкәнең аҫтын йылытып, ҡуптарып алып, пергаментҡа һалырға һәм 5 минуттан ромбиктарға ҡырҡырға.

Редистан салат

Уртаса ҙурлыҡтағы 10 редис, 2 йомортҡа, ярты банка консерваланған кукуруз, йәшел һуған, майонез, 100 г сыр кәрәк.
Бөтә ингредиентты ла ҡатлап һалырға һәм һәр ҡатҡа майонез һыларға. Иң тәүҙә туралған йомортҡа, һуңынан һуған, сыр, кукуруз,  ҡырғыстан үткәрелгән редис һалына. Салаттың өҫтөн укроп менән биҙәргә.


Көршәктәге аш

Картуф, һунарсы (“охотничья”) колбасаһы, кишер, томат пастаһы, һарымһаҡ, тоҙ, борос, ҡәнәфер, сыр, әнис, петрушка кәрәк.
Тәүҙә картуфты таҙартып, шаҡмаҡлап турарға. Шунан колбасаны түңәрәкләп ҡыр­ҡырға. Табала кишерҙе ҡыҙ­ҙырғас, томат пастаһы, әҙерәк кенә һыу, тоҙ, борос, ҡәнәфер һалырға. Һәйбәтләп бутап, көршәктә 45 минут беше­рергә. Әҙер ризыҡҡа әнис, петрушка, сыр өҫтәп, өҫтәлгә ҡуйырға.

Француз шарҙары

4 йомортҡа ағы, 200 грамм сыр, 1 ҡалаҡ он, көнбағыш майы, петрушка, тоҙ һәм борос, кәрәк.
Йомортҡа ағын туҡып, ҡырғыстан ҡырылған сыр өҫтәргә Тәменсә тоҙ, борос, петрушка һалырға. Түңәрәктәр эшләп, онда әүәләп, майҙа бешерергә. Майы һарҡһын өсөн ҡағыҙ салфеткаға һалып торорға.

Тауыҡ итенән тәмле ризыҡ

Уның өсөн ике ҙур киҫәк тауыҡ ите, бер помидор, 80 грамм сыр, гәрсис, кунжут, киптерелгән йәшел тәм­ләт­кестәр кәрәк.
Помидорҙы – уртаға, сырҙы киҫәкләп ҡырҡырға. Тауыҡ итен гармун формаһында ки­ҫергә. Тәмләткестәр менән гәрсисте бергә бутап, иткә һыларға.
Иттең ҡырҡылған урындарына сыр менән помидор ҡыҫ­тырырға. Артабан уны фор­маға теҙеп, эргә-тирәһенә кунжут һәм кипкән әнис һибергә.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 30 минут бе­ше­рергә. 

Эремсектән ҡатлы печенье

150 – 200 грамм он, бер балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 200 грамм эремсек, 100 грамм аҡ май, ике ҡалаҡ шә­кәр, 1/3 балғалаҡ тоҙ, ванилин кәрәк.
Тәүҙә эремсеккә аҡ май, шәкәр, ванилин, ҡамыр ҡа­бартҡыс, тоҙ һалып һәйбәтләп бутарға. Он өҫтәп, ҡамыр ба­ҫырға, 30 – 40 минутҡа һы­уыт­ҡысҡа ҡуйырға. Шунан өс өлөшкә бүлергә. Дүртмөйөш фор­ма­һында ҡамыр йәйергә. Өҫтөнә шәкәр һибергә. Икен­се, өсөн­сө ҡатына ла шулай уҡ шәкәр һибергә лә, дүрт­мө­йөш формаһында ҡырҡырға.
Артабан формаға һалып, мейесте 210 градусҡа тиклем йылытып, 10 – 15 минут беше­рергә. 

Еңел әҙерләнгән салат

Салатҡа  бешкән тауыҡ ите, ҡара емеш һәм кон­серва­ланған ананас кәрәк.
Бөтә ингредиентты шаҡ­маҡлап йәки оҙонса итеп ту­рап,  майонез һалып бутарға.

Тиҙ пицца

2 йомортҡа, 3 ҡалаҡ майо­нез һәм 3 ҡалаҡ ондо яҡ­шылап бутарға. Ҡамырҙы та­баға ҡойоп,  ваҡ итеп туралған колбаса, һуған, помидор (туң­ды­рылған булһа ла ярай) һа­лырға. Өҫтөнә мул итеп ҡыр­ғыстан ҡырылған сыр һибергә һәм духовкала бешерергә.

«Диңгеҙсе» салаты

1 банка балыҡ консерваһы,  2 кишер, 150 г сыр, 1 баш һуған, 4  йомортҡа, картуф, 250 г майонез кәрәк. 
Бешкән кишер, йомортҡа һәм картуфты, сырҙы ҡырғыста ҡырырға, һуғанды ваҡ киҫәк­тәргә турарға, балыҡты иҙеп, ҡушырға һәм майонез һалып болғатырға.

«Пломбир» туңдырмаһы

200 г ҡуйыртылған һөт , 500 мл 33 процентлы  шыйыҡ ҡаймаҡ (сливки) кәрәк.
Һыуытылған һауытта ҡаймаҡ­ты миксер ярҙамында 5 – 7 минут юғары тиҙлектә күпертергә. Тиҙ­лекте яйлатып, ҡуйыртылған һөт ҡушып, тағы 1 минут тирәһе болғатырға. Унан алдан әҙерләп ҡуйылған вафля стакандарға йәки торт өсөн әҙер вафляға һалып, 4 сәғәткә туңдырғысҡа ҡуйырға.

«Ялҡау» пицца

Эштән арып ҡайтҡанһығыҙ, ә балаларығыҙ ҡамыр ризығы таптыра. Тиҙ генә табала пицца бешереп алығыҙ.
Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа,   5 ҡалаҡ майонез,  5 ҡалаҡ он, тәменсә тоҙ алына.
Эслек өсөн ит йәки колбаса, сыр, помидор, тоҙло ҡыяр, һуған, һарымһаҡ, соус кәрәк.
Ҡамырҙы әҙерләп, тефлон табаға һалырға. Соусты тамсылап ҡына ҡамыр өҫтөнә һалып сы­ғыр­ға. Йәшелсәне һәм бешкән итте йәки колбасаны ҡамыр өҫ­тө­нә теҙергә. Мул итеп ҡыр­ғыстан үткәрелгән сыр һибергә.
«Ялҡау» пицца һүрән утта, табаның ҡапҡасын ябып, 10 минут бешерелә. Ризыҡтың әҙерлеген ағас таяҡсыҡ менән төртөп ҡарап тикшерергә.

Эремсек бәлеше
Был эремсек бәлешен («Коро­левская ватрушка») кем генә яратмай икән!
Ҡамырға 2,5–3 стакан он, 200 г аҡ май, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 2 ҡалаҡ шәкәр, эслеккә 400 г эремсек, 2 йо­мортҡа, ярты стакан шәкәр кәрәк.
Он, ҡамыр ҡабартҡыс hәм шәкәрҙе бергә болғатырға. Өҫ­төнә һыуытҡыстан алған  майҙы ҡырырға. Яҡшылап ыуырға. Ыуалып торған ҡамыр килеп сығырға тейеш. Эремсеккә шәкәр, йомортҡа һалып, эслек әҙерләргә.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә. Табаны майларға ла  бер өлөшөн шунда йәйергә, өҫтөнә эремсек, уның өҫтөнә ҡамырҙың икенсе өлөшөн hалырға. 180 градуслы духовкала өҫтө ҡыҙарғансы 45 минут бешерергә.

Табала бешерелгән торт
Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡысты (разрыхлитель) 400 г он менән бутап, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ул пластилин кеүек килеп сыға. Ошо ҡамырҙы ун өлөшкә бүлеп, йәйеп, ҡыҙған табала ҡоймаҡ бешер¬гәндәге кеүек ике яғын да әйләндереп бешереп алырға.
   Крем өсөн 500 мл һөттө ҡайнатырға. Яртыһына 300 г шәкәр, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ крахмал, 3 ҡалаҡ он, бер ҡап ванилин һалып бутарға, ҡалған һөттө ҡойорға һәм ҡуйырғансы бешерергә. Һыуынғас, кремға 200 г аҡ май һалып, туҡырға һәм йәймәләргә һылап, тортты йыйырға.

Сырлы ҡамырҙан печенье

100 г йомшаҡ аҡ май, 100 г ҡырғыстан үткәрелгән  ҡаты сыр, 100 мл һөт, 250 г он, 1/2 балғалаҡ тоҙ, 1/3 балғалаҡ сода.
Барлыҡ ингредиентты бергә ҡушып, ҡамыр баҫырға ла 15 минут ял бирергә. Ҡамырҙы дүрткел формала йәйеп, буй-буй итеп ҡырҡырға. Өҫтөнә кунжут һибергә лә була. Спираль рәүешендә өйрөлтөп фор­маға теҙеп сығырға. 180 гра­дусҡаса йылытылған мейестә 15 минут бешерергә.

Мармелад

Мармелад өсөн 1 ҡап (90 г) йәшелсә-емеш желеһы, 4 бал­ғалаҡ желатин, 3 балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы, 200 мл ҡайнар һыу кәрәк. 
Барлыҡ ингредиентты та­баҡҡа һалып, ҡайнар һыу менән болғатырға. Һүрән утҡа ҡуйып, болғай-болғай бешерергә.
Килеп сыҡҡан массаны силикон формаға ҡалаҡлап һалырға.  Һыуынғас, ярты сәғәткә һы­уытҡысҡа ҡуйырға.  

Дөгө менән эремсектән запеканка

0,5 стакан дөгө, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 йомортҡа ағы, аҡ май, 150 – 200 г эремсек, манный ярмаһы йәки сохарый вағы.
Дөгөнө бүрттереп, һалҡын һыуҙа сайҡатырға. Формаларҙы аҡ май менән майлап, манный йәки сохарый вағы һибергә. Айырым һауытта эремсек, шәкәр һәм дөгөнө болғатырға. Һалҡында торған йомортҡаның ағын алып, тоҙ һалып,  миксер яр­ҙамында күпертергә. Уны әҙ-әҙләп алда яһаған ҡатнашмаға һалырға. Әҙер массаны фор­маларға тултырырға һәм духовкала 25 – 30 минут тоторға. 

Люля-кебаб

1 кг фарш, 1-2 башлы һуған, йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка, кинза), 1 йомортҡа, тоҙ, борос, хмели-сунели, паприка кәрәк.
Барлыҡ ингредиентты бергә бутап, колбаса формаһында әүәләргә. Унан махсус ағас таяҡтарға кейҙерергә лә духовкала 30 – 40 минут бешерергә.

Ләүәштән ролл 

Бер ҙур ғына әҙер ләүәш, банкалағы ыҫланған мойва балығы ыуылдырығы, 100 г бешкән дөгө, еңелсә тоҙланған бағры, ҡыяр,  өҫтөн биҙәргә ҡыҙыл ыуылдырыҡ кәрәк була. 
Ләүәште йәйеп haлырға ла өҫтөнә мойва ыуылдырығын һыларға. Һуңынан дөгөнө йә­йергә, артабан  балыҡты, ҡыяр­ҙы  ваҡлап  турарға, майонез һыларға. Ләүәште төрөргә. 10 минутҡа һыуытҡыста ҡуйып торорға.


Шоколадлы кекс 

200 мл йылы һыу,130 г шәкәр, 80 г бал (джем), 80 мл көнбағыш майы, 40 г какао, 2/3 балғалаҡ со­да, самалап тоҙ, 1 стакан он (200 г) кәрәк.
Йылы һыуға барыһын ҡушып болғатырға ла иң аҙаҡтан он менән какаоны иләп ҡушырға. Теләгәндә шоколад, сәтләүек өҫтәргә була.
Ҡамырҙы формаға ҡойоп, 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 40 минут бешерергә. Шырпы төр­төп тикшерергә онотмағыҙ.

«Фри» картуфы

Уртаса ҙурлыҡтағы 5 –7 картуф, 2 йомортҡа ағы, тәменә ҡарап тоҙ, татлы паприка, ҡара борос кәрәк.
Картуфты әрсеп, 1 см ҡалынлығында таяҡсалар кеүек турарға. Йомортҡа ағын күбекләнгәнсе туҡырға. Тоҙ, паприка, ҡара боросто һалып, яҡшылап болғатырға.
Картуфты сөм һауытҡа һалып, тоҙло-боросло йомортҡа ағын ҡушып, яҡшылап бутарға.
Духовканы 200 – 220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырырға.Картуфты табаға һалып, алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерергә.

Сырлы-йәшелсәле самса

Самса ҡамырын әҙерләү өсөн 250 мл ҡайнаған һыу, 400 г он, тоҙ, 100 г йомшаҡ аҡ май кәрәк. Эслеккә 300 г үткәрелгән ит,          2 һуған, 100 г сыр, 1 – 2 помидор, салат япраҡтары, тәменсә тоҙ, борос, паприка һалалар. Самсаның өҫтөнә һыларға 1 йомортҡа ла кәрәк буласаҡ.
Сөм һауытта  ҡулға йәбеш­мәҫлек итеп кенә йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Күҙләнһен өсөн 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Өҫтөн ҡапларға.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп,  йәйергә. Өҫтөнә аҡ май һөртөп, рулет итеп төрөргә. Киҫәктәргә бүлеп, бәләкәй йәймәләр эш­ләргә. Йәймәгә бер салат япрағы, итле эслек, уның өҫтөнә помидор, сыр һалырға ла, самсалар эшләргә. Күпертелгән йомортҡа яғырға һәм 180 градус ҡыҙыу­лыҡтағы мейескә бешерергә ҡуйырға.

Ҡамыр эсендәге балыҡ

Кәрәк: 0,5 кг балыҡ ите, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 4 йомортҡа, он.
Йомортҡаларҙы туҡып, он һәм ҡаймаҡ ҡушырға. Ҡуйы ҡамыр килеп сығырға тейеш. Самалап тоҙ һалырға. Балыҡты йоҡа киҫәктәргә телеп, ҡамырға манып, майлы табала ике яҡлап бешереп алырға. Майы һеңһен өсөн ҡағыҙ  салфетка һалынған һауытҡа теҙергә.

Шыйыҡ ҡамыр менән тауыҡ бәлеше

Ҙур табаны майлап, кипкән икмәк валсығы (сохарый) һи­бергә. Башта йоҡа ғына итеп теленгән картуф, уның өҫтөнә ваҡ киҫәктәргә туралған тауыҡ ите, һуған теҙеп, борослап, тоҙлап, майонез һыларға.
2 йомортҡаға 100 г ҡаймаҡ,  100 г майонез, 0,5 балғалаҡ сода, 2 стакан он һалып болғатып, әҙер ҡамырҙы эслек өҫтөнә ҡойорға. Бәлеште 35 – 40 минут духовкала бешереп алғандан һуң, табанан алмай ғына киҫәктәргә бүлеп, табынға бирергә.

Өй шарттарында әҙерләнгән шаурма

Тауыҡтың түш ите йә башҡа ит, ярты күсән кәбеҫтә, ике ҡыяр, бер помидор, ярты татлы борос, 30 г йәшел һуған, укроп, 6 ҡалаҡ ҡаймаҡ, ярты бүлкәт һарымһаҡ, 4 ҡалаҡ кетчуп, ләүәш кәрәк.

Итте ваҡ итеп турап, алтын төҫкә ингәнсе көнбағыш майында ҡыҙҙырып, тоҙ һәм борос ҡушырға.

Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, помидорҙы, татлы боросто ваҡлап,  бешеп сыҡҡан итте һыуытып турарға.

Ҡаймаҡтан соус түбәндәгесә әҙерләнә.

Бының өсөн ҡаймаҡ өҫтөнә һарымһаҡты һығырға, әҙерәк тоҙ, кетчуп ҡушып,  болғатырға. Ләүәште тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ситенән 4 см урын ҡалдырып, эслек һалырға. Уң һәм һул ҡырын бөгөп, рулет итеп төрөргә.

Ләүәштән тәмле ҡабымлыҡ

 1 йоҡа ләүәш, 200 г иретелгән сыр, 250 г колбаса, 200 г помидор, 1 һарымһаҡ, 50 г укроп, 2 йомортҡа, 1,5 балғалаҡ он кәрәк.

Помидор менән колбасаны – шаҡмаҡлап, укропты ваҡлап турарға. Һарымһаҡты иҙергә. Ләүәште бер нисә квадратҡа ҡырҡырға. Уның берәүһенә иретелгән сыр һыларға ла, өҫтөнә бер аҙ укроп, һарымһаҡ, колбаса, помидор һалырға. Тигеҙ генә итеп таратырға ла, өҫтөнә икенсе ләүәште һалырға. Иң өҫтөнә иретелгән сыр һылап, әҙер ҡабымлыҡты шаҡмаҡлап ҡырҡып сығырға.

Йомортҡаға бер аҙ он ҡушып, туҡырға. Һәр ҡабымлыҡты шунда манып,  табала ике яҡлап ҡыҙҙырырға.

Ҡатламлы ҡамыр

10 минутта ҡатламлы (слоеное) ҡамыр әҙерләгегеҙ киләме?

Бының өсөн 200 г маргарин (бүлмә температураһында булырға тейеш), 1 йомортҡа һарыһы, 100 мл магазин ҡаймағы (кефир, ойоған һөт), 1 семтем тоҙ, 500 г он кәрәк.

Онға маргарин һалып, ыуырға. Унан йомортҡа һарыһы, ҡаймаҡ ҡушырға. Ҡулға йәбешмәҫлек итеп ҡамыр баҫырға ла һыуытҡысҡа һалырға. Был ҡамырҙан бәлеш, печенье һ.б. йәнең теләгән тәмлекәс бешерергә мөмкин.

Персиклы-сәтләүекле торт

Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 1 cтакан шәкәр, 1 cтакан ҡаймаҡ, 1 банка ҡуйыр­тыл­ған һөт, 1 балғалаҡ сода, 2 стакан он алына. Барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр эшләргә. Барлыҡҡа килгән массаны икегә  бүлеп, береһенә персиктар, икен­сеһенә ваҡланған сәтләүек һалырға ла ҡыҙыу мейестә 30 – 35 минут бешерергә. Консерваланған персикты йәки башҡа емештәрҙе ҡулланырға мөмкин. Бешеп сыҡҡас, һыуытып, йәймәгә сироп йәки ҡайнатма, крем яғырға. Шоколадты аҡ май, бер аҙ һөт ҡушып иретергә лә торттың өҫтөнә  һыларға.

Крем түбәндәгесә әҙерлә­нә: 750 г ҡаймаҡҡа 1 стакан шәкәр һалып болғатырға.

Эремсек менән тоҙло балыҡтан салат

200 г тоҙло балыҡ, 350 г ауыл эремсеге, 150 г сыр, укроп, тәменсә ҡаймаҡ кәрәк.

Эремсекте, ваҡлап турал­ған балыҡты, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һәм укропты бер һауытҡа һалырға һәм ҡаймаҡ һалып бутарға. Табынға бешкән картуф менән бирергә.

Салатты икмәккә һылап, бутербродтар эшләргә лә була.

Бәшмәкле бөккән

100 г бәшмәк менән бер баш һуғанды ваҡлап турап, үҙ һутында ҡыҙҙырырға. Һыуы бөткәс, туралған 200 г бешкән тауыҡ ите, ҡырылған 70 г ҡаты сыр, ваҡлап туралған йәшел тәмләткестәр һәм бер-ике ҡалаҡ майонез һалып бутарға.

500 г әҙер ҡатлы ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйергә. Уны алты-һигеҙ тигеҙ өлөшкә ҡырҡырға. Һәр береһенә эслек һалырға ла, ситтәрен семетеп йәбештерергә.  Майлы табаға теҙеп һалырға һәм 200 градуслы мейестә 15 минут бешерергә.

Һарымһаҡлы тана ите

Ике ҡалаҡ зәйтүн майына бер балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ ҡара борос һалып бутарға. Был соусты 800 грамм һөйәкһеҙ йәш тана ите киҫәгенә төрлө яҡлап һөртөп сығырға.

Табаға зәйтүн майы ҡойоп, итте һәр яҡлап икешәр минут ҡыҙҙырып алырға. Аҙаҡ бер балғалаҡ кип­терелгән тимьян менән ыуырға, бысаҡ менән уйымдар эшләп, ал­ты-ете бүлкәт һарымһаҡ тығырға. 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә бер сәғәт бешерергә. Һәр ун минут һайын уға бүленеп сыҡҡан һутты һибеп торорға кәрәк.

Безе

4 йомортҡа ағы, 180 грамм шәкәр кәрәк.

Йомортҡаның ағын һарыһынан айырырға. Әкрен тиҙлектә миксер менән 1 минут болғатырға. Йомортҡа күбекләнә башлауға миксерҙың тиҙлеген уртасаға ҡуйырға һәм массаны күпертергә. Һуңынан шәкәр өҫтәргә. Миксерҙы юғары тиҙлеккә ҡуйып болғатырға. Аҙыҡ буяуҙары өҫтәргә лә мөмкин. Ҡуйы масса барлыҡҡа килергә тейеш. Әгәр масса һауыттан төшмәй икән, тимәк, безе әҙер.

Духовканы 100 градусҡа тиклем йылытырға. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, безеларҙы теҙергә. Һәм 1,5 – 2 сәғәткә мейескә ҡуйырға. Безеның формаһы бәләкәй булһа, тиҙ бешә. Улар кипкән ваҡытта мейесте асмағыҙ. Температура кинәт төшһә, ярылалар.

Файҙалы кәнфит

1,5 стакан геркулес, 1 стакан әрселгән көнбағыш, ваҡланған әстрхан сәтләүеге, ҡабаҡ орлоғо, 400 г ит үткәргестән үткәрелгән күрәгә, 5 ҡалаҡ бал, 2 йомортҡа кәрәк. Ошо ингредиенттарҙың барыһын да бергә ҡушырға ла, табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, өҫтөн майлап, 2-3 см ҡалынлығында йәйергә.160 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 30 минут бешерергә. Бешкәс, эҫе килеш киҫәктәргә бүлергә. Һыуынғас, ныҡ ҡатып китмәһен өсөн кәнфитте пленкаға урап, һыуытҡыстың аҫҡы ҡатында һаҡларға.

Миләш повидлоһы

1 кг ҡыҙыл миләш, 1,5 кг шәкәр, 1 әфлисун һәм лимон (алма ла ҡушырға мөмкин) кәрәк.

Әсеһе сыҡһын һәм һыуһыл булһын өсөн миләште туңдырырға һәм 12 сәғәт һалҡын һыуҙа тоторға. Миләште, әфлисун менән лимонды ит үткәргестән сығарырға. Шәкәр өҫтәп, талғын утта 45 минут ҡайнатырға һәм килеп сыҡҡан повидлоны стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға.

“Ирис” кәнфите

Кәнфит эшләү өсөн 250 г ҡаймаҡ, шәкәр, 1 г ванилин, 50 г май алына.

Ҡалын һауытта ҡаймаҡ менән шәкәрҙе ҡайнатырға ҡуйырға. Шәкәр ирегәс, ванилин, май өҫтәргә, 20 минут ҡайнатырға. Масса ҡуйы көрән  төҫкә ингәс, уны үҫемлек майы менән майланған формаға ағыҙырға. Ирис булып ҡатҡас, бысаҡты еүешләп, ҡырҡырға.

Ҡаҙ ҡаҡлау

Ҡаҙ боҙолмаһын һәм тәмле булһын тиһәгеҙ, уны түбәндәге рецепт буйынса ҡаҡлағыҙ.

Яңы һуйылған ҡаҙҙы йәки туңдырғыстағы ҡаҙҙы алып иретеп, йыуып, ҡоро сепрәккә һалырға. Аҙаҡ тышын да, эсен дә яҡшылап тоҙ менән ышҡырға. Эсен тоҙлаһаң, күгәрмәй. Итте ҡағыҙға төрөп, ҡараңғыраҡ урынға элеп ҡуйырға. 1 – 2 ай торғас, эсенән тоҙон алырға, йыуырға һәм өҫтөнә ҡайнар һыу һибергә. Ҡояш төшкән   урынға элеп ҡуйырға. Ҡояш яҡшы ҡыҙҙырғанда, 2 – 3 көндән йәки майы үтә күренмәле була башлағас, ҡаҡланған ҡаҙ әҙер тигән һүҙ.

Итте  һыуытҡысҡа ҡуймағыҙ, тәме юғаласаҡ. Ҡояшлы урында ла тотмағыҙ, кибеп төшәсәк. Уны һалҡынса, ҡояш төшмәй торған урында һаҡлағыҙ.

Сырлы-ветчиналы көлсә

1 стакан кефир, тоҙ, сода, ветчина, ҡаты сыр, 2 стакан он кәрәк.

Башта кефирға тоҙ, сода ҡушып, һәйбәтләп болғатырға. Артабан бер стакан ҡырылған сыр, он ҡушып, ҡамыр баҫырға. Уны бер нисә өлөшкә бүлеп, йәйергә. Йәймәгә ветчина һалырға ла, ситтәрен бергә тоташтырырға. Көн­бағыш майында ҡыҙҙырырға.

Солянка

3 кг кәбеҫтә, 2 кг һуған, кишер һәм помидор, 3 – 4 лавр япрағы, 500 мл көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр һәм  9 процентлы аш һеркәһе, 10 бөртөк ҡара борос.

Кәбеҫтәне туҡмаслап турарға. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә, һуғанды ярым ҡулсаларға ҡырҡырға. Помидорҙы, өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп, бешекләп, ҡабығын әрсеп, 4 өлөшкә турарға. Барыһын да кәстрүлгә һалып, тоҙ, шәкәр һәм май өҫтәп, яҡшылап бутап, 1 сәғәт тирәһе талғын утта бешерергә. Бешеп сығырға 10 минут тирәһе ҡалғас, лавр япрағы, борос һәм һеркә өҫтәргә. Стериль банкаларға эҫе көйө тултырырға һәм ҡапҡасын нығытып, һалҡын урынға ҡуйырға.

Өй шарттарында әҙерләнгән сосиска

Тауыҡтың 500 – 600 грамм аҡ ите, 100 мл һөт, 1 йо­мортҡа, 30 грамм аҡ май, 1 – 2 баш һуған, тәменсә тоҙ, борос, төрөргә аҙыҡ-түлек өсөн пленка (кибеттә һатылған яһалма тышлыҡтарҙы ла ҡулланырға мөмкин)  кәрәк була.

Тауыҡ итен һуған менән бергә ит турағыстан үткәрергә. Йомортҡа, һөт, аҡ май ҡушырға. Тоҙ, борос һәм башҡа үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәр һалырға ла яҡшылап бутарға. Блендер ярҙамында иҙергә.

Аҙыҡ-түлек пленкаһын йәйеп ике ҡалаҡ итле ҡатнашманы һалырға. Артабан уны тығыҙлап, бер нисә ҡат ныҡлап урарға, пленканың ситтәрен бәйләргә.

Сосисканы ҡайнап торған һыуға һалып, 20 минут самаһы бешерергә. Ул һутлы, тәмле генә була. Теләгәндәр тағы ла табала ҡыҙҙырып, төҫ бирә ала.

Баклажандан рулет

Бер баклажан, 200 грамм эремсек, бер бүлкәт һарымһаҡ, 50 грамм сыр, бер бәй­ләм петрушка, үҫем­лек майы, тоҙ, борос кәрәк.

Тәүҙә баклажанды оҙонсалай ҡырҡып , тоҙ һибеп, ун минут ултыртып торорға. Шунан һәр киҫәген майлап, ҡоро, эҫе табала ҡыҙҙырырға. Артабан һарымһаҡты, петрушканы ваҡлап, эремсек һәм ҡырылған сырҙы тоҙлап, борослап бутарға. Ошо әҙер ҡатнашманы баклажан киҫәгенә һалып  урарға.

Корейса сөгөлдөр салаты

Был ризыҡты ярты сәғәттә әҙерләп ашарға була.

 Салат өсөн 500 грамм сөгөлдөр ,100 грамм көнбағыш майы , кишер өсөн тигән корей тәмләткесе, өс бүлкәт һарымһаҡ , аш һеркәһе кәрәк.

Сөгөлдөрҙө корей салаты эшләй торған ҡырғыста ҡырырға. Тәмләткестәр ҡушырға. Һарымһаҡты иҙеп һалырға. Көнбағыш майын йылытып, аш һеркәһе  менән бутарға. 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Печенье

Ҡамырға 400 г он, 150 г шәкәр, 1/4 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ ҡамыр йом­шарт­­ҡыс, 240 г аҡ май, 2 йо­мортҡа кәрәк.

Эслеккә 500 г тосһоҙ сейә, 170 г шәкәр, ярты лимон һуты, 1,5 ҡалаҡ крахмал алына.

Үрҙәге ингредиенттарҙан татлы ҡамыр баҫҡас, уның өстән бер өлөшөн ҡырҡып, туңдырғысҡа һалырға.

Сейәгә шәкәр, крахмал, лимон һуты өҫтәп, табала ҡуйырғансы болғата-болғата бешерергә.

Ҡамырҙың ҙур өлөшөн пергамент түшәлгән формаға йә­йеп һалғас, эслекте тигеҙләп һыларға. Өҫтөнә туңдырғыс­тағы ҡамырҙы алып, эре тишекле ҡырғыста ҡырып һалырға.

180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30 минут бешерергә. Эҫе көйө ромбиктарға ҡыр­ҡырға.

Өй сыры

3,5 л һөттө кәстрүлгә ҡойоп, ҡайнау хәленә еткерергә. Уға 500 мл өй ҡатығы ҡойоп, тәменсә тоҙ өҫтәп, бутарға. Һөттөң күк һыуы айырылғас, уттан алып, һыуытырға. Ике ҡат марляға йәки махсус тоҡсайға һалып, һыуы ағып бөткәнсе тоторға. Бейегерәк һауытҡа ауҙарып, һыу тултырылған банка менән баҫтырып, ҡатырырға. Бына тигән тәмле сыр әҙер.

Ташҡабаҡтан кәтлит

400 г ташҡабаҡ, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 1 йомортҡа, 1 – 2 бүлкәт һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ сухарый онтағы, 2 – 3 ҡалаҡ үҫемлек майы.

Ташҡабаҡты эре ҡырғыста ҡырып, һутын һығырға. Уға йомортҡа, тоҙ, иҙелгән һарымһаҡты, сухарыйҙы ҡушып, яҡшы итеп бутарға.

Кәтлиттәр әҙерләп, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға.

Алмалы күмәс 
Эслек өсөн 4 – 5 алманы таҙартып, турарға ла 1 ҡалаҡ һыу, 3 ҡалаҡ шәкәр һалып бешерергә. Ул һыуынған арала ҡамыр әҙерләргә. Бының өсөн яртышар стакан йылымыс һөт менән һыуҙы бутап, 1 йомортҡа, 10 г ҡоро сүпрә, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ һалып туҡырға. Самалап он (1,5 – 2 стакан тирәһе) ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға.Ҡамыр бер аҙ ҡабарғас, уны 8 – 9 өлөшкә бүлеп, артыҡ йоҡа итмәй генә йәйергә. Эслекте һалып, күмәс әүәләргә лә, табаға теҙеп һалырға. Ҡабарып сыҡҡас, 180 градус эҫелектәге мейестә ярты сәғәт бешерергә.

Фаршлы ташҡабаҡ 

Уртаса ҙурлыҡтағы ике ташҡабаҡты 5 – 7 см ҡалынлыҡта түңәрәкләп ҡырҡырға ла, ҡалаҡ менән уртаһын соҡоп алырға.400 г ит фаршына 100 г бешкән ҡарабой­ҙай, ваҡлап туралған 1 һуған, ҡырғыс аша үткәрелгән 1 кишер, тәменә ҡарап тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ ҡушып бутарға. Был эслекте ташҡабаҡ ҡуласаларына тултырып, майланған табаға теҙергә. Һәр береһенең өҫтөн түңәрәкләп ҡырҡылған помидор киҫәге менән ҡапларға.190 градуслы мейестә ярты сәғәт бешерергә. Әҙер булырға 10 минут ҡалғас, өҫтөнә ҡырылған ҡаты сыр менән ваҡланған йәшел тәмләткестәр һибергә мөмкин.

Тиҙ тоҙланған ҡыяр
Әле генә ашау өсөн бик тәмле ҡыяр рецебы. Уртаса ҙурлыҡтағы 5  – 7 ҡыярҙы йыуып, 4 өлөшкә бүлергә. Уны полиэтилен ҡапсыҡҡа һалғас, өҫтөнә 1-әр балғалаҡ тоҙ, укроп орлоғо, махсус тәмләткес (булмаһа, самалап имбирь онтағы менән хмели-сунели алырға) һибергә. Пакеттың ауыҙын бәйләгәс, уны һелкетеп бутарға.30 – 40 минутта бынамын тигән тоҙло ҡыяр әҙер була.

Меренганан рулет

Ауыҙҙа иреп кенә торған француз десертын әҙерләү  өсөн 5 йомортҡа ағы, 300 г шәкәр оно, 20 г кукуруз крахмалы, 1 бал­ғалаҡ аш һеркәһе, 1 балғалаҡ лимон кис­лотаһы, 300 г эремсекле сыр, 200 г һөт өҫтө (сливки), 100 г шәкәр, 200 г еләк кәрәк.Йомортҡа ағына шәкәр, лимон кислотаһы һалып, блендер менән 10 минут болғатырға. Масса  күпергәс, аш һеркәһе , кукуруз крахмалы ҡушырға. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйергә, ҡатнашманы  һалып, тигеҙләргә. Өҫтөнә сәтләүек тә һибергә мөмкин. Духовкала 160 градуста 30 – 40 минут бешерергә.Крем өсөн эремсекле сырға шәкәр оно, һөт өҫтө һалып, блендер менән туҡырға.Меренга бешкәс, мейестән алып һыуытырға. Һуңынан аҫтын өҫкә әйләндерергә лә, крем һылап, төрөргә (ҡағыҙҙы тиҙ генә әйләндерә барып төрөргә кәрәк). Рулеттың өҫтөнә ҡайнатма һыларға, еләк менән биҙәргә мөмкин.

Мангалда ҡыҙҙырылған скумбрия 

Бының өсөн скумбрия балығы, майонез, гәрсис, кетчуп, һарым­һаҡ, һуған, балыҡ өсөн аш тәмләт­кес­тәр, тоҙ, борос, көн­бағыш ма­йы кәрәк.Тәүҙә майонез, гәрсис, лавр япрағы,  тәм­ләткестәр, кетчуп, көнба­ғыш майы, тоҙ, төйөлгән ҡара борос ҡушып соус әҙерләргә. Уға ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һәм һуған ҡушырға. Ныҡ итеп барыһын да бергә бутағас, скумбрияға һөртөп, 3 – 5 сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйырға. Һуңынан махсус тимер яйланмаға һалып, күмер өҫтөндә бешерергә. 

Ҡабаҡ икраһы
3 кг ҡабаҡ, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 4 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 ҡалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе, 2,5 ҡалаҡ тоҙ, тәменсә шәкәр, 0,5 л үҫемлек майы кәрәк.
Таҙа итеп йыуылған йәшелсәне турап, һыуҙа бер аҙ бешереп алығыҙ. Алып һыуытҡас, ит турағыс аша үткәрегеҙ һәм йәшелсә бешерелгән һыуға май һалып, 1 сәғәт талғын утта быҡтырығыҙ.
Аш һеркәһе, тоҙ, шәкәр ѳҫтәп, тағы ярты сәғәт бешерегеҙ ҙә, эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябығыҙ.

Бәшмәк икраһы
2 кг бәшмәк, 1 ҙур кишер, 2 эре башлы һуған, 2 ҙур помидор кәрәк.
Йәшелсәләрҙе үткәреп, 0,5 стакан үҫемлек майы, 2 балғалаҡ тоҙ, берәй семтем шәкәр, тѳйѳлгән ҡара борос ҡушығыҙ. 10 минут быҡтырығыҙ, шунан үткәрелгән бәшмәк ѳҫтәп, тағы 20 минут бешерегеҙ. Иң һуңынан 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 5 тырнаҡ һарымһаҡ һалып, эҫе килеш банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябығыҙ.

Йомортҡанан рулет
Рулет өсөн 4 йомортҡа, 175 г майо­нез ( омлетҡа һәм эслеккә), 2 йомшаҡ сыр, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, укроп, тоҙ кәрәк.
4 йомортҡаға майонез менән тоҙ ҡушырға ла яҡшылап болғатып күпер­тергә. Килеп сыҡҡан массаны формаға йәйелгән пергамент ҡағыҙына һалып, ҡыҙған мейестә 10 минут бешерергә. Һыуынғас, ҡағыҙы менән йөҙтүбән әйләндереп һалырға. Ике йомшаҡ сырҙы, һарымһаҡты эре ҡырғыс аша үткәреп,укропты ваҡ ҡына итеп турап, майонез һалып бутарға. Омлет эсенә әҙер эслекте һыларға ла рулет итеп төрөргә. Аҙыҡ пленкаһына урап, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Түңә­рәкләп киҫергә.


Чебурек
4 стакан онға 1 стакан кефир йәки ойоған һөт, 5 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сода һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ул ял иткәнсе эслек әҙерләргә. Ярты килограмм фаршҡа 2 башлы һуғанды блендерҙа иҙеп, тәменсә ҡара борос, тоҙ һалып яҡшылап бутарға.
Ҡамырҙы тигеҙ киҫәктәргә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәйгәс, бер яғына фарш­ты һалып тигеҙләргә. Икенсе яғы менән ҡаплап, ситтәрен сәнске ярҙамында матур итеп йәбештерергә.
Табаға артыҡ күп итмәй генә еҫһеҙ үҫемлек майын һалып ҡыҙҙырырға, чебуректарҙы икешәрләп һалып, һәр яғын 2-шәр минут ҡыҙарғансы тоторға. Был ҡамырға картуф иҙмәһе һалып та бешерергә мөмкин.
«Эдельвейс» салаты
250 грамм бешкән тауыҡ ите, 4 помидор, 1 болғар боросо, 4 ҡыяр, консерваланған 250 грамм кукуруз, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 3 ҡалаҡ зәйтүн майы (булмаһа, үҫемлек майы), тәменсә тоҙ.
Ҡыярҙың ҡабығын әрсеп, уртаса ҙурлыҡтағы кубик рәүешендә турарға. Уға кукуруз, шулай уҡ дүрткел итеп ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ өҫтәргә лә май ҡойоп бутарға. Табынға бирер алдынан багет сухарийҙары өҫтәргә була.

Йәш ҡыярҙан салат
2 килограмм ҡыяр, 1 баш һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 услам йәшел укроп, 2 лавр япрағы, 1 услам петрушка, 2 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, 1 семтем төйөлгән борос, тәменсә паприка, 1 семтем кориандр, 2 балғалаҡ ҡоро горчица, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 әсе борос.
Ҡыярҙарҙы йыуып, 3 – 4 сантиметр ҡалынлығында түңәрәкләп йәки оҙонса, һарымһаҡты йоҡа итеп, әсе боросто ваҡ итеп турарға. Укроп менән петрушканы, лаврҙы (һалмаһағыҙ ҙа була) блендер менән иҙергә.
Туралған ҡыярҙарға тоҙ, һарымһаҡ, йәшел тәмләткес, горчица, май һалып, ҡапҡасы ябылған һауытҡа ауҙарып, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ошо ваҡыт үткәс, табынға бирергә.

“Мохито” эсемлеге
500 г еләк, бер лимон, бөтнөк, 300 г шәкәр кәрәк.Өс литрлы банкаға еләк, түңәрәкләп турап, лимон, бер нисә бөтнөк япрағы һалығыҙ. Өҫтөнә һыу ҡойоп, 30 – 40 минут ултыртып тороғоҙ. Һуңынан һыуҙы кәстрүлгә бушатып, шәкәр һалып, ҡайнатып сығарығыҙ ҙа, банкаға ҡойоп, стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябығыҙ.

Ҡарағаттан желе
2 стакан һыу, 6 стакан шәкәр, 4 стакан ҡарағат кәрәк.
Һыуға 3 стакан шәкәрҙе һалып, ағарып сыҡҡансы ҡайнатырға ла, ҡарағатты һалырға. Уртаса утта 7 ми­нут ҡайнатырға, күбеген алырға. Шунан ҡалған шә­кәрҙе һалып, тағы 5 минут ҡайнатырға.

Сейәнән желе
1 кг һөйәгенән таҙартылған сейә, 700 г шәкәр, 2 ҡалаҡ желатин кәрәк.
Шәкәр менән желатинды бергә бутап, сейәгә һалырға. Һуты сыҡ­ҡансы ултырып тор­һон. Һуңынан талғын утта 5 – 6 минут ҡайнатырға, стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.

Ҡыҙыл ҡарағат һәм крыжовниктан ҡайнатма
300 г ҡыҙыл ҡарағат, 400 г крыжовник, 200 г шәкәр, ярты стакан һыу кәрәк.
Йыуылған крыжовникты блен­дер менән яҡшылап иҙергә, һыу һәм шәкәр өҫ­тәргә. Һүрән утта 15 минут ҡайнатырға. Ҡайнар масса өҫтөнә ҡыҙыл ҡарағатты һалып, тағы ла ун минут томалап бешерергә. Ҡайнат­маны эҫе килеш стерилләнгән бан­каларға тултырырға.

Ҡыяр тоҙлау
Түбәндәге рецепт буйынса эшләһәгеҙ, ҡыяр­ кетерләп кенә торор. Уртаса ҙурлыҡтағы ҡыяр­ҙар, бер кишер, бер баш һарымһаҡ, керән, ҡара ҡа­рағат, сейә, лавр япраҡ­тары, укроп, еҫле ҡара борос, аш һеркәһе кәрәк. 3 литрлы стерилләнгән банкаға дүрт өлөшкә бүленгән кишер, тәмләт­кестәрҙе һалырға. Улар өҫтөнә йыуылған ҡыяр­ҙарҙы теҙергә. Ҡайнап сыҡҡан һыуҙы банкаға ҡойоп, 15 минут тотҡандан һуң кәстрүлгә кире ағыҙып, 3 ҡалаҡ тоҙ, 10 балғалаҡ шәкәр, 100 мл аш һеркәһе һалып, тоҙлоҡ әҙерләргә. Ҡайнар маринадты ҡыярлы банкаға ҡойоп, тимер ҡап­ҡас менән ябырға. Хәтерегеҙҙән сығар­мағыҙ: йодлы тоҙ ҡул­ланмағыҙ.

Үҙ һутындағы сейә
Бешкән сейәләрҙе йы­уып, һыуы һарҡып бөткәс, стерилләнгән ҡоро банка­ларға тығыҙ итеп тултырып, тимер ҡапҡастар менән ҡап­лайҙар. Банка­ларҙы, аҫтына сепрәк йәйеп, йылы һыу ҡойолған кәстүлгә ултырталар ҙа, утҡа ҡуялар.
Йылынғанда сейәнең һуты бүленеп сыға һәм күләме кәмей. Шуға күрә һут банканың муйынына ки­леп еткәнгә тиклем емеш өҫтәргә кәрәк. Кәс­трүлдәге һыуҙы ҡайнау хәленә еткерәләр һәм утты әкренәйтеп, ярты литрлы банкаларҙы – 10, 1 литрлыларын 15 минут стерил­ләйҙәр. Бынан һуң ҡалай ҡапҡастарҙы нығытып ябалар. Шәкәрҙе һалырға ла, һалмаҫҡа ла мөмкин.
Иҫкәрмә: сейә ком­по­тын, ҡайнатмаһын 8 –10 айҙан да оҙаҡ һаҡларға ярамай. Сейәнең тосо ағыулы синиль кислотаһы бүлеп сығара башлай.

Балыҡ
Ярты кило көмрө балыҡ, дүрт бал­ғалаҡ соя соусы, кишер, аҡ май, йәшел һуған, әнис, петрушка, һа­рымһаҡ, төрлө тәмләткестәр кәрәк.Балыҡты таҙартып, тигеҙ киҫәктәргә бүлергә лә, соя соусына һалып, ярты сәғәт самаһы тоторға. Кишерҙе – йоҡа итеп түңәрәкләп, йәшел тәм­ләт­кестәрҙе, һарымһаҡты ваҡлап турарға. Йомшаҡ аҡ майға бөтә тәмләткесте һалып бутарға. Балыҡ киҫәктәрен фольгаға теҙеп, өҫтөнә май яғып, кишер теҙергә. Фольганы конверт итеп бөк­ләп, мангалда егерме минут бешерергә.

Ҡыҙыл ҡарағаттан желе
1 кг ҡыҙыл ҡарағат, 1 кг шәкәр кәрәк.
Ҡарағатты йыуып, өҫтөнә бер кг шәкәр һалып, һуты сыҡҡансы 1 – 2 сәғәт ултыртып торорға. Һуңынан 8 – 10 минут ҡайнатырға, дуршлагҡа һалып иҙергә һәм банкаларға тултырырға.

Йәшелсәнән һалҡын аш
Йәйге эҫелә һалҡын аш бик танһыҡ була. Кеүәҫ, ҡатыҡ, айран, төрлө йәшелсә, йомортҡа, колбаса (ит тә алырға мөмкин), краб таясалары менән әҙерләнгән ризыҡ бик туҡлыҡлы ла. Һалҡын ашты ҡымыҙ менән дә эшләйҙәр.Ике картуф, ике ҡыяр, ике йомортҡа, 150 г колбаса, редис, йәшел тәм­ләткестәр, ҡымыҙ кәрәк. Картуф, йомортҡаны бешереп, һыуытырға, шаҡмаҡлап турарға. Редисты, колбасаны һаламлап ҡырҡырға. Йәшел һуған, укроп, петрушканы ваҡлап турарға. Барыһын да бергә ҡушып, тәменсә тоҙ өҫтәргә. Болғатырға, өҫтөнә ҡымыҙ ҡойорға.

Безе
4 йомортҡа ағы, 180 грамм шәкәр кәрәк.ортҡаның ағын һары­һынан айырып, әкрен тиҙлектә миксер менән 1 минут туҡырға. Күбекләнә башлауға миксерҙың тиҙлеген уртасаға ҡуйырға һәм массаны күпертергә. Һуңынан шәкәр өҫтәргә. Миксерҙы юғары тиҙлеккә ҡуйып болғатырға. Аҙыҡ буяуҙары ла өҫтәргә мөмкин. Ҡуйы масса барлыҡҡа килергә тейеш. Әгәр ул һауыттан төшмәй икән, тимәк, әҙер.
Духовканы 100 градусҡа тиклем йылытырға. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, безены теҙергә һәм 1,5 – 2 сәғәткә мейескә ҡуйырға. Бәләкәй булһа, тиҙ бешә. Улар кипкән ваҡытта мейесте асмағыҙ. Температура кинәт төшһә, ярылалар.

Запеканка
Һыйыр итенән әҙерләнгән фаршҡа һуған, ҡырғыстан үткәрелгән кишер һалып, табала ҡыҙҙырырға. Әҙер булғас, өҫтөнә бешкән дөгө һалып, соус ҡойоп, духовкала бешерергә.
Соус түбәндәгесә әҙерләнә. Ярты литр һөткә бер ҡалаҡ әсе соус, 100 г ҡаймаҡ, 100 г майо­нез, 1 – 2 йомортҡа, ҡырғыстан үткәрелгән 100 г сыр һалып бутарға.

Һарымһаҡтан аш тәмләткес
Һарымһаҡ үҫтермәүселәр һи­рәктер. Ошо осорҙа уның сәс­кәһен өҙәләр. Уңған хужа­бикәләр уны әрәм итмәй, төрлө ысул менән ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙер­ләй: тоҙлай ҙа, маринадлай ҙа. Беҙ һеҙгә борщ өсөн тәмләткес тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн 200 г һарымһаҡ сәскәһе, 200 г укроп, 70 – 100 г зәйтүн майы кәрәк. Сәскәле һабаҡты 3 – 4 см оҙонлоғонда турарға. Һуңынан блендерға һа­лып иҙергә. Һарымһаҡлы бутҡаға туралған укроп, зәйтүн майы һалып болғатырға. Фольганы 10x10 см итеп ҡырҡып, эсенә бер ҡалаҡ ошо массаны һалып, һы­уытҡысҡа туңдырырға ҡуйыр­ға. Борщҡа, картуф иҙмәһенә һалырға хуш еҫле тәмләткес килеп сыға.

Редистан французса салат
Редис, ҡыяр, йомортҡа, йогурт йәки ҡатыҡ, лимон һуты, көн­бағыш майы, укроп кәрәк.
Редисты, ҡыярҙы – тышын әрсемәй, түңәрәкләп, бешкән йомортҡаны оҙонсалап турарға. Укроп һалырға ла, соус менән болғатырға.
Соус түбәндәгесә әҙерләнә.
Йогурт йәки ҡатыҡҡа 1 ҡалаҡ көнбағыш майы, лимон һуты һалырға.

Ҡабаҡ мантыйы
Ҡаҙ, өйрәктәрегеҙ һуйылып, эшкәртелеп, һыуытҡысҡа инеп ятты. Баҡсалағы уңыш­тарығыҙҙан консерваланған салат эшләп бөттөгөҙ. Ҡабаҡтарығыҙ һаман һаҡланалыр әле, моғайын. Әйҙәгеҙ, ҡаҙ, өйрәк ите менән ҡабаҡ мантыйы бешереп алайыҡ. 1 йомортҡа, ярты сынаяҡ ҡайнап һыуыған һыу, тоҙ, он  һалып, ҡамыр баҫырға. Өйрәк йәки ҡаҙ итен, ҡабаҡты, һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, борос, тоҙ һалып бутарға.  Ҡамырҙы нәҙегерәк итеп йә­йеп, эслекте һалып, мантылар эшләргә һәм махсус кәс­трүлгә һалып, 45 – 50 минутҡа  бешерергә ҡуйырға.

Харчо 
Харчо – грузиндарҙың милли ашы. Уны бешереү өсөн һөйәкле ит, бер нисә картуф, дөгө ярмаһы, 3 тоҙло помидор, 2 баш һуған, 1 кишер, балғалаҡ осонда ҡыҙыл борос, 2 лавр япрағы, 1 ҡалаҡ аджика, 1 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 тоҙло ҡыяр, һарымһаҡ алына.
Кишерҙе ҡырғыста ҡырып, һуғанды, помидорҙы турап, аш тәмләткестәрҙе һалып, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Ит бешеп сыҡҡас, һурпаға картуф, дөгө ярмаһы һалырға. Һуңынан тоҙло ҡыярҙы, ҡыҙҙырылған массаны ашҡа өҫтәргә. Аш бешеп сыҡҡас, һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турап, петрушка, кинзаны ваҡлап, аш өҫтөнә һалырға ла, утты һүндереп, бер аҙ тоторға. Тәмләткестәр томаланып бешеп, ашҡа һеңеп ултыра.

Борщ
12 ярты литрлыҡ банка борщ сыҡһын өсөн 3 кг сөгөлдөр, 1 кг кишер, 1 кг башлы һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе алына.Һуғанды ярым балдаҡлап, боросто оҙонсалап турарға. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә. Помидорҙы ярым түңәрәк итеп ҡырҡып сығырға. Тоҙ, шәкәр, һеркә һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға. Бер сәғәт бешергәндән һуң стерил­ләнгән банкаларға һалып, ябырға.

Баклажанлы салат
Салатҡа 500 г баклажан, 1 кг помидор, 500 г болгар боросо, 5 бүлкәт һарымһаҡ, 100 мл үҫемлек майы, 50 г аш һеркәһе, тәменә ҡарап ҡыҙыл, ҡара борос алына.Помидорҙың ҡабығы еңел әр­селһен өсөн ҡайнар һыу менән бешекләп алырға ла блендер менән иҙергә. Баклажан менән боросто ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турап, май, тәмләткестәр ҡушып, помидорға һалырға. 20 минут бешерергә. Һуңынан аш һеркәһе менән иҙелгән һарымһаҡ ҡушырға. Баклажанды турар алдынан әсеһе бөтһөн өсөн ярты сәғәт тоҙло һыуҙа тоторға онотмағыҙ.


Манный ярмаһынан ҡоймаҡ
Мин ҡоймаҡ иҙмәһен манный ярмаһы ҡушып әҙерләйем. Бик тәмле килеп сыға.
Иҙмәгә бер стакан он, бер стакан манный ярмаһы, ике стакан һөт, бер аҙ һыу, бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, тоҙ, ике йомортҡа алына.
Он, манный ярмаһы, бер ҡалаҡ шәкәр, сүпрә бутап, иҙмәне дүрт сәғәткә әсетергә ҡуйырға. Ул әҙер булғас, ике стакан һөттө ҡайнатып сығарып, бер аҙ һыуына биргәс, ҡамырға яйлап-яйлап ҡойоп болғарға. Ике йомортҡаны айырым һауытта яҡшылап туғып, иҙмәгә һалырға. ҡамырға көнбағыш майы, тоҙ, сода, бер аҙ он һалып, 15 – 20 минут ҡабартырға. Ауыҙҙа иреп кенә торған, ҡабарып бешкән бик тәмле ҡоймаҡ килеп сыға.

Бәлеш
Бәлешкә эслекте алманы ҡырып йәиһә баландан әҙерләргә була. Мин түбәндә тәҡдим итәсәк рецептан ике таба бәлеш килеп сыға.
ҡамыр өсөн ике стакан йылы һыу, бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 10 ҡа­лаҡ көнбағыш майы, тоҙ алы­на.
Ондо самалап ҡына һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға ла, 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйырға. Уны дүрт өлөшкә бүлеп, ике табаға бәлештәр яһап, ҡыҙған мейестә 45 – 50 минут бешереп алырға.

Кекс
Кекс өсөн 250 г май, 300 г шәкәр, ваҡланған әстерхан сәтләүеге, 5 йо­морт­ҡа, бер балғалаҡ сода алына.
Йомортҡаға шәкәр һалып, күперткәнсе туғып, был массаға, сода, ваҡланған сәтләүек, йомшартылған май һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр әҙерләргә һәм майланған форма­лар­ға ҡойоп, ҡыҙған мейестә бешереп алырға. Сәтләүек урынына йөҙөм һалһағыҙ ҙа була.

Ҡара емеш менән һарыҡ ите
600 г һарыҡ ите, 150 г башлы һуған, 1 лимон, 60 г үҫемлек майы, 30 г он, 150 г һөйәкһеҙ ҡара емеш, 80 г миндаль сәтләүеге, 30 г шәкәр, тоҙ, борос.
Итте ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос, балдаҡлап турал­ған һуған ҡушып, лимон һуты өҫтәп, өс сәғәт маринадларға. Бынан һуң ул үҫемлек майында ҡыҙҙырыла, он, һыу ҡушып, йомшарғансы быҡтырыла. Бешергә етешкән иткә ҡара емеш һәм ныҡ итеп ваҡланған сәтләүек ҡушып, утта тотола. Итте уттан алыр алдынан уға тағы ла бер аҙ лимон һуты менән шәкәр ҡушыла.

Һарыҡ ите менән банан
200 г һарыҡ ите, 200 г банан, 150 г үҫемлек майы (зәйтүн майы булһа, бигерәк тә һәйбәт), 100 г он, 3 йомортҡа, тоҙ.
Һарыҡ ите йоҡа киҫәктәргә бүленә. Ит киҫәктәре араһына ҡырҡылған банан ҡыҫтырып сығыла.
Онға йомортҡа, тоҙ ҡушып, ныҡлап туҡыла, ҡамыр шыйыҡ булырға тейеш. Ит киҫәктәрен ошо ҡамырға манып алып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға кәрәк.

Эксклюзив икмәк
500 г он, 10 – 15 г сүпрә, 2 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ кунжут орлоғо, 1 балғалаҡ әнис.
Иләнгән онға тоҙ һәм йылымыс һыуҙа ебетелгән сүпрә, 2 аш ҡалағы һыу ҡушып, ҡамыр баҫыр­ға. Бынан һуң уға кунжут, әнис ҡушып, яҡшылап бу­тар­ға. Ошо ҡа­мырҙы ике өлөшкә бүлеп, икмәк әүәләргә. Һәм йылы ғына урында ике сәғәт самаһы тотҡандан һуң мейескә ҡуйыла. Ул мейестә 45 минутта әҙер була.

Ҡарабойҙай менән бәлеш
1 – 1,5 кг ҡамыр, 1 кг ҡарабой­ҙай, 300 г иретелгән май йәки 1 кг ит, 300 г башлы һуған, борос, тоҙ.
ҡарабойҙайҙы тәүҙә табала ҡыҙҙырып алырға ла, тоҙло һыуҙа саҡ ҡына бешерергә. Бәлешкә сөсө ҡамыр баҫырға. Эслеген бутҡа һыуынғас ҡына әҙерләй­ҙәр. Үрҙә яҙыуыбыҙса, был бәлеште итһеҙ генә лә әҙерләргә була. Ә ит ҡулланырға теләгән осраҡта уның майлы булыуы шарт. һарыҡ ите һәйбәтерәк буласаҡ. Бәлештең эсенә һуған ныҡ итеп ваҡланып һалына.

Йөҙөмлө ҡалас
150 мл һөт, 20 г сүпрә, 120 г шәкәр, 350 г он, 1 йомортҡа, ҡырғыста ҡырылған ли­мон, тоҙ, 50 г аҡ май, йөҙөм.
Һөттө йылытырға һәм уға сүп­рә, 1 балғалаҡ шәкәр менән 2 бал­ғалаҡ он ҡу­шып бутар­ға. Был мас­са 20 минут самаһы йылы урында торорға тейеш.
ҡалған ондо ҙур һауытҡа тау һымаҡ өйөп, уртаһында уйым эшләргә. Шул урын­ға 100 г шәкәр, йомортҡа, лимон ҡабығы, тоҙ һәм сүпрәле массаны һалыр­ға кәрәк. Бынан һуң аҡ май, йөҙөм ҡушып, тағы ла нығыраҡ болғап, йомшаҡ ҡамыр баҫыла. Уны сепрәк менән ҡаплап, йылы урында бер сәғәт самаһы тоторға кәрәк.
Әлеге ҡамырҙан, яҡынса алғанда, 16 ҡалас килеп сығырға тейеш. Уларҙы формаға һалып сыҡҡас, тағы ла 20 минут самаһы ҡабартыу талап ителә. 225 градус самаһы эҫелектәге мейестә ҡаластар 20 минутта әҙер була. Уларҙы мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртөп, шәкәр һибергә.

Майонездан ҡалас
100 г сүпрә, 1 литр һөт, 250 г майонез, 400 г шәкәр, 200 г үҫемлек майы, он, дәрсен (корица).
Сүпрәне һыуҙа иҙеп, май, ондан ҡамыр әҙерләргә. Әҙер булғас, уны таҡтала йәйергә һәм оҙонса итеп ҡырҡырға. Оҙонса ҡамырҙы еп бәйләгән һымаҡ итеп бороп, формаға килтереп, ҡаластар әҙерләргә. Улар ошо килеш сәғәт ярым тирәһе тороп торһон. Мейескә ҡуйыр алдынан өҫтәренә туҡылған йомортҡа һарыһын һыларға кәрәк.

Ҡаймаҡтан бәлеш (сметанник)
3 стакан он, 500 г ҡаймаҡ, 1,5 стакан шәкәр, ҡалаҡ осонда сода, тоҙ.
ҡаймаҡты шәкәр менән ҡушып, ике өлөшкә бү­лергә. Уның бер өлөшөнә сода, тоҙ һа­лып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уны тағы ла дүрт өлөшкә бүлеп, һәр бер өлөштө дүртмөйөшләп формаға килтергәндән һуң, май һөртөлгән табала бешереп алырға. Кипмәһен.
Өс йәймәгә лә ҡалдырылған ҡаймаҡты һөртөп сығырға кәрәк. Дүртенсеһен ваҡлап, бәлештең өҫтөнә һибергә.
ҡаймаҡ йәймәгә 4 сәғәт самаһы үткәс кенә һәйбәтләп һеңеп бөтәсәк. Бәлеште ромб формаһында матур итеп ҡырҡырға.

Печенье
300 г ҡатлы ҡамыр, 100 г сыр, тоҙ, йомортҡа.
ҡамырҙы йоҡа ғына өлөш­тәргә бүлеп, печенье формаһына килтерергә һәм һалҡын һыу һибелгән табаға ҡуйыр­ға. Өҫтөнә ҡыр­ғыстан үткәрелгән сыр һәм тоҙ һибеп, йомортҡа буяр­ға. Был печенье 7 минутта бешә. Оҙаҡ тотһаң, кибеп бөтәсәк.

Манный (манник)
1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 250 ҡаймаҡ (әсегән һөт, ҡатыҡ), тулыр-тулмаҫ бер стакан шәкәр, 2 йомортҡа, 4 – 5 аш ҡалағы аҡ май йәки ярты стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ сода.
Йомортҡа менән шә­кәр­ҙе ту­ҡыр­ға һәм уға со­да, он, манный ярмаһын ҡушып, болғатырға. Был ҡамыр ярты сәғәт самаһы торғандан һуң, иретелгән аҡ май ҡойоп, яҡшылап бутарға.
ҡамырҙы ныҡлап майланған тәрән табаға һалып, мейескә ҡуялар. Ул, әҙер булғас, табаға йәбешмәҫкә тейеш. ҡамыр ике өлөшкә бүленә һәм аҫтағыһына шәкәр сиробы ҡойола. Бәлештең өҫтөн ҡайнатманан алынған еләктәр менән биҙәргә мөмкин.

Ҡамырға ҡағылышлы кәңәштәр
Ондо ҡулланыр алдынан иләү мотлаҡ. Был уны таҙартыу өсөн генә түгел, араһына һауа инһен өсөн дә эшләнә. Иләнгән ондан бешерелгән аҙыҡ матур ҡабара, өҫтө тигеҙ була.
ҡоро сүпрәне ҡулланыр алдынан 20 – 30 минут һалҡын һыуҙа ебетергә кәрәк.
ҡамыр әҙерләү өсөн пресланған сүпрәне – ондоң 2 – 5 проценты күләмендә, ә инде ҡороһон тағы ла аҙыраҡ алырға кәрәк.
ҡулланыр алдынан сүпрәне шәкәр ҡушыл­ған йылымыс һыу йәки һөткә һалып, бер аҙ тотор­ға кәңәш ителә.
Сүпрәне эҫе һыуға һалмайҙар. Сөнки юғары температурала ундағы бәшмәктәр үлә һәм ҡамырҙың әсеү процесы туҡтала.
Әгәр ҡамыр әсегән ваҡытта, ныҡ эҫе урын­ға ҡуйылып, сүпрә бәшмәктәре үлһә, ҡамырҙы һыуытып, яңы сүпрә һалырға кәрәк.
Сөсө ҡамырҙы оҙаҡ баҫырға кәңәш ителмәй. Был уның сифатын түбәнәйтә.
ҡамыр йәйгән урында үтәнән-үтә ел уйнап торорға тейеш түгел, ел ҡамыр­ҙы ҡатыра, әҙерләнгән ризыҡтың өҫтөн киптереп, тышы ҡаты булып бешеүенә килтерә.

Һөт һәм һөт аҙыҡтарына ҡағылышлы кәңәштәр
Һөттө аҙыраҡ ҡына шәкәр ҡушып ҡайнатһаң, оҙағыраҡ һаҡланасаҡ.
Әгәр һөт саҡ ҡына көйһә, уны тиҙ генә икенсе һауытҡа ҡойоғоҙ ҙа, тоҙ һалып, һалҡын һыу һалынған һауытҡа бушатығыҙ.
Көйгән һөт еҫен һөт һалынған кәстрүлде еүеш, саҡ ҡына аш һеркәһе һибелгән сепрәк менән ҡаплап тороп бөтөрөргә була.
Эремсектең шыйығыраҡ булыуы ла ихтимал. Был осраҡта уны марляға һалып, өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Артыҡ һыуы ағып сығасаҡ.
Эремсек әсе булмаһын өсөн уны шул уҡ миҡдарҙағы һөт менән бутап, бер сәғәт тоторға кәрәк. Бынан һуң уны тишекле сүмес аша үткәрәләр.
Сей һөттө һалҡынса ғына түгел, ҡараңғы урында ла һаҡлар­ға кәңәш итәләр. Шул ваҡытта унда А менән С витаминдары оҙағыраҡ һаҡланасаҡ һәм һөт тиҙ әсемәйәсәк.

Консерваланған голубцы
Ҡышын эслек төрөлгән кәбеҫтә япрағы менән һыйланырға теләһәгеҙ, тап ошо рецепт һеҙҙең өсөн.Уға 3 кг кишер,1,5 кг кәбеҫтә, шул уҡ күләмдә − татлы борос, 1 кг пастернак, 5 − 7 борсаҡлы борос (яратһағыҙ, әсе борос та һалырға мөмкин) кәрәк. Маринад өсөн 1 литр һыу, 250 г үҫемлек майы, самалап тоҙ, 70 процентлы һеркә эссенцияһы алына.

Кәбеҫтәне маринадлау

Маринад өсөн 2 литр һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 100 грамм көнбағыш майы алына.
Кәбеҫтәне турап, кишерҙе ҡырғыста ҡырып, барыһын бергә бутап, 3 литрлы банкаға тығыҙ итеп тултырырға һәм өҫтөнә ҡайнар тоҙлоҡ ҡо­йор­ға.

Грузинса маринадланған кәбеҫтә
4 кг кәбеҫтәгә 300 г ҡыҙыл сөгөлдөр, 100 г аш һеркәһе һәм тәменсә ҡыҙыл борос алына.
Грузияла уны ит менән дә, айырым аҙыҡ та итеп тәҡдим итәләр.
Кәбеҫтәне күсәне менән эре итеп шаҡмаҡлап турарға. Ағас мискәгә йәки ҙур эмаль кәстрүлгә аҙ ғына тоҙ, ҡыҙыл борос һибеп сөгөлдөр менән аралаштырып һалырға. Һуңы­нан өҫтөнә аҙ ғына аш һеркәһе ҡойоп, кәбеҫтә күмелгәнсе ҡайнатылған һалҡын һыу ҡойорға.
Йылыла ике тәүлек тотҡас, һалҡын урынға сығарырға.

Кәбеҫтәле татлы борос
5 кг борос, 4 аш ҡалағы аш һеркәһе, 2 литр һыу, 4 кофе сынаяғы үҫемлек майы, 2 – 3 лавр япрағы һалып, маринад әҙерләргә.
Борос­то маринадта ҡайнатып һыуытырға. Кәбеҫтәне турарға. 2 – 3 киҫәк алма менән бер баш һарымһаҡты 6 стакан үҫемлек майында ҡыҙҙырғас, быяла банкаларға ике рәт борос, бер рәт кәбеҫтә, үҫемлек майы һалырға һәм өҫтөнә маринад ҡойорға.

Тоҙланған кәбеҫтә
10 кг кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турап, ярты кило кишерҙе ҡырып, 250 г тоҙ, әнис орлоғо һалып, яҡшылап ыуырға.
Эмаль йәки быяла һауытҡа тултырғанда кәбеҫтәнең һуты сыҡҡансы һәйбәтләп төйөргә кәрәк.
Кәбеҫтә тоҙлағанда мүк еләге, антоновка алмаһы һалырға була. Улар кәбеҫтәнең төҫөн матурайта, үҙенсәлекле тәм бирә. Һауыттың өҫтөнә һут сыҡһын өсөн ауыр әйбер һалып ҡуйырға кәрәк. Тоҙланыу өсөн иң ҡулай температура 18, 20 градус. Кәбеҫтә тоҙланғас, 8 градус­тан да түбән булмаған һалҡынса урынға ҡуйырға.

“Татлы борос” cалаты
Сағыу төҫтәге ике татлы борос, уртаса ҙурлыҡтағы өс бешкән картуф, һигеҙ ҡалаҡ зәйтүн майы, ике ҡалаҡ лимон һуты, 300 грамм майһыҙ һыйыр ите, 200 грамм моцарелла сыры (голланд сыры ла бара), салат япрағы, тоҙ, әсе ҡыҙыл борос.
Иң алда формаға бешереү өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡағыҙ йәйергә. Шаҡмаҡлап туралған картуфты шунда һалырға, уның өҫтөнә тоҙ һәм бер ҡалаҡ май ҡойорға. Артабан боросто уртаға ярып, эсендәге орлоҡтарын таҙартырға һәм тиресәһе менән өҫкә ҡаратып формаға һалырға. 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ун минутҡа ҡуйырға. Был ваҡытта һыйыр итен ваҡлап турап ҡыҙҙырырға, уға бер аҙ ҡыҙыл борос ҡушырға. Мейестән форманы алып, итте лә шунда һалырға һәм тағы ла дүрт минут тоторға.
Картуф менән ит һыуынған арала салат япрағын һәм сырҙы турарға. Боросто тиресәһенән һаҡ ҡына айырып, нәҙек һалам рәүешендә ваҡларға. Шунан салаттың бар ингредиенттарын бер һауытҡа һалып, лимон һуты, ҡалған зәйтүн майы, тоҙ ҡушып, болғатырға.

Сырлы аш
200 грамм үткәрелгән ит, 100 грамм бәшмәк, ярты тауыҡ, ике ҡап иретелгән сыр, ике баш һуған, йәшел һуған, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, тоҙ, борос, тәмләткестәр.
Иң алда тауыҡты бешерергә кәрәк. Ул әҙер булыуға ун биш минут самаһы ҡалғас, кәстрүлгә ваҡлап ту­рал­ған бәшмәкте һалырға. Һуған менән фарш­ты табала ҡыҙҙырып алғас, бер аҙ һурпа өҫтәргә лә, сырҙы яҡшылап иретергә кәрәк. Шунан бар массаны кәстрүлгә бушатырға. Тәменә ҡарап тоҙ, тәмләткестәр ҡушырға.
Биш минут самаһы ҡайнатҡас, ашты яҡындарығыҙға тәҡдим итергә мөмкин. Табынға ваҡ итеп туралған йәшел һуған менән бирергә була.

Шоколадлы кофе” торты
Ярты стакан шәкәрле кофе, ярты килограмм печенье, бер стакан шәкәр, ике йомортҡа, ике ҡалаҡ какао-порошок, 250 грамм аҡ май, бер балғалаҡ ванилин.
Шәкәр, какао-порошок, йомортҡаны һәм ванилинды ҡушып, ҡуйырғансы туҡырға. Шунан унда әҙләп йомшартыл­ған май өҫтәгәс, тағы ла ныҡ итеп болғатырға. Крем әҙер булғас, майланған формаға кофела ебетелгән печеньены бер нисә ҡат теҙергә кәрәк. Һәр ҡат араһына мул итеп крем яғығыҙ. Шунан уны ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.
Табынға ултыртыр алдынан, тортты форманан ипләп кенә алып, төрлөсә биҙәргә мөмкин. 

Татлы ҡабаҡ
ҡабаҡты, ҡабығын әрсеп, 2−3 см ҡалынлығында ҡырҡырға. Өҫтөнә шәкәр һибеп, бер нисә сәғәткә ултыртып ҡуйырға һәм һуңынан эҫе мейестә бешерергә. Татлы ҡабаҡҡа бешергәндән ҡалған сиропты ҡойорға.

Ҡабаҡ бәлеше
Һөт, май, йомортҡа ҡушып, сөсө ҡамыр әҙерләнә. Эслеккә дөгө ярмаһын бешереп, уға шаҡмаҡлап туралған ҡабаҡ, иретелгән аҡ май, тәменә ҡарап тоҙ һалырға. Бәлеш мейестә 45 − 50 минут бешерелә.

Запеканка
1 кг ҡабаҡҡа 500 г эремсек, 3/4 стакан манный ярмаһы, 2 стакан һөт, 4 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, 3 балғалаҡ май, ярты стакан ҡаймаҡ кәрәк.
Манный ярмаһын һөттә бешерергә. Шаҡмаҡлап туралған ҡабаҡты майҙа 7 минут ҡыҙҙырырға. Һыуынғас, манный бутҡаһына эремсек, 3 йомортҡа, шәкәр һалып болғатырға. Әҙер массаны майланған табаға һалып, өҫтөнә йомортҡа һөртөп, 30 минут эҫе мейестә бешерергә. Табынға ҡаймаҡ менән бирелә.

Повидло
4 стакан үткәрелгән ҡабаҡҡа 1/4 стакан алма һуты, 1,5 стакан шәкәр, 2 балғалаҡ ваҡланған имбир, ярты балғалаҡ ҡәнәфер, дәрсен (корица), 1 ҡалаҡ мускат сәтләүеге һалып, 30 минут бешерергә.

Лаханоризо
Лаханоризо – грек ризығы, ул ябай, тәмле һәм бик файҙалы. Һеҙгә 500 – 800 грамм кәбеҫтә, бер баш һуған, 1 – 3 кишер, 100 мл томат һуты, 100 г дөгө ярмаһы (түңәрәге булһа яҡшыраҡ), 100 г аҡ май, петрушка, йәшел һуған, тоҙ, кориандр, ҡара борос (әсерәкте яратһағыҙ, ҡыҙыл борос алығыҙ) кәрәк буласаҡ.
Кәбеҫтәне һаламлап, һуғанды шаҡмаҡлап, ә кишерҙе түңәрәкләп турағыҙ. Шунан аҡ майҙа һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырығыҙ. Артабан табаға йәшел һуған менән кәбеҫтәне өҫтәгеҙ һәм ҡыҙыу утта ҡыҙҙырығыҙ. Кәбеҫтә алһыулана башлаһа, утты кәметегеҙ, томат һуты, тәмләткестәр, тоҙ-борос ҡушығыҙ. Шунан дөгө ярмаһы һалырға һәм 200 мл ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк. Артабан ҡапҡас менән ябып, талғын утта бешерегеҙ. Ризыҡты табынға бирер алдынан өҫтөнә петрушка һибегеҙ.

Бәшмәкле тауыҡ
Бер тауыҡ, биш шампиньон, алты бүлкәт һарымһаҡ, ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы, тоҙ, борос алығыҙ. Дүрт порцияға етә.
Тауыҡты өлөштәргә бүлеп, табала алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырығыҙ. Шунан өҫтөнә тоҙ менән борос һибеп, иҙелгән һарымһаҡты һөртөгөҙ һәм итте әйләндерегеҙ. Бәшмәкте пластинка рәүешендә турағыҙ һәм тауыҡ өҫтөнә һалығыҙ. Табаның ҡапҡасын ябып, 40 минут талғын утта бешерегеҙ. Гарнирға ҡарабойҙай, ҡыҙҙырылған картуф, йә спагетти бирергә мөмкин.

Йәшелсәле йәйғор
Дүрт порцияға етерлек был ризыҡты әҙерләү өсөн тауыҡ ите, ярты стакан дөгө ярмаһы, бер ҡабаҡ, бер баклажан, бер кишер, ике татлы борос, ике бүлкәт һарымһаҡ, өс йомортҡа, бер йомортҡа ағы, 100 мл ҡаймаҡ, дүрт ҡалаҡ үҫемлек майы, петрушка, базилик, тоҙ, борос, күңелегеҙгә ятҡан тәмләткестәр кәрәк.
Шаҡмаҡлап туралған бешкән тауыҡ итенә йомортҡа, бешкән дөгө, петрушка, тоҙ, борос ҡушығыҙ һәм яҡшылап болғатығыҙ. Шунан майланған табаға ошо массаны йәйегеҙ. Ҡабаҡ, баклажан һәм кишерҙе нәҙек кенә итеп оҙонсалап турағыҙ. Ә боросто, ҙурлығына ҡарап, 4 – 6 киҫәккә бүлегеҙ. Шунан таба ситенән йәшелсәләрҙе сиратлап-сиратлап теҙә башлағыҙ. Уртала “роза сәскәһе” хасил булырға тейеш. Үҫемлек майына иҙелгән һарымһаҡ, базилик, тәмләткестәр ҡушығыҙ һәм йәшелсәләрҙең өҫтөнә яғып сығығыҙ. Йомортҡа ағына ҡаймаҡ ҡушығыҙ, уны бәләкәй сәйнүккә ҡойоп, спираль рәүешендә йәшелсәләр өҫтөнә ипләп кенә ағыҙығыҙ.
200 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә 20 минут тотҡас, артабан 180 градуста тағы ла 30 минут бешерегеҙ.

Эремсек бәлеше

3 йомортҡаға 1 стакан шәкәр, ярты балғалаҡ сода ҡушып ағар­ғансы туҡырға.
Уға 200 г ти­рәһе май ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр ба­ҫырға. Эслеккә шәкәр ҡушылған яңы һөҙмә (эремсек) һалына.
ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә лә, ҙурырағын табаға йәйеп һалырға. Эслекте тигеҙ итеп һалып, өҫтөн ҡалған ҡамыр менән ҡаплап, ситтәрен йәбештереп бөрөргә. Мейестә ҡыҙара башлағансы бешерергә. Бешкәндән һуң бер аҙ ултыра бирһә (һуты һеңгәнсе), бигерәк тә тәмле була.

Дөгө менән эремсектән запеканка
Ярты стакан дөгө, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 йомортҡа ағы, аҡ май, 150 – 200 г эремсек, манный ярмаһы йәки сохарый онтағы.
Дөгөнө бүрттереп, һалҡын һыуҙа сайҡатырға. Запеканка бешереләсәк формалар­ҙы аҡ май менән майлап, манный йәки сохарый онтағы һибергә. Айырым һауытта эремсек, шәкәр һәм дөгөнө болғатырға. Һалҡында торған йомортҡаның ағын алып, миксер ярҙамында тоҙ һалып күпертергә. Уны әҙ-әҙләп алда яһаған ҡатнашмаға һалырға. Әҙер массаны формаларға тултырырға һәм духовкала 25 − 30 минут бешерергә.

Сырлы аш-пюре
Тауыҡ һурпаһы, 200 г сыр, кишер, картуф, бешкән тауыҡ ите.
Әҙер һурпаға кишер, картуф, сыр һалып бешереп, бер аҙ һы­уығас, тауыҡ ите ҡу­шып, блендер ярҙамында пюреға әйләндерергә. Ашҡа үҙегеҙ ярат­ҡан тәмләт­кестәр­ҙе лә ҡушып ебәрергә мөмкин.

 Магазин “Баунти”йы ары торһон!
Бик тәмле десертты әҙерләү өсөн 350 грамм кокос валсығы, 1 банка ҡуйыр­тыл­ған һөт, 200 грамм шоколад кәрәк.  Иң алда ҡуйыртылған һөт менән кокос­ты ҡушып болғатырға. Шунан уларҙан шар формаһындағы түңәрәктәр әүәләргә. Шоколадты иретергә һәм шуға манып алырға. Шунан  киптерергә һалығыҙ. Бер сәғәттән өйҙә әҙерләнгән “Баунти” әҙер!

Картуф менән ҡаплап бешерелгән тауыҡ
300 грамм тауыҡ түшкә­һе, 250 грамм бәшмәк, 3 − 4 картуф, бер һуған, бер ҡалаҡ он, 250 мл һөт, 150 грамм ҡаймаҡ, 100 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр, көнбағыш майы.
Картуфты алты минут самаһы ҡайнатып алғас, һыуытығыҙ һәм әрсегеҙ. Яҡшылап йыуылған тауыҡты ҙур булмаған киҫәктәргә турап, табала ҡыҙҙырығыҙ. Шунан шул уҡ майҙа һуғанды алтын­һыу төҫкә ингәнсе тотоғоҙ, табаға бәшмәк өҫтәгеҙ. Уны һыуы бөткәнсе утта тотҡас, өҫтөнә он һалығыҙ, болғата-болғата һөт менән ҡаймаҡ ҡойоғоҙ һәм тауыҡты һалығыҙ. Тәменә ҡарап тоҙ, борос ҡушығыҙ. Шунан ошо массаны формаға һалып, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән картуф, сыр һибегеҙ. Ярты сәғәт 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә бешерегеҙ. Табынға йәшел тәмләткестәр менән биҙәп бирергә мөмкин.

“Италия” салаты
200 грамм “Эдам” сыры, 200 грамм колбаса, 200 грамм ҡаты сортлы спагетти, бер һары борос, ике помидор, 30 грамм зәйтүн емеше, укроп, петрушка, майонез.
Спагеттиҙы бешереп, һалҡын һыуҙа сайығыҙ һәм һаламлап туралған башҡа ингредиенттарға майонез ҡушып болғатығыҙ. Йәшел тәмләткестәр, зәйтүн емеше менән биҙәгеҙ.

“Татлы фантазия” торты
Ҡамыр өсөн: 200 грамм аҡ май, 200 грамм ҡаймаҡ, ике йо­морт­­ҡа, он, бер балғалаҡ со­да, он.
Крем өсөн: 500 грамм ҡу­йыр­тылған һөт, 100 грамм аҡ май, 100 грамм ҡыҙҙырылған сәтләүек (әстерхан, арахис һ.б.), 30 грамм ҡара шоколад.
Һыйыр майын һыуытҡыстан алдан уҡ сығарып ҡуйығыҙ, йомшара торһон. Йомортҡаға шәкәр ҡушып, туҡығыҙ. Шәкәр иреп бөткәс, уға ҡаймаҡ, май һалығыҙ һәм он, сода ҡушып ҡамыр баҫығыҙ. Шунан уны 30 минут самаһы туңдырығыҙ. Ваҡыты еткәс, ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, һәр береһен тура дүртмөйөш формаһында йәйегеҙ. Уларҙы формаға һалғас, төрлө ерҙәренән сәнске менән тишеп сығығыҙ. Шунан 220 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешерегеҙ. Артабан корждар­ҙың ситтәрен тигеҙләп ҡырҡып сығығыҙ. Валсыҡтарҙы 10 минут самаһы мейестә тотоп алығыҙ. Улар кипкәс, уҡлау менән яҡшылап төйөгөҙ – ул тортты биҙәү өсөн кәрәк.
Ә хәҙер крем әҙерләргә лә була. Иң алда шоколадты йә газ плитаһында, йә микротулҡынлы мейестә иретегеҙ. Шунан ҡуйыртылған һөткә аҡ май һәм шоколад ҡушығыҙ ҙа ныҡ итеп болғатығыҙ. Сәтләүекте таҙартып, уҡлау ярҙамында ваҡлағыҙ һәм кремға ҡушығыҙ.
Һәр коржға яҡшылап крем һөртөп сығы­ғыҙ. Шунан өҫ­тө­нә ҡырғыстан үткәрелгән шоколад һәм корж валсығын һибегеҙ. Крем яҡ­шы­лап һеңһен өсөн тортты 2 − 3 сәғәт һыуытҡыста тотоғоҙ. 

Ҡаймаҡлы бәлеш
1 ҡап бүлмә темпера­тураһында йомшартылған аҡ майға 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, 300 грамм он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып ҡамыр баҫырға. Уны табаға йәйеп һалып, йәймәнең ситтәрен күтәрергә һәм шыйыҡ эслекте һалырға.
Эслек өсөн 4 йомортҡаны 6 ҡалаҡ шәкәр менән күпертергә. Бер стакан 20 процентлы ҡала ҡаймағы, 2 ҡап эремсекле сырок, туң­ды­рыл­ған еләк-емеш (ире­тел­гән булырға тейеш) һалырға. Ҡыҙыу мейестә 40 минут бешерергә. Ҡул аҫтында сырок булмағанда, эслек шыйыҡ килеп сыҡһа, бер ҡалаҡ он һалырға мөмкин.

Йогурт менән тауыҡ

Тауыҡтың түш ите, 300 грамм шыйыҡ ҡаймаҡ йәки йогурт, һарымһаҡ, 150 грамм сыр, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр алына.
Йогуртҡа тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ һәм башҡа тәмләткестәрҙе ҡушып бутарға. Итте аҙыҡ әҙерләнәсәк формаға һалып, өҫтөнә йогурт ҡойорға. Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрергә. Иң һуңынан ит сыр менән ҡаплана һәм 45 – 50 ми­нут­ҡа уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуйыла.

Бананлы эремсек
Ике-өс ҡалаҡ шыйыҡ ҡаймаҡ, өс ҡалаҡ шәкәр, 3 йомортҡа, ярты стакан он, 500 грамм эремсек, 2 банан, ҙур ғына киҫәк аҡ май.
Шәкәр, йомортҡа һәм ҡаймаҡты ҡушып туҡырға ла, ошо массаға эремсек менән ондо ла ҡушырға. Бананды дүртмөйөшләп ҡырҡып, ҡамырға өҫтәргә.
Аҙыҡ әҙерләнәсәк һауыт аҡ май менән майлана, уға ҡамырҙы һалып, 40 минут тирәһе артыҡ ҡыҙыу булмаған мейестә бешерергә кәрәк.

Үләнле икмәк
ҡалас йәки батон, аҡ май, бер ҡалаҡ зәйтүн майы, петрушка, базилик, йәшел һуған, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тоҙ.
Мейесте ныҡ ҡына ҡыҙ­ҙырырға. Һауытҡа аҡ һәм зәйтүн майын, иҙелгән һарымһаҡ, сыр, ваҡланған үләндәрҙе һалып бутарға. Батонды телергә һәм һәр телемгә алдан әҙер­ләнгән массаны һы­лап сығырға. Шунан ба­гет­ты фольгаға урарға һәм 15 – 20 минутҡа мейескә ҡуйыр­ға. Был икмәкте эҫе килеш ашау тәмле.

"Тунлы" тауыҡ
200 г аҡ май, киҫәкләп туралған тауыҡты, ҡырғыста ҡырылған һарымһаҡты, 1 стакан бүрттерелгән фасолде, йомро ваҡ картуфты, 3 баш туралған һуғанды, кәбеҫтә киҫәктәрен кәстрүлгә ҡатлап һалығыҙ, 1 стакан томат, 1 стакан һыу ҡойоғоҙ. Һәр ҡатламға тоҙ, борос һибегеҙ. Әкрен утта сәғәт ярым бешерегеҙ. Фасоль яратмаһағыҙ, уны ҡушмаһағыҙ ҙа була.

Көҙгө салаттар
Торма менән кишерҙе ваҡ, алманы эре ҡырғыста ҡырығыҙ һәм яҡшылап бутағыҙ. Шул массаға лимон һуты, ҡырғыста ҡырылған һарымһаҡ өҫтәгеҙ, тәменсә тоҙ һалығыҙ.
Бер порцияға 2 торма, 2 кишер, 2 алма, 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡ, ярты лимон һуты кәрәк.
* * *
Ҡабаҡ менән алманы таҙартып – эре, керәнде ваҡ ҡырғыста ҡырығыҙ, шәкәр, лимон кислотаһы һалып, яҡшылап бутағыҙ. 200 г ҡабаҡҡа 200 г алма, 20 г керән, лимон кислотаһы һәм шәкәр ҡомо тәменсә алына.

Кишер ҡайнатмаһы
1 кг таҙартылған кишерҙе һәм 1 кг тосо алынған алманы, ҡабығы менән бергә 1 кг лимонды ит турағыс аша үткәрегеҙ. 2 кг шәкәр һалығыҙ ҙа болғата-болғата 40 минут ҡайнатығыҙ.

Бәшмәк тултырылған помидор
Помидорҙарҙы уртаға бүлеп, үҙәген алығыҙ. Шул киҫәктәрҙе яҡшылап майланған һәм сохари онтағы һибелгән һауытҡа теҙегеҙ. Майҙа һуған һәм помидорҙың үҙәген ҡыҙҙырығыҙ.
Бешкән бәшмәкте ваҡлап турағыҙ. Йәшелсә менән ҡушып тоҙ, борос һибегеҙ. Помидорҙарға фарш тултырып, өҫтөнә май ҡойоғоҙ, сохари онтағын һибеп, мейестә бешерегеҙ.
8 помидор, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 баш һуған, 400 г бәшмәк, тәменсә тоҙ кәрәк.

Лимон кеүәҫе
Эмаль кәстрүлгә  шәкәр, телем­ләп ҡырҡылған лимон, йөҙөм һалыр­ға һәм ҡайнар һыу ҡойоп, таҫтамал ҡаплап ҡуйырға. Һыу һыуынып, йылымыс булғас, әсетке,  сода һалып, 12 сәғәт әсетергә. Һуңынан шешәләргә ҡойоп, һәр береһенә 2 – 3 йөҙөм төшөрөп, ныҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк. Кеүәҫ       2 – 3 көндән  әҙер була.15 литр һыуға 800 г шәкәр,   2 лимон, 200 г йөҙөм, 25 г әсетке, ярты балғалаҡ сода кәрәк.

Запеканка
Һыйыр итенән әҙерләнгән фарш­ҡа һуған, борос, ҡырғыстан үткәрелгән кишер һалып, табала ҡыҙҙырып алырға. Ул әҙер булғас, өҫтөнә бешкән дөгө һалырға ла, соус ҡойоп, духовкала бешерергә.
Соус түбәндәгесә әҙерләнә. Ярты литр һөткә бер ҡалаҡ әсе соус, 100 г ҡаймаҡ, 100 г майонез, 1 – 2 йоморт­ҡа, ҡырғыстан үткәрелгән 100 г сыр алына. Уларҙы бергә бутап, фарш өҫтөнә һалырға кәрәк һәм эҫе духовкаға ҡуйып бешерергә.

Ҡайнатманан перәник
1 стакан ҡайнатма, 1 балғалаҡ сода, 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2,5 стакан он, ярты стакан шәкәр.
ҡайнатмаға сода һалып, яҡшылап бутарға ла, өс минут тирәһе ул­тыртып торорға. Һуңынан ошо массаға кефир, йомортҡа, шәкәр һәм он һалып, бутарға. Майланған формала 40 минут тирәһе бешерергә.

“Ғаилә” салаты
Ярты баш кәбеҫтә, 200 грамм краб таяҡсаһы, 1 алма, 3 бешкән йомортҡа, 1 ҡыяр, майонез кәрәк.
Кәбеҫтәне, краб таяҡсаларын, ҡыярҙы, алманы шаҡмаҡлап турағандан һуң, ваҡланған йомортҡа ҡушып, майонез һалып бутарға.

Эремсек бәлеше

3 йомортҡаға 1 стакан шәкәр, ярты балғалаҡ сода ҡушып ағар­ғансы туҡырға.
Уға 200 г ти­рәһе май ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр ба­ҫырға. Эслеккә шәкәр ҡушылған яңы һөҙмә (эремсек) һалына.
ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә лә, ҙурырағын табаға йәйеп һалырға. Эслекте тигеҙ итеп һалып, өҫтөн ҡалған ҡамыр менән ҡаплап, ситтәрен йәбештереп бөрөргә. Мейестә ҡыҙара башлағансы бешерергә. Бешкәндән һуң бер аҙ ултыра бирһә (һуты һеңгәнсе), бигерәк тә тәмле була.

Дөгө менән эремсектән запеканка
Ярты стакан дөгө, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 йомортҡа ағы, аҡ май, 150 – 200 г эремсек, манный ярмаһы йәки сохарый онтағы.
Дөгөнө бүрттереп, һалҡын һыуҙа сайҡатырға. Запеканка бешереләсәк формалар­ҙы аҡ май менән майлап, манный йәки сохарый онтағы һибергә. Айырым һауытта эремсек, шәкәр һәм дөгөнө болғатырға. Һалҡында торған йомортҡаның ағын алып, миксер ярҙамында тоҙ һалып күпертергә. Уны әҙ-әҙләп алда яһаған ҡатнашмаға һалырға. Әҙер массаны формаларға тултырырға һәм духовкала 25 − 30 минут бешерергә.

Сырлы аш-пюре
Тауыҡ һурпаһы, 200 г сыр, кишер, картуф, бешкән тауыҡ ите.
Әҙер һурпаға кишер, картуф, сыр һалып бешереп, бер аҙ һы­уығас, тауыҡ ите ҡу­шып, блендер ярҙамында пюреға әйләндерергә. Ашҡа үҙегеҙ ярат­ҡан тәмләт­кестәр­ҙе лә ҡушып ебәрергә мөмкин.

Имбирь, лимон һәм бөтнөк менән боҙло сәй
1,5 литр эсемлек әҙерләү өсөн   4 пакет сәй, яр­ты лимон,    2 – 3 бөтнөк яп­рағы, башбармаҡ ҙурлығындағы имбирь, шә­кәр кәрәк.Барыһын да, лимондан баш­ҡа, сәй бе­шереү өсөн һауытҡа һалабыҙ, теләгәнсә шәкәр ҡушабыҙ һәм өҫтөнә 1,5 литр эҫе һыу ҡоябыҙ. Сәй бешкәс, пакеттарҙы алабыҙ һәм лимон өҫтәйбеҙ. Өй температураһына тиклем һыуытҡас, имбирь, бөтнөк һәм лимон цедраһын һөҙөп алабыҙ, эсемлекте һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Эскәндә стаканығыҙға боҙ өҫтәп ебәрһәгеҙ, эҫелә һыуһынды ҡандырыу өсөн бик шәп буласаҡ.

Еләкле коктейль
Ярты литр һөт, 200 грамм ҡурай еләге, 1 банан, саҡ ҡына шәкәр, ике туңдырма.
Еләк менән бананды таҙартып әҙерләп, блендер ярҙамында иҙергә. Уның өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған һөт һәм туңдырма һалып, күпергәнсе туҡырға. Коктейлгә шәкәр һалмаҫҡа ла була.

Эремсекле кекс
Ярты килограмм эремсек, 3 йо­морт­ҡа, 3 ҡалаҡ шәкәр, тоҙ, 3 ҡалак манный ярмаһы, 2 ҡалаҡ әҙер торт ҡатнашмаһы йәки ярты балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, формаларҙы буяу өсөн май.
Эремсеккә йомортҡа, шәкәр, тоҙ һәм ҡаймаҡ ҡушып баҫырға. Бынан һуң массаға он менән ярма ҡушыла һәм бутала. ҡамырҙы 15 минутҡа һалҡынса урынға ҡуйып торорға кәрәк.
Кекс 180 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә бешерелә. Теләгәндәр у­ға шоколад, йөҙөм ҡуша ала.
Был тәмлекәсте форманан һыуынғасыраҡ алырға кәңәш ителә.

Эремсекле бәлеш
Бер килограмм эремсек, 5 йоморт­ҡа, үҫемлек майы, 50 грамм аҡ май, бер стакан он, ярты стакан шәкәр, йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш, ванилин, цукат, бер балғалаҡ сода.
Аҡ май, он һәм шәкәрҙе ҡушып ыуырға. Ыуылған массаның яртыһын ҡалдырып, бер өлөшөнә эремсек, сода, йомортҡа, кипкән емеш, цукат, ванилин ҡушып, һәйбәтләп бутарға. Тәрән генә форманы һәйбәтләп майларға һәм өҫтөнә ҡамыр һалып тигеҙләргә. Кипкән емештәр булмаған осраҡта ҡамырҙың өҫтөнә ҡайнатма йәки повидло һылана. Бынан һуң бәлеш өҫтөнә ыуылған массаның ҡалған өлөшө һибелә.
Был бәлеш һүрән утта бер сәғәт самаһы бешерелә. Уны өҫтәлгә әҙер булғандан һуң ике сәғәт эсендә биреү һәйбәтерәк, һуңынан ул ҡабарып тормаясаҡ. Шулай ҙа бәлеш һыуытҡыста бер нисә көн тәмен дә, сифатын да бер ҙә үҙгәртмәй һаҡлана. Шәкәрҙе аҙ ҡушыу арҡаһында ул бик йомшаҡ килеп сыға.

Сыр
1 килограмм эремсек, 1 литр һөт, 100 грамм аҡ май, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ сода.
Һөт менән эремсекте утҡа ҡуйып, һыуы һарҡып сыҡҡанға тиклем болғап торорға. Ул саҡ ҡына һыуына төшкәс, эремсекте һарҡытырға һәм табаға һалырға. Уның өҫтөнә иретелгән май, тоҙ һәм сода һалына. Эремсектең иң эре киҫәктәре иреп бөткәндән һуң уны берәй һауытҡа һалып һыуытырға кәрәк.
Сыр һыуынғас әҙер була.

Тиҙ әҙерләнеүсе пицца
2 йомортҡа, 4 ҡалаҡ майонез, 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 9 ҡалаҡ он, сыр, колбаса, бәшмәк, помидор.
Йомортҡа, он, ҡаймаҡ һәм майо­незды бутап, ҡаймаҡ кеүек шыйыҡ ҡына ҡамыр әҙерләргә. ҡамырҙы ҡыҙған табаға ҡойорға һәм өҫтөнә колбаса, бәшмәк помидор һалыр­ға. Бынан һуң майонез һөртөргә һәм күп кенә сыр ҡырып һалырға.
Пицца һүрән генә утта 10 минут тирәһендә әҙер була. Сыр ирей башлау менән уны өҫтәлгә бирергә мөмкин.

Онһоҙ ғына торт
6 йомортҡа, 150 грамм шәкәр, 200 грамм һөт өҫтө, 75 проценты какаонан торған ике плитка шоколад, аҙыраҡ аҡ май, какао.
Йомортҡа ағын оҙаҡ ҡына туғыр­ға һәм уға шәкәрҙең яртыһын ҡушырға. Йомортҡа һарыһын да, ҡалған шәкәрҙе өҫтәп, ныҡлап туғырға. Бынан һуң ошо массаға какао ҡушып бутала һәм аҙ-аҙлап ҡына йомортҡа ағы өҫтәлә. Торт бешереләсәк табаны йоҡа ғына итеп майларға һәм ҡамырҙы ҡойор­ға кәрәк. Ул 180 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә ярты сәғәт самаһы бешерелә. ҡамыр тәүҙә ҡабарһа ла, һуңынан төшәсәк. Килеп сыҡҡан бисквитты һыуытып, дүрт өлөшкә ҡырҡырға.
Хәҙер крем эшләнә. Бының өсөн һөт өҫтө ҡайнар хәлгә еткерелә, әммә ҡайнатылмай. Бынан һуң уның өҫтөнә ваҡлап бүлгеләнгән шоколад һалына һәм ул иреп бөткәнгә тиклем бутала. Был кремды һәр өлөшкә мул итеп буярға кәрәк. Өҫтәлгә бирер алдынан торт бер сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуйыла.

Ташҡабаҡтан чипсы
Ташҡабаҡ, 1 йомортҡа, 1 ҡалаҡ һөт, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тоҙ, борос, һарымһаҡ, ҡыҙҙырыу өсөн сохарый.
Ташҡабаҡты йоҡа итеп түңәрәкләп ҡырҡырға, йомортҡаны һөт менән туғырға. Сырҙы сохарый менән бутап, тәмләткестәр ҡушыр­ға.
Ташҡабаҡтың һәр киҫәге тәүҙә туғылған йомортҡаға, һуңынан сырлы массаға манып алына. Бынан һуң ул 220 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 20 минут тирәһе әҙерләнә.

Алма ҡоймағы
3 – 4 эре алма, 3 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан он, ванилин, аҙыраҡ сәй содаһы, тоҙ.
Алманы ҡырғыстан үткәрергә лә, ҡалған ингредиенттарҙы ҡушып, ҡамыр туғырға. ҡоймаҡтар майлы табала бешерелә.

“Татлы борос” cалаты
Сағыу төҫтәге ике татлы борос, уртаса ҙурлыҡтағы өс бешкән картуф, һигеҙ ҡалаҡ зәйтүн майы, ике ҡалаҡ лимон һуты, 300 грамм майһыҙ һыйыр ите, 200 грамм моцарелла сыры (голланд сыры ла бара), салат япрағы, тоҙ, әсе ҡыҙыл борос.
Иң алда формаға бешереү өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡағыҙ йәйергә. Шаҡмаҡлап туралған картуфты шунда һалырға, уның өҫтөнә тоҙ һәм бер ҡалаҡ май ҡойорға. Артабан боросто уртаға ярып, эсендәге орлоҡтарын таҙартырға һәм тиресәһе менән өҫкә ҡаратып формаға һалырға. 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ун минутҡа ҡуйырға. Был ваҡытта һыйыр итен ваҡлап турап ҡыҙҙырырға, уға бер аҙ ҡыҙыл борос ҡушырға. Мейестән форманы алып, итте лә шунда һалырға һәм тағы ла дүрт минут тоторға.
Картуф менән ит һыуынған арала салат япрағын һәм сырҙы турарға. Боросто тиресәһенән һаҡ ҡына айырып, нәҙек һалам рәүешендә ваҡларға. Шунан салаттың бар ингредиенттарын бер һауытҡа һалып, лимон һуты, ҡалған зәйтүн майы, тоҙ ҡушып, болғатырға.

Сырлы аш
200 грамм үткәрелгән ит, 100 грамм бәшмәк, ярты тауыҡ, ике ҡап иретелгән сыр, ике баш һуған, йәшел һуған, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, тоҙ, борос, тәмләткестәр.
Иң алда тауыҡты бешерергә кәрәк. Ул әҙер булыуға ун биш минут самаһы ҡалғас, кәстрүлгә ваҡлап ту­рал­ған бәшмәкте һалырға. Һуған менән фарш­ты табала ҡыҙҙырып алғас, бер аҙ һурпа өҫтәргә лә, сырҙы яҡшылап иретергә кәрәк. Шунан бар массаны кәстрүлгә бушатырға. Тәменә ҡарап тоҙ, тәмләткестәр ҡушырға.
Биш минут самаһы ҡайнатҡас, ашты яҡындарығыҙға тәҡдим итергә мөмкин. Табынға ваҡ итеп туралған йәшел һуған менән бирергә була.

Шоколадлы кофе” торты
Ярты стакан шәкәрле кофе, ярты килограмм печенье, бер стакан шәкәр, ике йомортҡа, ике ҡалаҡ какао-порошок, 250 грамм аҡ май, бер балғалаҡ ванилин.
Шәкәр, какао-порошок, йомортҡаны һәм ванилинды ҡушып, ҡуйырғансы туҡырға. Шунан унда әҙләп йомшартыл­ған май өҫтәгәс, тағы ла ныҡ итеп болғатырға. Крем әҙер булғас, майланған формаға кофела ебетелгән печеньены бер нисә ҡат теҙергә кәрәк. Һәр ҡат араһына мул итеп крем яғығыҙ. Шунан уны ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.
Табынға ултыртыр алдынан, тортты форманан ипләп кенә алып, төрлөсә биҙәргә мөмкин. 

Кәбеҫтәне маринадлау

Маринад өсөн 2 литр һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 100 грамм көнбағыш майы алына.
Кәбеҫтәне турап, кишерҙе ҡырғыста ҡырып, барыһын бергә бутап, 3 литрлы банкаға тығыҙ итеп тултырырға һәм өҫтөнә ҡайнар тоҙлоҡ ҡо­йор­ға.

Грузинса маринадланған кәбеҫтә
4 кг кәбеҫтәгә 300 г ҡыҙыл сөгөлдөр, 100 г аш һеркәһе һәм тәменсә ҡыҙыл борос алына.
Грузияла уны ит менән дә, айырым аҙыҡ та итеп тәҡдим итәләр.
Кәбеҫтәне күсәне менән эре итеп шаҡмаҡлап турарға. Ағас мискәгә йәки ҙур эмаль кәстрүлгә аҙ ғына тоҙ, ҡыҙыл борос һибеп сөгөлдөр менән аралаштырып һалырға. Һуңы­нан өҫтөнә аҙ ғына аш һеркәһе ҡойоп, кәбеҫтә күмелгәнсе ҡайнатылған һалҡын һыу ҡойорға.
Йылыла ике тәүлек тотҡас, һалҡын урынға сығарырға.

Кәбеҫтәле татлы борос
5 кг борос, 4 аш ҡалағы аш һеркәһе, 2 литр һыу, 4 кофе сынаяғы үҫемлек майы, 2 – 3 лавр япрағы һалып, маринад әҙерләргә.
Борос­то маринадта ҡайнатып һыуытырға. Кәбеҫтәне турарға. 2 – 3 киҫәк алма менән бер баш һарымһаҡты 6 стакан үҫемлек майында ҡыҙҙырғас, быяла банкаларға ике рәт борос, бер рәт кәбеҫтә, үҫемлек майы һалырға һәм өҫтөнә маринад ҡойорға.

Тоҙланған кәбеҫтә
10 кг кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турап, ярты кило кишерҙе ҡырып, 250 г тоҙ, әнис орлоғо һалып, яҡшылап ыуырға.
Эмаль йәки быяла һауытҡа тултырғанда кәбеҫтәнең һуты сыҡҡансы һәйбәтләп төйөргә кәрәк.
Кәбеҫтә тоҙлағанда мүк еләге, антоновка алмаһы һалырға була. Улар кәбеҫтәнең төҫөн матурайта, үҙенсәлекле тәм бирә. Һауыттың өҫтөнә һут сыҡһын өсөн ауыр әйбер һалып ҡуйырға кәрәк. Тоҙланыу өсөн иң ҡулай температура 18, 20 градус. Кәбеҫтә тоҙланғас, 8 градус­тан да түбән булмаған һалҡынса урынға ҡуйырға.

Көршәк ашы
Итте, шаҡмаҡлап турап, майлы табала һуған менән ҡыҙҙырырға ла, көршәккә һалырға. Өҫтөнә кишер, картуф һалып, һыу ҡойоп, мейестә талғын ғына утта бешерергә. Табынға йәшел тәмләткестәр менән бирергә.

Запеканка
Үткәрелгән итте һуған, кишер менән бергә ҡыҙҙырырға. Бешерелгән дөгө ярмаһы һалып, өҫтөнә соус ҡойорға. Запеканканы бер сәғәткә мейескә ҡуйырға.
Соус әҙерләү өсөн 0,5 л һөт, 1 аш ҡалағы томат соусы, 100 г майонез, 1 – 2 йомортҡа , 100 г сыр кәрәк.

Өйрәк итенән манты
Итте ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Картуф, һуған турап, борос, тоҙ һалып бутарға.
Мантыға ҡамыр билмән ҡамыры кеүек әҙерләнә. Эслек менән ҡамыр әҙер булғас, мантыларҙы эшләп, бер сәғәткә бешерергә ҡуйырға.

Ҡаҙ итенән бәлеш
Эслек өсөн 1 кг ҡаҙ ите, 1 кг картуф, 250 г аҡ май, ике баш һуған, тоҙ, ҡара борос кәрәк. ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 200 г маргарин, ярты стакан һөт алына.
ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйергә лә, бер өлөшөн табаға һалырға. Уға эслекте һалып, икенсе өлөшө менән ҡапларға. Бәлеште, майлап, уртаса ҡыҙыу­лыҡтағы мейестә сәғәт ярым бешерергә. Бешергәндә эслеккә аҙ ғына һурпа ҡойорға.

Тауыҡ итенән кәтлит
500 г тауыҡ ите, 100 г аҡ май, 2 йомортҡа, 500 г көнбағыш майы, 100 г ҡаты сыр, тоҙ һәм тәмләткестәр кәрәк.
Тауыҡ итен ике тапҡыр ит турағыс­тан үткәргәндән һуң тоҙлар­ға, 1 йомортҡа һытырға, тәмләткестәр һибергә. Һуңынан түңәрәк йәймәләр яһап, һәр береһенең уртаһына ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән май ҡушып, кәтлит әүәләргә. Уларҙы туҡылған йомортҡаға манып, ваҡланған аҡ икмәк валсығында тәгәрәткәндән һуң ҡайнап торған майҙа ҡыҙҙырырға.

"Тунлы" тауыҡ
200 г аҡ май, киҫәкләп туралған тауыҡты, ҡырғыста ҡырылған һарымһаҡты, 1 стакан бүрттерелгән фасолде, йомро ваҡ картуфты, 3 баш туралған һуғанды, кәбеҫтә киҫәктәрен кәстрүлгә ҡатлап һалығыҙ, 1 стакан томат, 1 стакан һыу ҡойоғоҙ. Һәр ҡатламға тоҙ, борос һибегеҙ. Әкрен утта сәғәт ярым бешерегеҙ. Фасоль яратмаһағыҙ, уны ҡушмаһағыҙ ҙа була.

Көҙгө салаттар
Торма менән кишерҙе ваҡ, алманы эре ҡырғыста ҡырығыҙ һәм яҡшылап бутағыҙ. Шул массаға лимон һуты, ҡырғыста ҡырылған һарымһаҡ өҫтәгеҙ, тәменсә тоҙ һалығыҙ.
Бер порцияға 2 торма, 2 кишер, 2 алма, 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡ, ярты лимон һуты кәрәк.
* * *
Ҡабаҡ менән алманы таҙартып – эре, керәнде ваҡ ҡырғыста ҡырығыҙ, шәкәр, лимон кислотаһы һалып, яҡшылап бутағыҙ. 200 г ҡабаҡҡа 200 г алма, 20 г керән, лимон кислотаһы һәм шәкәр ҡомо тәменсә алына.

Кишер ҡайнатмаһы
1 кг таҙартылған кишерҙе һәм 1 кг тосо алынған алманы, ҡабығы менән бергә 1 кг лимонды ит турағыс аша үткәрегеҙ. 2 кг шәкәр һалығыҙ ҙа болғата-болғата 40 минут ҡайнатығыҙ.

Бәшмәк тултырылған помидор
Помидорҙарҙы уртаға бүлеп, үҙәген алығыҙ. Шул киҫәктәрҙе яҡшылап майланған һәм сохари онтағы һибелгән һауытҡа теҙегеҙ. Майҙа һуған һәм помидорҙың үҙәген ҡыҙҙырығыҙ.
Бешкән бәшмәкте ваҡлап турағыҙ. Йәшелсә менән ҡушып тоҙ, борос һибегеҙ. Помидорҙарға фарш тултырып, өҫтөнә май ҡойоғоҙ, сохари онтағын һибеп, мейестә бешерегеҙ.
8 помидор, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 баш һуған, 400 г бәшмәк, тәменсә тоҙ кәрәк.

Тултырылған сөгөлдөр

1 кг сөгөлдөргә (уртаса ҙурлыҡта) 500 г эремсек,3-4 йомортҡа, 4 ҡалаҡ йөҙөм, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1/3 стакан манный ярмаһы, 40 г аҡ май, тәменсә тоҙ кәрәк. Бешкән сөгөлдөрҙө әрсергә лә, ипләп кенә уртаһын алып, «һауыттар» эшләргә. Эремсекте иләк аша үткәрергә. Уға йөҙөм, йомортҡа, шәкәр, манный ярмаһын ҡушып, яҡшылап болғатырға һәм сөгөлдөр эсенә тултырырға. Майлы табаға теҙеп, 15-20 минутҡа мейескә ҡуйырға.Табынға ҡаймаҡ менән бирергә.

Сөгөлдөрҙән чипсы

3 сөгөлдөр, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тәменсә эре тоҙ, борос кәрәк. Йыуып таҙартылған сөгөлдөрҙө йоҡа ғына түңәрәктәргә турарға. Сөм һауытҡа һалып, өҫтөнә зәйтүн майы ҡойорға һәм яҡшылап, майҙы сөгөлдөрҙөң һәр киҫәгенә тейерлек итеп, бутарға. Табаға махсус пергамент ҡағыҙы йәйергә лә, сөгөлдөр киҫәктәрен берәмләп кенә һалып сығырға. 150 градус эҫелектәге мейестә 40-50 минут бешерергә. Бешкәндә икенсе яғына әйләндерергә лә була.Мейестән алғас, тоҙ һәм борос һибергә. Шул килеш тә ашарға мөмкин.

Корейса ҡыяр
2 кг ҡыяр, 250 г кишер, 1 баш һарымһаҡ, ярты стакан үҫемлек майы, тәмләткестәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр.
Ҡыярҙы оҙонса итеп 4 өлөшкә бүлергә. Ҙурыраҡтарын 6 өлөшкә лә мөмкин. Кишерҙе корейса кишер сығара торған ҡырғыс аша сы­ғарырға һәм шуға престан сыға­рылған бер баш һарымһаҡ, ярты стакан үҫемлек майы, ярты стакан аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ корейса кишер өсөн тәм­ләткес һалып, яҡшылап бол­ғатырға ла, 2 – 3 сәғәткә ситкә ҡуйып торорға. Һуңынан стерилләнгән банка­ларға тултырырға ла, 1 литрлыҡ банканы – 30, ярты литрлыһын 15 минут һыуҙа ҡайнатып, ҡапҡас менән ябырға.

Консерваланған йәшел борсаҡ

Маринад өсөн бер литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, һәр банкаға бер балғалаҡ алты процентлы аш һеркәһе алына. Һыйған тиклем йәшел борсаҡ кәрәк.
Борсаҡты һалҡын һыуҙа йыуып, кәстрүлгә һалырға һәм өҫтөн ҡапларлыҡ ҡына итеп һалҡын һыу ҡойоп, уртаса утҡа ҡуйырға. 15 – 20 минуттан һыу парға әйләнеп бөтә. Стерилләнгән банкаға борсаҡты эҫе килеш бер сантиметр самаһы тултырмай һалырға. Һәр банкаға һеркә, эҫе маринад ҡойорға кәрәк. Банканы ҡалын полиэтилен киҫәге менән ҡаплап, резинка менән нығытырға һәм яҡшылап төрөргә.
Был консерва һыуытҡыста һаҡлана.

Эҫе һыуҙа әҙерләнгән ҡамырҙағы чебурек
1 йомортҡаға ярты балғалаҡтан күберәк тоҙ һәм 1 ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушып туғырға.
1 стакан он һалып бутап, өҫтөнә 1 стакан (250 мл) ҡайнар һыу ҡойорға, ҡул бешмәһен өсөн ағас ҡалаҡ менән бутарға. 2 стакан он өҫтәп, ҡамыр баҫып, ярты сәғәт ултыртып торорға.
Ит фаршына ваҡ ҡына туралған һуған, ҡара борос, паприка, һутлыраҡ булһын өсөн саҡ ҡына һыу өҫтәргә.
Йоҡа ғына итеп ҡамыр йәйеп, йәй­мәләр ҡырҡып, эслекте һалырға, ситтәрен сәнске менән тоташ­тырырға. Майлы табала ҡыҙҙырырға.

Ананаслы печенье
Ҡатлы ҡамыр, шәкәр ҡомо, консерваланған ананас кәрәк.
Һыуы һарҡһын өсөн ананас телемдәрен салфеткаға теҙергә. Ҡатлы ҡамырҙы йәйеп, 1 – 2 см киңлектә оҙон таҫмалар киҫергә. Ананас телемен таҫма менән әйләндереп, сәскәләр яһарға. Өҫтөнә шәкәр һибергә.
Печеньены 180 градустағы ҡыҙыу мейестә бешерергә.

Ҡаймаҡлы торт
Бер тортҡа 3 йомортҡа, 100 грамм шәкәр, 1 ҡап ванилин, 1 ҡап ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), ҡуйыр­тылған һөт, 1,5 стакан он кәрәк.
Ингредиенттарҙың барыһын бергә ҡушып, ҡамыр яһап, эҫе мейескә бешерергә ҡуйырға. Бешеп сыҡҡас, һыуытып, ике өлөшкә бүлеп, араһына крем һыларға. Крем түбәндәгесә әҙерләнә: бер стакан ҡуйы кибет ҡаймағына 1 стакан шәкәр һалып, миксер ярҙамында ҡуйырғансы болғатырға.

Фунчоза салаты
1 тауыҡ түше ите, 300 г корейса кишер, 1 ҡыяр, 1 болгар боросо, 200 г фунчоза, йәшел тәмләткестәр, тәменсә тоҙ, борос, кориандр, соя соусы, зәйтүн майы кәрәк.
Фунчозаны ҡабында яҙылғанса әҙерләргә. Ҡайнар һыу һалып, бер нисә минут тоторға, һуңынан һалҡын һыуға һалырға. Тауыҡ итен бешереп, шаҡмаҡлап турарға. Ҡыярҙы, болгар боросон, корейса кишерҙе, йәшел тәмләткестәрҙе турап, фунчозаны зәйтүн майын, соя соусын ҡушып болғатырға. 

Ҡара емеш менән салат
Турама өсөн 3 уртаса ҙурлыҡтағы тоҙло ҡыяр,100 г төшһөҙ ҡара емеш, 2 бешкән йомортҡа, 300 г бешкән тауыҡ ите,1 банка йәшел борсаҡ, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменә ҡарап төйөлгән ҡара борос, тоҙ алына.
Тоҙло ҡыярҙы, итте, ҡара емеште, йомортҡаны ваҡ итеп турарға. Уларҙың өҫтөнә йәшел борсаҡ, ҡаймаҡ, тоҙ, борос һалып, яҡшылап бутарға. Йәшел тәмләткестәр һалырға ла мөмкин.

Ветчина менән картуф
Картуфты әрсеп, гармун формаһында турарға. Тоҙлағас, майлы табаға теҙергә, ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйырға. Ярты сәғәт тирәһе бешкәс, телемдәр араһына аралаштырып, сыр менән ветчинаны ҡуйырға. Өҫтөнә соус ҡойорға һәм ыуылған сыр һибергә.
20 минут бешерергә. Соусҡа 50 г он, 50 г аҡ май, 0,5 л һөт, тоҙ, борос алына. Һарымһаҡ өҫтәргә лә мөмкин. Ошо ингредиенттарҙы бутап ҡайнатырға, һыуынғас, тәменсә тоҙ, борос өҫтәргә һәм картуфтың өҫтөнә һалырға.

Кивинан ҡайнатма
5 киви, 1 банан, 1 ҡалаҡ желатин, 220 г шәкәр, ярты лимон һуты кәрәк. Киви менән бананды ваҡлап турарға. Бер аҙ иҙергә. Шәкәр менән бер ҡалаҡ желатин һалып, 5–10 минут ҡайнатырға.

Майлы балыҡ консерваһынан кәтлит
Майлы балыҡ консерваһының майының яртыһын түгеп, иҙергә. Һуған, һарымһаҡ, ҡырғыстан үткәрелгән уртаса ҙурлыҡтағы картуф, йомортҡа, 180 г дөгөнө бүрттереп һалырға. Әҙер масса шыйығыраҡ булһа, 2 ҡалаҡ он һалырға мөмкин.

Эремсектән чизкейк
500 г эремсек, 300 г « Юбилейное» печеньеһы, 2–3 йомортҡа, 200 г май, 1 стакан шәкәр, ҡуйы һөт өҫтө кәрәк.
Майлы эремсекте ҡуйы һөт өҫтө менән ҡушып, блендер ярҙамында иҙергә. Был массаға 2–3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр һалырға. Айырым һауытта 300 г печеньены ваҡлап, иретелгән май һалып болғатырға. Әҙер формаға нәҙек итеп ваҡланған печеньены, уның өҫтөнә эслекте һалырға, 180 градуслы мейестә 50 минут самаһы бешерергә һәм уға эслекте ҡойорға. Мейестән сығарғас, һыуытып ҡына ҡырҡырға мөмкин.

Тиҙ генә эшләнә торған салат
уртаса ҙурлыҡтағы 1 – 2 сөгөлдөр, 1 банка кукуруз, майлы балыҡ консерваһы, кон­серваланған аҡ фасоль кәрәк. Сөгөлдөрҙө шаҡмаҡлап турарға, банкаларҙағы ингре­диенттарҙы һалып, майонез менән бутарға.

 Ҡоштоң йөрәк-бауырынан рулет
Ике ҡаҙ бүтәгәһен, ике йөрәген, бер бауырын ит үткәргестән үткәреп, һуған, кишер менән яртылаш бешкәнсе ҡыҙ­ҙырырға. Бер йомортҡаға самалап он, һыу ҡушып ҡамыр баҫып, йоҡа ғына йәймә йәйергә, уға әҙер фаршты һалып, рулет итеп урарға һәм парҙа бешерергә. Бик тәмле килеп сыға.

Һарымһаҡлы ит
Уртаса ҙурлыҡта ит, һарымһаҡ, горчица, аджика, майонез, тоҙ алына. Ит киҫәген бысаҡ менән төрлө еренән киҫкеләп, таҙартылған һарымһаҡ киҫәктәрен тоҙға манып, шул тишектәргә тултырырға. Иткә аджика, горчица, тоҙ һыларға. Һалҡын урында 10 – 12 сәғәт тотоп, фольгаға төрөп, 1,5 сәғәт самаһы духовкала бешерергә.

Ҡара емеш менән салат
1-се ҡат – шаҡмаҡлап туралған бешкән картуф, 2-cе ҡат – шаҡмаҡлап туралған бешкән кишер, 3-сө ҡат – йоҡа ғына итеп балдаҡлап туралған башлы һуған, 4-cе ҡат – шаҡмаҡлап туралған тоҙло ҡыяр, 5-cе ҡат – шаҡмаҡлап туралған бешкән ит, 6-сы ҡат – ҡара емеш, 7-се ҡат – эре ҡырғыста ҡырылған алма, 8-се ҡат – ыуылған йоморт­ҡа ағы.
Һәр ҡатҡа тигеҙ нисбәттә алынған ҡаймаҡ менән майонез ҡатнашмаһы һыларға. 2 – 3 сәғәт һыуытҡыста тотһағыҙ, бик тәмле килеп сыға.

«Ҡыш» салаты
Салат өсөн ҡыҙыл фасоль, йомортҡа, помидор, тоҙло ҡыяр, маринадланған бәшмәк алына.
Помидор, ҡыяр, йомортҡаны шаҡмаҡлап турап, консерваланған ҡыҙыл фасоль ҡушып, майонез һалып бутағыҙ.

Балыҡтан бутерброд
Консерваланған балыҡты иҙеп, туралған йомортҡа, ыуылған сыр, ваҡ ҡына итеп туралған башлы һуған һалырға. Һарымһаҡ, тәмләткес үләндәр өҫтәргә лә була. Ошо массаға майонез һалып болғатып, икмәк өҫтөнә яғырға. Өҫтөнә ыуылған сыр һибеп, 2 – 3 минут духовкала бешереп алырға.

Ыҫланған тауыҡ итенән бәшмәкле салат
Был тәмле салат ҡатлы итеп әҙерләнә. Һәр ҡатына майонез яғыла.

Һай тәрилкәгә иң тәүҙә бер банка маринадланған бәшмәктәр­ҙе ваҡ ҡына итеп турап теҙеп сығырға кәрәк. Икенсе ҡатына туралған ике баш һуған, өсөнсөһөнә – ҡырылған йәки туралған өс картуф, дүртенсеһенә – ваҡ итеп турал­ған ыҫланған бер тауыҡ бото, бишенсеһенә – ҡырылған дүрт йомортҡа, алтынсыһына – 150 грамм ҡырылған сыр, етенсеһенә төйөлгән грек сәтләүеге һалына.

Ҡоймаҡлы бәлеш
Ҡоймаҡтар бешереп алыу өсөн 400 мл кефир, 1 ҡалаҡ шәкəр, аҙ ғына тоҙ, 1 ҡалаҡ сода, 300 г он, 100 мл ҡайнар һыу, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 3 ҡалаҡ какао порошогы кәрәк.

Эслеккә майлылығы 5 процент булған 500 г эремсек, 2 аш ҡалағы шәкәр, 15 г ванилле шәкәр, бер ус йөҙөм, заливкаға майлылығы 25 процент булған кибет ҡаймағы, 3 йомортҡа, 2 аш ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ кукуруз крахмалы алына.
Был бәлеш өсөн тәүҙә ҡоймаҡ ҡойола. Ҡамырын үҙегеҙ теләгән рецепт буйынса эшләй алаһығыҙ. Ун бишләп ҡоймаҡ килеп сығырға тейеш.
Эремсеккә шәкәр, ванилле шәкәр һалып бутарға. Бүрт­терелгән йөҙөм өҫтәргә. Һәр бер ҡоймаҡтың уртаһына эремсекле эслекте һалып, бөрөргә. Төбө майланған табаға ҡоймаҡ, уның өҫтөнә бөрөлгән эслекле ҡоймаҡтарҙы теҙеп сығырға.
Хәҙер өҫтөнә ҡойор өсөн ҡатлама әҙерләйбеҙ. Уның өсөн ҡаймаҡ менән шәкәрҙе, крахмал менән йомортҡаны миксер ярҙамында күпертергә. Эремсекле ҡоймаҡ өҫтөнә тигеҙ итеп ҡойоп, килеп сыҡҡан бәлеш өҫтөнә бер ҡоймаҡты ябырға һәм эҫетелгән духовкаға 20 – 25 минутҡа бешерергә ҡуйыр­ға. Бәлеште мейестән алғас, һыуытып, табынға бирергә кәрәк.

Ләүәштән чипсылар
Бер ҙур ләүәш, паприка, корейса кишер өсөн тәмләткес, тәменсә тоҙ, 1 ҡалаҡ зәйтүн майы алына.

Ләүәште бер нисә ҡат итеп төрөп, шаҡмаҡтарға турарға. Туралған ләүәштәрҙе полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, өҫтөнә паприка, корейса кишер өсөн тәмләткестәр һалырға, 1 ҡалаҡ зәйтүн майы ҡойоп бутарға. Һуңынан ләүәш киҫәктәрен табаға һалып, 10 – 15 минутҡа мейескә ҡуйырға. Шаҡмаҡтар тиҙ кибеп сыға, кетер­ҙәп кенә тора.

Серле салат
Салатҡа 4 йомортҡа, тоҙ, ҡара борос, он, крахмал, һуған, ҡыяр, тауыҡ ите кәрәк.

Иң тәүҙә 4 йомортҡаға тоҙ, ҡара борос, 1 ҡалаҡ он, 1 ҡалаҡ крахмал һалып, табала ҡоймаҡ бешерергә.

«Диңгеҙсе» салаты

1 банка балыҡ консерваһы,  2 кишер, 150 г сыр, 1 баш һуған, 4  йомортҡа, картуф, 250 г майонез кәрәк. 
Бешкән кишер, йомортҡа һәм картуфты, сырҙы ҡырғыста ҡырырға, һуғанды ваҡ киҫәк­тәргә турарға, балыҡты иҙеп, ҡушырға һәм майонез һалып болғатырға.

«Пломбир» туңдырмаһы

200 г ҡуйыртылған һөт , 500 мл 33 процентлы  шыйыҡ ҡаймаҡ (сливки) кәрәк.
Һыуытылған һауытта ҡаймаҡ­ты миксер ярҙамында 5 – 7 минут юғары тиҙлектә күпертергә. Тиҙ­лекте яйлатып, ҡуйыртылған һөт ҡушып, тағы 1 минут тирәһе болғатырға. Унан алдан әҙерләп ҡуйылған вафля стакандарға йәки торт өсөн әҙер вафляға һалып, 4 сәғәткә туңдырғысҡа ҡуйырға.

«Ялҡау» пицца

Эштән арып ҡайтҡанһығыҙ, ә балаларығыҙ ҡамыр ризығы таптыра. Тиҙ генә табала пицца бешереп алығыҙ.
Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа,   5 ҡалаҡ майонез,  5 ҡалаҡ он, тәменсә тоҙ алына.
Эслек өсөн ит йәки колбаса, сыр, помидор, тоҙло ҡыяр, һуған, һарымһаҡ, соус кәрәк.
Ҡамырҙы әҙерләп, тефлон табаға һалырға. Соусты тамсылап ҡына ҡамыр өҫтөнә һалып сы­ғыр­ға. Йәшелсәне һәм бешкән итте йәки колбасаны ҡамыр өҫ­тө­нә теҙергә. Мул итеп ҡыр­ғыстан үткәрелгән сыр һибергә.
«Ялҡау» пицца һүрән утта, табаның ҡапҡасын ябып, 10 минут бешерелә. Ризыҡтың әҙерлеген ағас таяҡсыҡ менән төртөп ҡарап тикшерергә. 

Эремсек бәлеше
Был эремсек бәлешен («Коро­левская ватрушка») кем генә яратмай икән!
Ҡамырға 2,5–3 стакан он, 200 г аҡ май, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 2 ҡалаҡ шәкәр, эслеккә 400 г эремсек, 2 йо­мортҡа, ярты стакан шәкәр кәрәк.
Он, ҡамыр ҡабартҡыс hәм шәкәрҙе бергә болғатырға. Өҫ­төнә һыуытҡыстан алған  майҙы ҡырырға. Яҡшылап ыуырға. Ыуалып торған ҡамыр килеп сығырға тейеш. Эремсеккә шәкәр, йомортҡа һалып, эслек әҙерләргә.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә. Табаны майларға ла  бер өлөшөн шунда йәйергә, өҫтөнә эремсек, уның өҫтөнә ҡамырҙың икенсе өлөшөн hалырға. 180 градуслы духовкала өҫтө ҡыҙарғансы 45 минут бешерергә.

Табала бешерелгән торт
Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡысты (разрыхлитель) 400 г он менән бутап, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ул пластилин кеүек килеп сыға. Ошо ҡамырҙы ун өлөшкә бүлеп, йәйеп, ҡыҙған табала ҡоймаҡ бешер¬гәндәге кеүек ике яғын да әйләндереп бешереп алырға.
   Крем өсөн 500 мл һөттө ҡайнатырға. Яртыһына 300 г шәкәр, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ крахмал, 3 ҡалаҡ он, бер ҡап ванилин һалып бутарға, ҡалған һөттө ҡойорға һәм ҡуйырғансы бешерергә. Һыуынғас, кремға 200 г аҡ май һалып, туҡырға һәм йәймәләргә һылап, тортты йыйырға.

Сырлы ҡамырҙан печенье

100 г йомшаҡ аҡ май, 100 г ҡырғыстан үткәрелгән  ҡаты сыр, 100 мл һөт, 250 г он, 1/2 балғалаҡ тоҙ, 1/3 балғалаҡ сода.
Барлыҡ ингредиентты бергә ҡушып, ҡамыр баҫырға ла 15 минут ял бирергә. Ҡамырҙы дүрткел формала йәйеп, буй-буй итеп ҡырҡырға. Өҫтөнә кунжут һибергә лә була. Спираль рәүешендә өйрөлтөп фор­маға теҙеп сығырға. 180 гра­дусҡаса йылытылған мейестә 15 минут бешерергә.

Мармелад

Мармелад өсөн 1 ҡап (90 г) йәшелсә-емеш желеһы, 4 бал­ғалаҡ желатин, 3 балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы, 200 мл ҡайнар һыу кәрәк. 
Барлыҡ ингредиентты та­баҡҡа һалып, ҡайнар һыу менән болғатырға. Һүрән утҡа ҡуйып, болғай-болғай бешерергә.
Килеп сыҡҡан массаны силикон формаға ҡалаҡлап һалырға.  Һыуынғас, ярты сәғәткә һы­уытҡысҡа ҡуйырға.  

Дөгө менән эремсектән запеканка

0,5 стакан дөгө, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 йомортҡа ағы, аҡ май, 150 – 200 г эремсек, манный ярмаһы йәки сохарый вағы.
Дөгөнө бүрттереп, һалҡын һыуҙа сайҡатырға. Формаларҙы аҡ май менән майлап, манный йәки сохарый вағы һибергә. Айырым һауытта эремсек, шәкәр һәм дөгөнө болғатырға. Һалҡында торған йомортҡаның ағын алып, тоҙ һалып,  миксер яр­ҙамында күпертергә. Уны әҙ-әҙләп алда яһаған ҡатнашмаға һалырға. Әҙер массаны фор­маларға тултырырға һәм духовкала 25 – 30 минут тоторға. 



 




Читайте нас: