Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
9 Март , 07:00

Штрафбат һалдаты

(Хикәйә)

Гөлнур АҘНАБАЕВА 1954 йылдың 8 ноябрендә Үрге Этҡол ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Федоровка районында башлай. Артабан тыуған районына ҡайтып, оҙаҡ йылдар 2-се Башҡорт гимназия-интернатында уҡыта. Әлеге ваҡытта район мәғариф бүлеге методисы. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Бөтә донъя төрки халыҡтарының хикәйәләр конкурсында Башҡортостан яҙыусылары араһында гран–при яулаған прозаик.

– Барый, ниңә йоҡламайһың, тағы нимә уйлап ятаһың?
– Прожектор яҡтыһын өйрәнеп ятам, һәр 17 секунд һайын әйләнә был яҡҡа…
– Тағы ҡасырға уйлайһыңмы әллә? Әле ике ҡасып туҡмалыуың аҙ булдымы ни, – тине әсенеп Ғәли. – Был юлы тотһалар, аталар бит, ҡасма. Беҙҙе тиҙҙән ҡотҡарасаҡтар, ана, ишетәһеңме, канонада тауыштары яҡын ғына!..
– Юҡ, мин көтөп ята алмайым. Был юлы эләкмәйем, бер үҙем сығам, теге ваҡыт дүртәүләп ҡасып, хата яһаныҡ. Һаҡһыҙ ҡыландылар, тимер сымдың теге яғына сығыу менән, ҡотолдоҡ тип, иртә шатландылар, тауышландылар. Тотто, бәдбәхеттәр! 
– Ул саҡ икәүегеҙҙе туҡмап үлтерҙеләр бит, белә улар нисек туҡмарға, эт һөсләтәләр. Ҡуй, Барый ҡусты, ҡасма, был уйыңдан кире ҡайт, беҙ бит военнопленныйҙар, үҙҙәренең һалдаттары менән алмаштырып алырҙар, йә беҙҙекеләр  килеп етеп, ҡотҡарыр...
– Мин көндөҙ, таш ташығанда, тимер сымдарҙы ҡараңҡырап йөрөнөм, прожектор уты төшкән ерҙәр  ул тиклем бейек түгел, ергә яҡын сымдарын да йүнләп һуҙып тормағандар. Күрәһең, беҙҙе был тирәнән тиҙҙән алып китәләрҙер йә атасаҡтар. Фронт яҡын саҡта, ҡасайыҡ, Ғәли! Баҙнатың етмәһә, ғәйепләмәйем... – тип бышылдауҙан туҡтаны Барый.
Икеһе лә бер килке тынып ҡалды. Ауыр эштән йонсоған тотҡондар хырылдап-һаташып йоҡлай, күрше ауыл егете Сәләхетдин дә яҡташтарының һүҙенә ҡатнашманы. Ауыр таш, аяҡ бармаҡтарын иҙгәнсе төшөп, әрнеп һыҙлау биләп алды, баракка көс-хәл ҡайтып йығылғайны ул. Барыйҙың ҡасыу планын белһә лә, сараһыҙҙан эстән әрнеп өндәшмәне. Бына бит яҙмыш: өсөһө бер арбаға ултырып, гармун тартып, ауыл ҡапҡаһынан сығып киткәйнеләр, бер үк фронтҡа эләктеләр, Волхов юлында Мәскәүгә дошманды үткәрмәйенсә яттылар. Тик аҙаҡ... Их, харап булдылар, ут даръяһында ҡалдылар, һуңғы патронғаса дошман менән алыштылар, ләкин... Уйлағылары ла килмәй, нисек пленға  төшөүҙәрен. Сәләхетдин уртын сәйнәп, өнһөҙ ятты, бының тағы бер сәбәбе бар ине. Күрше барактан бер рус егете плендан ҡасыуҙың ике яҡлы икәнен әйтеп аптыратты. Баҡһаң, плендан ҡасып сыҡһаң да, һине унда үҙебеҙҙекеләр ҡуш ҡуллап, ҡосаҡ йәйеп ҡаршылап тормайҙар икән. Киреһенсә, әсирлектән сыҡҡандарҙы ҡаты тикшереү аша үткәрәләр, “чистка” яһайҙар, ти. Ә унан һуң тик штрафбатальон! Иҫбатлап ҡара үҙеңдең сараһыҙҙан пленға эләгеүеңде! “Бына шуны нисек аңлатырға Барыйға? Һис ышанмай, йәшлегенә барыпмы, ФЗО- ла уҡығанда күргән ихтирам- хөрмәт күңелендә уйылып ҡалғанмы, һаман үҙенекен һөйләй,”– тип яратып та, әсенеп тә ҡарап ятты ул дуҫына. 
– Булмаҫ, юҡты һөйләйҙәр, беҙҙең һәр һалдат иҫәптә, һәр һалдат ҡиммәт дошманды еңеү өсөн! Әлбиттә, тикшерерҙәр инде дошман яғынан сыҡҡас, ләкин беҙҙең N-ский полкының батырлыҡ күрһәтеп, яу яланында түшәлеп ятып ҡалыуы, моғайын, билдәлелер. Үлһәк-үлдек, тик бер аҙым да артҡа сигенмәнек. Әгәр контужин булмаһам, мин дошманға тереләй бирелмәҫ инем. Шуға мин бында ята алмайым, тиҙерәк фронтҡа, үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға кәрәк!
– Барый ҡусты, әгәр беҙҙе ҡотҡарһалар, беҙ военопленныйҙар булып ҡына “чистка” үтәсәкбеҙ! Ә ҡасһаң, нисек аңлатырһың ҡотолоуыңды? Бәлки, һине немецтар вербовать итеп сығарғандыр?! Иҫбатлап ҡара, эх, брат!..– тиешеп, Ғәли менән Сәләхетдин ауыр көрһөндө. – Беҙ ҙә һинең менән ҡасыр инек, ләкин уйлап ҡара, ишет, ана, туп тауыштары  яҡыная бит!
Кистән ҡара болот ҡаплаған күк йөҙөндә ай түгел, йондоҙҙар ҙа күренмәҫлек ҡараңғылыҡ биләп алғас, Барыйҙың йөрәге тағы ярһып тибә башланы, ашҡыныуы тәҡәтен ҡоротто, мең төрлө уйы башына һыймай башланы:
– Бөгөн төндә китергә кәрәк!...
Был юлы иң ҡыҫҡа, ләкин иң ҡурҡыныс юлды һайланы: улар ятҡан ситтәге барак тимер сымдарға 5 – 6 метрҙарҙа ғыны тора. Был араны прожектор уты 17 секунд ҡына яҡтыртмай тора, унан кире әйләнә. Шул ваҡыт эсендә араны йүгереп уҙырға, ергә ҡапланып, икенсе тапҡыр яҡтылыҡ көлтәһенең үтеп киткәнен көтөргә ҡала. Унан алдан әҙерләнгән рогатка кеүек ҡоро таяҡ менән ике сымды араларға һәм шул тар ғына арауыҡ аша ҡараңғылыҡҡа сумырға...
Егет тейен етеҙлегендә тимер сымдарға яҡынайҙы, шул тирәлә аунап ятҡан йомро, эре таштар кеүек йомарланып, прожекторҙың көслө утын үткәреп ебәрергә көс тапты үҙендә. Эсенә ҡыҫтырылған ағас айырсаны септәләй туҙған гимнастеркаһы эсенән алып,  сымды күтәрҙе:  бер, ике, өс, дүрт...  ун, ун бер, ун ике... уф, булды, нисәмә көндәр аслыҡ менән көрәшеп  йоҡарған һығылмалы кәүҙәһен тар ғына арауыҡтан электр уты йөрөтөлгән сымдарҙан аша ташланы ла егет тағы тынып ҡадлы: ун алты, ун ете... Көслө прожектор уты, һәр нәмәне ҡапшап ҡараған күҙҙәй, егеттең тиргә мансылған арҡаһын һыйпап үтте. Йәшлек дәрте, азатлыҡ хыялы ниндәйҙер көс бирҙе егеткә. Барый яҡындағы ағаслыҡҡа бәреп инде, тиҙерәк ергә һуҙылды: бер япраҡ та ҡыбырламай, ел дә иҫмәй ине.  Ят ер тупрағы уны үҙенә һыйындырҙы: бер мәлгә хатта төнгө ҡоштар ҙа тын ҡалды, прожекторҙың әрһеҙ яҡтылығы ағас баштарын телеп үтте  лә яңынан юғалды. Ә егет үҙ һулышын ер һулышы кеүек тойоп, тотҡонлоҡ ояһынан тағы-тағы алыҫыраҡ шыуышты.
Алыҫтағы эттәр тауышы ҡолағына салынып уянып киткәндә, көн кискә ауыша башлағайны. Туптар тауышы ла яҡынайған кеүек. Нисек түҙеп ятырға? Төн пәрҙәһен түҙемһеҙләнеп көткән егетте ҡалтырау биләп алды. Эңер яҡтыһының яйлап һүнә барыуын күләүектәрҙәге һоро яҡтылыҡ аша самалап, егет урман тынлығын тыңланы. Алыҫтағы утлы һыҙат ҡуйы ағаслыҡ араһынан юлаҡ-юлаҡ булып күренеп, Барыйҙы ҡанатландырҙы, үҙенә әйҙәне. Барған һайын аҙымы баҙыҡланды, арыу, асығыуы онотолдо: алда тик бер яҡты маҡсат – бына ул фронт һыҙығы! Бер туҡтауһыҙ яңғырап торған атыу тауыштары, инде яҡында ғына ярылған йәҙрә  шартлауҙары егетте утлы өйөрмәгә алып инде: “Беҙҙекеләр ата, беҙҙекеләр!” – тип тантана итте уның йөрәге. Күҙҙәренән атылып сыҡҡан әсе лә, татлы ла күҙ йәштәрен  тыймай, шул утлы даръя эсенә ынтылды, йүгерҙе, сапты, йығылды, шыуышты, тағы торҙо, тағы йүгерҙе. Әйтерһең, уның еңеүен тантана итә ине был утлы даръя! Уның йөрәгендә ҡайнаған уттар ҙа ана шулай ярһый, ашҡына, еңеүгә ынтыла...
– Туҡта! Ҡайҙа сабаһың? Ҡулдарыңды күтәр! Һин кем? Ҡоралың ҡайҙа? – үҙенә йүнәлтелгән винтовка көбәген күргәс тә,  был һорауҙарҙың русса яңғырауын аңлап,  Барый йылмайып ебәрҙе: беҙҙекеләр!
“Тәки килеп еттем!” – тип мығырланы ла егет ергә ауҙы. Күҙҙәрен асҡанда, лазарет кеүек ерҙә ята, ләкин тәҙрәләрҙә тимер рәшәткә. “Тимәк, Сәләхетдин дөрөҫтө һөйләгән”, –  тигән уйынан ул тиҙ үк тороп ултырҙы. Ишек бикле ине. Эстәге хәрәкәтте ишетеп, винтовкалы һалдатты эйәртеп бер майор инде. 
– Йә, һайрап ебәр, ҡайҙан килеп сыҡҡан ҡош һин?
Барый күптән әҙерләнгән, факттарға нигеҙләнгән яуабын бирергә ашыҡты. Ләкин уның грамоталы, тос яуабы майорға кире йоғонто яһаны:
– Но-но-но! Бик аҡыллы булып ҡыланма! Баштан алып яңынан һөйлә, ниндәй шарттарҙа немецтар ҡулына эләктең? Унда нисек һине был яҡҡа сығырға әҙерләнеләр? Ниндәй заданиелар бирҙеләр? Кемдәр менән бәйләнешкә инергә тейешһең?
... Инде туғыҙынсы ай бер үк һорауҙар, бер үк мөнәсәбәт! Һис юғында туҡмамаһалар ине! Үҙебеҙҙекеләр бит! Нимә теләгәндәрен әйтһәләр, барыһын да һөйләп бирергә әҙер бит егет.
– Барый Әлибаев – допросҡа! 
Өҫтәл артында бөгөн икенсе хәрби кеше  ултыра ине. Өлкән лейтенант, урынынан тороп, күп айҙар буйы допростан йонсоған егет ҡаршыһына баҫты:
– Ғәйебеңде нисек юйырға уйлайһың?
– Ғәйебем – дошман утынан тере ҡалыуым ғына. Әгәр ул да ғәйеп икән, мине яңынан шул ут эсенә ебәрегеҙ! Дошманды үҙ ҡулдарым менән юҡ итергә теләйем. Ватаным, ата – әсәм өсөн, еңеү өсөн! Мин тик шул уй менән генә плендан ҡастым, өсөнсө тапҡыр ҡасҡанда, үҙебеҙҙең яҡҡа килеп сыҡтым, – тине егет бер тын алышта. 
Күрәһең, өлкән лейтенант күпте күргән, егеттең ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәрен күңел күҙе аша үткәрҙе, ахырыһы, һынсыл ҡараш менән егеткә баштан-аяҡ талапсан ҡараны ла:
– Дә, яҡташ, аҡланыр өсөн үҙеңде күрһәтергә кәрәгер, тик штрафбатта, – тине ҡарашын егеттән алмай ғына.
– Бөгөндән әҙер! – тине Барый,  һалдаттарса тура баҫып. 
Уны тиҙ арала штрафбатальон формированиеһына ебәрҙеләр, обмундирование, хатта винтовка ла биргәс, Барыйҙың күңеле тынысланды: маҡсатына иреште ул. Дошман менән алышта үҙен һынатмаясағын ул яҡшы белә ине. 
дошман еңел генә бирелергә теләмәй ине. Ҡала ситендәге ауылды һәр өйҙә бикләнеп ут асып ятҡан дошман һалдаттарынан таҙартыу, өңдәренән ҡыуып сығарыу өсөн штрафбатальон отрядтары ебәрелде. Барыйҙар подраз­делениеһы ла Берлиндан ике генә саҡрымда ятҡан Лонау ауылын таҙарта башланы. Фашистар ауылдың мәктәбенә бикләнеп алған, етмәһә, ундағы бала-сағаны сығармай, ут аса, һуңғы алышын, үлемесле бәрелешен алып бара. Барыйҙар ике һуғышсы менән мәктәптең артҡы яғына сығып, беренсе ҡаттағы тәҙрә аша эскә үтеп инде. Улар ингән бүлмәлә тиҫтәнән ашыу бала, баштарын ҡосаҡлап, ҡурҡышып, иҙәнгә түшәлделәр. Күрше бүлмәгә үтеп инеү өсөн ҡыҫҡа очередь биреп, Барый алға ташланды, Коридорҙан асыҡ ишеккә  граната ырғытты. Шартлау яңғыраны, көслө һауа тулҡыны уны аяҡтан йыҡты. Ул шыуышып яңынан балалар ҡалған бүлмәгә ашыҡты. Тәҙрә аша уларҙы берәм-берәм урамға төшөрә башланы. Балалар ҡуйы аллея ышығына һибелде. Икенсе ҡаттан атыу тауыштары тынмай, тимәк, дошман тере – Барый шунда ашыҡты. Баҫҡыс аҫтынан дошмандарҙы берәм-берәм сүпләп торҙо. Әммә көстәр тигеҙ түгел ине. Мәктәпкә совет һалдаттары килеп ингәнсе, ҡоторонған дошман бер-бер артлы ике граната ташланы. Хәле бөтә башлаған Барый, винтовкаһын көс-хәл күтәреп, очередь бирҙе – атыу тауыштары тынды. 
Иҫен юя башлаған Барыйҙы күтәреп лазаретҡа алып барғансы муйынынан ҡан аҡты:
– Һинең өсөн Ватаным, һуңғы тамсы ҡаным... – тигән уй мейеһен ярып үтте лә күҙҙәре йомолдо.
Ә урамда 30 апрель – Еңеү көнөнә бары туғыҙ көн ҡалғайны. Һәләк булған һалдаттар өсөн туғандар ҡәбере ҡаҙылды. Шул саҡ ҡәберлек янына өлкән йәштәге ябай кейемдәге немец килеп баҫты: ул үҙенең ошо мәктәп директоры икәнен һәм бер үтенесе барлығын әйтеп бирҙе:
– Ошо һалдаттар араһында минең уҡыусыларымды үлемдән ҡотҡарыусы егет тә ята, тинеләр. Уны мәктәп эргәһенә, айырым ҡәбергә күмәйексе, – тине ул кеселекле итеп.
Батальон командиры шунда уҡ был һалдаттың кем булыуын асыҡланы:
– Борис Хазикович Алибаев, – тине ул ҡоро, ләкин йөрәкһегән тауыш менән, – алынған яраларынан лазаретта үлгән.
Лонау ауылы янында бына шулай өсөнсө һанлы ҡәбер ҡалҡып сыҡты. Унда ябай ғына һүҙҙәр яҙылғайны: “Бында немец балаларын үлемдән ҡотҡарған Алибаев Борис Хазикович ерләнде.  1924 – 1945 йй”. 
Ерләү йолаһы тамамланып, залп бирелгәс,  командир янына Барыйҙың яуҙашы килде:
– Борис Хазикович – ул Барый Хажиғәле улы Әлибаев була.  Башҡортостандан.  Похоронкаһына шулай яҙығыҙ, ата- әсәһе аңламай торор.
– Ә ниңә ул исемен үҙгәртте?
– Штрафбатта хеҙмәт иткән улдары өсөн яҡындарына ауыр булмаһын, ти торғайны. Шуға исемен үҙгәртте. 
– Ярай, туғандарына үҙ исемен яҙып ебәрербеҙ, – тине командир, һүҙҙе йомғаҡлап.
  Бөйөк Еңеүҙең  30 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Барыйҙың берҙән-бер һеңлеһе Берлин ҡалаһының Лонау ауылы мәктәбенән саҡырыу хаты алды. Унда “Алибаев Борис Хазикович беҙҙең мәктәп балаларын ҡотҡарып, батырлыҡ күрһәтеп һәләк булған. Уның исемен мәктәптең бер отряды йөрөтә. Һеҙҙе байрам тантаналарына саҡырабыҙ”, – тип яҙылғайны.

Читайте нас: