Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Март , 07:00

Ир бәхетем бары ете йыл...

***

Ҡулымдағы күстәнәсемде тотоп, Мәстүрә инәйгә килеп ингәндә көн кискә ауышҡайны инде. Бер урам­да йәшәгән оло ҡыҙы Заһиҙә апай уға өҫтәл әҙерләп йөрөй, ә инәй йомшаҡ диванға ултырған да, алдына сәй килтергәнде  сабыр ғына көтә. Һаулыҡ һорашыуға ул мине түргә әйҙәне.
Мәстүрә инәй беҙгә алыҫ ҡына туған тейеш кеше. Ғаиләбеҙ менән артыҡ аралашып бармайбыҙ. Бөгөн дә уның ҡалала йәшәгән ейәнсәренең сәләмен күндерергә генә килдем. Зилә менән беҙ инде бала саҡтан дуҫ – өләсәһенә ҡунаҡҡа килгә­нендә таныштыҡ та, бөтә йәйҙе бергә үткәрә торғайныҡ.
– Хәлдәрең нисек, Мәстүрә инәй? Ни эштәр бөтөрәһең? – тип оло инәйҙең хәл-әхүәлен белештем.
– Эй, балам, ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр икән. 80-гә етеп ки­ләм бит, таяҡһыҙ йөрөп булмай, күҙлекһеҙ күрмәйем. Ит сәйнәргә теш юҡ, ә сә­лә­мәтлекте әйтеп тә тораһы түгел – һыҙ­ла­маған ерем ҡалмай китә. Әлдә генә аҡы­лымды алмай Хоҙай, тип рәхмәт уҡыйым. Зарланып ултыра, тимә, балаҡай, эсем бошҡандан ғына һөйләйем инде. Ҡартлыҡ сире көслө...
– Әсәй, бушты һөйләмә, ана, һинең ҡайһы бер йәштәштәрең ҡыя һикереп йөрөй әле, – тип һүҙгә ҡушылды Заһиҙә апай. – Сания инәй менән Фәриҙә апай сәхнәлә ты­пырҙатып бейей. Ҡартлыҡтан түгел һинең сирең, эштән. Ғүмер буйы беҙҙе, өс балаңды, кеше итәм тип, күрмәгәнеңде күрҙең инде. Инәйең бит өс эштә эшләне, – апай инде хәбәрен тәғәйен миңә һөйләй башланы. – Мәктәптә иртәле-кисле мейес яҡты. Ярай, ир-ат хеҙ­мәт­кәрҙәр, өлкән класс малайҙары көҙ көнө утын әҙерләп бирә. Әсәй таңғы сәғәт 6-ла тороп, эшкә юллана. Кистән киптерергә ҡуйған утындар менән мейескә ут тоҡандырып ебәрә лә, урынына кистән яғырға киптереү өсөн мейес башына утын ташый. Өс бинала урынлашҡан мәктәптә барлығы 12 мейес. Уларҙың һәр береһен тоҡандырып, өҫтәп, йүшкәһен ябып ҡайтыуға беҙ мәктәпкә юлланған булабыҙ. Беҙҙе өләсәй ашатып, кейендереп оҙата. Ә әсәй ҡайтыу менән малға сығып китә: бесән һалырға, һыйыр һауырға, быҙауҙы эсерергә кәрәк. Инеп, тамаҡ ялғауына икенсе эшенә юллана: колхоздың меңәрләгән малына ашлыҡ ваҡланы (дробилка менән) ул. Көн һайын иртәле-кисле ашатыу өсөн 80 тоҡ көрпә әҙерләргә кәрәк. Үҫә биргәс, ял көндәрендә беҙ ярҙамға йөрөй башланыҡ. Ә унда тирмән эшләй башлау менән саң һәм он бураны ҡуба – ауыҙ-морондо яулыҡ менән ҡаплап, биҙрә менән тәүҙә ашлыҡ ташыйһың, аҙаҡ көрпәләрҙе тоҡтарға тултыраһың. Бригадир килеп, үлсәп алғас, ҡайтырға сығаһың – ауыҙ-моронға саң тулған була, төкөрһәң дә,  ҡап-ҡара булып сыға. Шул зыянлы эштә әсәй 20 йыл эшләне. Ҡайтып төшкө ашты ашай ҙа, тағы мәк­тәпте йылытырға йүнәлә. Уның араһында өйҙәге эштәрҙе башҡарып өлгөрә, мал ҡарай. Ял юҡ,  мейескә көн һайын яғырға кәрәк, мал да ял тип ашамай тормай. Тағы ла, ике аҙнаға бер тапҡыр балалар баҡсаһының керҙәрен йыуа ине ул. 50 таҫтамал, 25 урын-ер ҡаралдыһы – машина йыуһа ла, сайҡатыу һәм үтекләү ҡул менән башҡарыла. Ҡыш көнө киптереп алыу бер бәлә. Әсәйҙең йәйгә эше кәмей, мейес яғырға кәрәкмәй, мал да көтөүгә сыға (яңы быҙаулағандарына ғына биш тоҡ көрпә  кәрәгә тәүлегенә, аҙнаныҡын бер көндә үткәреп ҡайта). Әммә уны башҡа мәшәҡәт баҫа – 20 сутый баҡса, сөгөлдөр баҫыуынан өлөш, ике һыйырҙың ағын эш итеү, бесән менән утын әҙерләү. Атайыбыҙ үлгәндә миңә – дүрт, Илгизә һеңлемә ике йәш ине, ә Илшат ҡустыбыҙ тыуып та өлгөрмәгәйне. 28 йәшендә тол ҡалған әсәй беҙҙе кешенән кәм-хур итмәй үҫтерҙе. Атай колхозда электрик булып эшләгән, ямғыр ваҡытында һауын йәйләүендә ут һүнгәс, сәбәбен асыҡлау өсөн транс­форматорҙы тик­шергәндә токтан һуғылып үлде. Эш мәлендә вафат булыуға ҡа­рамаҫтан, колхоз бер ваҡытта ла ярҙам итмәне. Бер йылды хәтерләйем әле, әсәй һуҡыр эсәгенә операция яһатып, бүленгән сөгөлдөр өлөшөн утай алманы. Шуны тәнҡитләп, бригадир йыйылышта һөй­ләгән, етмәһә, утын-бесән ташыр мәл еткәс, трактор бирмәнеләр. Аптырағас, әсәй райком етәксеһенә ялыу ебәргән. Яңы йыл байрамы алдынан утынлы-бесәнле булдыҡ. Бына шулай, һылыу, әсәйебеҙ ғүмер буйы эш тип йәшәне. Йәйен-ҡышын дүрт сәғәт йоҡо менән йөрөнө. Һаулығым юҡ, тип зарлана. Шул эш тип бөткән дә инде ул. Ярай, ярҙамға, беҙҙе үҫтерешергә, ата­йымдың әсәһе – ҡәрсәйебеҙ булды. Ашарға бешерҙе, йортто ҡарауылланы, беҙҙе тәрбиәләне. Ҡәрсәй әсәй менән 37 йыл бер йортта йәшәп, уның ҡәҙер-хөрмәте, тәрбиәһе менән әхирәткә күсте. Урыны ожмах түрҙәрендә булһын, әсәй унһыҙ бар ауырлыҡты еңеп сыға алмаҫ ине... – Заһиҙә апай ҡапыл урынынан һикереп торҙо. – Ай, хәбәргә әүрәп, ҡа­мырымды онотҡанмын бит. Ярай, һылыу, әсәй, һеҙ икәүләп сәй эсегеҙ, һөйләшеп ултырығыҙ, йәме, мин өйгә йүгерҙем. Әсәй, кис, бәлеш бешеп сыҡҡас, тағы килеп әйләнермен...
– Ярай, ярай, борсолма. Ваҡытың бул­маһа, килеп ыҙаланмаһаң да булыр. Иртәгә ашатырһың әле. Ул тиклем үләғарт тү­гелмен, үҙемде ҡарай алам бит... – Мәстүрә инәйҙең аҙаҡҡы һүҙҙәрен сығып киткән ҡыҙы ишетмәй ине инде. – Шунан, ҡыҙым, хәлдәрең нисек? Апайың һүҙгә әүрәтеп, хәлдәреңде лә белешмәй ултырам. Әсәйең һау-шәпме?
– Һәйбәт кенә, инәй, эшләп йөрөйөм. Әсәй ҙә нисауа ғына.
– Аллаға шөкөр, тигән. Бик шәп. Кейәүгә сыҡманыңмы?
– Юҡ, әллә ни ҡабаланмайым. Өл­гө­рөрмөн әле.
– Улай тимә, балаҡайым, улай тимә. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була. Иң тәүҙә шуны аңларға кәрәк: ир менән йәшәгәндә донъяның ярты мәшәҡәте уның өҫтөнә ята. Аҡса таба, мал ҡарай. Ҡала ерендә эш аҙ инде, әммә барыбер тик ятмаясаҡ ул. Бына әле Заһиҙә апайың мине, өс эштә эшләне, ти. Сараһыҙҙан эшләнем. Ирем булһа, тирмән юлына аяҡ та баҫмаҫ инем. Нужа йөрөттө. Мин бит олатайың менән алты йыл ғына йәшәп өлгөрҙөм – 28 йәшемдә тол ҡалдым. Ир затынан бәхет булманы – атайһыҙ үҫтем. Һуғыштан һуң ирҙәр булмағас, ҡарт ҡыҙ булып ултырған әсәй үҙенә иптәш итеп кенә тапҡан. Кейәүгә яратып сыҡҡас, эй шатланғайным, бәхетем оҙаҡҡа булманы. Инде берҙән-бер Илшат улыма өмөт бағлай инем – ауылда төпләнер, бер йортта йәшәмәһәк тә, ишек алдына йорт һалып, нигеҙҙе нығытыр, тип уйлағайным да бит. Тик уныһы ла 11 йәше тулғас та, хәрби осоусы булам, уҡырға кәрәк, тип ситкә китте. Ярай, иҫән-һау булһын, ғаиләһе имен булһын инде. Миңә шылтыратып хәлемде белеп, ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөһәләр, булды. Ә бына Заһиҙә апайың хәс мин – эшкә шәп, бөтә ергә өлгөрә. Оло бала булғас, бала саҡтан уға күберәк көс төштө. Иркәләү, яратыу түгел, һөйләшеп ултырырға ла ваҡытым булманы бит. Шуға ҡәрсәһен өҙөлөп ярата – уның итәгендә үҫте. Яманлап, әрләп бер һүҙ әйттермәй.
– Ә ниңә, инәй, әллә әрләрлек хәлдәр ҙә булдымы?
– Ата-аҡ, 37 йыл буйы була инде ул! Тормош бит ул. Бергә йәшәгәндә әрләшеп ултырырға ваҡыт та, хәл дә булманы. Табаным иҙәнде тоймағандай булғас, карауатҡа килеп ауам да, баш мендәргә тейеү менән йоҡлап китә инем. Иртәнсәк саҡ уянып, баш ҡалҡытаһың. Ә эштән арыған саҡта әрләшеү түгел, һораған һорауға яуап бирерлек тә хәл булмай. Шуға хәҙер талашып йәшәгән ир менән ҡатынды йәки урамда телләшкән ҡатындарҙы күрәм дә, эш етмәй быларға, тип уйлап ҡуям. Ҡәйнәм уҫал ине, талашһаң, көнөнә ун сәбәп табылыр ине. Өндәшмәгәнлек менән үтте. Кеше менән аралаштырманы, күршеләргә йомош менән ингәндә лә сәғәткә ҡарап торҙо. Үҙе лә, 40-ҡа етмәҫ борон тол ҡалып, Сәлимде бер үҙе үҫтергән. Яҡшы яҡтары ла күп булды ҡәйнәмдең. Балалар өсөн тыныс булғас, мин көнө-төнө тигәндәй эшләнем. Ҡайтҡан-киткәндә аш-һыу өҫтәлдә әҙер ултырҙы, аҡсаны ла тота белде. Нимәһе ҡыҙыҡ, минең эш хаҡын мәктәптән дә, садиктан да,колхоздан да үҙе барып ала ине. Балаларға тигән пенсияны ла үҙенеке менән бергә ала. Әйтһәң, әҙәм ышанмаҫ, үҙемдең эш хаҡымдың күпме икәнен 54 йәштә, пенсия юллай башлап, справкалар алғанда белдем. Анан инде күп тә үтмәне, ҡәйнәм вафат булды. Әммә аҡса уның ҡулында булыуы һәйбәт тә булғандыр, тим. Һыҡ­мырыраҡ, әммә йыйынтыҡлы әбей ине. Бер тинде лә ситкә ебәрмәне. Өй һалыуы мәшәҡәтле, тип ошо әҙер яңы өйҙө алдыҡ. Балаларға ла матур итеп туйҙар үткәрҙек. Ҡыҙҙарҙың икеһен дә мал менән оҙаттыҡ, Илшатҡа ла фатир алғанында ҡәйнәмдең йыйын­ты­ғынан ярҙам булды.
– Йәшләй тол ҡалғас, күҙ һалыусылар булғандыр инде, берәйһенә кейәүгә сы­ғырға ла ҡуйырға кәрәк булған.
– Үҙемдән бигерәк балалар ир һүҙенә, наҙына мохтаж булды. 1-се класҡа уҡырға барғас, Заһиҙә илап ҡайтып ингән: “Бөтәһенең дә атаһы бар, минеке генә юҡ”, – ти. Телһеҙ ҡалдым. Ярай ҡәйнәм: “Һинең дә атайың бар, тик ул вафат. Һеҙҙең үҫкәнде, нисек уҡығанды ситтән генә ҡарап тора,” – тип йыуатып ҡуйҙы. Ху­жалыҡта ярҙам итергә гел генә ҡәйнәмдең бер туған ҡустыһы Әхмәт ағай килә ине. Илшат уға   эйәреп йөрөй, эшләшкән була. Бер көн тегенең ола­таһына: “Һиңә атай тип әйтергә рөхсәт итәһеңме? Әтеү минән малайҙар атайһыҙ тип көлә”, – тигәнен ишетеп ҡал­дым. “Һин атай тимә, ә бауай тип әйт, йәме. Шунан малайҙарға, һеҙҙең атай­ҙарығыҙ бар, ә бауайығыҙ юҡ, ә минең ауылға бер бауай бар, тиерһең. Ысынлап бит, улар баш­ҡаларға ҡартай йәки олатай тип кенә әйтә ала. Ә мин һиңә бауай булам,” – ти Әхмәт ағай. Бала ни риза булды, ҡайҙа барһын. 
Өйләнергә теләүселәр йәш саҡта күп кенә булды, дөрөҫөн әйткәндә, күрше ауылдан Ғәлиәскәр исемле ирҙән сәләм килгәс, шатланғайным да. Яҡшылап белмәһәм дә, оҡшай ине үҙемә. Әммә ҡәйнәм икенсегә кейәүгә сығыуыма ҡаршы булды. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, ейән-ейәнсәрҙәрен үгәй ҡулына биргеһе килмәне. “Сығыр булһаң, үҙең генә китәһең. Берҙән-бер баламдың балаларын ситкә ебәрмәйем. Әле хәлем дә, аҡылым да бар – үҙем ҡарармын!” – тине. Ә мин нисек инде күрәләтә балаларымды ҡалдырып, иргә барайым. Ир бәхетем шулай ете йыл ғына булды минең. Донъя ла матур, балалар ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ кил­термәне. Тик һөйөп-һөйөлөр саҡтарым яңғыҙ үтте. 
Бер ҡыҙыҡ хәл дә ғүмергә онотолмаҫлыҡ булды әле. 40-ты үткәйнем инде, әммә төҫ ташламағанмын, заманына күрә ҡәҙимге матур ғына ҡатынмын. Колхоҙға нин­дәйҙер тәжрибә үткәрергә аспирантурала уҡыған 25 – 30 йәштәрҙәге йәш егет килде. Та­ныштыҡ, һөйләштек, миңә иғтибар күрһәтә башланы. Үҙенсә эш мәлен романтикаға әүерелдереп, үҙенән оло ҡатын менән түшәк бүлешкеһе килгәндер инде. Минең дә йәш егет иғтибарынан күңел күтәрелеп китте. Кешегә һиҙҙермәй генә аулаҡта ҡалырға тырышабыҙ. Бер генә ҡосаҡлашып үбешеп өлгөрҙөк – әллә берәйһе һиҙеп ҡәйнәмә еткерҙеме, әллә үҙенең һиҙемләүе көслө булдымы – тағылып алды бит миңә. Йәнәһе, миңә эштә ярҙам итә – бергә бара, бергә ҡайта. Хатта еләк йыйырға ла, бесән сабырға ла үҙемде генә ебәрмәне. Теге егет ҡайтып киткәйне, ярҙам тураһында бөтөнләй “онотто”. Бер яҡтан был ҡылығы өсөн дә уға рәхмәтлемен – даным сыҡманы. Кем белә, әгәр ул егет менән осраша башлаһаҡ, кеше һиҙер, һүҙ таралыр, аҙаҡ башҡа ирҙәрҙән еңел-елпе тәҡдимдәр башланыр ине. Ә хәҙер намыҫым таҙа...
Мәстүрә инәй менән тағы әллә күпме һөйләшеп ултырып, ул миңә үҙенең тотош ғүмерен бәйән итте. Хатта Зилә әхи­рәтемдең әйткән сәләмен дә тапшырырға онотҡанмын – ҡайтҡас ҡына иҫемә төштө. Шулай ҙа бошонманым, ҡыҙыҡ телле, үҙенсәлекле яҙмышлы инәй янына тағы ла юлым төшәсәгенә шатланып ҡына ҡуйҙым. Һөйләйһе һүҙҙәре күп әле уның.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: