Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
27 Февраль , 07:00

Була торған хәл

(Хикәйә)

Ҡыш быйыл һалҡын килде. Быйма, тун, ҡолаҡсын кәпәсте әллә ҡасан онотоп, еңел куртка, ыҫпай ботинка, спорт стилендәге баш­лыҡҡа күнегеп алған бөтә ғәм һыуыҡҡа сыҙамай ҡала урамынан йүгерә-атлай йөрөй, магазин-офистарға һуғыла, бер талай йылынып сыға. Мине лә кейем магазинына ҡыш һалҡыны ҡыуып индерҙе.
– Рәхим итегеҙ. Һеҙҙе ниндәй кейем ҡыҙыҡһындыра? – мөләйем һылыу ҡыҙ алдыма килеп тә баҫты. 
– Рәхмәт, мин үҙем… – бындай әр­һеҙлек хәҙер ҡәҙимге күренеш булһа ла, аҙап ҡалдым. Был кибеткә килеп ине­үемдең маҡсаты башҡа бит. Бәлки, шуғалыр.
– Тауар кисә генә килде. Йәнең те­ләгәне бар. Бына ирҙәр күлдәге… – һылыуҡай мине яңғыҙ ҡалдырырға уйламаны ла. 
Күрәһең, хәҙерге һатыусыларҙың махсус курсын үткән. Кешене башкөллө арбарға һәм тауар алмайынса сығарып ебәрмәҫкә – бына төп бурысы уның. Элек сауҙа өлкәһендә һатып алыусыға бөтөн­ләй икенсе мөнәсәбәт ине. Ундайҙар, совет мәктәбен онота алмағандар, әле лә осрап ҡуя һәм үтә лә сәйер күренәләр. 
Яңы күлдәк алып кейергә әллә ҡасандан хыяллана инем. Тик аҡсаһын бер нисек тә тәғәйенләп булмай ҙа ҡуя. Ҙур булмаған эш хаҡын башҡа сығымдар ашап тик тора. Йә кер йыуыу машинаһы сафтан сыға, унан ҡалһа, бәләкәй малай мәктәптән курткаһын йыртып ҡайта, йә институтта уҡыған өлкәне, «финанстар романс уйнай» тип, SMS-сәләм ебәрә, көтөлмәгән башҡа сығымдар ҙа кеҫәгә һуғып ҡуя. Былайтып уңайы сығып торғас, күлдәктең хаҡын, фасонын самалап ҡарарға булдым. Һатыусы ҡыҙ ҡыуанып эшкә кереште. Береһен алып күрһәтә, икенсеһен төргәгенән сығарып тағатып, алдыма һала, яурындарыма йәтешләп ҡарай. Ҡайһыһын булһа ла маҡтай: «Килешә, тик һеҙгә генә тегелгән», – тип шикләнергә урын ҡалдырмай. Рәхмәт әйтәм дә, салбарҙар эленгән урҙалар теҙмәһенә яҡынлашам. Салбарҙы яңыртҡанда ла зыян итмәҫ ине, әлбиттә. Бишенсе йыл кейгән ирҙе ир иткән был кейемдең ултырышы һиҙрәй ҙә башлағайны шул. 
– Салбарҙар Төркиәлә тегелгән. Юғары сифатлы. Хаҡтары «тешләшмәй», – Розалия һылыу эргәмдә ине инде. 
Исемен түшенә тағылған бейдждан уҡып белдем. Эштә квартал премияһы вәғәҙә итәләр. Әгәр мулыраҡ эләкһә, салбар алып ебәреү ҙә юҡ түгел ине уйымда. Шуға бер нисәүһен кейеп ҡарарға йөрьәт иттем. Ысынлап та, салбарҙар насарҙан түгел. Әлеге лә баяғы кеҫә буш булғас: «Төбө тар, тегелеше оҡшамай», – тип сәбәп табып, ары атлайым. Унда ҡышҡы курткалар рәте теҙелеп киткән. 
– Өҫтөгөҙ йоҡағыраҡ, ағай, – Розалия миңә эҫенеп тә китте, буғай, ағайҙан һалдыра башланы. 
Эленеп торған курткалар ҡалын, әйтерһең, быйылғы ҡыштың сатлама һыуыҡтары менән килерен белгән ҡытай оҫталары. Тырышҡандар, килеш­тер­гәндәр. Алып ебәргәндә дан булыр ине. Ҡатын нисәмә йыл инде тун һорай. Уның өҫтөн бөтәйтә алмағас, үҙем дә иҫке йоҡа курткала йөрөй бирәм. Эленеп торған тауарҙар теҙмәһенә ымһынып ҡарап торҙом да, сығыу яғына ыңғайланым. Минән һаман нимәлер өмөт иткән Розалия аптырап артымдан эйәрҙе.
– Ғәфү ит, һылыу, мин магазинға йылынып алырға ғына ингәйнем, – тип аңлатырға мәжбүр булдым.
– Нисек инде йылынырға ғына? Утыҙ минут, тотош ярты сәғәт (!), ваҡытымды алып, шулай буш сығып китергә итәһегеҙме? – һатыусының мөләйем йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Уның ихласлығынан, итәғәтле төҫ-ҡиәфәтенән, йөрәккә май булып яғылған йылмайыуынан әҫәр ҙә ҡалмағайны. Алдымда уҫал, йәмһеҙ, күҙҙәре нәфрәт сәсеп торған утыҙ йәштәрҙәге ҡатын баҫып тора. Шул тиклем дә алдатҡыс булыр икән кешенең булмышы. Тәү күргәндә: «Ҡайһылай һылыу ҡыҙ бала», – тип уйлағайным, асылда, алдымда ярайһы ғына таушалған ҡатын баҫып тормаһынмы.  
– Мин бит борсолмағыҙ, үҙем генә тигәйнем, тыңламанығыҙ, – тигән булдым аҡланғандай.
– Тураһын әйтергә булған, йылынырға индем, тип. Һеҙ минең хеҙмәтемдән баш тартманығыҙ, артығыҙҙан йөрөттөгөҙ, – Розалия миңә бүлгән иғтибарына хаҡ һорағандай ныҡыша бирҙе. 
Артабан үҙемде аҡлап ни әйтергә белмәй торғанда күҙемә тәҡдимдәр һәм ялыуҙар китабы салынды. 
– Тәҡдимдәр һәм ялыуҙар китабын мөмкинме? – тинем. 
Розалия аҙап ҡалды. Йөҙөндә икеләнеү тулы эске кисерештәре сағылды. «Бер тинлек әйбер алырға ла хәленән килмәгән был әҙәм аҡтығы ялыу яҙырға уйлай», – тәүге уйын шулай уҡыным. Осҡон сәскән күҙҙәре аңғартты уны. Шунан икеләнде, буғай. Йөҙө ҡыҙыл тимгелдәр менән ҡапланды. Быныһы – кеше тураһында насар уйлауынан оялыу билгеһе булды, күрәһең.  
– Һатып алыусылар менән нисек итә­ғәтле мөғәмәлә ҡороуығыҙ тураһында маҡтап яҙырға ниәтем, – тип тынысландырам уны. 
Ошо мәлдә Розалияның кире сибәр­кәйгә әүерелгәнен күрһәгеҙ ине. Ҡуйсы, кешенең күҙ асып йомған арала теләһә ҡайһы сүрәткә инеүе мөмкинме? Алдымда албаҫты тормаймы? Башыма шундайыраҡ уйҙар килде. 
Дәрәжәһенә, байлығына, социаль статусына ҡарап ҡоролған кешеләр ара­һындағы мөнәсәбәттәр төрлөлөгөнөң бер өлгөһө, асыҡ сағылышы ғына ла баһа был. Уға һәр ҡайһыбыҙ көн дә шаһит. Аптырайһы түгел... 

Рәсүл Байгилдин.

Читайте нас: