Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
26 Февраль , 15:23

Һәр осраҡлылыҡ – яҙмыш бүләге...

* * *

Вадим менән Күп функциялы үҙәктә сиратта торғанда таныш­ҡайныҡ. Мин сит ил паспорты юллай инем, ә ул ниндәйҙер справка алырға килгән. Оҙон-оҙаҡ сиратты юҡ-бар һөйләшеп, көлөшөп үткәреп ебәрҙек тә, телефон һандары менән алыштыҡ – мебель эшләү оҫтаханаһында эшләгәнен әйткәйне, артабан аралашыуҙан баш тартманым. Аралашыу бары тик ватсапта, «хәйерле иртә», «байрам менән!» тигән яҙыуҙар менән барҙы. Бер йыл элек бер-беребеҙҙе бөтөнләй онотҡайныҡ инде. Яңы йыл байрамдары алдынан Вадимдан тағы ла хәбәр килеп төштө: «Апай, мин дауаханала ятам, оҙаҡҡа китте шикелле. Уҡырға башҡортса китаптар кәрәк ине».
Нимә булды, тип һорауыма ул: «Булды инде))) Аҡылға ултыртып маташтылар», – тип кенә яуапланы. 
– Ә ниндәй китаптар кәрәк һуң? 
– Ниндәйе бар – шулар.
Өйҙә булғандарын барлап, һайлап, бер пакет китап күтәреп, ҡала үҙәгендәге дауаханаға барып инеүгә, Вадим ишек төбөндә үк көтөп тора ине инде. Аяғы гипста, ҡултыҡ таяҡтарына таянып алған. Башы ла бинтҡа уралған, яраһы ҙур ғына, ахыры, һәр хәлдә ҡолаҡ янындағы бер урында ҡанлы тап тора. Күптәнге танышын күргәндәй, ике ҡуллап күрешеп кенә ҡалмайынса, ҡосаҡлап, арҡамдан яратып уҡ ҡуйҙы. 
– Мин ни, һин китап тигәс, бер пакет итеп күтәрҙем дә килдем. Тағы ла нимәләр кәрәк ине? Эргәләге магазинға барып килә алам, – тиеүемә, ул ҡабаланып ҡаршы төштө:
– Юҡ, апай, тик китап ҡына кәрәк. Ашарға күп, артығын һиңә лә биреп ҡай­тара алам. Ә бына китап һорап туғандарға, дуҫтарға шылтыратып бөттөм – береһендә лә юҡ. Булһа ла, русса ғына, тиҙәр. Шунан һине иҫкә төшөрҙөм. Әҙәбиәт даирәһендә эшләйем, тигәйнең бит үҙеңде.
– Эй, өйҙәрендә булмаһа, китапхананан алып торһалар ҙа булыр ине. Тапҡандар проблема...
– Эйе, йөрөнөләр, ти! Беҙ бит китап­хананың ишеге ҡайһы яҡҡа асылғанын да онотоп бөттөк бит инде.
– Йә, шунан, һөйләп ебәр хәлдәреңде: нимәгә былай матур мәлеңде дауаханала үткәрергә булып киттең?
– Һунарсы ағайҙар бына аҡылға ултыртып маташҡайны, артыҡ ҡыланып ташлағандар.
– Ниндәй һунарсылар? Ниндәй аҡыл?!
– Урмандағы инде. Борсолмағыҙ, бары­һына ла үҙем ғәйепле. Б. районына ҡунаҡҡа барҙым да, дуҫым мине нин­дәйҙер матур, шифалы һыулы шишмәгә алып барырға булып китте. Ете саҡрым тау юлынан барырға ғына тигәс, иртәнсәк баш төҙәткәнемде әйтеп торманым – ГАИ йөрөмәй бит инде унда. Ауылды сығып, күп тә үтмәнек, алда ниндәйҙер махсус машина тора, мигалкаһы ла бар. Мин аңды-тоңдо уйлап торманым, юл хәүеф­һеҙлеге хеҙмәткәрҙәре икән тип уйланым да ҡасып ҡотолорға булдым. Эскәнмен бит, эләгеп таныҡлыҡты алдырғы килмәй. Урман аша ауыл араһына инеп ҡотол­маҡсы булдым, тик улар мине ҡыуып тотто. Тик ҡыуған саҡта машиналары ағастарға бәрелеп, ныҡ ҡына зыян күргән. Бына икенсе юлы улай ҡыланмаһын өсөн мине бер аҙ аҡылға ултырттылар. Иң ҡы­ҙығы нимә: юл хәүефһеҙлеге хеҙ­мәт­кәрҙәре түгел ине улар. Тәбиғәттән фай­ҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һунарсыларҙы тикшереү буйынса рейдҡа сыҡҡан булған икән. Туҡтамағасым, рөхсәтһеҙ һунарсылыр, тип тағы ла нығыраҡ шикләнгәндәр ҙә, арттан ҡыуа төшкәндәр.
– Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иттеңме һуң? Күреүемсә, аҡылға ул­тыртыусының йоҙроғо ғына түгел, ҡулындағы ниндәйҙер ҡоралы ла тос ҡына булған.
– Юҡ, әлбиттә. Үҙем ғәйепле бит. Урман араһынан ҡастым, уларҙың машинаһы зян күрҙе. Ә шунда иғтибарлыраҡ булып, туҡтарға ҡушыу менән туҡтаһам, барыһы ла улай насар булмаҫ ине. И вапшы, эскәс руль артына ултырырға ярамай! Шуға полиция саҡыртып торманым инде. Етмәһә, Алексей исемле егет кисә генә хәл белергә килеп китте әле. Үҙе лә ҡурҡа, шикелле. Ғәфү үтенде.
– Мин барыбер аңламайым, аяғың һынырлыҡ, башың яраланырлыҡ булғас, ныҡ туҡмағандар бит. Инвалид булып ҡалһаң шунда...
– Апай, борсолма. Табиптар, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, ти. Һәм ғөмүмән, мин үткәндәргә байҡау яһайым да, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булырға кәрәк, тигән фекергә киләм. Тапалған фекер, әммә ысынбарлыҡ шулай. Һәр осраҡлылыҡ – яҙмыш бүләге ул. Ошондай осраҡлы­лыҡтар менән мин бит элегерәк үлемдән дә, хөкөмдән дә ҡотолоп ҡалдым бит.
– Нисек?
– Тәүге хәл студент саҡта булды. Колледжды тамамлай торған йылда  курста­шыбыҙҙың тыуған көнөн төнгө клубта билдәләргә булдыҡ. «Текә» егеттәр «текә» клубҡа йөрөргә тейеш, тип киттек өймәкләшеп «иң-иң» һаналған берәүһенә. Тик беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ «текә» күренһәк тә, баш ҡала «белгестәре» өсөн өтөк кеүек күренгәнбеҙҙер инде – 12 егеттең бишәүһе фейс-контролде үтә алманыҡ. Төнгө клуб ишеген танау төбөндә генә ябып ҡуй­ҙылар. Инеп киткән дуҫтарға көнләшеп, бер талай тапанып торҙоҡ та, дөйөм ятаҡҡа ҡайтып киттек. Шундағы актовый залға инеп, бер аҙ бейештерҙек, һыра ла һемерҙек. Ә аҙна башында колледжға барғайныҡ, шаҡ ҡатырлыҡ яңылыҡ ишетәбеҙ – курсташтарҙың барыһын да наркотик менән тотҡандар. Ундағы шау-шыуҙы, тикшереүҙәрҙе һөйләп кенә килештереп булмай. Нимәнән улай килеп сыҡҡандыр, белмәйем, бер кем дә аныҡлыҡ индермәне. Теге ете егеттең барыһын да уҡыуҙан ҡыуҙылар, хатта өсәүһен шартлы рәүештә хөкөм иттеләр. Ә бит был хәлгә тиклем улар бөтөнләй наркотик ҡулланманы. Һәр хәлдә күрше бүлмәлә йәшәгән Айгиз менән Сабирға шигем юҡ.
Икенсе осраҡ эшләй башлағас булды. Сентябрь аҙағы ине, ял алып, ауылға атай менән әсәйгә картуф ҡаҙышырға ҡайттым. Көндәр ямғырлы торғас, оҙаҡҡа һуҙылып китте. Эште саҡ ослап, Өфөгә барырға  сыҡтым. Район үҙәгенә барып етһәм, ҡалаға барған автобусҡа һуңға ҡалғанмын. Сумкамды йөкмәп, ауыл осона киттем – юлаусы машина менән Стәрлетамаҡҡа барып етергә ине иҫәбем. Туҡталышта тағы ла бер егет һәм ике ҡыҙ тора. Транспорт бик юҡ, ярты сәғәттән ашыу торҙоҡ, бер генә машина ла туҡтаманы. Шунда юлдаштарымдың береһе такси менән барырға тәҡдим итте. Беҙ ризалашҡас, кемгәлер шылтыратып, алып барырға өгөтләй башланы. Бер аҙҙан яныбыҙға «десятка» килеп туҡтаны. Сумкаларҙы багажникка урынлаштырып, үҙебеҙ ултырыу менән шофер: «Йәштәрҙе беләм инде мин, йә түләмәйҙәр, йә әйткән хаҡты бир­мәйҙәр. Танышым әйткәнгә генә ризалаштым, аҡсағыҙҙы алдан бирегеҙ», – тине. Беҙ ни үҙебеҙ риза булдыҡ бит, тыныс ҡына кеҫәләрҙе ҡапшай башланыҡ.
Тик минең аҡсанан елдәр иҫкәйне. Әсәйем фатир өсөн түләргә тип биргән биш меңәрлектәр ҙә, юлға тип һалып алған ваҡ аҡса ла. Бөтә кеҫәне әйләндерҙем – юҡ. Ир: «Аҡсаң юҡ икән, өйҙә ултыр. Ошолай булырын белеп тә алдан һораным инде. Донъя тулы хәйерселәр, ә мин уларҙы ташырға тейешме? Бар, төш!» – тип машинаһынан ҡыуып төшөрҙө. Багажнигынан сумкамды алдым да, ҡайһы яҡҡа барырға белмәй аптырап ҡалдым. Эстәгеләр менән хаҡын килешкәндәрҙер инде, машина ҡуҙғалып китте.Фатирға түләргә лә, юлға ла аҡса юҡ. Өфөлә аҡсаһыҙ йәшәп булмай. Ауылға ҡайтыуҙан да фәтеүә юҡ – әсәйемдәр һуңғы аҡсаһын биреп, мине оҙатып ҡалды. Үкереп иларҙай булып бер аҙ торҙом да, ҡабат кеҫәләрҙе аҡтара башланым. Юҡ. Ғүмерҙә юл сумкаһына аҡса, документ һалмайым, шулай ҙа аптырағандан уны ҡутара башланым. Һәм эске кеҫәһенән аҡсам килеп сыҡты. Ҡасан һалғанмын – һаман да аптырайым! Иҫемә төшөрә алманым.
20 минуттай ваҡыт үтеүгә, йөк машинаһы газель килеп туҡтаны. Өфөгә тиклем бара икән, шатланып шофер янына инеп ҡунаҡланым. Һөйләшә-һөйләшә юлды дауам иттек. Тик Стәрлетамаҡ боролошонда шаҡ ҡатырғыс хәлгә тап булдыҡ: юлдаштарымды ултыртып алған машина аварияға осраған! Уны танырлыҡ та түгел – имен ере ҡалмаған. Шофер менән ике ҡыҙ ерҙә ята, юл ситендә егет эсен ҡосаҡлап ултыра. «Тиҙ ярҙам» машинаһы килеп етмәгәйне әле. «Үлемдәренә табан ашыҡҡандар икән», – тип ҡуйҙы шофер ағай. «Бәлки иҫәндәрҙер?» – тим мин өмөтләнеп. «Иҫән булһалар, ситкәрәк сығарырҙар ине, юл уртаһында яталар бит бигерәк...» Ысынлап та, аҙаҡ интернет селтәренән хәбәр итеүҙәренсә, аварияла теге егет кенә иҫән ҡалғайны. Ә улар мине төшөрөп ҡалдырғас, нисек ҡайғыр­ғайным! Егет булмаһам, моғайын, ултырып илар инем. Ваҡыт үтеү менән шуны аңланым – ул осраҡлы тип һаналған күңелһеҙ хәлдәр мине күпме бәләнән, хатта үлемдән ҡотҡарып ҡалған! Шуға ла хәҙер ниндәйҙер эшем барып сыҡмаһа, ҡай­ғырмайым. «Аллаһы Тәғәлә ҙурыраҡ бәләнән ҡотҡарғандыр. Инде бәхеттәргә юл асһын», – тим дә ҡуям.
Вадимдың һүҙҙәренән һуң үҙем дә әҙерәк уйлана биреп ҡуйҙым. Тағы ла бер аҙ һөйләшеп ултыра биргәс, ҡайтырға йыйына башлағайным инде:
– Ә был осраҡ – туҡмалып дауаханала ятыуың һиңә ниндәй файҙа килтерҙе һуң? – тип һорап ҡуйҙым.
– Нисек инде? Бына бит, башҡортса китап уҡырға ниәтләнем. Мәктәп йылдарында мин бит «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» менән «Кәмһетелгәндәр»ҙе генә уҡыным. Аҙаҡҡы тапҡыр китап тотҡаныма 15 йыл ваҡыт үтте шикелле. Бында телевизор юҡ, мине ҡаҡҡылаған саҡта телефоныма ла өлөш эләккән – эшләмәй. Интернетҡа инә алмайым, һөйләшергә генә эшкинә. Шуға уйланым-уйланым да, әҙәби китаптар уҡырға булып киттем. Шәп бит?
Яңы дуҫымдың оптимистик кәйефе миңә лә күсте шикелле, ҡайтыр юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәне. Аҙаҡ ул һораһа, ниндәй китаптарҙы тәҡдим итергә икән, тип уйлана ла башланым.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: