Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Март 2023, 12:10

Наркоман туған емергән бәхет

Вәлинур ҡустым бер көндө эш­тән ҡанатланып ҡайтып инде. Һиҙҙермәҫкә маташты ул, әммә бығаса олпат күренергә тырышҡан, тәбиғәте менән тыныс туғанымда нимәлер үҙгәргәнен тәү ҡараштан аңланым. Башҡа ваҡытта ишектән инеү менән: “Ашарға әҙер түгелме ни? Ҡабаланам, дәрестәрҙе әҙерләргә кә­рәк бит. Һеҙҙең кеүек эш менән генә йәшәмәйем, иртә таңдан уҡырға...” – тип ашыҡ-бошоҡ ҡапҡыларға тотонһа, бөгөн алдындағы сәйен онотоп, уйға батты. Табындан торғас та китаптарына ҡапланманы. Ғүмерҙә булма­ғанса иртәгәһе көнгә кейә торған кейемен ентекләп барларға тотондо. Джинсы салбарына байтаҡ ваҡыт өс футболка араһынан килешлеһен һай­лай алмай хитланғандан һуң, ағын әҙерләп, элеп ҡуйҙы. Артабан ванна бүлмәһенә инеп бикләнде. 
“Һин янаһың, мин янамын,
Икебеҙгә бер яра-а-а-а...” – ғүмерҙә был йырҙы тыңлап ултырғанын күр­гәнем юҡ ине. Ҡарасы, попсаға тартыла башлаған түгелме? Бер мин генә түгел икән быға аптыраған.
– Был бала ғашиҡ булған түгелме?          8-се класты тамамлағанда шулай ҡы­ланып бер булғайны... – әсәй ҙә ул­тыр­ғыс арҡаһына элеп ҡуйылған кейемгә ҡарап ҡуйҙы.
Вәлинур Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөй. Тәүҙә колледж тамамлағас, үҙен үҙе аҫрай. Йәғни график буйынса “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтендә эшләп йөрөй. Ә диплом алғас, шунда уҡ хирург булып урынлашмаҡсы. Уҡыуы уртаса, әммә эштә гел маҡталып килә. Ҡаушап ҡалмай, пациенттарын тынысландыра ла белә, тип яраталар үҙен. Әллә ниңә күңеле бала саҡтан медицинаға тартылды. Физика, биология дәрестәренә барымы булмағас, уҡыуы ауыр бирелә. Ә бына анатомия һәм сирҙәр, уларҙы дауалау юлдары тураһында һүҙ сыҡһа, уға етеүсе юҡ. Ҡайһы саҡ, медицинанан алыҫ булған беҙҙе, шуны ла белмәйһегеҙ, тип әрләргә керешеп китә. Шул уҡ ваҡытта ярҙамсыллығы ла бар. Беҙҙе, туған-тыумасаны, күр­ше-күләнде дауалай, сөнки уға ышанабыҙ. Шаянлығы, йор һүҙлелеге бар, тик ниңәлер гел генә етди күренергә тырыша. Быға тиклем ҡыҙҙар тип иҫе киткәне юҡ ине әле (ул 8-се класта уҡығанда, үҙемдең шәхси тормош мөһимерәк ине, шуға Вәлинурҙың кисерештәренә иғтибар итмәгәнмен инде). Эш, уҡыу, көрәш секцияһы һәм сит телдәр буйынса өҫтәмә дәрестәр – башҡаса буш ва­ҡыты ла ҡалманы шикелле.
Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым, көҙгө ҡаршыһында еүеш сәсен те­геләй-былай тарап, үҙ ҡиәфәтенә үҙе һоҡланған егет янына барып баҫтым.
– Кем инде ул, 25 йәшенә етеп килгән аҡыллы, сабыр егеттең башын әйләндереүсе?
– Ныҡ һиҙеләме? – кире ҡаҡмай, тимәк, ысын. Мин баш ҡағам. – Фәнилә исемле матур ғына ҡыҙыҡай. Тик яҡшылап танышып булманы, бөгөн ауырыуҙарҙы күп килтерҙеләр. Шулай ҙа танышырбыҙ тип өмөт итәм, ул алып килгән егетте дауаханаға һалдылар. Исем-шәрифен яҙып алдым, иртәгә берәй йомош табып, янына инеп сығам әле. Һорашырмын...
– Ә теге ҡыҙ уның кәләше булып сыҡһа?
– Әллә. Икеһенең дә ҡулында балдаҡ юҡ ине... Шикелле...
– Һөйгәне булыуы ла мөмкин бит. Шуға күрә алдан уҡ аҡылыңды юйма, йәме?
– Ә һин минең өмөттө алдан уҡ өҙмә, йәме...
Бәхеткә күрә, Фәнилә ауырыу егет  Фәнилдең игеҙәге булып сыҡты. Вәлинурҙың беҙгә быға тиклем таныш булмаған романтик асылы ҡалҡып сыҡты: гитарала арлы-бирле сиртергә өйрәнеп, һөйгәненә йырҙар йырлап маташты. Быға тиклем яңы телефон өсөн тинләп тигәндәй йыйған аҡса­һының байтаҡ өлөшө гөлләмә һәм тәмлекәстәргә осто. Башҡа ваҡытта уҡыу менән үткән төндәрҙе дискотекалар, осрашыуҙар алыштырҙы. Әсә­йебеҙ ризаһыҙлыҡ күрһәтеп маташ­ҡайны ла, беҙ тыйып ҡуйҙыҡ. Егет кеше ҡыҙ йөрәген яуларға тейеш. Бы­лай ҙа башҡа класташтары трай тибеп йөрөгәндә ул тик уҡыу тураһында ғына уйланы.
Тора-бара Вәлинур күңелһеҙләнде, бер аҙ ҡыҙыу ҡанлыға әүерелде. Асылып китеп күңел хистәрен һөйләмәгәс, ни булғанын аңлай алмай бер булдыҡ. Фәнилә менән аралары өҙөлгән тиер инең, элеккесә осрашып торалар. Телефондан һөйләшкәндәрен дә ише­тәбеҙ. Оҙаҡ ҡына аңламай йөрөй торғас, сер үҙенән-үҙе асылды. 
Әсәйҙең юбилейын билдәләп үтергә булдыҡ. Кафеға саҡырыласаҡ ҡунаҡ­тар исемлеген төҙөй башланыҡ.
– Буласаҡ килен балаҡайҙы ла саҡырырбыҙ ул? – әсәйгә өндәшһәм дә, һорау ҡустыма төбәлгәйне. – Рәс­ми танышырға ла ваҡыттыр инде. Бер ыңғайҙан туғандар ҙа күрер, һынар, тигәндәй...
– Мин ни ҡаршы түгел, саҡырайыҡ. Моғайын, Вәлинурға өйләнеү тура­һында ла уйларға ваҡыттыр. Йәштәш­тәрең күптән башлы-күҙле  булды...
– Юҡ, әлегә таныштырмай торайыҡ, – әсәй башлаған һүҙен дә әйтеп бөтмәне, ҡустым бүлдерҙе. – Өйләнеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатмай торайыҡ. Ә инде бик тә бик Фәнилә менән аралашҡығыҙ килә икән, берәй көн  сәй эсергә саҡырырбыҙ. Тик мин әле тормошомдо уның менән бәйләргәме-юҡмы икәнен хәл итмәгәнмен!
– Бына һиңә кәрәкһә?! Ә ниңә улайһа йыл буйы уның менән осрашып, ҡыҙ баланы өмөтләндереп йөрөйһөң һуң? Үҙең әйттең, аҡыллы, матур, изге күңелле ҡыҙ, тип. Һиңә тағы ниндәй кеше кәрәк?
– Уртаҡ фекергә килә алмаған урындар бар. Мин уның тормошо булыуын теләйем. Ә ул һаҙлыҡҡа бата бара, бата бара. Етмәһә, үҙе артынан мине эйәртмәксе...
– Эсәме әллә?! – әсәй борсолоп, Вәлинурҙың янына уҡ барып ултырҙы.
– Юҡ, унан да ҡурҡынысыраҡ. Наркотиктар, әсәй. Үҙе түгел, ә игеҙәге Фәнил. Тик был проблема уларҙың бар­лыҡ ғаиләһен юҡҡа сығарып бара. Атайҙары эш тигән булып Себерҙән ҡайтып инмәй, әсәләре ауырыуға һабышты. Ә Фәнилә көнө-төнө туға­нын әпәүләй. Беҙ танышҡан көндә уның тәүге “ломка”һы булған. Ауы­рыуының сәбәбе асыҡланғас, улар аптырап ҡалды. Ярҙам итергә тырыштым. Медицина яғынан. Университет профессоры менән дә, үҙебеҙҙәге дауахана табибы менән дә һөйләштем. Бер юл бар: бикләп һалып дауаларға. Аралашыу даирәһенән, шикле дуҫтарынан айырырға. Кәрәк икән, йәшәү урынын алыштырырға. Ә Фәнил ғаиләһенең яратыуы, йәлләүе менән рәхәтләнеп файҙалана. “Мин бит ысын наркоман түгел, дауаланыу өсөн бер генә доза алам да, барыһы ла үтеп китә...” “Мин күптән ташланым, дуҫтар менән ос­рашҡанда бер тапҡыр ғына ҡул­ландым...” “Эштән ҡыуҙылар бит, ауыр мәлде үткәреп ебәрер өсөн генә ҡабат башлап торҙом...” Аҡланыуҙары күп, алдаша. Наркоман икәнен белеү менән, эштән ҡыуалар. Ә Фәнилә илай ҙа илай, илай ҙа илай...
– Ә ниңә ағаһы өсөн һөйгәнең менән арағыҙ һыуынырға тейеш һуң?
– Сөнки уның проблемаһы беҙҙе урап үтмәй. Дауаланырға ебәрегеҙ, тигәнде тыңламайҙар. Ә “ломка”һы башланһа, зинһар, ярҙам ит, тип миңә шылтыраталар. Буласаҡ табипмын бит, юлын табырыма ышаналар. Дүрт ай элек Фәниләнең тыуған көнөнә алтын алҡа бүләк иттем. Артыҡ ҡыйбат та түгел, әммә минең өсөн ул үтә ҡәҙерле ине: һөйгәнемә яһаған тәүге ҙур бүләк. Ә  туғаны аҙна ла үтмәй, шуны  урлап һатҡан. Асыуымдан әпәй шүрлегенә менеп төштөм. “Һин уның урлағанын күрҙеңме? Ни өсөн дәлилһеҙ ғәйеп­ләйһең? Бәлки мин уны үҙем юғалт­ҡанмындыр, ҡайҙа һалғанымды онот­ҡанмын бит!” – тип Фәнилә миңә асыу­лана. Әсәһенең картаһы ике ай һайын юғалып тора, шуға күҙ йомалар. Ахырҙа әйттем, һеҙ был ҡылығығыҙ менән уны упҡынға тағы ла нығыраҡ этәрәһегеҙ, тип. Аңламайҙар. Хәҙер ул өйҙә урлаша, артабан сит кеше әйберенә ҡул һуҙасаҡ бит. Ҡыҫҡаһы  шул: Фәнил дауаланмайынса, мин Фә­нилә менән тормошомдо бәйләмәйем. Наркомандарҙың, эскеселәрҙең тәү сиратта ғаиләһе зыян күрә. Үҙемә лә, балаларыма ла насар яҙмыш теләмәйем...
Вәлинурға ҡаршы әйтер һүҙ тап­маныҡ. Ишеткән яңылыҡтан шаңҡып ултырып ҡалдыҡ. 26 йәшлек егеттең тормошҡа, йәшәйешкә ҡарата нығына башлаған фекеренән дүндереү мөмкин дә түгел ине.
Мөхәббәт тарихы артабан оҙаҡ дауам итмәне: Вәлинур Фәнилә менән ара­һын өҙҙө. Ҡыҙ бала нисек кенә йәл булмаһын, мөнәсәбәттәрен һаҡларға өндәүебеҙгә ҡолаҡ һалманы. “Мин нин­дәйҙер наркоман арҡаһында ҡур­ҡыу, хәүеф, борсолоу менән йәшәгем килмәй. Беҙ әле үк, ғаилә булмаҫ борон, шул проблема өсөн әрләшәбеҙ, бәхәсләшәбеҙ. Артабан улар тағы ла артасаҡ. Мин Фәниләгә, ағайыңды ташла, тип әйтмәнем. Бары тик уны да­уаларға, тура юлға баҫтырырға кә­рәк. Имеш, унда бәйләп һалалар, па­латаға бикләп ултырталар, тип баш тарттылар. Дәлилләп арыным, “лом­ка”­лары мәлендә саҡыртыуҙарынан ялҡтым...” – тине ул. Моңһоуланды, ысынлап етдиләнде, өлкәнәйеп кит­кәндәй булды. Элекке кеүек уҡыу менән эшкә сумды. 
Вәлинур шул ваҡиғаларға теүәл алты йыл үткәс кенә өйләнде. Киленебеҙ Венера менән дә эш мәлендә та­нышҡан. Хирург булып эшләүсе ҡус­тыбыҙ уны ике тапҡыр үлемдән ҡот­ҡарған. Тәүгеһендә – юл фажиғәһенән һуң, икенсеһендә һуҡыр эсәгенә операция яһаған. “Ғүмеремде һеҙгә генә ышанып тапшыра алам”, – тигән ҡыҙға Вәлинур ҙа иғтибар иткән һәм дауахананан сыҡҡас дуҫлыҡ тәҡдим иткән. Бәхетле ғүмер итәләр кеүек, ике малайҙары үҫеп килә. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән стенала элеүле торған гитараға ҡарап, карауатта ятҡанын күрәм. Әммә ҡулына алып уйнағаны юҡ. Венера менән дуҫлаш­ҡанда ла, өйләнешкән саҡта ла ҡанат­ланып, осоп йөрөүен абайламаныҡ. Фәнилә, күрәһең, барыбер тәүге саф мөхәббәт булып, уның күңелен илерт­кәндер, ҡанатландыр­ғандыр, тип уйлап ҡуям.

    Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: