Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Ғинуар 2023, 07:00

Ҡыш бабайҙан хат

(Хикәйә)

Рәзинә Урманшина-Зәйнетдинова – Ғафури районының Юлыҡ ауылынан. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәре, әлеге ваҡытта декрет ялында. Ире Салауат менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Хикәйәләре республика баҫмаларында даими донъя күрә. “Килен шәле”  китабы “Йәш тауыштар” серияһында донъя күрҙе.


– Йәп-йәш башың менән эсмәгәс, тартмағас, ауырыуһыңдыр ул, хи-хи-хи! 
– Ете ағзам да теүәл. Мосолман кешеһенә быларҙың барыһы ла гонаһ һанала бит. 
– Осрашҡанда бергә бер ярты ла ултырып эсмәгәс, ул ниндәй кейәү булһын инде?! Йәп-йәш килеш ҡыҙымды ла төрөндөрөп йөрөтөргә уйлайһыңмы?   
– Уныһын үҙе ҡарар. Исламда кешене көсләү юҡ. 
– Күктән төшкән инопланетян кеүек икәнһең дә. Ха-ха-ха! – Асыҡ иҙеүле блузканан ярты түше күренеп торған ҡатын хахылдап көлөп ебәрҙе. 
– Әсәй! – Әсәһенең ҡыланышынан оялып ултырған ҡыҙы асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. 
– Ололар һөйләшкәндә һин ҡыҫылмай ғына ултыр! Ә һин, кейәү ишараты, башҡаса бында эҙең дә булмаһын! – тип, ишекте йүгереп барып тибеп асты Рәйлә. 
– Улай икән, мин дә китәм! – Миләүшә бесәй етеҙлегендә ҡапыл һикереп торҙо. 
– Тупһанан бер аяғың теге яҡҡа сыға икән, әсәйең юҡ тип иҫәплә! Артыңдан ҡарама көлө һибеп ҡалырмын! – Аяҡ кейемен эләктереп кенә кейеп сығып барған Заһит Рәйләнең һүҙҙәрен ярты-йорто ғына ишетһә лә, мәғәнәһенә төшөндө барыбер.
Буласаҡ ҡәйнәһе менән тәүге тапҡыр осрашып танауы төшөп ҡайтҡан ейәненең хәлен Хәлил ҡарт шунда уҡ аңланы. Кейәү менән ҡәйнә араһында борсаҡтары бешмәгән, тимәк. Шулай булыры алдан уҡ билдәле ине инде. Икеһе араһындағы айырмалыҡтар ер менән күк араһы кеүек бит. Рәйлә – ирҙән-иргә йөрөп, ике атайҙан тапҡан ике балаһын әсәһенә ташлап киткән, шайтанға алыштырғыһыҙ ҡатын. Заһит иһә – һәр аҙымын уйлап, үлсәп баҫҡан егет. Уның кеүектәр һирәк хәҙер. Шуға ла ҡәйнә ишаратына ни өсөн оҡшамауы көн кеүек асыҡ. Ейәненең ошо хәлдә ҡайтыуына үҙен беренсе тапҡыр ғәйепле итеп тойҙо Хәлил ҡарт. Заһит уҡырға төшкән йылды атаһы ситкә эшкә сығып киткәс, күпселек үҙе тәрбиәләне. Ейәненең үҫмер генә сағында дингә килеүенә лә ул сәбәпсе булды. Яҡшы менән яманды үҙ миҫалында төшөндөрөп йөрөй торғас: “Олатай, мин дә ураҙа тотам”, – тип уның ыңғайына тороп ултырҙы бер мәл. Әле иһә өҫ кейемен алмаштыра һалып, тирләп-бешеп утын яра башлаған ейәненә ҡарап, шуларҙы хәтеренә төшөрҙө. “Ир ҡорона ингән инде. Быйыл юғары уҡыу йортон тамамланы. Ауырлыҡтарҙы ла, һыҙланыуҙарҙы ла эш менән баҫып өйрәнгән. Башына насар уй килмәҫ”, – тип еңел һулап, өйгә табан атланы ҡарт.
Сер бирмәҫкә тырышһа ла, эстән генә ҡара көйҙө егет. Көнө  төнгә әйләнде. Ҡатындың әйткәндәрен ҡабат-ҡабат иҫенә төшөрҙө лә: “Әсәй кеше балаһына изгелек теләргә тейеш түгелме ни? Был иһә эсмәгәнлегенән, тартмағанлығынан мыҫҡыл итеп көлөп ултыра”, – тип, берсә аптырап, берсә әсенеп уйланы. Етмәһә, Миләүшәне урамға сығыуҙан, уның менән аралашыуҙан ҡырҡа тыйҙы шикелле. Ҡыҙ бәйләнешкә лә инмәй, осраша торған урындарына ла килеүҙән туҡтаны.
Заһиттың ауыҙы бешеүенә Артур исемле дуҫының иҫе китмәне.
– Аҡсаң булһа, ҡыҙҙар үҙҙәре йүгереп килә. Әйҙә, минең менән яҡуттар яғына, –  тине вайымһыҙ ғына.
– Яратып ҡарағаның юҡ, ахырыһы. Ҡыҙҙарҙың  барыһын да бер епкә теҙергә кәрәкмәй.... 
– Кәрәкме-юҡмы –  белмәйем. Әммә Миләүшәңде икенсе берәү яусылаған инде! Әсәһенең дуҫының улы, икенсе аҙнаға никах уҡыталар, ти, – тине Артур белдекле тауыш менән. 
– Ҡайҙан ишеттең? Кем әйтте? 
– У-у-у, көс бар икән үҙеңдә! Яғаны ебәр башта! – тине Артур, Заһиттың көслө ҡулдарынан арынырға тырышып. 
– Ғәфү... Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым... – Ҡып-ҡыҙыл булған егет ҡапыл хәлһеҙләнеп, утын яра торған түмәргә барып ултырҙы. 
– Ярай, бер ялбыр баш тип, танауыңды төшөрмә инде. – Әле генә дуҫының нисек  зитына тейергә белмәй торған Артур хәҙер тынысландырыуға күсте. 
– Ҡасан эшкә китергә тинең? 
– Бына был исмаһам, егеттәрсә! Иртәнән һуңға таң менән юлға... Әтеү ни, танауыңды төшөрөп...
Өйләнәм, йорт күтәрәм, тип йөрөгән Заһиттың тормошонда шундай ҡырҡа үҙгәреш булыр тип кисә әйтһәләр, егет үҙе лә ышанмаҫ ине. “Ни хәл итәһең инде. Бәндә – теләй, Алла – бойора, тип олатаһы йыш ҡабатлай бит. Тимәк, ғаилә башлығы булырға миңә әле яҙмаған”, – тип уйлана-уйлана юлға, оҙайлы сәфәргә, йыйынды.
Кеше аяғы һирәк баҫҡан, сатлама һыуыҡтары менән елеккә тиклем үткән ҡырыҫ ҡыштар булған ергә һәр кем төрлө уй, төрлө маҡсат менән килә. Берәүҙәр ғаиләһен туйындырыр, үҙен ҡоллоҡҡа алған ипотека, кредиттарынан ҡотолоу өсөн сығып китә. Икенселәре бисәнән-бисәгә йөрөп, аҙып-туҙып йөрөп арығандан һуң, барып төртөлөр урын тапмай башлағас, ситкә  китеүҙе ҡулай күрә. Заһит кеүек үҙ-үҙенән ҡасырға маташыусылар ҙа юҡ түгел. Тик ундайҙар һирәк, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Дөйөм ятаҡҡа  урынлашып, бер нисә көн үткәс тә, ошондай һығымта яһаны егет. Дуҫы Артурҙы урман араһына, төпкәрәк күсерҙеләр. Ете-һигеҙ кеше эшләгән урында, улар вагон-өйҙәрҙә йәшәйәсәк икән. Заһит иһә көндөҙ эшләп, йоҡларға бында – төрлө урындан, төрлө яҙмышлы төрлө милләт кешеләрен йыйған дөйөм ҡыйыҡ аҫтына ҡайтып-китеп  йөрөй.
Вахтер ҡатын уның намаҙ уҡыуын күҙ уңында тотто, ахырыһы. Ике кешелек бүлмәгә урынлаштырҙы. Бүлмәләше лә башҡорт егете. Рәмил исемле. Ун һигеҙе яңы тулған, үҙенән һуң тупырлашып тыуған туғандарын ҡарау маҡсатында килгән. Ата-әсәһе балалар аҡсаһын хәмергә тотоналар, ти. “Икешәр көн ас торған сағыбыҙ ҙа булды. Кеше иҫкеһен кейеп буй еткерҙем”, – ти ул. Шуға ла, ниндәй эш ҡушһалар ҙа, баш тартып тормай. 
Заһит эшләй башлағас, өсәр вахта ял итмәйенсә, ярты йылға бер генә тигәндәй ҡайтып йөрөнө. Унда һәр нәмә, хатта тыуған яғының һауаһы ла башта Миләүшәһен хәтерләтеп торор төҫлө булды. Ҡыҙҙы ире үҙе янына, район үҙәгенә йәшәргә алып киткәйне.
Беренсе йыл йәй ҡайтҡанда олатаһы:
– Улым, гелән ситтә йөрөмәҫһең. Күрше әбей гүр эйәһе булды. Балалары атай нигеҙен һатырға уйлай икән. Әйҙә, алып ҡуй. Яйлап үҙең йорт күтәрерһең. Был өйҙө аласыҡ һымаҡ итеп ваҡытлыса тотонорһоң, – тип кәңәш бирҙе.
– Ауылға ҡайтырмынмы икән һуң? – тине моңһоу ғына. Миләүшәнең ире, тыуасаҡ балалары менән ауылға ҡайтып йөрөгән саҡтарында уларға тап булғыһы, күрешкеһе килмәй ине.
– Алтын  сыҡҡан ерендә ҡәҙерле. Ситтә әле таныш-тоноштарың күп булһа ла, шунда төпләнәм тиһәң, берәү ҙә әллә ҡайҙан килгән килмешәкте ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмаясаҡ. Нәҫел тамырҙары үҙ ерендә дауам итергә тейеш.
– Һм...
– Уйла, улым. Башһыҙ егет түгелһең. Аҡсаң етмәйерәк торһа, бирәм. Күрәһең, ата-әсәйең мине тулыһынса үҙҙәре ҡарай. Пенсиям йыйылып бара. Һиңә, туғаныңа инселәнгән ул...
Ялы тамамланғансы, үҙенә күрше урамды рәсмиләштереп тә ҡуйҙы. Элекке бригадир Хәлил ҡарт төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн теҙгенде үҙ ҡулына алды. Хәҙерге заманда Ер шарының икенсе мөйөшөндә йәшәп тә теләгән урыныңа кәрәкле әйберҙе еткерергә мөмкин. Заһит та йорт нигеҙенең урынын күрһәтеп кенә киткәйне, икенсе ҡайтыуына кирбестән яртыһы төҙөлә башлаған бина рәүешенә ингән сағын күрҙе. Ғаиләһендә тағы ла уны өйләндереү темаһы ҡалҡып сыҡты. Хатта димләп тә ҡаранылар. Тик егеттең күңеле һаман Миләүшәлә ине. Уларҙың һаман да балалары юҡлығы, иренең йыш эсеүе, ҡатынына ҡул күтәреүе тураһында ара-тирә ишетеп торҙо. Балаһының бәхетен аяҡ аҫтына һалып тапаған Миләүшәнең әсәһенә рәнйене. Ҡарғаманы. Ә ысын күңелдән әрнеп рәнйене. Миләүшәнең ҡәҙерһеҙ ҡулдарға эләгеүенә, үҙенең һаман да яңғыҙ аҡҡош кеүек ер аяғы, ер башы ерҙә йөрөгәне өсөн рәнйене. Ҡыҙының күҙ йәше, егеттең рәнйеше Рәйләгә төштө. Бер йыл элек иҫерек килеш тонсоғоп үлде. Йөҙ түбән килеш ятып, ҡоҫҡолоғона тонсоҡҡан, тинеләр. Кейәүе менән эскән булған...
Байрам ваҡыттарында эштә булырға ярата Заһит. Быйыл да етеп килгән Яңы йылға бер ниндәй ҙә план ҡорманы. Тыуған йортонда былай ҙа күптән был байрамға битараф ҡарайҙар. Ҡустыһының ҡыҙы ла Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы  – әкиәт персонаждары, ә бүләкте ата-әсәһе ала икәнлеген белеп үҫә. Бер көн өсөн үҫеп ултырған ағасты ҡырҡыуға ла ҡаршылар. Ә бына ҡышҡы шыҡһыҙ ҡараңғы төндәрҙә яҡтыртһын, тирә-яҡты йәмләп торһон өсөн йорттарын тыштан гирлянда менән биҙәп ҡуялар. Тик был юлы ла тормош егет өсөн  үҙенең сюрприздарын әҙерләп ҡуйғайны. Көтмәгәндә-уйламағанда йәнә донъяһының аҫтын-өҫкә әйләндереп ҡуйҙы.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
(Дауамы бар).

Аҫҡы ҡатта йәшәгән ирҙәр менән кәрт һуғып ҡайтҡан Рәмил:
–Ағай, мин көтмәгәндә кәләшле булдым бит әле. Бүләк иттеләр, – тип мут йылмайҙы.
– Бирһен Хоҙай, – тине Заһит вайымһыҙ ғына йоҡларға урын йәйеп йөрөгән еренән. – Тимәк, һиңә лә башлы-күҙле булырға ваҡыт еткән. Никах менән үлем күктә ярала тигәндәрен ишеткәнең бармы?
– Шаяртам инде. Ирекле ҡош булыуы күпкә оҡшай миңә, елкәгә ҡамыт кейгәнсе. Туғандарымды ла аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит әле, – тип әле генә уйынлы-ысынлы һөйләнгән егет ауыр һулап ҡуйҙы. – Ошондай ҡатынды кәрттә отторор өсөн ниндәй йөрәкһеҙ булырға кәрәктер, аңламайым... 
– Кәрттә отторорға?
– Эйе. Кәрттә. Рәсих тигән ир бер нисә көн элек һуңғы аҡсаһынан, телефонынан ҡолаҡ ҡаҡҡайны. Бөгөн дә еңелде. Ҡабат-ҡабат “дүрәк”кә ҡалғас, эш хаҡын алғансы расписка яҙаһыңмы, тип көлдөк. “Мәгеҙ, ҡатынымды бирәм!” – тип кошелегынан фото килтереп сығарҙы. 
– Ҡомарлы уйындар уйнаһаң, шулай инде. Ыштанһыҙ ғына ҡалдырмай, алйотландыра ла... 
– Беҙ бит берәүҙе лә көсләп уйнатмайбыҙ. Ваҡыт үтһен, күңелдәге бушлыҡты, һағышты баҫыр өсөн генә йыйылабыҙ. Рәсих иһә ул аҡсаһын беҙҙә оттормаһа, барыбер эсеп бөтөр ҙә, гонаһҡа батыр ине...
– Булһа ла... Кешенең һуңғы аҡсаһын һыпырып алыу егетлек түгел инде. Кәләшен тартып алыу бөтөнләй башҡа һыймай...
– Кем тартып алды, тине уны? Үҙе фотоһын сығарып һалды, тип әйтем торам бит! – Ҡыҙып барған Рәмил ҡапыл һүрелде. Ихтирам итә ул бүлмәләшен. Әле лә ағаһылай яҡын күргән кешегә үҙенән-үҙе оялып ҡуйҙы. – Тартып, ҡурҡытып алдым, тимәйем бит. Ир менән ҡатын араһын да бутамағанмын. “Мә, ал”, – тип ултырғас, фотоһын кеҫәгә һалдым инде, – тип үҙ ҡылығынан ғәфү үтенгәндәй һөйләнде.
– Ире бер күргән кешегә тоттороп ебәрерҙәй булғас, ул ҡатын йә йәмһеҙ, йә ныҡ яһилдыр, әтеү, – Заһит та һүҙҙе уйынға борорға тырышты.
– “Муму ҡатын менән йәшәп ялҡытты. Ней ирешә, ней бергә ултырып күңел аса белмәй. Ҡанды ҡыҙҙырып, тауыш ҡуптарам тиһәң дә, ҙур күҙҙәрен асып ҡарап тик тора. Ҡосаҡлап ятырлыҡ ере лә юҡ. Торғаны бер таҡта. Көндән-көн ябығып, һарғайып тик йөрөй. Элек төйөрөм генә ине. Уны алғансы, ҡәйнәмә генә өйләнһәм, тип уйлап ҡуйған саҡтарым әҙ булманы инде. Бына ул ҡатын тиһәң, ҡатын ине! Егерме йәшкә оло булһа ней. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, тип бушҡа әйткәндәрме ни?! Галкин да ана, әбейенә юҡҡа йәбешеп ятмайҙыр әле. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡәйнәм ураган булды. Йәл, “шытып” ҡуйҙы... Икебеҙ бер яртыны һуҡҡайныҡ ул көндө. Нимә тип йөҙ түбән ятып йоҡлағандыр инде”, – тип һөйләнеп, ҡәйнәһенә ҡыҙыҡҡан ирҙән яҡшылыҡ көтөп буламы икән?! – тип һөйләнә-һөйләнә урын йәйеп бөтөн, сисенә башлаған Заһитҡа фото-кәләште һондо. – Ямаҡ тиһәң, телең ҡорор бындай һылыуҙы. Ағай, мә, үҙең дә ҡара әле!
Ҙур зәңгәр күҙҙәрен тултырып ҡына ҡарап ултырған, аҡ йөҙлө, бешкән сейә иренле Миләүшәһен күргәс, Заһит бер мәлгә телһеҙ ҡалды. Ундағы үҙгәреште күреп:
– Әһә, ауыҙ һыуың ҡороно, ағай кеше?! Ищеү, ямаҡтыр, тигән була инең, – тип Рәмил эләкләргә үк кереште.
– Бының кем икәнлеген беләһеңме? – тине Рәмил аңҡауына йәбешкән саҡ-саҡ әйләндереп.
– Уйында отолған ҡатын, тинем дә инде. Уйын ҡорбаны, бахырҡай... Ҡалғаны миңә ҡараңғы... 
– Был бит... минең Миләүшә... 
– Ә?! 
– Миләүшә, Миләүшәм... Зәңгәр күҙкәйем минең... – Фотоны бәпестәй итеп кенә тотоп күкрәгенә ҡыҫып һөйләнеп ултырған егеткә ни тип яуап бирергә белмәй торған Рәмил:
– Үҙеңә ал һуң, ағай... Мин бит уға өйләнергә йыйынмай инем дә... – тигән булды.
– Уйынсыҡмы ни ул һиңә? – Әсенеп әйткән һүҙҙәрҙә иламһыраған тауыш та яңғыраны. – Бөгөн иҫереклек менән ул алйот әллә нимә һөйләнһә лә, айныһа, “мә” тип тоттороп ҡуя, ти, тағы...
– Эсһә лә, мейеһен эсмәгән бит инде. Нимә һөйләгәнен дә аңлай барыбер. Ете ят ирҙәр янында ҡатынын яманлап, үлгән ҡәйнәһенә һаман ымһынып ултырған ирҙә, ысынлап та, ҡатынына ҡарата яратыу, ҡәҙерен белеү кеүек тойғолар юҡтыр ул?! 
– Уныһы ла ба-а-ар...
– Әйҙә, иртәгә эшкә сыҡҡас: “Давай, кәләштең телефон һандарын бир!” – тип һорап ҡарайым. Ни тиер икән?!
– Нимә ҡыланһаң да ихтыярыңда. Кәләш һинеке бит...
– Мин нисек уға ярҙам итергә белмәйем. Ул һаман шаяртып маташа. – Бер ҡатлы Рәмил ысынлап үпкәләне.
– Ярай, иртәгә күҙ күрер. Майлы бутҡа көтмәй, ятырға, ял итергә кәрәк.
Шулай тиһә лә, төнө буйы борғоланып, керпек тә ҡаҡмай сыҡты үҙе. Бер нисә көн элек күрше бригадала вахтасылар алмашынғайны. Ашханала Миләүшәнең иренә яңы эшкә килгән бер эшсене оҡшатып ҡарап ҡуйған ине лә, ысынлап улдыр, тип башына ла килтермәне. “Бына нисек икән. Тимәк, Миләүшәнең ғаилә тормошо тураһында ауылда ишеткән хәбәрҙәр дөрөҫ булып сыға бит. Йылдар дауамында нисек түҙҙе икән?” – тип һөйгәне тураһында бошоноп уйланды.
Иртәгәһенә төшкө ашҡа алдараҡ килеп, Рәмил Рәсих менән бер өҫтәлгә ултырҙы. Нимә һөйләшкәндәрҙер, әммә бүлмәләшенең ауыҙы йырылып килеп етте  Заһит янына.
– Былай булғас, эш беште, ағай! Туйығыҙҙың түрендә мине ултыртырға онотма! Теге иҫәүән айныҡҡас та, кисәге әйткәндәрен дөрөҫләне. “Бирҙем бит. Башты ҡатырып йөрөмә әле”,  – тигән була әле, етмәһә. Йә, телефон һандарын яҙып ал...
– Шылтыратайым да: “Һине ирең уйында отторҙо”, – тип әйтәйемме? – тине ишеткәндәре яңылыҡ булмаһа ла, йәнә бер шаңғып, ашағандан һуң йыуған ҡулын таҫтамалға һөртөп.
– Ныу, шылтыратырға ҡыймаһаң, башта хәл-әхүәлдәрен һорашып смс-хат ебәр һуң...
– Шунан, кемдән, тип әйтәйем?
– Ай, Аллам! Бала кеүекһең икән дә. Бөтөн нәмәне сәйнәп ҡаптырырға кәрәк. Кем, тип һораһа: “Ҡыш бабайҙан хат”, –  тиерһең... 
– Кит, бала-сағалай булып... 
– Оло-саға булғанға, яратҡан кешеңә смс-хәбәр ҙә ебәрергә оялып тораһың шул. Беренсе тапҡыр ғашиҡ булған үҫмер шикелле...
– Ярай, Лариса Гузееваның һыңары, һинеңсә булыр... Хәҙер мастерыңдан алдараҡ сығып эш күрһәткән бул, – тип ишекте асып Рәмилде алдан уҙғарҙы. – Эш хаҡын яҙғанда мине кәләшле итергә тырышты, смс-хат ебәрергә өйрәтте, тип яҙа алмайым бит...
Киске аштан һуң, бүлмәһендә йәнә яңғыҙы ҡалғас, Миләүшәһенә смс-хат ебәрҙе. “Һеҙ кем ул?” – тигән һорауға, Рәмил өйрәткәнсә: “Ҡыш бабай”, – тип яҙҙы ла, көлгән смайлик ҡуйҙы. Яратҡан кешеһе лә шаяртҡанды шунда уҡ эләктереп алды. “Киреһенсә, уға хат яҙа торғайнылар. Ҡыш бабай вазифаһын үҙгәрткәнлеген белмәй инем”, – тип, аптыраған смайлик ебәргән. Заһит үҙенең кем икәнлеген белдергәс тә, ул кисте байтаҡ ҡына хатлаштылар әле. Миләүшә Заһиттың ҡапыл үҙен иҫенә төшөрөүенең сәбәбен һорағас, йәнә баҙап ҡалды. “Ирең тарафынан уйында отолоп, миңә инселәндең”, – тип тураһын әйтеп булмай ҙа инде. Шулай ҙа, уратып-суратып ҡына, дөрөҫөн еткерә алды. Был хәбәр йәш ҡатынды аптыратманы ла шикелле. Эшкә юлланғансы бер мәрйә ҡатыны менән бер нисә ай йәшәүе хаҡында тыныс ҡына бәйән итте.
Ул төндө, Заһит берсә Миләүшә менән Рәсихтең айырылышыуҙарын рәсмиләштереү хаҡында баш ватты, берсә яратҡан кешеһе менән, ниһайәт, ҡауышыу мәлдәрен күҙ алдына килтереп, хисләнеп алды. Яңы йылға ҡайтып, Миләүшәһенә өйләнеп, күптән хыялланған яңы тормошто башларға, тигән етди ҡарарға килгәйне ул иртәнгелеккә.
Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, яйы сығып ҡына торҙо. Заһиттың бригадаһында эшләгән быраулаусы ирҙең беренсе һөнәре юрист икәнлеген белә ине. Ситләшеп кенә унан һорашты. “Икеһе лә риза икән, айырылышыу өсөн бер ауырлыҡ та юҡ. Берәүһе судҡа ғариза яҙһа, икенсеһе, ситтә йөрөһә лә, ризалығын белдереп ҡағыҙ ебәрһә, айыралар”, –  тине ул.
Теҙгенде ҡыҫҡа тотто Заһит. Миләүшәгә эште аңлатып, Рәсихтән айырылышыуға ризалығын белдергән ҡултамғалы ҡағыҙҙы ҡулға төшөрөп тә алдылар.
...Бер көндән бар ғаләм яңы йылға аяҡ баҫырға торғанда, таң менән самолеттан төшкән Заһит, Миләүшә йәшәгән район үҙәгенә барасаҡ такси машинаһына ултырғас: “Ҡыш бабайың яныңа килергә юлға сыҡты. Ҡаршы ал!”  –  тип, йөрәк формаһындағы смайлик менән смс-хат ебәрҙе.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: