Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Ғинуар 2023, 07:00

Ғинуарҙа баҡса эштәре

Ҡышҡы айҙар – ял итеү өсөн ҙур мөмкинлек. Әммә буш ваҡытта баҡсала нимә менән шөғөлләнергә?


Эш күләме быйылғы ҡыштың ниндәй булғанынан тора.  Сатлама һыуыҡтарҙа ағастарҙы туңыуҙан һаҡларға кәрәк.
Ағас һәм ҡыуаҡ төптәрендә ҡар яҡшылап тапалған булһа, ер аҫтындағы дым оҙаҡ һаҡланыр, тамыр системаһы ла һыуыҡтарҙа туңмаҫ.
Ҡар күп яуһа, ағас ботаҡтарының һыныуы бар. Шуға уларҙың бөгөлөп торғандарын терәтеп сығығыҙ. Әлеге ысул баҡсаны ҡуяндар һәм сыс­ҡандарҙан һаҡларға ярҙам итер. Һынған ботаҡтар булһа, был урынды баҡыр купоросы менән эшкәртеп, баҡса  балауыҙы һылағыҙ. 
Ҡышын теплицағыҙға ҡарата иғ­тибарлы булығыҙ.  Даими рәүештә ҡарҙан таҙартып тороғоҙ. Эсенә ҡар тулһын өсөн ишеген, тәҙрәләрен асып ҡуйһағыҙ ҙа була.

Баҡсала ҡар тоторғамы
һәм ул нисек башҡарыла?

Ҡар тотоуҙың принцибы – һауа ағымына ҡаршы тороусы кәртәләр ҡуйып сығыуҙа.  Ул елгә перпендикуляр рәүештә ҡуйыла. Һөҙөмтәлә шулай ҡар тауы өйөлә. Яҙ тупраҡ дымға туйы­на.
10 см ҡар ҡатламы ерҙең йылыныуын 1 – 3 градусҡа арттыра.
Баҡсасылар ағастарҙы ҡырҡыу эшен ҡыш көнө башҡара. Сөнки был мәлдә улар йоҡлай һәм ботаҡ ҡырҡылған урын һут бүленмәгәндә тиҙ бөтәшәсәк.
Баҡса миҙгеленә алыҫ кеүек тойолһа ла, ғинуарҙа ҡайһы бер баҡса еләге, әсе борос кеүек культураларҙы сәсә башларға мөмкин. Әле үҫемлектәргә ҡояш нурҙары етмәй, шуға ла өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡулланырға кәрәк.
Еләк үҫентеһен үҫтереп алыу бик мәшәҡәтле, сөнки орлоғо  ваҡ була. Ул ҡырҡ көндән һуң ғына тишелә. 3 – 4 япрағы сыҡҡас айырым һауыттарға күсереп ултырталар.
Был айҙа 5–6 айҙан һуң ғына сәскә ата торған сәскәләрҙе лә сәсәләр.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: