Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Ғинуар 2023, 07:00

Табылдыҡ балалар

1973 йыл. Яҙ миҙгеленең елек­тәргә үтерлек ел-ямғырлы үтә лә һалҡын бер иртәһе. Шул иртәләрҙең береһендә Баймаҡ ра­йонының Салауат исемендәге кол­хозының ике тракторсыһы – Ниғәмәт ауылынан Әхәт Иҙрисов менән Үрге Яйыҡбай ауылынан минең атайым Мөхтәр Сафиуллин боронғо Һары-бейә ауылы булған ергә, төҙөлөш өсөн ағас материалдары алып ҡайтырға тип, юлға сыға. 
Байтаҡ ҡына киткәс, улар юл ситендәге бер ағас төбөндә ни­мәнеңдер ҡыбырлауын шәйләп туҡ­тарға ҡарар итә. Егеттәр уны башта ниндәйҙер бер януар, аҙашып ҡалған мал-тыуар икән тип уйлай. Тик яҡын килеп ҡарағас, бының өшөп-туңып үлер сиккә еткән ике бәләкәй генә ҡыҙ бала икәнлеген күреп, шаңҡып ҡалалар. Сабыйҙарҙың тороп йөрөү түгел, һөйләшерлек тә хәле ҡалмаған. Шунлыҡтан уларҙың кем икәнлеген ҡапыл ғына асыҡлап булмай. Тик аптыранып торорға ваҡыт юҡ. Бала­ларҙың күҙ алдында йән биреүе ихтимал. Туҡтауһыҙ яуған көслө ямғырҙан лысма һыу булып күшеккән, буҙарып өшөгән һәм асыҡҡан кескәйҙәрҙең аҙашҡанын аңлаған егеттәр, уларҙы тиҙ генә тракторҙың йылы каби­наһына ултыртып алып, бынан бер нисә саҡрымда ятҡан Икенсе Этҡол ауылына алып китә. Унда сабыйҙарҙы урындағы мәктәп директоры Азамат Әғзәм улы Тажет­диновтың йортонда ҡалдырғас, егеттәр юлдарын артабан дауам итә. Был ваҡытта кесе ҡыҙ иҫен юғалтҡан була. Хужабикә тиҙ генә ауыл фельдшеры Асия апайҙы са­ҡырып килтерә. Ул ҡыҙҙарға ике көн буйы дарыуҙар эсереп, уколдар ҡаҙап, аяҡҡа баҫтыра. 
Аҙаҡтан был ҡыҙҙарҙың Тәкә­һуҡҡан ауылынан (был ауыл хәҙер юҡ) Вәлимә һәм Морат Фәйзуллиндарҙың балалары, бер туған Әнисә менән Әлмирә икәнлеге асыҡлана. Ҡыҙҙарҙы аталары килеп алып ҡайтып китә. 
Ул саҡта Әнисә – өсөнсө, ә уның һеңлеһе Әлмирә ни бары беренсе класта ғына уҡып йөрөгән. Икенсе Этҡол ауылына уларҙы уҡытыусылары Сәлимә Хәсәнова класы менән экскурсияға алып килгән була. Үҙе ошо төбәктән булған уҡытыусы апай балаларҙы ауыл һәм уның тирә-яғы менән таныштыра. Экскурсия барышында уҡыусыларҙың бын­дағы туған­дары тураһында белешә һәм, туғандарығыҙға барып йоҡлағыҙ, тип уларҙы ауыл буйлап таратып сыға. Әнисә менән Әлмирә Фәйзуллиналар яҡындары Миңлегөл һәм Рәйес Әми­ровтарға ҡунырға төшә. Тик балаларға был йортта йоҡларға тура килмәй, сөнки кескәй Әлмирә, өйөбөҙгә ҡайтайыҡ, тип туҡтауһыҙ мыжып, апа­һының теңкәһенә тейә башлай. Ахырҙа аптырағас, Әнисә, әлегә көн яҡты булыуҙан файҙаланып, һеңлеһен етәкләп, ҡайтырға сығып китә. Аҙмы-күпме бара торғас, улар ауыл осонда урынлашҡан урман хужалығы база­һының питомнигына барып сыға.
Бында питомниктың эшселәр өсөн бәләкәй генә өйө урынлашҡан булған. Апаһы, ошо өйгә инеп бер аҙ ял итеп алайыҡ, тиһә лә, үҙ һүҙле һеңлеһе баш тарта. Ҡыҙҙар шулай юлдарын дауам итә һәм ҡуйы урманға барып инә. Шул арала көн кинәт боҙолоп, йәшенләп көслө ямғыр яуырға тотона. Балаларҙың өҫтөндә еңел генә бер ҡат кейем менән мәктәп сумкаһынан башҡа бер ниндәй ҙә әйбер булмай. Кескәйҙәр йәшендән ҡурҡып, бер ағас төбөнә һыйыналар, ямғырҙан ышыҡ­ланырға тип, берҙән-бер сумкаға талашып бөтәләр. Шулай аҙаплана торғас, ҡара урманда аҙашҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалалар. Көшөлдәй булып күшегеп, арып-талып, артабан ат­ларға хәлдәре бөткәс, улар бер ҡайын төбөнә сүгәләй. Ныҡ йонсоғанлыҡтан, бер-береһенә һыйынышып йоҡлап китәләр. Ауылдар араһы бер-бере­һенән апаруҡ алыҫ. 
Шундай көндә өйҙәренә ҡайтабыҙ тип, уны-быны уйламай йәйәүләп, хәүефле юлға тәүәк-кәлләгән ба­лаларҙың был ҡылығын бер нисек тә аңлатып булмай. Үҙҙәрен табыу­сыларға юлыҡҡанға тиклем улар кәмендә өс-дүрт саҡрым юл үтеп өлгөрә. Етмәһә, тирә-яҡта ҡап-ҡара ҡуйы урман һәм төрлө  йыртҡыс та бик күп йөрөй. Бәхеткә күрә, иртә­гәһенә уларҙы шул ерҙә тракторсылар табып ала.
Был ваҡиғаларға инде ярты быуатҡа яҡын ғүмер үткән. Теге саҡтағы та­былдыҡ ҡыҙҙар хәҙер үҙҙәре күптән ҡәҙерле әсәй һәм өләсәй булып, иҫән­лектә-именлектә гөрләтеп донъя көтә. Әнисә апай – Баймаҡ ҡала­һында, ә Әлмирә апай Ниғәмәт ауылында йәшәй. Бала саҡ аңһыҙлығы менән һәләкәткә юлыға яҙған саҡ­тарында яндарына ҡотҡарыусылар ебәргән ниндәйҙер изге көстөң булыуына бик ышанып йәшәй улар. 
Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек һиҙелмәй үтә лә китә. Мәңге бөтмәҫ тормош мәшәҡәттәре арҡаһында ҡайсаҡ күрешер кешеләр менән дә үҙ ваҡытында күрешеп булмай. Әнисә менән Әлмирә апайҙарға ла үҙҙәрен ҡотҡарыусылар менән тиҙ генә осрашырға яҙмай әле. Тик шулай ҙа улар быға өмөттәрен өҙмәй. Фани донъяла мөғжизә тигәнең бар икән ул. Уҙған август айының йәмле бер көнөндә Әлмирә апай көтмәгәндә Бикеш ауыл амбулаторияһында Мөх­тәр ағаһын тап итә. Һүҙгә һүҙ ялғанып, улар бынан ярты быуат элек булып үткән хәлдәрҙе иҫләп, хәтирәләргә бирелә. 
Икенсе осрашыу октябрь айында Үрге Яйыҡбайҙа Сафиуллиндар ғаи­ләһендә була. Әнисә менән Әлмирә ихлас күңелдән үҙҙәрен ҡотҡарыусы Мөхтәр ағаһы менән уның ҡатыны Мәрғүбә еңгәһенә күстәнәс-бүләк­тәрен, сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен ет­керә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡа­рыусыларҙың икенсеһе – Әхәт ағай Иҙрисов был яҡты донъяла юҡ инде. Уның рухы ла шат булһын ине, тип теләргә ҡала. 
«Инде күпме ғүмер үтте ул ваҡиғаға. Хәҙер үҙем дә һикһән йәште күптән уҙҙым. Йәш саҡта ни барыһын да асыҡлап торорға ваҡыт та, мөмкинлек тә юҡ ине шул. Ҡыҙҙарҙың кем балалары һәм ҡайҙан икәнлектәре бына нисәмә йылдар үткәс кенә беленде. Ошо осрашыуға тиклем мин ул ба­лаларҙың ҡайҙа, ни хәлдә икән­лектәрен белә алмай аҙаплана инем. Бына бит, ғүмер булғас, ниһайәт, күрешергә яҙған. Шуныһына бик шатмын!» – тип ҡыуана ҡотҡарыусы булған атайым. 
Эйе, тормош әҙәм балаһы алдына төрлө һынау ҡуя. Ошо һынауҙарҙың иң аяныслыһы – балалар менән бул­ған бәхетһеҙ осраҡтарҙыр. Ярай әле, мәҡәләм геройҙарына урмандан иҫән-һау килеш табылырға яҙған. Юғиһә, Аллам һаҡлаһын,  был хәлдең бик фажиғәле тамамланыуы ла мөм­кин ине. Һүҙемде йомғаҡлап, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә, айырыуса балалары­быҙға ҡарата яғымлы һәм иғтибарлы булайыҡ, тип әйткем килә. 

Ишдәүләт САФИУЛЛИН.
Баймаҡ районы.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: