Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
1 Ғинуар 2023, 07:00

Уң яҡҡамы, һул яҡҡамы?

Иҫләйһегеҙме икән, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 5–6 йыл элек бер мәҡәләлә беҙҙең ауылдағы күрәҙәсегә килгән Данил тигән егет тураһында яҙғайным. Бик күп ҡыҙыҡһыныусының һорауын иҫәпкә алып, ҡыйын булһа ла, уның артабанғы яҙмышын хәбәр итергә мәжбүр булдым. Әлбиттә, яҡындарының ауыр ҡайғыһын яңыртыуыма ғәфү үтенәм.

Һырт башында ауылдан сыҡҡан машинаға ултырғайным, илгәҙәк кенә шофер егет: “Апай, һеҙ был ауылданмы? Күрәҙәсегеҙгә ышанаһығыҙмы, йөрөйһөгөҙмө, дөрөҫ әйтәме ул? Мин төндә үк килеп йоҡлап, сират алып, әле дуҫ егетте Баймаҡтан барып алып килергә тип юлға сыҡтым. Икәүләп тағы инәбеҙ”, – тип баштан-аяҡ үҙе, ғаиләһе, бәләкәс ҡыҙы, күрәҙәсегә нишләп килеүе тураһында бер нәмәһен йәшермәй һөйләп ташланы.
Контрактсы булараҡ, ул төрлө хәрби ҡала, өлкәләрҙә хеҙмәт иткән, ләкин береһендә лә йүнләп аҡса түләмәгәндәр, фатир бирмәгәндәр, гел командировка ла командировка, яҡшылап ғаиләһен дә күрә алмаған. Сараһыҙҙан бер йыл элек контрактын өҙөп, тыуған яҡтарға ҡайтҡандар, кәләшенең эш урынынан бирелгән көньяҡ район үҙәгендәге фатирҙа йәшәйҙәр. Хәрби операциялар ваҡытында  алынған етди генә травмаларҙан һуң егетте инвалидлыҡҡа сығаралар. Һөйләүенсә, матур ғына башланған ғаилә тормошона ҡәйнәһе, уның ҡарт әсәһе ҡыҫыла башлағас, һуңға табан кәләшенең иренә ҡарашы ла  үҙгәрә, баланы атаһына күрһәтмәй, аралаштырмай башлайҙар. Аптыра­ғандан, һуңғы һаламға йәбешеп, күрәҙәсегә юл тота. Эй шунда илһамланып, дәртләнеп, ҙур өмөттәр менән ғаиләһен ҡырға алып китеп, өр-яңынан тормош юлын башламаҡсы булып, бер туҡтауһыҙ хәбәрен һөйләне лә, һөйләне. “Күрәҙәсе миңә, һеҙҙең тағы ла бер ҡыҙығыҙ тыуа, тине, мин уға Регина тип исем ҡушам, Алла бирһә!” – тигәйне. Күрәҙәсегә барма, башыңа бәлә алма, тигән әйтем тел осонда торһа ла, кирегә һапламайынса, киләсәк юлдашымдың тормоштарына ышанып, йөпләп, матур кәңәштәремде бирҙем. Һаҡмар ауылында туҡтап ултыртып алған апай ҙа үҙенән, улы менән килененең тормошонан миҫалдар килтереп аҡыл өйрәткәйне. Автовокзалға килеп төшкәс, машина ҡуҙғалып киткәнсе бер урында уйланып оҙаҡ торҙом, нимә менән барып бөтөр икән был яралы күңелле балаҡайҙың яҙмышы: уңырмы, туңырмы? Ҡомға килеп терәлгән тормошо яйға һалынырмы, ишелерме? Ата-әсәһенең һүҙенә төшкән кәләше ыңғайлармы?.. Барыһын да яҡшыға юрап, юлымды дауам иттем, ә күңелде һаман да шул борсоулы уйҙар өйкәне. Аҙаҡтан да егеттең артабанғы хәлен, тормош юлын белге килде, тик, үкенескә күрә,  исеме һәм ҡайһы ауылдан икәнлегенән башҡа бер мәғлүмәт тә юҡ ине шул...
Һәм... көтмәгәндә, бер йыл үткәс, бөтөнләй икенсе райондан, таныш булмаған Сәғүрә исемле ҡатындан “Бәйләнештә” сайтында бер хәбәр килеп төштө: “Һаумыһығыҙ! “Йәшлек”тә баҫылған “Уң яҡҡамы, һул яҡҡамы?” тигән мәҡәләнең авторы һеҙме?” – тип. 
– Эйе. Ә нишләп?
– Шул мәҡәлә геройы менән осрашырға тура килде.
Был 2016 йылдың декабрь аҙаҡтары ине. Артабан беҙ ҡыҫҡа хәбәрҙәр ҙә яҙыштыҡ, телефондан да һөйләшеп таныштыҡ. Яҡшыға өмөтләнеүем килеп сыҡманы... Сәғүрәнең һөйләүенән: 
“27 ноябрҙә Күгәрсен районынан Баймаҡҡа юл тоттоҡ. Һыуыҡ, буран ине. Иҫәнғолдо үткәс, юлда торған бер егетте ултыртып алдыҡ. Мораҡтан, больницанан, ҡасып ҡайтып бара икән. Күңеле тулышып килгәндер инде, һөйләй башланы. Һеҙгә һөйлә­гәндәрҙе һөйләне лә әйтеп ҡуйҙы, ошо һөйлә­гәндәрҙе бер апайға һөйләгәйнем, ул гәзиткә яҙған да ҡуйған, ти. Машинаһы ҡайҙа булғандыр, әйт­кәнен аңламай ҡалдыҡ. Кәләше менән айыры­лышҡандар, хәҙер хатта ҡыҙы менән дә осраш­тырмайҙар, ти. Садикка ҡыҙын күрергә барған һәм иҫһеҙ ҡолаған. Икенсегә инсульт булған. Бик ауыр һөйләшә ине. Медик булараҡ, һаулығын ҡайғыртыуын үтендем. Ныҡ йәлләнек егетте. Юлдыбайҙа төшөп ҡалды. Күңелгә тыныс түгел ине. Беҙ ул мәҡәләне йөрөп ҡайтҡас ҡына интернеттан табып уҡыныҡ. Контактын эҙләп табып, бәйләнешкә сығырға маташтыҡ. Ләкин ул контактының статусына: “Ну вот и все”, тип яҙып ҡуйған. Аптырап, туғандарына яҙып ҡараныҡ. Ну вот и все булған шул, беҙҙең менән осрашҡандың төнөнә үлеп ҡалған. Суицид тинеләр, яҡшылап һөйләмәнеләр. Иптәшем менән шул егетте уйлап тик йөрөнөк, нисектер ярҙам итке килгәйне, тик өлгөрмәнек. Алдан шул аҙымға барырын уйлап барғандыр, күңелен бушатҡыһы килгәндер инде. Ярай, айыры­лышһындар ҙа, ти, ниңә ҡыҙынан айырырға?..” 
Яңы танышымдың был хәбәре шаңҡытты мине! Сәғүрәләй булып, Данилдың битләүенә лә инеп сыҡтым. Ә унда ҡыҙының фотолары, видеолары һәм даталары менән, күңеле төбөнән сыҡҡан уйландырғыс, эс бошорғос, илатҡыс цитаталар, афоризмдар. Урыҫсаһы ла, башҡортсаһы ла. Көн һайын яҙған. Уларҙы уҡып, егеттең эске кисерештәрен һүҙһеҙ аңларға була. 
“15.07.15. Р.-ға (тулы исеме менән яҙылғайны) 2 йәш. 
Слезы – это слова, которые сердце не может произнести.  19 август.
Нас любят тогда, когда нас не станет. 21 август
Я умер в тот же миг, когда разрешили тебе  уйти. 23.08.15. 23ч.17 мин 
Мне жаль, что я не смог забыть все с такой скоростью, как вы забыли обо мне. 22.08.
... Впереди только... пустота. 24.08.15 
Яратам һеҙҙе ныҡ итеп. 29.08.15.
Обидно, когда ты не нужен тем людям, которые нужны тебе. Яңғыҙ бүре олой.
Ир-аттың байлығы түгел, зирәклеге мөһим. Ҡа­тын-ҡыҙҙың матурлығы түгел, тоғролоғо мөһим. Дуҫ­тың буш һүҙҙәре түгел, яҡшылығы мөһим. Һөй­гәнеңдең талаптары түгел, түҙемлеге мөһим. Тән­дең зифалығы түгел, сәләмәтлеге мөһим. Һүҙҙең кем тарафынан һәм нисек әйтелеүе түгел, мәғәнә тәрәнлеге мөһим.
Невозможно забыть человека, с которым ты был когда-то счастлив. 02.09.15.
Разрушить всегда легче, чем построить. Обидеть проще, чем простить. И врать всегда удобней, чем поверить. А оттолкнуть намного проще, чем любить.
Умные мысли приходят лишь тогда, когда все глупости уже сделаны.
Сколько бы ни было у человека друзей, он все равно одинок, если рядом с ним нет того, кого он любит.
Я не знаю, что может быть хуже, чем все еще любить человека, которому давно не до тебя.
Самое обидное – это ждать, надеяться, верить, а потом понять, что это была бессмысленная трата времени.
Я просто скучаю. По взгляду. По улыбке. По голосу. По тебе.
Легко ранить человека, но гораздо трудней вытащить шип обиды из его сердца.
Һәр кемдең дә үҙ хәсрәте була, 
Һағышынан йәне күшегә.
Шундай мәлдә кәйефен күтәрергә
Бер йылы һүҙ етә кешегә.     А. Игебаев.
Ну и вот все. 27.11.16.”
Былары бер нисәү генә әле. Битләүе тулы ошондай яҙмаларҙы уҡып, йөрәк һыҡрана, әсе күҙ йәштәре үҙенән-үҙе тәгәрәй... Шул тиклем тетрән­дем мин ошо йән өшөткөс алама хәбәрҙе ишетеп, ятһам да торһам да, күҙ алдында гел генә бәхетһеҙ егет торҙо. Бер ниндәй ҙә ярҙам ҡулы һуҙа алма­ғанға үҙемде ғәйепле лә итеп тойҙом. Сәғүрәнең тел төбөнән, оҙаҡламай хәбәр итерһең, тигәнерәкте тойомлағайным, әммә ләкин бер нисек тә күңелем тартманы. 
Алыҫ Норильск ҡалаһында йәшәүсе оло һеңлеһе менән шунда уҡ бәйләнешкә инеп яҙышып алдыҡ. Ырымбур өлкәһендәге һеңлекәше менән яңғыҙ ағаларын юғалтыуҙы бик ауыр кисереп, әле булһа ла ышанып етмәйҙәр. Былтыр ҙа хәбәрләштек. “Атай-әсәй  һауҙар. Ағайымдың ғаиләһе менән аралашмайбыҙ. Р.-ны ғына барып күреп китәбеҙ ҡайһы саҡ. 1 сентябрҙә 1 класҡа барғанында күрҙек. Еңгәйебеҙ күптән кейәүгә сыҡты, икенсегә бәпәй көтә ине, тапҡандыр инде хәҙер”... Һау кешегә нимә, ул тереклеген итә, бына үлгәнгә ҡыйын. 27 йәшлек кенә, гөрләтеп донъя көтөр сағы ине бит. Ошо арала был яҡты донъянан киткәненә 6 йыл тула. Ошо сама йылдар йөрәгемдә сер итеп һаҡлап йөрөнөм, баҙнат итмәнем ҡулыма ҡәләм алырға, юғиһә, юл­даш егеттең артабанғы тормошо менән ҡыҙыҡһы­ныусылар бик күп ине. Уйлағандарҙыр, күрәҙәсенең юрауынса, балалар үҫтереп, ыңғай ғына йәшәп яталыр, тип. Үкенескә күрә,  юл уртаһында аптырап ҡалған егет уң яҡты түгел, һулын һайлаған шул...

Илүзә Әфләтүнова,

Баймаҡ районы, 
Билал ауылы.

Автор:Рекламная Служба(RBSMI)
Читайте нас: