Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Декабрь 2022, 07:00

АТАЙ ҠОМАРТҠЫҺЫ

(Хикәйә)

Баҡсаһындағы ағастарға әле береһе, әле икенсеһе килеп ҡунып, тирә-яҡҡа ялп-йолп ҡаранып, унан аҫҡараҡ бер ботаҡҡа элеп ҡуйылған тағараҡтан  сутылдашып ем сүпләгән  ҡошсоҡтарҙы күҙәтеп уйланып ултырған Рәғиҙә кеҫә телефоны шылтырауға тертләп китте. Килене икән.
– Әү, килен.
– Һаумы, ҡәйнәм? Хәлдәрегеҙ нисек?
– Шөкөр. Шылтыраттылармы?
– Юҡ, һеҙгә ләме ни?
– Көтәбеҙ, сабыр итәйек.
– Ҡәйнәм, мин ураҙа тоторға булдым. Мәсеткә барғайным. Хәҙрәт, ураҙағыларҙың теләктәре нығыраҡ ҡабул була, тине. Доғаларын ятланым.
– Яҡшы! Иншалла, ниәтең изге. Алмас имсәк ташланымы? Ҡыйын булмаҫмы?
– Ташлаттым. Бер ҙә ҡыйын түгел. Ҡәйнәм, әгәр Рәфил шылтырата ҡалһа, хәбәр итерһегеҙ, яраймы?
– Ярай, үҙебеҙ ныҡ булайыҡ.
Йәл булып китте килене. Йәш бит әле ул, нисек тотор ураҙаһын. Ул да көйәләнә, һағына, көтә, ышана. Ана бит, теләктәре ҡабул ителер тип, ураҙаға инергә йыйына. Һис шикһеҙ ниәтенә ирешер, иншалла. Ә малайҙары шылтыратһын ғына. Бер-ике һүҙ менән генә булһа ла хәлдәрен белгертһендәр. Эй, ошо көтөүҙәрҙән, билдәһеҙлектәрҙән дә ҡыйыны юҡтыр. Ни хәл итәһең, “сабыр ит, сабырлыҡ кәрәк, балам”, тип әйтергә ярата ине атаһы мәрхүм дә. Көтә, көтәләр.
Ике улы ла хеҙмәттә йөрөй. Үҙҙәре әйтмешләй, әле махсус операцияла. Украинаға индек, тигән хәбәрҙәренән һуң уйланмаған, борсолмаған көнө юҡ. Нисә аҙна үтте, хәбәр-хәтер ишетелмәй. Хафаланырлыҡ та шул, әленән-әле ҡайғылы хәбәрҙәр тарала башланы. Шуға һәр тауышҡа, һәр шипкерткә тигәндәй, һиҫкәнә. Ҡарты өйҙә юҡта бигерәк тә күңелһеҙ, үҙенә урын тапмай, өйөнә бер инә, бер сыға. Күршеләргә инеп ултырырға   ҡыймай. Төрлөләре бар. “Ана, Рәғиҙәнең малайҙары “оҙон” аҡса эшләргә сыҡты ла китте”, – тигән һүҙҙәр ҙә ишетелгеләне. Кеше хәлен кеше беләме? Эшләйҙәр шул, фатир алабыҙ, донъя көтөргә арыуыраҡ аҡса булыр микән, тип йөрөй балаҡайҙары. Илгә һаҡсылары ла кәрәк! Ә уныҡылар, олаталары һымаҡ, танкистар.  “Инде лә килеп күҙемә күренһәләр, ебәрмәйем”, – тигән була. “Һуң, малайҙарың ҡырҡҡа етеп килә, бала түгелдәр. Улар бармаһа, яңы ғына армияға алынған  йәштәр китһенме атыу. Ҡурҡма, иҫән-аман ҡайтып инерҙәр”,– тип йыуата ире. Үҙе лә борсола, әлбиттә, Рәғиҙәһенә һиҙҙермәһә лә, уйланмай тиһеңме ни.
Ниңә бер хәбәрҙәре лә юҡ? Шуныһы эсте  бошора. Күптән  инде гүр эйәһе булған атаһын төшөндә күреп уянғайны бөгөн. Һәр нимәгә көйәләнеп торған Рәғиҙә төшөн нисек юрарға белмәне. Ахырҙа, ҡарт һалдат,  моғайын да,  изгелеккә күренер, яҡшыға  булыр, тип йыуатты үҙен.
Һәр саҡ үҙе менән бергә йөрөткән сумкаһына нимәлер тултырып маташа, имеш. “Атый, котелогыңды алдыңмы?”– тип һорай Рәғиҙә. “Унһыҙ булмай, Хәсән дуҫҡа барам бит!”– тисе. Шунан  ҡапыл юҡ булды. Их, оҙағыраҡ һөйләшә алманыҡ тип үкенеп ҡалды. Иҫән сағында ла яуҙаш дуҫын теленән төшөрмәне атаһы. “Карам дуҫыма  – Хәсәндән” тип соҡоп яҙылған  котелогын үҙҙәренә утын-бесән әҙерләгәндә лә, колхоз эштәренә лә алып йөрөттө. “Һуғышҡа  алынғандың тәүге көндәренән үк Хәсән менән бергә булдыҡ.  Аяуһыҙ батыр һуғышсы ине. Яуҙа һәләк булған  атайым өсөн барыбер үсемде аласаҡмын, ти торғайны. Батыр дуҫым бер украин ауылын фашистарҙан таҙартҡанда сит ерҙә ятып ҡалды. Йә инде, ҡандай шәп дуҫымды юғалттым, – тип үкенеп һөйләр ине. – Ҡайтҡас, кәләштәр алһаҡ, ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ, тип хыялландыҡ.  Дуҫымдың исемен һиңә ҡуштым”, – тип  улының арҡаһынан тупылдатып һөйә. Иҫтәлек яҙыулы ҡомартҡыһын яугир берәүгә лә тоттормаҫҡа тырышты.
Атайлы саҡта бесән мәлдәре, бигерәк тә  колхоз малына силосҡа һалыу, күңелле була торғайны. Дүртенсене бөткән Рәғиҙә, уның класташтары, тәүләп арба арты йыйырға сыҡтылар. Яңы ғына салғысылар сабып, ҙурыраҡ класта уҡығандар өйөмдәргә һалып барған бесәнде  атаһы арбаһына тейәй, Рәғиҙә йыйып ҡуя. Хәсән ағаһы салғысылар рәтендә. Күңелле. Салғы тапау, яңғыратып яныу тауыштары әле лә ҡолағында сыңлап киткәндәй. Төшкө ашҡа туҡтауҙар һуң! 
– Карам ағай, бригадаң өсөн аш һалдырып ал, һеҙҙән башлайым!– тип ҡысҡыра аш бешереүсе.
Атаһы котелогын тотоп, усаҡ янына китә. Өсөһөнә лә аш һалдырып ала. Балаларына һауыттарына бүлә, үҙе котелогынан ашай. Йәштәр мәрәкәләп бер була.
– Карам ағай, берәй көн мин дә шул һауытыңдан ашап ҡарайымсы?
– Һуғыш мәлендә ялға туҡтаған кеүек хис итеп ултыраһыңдыр?
– Кит, юҡты һөйләмәгеҙ,  Аллаһ һаҡлаһын! Оло кеше менән булышмағыҙ! Ашауығыҙҙы белегеҙ! – тип тыя ололар.
Рәғиҙә бәләкәй сағында  атаһы өйҙә юҡта ғына котелок менән һыуға барырға, емеш-еләк тирергә, сумка итеп уйнатырға яратты. Бер көн һыу буйында уйнап йөрөгәнендә уны онотоп та ҡалдырғайны. Атаһы асыуланды, күңелһеҙләнеп китте.
– Әрләмә баланы, табылыр, һинеке икәнен бөтә ауыл белә, кем тейһен, – тип йыуатты әсәһе. Унан ҡыҙына ҡарап: – Атайыңды булше нивырнишит иттермә, яраһы ҡуҙғалып ҡуйыр, – тип тыйҙы.
Күмәкләшеп эҙләй торғас, таптылар.  Уйынсыҡтары-ние менән тулы котелогын бер ағас ботағына  элеп торған да онотҡан икән ҡыҙыҡай. Шунан һуң уға берәү ҙә ҡағылманы.
“Атайым, моғайын, ейәндәрен ҡурсалап йөрөйҙөр. Кем белә, бәлки, улар ҙа олаталары аяҡ баҫҡан ерҙәләрҙер. Туҡта-туҡта! Атай ҡомартҡыһы хәҙер ҡайҙа икән? Бөтөнләй онотолған даһа! Юғалып ҡуймаһын!” Рәғиҙә, атай йорто эргәһенә яңы өй һалып йәшәп ятҡан Хәсән ағаһына барып, котелокты эҙләргә тип, ашығып сығып китте. “Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан, ағайым Афғандан иҫән-аман йөрөп ҡайтҡандар. Уландарым да һау-сәләмәт ҡайтыр, иншалла”, – тигән шатлыҡлы уйҙар менән барып инде.
– Һаумы, еңгә! Ағайым ҡайҙа? – тине ашығып.
– Нимә булып китте, нимәгә ашығаһың? – тине ҡурҡып киткән еңгәһе. – Балалар янына гурытҡа киткәйне. Әйҙә, сәйгә ултыр. Малайҙарҙан хәбәр бармы?
– Юҡ! Бушамайҙарҙыр, бәлки телефон тотмайҙыр. Сәйҙе һуңынан эсербеҙ. Еңгә, атайымдың котелогына килгәйнем, ҡайҙа икән?
– Ыста, теге ҡайным ҡомартҡыһымы? – Еңгәһе бер аҙ уйланып ултырҙы. – Әлләсе, күргәнем  юҡ.
– Бында ул, атайым өйөндәлер. Иҫке өйҙө ҡарап сығайыҡ.
Бала саҡтың иң бәхетле мәлдәре үткән атай йорто. Һәр нәмә үҙ урынында. Әйтерһең, атай-әсәй үҙҙәре ошонда, ә бөгөн өйҙә юҡтар. Стенала яратҡан келәмдәре, рамдарҙа - фотолар. Атай үҙе эшләгән шкафтар. Өй буш тормай былай ҙа. Йәйҙәрен ҡаланан бала-саға килеп тула.  Аяттарҙы ла ошонда уҡытырға тырышалар. Шкафтарҙа – юҡ, һандыҡты ла ҡараны.  Аптырағас, ҡапҡаһы асыҡ торған гаражға инеп эҙләй башланы. Гаражда ла тәртип. Аталары бик тә йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек яратты, улына ла күскән шул сифаты. Стеналағы кәштәләрҙе байҡай башланы.
– Ана лаһа! – Еңгәһе эргәһенә килеп баҫты.– Бында төрлө сөй - фәлән тултырылған икән.
– Еңгә, берәй һауыт бир әле, бушатайыҡ.
– Мә, йәшниккә бушат.
– Апҡайтып йыуып, таҙартып алам.
– Шайтырһың. Булды, инде инеп сәй эсәйек.
Еңгәһе менән сөкөрҙәшеп ултырып  сәй эсеп алғас, нисектер, еңел булып  ҡалды. Ҡабаланып йүгерә-атлай  ҡайтып, котелокты матур итеп йыуып, шкафына ултыртты. ”Атайым һуғышта саҡта йәш кенә булған, өйләнмәгән дә, ә минең улдарымдың балалары, ҡатындары зарығып көтә, Аллаһ  бирһә, барыһы ла яҡшы буласаҡ”, – тип һөйләнеп, ҡомартҡыһына һоҡланып ҡарап торҙо. Унан, күңеле күтәрелеп, бына нисәмә көн инде моңһоулыҡ баҫҡан өйөн ялт  иттереп йыйыштырып ҡуйҙы. Аҙна һайын шылтыратып, хәлдәрен белгертеп торған уландарын уйлап, күңеленә тынғылыҡ тапмай, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланған  әсә ҡарты эштән ҡайтыуға хатта ҡайһы бер йыһазын да  урындарын алыштырып ултыртып ҡуйғайны.
– Бәй, берәйһе ярҙамлаштымы, нисек көсөң етте? – тип аптырап торҙо ҡарты. 
– Үҙем дә белмәйем, әллә ҡайҙан көс килде. Күптән ошолайтып ултыртырға йөрөһәм дә ҡул теймәгәйне.
– Һәйбәт булған даһа! – Ире лә бошона, тик ҡатынына һиҙҙермәҫкә тырыша. “Юҡтыр, бөгөн дә хәбәр юҡтыр, юғиһә килеп ингәс тә ҡыуанып һөйөнсөләй һалыр ине”, – тип уйланы эстән генә. Шкафтағы ялтыратып таҙартып ҡуйылған  котелокты ла күрмәй ҡалманы, әлбиттә. Иртәнсәк төшөн һөйләй ине лә:
– Күрҙеңме? Үҙебеҙгә апҡайттым. Ағайым гаражында ҡый-ғыпыр тултырып ултыртып ҡуйған. Малайҙарыбыҙ, Аллаһ бирһә, ҡайтып күренерҙәр. Ышанам!  Уларҙың да  бындай котелок барҙыр ул? – Рәғиҙә ҡомартҡыға ҡарап уйға батҡан иренә өндәште.
– Бар кәнишнә, тик икенсерәк формала. Былар хәҙер музейҙарҙа ғыналыр.
Кисен телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап ултырғанда, ҡапыл телефоны шылтырағанға  Рәғиҙә һикереп торҙо. Кеҫәһендә ятҡан телефонын эҙләп, тегеләй-былай ҡаранды.
– Кеҫәңдә ята бит телефоның, кеҫәңдә!
– Ай, Аллаһ! Албырғаным да киттемсе. Рәфил балаҡайым даһа. Алло, Рәфил, ҡустың да эргәң­дәме? Ни хәлдәһегеҙ, киленгә шылтыраттыңмы? Ниңә оҙаҡланығыҙ? – Балаһының тауышын ише­теүгә йөҙө яҡтырып киткән Рәғиҙә һорауҙарын яуҙыра башланы. – Асыҡмайһығыҙмы, өшөмәй­һегеҙме?
– Һаубыҙ, әсәй, атай! Оҙаҡ  һөйләшеп булмай. Ҡайғырмағыҙ, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Тамаҡ туҡ, өшөмәйбеҙ. Олатай йөрөгән ерҙәрҙәбеҙ. 
Рәғиҙә  телефонын   эргәһендә түҙемһеҙләнеп көтөп торған иренә тотторҙо:
– Сәләм! Йышыраҡ шылтыратығыҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыҙҙы көтәбеҙ!
– Һау булығыҙ! Хәҙер киленегеҙ  менән һөйләшәм. Ҡустым һуңғараҡ шылтыратыр.
– Балаҡайҙарым иҫән-аман, Аллаға шөкөр! Ана лаһа, олаталары тигенгә инмәгән төшөмә. Рәхмәт төшкөрө! Ейәндәрен ҡурсалап йөрөгән һыны инде уның да. Ҡана, туғандарға шылтыратайым. –  Рәғиҙә, ҡыуанып, икенсе бүлмәгә инеп китте.
– Алло, ағый, малайҙар шылтыратты! – тигән шатлыҡлы тауыштар яңғыраны теге бүлмәнән.


Фәрихә ВӘЛИУЛЛИНА   

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас в