Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Октябрь , 07:00

Донъя тигәнең

(Хикәйә)

(Сәғирә Шәрәфетдинова  1963 йылдың 28 мартында Белорет районының Шығай ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы мәктәптә пионервожатый булып башлай. Хәҙерге ваҡытта "Өлкәр" милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе. Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
Хикәйәләре район, республика матбуғатында даими баҫылып тора. 2019 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.)


Таң һарыһынан тороп ашап өй­рәнгән Сәғитйәндең бөгөн тамағына аш барманы. Һөткә генә бешерелгән бутҡаны сир­ҡанғандай ситкә этеп үк ҡуйҙы. Һике аҫтында йәшереп тотҡан араҡыһына тоҙ һалып эсергә уйлағайны, шешә бөкөһөн асыу менән еҫенә уҡшыны. Бейек болдорҙан тышҡа сығып та өлгөрмәне, эстәгеһен аҡтарып ҡоҫто. 
Бының менән генә бөтмәне, уҡшыуы баҫылманы. Эске ағзаларын һелкетеп уҡшыған мәлдә Сәғитйәндең арҡа буйы тартышты. Һуңғы көсәнгәнендә эре-эре ҡанлы киҫәктәр сыҡты. Ҡатыны күрмәгәндә һөртөп ҡалырға, тип сепрәк эҙләне. Теге сәйер ҡан киҫәктәрен ышанмағандай таяҡ менән төрткөләп ҡараны. Йән­тәс­лимгә арҡаһын кирә биреп тура баҫты. Болдор ҡанатына һөйәлеп:
– Рәттең китеүе ошо микән? – тип ҡуйҙы.
– Нимә нишаналай үҙ алдыңа һөй­ләнеп тораһың? – Ғәлимәһе эргәһенә сығып баҫҡан икән. Алҡымына тығылған төкөрөктө йота алмай торған Сәғитйән өндәшмәне. Ҡа­тынының ҡайтанан-ҡайта һорап йонсотоуынан арып:
– Донъя тигәндең рәте китеп бара икән, тием.
Иренең ауыҙынан һүҙ сыҡҡанын көтөп кенә торғандай, Ғәлимә элә һалып алды:
– Китер шул. Ун йыл бер ергә сөй ҡаҡҡаның булдымы? Уның ҡарауы Рәфҡәттең, Ишмораттың донъяларын бөтәйттең. Ҡай еренә баш тыҡма, шыңғырлап тора. Кем ярҙамға мохтаж, шуға саптың. Көллө йөмлә йортҡа оҫта булғасың, йөрөнөң дә йөрөнөң. Рәте киткән, имеш, китер шул.
Ҡатыны бармағын бөгөп, иренең кемгә өй бөтөрөшкәнен, кемгә мейес һалғанын һәм башҡа бихисап эшен һанарға керешкәйне, әмәлгә ҡал­ғандай өйҙә телефон шылтыраны. Ғәлимә дарҫ-дорҫ баҫып өйгә инеп китте. “Эй бисә, бисә, хәбәремдең айышына ла төшөнә белмәнең шул. Мин берҙе һөйләйем, һин икенсене тылҡының. Мин “бар” тинем, һин “юҡ” тинең. Донъяны ни, емерелһә, төҙәйтергә мөмкинлек була. Малы таралһа, ҡайтанан йыяһың. Ап­тырарлыҡ нәмә тапҡаның икән”, – Сәғитйәндең эсендә ниндәй ут көйрәгәнен белһә икән Ғәлимә... Ул алыҫтағы йәйрәп күренгән ҡара күгелйем тауҙар теҙмәһенә ҡарап байтаҡ уйланып торғас, дымлы күҙҙәрен ҡул һырты менән һыпырып, картуф баҡсаһына йүнәлде. 
Индектең ҡыйшайған бағаналары төбөнә эре-торо таш ташып һалды, унан тупраҡ килтереп төйгөсләне. Серегән һайғауҙарын ысҡындырып “ҡыйғыламта”ға тураҡланы, улары урынына яңыларын йышлап ҡаҡты. Ҡатыны әллә нисә сығып, әллә нисә һөрәнләһә лә, ашарға инмәне. Эшен тамамлағас, бағаналарҙың ныҡ­лығын ҡабаттан тикшерҙе: “Үлем тейгеһеҙ үк булмаһа ла, минән һуң да байтаҡ торорһоғоҙ әле”. Сәғитйән утынлығына ҡарай уҙҙы. Күҙ бәйләнгәнсе ярылған утынын өйҙө. Иренең көн оҙоно өй эшен эш­ләгәнен ирәйеп күҙәткән Ғәлимәнең кәйефе күтәренке. Ул өҫтәл тултырып ризыҡ әҙерләгән. Сәғитйән киске ашҡа ултырһа ла, ҡоротло һурпанан башҡа ризыҡҡа йоғонманы.
– Атаҡ, атаҡ, шул да булды микән тамаҡ?!
Бот сабып аптыраған ҡатынына бер ни өндәшмәне. Көн оҙоно төйөр ризыҡһыҙ эш арытҡайны уны. Ти­ҙерәк ятҡыһы килде. Ҡапылғара йоҡлай алмай хитланды. Таңға ҡарай төшөндә мәрхүм атаһын күрҙе. Иртәнсәк йоҡонан асығыу тойғоһо менән уянһа ла, киске аштың һурпаһын ғына һөрпөлдәтеп эсте. Ҡатыны күрмәгәндә һалмаһын малға тип йыйылған ашлы һыуға ауҙарҙы. Көнөн ихатаһындағы элегерәк ҡулы етмәгән эштәрҙе эшләп уҙғарҙы. Мал-тыуар бикләгән аҙбарын йүнә­тештерҙе. Ҡапҡа буйындағы сәскә­леккә ағас төпһәләренең эсен яндырып уйҙы, эстәренә тупраҡ тултырҙы. 
Сирләүенең унынсы көнөндә Сәғитйән болдоронда аңын юғалтты. Ике ҡатын гәпләшкәне иҫенә килтерҙе. Һүҙ алдырмай хәбәр сурытҡанын үҙ ҡатыны икәнен шәйләне. Тегеһенең дә тауышы таныш кеүек. Уның ауыҙынан больница һүҙен асыҡ ишетте. Фельдшер булһа кәрәк. Янбашының семетеп ауыртҡанлығын һиҙеп, үҙенә укол ҡаҙағандарын аңланы. Тауыштар тынды. Ғәлимәһе яңғыҙ ҡалды, ахыры. Ҡыштырлап Сәғитйән эргәһенә уҙҙы. Ҡатынының ҡараштарын һәр кү­ҙәнәге менән тойған ирҙең кер­пектәре дерелдәне.
– Сәғитйән, Сәғитйән, тием, ҡа­пылайымға ятып китһәң, мин ҡа­лайтырмын шан? – Ғәлимә һеүҙәп иларға кереште. Тамам зиһене асылған ир күҙ йомоп ятыуын хуп күрмәне, телгә килде:
– Иртәгә торормон!
Үҙе әйткәнсә иртүк торҙо Сәғитйән. Йорто тирәһендә әйләнгеләне. Лапаҫ аҫтында төптәрәк ҡоро таҡталар тот­ҡан урынға инде. Уныһын-быныһын ҡалҡытып ҡараны, үҙенә кәрәклеһен тапманы. Эшкә ашҡандай таҡталар ҡалмағайны. Ул-был йомоштарын тапҡан булып, ҡатынын ҡалаға ышалап-ҡыуып тигәндәй ебәрҙе. Көндән-көн ҡыу ағастай ҡыуарып, һүнеп барғанлығын аңлағайны Сәғитйән. Шуға ашыҡты. Әле лә, күктән бойороҡ ишеткәндәй, ҡапылайымға ултырған еренән һикереп торҙо ла, таралып барған кәүҙәһен ныҡ тоторға тырышып, күршеһе Әхиәргә йүнәлде. 
Сәғитйән мөсһөҙ тауышы менән күршеһе Әхиәргә өндәшеп өл­гөрмәне, уныһы әмәлгә ҡалғандай өйөнән үҙе килеп сыҡты. Сәғит­йәндең үҙенә юл тотҡанын тәҙрәһе аша күрҙе булһа кәрәк. Күршеләр бер-береһе менән әллә ни ҡатышып йәшәмәгәс, көт­мәгәндә үҙенә килеп инеүе Әхиәрҙе һағайтты. Тегеһе лә һүҙ осон ҡайҙан башларға белмәй хитланды. Ихата тулы келән итеп өйөлгән ҡалын таҡталарға ымлап, һатырғамы, тип һораны Сәғитйән.
– Миңә иллелеккә биш-алты таҡ­таңды, бер нисә йоҡағын арт­тырмаҫһыңмы?
– Ул ғынаны ни итәң?
– Кәрәгемә кәрәк инде.
Әхиәр көлөмһөрәне : 
– Ул сама таҡтаны минән ләхетлек өсөн һатып алалар.
Сәғитйәндең йөрәге тертләне. Әхиәр, әйтерһең, уның уйҙарын үтәнән-үтә уҡып торғандай.
– Әйтәм дә, кәрәгемә кәрәк, тип. Кем белә, донъя тигәнең бөгөн былай, иртәгә тегеләй. Юҡ-юҡта ла әлләмәгә айҙанып китә, – тип әйләндереп әйтә ҡуйҙы Сәғитйән.
Әхиәр таҡта өйөмөнә йәнә күҙ йүгертте. Иңбашын һикерткеләй торғас:
– Хаҡы ла, ағас-таштың, әйтәм, буйтым артты бит әле, – Әхиәр, кәрәкме, кәрәк түгелме, ауыҙын ҙур асып иҫнәне.
– Ярай, бөхөлдәнмә. Биш таҡтаңа йәнең сыҡмаҫ. Күпме һорайһың, шуны бирәм, – өҙөп кенә шулай тине лә, Сәғитйән башын эйеп, сығыр яҡҡа атланы. Ябығып, яурындары төшөп, иллегә етмәгән көйө ҡапыл ҡарт бабайҙар сырайын алған күршеһенең артынан сәйерһенеп ҡарап ҡалды Әхиәр.

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

(Дауамы бар).

“Тора, ни биререн, ни бирмәҫен белмәй. Ләхеткә һатам, имеш. Ҡалай шәп! Йәшәп-йәшәп тә ләхеткә таҡта һатып биргәндәрен ауылда бер Әхиәрҙән ишетеүем! Сәғитйәндең донъяһын бөтәйтергә тип йыйған ағас-ташы ҡайҙа булып бөткән тиһең, ана шул ләхеткә, ҡайҙа табутҡа китеп бөткән. Һата, имеш. Байырһың инде биш таҡтаң менән. Әлдә үҙем дә ләхеткә, тип ысҡындырмағанмын.” Ник барған көнгә, тыуғанына үкенде Сәғитйән. Әлеге донъя тигәнең ҡаҡмаҫ ишектәреңде ҡаҡтыра шул, тип йәне үртәлеүенә сыҙаша алмай, ҡара көйөк булып, һуңғы ваҡытта йышайған лапаҫы аҫтына уҙҙы.
Ярты сәғәттән Әхиәр бәләкәй тракторына тағылған “воровайка”һынан күршеһенең ҡапҡа эсендә таҡта бушата ине. Сәғитйән өндәшмәй генә биш меңлекте күршеһенә һуҙҙы. Тегеһе ҡыҙыл аҡсаны улай-былай ҡыштырлатып әйләндергеләне лә, кеҫәһенә тыҡты. Сырайы яҡтырған хужа өйөнә инеп электр сәйнүген шырҙатты. Сынаяҡҡа иҙелгән ҡорот һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойҙо. Һары май ҡушып болғаны. Шулай тамағына еңелерәк үткәндәй була. Бер аҙға күңел болғаныуы баҫылды. Сәғитйән ҡатыны ҡайтып инмәҫ элгәре тип, булған хәселен һалып, эшкә тотондо. Ҡәбер соҡорон һолға үлсәгәндәй күҙ алдына килтерҙе. Таҡталарҙың ләхеткә тигәндәрен сама менән тураны. “Соҡорҙоң оҙонлоғон ике метрҙан арттырмай торғандар. Сама менән етергә тейеш. Ярым табутҡа йоҡағы етеңкерәмәҫ, шәйт. Етмәһә ней, зыян юҡ. Әлләгем итеп елкәләренә һалып апармаҫтар. Ятҡан таҡтаһында ятыр. Йыуып-тәрбиәләгәс кирегә ауҙарып тормаҫтар, шул килеш ат арбаһына күсерерҙәр. Үлгәс, күтәр ни ҙә, күтәрмә ни”. Һөйләнә-һөйләнә үҙе мәрхүм булғас, ята торған таҡтаны йышты Сәғитйән. Донъяһы килтереп кәккәс, нишләһен, берәүҙең дә ҡулы бармаған эште ир үҙ-үҙенә башҡарып йөрөй. Әжәленең түҙемһеҙләнеп эргәлә көтөп йөрөгәнен белә. Шуға ашыға. Саҡ ҡына күҙ-баш алғас, ләхеткә тип әҙерләнгән таҡталарын бер тирәгә ташыны, ҡырына үҙе ятасаҡ таҡтаны һөйәне лә, ҡапылғара күҙгә салынмаһын типме, брезент менән ҡаплап ҡуйҙы.Унда-бында осҡан тап-топто йыйҙы, таҡта онтаҡтарынан эргә-тирәне таҙартты. Быуындары ҡороп, диванға арманһыҙ тәгәрәһә лә йоҡоһо килмәне. Келт итеп иҫенә бура төштө.
Әлүктән минең өсөн ҡарағас һынлы ҡыҙыл ағасты йыҡтырыуын-йыҡтырып ҡуймаҫтар. Лесник Фәррәх зирәк кеше. Әле берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡҡаны юҡ. Сәғитйән был тарафтан тыныс. Лесниктың нимә әйтерен дә ятлап бөткән. “Төпкәрәк инеп алығыҙ, тир, зыяратты бысратып, унда әрсемәгеҙ, тир, урынында турап, әрсеп, ҡабығын өйөп китегеҙ, тир”. Бер аҙ күңеле күтәрелгәс, Сәғитйән ойоно. Уянғанында тышта күҙ бәйләнер мәл еткәйне. Өйгә тәмле еҫтәр таралған. Аш-һыуға маһир ҡатыны һәр төрлөһөн өлгөртөп кенә тора. Ҡана, тор ҙа, аша ине. Әле ике аҙна элек икмәкте бүҫерә тешләп ашаған кеше, бөгөн ризыҡ еҫенән биҙеп ултырһын әле. Ашамай, ризыҡты этеп сәсрәтә баҫып сығып киткәндәре булманы түгел, булды. Донъя тигәнеңдең әйләндереп һуғырын белгән булһа икән Сәғитйән.
Өйгә ут алғас, фельдшер Гөлгенә килде. Юллама килтергән икән. Сәғитйәндең ҡан баҫымын үлсәне. Махсус ҡалағын тығып, тамағы төбөн ҡараны. Арҡаһына әйләндереп, ҡулдарын ирҙең умыртҡа һөйәге тирәләй һаҡ ҡына эшкә ҡушты. Йәш ҡатындың йомшаҡ ҡулдарынан Сәғитйәндең тәне дерелдәне. Аһ, ҡатын-ҡыҙ ҡулы! Ҡалай нәзәкәтле, йомшаҡ. Ул ҡулдарҙың үҙенә ҡасан ҡағылғанын онотҡан Сәғитйән. Был тәңгәлдән ҡатыны ҡырыҫыраҡ булды. Иркә-наҙға үҙе лә атлығып торманы ниңәлер, тартынды. Бөгөн килеп, ҡатын-ҡыҙ ҡулдары ҡағылыу менән йөрәгендә әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәр ҡайнашты. Көрәктәй усына һалып, һалҡынса бармаҡтарҙы йылытҡыһы килде. 
Арҡаһынан оҙон-оҙаҡ йөрөүен теләне. Сир ғазаптарын саҡҡа ғына онотоп уның йәне лә, тәне лә иҙрәне.
– Сир диагнозын белмәгәс, мин һеҙгә аныҡ ҡына дарыуҙар бирә алмайым. Иртәгәнән ҡалмай барығыҙ, ағай, балнисҡа, – тип үтенде фельдшер, йәшкелт күҙҙәрен Сәғитйәнгә төбәп.
Уйҙарынан оялғандай, Сәғитйән йәш ҡатынға күтәрелеп ҡарамай ғына, ярай, тигәнде аңғартып баш ҡаҡты.
Иртәгәһен балнисҡа бармайым, тип аяҡтарын арҡыры терәп ҡарышҡан Сәғитйәнде Ғәлимәһе ай-вайына ҡуймай, машина яллап ҡалаға алып китте. Көндө кискә ауҙарғансы тигәндәй кәрәкле кабинеттарҙы ла, узи-рентгенттарҙы үтеп бөттөләр. Табип, бер ниндәй сирегеҙҙе тапманыҡ, үпкәгеҙ таҙа, ашҡаҙанығыҙ бүренеке кеүек, тип сығарып ебәрҙе. Тамаҡтан үтмәй бит, тамаҡ рәнйеүе, ахыры, тип кире ҡайтарып әйтә алманы Сәғитйән. Белгестәр, бәлки, ысынлап та беләлер. Күңелендә остоҡ ҡына өмөт ҡабынды. Юлайҡан кәфенлек алып ҡайтырға, тип уйлаған уйынан кире дүнде. 
Ысынында онкология бүлеге мөдире дөрөҫөн әйтмәгәйне. Пациенттың сире аҙғанын һәм медицинаның был тәңгәлдә көсһөҙ икәнен тәжрибәле табип ишектән ингәс тә үк аңғарғайны.
Балнистан ҡайтҡан көндө Сәғитйән шәбәйгәндәй булып, мунсаһының серегән бер баҙын алыштырҙы. Үҙенең ҡыл өҙөрҙәй хәле ҡалмаһа ла, ихтираз булып ятҡыһы килмәне. Әленән-әле ятҡан еренән тора һалып нимә менәндер булышырға тырышты. Бер көн соланының бейек болдоронан күгәреп ятҡан тауҙар теҙмәһенә ҡарап уйланып торған еренән кинәт йырлағыһы килде. Ә бит Сәғитйәндең тауышы юҡ түгел ине. Мәктәптә уҡығанда “Зарница” уйынында уны гел “запевала” итә торғайнылар. Йәш саҡтарҙа ла төндәрен егеттәр менән ҡойма буйында йырлап ултырыуҙары үҙе бер ғүмер була торғайны. Беләме ул йырҙы, белмәйме, әйҙә, Сәғитйән, һин башла, тигән булырҙар ине дуҫтары. Һай, ғүмер... Әллә күпме клуб сәхнәһенә саҡырҙылар. Арҡырыһы сығып, унда ла йөрөмәне. Хәтирәләренә бирелеп, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Тәгәрәне, тәгәрәне, тәгәрәне ҡыҙыл алмалай ғүмер, тәгәрәне, тәгәрәне тоталманым, ғүмер бит алма түгел”, – тип яратҡан йырын һуҙмаҡсы булғайны, тамаҡ төбөнән ғырылдап йән иңрәткес ауаз сыҡты. Сәғитйән тауыштан ҡалғайны. Күҙҙәренә йәш төйөлдө. Иламаҫлыҡмы, тауышы бөткәс, хәҙер килеп күңеленә ойотҡо һалып тора, имеш, берәү. Их, донъя тигәнең! 
Һуңғы өс көндө Сәғитйән йоҡлап тигәндәй уҙғарҙы. Йоҡо аралаш, баҫлыҡтымы әллә төшө боларыуы булдымы: “Йомаға етергә тейешмен, йомаға”, – тип шыбырҙаны. 
Фельдшер ҡаҙаған уколданмы әллә бүтән сәбәптәнме, Сәғитйән кесе йомала үҙендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Ғәлимәһенән мунса яҡтырып, йыуынып алды. Һаҡал-мыйығын ҡырҙы. Тырнаҡтарын киҫтерҙе. Түшәк-яҫтарын алыштырыуын үтенде. Аҙаҡ ятҡан түшәге аҫтынан ҡалын ғына төргәк килтереп сығарҙы:
– Мә, төпкәрәк тыҡ! Бында байтаҡ ҡына. Эй, шәп кеше ни, һине тием, хыял иткәнеңсә ике ҡатлы кирбес йортта йәшәтермен, яңы “иномарка”ла елдертеп йөрөтөрмөн, тигән булып оҫталыҡта йыйған бол - байлығым инде был. Мин йыйынғансы көтөп торған ти донъя тигәнең. Ана, ҡалайтып ихтираз итеп һалып ҡуйҙы... Ул-был була ҡалһа, кәрәк-яраҡты әҙерләгәнмен. Лапаҫ аҫтында. Бынау ҡағыҙға һөйәгемә кем тотонаһын, кем йыназа сығырын яҙғанмын. Теүәл генә үтә. Ҡаңғырма. Донъя күргән бисәһең, – шыбырлап һөйләшә торғас, Сәғитйәндең тамам хәле бөттө. Ҡатынының һаман илаулап һөйләгән хәбәрен оҙаҡ тыңлағыһы килмәне. – Тегендә һинән башҡа ла разберутся. Олатайым әйтмешләй, бәрзәхенә барып етер кәрәк, – ул, кит инде тигәндәй, ҡулдары менән ишараланы ла күҙҙәрен йомдо.
Ҡош болғансығы барған көҙҙөң таңында, үҙе теләгән көндә Сәғитйәндең йәне теге донъяға күсте. 


Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в