Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Сентябрь 2022, 11:41

«Юҡ менән башыңды ҡатырма!»

Апайым телефон аша бары ошо һүҙҙәрҙе әйтте. Миңә, әлбиттә, етә ҡалды. Аңың томаланғанда бер кәлимә һүҙ ҙә етә.


«Юҡ»тың исеме Камил булып,   күҙ асып йомғансы ҡыңғырауҙай шылтырап үтеп киткән йәйҙең бер айында, тул­ҡындары ярға бәрелеп торған ошо диңгеҙгә сумып, кире сыға алмай ҡалған мин, диуана, ошо сәғәттә башҡа бер нәмә тураһында ла уйлай ҙа, һөйләй ҙә алмай инем. Өҫтә лә, аҫта ла, уңда ла, һулда ла – Камил, Камил, Камил. Йоҡларға ятһам да, иртән килеп торһам да – Камил, Камил, Камил. Күҙемде асһам да, йомһам да, ул йылмайып ҡаршыма килеп баҫа, һағы­ныуҙан, күргем килеүҙән бер тин дә тормаған күҙ йәштәрем битемде  сылата.
Башыңды ҡатырма, тип әйтеүе генә еңел... Уны ҡатыраһы ла, иретәһе лә ҡалмаған инде. Камил. Уның һары-көрән күҙҙәре, баҡыр тәңкә менән һыҙып үҫтергәндәй ҡыйғас ҡаштары, артҡа ятып торған ҡуйы ҡара сәстәре, көмрөрәк ҡырлас танауы. Ә йылмайыуы… Ап-аҡ тештәренән донъя яҡтырып китә. Ричард Гирға күренеп тормаһа ла була. Камил. Ян-яҡтан донъяны томалаған. Йүшкәһен ныҡ итеп этәреп ҡуйғандар. Ситтән бер тамсы ла һауа инерлек түгел. Минең тормошом − Камил исемле төтөнгә сәсәп, иҫереп, стеналарға йәбешеп йөрөүем генә. Йә үләм дә, йә ҡалам. Күҙемә бер нәмә лә күренмәй, ҡолағыма бер нәмә лә ишетелмәй.
Һәм бына ошо аҡылға еңеләйеүҙе ни өсөндөр бер тилеһе мөхәббәт тип атаған. Ғашиҡ булыу, тимәк, һуҡыр, һаңғырау, телһеҙ ҡалыу тигән һүҙ. Шундай зәғиф әҙәмдең  яратҡан кешеһе эргәһендә ураланыуҙы ошо уҡ тилеһелер инде бәхет тип атаған.
Йәйелдереп   нисек танышҡанды һөйләп тә тормайым. Әҙәмдәр нисек таныша? Ҡойма аша бер-береһен күреп ҡалды һәм айт! Ниндәйҙер һөйләмдәр әйтелде һәм тайт! Ҡойма ундай саҡта тойғоларға кәртә булып торамы? Юҡ, әлбиттә. Был йортта уны бер кем дә бәреп үлтермәҫен белеү менән… Айт! Тайт!  Һикереп тә төштө егет.  Шул ғына. Ҡалғаны инде китаптарҙа төрлө төҫтәге буяуға манып матурлап һөй­ләнелгәне, ә ысынында иһә ике енестән булған парлы ҡоралайҙың яландар буйлап сабышыуы, ике аҡҡоштоң   муйындары менән бер-береһен һыйпап түңәрәк күлдә йөҙөүе... Ер булды, һыу булды, һауа ҡалды.  
Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ, осоп бара, ти, унда, бик бейектә ике  ҡош. Булһын торналар, улар бик матур. Хәрәкәттәре талғын, үҙ дәрәжәләрен белеп кенә ҡанаттарын елпейҙәр. Тауыштары ла матур. Тик парлашҡан бөтә йән эйәһенең мәшәҡәттәре бер. Тап ошо урынға еткәс, Әҙәм менән Һауаны иҫкә төшөрөп үтергә  була. 
Дөрөҫ иткән Хоҙай Тәғәлә, елтерәтеп Ожмах баҡсаһынан ҡыуған да сығарған             (күҙҙәренә бары үҙҙәре генә күренгән ике диуана бик көйөп тә китмәгәндер әле).
 Донъя барлыҡҡа килгәндән бирле бара был бәхәс.
Тамағығыҙ туҡ, өҫтөгөҙ бөтөн (имән япрағы), ағастарҙа былбыл  һайрай, ә һеҙ шунда ла йылан ыҫылдауын ғына  ишетәһегеҙ. Шуның ҡотҡоһона бирелеп, муйын тикле гонаһҡа батҡанһығыҙ. Алма ла булдымы аҙыҡ? Ас булдымы тамағығыҙ? Ожмахҡа ла сыҙамаҫ икән Әҙәм! Ҡәҙерһеҙҙәр, йөрөгөҙ әйҙә интегеп, улай бик шәп булғас. Ни етмәне һеҙгә? Бәддоға һеҙгә, бәддоға! 
Ни етмәҫен һин үҙең алдан күрергә тейеш түгел инеңме ни? Ниндәй маҡсат менән   тап шундай итеп  беҙҙе – Әҙәм менән Һауаны әүәләнең?! Ҡатын-ҡыҙ бөгөнгө көндәгеләй табаҡ-һауыт өсөн генә яратылған булһа, ни өсөн   сибәрлек бирҙең? Әҙәмдең аңын юйҙырған ҡалҡыу түштәр, уның ҡулын ғына көтөп торған нәҙекәй билдәр нимәгә? Әле ул күтәрелеп тә ҡарамай, ҡорһағын алдына  йәйеп, әҙер ашты ғына  һемерергә тейеш булғас, ни өсөн уға шундай киң яурындар бирҙең?  Осор өсөн түгелме ни? Ул алманы ашарға ла ярамағас, ни өсөн үҫтерҙең, күҙ ҡыҙҙырып аҫылындырып ҡуйҙың? 
Тағы бер һорау, Хоҙай Тәғәләм, һуң, һин нимә уйлап ул Әҙәмең эргәһенә шул күреп тә туймаҫлыҡ гүзәл затты индереп ебәрҙең? Йәнде бит  уға үҙең өргәйнең. Күрмәнеңме ни керпектәренең күбәләк ҡанаты кеүек «леп-леп» кенә итеп торғанын?  Ғәйепте был икәүгә генә япһарыу һис тә килешкән эш түгел.
Ниһайәт, шайтан да бит һиңә, Хоҙай Тәғәләгә, буйһонорға тейешле  зат, барыбыҙ ҙа бит һинең ҡанат аҫтында. Әллә үҙең, һынап ҡара әле был икәүҙе, ни ҡылырҙар икән, тип һөҫкөтөп ҡуйғайныңмы? 
 Ғәйеп, кем әйтмешләй, атта ла, тәртәлә лә бар. Бейегерәк булһа икән улар. Кәртәләр. Ҡойма аша Камил мине күреп ҡалмаһа, мин – уны… Ошо сәғәттә мин дә үрһәләнмәҫ инем,  ул да… Хәйер, уныһын кем белгән дә, кем  күргән.
«Юҡ менән башыңды ҡатырма!»
Ҡатты инде ул баш, ул күптән һис тә  тап минеке булып, үҙемә генә хеҙмәт иткән ағза түгел, ә уның тауышы, еҫе, әйткән һүҙҙәре менән тулы бер көршәк. Йомшаҡ балсыҡты әүеш-тәүеш итеп   утҡа ҡуйғандар.  Ялҡын көршәкте генә ҡыҙҙырмай, уны  ялмап алып ҡына ла ҡалмаған, ә бергәләшеп дөрләй.
«Юҡ менән башыңды ҡатырма!»
Әгәр ошо һүҙҙәр яңғырағанда Зилә яңғыҙ түгел, ә эргәһендә һөйгәне торһа, моғайын, уларҙы   ишетмәҫ тә ине. Ә-ә-ә, ул сағында был һүҙҙәр бөтөнләй яңғырамаҫ та ине, сөнки ул ҡәҙерле ваҡытын һөйгәненән өҙөп,  шылтыратып та маташмаҫ  ине. Бит был ваҡытта уның донъяһы-көршәге селпәрәмә тулы һәм унда Камилдан башҡаға тамсы ла урын ҡалмаған булыр ине. Апаһы иҫенә лә төшмәҫ ине, ҡайҙа ул, бөтә туған-тыумасаны ҡуҙғытып ебәреп, уның телефон номерын таптырыу?!  Кәрәктәре бер тин ине. Йәй буйы  инеп тә сыҡманы, ә нисә мәртәбә шунан үтеп-һүтеп йөрөнө бит инде юғиһә. Онотолдо туған-тыумаса. Камил.
Эх! Һуҡыр, һаңғырау, телһеҙ булып ҡына артабан йәшәргә ине лә бит, тик   ял көндәре үтеп китте шул. 
Камилдың уның менән бергә  сығып  китә алмауының сәбәбе бик ябай ғына булып сыҡты. Ул ҡалаға әллә кемдең машинаһына ултырып барған, юлда уның документтарын, шул иҫәптән паспортын да, кеше «Москвич»ын да алып ҡалғандар.  Ҡәһәр һуҡҡыры мөгөҙлөләр. Үҙҙәре түгел, машиналары. Ярай үҙен ултыртып ҡуймағандар. 
Айырылышыу сәғәттәрен дә Зилә яңғыҙы үткәрҙе, тирә-яҡты шаршау кеүек ҡаплап яуған ямғыр эсенән  бына-бына ул килеп сығыр, алыҫтан ҡулдарын болғап, атылып килеп инер тип, ҡулына бер эш бармай, кейенеп-яһанып, бер тәҙрәнән икенсеһенә йөрөнө, әммә Камил ер упҡандай юҡ булды. Моғайын, ҡалаға киткәндер, тип уйланы Зилә. Шундай фекерҙәр менән юлға ла сыҡты. Төндә лә, көндөҙ ҙә поезд тәгәрмәстәре,  Камил, Камил, тип туҡылданы, ул шулай аңҡы-тиңке, иҫерек кешеләй барып етте.
Ҡайтыуын ишетеү менән килеп еткән әхирәте Гөлсибәр, йәйелдереп эштәге яңылыҡтарҙы һөй­ләр­гә йыйынғайны, ҡайҙа ул! Зилә уның ауыҙын да астырманы:
– Ричард Гир, тор­ғаны менән Ричард Гир! Сибәр. Үҙенең бизнесы бар… Ну, улары миңә нимәгә? Эх, белһәң, шундай һағындым… Бер ге­нә, бер генә күрер өсөн әллә нимәләр бирер инем.
Күҙҙәре шарҙай булған дуҫы, уны ашарҙай булып, йәнәшәһенә килеп ултырҙы:
− Ни эшләп үҙең менән эйәртеп алып килмәнең һуң?
− Документтарын эшләй ҙә, килеп етергә тейеш.
− Ә уның өйләнмәгән берәй дуҫ егете юҡмы?
Эй, был ҡатын-ҡыҙҙа хәтер ҡыҫҡа ла инде?! Яҙға сыҡҡас ҡына берәүҙән саҡ ҡотолғанын, фатирынан ҡыуып сығара алмай эт булғанын онотҡан.
− Моғайын, барҙыр, ҡыҙыҡһын­ма­ным. Һорашырмын.
− Эх, ҡыҙый…
 Мин тап ошо бәхеттең, йәғни Камилдың эргәмә килеп етеүен, үткәндәрҙе терелтеп, хат-хәбәр, телефон шылтырауын көтөп-көтөп, түҙемлегем бөтөп, апайыма үҙем шылтыраттым, сөнки ул   Камилдың ауылында тора һәм ул ғына  миңә  берәй хәбәр еткерә ала. Хыялдар менән аҙна уҙҙы, икенсеһе, өсөнсөһө китте. Бына ошонда инде Зилә апаһына шылтыратты, һәм бына, ишетмәһәң ишет:
«Юҡ менән башыңды ҡатырма!»  
Апай, һин нимә һөйләйһең? Уны ҡатыраһы-нитәһе ҡалмаған инде, мин төндәрен һаташып уянам, белгән булһам,  яңғыҙым ике аяғымдың береһен дә атламаҫ инем, эшкә телеграмма һалыр ҙа, уны көтөр инем. Бергә, бары бергә… Эргәһенән бер минутҡа ла ебәрәһе ҡалмаған. Этеп-төртөп булһа ла документын эшләтергә, етәкләп алып сығып китергә ине. Йөрө бына хәҙер икең ике яҡта. Зилә көтөргә лә әҙер, тик билдәһеҙлек бәкәлгә һуға. Нимә эшләй, ниндәй уйҙар менән йәшәй? Документтарын эшләттеме? Ышаныслы бер кем дә юҡ шул, һәр береһенең үҙенең тормошо. Ҙур өмөттәр бағлап шылтыратты, һәм бына:  «Юҡ менән башыңды ҡатырма!» «Аңлашылды, бөттө был хаҡта һүҙ».  «Хәлдәрең нисек?» «Яҡшы, апай, хәлдәрем яҡшы, һәйбәт кенә килеп еттем, эш башланым...» Тауышыма үҙем аптырайым. Барыһы ла яҡшы. Яҡшы. Ә нимә яҡшы? Нимә яҡшы? А-а-а! 
  Анһат ҡына бәхетле булырға йыйынған икән берәү. Ул Шекспирҙа ғына мөхәббәттән үләләр. Ә беҙ йәшәйбеҙ. Һин мине генә тыңла. Йә-шәй-беҙ! 
 Ботинка бауының тәме тел осонда ғына торғанда, күрше бабай нимә тип йырлай торғайны әле: «Беҙ ундай малай түгел, беҙ бындай малай түгел... Тутыҡҡан ҡалай түгел». Бер юлы онотолған. Бында ниндәй һүҙҙәр булды икән? «Юҡҡа ебеп төшөргә», мәҫәлән. Оятһыҙ ҙа булыуы мөмкин, ундай ҙа йырҙары бар ине. 

М. ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: