Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Май 2022, 15:06

Һорау - яуап (29.04.2021)

Баҡсасыларҙың һорауҙарына яуап бирәбеҙ.

Яңы сортлы крыжовниктар кәрәк

Быға тиклем үҫтергән крыжовни­гыбыҙ ҡартайҙы. Урынына икенсе сортлыһын ултыртырға ине. Матур уңыш биргән яңы сорттар тураһында яҙығыҙ әле.
                                  Ғәлинур БИРҘИН. Ауырғазы районы.

Крыжовниктың яңы “Машека” һәм “Малахит” тигән сорттары тиҙ арала ҙур популярлыҡ яуланы. Улар ысынлап та яҡшы төр булып һанала. Төп өҫтөнлөктәре – емештәре татлы, ә үҙе күп кенә сортлы крыжовниктар зыян күргән онло ысыҡ (мучнистая роса) ауырыуына сыҙам. “Машека” ҡуйы һәм киң сатырлы ҡыуаҡ булып үҫә. Йәш ботаҡтары тура, өҫкә һәм ян-яҡҡа йүнәлгән. Емештәре оҙонсараҡ, ҡыҙғылт-һары, алһыу төҫтә, төкһөҙ һәм еңелсә генә балауыҙланғандай. Уртаса ҙурлыҡтағы емештәре өс грамм тарта, һутлы һәм йомшаҡ. Өлгөрөү ваҡыты уртаса.
“Малахит” сортының емеше эрерәк, түңәрәк формала, йәшел төҫтә. Төкһөҙ һәм балауыҙ менән ҡапланған, һутлы, йомшаҡ. Ҡабығы йоҡа, үтә күренмәле. Өлгөрөү ваҡыты уртаса. Нимәһе уңайлы – был ике сорт та талымһыҙ, артыҡ күп тәрбиә кәрәкмәй.

Лимонды нисек дөрөҫ итеп ҡырҡырға?

Өйҙә лимон ағасы үҫеп ултыра. Һуңғы ике йылда емеш тә бирҙе. Тик ул тармаҡланып, тарбайып үҫте, формаһы бик матур түгел. Уның сатырын нисек итеп кәрәкле рәүешкә индерергә икән?
                                  Рәмзил. Иҫәнғол ауылы.

Һеҙ һуңға ҡалғанһығыҙ. Хәҙер тәрбиәләйбеҙ, тип ағасҡа зыян ғына килтереүегеҙ бар. Ә лимонды матур формала үҫтереүгә мөмкин ҡәҙәр иртәрәк, хатта тәүге йылдан уҡ тотонорға кәрәк ине. Был ваҡытта ул 18 – 20 сантиметрлы, бер һабаҡлы үҫенте. Осон бөхтә генә итеп, семтеп өҙөп алырға кәрәк. Былай эшләү ағастың буйға үҫеүен яйлатып, яҡшыраҡ өлгөрөргә, етлегергә мөмкинлек бирә. Күпмелер ваҡыттан һуң, башҡа бөрөләр уянһын өсөн үҫентене тағы 1 – 2 япраҡҡа ҡыҫҡартырға мөмкин. Һөҙөмтәлә йәш ботаҡтар барлыҡҡа килер. Улар 15 – 18 см үҫкәс, был эш ҡабаттан башҡарыла. Ботаҡ остарын сираттағы тапҡыр ҡырҡып алыу эше йәш ботаҡтар тағы 15 см үҫкәс, ә һуңынан тағы 10 см үҫкәндән һуң башҡарыла. Йәмғеһе дүрт тапҡыр ҡырҡырға була.
Төп шарт – олонға ҡарата үрә һәм сатыр эсенә табан үҫеүсе йәш ботаҡтарҙы бөтөнләй ҡырҡып ташларға кәрәк.

Эште башҡарыу тәртибе нисек?

Алмағастың йыуан ботаҡтарын ҡырҡҡанда олон һәм башҡа ботаҡтарға зыян килтерәләр. Ҡырҡылған урыны ла тигеҙһеҙ булып ҡала. Был эште зыян аҙыраҡ булһын өсөн нисек башҡарырға икән?
                           Илгизә АЛТЫНБАЕВА. Көйөргәҙе районы.

Йыуан ботаҡтарҙы ҡырҡҡанда билдәле бер эҙмә-эҙлелекте һаҡлау мөһим. Башта олонға ҡәҙәр 30 – 40 см ара ҡалдырып, ботаҡты аҫҡы яҡтан йыуанлығының өстән бер өлөшөнә тиклем бысалар. Шунан һуң бысылған урындан ботаҡ осона табан 10 – 15 см барып, өҫкө яҡтан бысырға. Ботаҡ ауырлығын күтәрә алмайынса, һынып төшкән хәлдә лә, олонға зыян килмәйәсәк. Артабан ботаҡтың ҡалған төбөн киҫеп алалар, юғиһә ағас олононда шул тапҡырҙан ҡыуышлыҡ барлыҡҡа киләсәк. Артыҡ төптән ҡырҡырға ла ярамай – ҙур һәм ауыр төҙәлеүсе яра булып торасаҡ. 
Иң яҡшыһы – нескә, ваҡ тешле бысҡы менән бысыу. Ваҡ ботаҡтар секатор менән ҡырҡыла. Ҡырҡылған урынға баҡса ыҫмалаһы йәки майлы буяу һылайҙар. Ул ағас туҡымаһына дым һәм ауырыу ҡуҙғатыусылар үтеп инмәһен өсөн эшләнә. Буяу яҡшы һаҡланһын өсөн яңы ҡырҡылған урынды тәүге тәүлектә үк буярға кәрәк. Ә ҡоро ботаҡтарҙы ҡырҡҡанда урынын шунда уҡ эшкәртәләр.         

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: