Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Апрель 2022, 07:00

ЙӘН (Романдан өҙөк)

Әҫәр тулыһынса быйыл “Ағиҙел” журналының 5-се һанынан баҫыла башлай.




Был юлы Самат менән осрашҡас та, батырая төшкән Фахриназ йәнә һорауҙар бирергә кереште.

– Һин кем булып эшләйһең? нишләп институтҡа инмәйһең?

Ҡыҙ Саматтың тормошо хаҡында бөтәһен дә белешергә теләй ине. Әммә егет ул турала арлы-бирле һүҙ йөрөттө лә хәбәрҙе үҙе һөйләшергә теләгән яҡҡа борҙо. Һуңғы ике көндә Самат йән, дин, Аллаһы Тәғәлә тураһында бик күпте белде бит. Ошо хаҡта үҙенең дә кем менәндер әңгәмәләшкеһе, белгәндәре менән бүлешкеһе килә ине егеттең. Ғәйнулла ағай менән һөйләшкәндә хәбәр ҡороу икенсерәк бара, унда Самат күберәк тыңлай, ишеткәнен үҙенә һеңдерә, ә бында шатлығының күп өлөшөн ҡыҙға бирә. Ҡайҙалыр уҡығайны егет, башҡалар менән бүлешһәң, ҡыуаныс, бәхет тағы ла артып китә, тип. Шул дөрөҫтөр. Тәүге осрашыуҙа Фахриназ менән һөйләшеп йөрөүҙәрҙән йәм тапмаған Самат, бөгөн ҡыҙ шылтыратҡас, ошо ләззәтте кисереү өсөн, уның менән осрашырға ҡыуанып риза булды.

Әммә баштан уҡ Фахриназдың юҡ-бар тураһындағы һорауҙарынан ҡотолоу өсөн, һүҙҙе үҙе  теләгән яҡҡа борорға уйлап, Самат тотто ла бер ниндәй әҙерлекһеҙ:

– Фахриназ! Һин кешенең йәне  тураһында нимә беләһең? – тип һораны.

– Йән? – Фахриназ, был нимә әле ул тигәндәй, бер аҙ уйланып барҙы. – Йән тураһындамы? Беләм. Кешенең тәне үлә, ә йәне теге  донъяға китә, – тине ҡыҙ, һүҙ ябай төшөнсә хаҡында барғандай, тыныс ҡына.

Ә Самат шаҡ ҡатты. Егет бит был аңра ауыл ҡыҙы бер ни аңламай, белмәй, үҫмерҙәр донъяһындағы ваҡ мәсьәләләрҙән башҡаһы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай тиһә, ҡара һин уны!

Самат яҡшы хәтерләй, был мәлдә улар ауылдан сығып, йылға буйлап китеп бара ине. Шул саҡта баяғы һорауын бирҙе. Ҡыҙҙың яуабын ишеткәс, егет туҡтап, Фахриназға ҡарап торҙо.

– Ҡайҙан беләһең һин быны?

– Ә беҙ ҡыҙҙар менән йыш ҡына шул хаҡта һөйләшәбеҙ.

– Йән хаҡындамы?

– Эйе. Тағы өй эйәһе тураһында.

– Өй эйәһе? – тип аптыраны Самат. – Ниндәй өй эйәһе?

– Өй эйәһе лә элек кемдеңдер йәне булған, тиҙәр бит.

Фахриназдың был һүҙҙәре егетте тамам хайран итте. Ҡара, был ҡыҙ бер нәмә лә белмәй тиһә, әллә нимәләр хаҡында хәбәрҙар икән! Тик өй эйәһе бармы ла, ул, ысынлап та, кемдеңдер йәне булғанмы? Саматтың быға ышанғыһы килмәне. Ғәйнулла ағайҙан һорарға кәрәк.

– Кем әйтте һиңә быны? – тип һораны Самат аптырағас.

– Беҙҙән алыҫ түгел Рәйсә апай йәшәй ине. Ул хәҙер Өфөлә пединститутта уҡый. Шул беҙҙе өйҙәренең эйәһе менән осраштырҙы.

– Нисек осраштырҙы? – Самат аңламаны.

– Осраштырманы инде. Өй эйәһе  бит күренмәй. Рәйсә саҡырҙы ла, уға һорауҙар бирҙе, өй эйәһе яуаптарын әйтте.

Самат шаҡ ҡатты. Ысынды һөйләйме был ҡыҙ?

– Ул Рәйсә ҡайҙа хәҙер? Бында, ауылдамы?

– Юҡ. Ҡартаталары үлгәс, ул әсәһе менән Өфөгә күсте.

– Их! – тип бошондо Самат. – Уны күрергә ине! Нисек бәйләнешкә инә икән өй эйәһе менән?

– Мин беләм өй эйәһе менән ҡайһылай итеп һөйләшергә! – тине Фахриназ шатлыҡлы тауыш менән. Ошо хәбәре менән Саматты ҡыуандырырын тойоп, ҡыҙ кинәнеү кисерҙе.

– Беләһең? – Самат ышанырға теләмәне. –Аралашып ҡарағаның бармы?

– Мин бит Рәйсәнең нисек һөйләшкәнен күрҙем, – тине лә ҡыҙ, ҡапыл күңелһеҙләнде. – Тик үҙебеҙҙә саҡырып ҡарағайным, өй эйәһе ниңәлер килмәне... – Ҡапыл Фахриназдың йөҙө яҡтырып китте. – Беҙҙең өй яңы бит! Шуға уның эйәһе юҡ! Ә Рәйсәләрҙең өйө күптән һалынған!

Фахриназ, Саматтың бошонҡо ҡиәфәттә атлауын күреп, уның сәбәбен үҙенсә аңланы.

– Һинең өй эйәһе менән һөйләшкең киләме?

– Килә лә ул, – тине егет өмөтһөҙ тауыш менән. – Ҡайҙан табаһың уны? Белмәгән кешегә инеп, әйҙә, һеҙҙең өй эйәһе менән һөйләшәйек тиһәң, иҫәргә һанап, ҡыуып сығарыр.

Егет менән ҡыҙ, ошо күренеште күҙ алдына килтереп, көлөп ебәрҙе лә, киләһе секундта:

– Етмәһә, һәр өйҙөң эйәһе лә юҡ шикелле, – тип бойоҡто ҡыҙ.

Самат менән Фахриназдың ҡаршыһына йылға буйындағы ҡыуаҡлыҡтар араһынан ҡармаҡтар тотҡан ике малай килеп сыҡты. Ҡулдарындағы кескәй биҙрәләрендә балыҡтары ла күренә. Ҡыҙ малайҙарҙың береһенә күрһәтеп:

– Уның исеме Мөбәрәк, – тине. – Теге Рәйсәләрҙең өйөндә хәҙер ошо Мөбәрәктәр йәшәй бит. – Шунан малайҙар ишетмәһен өсөн шыбырланы. – Әйҙә, уларҙың өй эйәһе менән һөйләшәбеҙ!

Тик тота һалып был алабарман аҙым яһау дөрөҫ булырмы? Саматтың һиҙемләүенсә, өй эйәһе шул уҡ йән булырға тейеш. Уның менән ошолай анһат ҡына аралашыу мөмкинме икән ни? Әгәр Фахриназдың һөйләүе буйынса, уға еңел генә өлгәшеп булһа, ниңә маташып ҡарамаҫҡа? Ғәйнулла ағай менән кәңәшләшергә ине, әлбиттә. Ни өсөн уның бер ҡасан да өй эйәләре хаҡында өндәшкәне булманы? Хәйер, кәңәш һорарға гел генә Ғәйнулла ағай эргәлә булмаҫ, үҙаллы йәшәргә кәрәк. Иң ғәжәбе – Самат менән ҡыҙҙың өй эйәһе хаҡында һөйләшкән мәлендә генә, элек Рәйсә торған өйҙә хәҙер йәшәгән Мөбәрәктең көтмәгәндә тап булыуы. Был тиккә түгел. Ғәйнулла ағай әйтмешләй, Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса иң кәрәкле ваҡытта осрашты бит улар. Тимәк, өй эйәһе менән һөйләшеп ҡарау фарыз. Хоҙай ойоштора был аралашыуҙы. Тик нисек аңлатырға ошо сәйер ниәттәрен Мөбәрәктең ата-әсәһенә? Һүҙҙе, бәлки, малайҙың үҙенән башларғалыр?

Йәштәр барған юлдарынан боролоп, балалар менән бергә ауылға табан атланы. Икенсе малай ауыл осонда тора икән. Күп тә бармай ул, быларҙан айырылып, шул яҡҡа тартты. Фахриназ, һүҙҙе нимәнән башларға белмәйерәк килде лә, малайҙан туранан-тура:

– Мөбәрәк, өйҙөң эйәһе була, һин шуны беләһеңме? – тип һораны.

Ғәжәп, әммә Мөбәрәк был һорауға һис тә аптыраманы.

– Беләм, – тине тыныс ҡына.

Уның урынына Самат хайран ҡалды. Бына ул аҙмы-күпме китаптар уҡыған, шуға ҡарамаҫтан өй эйәһенең барлығына, уның менән һөйләшеп булғанлығына шикләнә. Ә был, башына яңы ғына аң инә башлаған бала, күпте күргән кеше кеүек “беләм” тип тора.

– Ҡайҙан беләһең? – тип һорамайынса түҙә алманы Самат.

Мөбәрәк, егеткә боролоп, уны яҡшылап белергә теләгәндәй, ҡарап барҙы ла, быға асылып бармаҫҡа кәрәк, тигән фекергә килде шикелле, аңлатып тормайынса, ҡыҫҡа ғына итеп:

– Беләм инде, – тине лә ҡуйҙы.

Өлкән кешенеке кеүек етди ҡарашлы малайҙың әйтеп бөтөрмәүе, нимәнелер йәшергәне һиҙелә ине. Тик Фахриназ Саматҡа ары төпсөнөргә бирмәне, алдына алған ниәтен бойомға ашырырға ашыҡты.

– Мөбәрәк, беҙҙең өйҙөң эйәһе юҡ. Күпме саҡырып ҡараным, бер кем өндәшмәй. Ә бына һеҙҙең өй эйәһе менән һөйләштек. Рәйсә апайың шунда йәшәгәндә. Әйҙә хәҙер тағы һөйләшәбеҙ.

Малайҙың күҙҙәре янып китте. Был көтөлмәгән тәҡдим уға ҡыҙыҡ ине.

– Әйҙә! – тине Мөбәрәк шунда уҡ.

– Тик әсәйеңдәр ризалашырмы? – тип шикләнде ҡыҙ.

– Әсәйем ҡаршы булмаҫ. – Мөбәрәк ҡапыл күңелһеҙләнде. – Ә бына атайым... Бәлки, ул өйҙә юҡтыр...

Тик малайҙың атаһы өйҙә ине. Бер аҙ ҡыҙмаса булып алған. Көтөлмәгән ҡунаҡтарға һис тә аптыраманы, киреһенсә, ҡыуанып киткән кеүек ине.

– Әйҙә, үтегеҙ! – Ата кеше инеүселәргә ҡаршы килеп, ихлас күреште. – Әсәһе, сәй ҡуй!

Ҡунаҡтар диванға урынлашҡас:

– Мин ошо малайҙың атаһы – Усман булам, – тип танышты шунда уҡ. – Ә һеҙҙең исемдәрегеҙ нисек? Ниндәй йомош менән йөрөйһөгөҙ? Халыҡ иҫәбен алыу буйынсамы әллә? Һуңғы осор гел шул хаҡта тылҡыйҙар.

Үҙҙәренең исемдәрен әйткәс, Самат, һөйләшеүҙе еңеләйтеү өсөн, шаян яҡҡа бороп ебәрергә итте:

– Юҡ, – тине ул юрамал бик етди ҡиәфәткә инеп. – Өй эйәләренең иҫәбен алабыҙ.

(Дауамы бар).

 

Был һүҙҙәргә Фахриназ түҙә алмайынса көлөп ебәрҙе, Мөбәрәк тә йылмайғандай итте. Ә Усман, күҙҙәрен ҙур асып, егеткә ҡараны.

– Ниндәй өй эйәләре тағы? Уларҙың да иҫәбен алалармы ни? Элек өй буйынса йөрөп нисә кәзә, нисә һарығың, тауыҡ-ҡаҙҙарыңды һанайҙар ине. Хәҙер өй эйәләренә тотондолармы? Ха-ха! – Усман шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

– Тик ҡайһы өйҙә бар эйәһе, ҡайҙа юҡ, – тине Самат һаман етди төҫтә. – Һеҙҙең өй бик боронғо. Булырға тейеш. Саҡырып ҡарарға кәрәк.

Усман һаман иҫенә килә алмай ине.

– Бына ғәжәп! Ишетмәһәң, ишет! – Өй хужаһы ҡулдарын йәйҙе. – Бик кәрәккәс, әйҙә саҡырығыҙ.

Ошо ерҙә алъяҡтан малайҙың әсәһе килеп инде.

– Атаһы, ҡунаҡтарҙы сәйгә саҡыр. Табын әҙер.

– Туҡта әле! Һиндә сәй ҡайғыһы! – Усман ҡатынына ҡул һелтәне. – Ана, өй эйәләренең иҫәбен алып йөрөйҙәр. Был минең бисә – Өммөгөлсөм. Әйҙә, ултыр, тыңла!

Өммөгөлсөм иренең һүҙенән сыҡмаған ҡатынға оҡшаған, артыҡ һорау биреп торманы, фәҡәт ҡаштарын күтәреп алыуына ҡарағанда ғына, ҡунаҡтарҙың маҡсатына ғәжәпләнеүе һиҙелде.

Саматтың шаянлығы арҡаһында, шулай еңел генә хужаларҙың ризалығы алынды. Хәҙер оҙаҡҡа һуҙмай маҡсаттарын тормошҡа ашырырға кәрәк.

Егет Фахриназға ҡараны:

– Нимәнән башлайбыҙ?

Ҡыҙ, урынынан тороп, түңәрәк өҫтәл янына килде, ниңәлер уның өҫтөн һыйпап алды.

– Мөбәрәк, ҙур, таҙа ҡағыҙ бите менән ҡәләм алып кил. – Фахриназ хужабикәгә боролдо. – Өммөгөлсөм апай, энә менән еп бир әле.

Тиҙҙән ҡыҙға һорағандарын килтереп тотторҙолар. Барыһы ла өҫтәл тирәләй ултырҙы.

Фахриназ ҡағыҙ битенә түңәрәк буйлап башҡорт хәрефтәрен, унға тиклем һандарҙы яҙып сыҡты. Бөтәһе лә, ҡыҙыҡһынып, ҡыҙҙың һәр хәрәкәтен күҙәтә...

Бына барыһы ла әҙер ине, буғай.

Фахриназ энәне хәрефтәрҙән һәм һандарҙан торған түңәрәк уртаһына һалды ла, уның аша үткәрелгән ептең осонан тотто, үҙе егеткә өндәште:

– Самат, энә ҡайһы хәреф йәки һан тапҡырында туҡтап ала, шуларҙы яҙып бар, – тине ул, егеткә ҡағыҙ менән ҡәләм биреп.

Тынлыҡ урынлашты.

Фахриназ тәрән итеп тын алды ла:

– Өй эйәһе! Өй эйәһе! Һин бындамы? – тип өндәште.

Өҫтәл тирәһендәгеләр көсөргәнешле ҡыҙыҡһыныу менән ҡағыҙ битенә текәлде.

Бер мәл, көтмәгәндә, ирекле ятҡан энә хәрәкәткә килде. Фахриназ осонан тотҡан еп уға һис тә ҡамасауламай, фәҡәт көслө ҡыбырҙағанда түңәрәктән сығып китергә бирмәй. Энә “б” хәрефе янында ике-өс секунд туҡтап алды ла, тағы түңәрәк буйлап китте.

– Самат, – тине ҡыҙ ниңәлер шыбырҙап. – Тәүге хәреф – “б”! Теркә!

Энә бер-бер артлы “ы”, “н”, “д”, “а” хәрефтәре ҡаршыһында туҡтап алды ла тынып ҡалды.

– “Бында”, – тип уҡыны хәрефтәрҙе Самат. – Өй эйәһе бында!

Барыһы ла шаҡ ҡатты. Бигерәк тә Усман, сыҙамайса, урынынан тороп китте, ниҙер әйтергә йыйына ине, Фахриназ, һул ҡулының һуҡ бармағын ирендәренә арҡыры ҡуйып, өндәшмәҫкә ҡушты.

Усман кире урынына килеп ултырҙы ла, бик ҡыҙыҡһынып, йәнә энәгә текәлде.

– Һинең исемең нисек? – тип һораны Фахриназ.

Энә тағы хәрефтәр буйлап йүгерҙе.

Бер мәл Самат, энәгә эйәреп ҡағыҙға “н”, “а”, “й”, “м”, “у” һәм “н” хәрефтәрен теҙеп яҙҙы ла, уларҙы бергә ҡушып, уҡып ишеттерҙе:

– Наймун! Уның исеме – Наймун!

– Һин ҡасандан бирле был өйҙә йәшәйһең? – тип һораны Фахриназ.

Энә “1960” һандарын теҙҙе.

– Эйе, – тип килеште Усман. – Атайым уны 1960 йылда төҙөнө.

– Өйҙөң элекке хужаһының исеме кем?

“Әхмәтҡол”, – тип күрһәтте энә.

– Дөрөҫ әйтә бит! – тип аптыраны Усман. – Атайымдың исеме Әхмәтҡол!

– Һин ҡайҙа йәшәйһең?

Энә бер аҙ ҡыбырҙамай ятты, шунан йәнә хәрәкәткә килде.

– “Ҡыйыҡта”.

– Унда ҡышын һыуыҡ түгелме?

– “Беҙ өшөмәйбеҙ”.

– Һеҙ унда күпме?

– “Беҙ, йәндәр, бик күп”, – тине энә.

– Тағы нимә һорайым? – Ҡыҙ өҫтәл тирәһендәгеләргә ҡараны.

Ошо күренеш Саматҡа шул тиклем ныҡ тәьҫир итте. Ул күргәндәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Шуға һорау бирерлек хәлдә түгел ине.

– Был малайҙың исеме кем? – Фахриназ Мөбәрәккә күрһәтте.

– “Мөбәрәк”, – тине энә.

– Ә минеке кем? – тип өндәште Усман.

Көтмәгәндә энә:

– “Һин – иҫерек”, – тип әйтте.

Өҫтәл артындағылар йылмайышты, Усман ғына, йәне көйөп, ниҙер әйтергә итте лә, барыһы ла кемеһе – ҡарашы, кемеһе хәрәкәте менән өндәшмәҫкә ҡушҡас, тыйылып ҡалды.

– Хәбир һиңә ҡасан эшләгәнең өсөн түләр? Шуны һора, – тип телгә килде Өммөгөлсөм. Шунан ҡунаҡтарға аңлатып ҡуйҙы. – Үрге ос Хәбиргә ҡойма эшләгәйне. Инде бер ай аҡсаһын бирмәй.

Усман ашығып, ҡулдарын һелтәне.

– Кәрәкмәй! Өй эйәһе уны ҡайҙан белһен?

– Нишләп белмәһен, – тине Өммөгөлсөм. – Уның белмәгән нәмәһе юҡ. Һора әле, Фахриназ, һора. Юғиһә өйҙә бер тин аҡса ҡалманы.

– Әйҙә, һорап ҡарайыҡ, – тине Фахриназ, шунан тауышын көсәйтә биреп өндәште. – Наймун! Усман ағайға ҡойма эшләгән өсөн Хәбир ҡасан аҡсаһын түләй?

Яуап көтөлмәгәнсә ине:

– “Хәбир түләне”.

Барыһы ла боролоп хужаға ҡараны.

– Тулыһынса түгел, тулыһынса түгел! – тип Усман ҡабаланып ҡулдарын һелтәне, ләкин киләһе секундта фашланыуы арҡаһында асыуынан йәне көйөп, урынынан ырғып торҙо. – Ниңә юҡ-бар һорап аптыратаһығыҙ уны? Шулай алалармы ни иҫәпте! Етте! Туҡтат!

Усман хәрефтәр яҙылған ҡағыҙҙы иҙәнгә һыпырып ташланы. Өммөгөлсөм менән Мөбәрәк, һис ни өндәшмәйенсә, береһе – алъяҡҡа, икенсеһе төпкө бүлмәгә инеп китте. Усман, бер – ҡатыны сыҡҡан бүлмәгә, бер улы юғалған ишеккә табан ҡулын һелтәп, ҡысҡырыуын дауам итте.

Үҙҙәрен ғәйепле һанаған ҡыҙ менән егеткә тауыш-тынһыҙ хушлашыуҙан башҡаһы ҡалманы. Әммә ишеккә еткәс, Фахриназ боролоп, уҫалыраҡ тауыш менән хужа ағайға өндәште:

– Усман ағай, һинең һәр ҡылығыңды өй эйәһе лә, Хоҙай ҙа белә. Насарҙары өсөн яза килер, һаҡ бул!

– Әкиәт һөйләмә миңә, молокосос!

– Бына шунан булыр әкиәт!

Шуның менән сығып киттеләр.

Самат Фахриназ менән һоҡланыуын йәшерә алманы.

– Ҡалай шәп әйттең! Иң кәрәкле һүҙҙәр! – Егет тәү тапҡыр ҡыҙҙы ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты.

Егеттең был ҡылығы ҡыҙға көтөлмәгәнсә тәьҫир итте. Ул ҡапыл тынып ҡалды. Ҡыҙҙың туҡтауһыҙ йә ниҙер һорауына, йә нимә булһа ла һөйләүенә күнеккән Самат:

– Ни булды? – тине.

Ҡыҙ өндәшмәйенсә атлауын белде. Үҙе һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайған да кеүек.

– Ни булды, тием! – Аптыраған егет Фахриназды туҡтатып, ике беләгенән тотто ла, үҙенә борҙо.

– Әйтмәйем, – тине ҡыҙ көтмәгәндә.

– Әйтмәһәң ни, ярай.

Атлап киттеләр. Бер аҙ өндәшмәй барғас, ҡыҙ түҙмәне, үҙе һораны.

– Әйтәйемме?

– Теләгең, – тине Самат юрамал вайымһыҙ ғына. – Әйткең килмәй икән, өндәшмә.

– Әйтәм! – тине ҡыҙ ҡапыл тәүәкәлләнеп. – Самат! Мине бер ҡасан да егеттәрҙең ҡосаҡлағаны юҡ! Шуға әллә нисек булды.

– Рәхәтме? – тип йылмайҙы егет.

– Белмәйем... – Фахриназ ысын тойғоларын әйтергә оялды.

Ә, ысынында иһә, ҡыҙ тәү тапҡыр иҫ киткес татлы тойғолар кисерҙе, тәне земберҙәп китте, башы әйләнгәндәй итте. Шул уҡ ваҡытта киләһе секундта уҡ күңелен оло ҡыуаныс солғап алды. Ҡыҙға ошо егет менән  йәнәш атлап барыуы шундай рәхәт ине. Уға ла шулаймы икән? Фахриназ боролоп, Саматҡа ҡараны. Егеттең йөҙө бик уйсан.

– Ниндәй уйға баттың? – тип һораны Фахриназ.

– Мин һаман өй эйәһе менән һөйләшеүҙән  айный алмайым, – тине егет.

Ҡыҙҙың күңеле ҡайтты. Ә ул уйлағайны... Фахриназ уфтанды ла, Саматты аңлағандай ҡыланды:

– Ғәжәп, эйе бит? – тигән булды.

– Ғәжәп кенә түгел. Иҫең китерлек! – Егеттең ошо хаҡта һөйләшкеһе килгәнлеге күренеп тора. – Кеше һөйләһә, ышанмаҫ инем, валлаһи! Ә бында үҙем күрҙем!

– Минең дә тәү күргәндә ышанғым килмәгәйне. Ниндәйҙер фокус, тип уйлағайным. – Ҡыҙ ҙа уйсанланды. – Ә хәҙер үҙем шуны эшләгәс, аңлайым, кемдер йөрөтә бит энәне. Минең бер ниндәй ҡыҫылышым юҡ.

– Уның “беҙ – йәндәр” тиеүе мине аптыратты. Ул өй эйәһе элек тән булып йәшәгән! Беҙҙең кеүек кеше рәүешендә!

Был һүҙҙәргә ҡыҙ хайран ҡалды. Ул боролоп, һин үҙ аҡылыңдамы тигәндәй, егеткә ҡарап алды.

– Кеше үлгәс, уның йәне, ысынлап та, үлмәйме икән? Ышанғы килмәй.

Ҡыҙҙың быны белмәүе егетте ғәжәпләндерҙе. Хәйер, күптән түгел генә үҙе лә шундай хәлдә ине бит. Ваҡыты еткәс, бөтәһе лә үлә, мине лә шул көтә, тип мейеһенең бер сите менән фаразлай ҙа, был хаҡта төпкә төшөп, фекер йөрөтмәҫкә тырыша ине.

– Юҡ, үлмәй, – тине егет ябай нәмә тураһында һөйләгәндәй тыныс ҡына. – Тәнең үлә, ә үҙең үлмәйһең. Йәнең.

– Ысынмы? – тип ҡыуанып китте ҡыҙ. – Минең шундай үлгем килмәй! Ҡәберҙә сереп ятасағымды күҙ алдына килтерһәм, ҡотом оса. Һинең дә шулаймы?

– Элек шулай ине. Ә хәҙер – юҡ. Бына әле һин һөйләшкән өй эйәһе лә йән бит. Тәне күптән ҡәберҙә, ә үҙе – тере. Үлмәгән, үлмәйәсәк тә. Беҙ ҙә шулай.

– Үлгәс, беҙ ҙә өй эйәһе булып йөрөрбөҙмө? – Ҡыҙҙың үҙ уйынан ытырғанғанлығы күренде. Ул ҡалтырап ҡуйҙы. – Юҡ! Мин улай теләмәйем!

Самат Ғәйнулла ағайҙың һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө.

– Был тормошта, Ерҙә нисек йәшәйбеҙ, йәнебеҙ шундай була.

– Нисек? – тип аңламаны Фахриназ.

Шунан артығын Самат нисек аңлатырға белмәй. Ул әлегә бер нәмәгә генә инанды – йән үлмәй. Ә артығы егет өсөн томан эсендә. Ғәйнулла ағайҙан яҡшылап һорашырға кәрәк был хаҡта.

– Шулай, – тип әйтеүҙең ары китә алманы Самат.

Ҡыҙ уйланып барҙы. Улар эргәләге тыҡрыҡтан йәнә йылға буйына килеп сыҡҡайны.

– Шулай ҙа мин уйлап ҡуям: сихыр түгелме икән был? – тип икеләнде ҡыҙ.

– Нимә?

– Бына ошо өй эйәһе менән һөйләшеү.

Самат көлөп ебәрҙе.

– Сихыр булһа, һин сихырсы инде.

Ҡыҙ ҙа көлдө.

– Шулай ҙа мин шикләнә башланым әле. – Егет ҡыҙға йылмайып ҡараны. – Һин, ысынлап та, сихырсы түгелме икән? Һуңғы осорҙа һине күргем, һөйләшеп йөрөгөм килеп тик тора. Тәүге мәлдә улай түгел ине бит.

– Ысынмы? – Ҡыҙҙың шатланыуы йөҙөнә сыҡты. Ул хатта, бәләкәй балалар кеүек, бер-ике тапҡыр ырғып, сәпәкәй итеп алды. – Ур-ра! Мин бит һинең ваҡытыңды алам, тип ҡурҡа инем. Һин шундай... етди инең...

– Хәҙер етди түгелме ни?

– Хәҙер ҙә етди, тик... – Фахриназ аңлатыу өсөн уңайлы һүҙ таба алмай килде. – Тәүге осрашыуҙарҙа һөйләшкең килмәгән һымаҡ ине. Ә хәҙер... ихласһың шикелле... Шулайыраҡ.

– Мин дә ошоно әйтәм бит. – Самат, йылмайып, ҡыҙҙы үҙенә борҙо. – Әйт әле, ҡыҙыҡай, нимә эшләттең һин мине?

Фахриназ, егеттең күҙҙәренә тура ҡарарға оялып, керпектәрен аҫҡа төшөрҙө, йөҙөнә еңелсә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.

– Ярай, – тине Самат етдиләнеп. – Беҙ, батырайып, ауыл буйлап йөрөнөк. Әсәйеңә еткерәләр инде. Әйҙә, ҡайтайыҡ.

Самат бөгөнгө ваҡиғалар хаҡында Ғәйнулла ағай менән һөйләшергә, уның фекерен белергә теләй ине.

– Еткерһендәр! – тине ҡыҙ батыр тауыш менән.

– Ҡурҡмайһыңмы ни?

– Уның әрләүенән ҡурҡа башлаһаң... Әсәйем һине, елғыуар ҡала егете, тип һанай. Шуға ҡаршы осрашыуыбыҙға.

– Мин елғыуарға оҡшағанмы ни? – тип аптыраны Самат.

– Юҡ! Тамсы ла оҡшамаған! – Ҡыҙ егетте тынысландырырға ашыҡты. – Ул бит һине бөтөнләй белмәй. Уның өсөн ҡалала үҫкән һәр егет – ҡулынан бер эш килмәгән буш ҡыуыҡ. Әгәр һинең һөйләгәндәреңде бер тапҡыр ғына тыңлаһа...

– Һуң аңлат уға.

– Ул мине тыңлаймы ни?! Апайым әсәйемде тыңламай Өфө егетенә кейәүгә сыҡты, аҙаҡ айырылышты, бер улы бар. Мине лә һинең менән осрашһам, шул көтә тип, ҡурҡа. Күрше ауылда әхирәте йәшәй, шуның улына мине бирмәксе.

– Ысынмы? – Самат өсөн был көтөлмәгән яңылыҡ ине. – Үҙең нисек уйлайһың һуң?

– Ул егет миңә бөтөнләй оҡшамай, – тине ҡыҙ әсәһенә әйткән кеүек уҫал итеп.

– Һин мине тынысландырҙың, – тип йылмайҙы егет. – Шулай ҙа миңә йоҡлап йөрөргә ярамай. Әсәйең ҡаршы булһа... Риза булырһыңмы, һине урлаһам.

Ҡыҙ ҡаш аҫтынан егеткә моңһоу ғына ҡараны.

– Һин шаяртаһың.

Самат ҡыҙҙың яурынынан еңелсә ҡосаҡлап алды.

– Шулай ҙә әсәйеңде ҡыҙҙырмайыҡ. Көн бөгөнгө менән бөтмәгән. Тағы осрашырбыҙ. Әлегә хуш.

Ҡыҙҙың кәйефе төшкәндәй тойолдо.

– Хуш, – тине ул бойоҡ тауыш менән.

Фахриназдың  телефоны шылтыраны:

– Әсәйем, – тине ҡыҙ. – Алло? Нимә?

Ҡыҙҙың күңелһеҙләнгәне күренеп тора.

– Ни булды? – тип һораны егет.

– Әсәйем тиҙ генә ҡайтып етергә ҡуша.

 

 

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: