Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Ғинуар 2022, 07:00

«Өс көнгә тип килгәйнем»

Гөр-р-р-гөр-р-р-гөр-р-р! Тәҙрә башында күгәрсендәр гөрләй.

Мағаш тауы артынан сыҡҡан апрель ҡояшы икһеҙ-сикһеҙ күк көмбәҙендә көньяҡҡа табан яйлап ҡына тәгәрәй. Ваҡыты-ваҡыты менән әсе ел иҫһә лә, болоттар араһынан күренеп ҡалған ҡояш шәлкем-шәлкем йылы нурҙарын бөтә донъяға һибә. Тәҙрә башында гөрләшкән күгәрсендәр ҙә, урамдағы ҡарт өйәңкелә һайрашҡан сыйырсыҡтар ҙа, баҡсалағы муйылда сырҡылдашҡан турғайҙар ҙа, аҙбар ҡыйығында сырсыулаған ҡарлуғас­тар ҙа тәбиғәт уяныуға шатлана. Улар ошо ихатаны күптән үҙҙәренең төбәге иткән, һәр береһенең үҙ биләмәһе бар. Ә бынау ҙур өйҙә йәшәгән кешеләрҙе хужалары тип белә, сөнки улар, айырыуса балалары, ҡоштарҙы ашатып, яратып-ҡурсалап ҡына тора.

Гөр-р-р-гөр-р-р-гөр-р-р!

Урамда шау-гөр килеп уйнап йөрөгән дүрт бала шул ҡыҙыл тәпәйле күк күгәрсендәрҙең муйындарын бер-береһенә һоноп, үҙ-ара наҙлы итеп һөйөнөшөп гөрләшкәненә ҡарап, мө­киббән киткән. Инә күгәрсен сипыл­дашҡан балаларын йылы ҡуйынына алып, уларға яғымлы яуап бирә, ә атаһы ҡанаттарын ҡағып-ҡағып,  ҡыуана-ҡы­уана бейеп, бер урында ғына сыҙап ултыра алмай, әле тәҙрәнең бер башына, әле икенсе яғына барып ҡуна. Ул ҡанатын ҡаҡҡан һайын ҡояш нурҙарында алтынланып, зәңгәрһыу күгелйем төҫтәге йөндәре ҡойолоп төшә лә, ел уларҙы әллә ҡайҙа осортоп алып китә.

– Был минеке! – тип, өйрөлөп кенә осоп төшөп килгән күгәрсен йөнөн Фаил тотоп алып, яңы уйын тапты.

– Ә был минеке! – тине Фәниә.

– Мә, туғаным, һиңә булһын, – тип, төрлө төҫтәге матур йөндө Флизәгә тотторҙо ағаһы. Наҙгөл менән Фаил кемуҙарҙан һикергеләп һәр бер төшкән йөндө тотоп алырға тырышты. Шунан өй буйына ҡойолған йөндәрҙе лә йыйып алдылар ҙа урам буйына сығып йүгерҙеләр. Улар өй ҡаршындағы бәләкәй генә аҡланда уйнарға ярата. Был асыҡлыҡта йөндәрҙең ҡайһы бере һауаға артылып, күккә олғашты, ҡайһы бере аяҡ аҫтына килеп ятты, ҡайһы бере яҡындағы Ҡаҙиса күленә барып төштө. Ҡайһы ваҡыт һалҡын ел иҫеп китһә лә, балалар бирешерлек түгел, өҫтәрендә – куртка, баштарында – йылы башлыҡ, аяҡтарында – резина итек. Улар ел ыңғайына сабышып китеп, рәхәтләнеп уйнай.

Шул саҡ урам мөйөшөнән УАЗ машинаһы килеп сыҡты ла уларҙың ҡапҡа төбөндә туҡтаны. Ауылда машина һирәк күренә, ә бындайҙа (халыҡса әйткәндә, «бобик»та) тик ҙур түрәләр йөрөй инде, кемдәр икән, тип аптырашты балалар. Машинанан затлы кейемдә өс ир уҙаманы төштө. Улар берсә балҡып торған өйгә, берсә буялған төҙөк кәртә-ҡураға, берсә тап-таҙа итеп һеперелгән урамға аптырап ҡарап, оҙаҡ ҡына һоҡланып торҙо. Тирә-яҡҡа яңы бешкән икмәк еҫе таралған.

Өйгә инергә тип, күтәрмәгә килеп еткәс, тағы ла хайран ҡалдылар. Һап-һары күтәрмә тап-таҙа итеп йыуылған, ялтырап ята. Уның беренсе иҙәненән үк һуғылған балаҫ йәйелгән. Соланға үткәс, ҡаршыла – түшәк-яҫтыҡтар өйөп ҡуйып йыйыштырылған карауат, мөйөштә һыуытҡыс эшләп ултыра. Күн менән тышланған өй ишеген асып инеүгә, йөҙө алһыуланған бер ҡатын ап-аҡ итеп аҡланған мейестән икмәк сығарып, өҫтәлдәге ап-аҡ шаҙра таҫтамалға теҙеп һалып тора. Өйҙәге йылылыҡҡа, илерткес икмәк еҫенә, талғын ғына ҡайнап ултырған аш еҫенә ир-ат баҙап ҡалды.

– Һаумыһығыҙ, хужалар өйҙәме? – тип шаулашып иҫәнләштеләр.

– Һаумыһығыҙ! Хужа өйҙә юҡ ине шул, эштә.

– Беҙгә, ни, былай, Миңлегөл апай кәрәк ине! Һеҙ булаһығыҙмы?

– Эйе. Мин булам. – Үҙе шул арала бы­уын бөркөп ҡайнап сыҡҡан, көҙгөләй ялтырап торған самауырының мөрйәһен алып, конфоркаһын баҫты ла, йәһәтләп өҫтәлгә ултыртты.

– Үтегеҙ әйҙә! Түргә уҙығыҙ!

Ир-ат бөтә ерҙән бөхтәлек, сафлыҡ бөркөп торған, ҡыйып баҫҡыһыҙ итеп йыйыштырылған өйгә нисек үтергә белмәй, тупһа янында бер аҙ аҙары­нышып баҫып торҙо.

Ҡатын ҡаласа кейенгән ир уҙамандары араһында райкомдың беренсе секретарын танып алды. Был оло ҡунаҡтар тиктәҫкә йөрөмәҫ, исмаһам, ире лә төшкә ҡайтып етмәгән, тип уйлап ҡуйҙы.

– Миңлегөл апай, беҙ Һеҙгә бер ҙур бүләк алып килгәйнек бит әле.

– Бәй-бәй, ниндәй бүләк?

– Һеҙҙе иҫән-һау ун бала табып, матур итеп тәрбиәләүегеҙ менән ҡотларға килдек.

Көтөлмәгән шатлыҡтан Миңлегөл апай ҡаушап китте, шулай ҙа:

– Әйҙәгеҙ, улай булғас, оло яҡҡа уҙайыҡ, – тип түр яҡҡа саҡырҙы.

Өй эсе шундай зауыҡ менән йыйыш­тырылған, һәр нәмә үҙ урынында: ике яҡлап карауатта ҡабартып ҡуйылған япмалы мендәрҙәр, оло диван, яңы телевизор, алтын ялатылған тамсылы ап-аҡ фарфор ҙур люстра, тәҙрәләге биҙәкле селтәр-шаршауҙар, зәңгәрһыу төҫтәге мейес, һап-һары буяулы иҙән, стеналағы келәм, иҙәндәге балаҫ ҡурсаҡ өйө һымаҡ үҙенә тарта ине. Шул һиллектә, өйҙөң урта­һында, ап-аҡ селтәр менән ҡапланған сәңгелдәктә иҙрәп китеп йәш бала йоҡлап ята. Ҡунаҡтар өҫтәл тирәләй ултырҙы.

– Һеҙҙең балалар ҡайҙа һуң ул, апай? Шул тиклем баланан өйҙә берәү генә, уныһы ла йоҡлай.

– Шөкөр, үҫтеләр инде. Өсәүһе ҡалала уҡып йөрөй, икәүһе мәктәптән ҡайтып етмәгән, ҡалғандары әле генә уйнарға сыҡты. А-а-ана, Ҡаҙиса буйында йөрөй­ҙәр, – тип тәҙрәнән күрһәтте.

– Күпме донъя күрҙем, бындай ҡотло өйҙө, ғаиләне күргәнем юҡ ине әле. Өйөгөҙҙән нур сәсеп тора. Күреп торам: бәхетле ғаилә. Ҡарап торам-торам да, тағы бер һоҡланып ҡуям. Ишетә белә инем, ләкин был тиклемен көтмәгәйнем. Яҡшы ҡатын – өй ҡото, ир яҡшыһы – ил ҡото, тиҙәр. Былай донъя ҡорған атай ҙа маҡтауға лайыҡ. Татыу ғаилә ил күрке икәненә инандым инде хәҙер.

Райком секретары тороп баҫты:

– Миңлегөл апай, Һеҙ, Башҡортостан АССР-ы Президиумы указына ярашлы,  Герой-әсә  ордены менән бүләкләнәһегеҙ. Һеҙҙе был оло награда менән ысын күңелдән ҡотлайым! Рөхсәт итегеҙ  түшегеҙгә ҡаҙарға.

– Ай, Алла, өҫтөмдө лә алмаштыр­мағайным бит әле.

– Һеҙҙе был кейемдә күргәҙмәгә ебәрерлек әле, апай! Юҡҡа борсолмағыҙ.

Корреспондент шарт-шорт итеп фотоға төшөрөп тә алды.

Был ваҡытта тышта уйнап йөрөгән балалар, ят ҡунаҡтар һаман өйҙән сыҡмағас, оло яҡтың тәҙрәһенә килеп ҡапланды. Ҡыҙыҡ та инде! Ҡараһалар, әсәләре карауат янында баҫалҡы ғына йылмайып тора.

Миңлегөл апай ни тиклем сәй эсергә ҡыҫтамаһын, ҡунаҡтар, ҡабаланабыҙ, тип  ултырманы.

– Улайһа, бына күстәнәскә бер әпәй бирәм, ҡайтҡас, ауыҙ итерһегеҙ. Әпәй юлда йөк булмаҫ, – тип, ап-аҡ таҫтамалға төрөп, беренсе секретарға тотторҙо.

Машина ҡуҙғалып китеү менән, балалар йүгерешеп өйгә инде.

– Әсәй, кемдәр килде ул? Һинең түшеңдә әллә алтын миҙалмы? Һиңә ни өсөн бирҙеләр ул? – тип бер-бер артлы һорау яуҙырҙылар.

– Бына бәләкәс һеңлегеҙ тыуған өсөн хөкүмәтебеҙ миҙал ғына түгел, ә алтын орден бирҙе бит!

– Әсәй, унда «Мать-героиня» тип яҙылған, һин һуғышта ҡатнашмағанһың да инде! – тине Наҙгөл.

– Балалар, килегеҙ әле яҡыныраҡ, – тип, серванттан сепрәккә уралған төргәк алды. – Бына был миҙалды Нурзида апайың тыуғас биргәйнеләр, быныһы, Фаил, һинеке, быныһы – Наҙгөлдөкө, ә былары – һеҙҙеке, – тип, Фәниә менән Флизәгә тотторҙо. – Ә унынсы балаға алтын орден бирелә икән. Нәзирә апайыңдыҡы ла бар ине лә, «күбәләк» тағам да тағам, тип  юғалтып ҡуйҙы.

Балалар геүләшеп миҙалдарын тотоп-тотоп ҡараны ла, күңелдәре булғас, тағы уйнарға сығып китте. Бала шатлығы – әсә шатлығы, шундай бәхетле ғәмһеҙ ваҡыттары оҙаҡҡараҡ һуҙылһын, тип теләп ҡалды ул.

Миңлегөл шау-шыуға уянған ҡыҙын ҡосаҡлап алып, имеҙергә ултырҙы ла үткән йылдарын кино таҫмаһы һымаҡ күҙ алдынан үткәрҙе. Ҡәһәрле һуғыш йылдарынан һуң тамаҡ икмәккә туймаған, өҫ кейемгә тейенмәгән иҫ киткес ауыр йылдар ине. Бала килеш кенә ололар рәтенә фермаға эшкә барып, алдынғы һауынсы булып эшләп йөрөй ине.

Алһыҙ-ялһыҙ эшләһә лә, йәшлек үҙенекен итә. Бер көн әхирәттәре менән клубҡа милли уйынға сыҡты. Бейей генә башлағайны, ҡаршыһына фырт ҡына кейемдә, мыҡты кәүҙәле, бөҙрәләнеп торған сәсле егет килеп баҫты. Шулай итеп, ул егет кис буйы эргәһенән китмәне. Уйын бөткәс, ҡыҙ йүгереп ҡайтты ла китте, оҙатырға тип сыҡҡан егет һемәйеп тороп ҡалды. Шулай ҙа икеһе лә бер-береһе тураһында кешеләрҙән белеште. Егет күрше ауылдан булып сыҡты, ете йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Йәш булһа ла, һуғышта ла ҡатнашҡан. Армияла сағында атаһы менән ҡустыһы мәрхүм булған, әле әсәһе һәм ике туғаны менән йәшәй икән. Ҡайтҡас та буровойға эшкә ингән, кәртә-ҡураһын рәтләп, һыйыр алып ебәргән, әсәһенең бөтә заемын түләгән, хатта өр-яңы велосипед та һатып алған. Тормош көтөрҙәй күренекле, хәлле кеше, тинеләр. Егеткә лә Миңлегөлдөң бик тәрбиәле, егәрле һәм уҡымышлы икәнен еткерҙеләр.

Бер көн ҡыҙ дежурствоһында ферма өйөн йыйыштырып йөрөһә, Кашбулла килеп инде.

– Һылыу ҡыҙ, һыу эсер әле. Көн бик эҫе икән, һыуһатты.

Ҡыҙ аптырап китте.

– Миңлегөл, нишләп һин клубҡа сыҡмай башланың ул? Мин бит тик һине күрергә генә киләм.

– Эш күп бит. Иртә торола, арыта.

Шул көндән егеттең юлы фермаға йышайҙы. Бер көн киске һауындан һуң кисләтеп кенә килде лә, әйҙә, йөрөп киләйек, тип урамға саҡырҙы.

– Миңлегөл, мин һиңә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Сыҡ миңә кейәүгә. Никах уҡытырбыҙ, туй эшләп тороп булмаҫ инде.

Ҡыҙ риза булып башын эйгәйне, велосипедына ултыртып, алып ҡайтты ла китте.

Ҡыҙыҡ инде мин, тип хәтеренә төшөрҙө Миңлегөл. Өс көн генә йәшәп ҡарайым әле, тип килгәйнем, бына егерме йыллап ғүмер уҙып та киткән. Һис үкенмәй: татыу, бәхетле ғүмер итәләр. Атанан күреп, ул үҫер, әсәйҙән күреп, ҡыҙ үҫер, ти ололар. Хоҙайға рәхмәт, балалары – уларҙың иң ҙур байлығы, тәүфиҡлы булып үҫһендәр. Йүнсел ире табып килтереп биреп тора, үҙе кәрәгенсә еткерә белә. Бер түгел, ике өй һалып инделәр, аҙбар тултырып ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар, әллә күпме бал ҡорто умарталары бар. Барына шөкөр итеп, булғанына риза булып йәшәйҙәр.

Шул ваҡыт оло балалары – мәктәптән, ире эштән ҡайтып инде. Уларҙы ҡояштай йылмайып торған әсә, ҡотло өй ҡаршы алды. Атаһы шарҡылдап көлгән төпсөк ҡыҙын күккә күтәреп, бер нисә тапҡыр сөйҙө лә, һикегә ебәрҙе.

Урамдан балаларҙың шат тауыштары ишетелде.

– Был минеке!

– Ҡара әле, минеке ҡайҙа осоп китте!

Ә тәҙрә башында мөхәббәтле күгәр­сендәр һаман бәхетле гөрләшә ине.

– Гөр-р-р, гөр-р-р, гөр-р-р!

 

Гөлназ ҒӘБИТОВА.

Ғафури районы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: