-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Ғинуар , 07:00

Бобик

(Хикәйә)

Бобикты күптән беләм. Күрше Азамат ағайҙың эте ул. Урам хайуаны ғына булһа ла, шәп  үҙе. Йорт-ҡураларын һаҡлай, үҙҙәре өйҙә булмаһа, ихаталарына инермен тимә. Хужаһы менән һунарға ла йөрөй.  Азамат ағай әйтеүенсә, айыуҙың еҫен әллә ҡайҙан һиҙеп тора. Алдамаһа инде. Гелән ашарына биреп торғанғамы икән, мине ярата Бобик. Ҡапҡа шығырлап асылыуға әллә ҡайҙан  йүгереп килә.

Шулай бер көндө, өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙән арынып, урам буйындағы эскәмйәгә сығып ултырҙым. Быға ла күстәнәс алырға онотманым, әлбиттә. Белеп торам, хәҙер килеп етәсәк. Яңылышманым, оҙаҡламай  күҙҙәремә матур итеп ҡарап, ҡаршымда ултыра ине инде. Үҙе шул тиклем хәйләкәр. Йәлләтә лә, яраттыра ла белә. Күрмәмешкә һалышҡан булам тегене. Нисек тә иғтибарҙы йәлеп итергә тырыша был. Башын борғолап-борғолай. Сыйылдап та ала. Түҙмәнем, кеҫәмә тығылдым. Шул заман шатыр-шотор килеп күк күкрәп ебәрмәһенме!  Ныҡ дөбөрләне. Этем йәшен тиҙлегендә эскәмйә аҫтына инеп ҡасты. Үҙем дә шөрләнем. Эстән генә белгән доғаларымды уҡыным да өйгә инәйем тиһәм, Бобик аяҡтарымды ҡосаҡлаған да ебәрмәй. Үҙе дер-дер ҡалтырай. Тынысланды­рырмын тимә. Тартып сығарырға итәм, уның һайын нығыраҡ һыйына. Был ни ғәләмәт, мин әйтәм. Шул тиклем дә ҡурҡыр икән. Йәлләнем. Йәшен үтеп киткәнсе  янында ултырырға тура килде. Ямғыр яуманы әлдә. Йәшен йәшнәп, әҙерәк ялағай ялтыраны ла үтеп тә китте.  Күгәүен менән серәкәйҙәргә шәп булды. Ҡоро ялағай уларҙың ҡанаттарын ҡыя, тиҙәр. Әтеү бөтөнләй ялҡытҡайнылар.

Бер заман яйлап ҡына Бобик та килеп сыҡты. Ҡалтырауы ла бөткән. Тыныс­ланған, күрәһең. Эргәмә килеп ултырҙы ла бына нимәләр “һөйләне” ул миңә.

– Азамат мине бәләкәй генә, көсөк кенә сағымда өйҙәренә алып ҡайтты. Туғандарымдан айырылыуы ҡыйын булһа ла, уларҙа ныҡ оҡшаны. Башта ғына,  сынаяҡ аҫтына һөт һалып биргәс, асыу килгәйне. Бесәйгә лә шундай һауыт, миңә лә. Хужабикәмә рәхмәт, ул һиңә бесәйме ни, ҙурыраҡ һауыт ҡуй, тине.  Аҙаҡ үҙемә айырым йорт һалып бирҙеләр. Ҙур, йылы, үҙе килеп тороп ҡупшы. Хөрриәт. Их, әсәйем менән туғандарым да һыйыр ине лә бит... Унда улар күмәкләшеп бәләкәй генә бер ояла ята.

Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда,  Азаматтың ҡалала йәшәгән өлкән улы башмаҡ хәтле эт эйәртеп  ҡайтты.  Инәкәйем-атаҡайым, ундай этте быға тиклем бер ҙә күргәнем булманы. Минең яндан эре  генә итеп атлап  үтеп киткән булды. Городской, йәнәһе. Бында кем хужа икәнен белмәй. Асыу килде. Минең хәлде аңлап, Азамат эргәмә килеп, баштан һыйпаған булды.

– Аптырама, һин бит дворян нәҫеленән, ә ул әллә ниндәй дог тиме шунда. Тиреһе лә йоҡа ғына. Һин уны “һә” тигәнсе йомарлап ырғытаһың. Тик күрмә. Ҡунаҡ бит. Оҙаҡламай ҡайтып китәләр. Исеме лә бит әле ниндәй – Бой. “Малай” тип тәржемә ителә, ти. Әтеү уның малай икәнен белмәҫтәр ине.

Аңлап торам, быларҙы минең күңел булһын өсөн һөйләне инде хужам. Шулай ҙа рәхәт булып ҡалды. Тик, нисек кенә булмаһын, тегенең кәүҙә­һенә көнләштем. Бер кемдән дә ҡурҡмайҙыр инде ул Бой. Мин дә  шундай дәү булһам икән. Ана, һинең Карамелькаң да, уны күргәс, минең яҡҡа күҙ  һалмаҫ  булып китте бит. Ҡыҙҙар халҡы шулай инде, күңел матурлығын күрә беләме ни улар. Ә ситән аша  көндәр буйы күпме һөйләшә торғайныҡ. Әбиднә.

Һин минең күк күкрәгәндә ҡурҡ­ҡаныма аптырағайның, эйеме?  Мине бит йәшен атты. Үлгәндән ҡотолдом. Шунда бер ҡыҙыҡ хәл булды. Әле генә көлкө, унда туғандарым, яҡты донъя менән хушлашып бөткәйнем инде.  Йәшен атҡас, ерҙә ятам шулай. Тәнде ҡыбырлата ла, бер нәмә әйтә лә алмайым. Азамат көрәк алып килеп соҡор ҡаҙҙы. Мине үлгән тип уйлайҙыр. Үҙемдең тере икәнлегемде бер нисек тә белгертә алмайым. Бына соҡор әҙер. Хужам эре аҙымдар менән эргәмә атлап килде лә,  көрәге менән этте лә төшөрҙө. Исмаһам, әҙәмсә һәйбәтләп тә тотонмай бит әле. Йә, анау тиклем бергә йөрөп, утты-һыуҙы бергә кисеп тигәндәй. Шуға ғына ла лайыҡ түгелменме икән ни? Күҙҙән субырлап йәш аға. Бына бөтә тәнем күмелде, тик башым ғына асыҡ ҡалды. Әллә берәй нәмә уйлап, онотолоп китте инде? Их, шулай ғына булһа ярар ине. Хоҙайға ялбарып, ҡотом осоп, нимә булырын көтөп ятам. Ә хужам көрәген алып барып һөйәне лә өйө яғына ыңғайланы. Шул ваҡыттағы ҡыуаныуҙарым.  Аҙаҡ ҡына белдем ниңә күмгәндәрен. Азамат һөйләне. Йәшен атһа, шулай итәләр икән.

Теге Бойҙың кәүҙәһенә әллә күпме ҡыҙышһам да, шунда  тәүгә  артыҡ дәү булмауыма ҡыуандым. Үлтергәнсе атыр ҙа ҡуйыр ине. Бигерәк күҙгә ташланып тора бит.  Шунан бирле бәләкәй  генә булып тыумағаныма үкенә башланым. Ана, үрҙә йәшәгән Гөлсөм апай­ҙың ейәнсәре бер болонканы мага­зинға барғанда ла күтәреп кенә йөрөй. Үҙе килеп тороп матур.  Шундай ғына булһам, мине лә күтәреп кенә йөрө­төр­ҙәр ине, мин әйтәм. Бәләкәй генә булғас, йәшен дә күрмәҫ, урап үтер ине. Был туралағы уйымды әйткәс, Азамат: “Снаряд бер воронкаға ике тапҡыр төшмәй, ҡурҡма, башҡаса әллә нимә булһа ла һине йәшен атмаясаҡ”, – тигән булғайны ла, атмаҫ һиңә, атты. Был юлы –  сабынлыҡта. Тегеләр кәбән­дә­рен ослап бөтөп кенә бара ине. Дөбөрләй башлағас, йылға буйында йөрөгән еремдән йән-фарманға улар янына саптым.  Көслө шатырлау тауышын ғына хәтерләйем, артабан бер нәмә лә белмәйем. Тәгәрләгәнем. Ныҡ итеп баш ауыртҡанға уянып китһәм,  эргәмдә Азамат йөрөй. Ҡулында – көрәк. Эштең нимәлә икәнен шунда уҡ һиҙеп ҡалдым. Беренсе тапҡыр түгел бит инде.

Соҡор ҡаҙыуға был юлы тыныс ҡараным, хатта ҡыуандым. Тимәк, мин тере. Снаряд тураһында Азаматтың иҫенә төшөрөп ҡарағайным да:

– Воронка бит бер урында ғына тора, ә һин күсеп йөрөйһөң, – тине.

Хоҙай Тәғәлә миңә ниндәйҙер иҫкәртеү яһайҙыр, тип уйлайым хәҙер. Ике тапҡыр йәшен атһын да, икеһендә лә иҫән ҡал әле. Теге алпамыша Бой ҙа ундай һынауҙы үтә алмаҫ ине. Ә мин бирешмәнем. Тик  ниндәй ғәйептәрем өсөн генә өҫтән  шундай яза ебәрелде икән?  Үҙемсә, алама егет тә  түгелмен дә ул.  Үткән-һүткәндәргә өрөп ҡалам ин­де,  сөнки  бурысым шундай. Хужам­дың күңелен күрәм тип, урамға ин­гәндәргә ырылдаған булам. Әммә бе­рәүҙе лә тешләгәнем юҡ. Аллам һаҡ­лаһын, һунарға барғанда ла тәртип һаҡлайым. Талпандан интегеп юлға сыҡҡан ҡуяндарға, мәҫәлән, теймәйем. Былай ҙа йонсоғандар, тип  күр­мә­мешкә һалышам. Унан һуң, әҙер табышты бик өнәп тә бөтмәйем.

Беләһеңме, икенсе исемем дә бар минең хәҙер. Ул турала белмәй ҙә инем. Бер заман шулай әлеге лә баяғы бесәндә йөрөйбөҙ. Ямғыр һибәләп тора. Ара-тирә дөбөрләп тә ала.  Хужам телефон аша һөйләшә. Күк күкрәгәндә телефондан һөйләшмә, тип ҡатыны әрләй тегене. 

– Ә минең хәҙер йәшен ҡайтар­ғы­сым бар, ана, эргәмдә генә йөрөй, – ти Азамат иҫе  китмәйенсә генә.

Ян-яғыма ҡарап алдым,  янында  бер кем дә юҡ. Нужәли мин, тип уйлап, һаҡ ҡына башымды хужам яғына борам.

– Беләһеңме, дуҫ, – тип башланы был, минең аптыраулы ҡарашымды һиҙеп. – Һин берүк асыулана күрмә. Дворяндар бит һәр ваҡыт ике исем йөрөткән. Бары тик шул ғына.  Бына, мәҫәлән, Му­синдар – Пушкиндар, Суворовтар – Рым­никскийҙар...  Бобик – “Йәшен ҡайтар­ғыс”  та шәп яңғырай бит. Унан һуң, ике исем күҙ тейеүҙән, әллә ниндәй хөрәфәттәрҙән, төрлө бәлә-ҡазанан да һаҡлай, тиҙәр...

Ышандым. Хәҙер үҙҙәре теләгәндә шулай тип йөрөтәләр. Яңы исемем тәьҫир иттеме,  шунан һуң йәшен башҡаса тейеүен теймәне...

Бобик ҡапыл  тынып ҡалды. Мин иркәләп, уның башынан һыйпаным. Күрмәгәнен күргән икән, бахырҡай. Оҙаҡламай күрше ихатала хужа­бикәһенең тауышы ишетелде.

– Ә-ә-ә, көтөү ҡайта башлаған икән.  Мин малды ҡаршыларға ярҙам итәйем әле. Ни тиһәң дә, аш-һыу уның ҡулында, – тип Бобик тороп баҫты ла хужабикәһе артынан йүгерҙе.

Үҙенең бурыстарын яҡшы белә шул ул.

 

P.S. Бобикты ике тапҡыр йәшен атыуы ысын булған хәл,  ә уның уй-кисерештәрен Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА аңларға тырышты.

 

 

 

Автор:AdminQ Admin