Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Декабрь 2021, 07:05

Теләк

Педучилищены тамамлаған ҡыҙҙар сыға­рылыш кисендә сыр-сыу килеп “яза” уйнай. Алып барыусы:

– Ә был кешегә ни яза? – тип, хәйләкәр йылмайып, арты менән ултырыусы ҡыҙҙан һораны.

– Ултырғысҡа баҫһын да:  “Эшкә барып урынлашҡас та кейәүгә сығам!”  – тип өс тапҡыр ҡысҡырһын.

Сая, дәртле, ҡыйыу Рәйсә шул арала ултырғысҡа осоп ҡына менде лә, ҡулдарын өҫкә күтәреп, ҡыланыбыраҡ шул һүҙҙәрҙе өс тапҡыр ҡабатланы. Шунан яйлап ҡына ултырғысҡа ултырып, етди ҡиәфәттә:

– Фәрештәнең “Амин!” тигән сағына тура килһен! – тип битен ике ҡуллап һыпырып ҡуйҙы. Китте шау-шыу, мәрәкәләшеп көлөүҙәр.

– Эй, нәмә сыҡһа, шул  Рәйсәнән сыға инде! – тип сырҡылдаштылар.

– Туйҙа “на халяву гулять итәбеҙ” тип шатланмай тороғоҙ! Мин кейәүгә сыҡҡансы, дөйәнең ҡойроғо ергә һөйрәлер әле! – тип шарҡылдап көлдө ҡыҙ...

Рәйсә йәйге ялын, ата-әсәһенә янып-бешеп бесән әҙерләшеп, аҙаҡ рәхәтләнеп һыу инеп-ҡыҙынып, еләк-емеш йыйып, кис көндәре йылға буйына төшөп бейеп, күңелле үткәрҙе. Август аҙағында РОНО-нан күрше ауыл мәктәбенә йүнәлтмә алды ла, ҡустыһы менән мотоциклда ваҡ-төйәк әйберҙәрен алып барып та килде.

Бөгөн йома көн. Ҡаланан ҡайтҡан йәштәр ҙә, уҡырға китәсәк студенттар ҙа клубта зыҡ ҡубып күңел асты. Ауыл уртаһындараҡ йәшәгән Рәйсәне  ике егет ҡапҡаға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Икеһе лә ҡыҙҙы күптән ярата, ләкин береһе лә ул турала башлап өндәшергә ҡыймай.  Самат – класташы, мәктәп йылдарынан бирле дуҫтар, Рәжәп – апайҙарының күршеһе, уны яҡын ғына туған ағай һымағыраҡ та күрә.

Был шаян ҡыҙҙан етди яуап алып булмаҫ инде, шулай булһа ла, ятып ҡалғансы, атып ҡал, тип, Рәжәп ҡапҡа төптәренә еткәс  һүҙ башланы:

– Рәйсә, бына һин дә эшкә китәһең, беҙҙе оноторһоң, шунда тормошҡа ла сығырһың инде.

 Ҡыҙ шуҡ йылмайып ҡарап торҙо ла:

   – Әлбиттә, кем беренсе һората, шуға сығам, – тип сырҡылдап көлөп, өйөнә инеп тә китте. Самат быйыл техникум бөтөп, яңы эш башланы, көҙгә армияға китә, шуға ҡыҙға  йөрәген асырға баҙнат итмәй.

Ә Рәжәп  Рәйсәне яратып йөрөһә лә, йәш айырмаһы ун йыллап булғас, нисек һүҙ башларға ла белмәй ине. Ул төнө буйы уйланып сыҡты. Ҡыҙҙары күп булды уның, ләкин быға тиклем береһен дә ғүмерлек тормош  юлдашы итеп күрмәне. Ғүмер йомғағын һүтә торғас, бер ваҡиға иҫенә төштө.

Бынан ун биш йыл элек Яңы йыл байрамында күршеләрҙә туй бара ине: Рәйсәнең иң оло апаһы килен булып төшкәйне. Ҡыңғыраулы аттар килеп туҡтау менән, көтөп торған бала-сағаға аҡса, кәнфит һиптеләр. Шул саҡта биш йәшлек Рәйсә, кәнфит йыям тип, ат аҫтына инде лә китте. Килен төшөрөү йолаһы буйынса һауаға мылтыҡ атҡан ыңғайы ат үрәпсеп китте лә, асыҡ ҡапҡанан алға ынтылды. Бына-бына ҡыҙҙы тапап иҙә тигәндә, Рәжәп  һеләүһен йылғырлығы менән һикерҙе лә, ажғырып торған айғыр аҫтынан Рәйсәне тартып алып, бер яҡ ситкә быраҡтырҙы, үҙе икенсе яҡҡа тәкмәсләне. Был күҙ асып йомған арала булған хәлде күбеһе, хатта Рәйсә үҙе лә аңламай ҡалды. Ошонан һуң Рәжәптең нишләптер ошо ҡыҙыҡайҙы гел  ҡурсалағыһы килеп тик торҙо.

Бынан ике йыл элек шул теремек, шуҡ ҡыҙыҡайҙың сая, шаян, дәртле, һомғол буйлы һылыу ҡыҙға әйләнгәнен күреп, хайран ҡалғайны ул. Шунан бирле “Рәйсә” тип йоҡларға ята, “Рәйсә” тип йоҡонан уяна. Рәжәп ҡыҙҙы үҙенә нисек иғтибар иттерергә белмәне, ҡурсаҡ һымаҡ кейендергеһе, бүләктәр менән күмгеһе килде, ләкин һәр бер биргән бүләген оҙаҡ алмай ҡыртлашҡас, нишләргә белмәй яфаланды. Ул былтыр уҡ, мәһәргә тип, алтын-көмөш би­ҙәүестәр алып ҡуйғайны, тик бер нисек тә яйын тура килтереп ҡыҙ менән аңлаша алманы. Ҡыҙ йәш,   әле хыял тулҡындарында йөҙә, ялҡынлы мөхәббәт көтәлер,  тип ҡурҡып, етди һөйләшеүҙе һаман һуҙа килде.

Был төндә Рәйсә лә йоҡламайынса хыялланып сыҡты. Ул бәләкәй саҡтан апаһына ҡунаҡҡа барған һайын ошо күрше ағайҙы йыш күрә ине. Рәжәп, эшләй башлап, отпускка ҡайтҡанда күршеләренә лә төрлө ят-ят күстәнәс алып ҡайта, ә Рәйсәгә йә ҡурсаҡ, йә фломастер, йә матур сәс ҡыҫтырғыс бүләк итә ине. Ә инде ҡыҙ педучилищеға уҡырға ингәс:

– Буласаҡ педагогҡа! – тип  бик ҡиммәтле  ҡара “дипломат” бүләк итеп шаҡ ҡатырғайны. Шул көндән алып ун биш йәшлек Рәйсә егеткә икенсе күҙлектән ҡарай башланы. Әллә мин уға оҡшайыммы икән, тигән уйын, булмаҫ, һеңлеһе һымаҡ яҡын күрәлер, тип күңел төпкөлөнә йәшерҙе. Дүрт йыл уҡыуында бындай ҡиммәтле бүләктәр бихисап йыйылды. Рәйсә, алмайым, уңайһыҙ, тип ҡалдырһа, әтеү берәйһенә бүләк итегеҙ, тип әйтер ине. Улар хат та алышманы, сәләм дә ебәрешмәне, тик һирәкләп кенә апайҙарында осрашҡылайҙар ине. Аҙаҡҡы ваҡытта Рәйсә егеттең ҡайтҡанын ишетһә,  “осраҡлы осрашыу”ҙарға үҙе осоп барып етә һала. Бер ваҡыт шулай ныҡ өҙгөләнеп көткәнендә хатта  шиғыр ҙа яҙып маташҡайны:

– Һағындым, йәнкәйем, өҙөлөп,

Арыным  да шикелле көтөп.

Ғүмеркәйем үтә йүгереп,

Тик барыбер йәшәйем түҙеп.

Ҡайтыр көндәреңде һанап,

Киткән юлдарыңа ҡарап,

Көн дә көтәм янып-көйөп,

Күмерҙәргә ҡалмам һүрелеп.

Көтәм... Көтөр кешем бар, тип һөйөнөп.

Ҡыҙ ҡапыл бөтә ялҡынлы йөрәге менән Рәжәптең үҙенә яусылар ебәргәнен теләне.

– Эй, Хоҙайым, эшкә урынлаштым инде, хәҙер һөйгәнем менән бергә итһәң ине, – тип теләктәр теләй-теләй  таң аттырҙы.

Рәжәп тә был юлы тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды: иртә таңдан еңгәләрен дер һелкетеп, хәлде аңлатты ла, төшкә табан сумка тулы күстәнәстәрен тейәп, ике еңгәһен ҡыҙҙы һоратырға ебәрҙе.

–  Һеҙҙә матур ҡыҙ үҫкән, беҙҙә батыр егет буй еткән, – тип буласаҡ ҡайныһына күлдәк менән таҫтамал, ҡәйнәһенә шау сәскә кешмир яулыҡ япты яусылар. Рәйсә, уларҙың кемдән килгәнен аңлағас, ауыҙын йыя алмай, йылмайып, йүгереп сәй табыны әҙерләне.

– Ҡыҙыбыҙ йәш, берәй йыл эшләһен әле, –  тип,  ата-әсәһе ҡапыл ғына ни әйтергә белмәне, бер Рәйсәгә, бер яусыларға ғәжәпләнеп ҡараны. Ләкин телгә бөткән еңгәләре тыңлау ҡайҙа ул, Рәжәпте  маҡтапмы-маҡтанылар.

– Себерҙә эшләй, аҡсаны көрәп ала. Ата-әсәһенең дә донъяһын яңыртып ҡуйҙы, өр-яңы машина ла алып ебәрҙе. Ауылдың күпме ҡыҙы өмөтләнһә лә, миңә тигән ҡыҙ тыумаған әле, тип кенә ҡуя ине. Бына һеҙҙең ҡыҙ үҫкәнен көткән инде. Эсмәй, тартмай – шәп егет!  Ундай аҫыл  егет тирә-яҡта берәү! – тип тә ебәрҙеләр.

Димсе – диңгеҙ кистерә, тиҙәр бит, ҡыҙ яусыларға  ҡарап торҙо ла:  “Риза!” – тип оло яҡҡа инде лә китте.

– Ҡыҙ кеше өй зиннәте генә, йәштәрҙең ваҡытында башлы-күҙле булыуы хәйерле инде, – тип иртәгәһенә, бөтә шартын килтереп, никах туйы үткәрҙеләр.

– Төшкән ереңә таш булып бат, ҡыҙым, – тип әсәһе фатихаһын биреп, оҙатып ҡалды. Күптән ҡауышыу сәғәте  көткән Рәжәп:

– Мин бөгөн донъяла иң  бәхетле кеше,  мине һайлағаныңа һиңә мең рәхмәт!  Теге ваҡыт Хоҙайым,  буласаҡ кәләшеңде ҡотҡар, тип аңғартҡандыр инде, – тип, һаҡ ҡына ҡосаҡлап, ҡыҙҙан һөйөү тулы ҡарашын алманы.  

– Ҡәҙерлем, минең дә бөгөн теләгем ҡабул булды бит...

Рәхмәтлемен Хоҙайыма

Осраштырған өсөн һинең менән.

Рәхмәтлемен яҙмышыма

Ҡауыштырған өсөн һинең менән! – тип күңелендә тыуған шиғыр юлдарын уҡып, һөйгәненә наҙланып ҡына һыйынды Рәйсә.   

 

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: