Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Ноябрь 2021, 07:04

Аҡсаны түгел, үҙен юғалтты...

Минең ирем инвестицион фондҡа миллиондарса һум сумма һалып, муттар тоҙағына ҡапты һәм аҡсаһын юғалтты. Аҡсаны ғына юғалтһасы... Ул үҙ-үҙен юғалтты.

... Беҙ бик иртә, яратышып өйләнештек. Бер-беребеҙҙе һөйөп туя алманыҡ. Бер минутҡа ла айырыла алманыҡ: саҡ ҡына күрешмәй торһаҡ та, һағынышып үлә яҙҙыҡ. Нимә эшләһәк тә, бергә баш­ҡарҙыҡ: көлөшә-көлөшә ашарға бешер­ҙек, йырлай-йырлай иҙән йыуҙыҡ, мин һауыт-һабаны йыуғанда  ул сынаяҡ-тәрилкәләрҙе һөртөп урынлаштырҙы, мин кер йыуғанда  әйберҙәрҙе элеште, ул утын ярғанда  мин өйҙөм... Балаларыбыҙ тыуғанда ул һәр саҡ бәхетенән иҫереп йөрөнө, мине өрмәгән ергә ултыртманы. Ике тиҫтә йыл күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Икәү төптән егелеп, донъя йөгөн бергә тартҡанға, тормошобоҙ көйлө барҙы: тәүҙә фатир һатып алдыҡ, аҙаҡ – шәхси йорт, ҡиммәтле машиналарҙа йөрөнөк, йыл да сит илдәргә барып ял итеп ҡайтырға форсатыбыҙ булды. Ял йорттары, шифаханалар, ил буйлап сәйәхәттәр тураһында әйтеп тә тормайым – ике-өс эштә ҡайырылып эшләнек тә, ял да итә белдек. Типтереп йәшәгән кеүек тойолор. Юҡ, йәшәй башлағанда беҙгә бик ауырға тура килде. Арҡа терәр кешеләребеҙ булманы. Өйләнгәндә бар байлығыбыҙ  ике сумка кейем дә  китаптар ғына ине. Донъябыҙҙы тулыһынса икебеҙ генә ҡоршап, бөтәйтеп ҡорҙоҡ. Балалар менән матур, етеш тормошта йәшәргә ынтылып, бар көстө шуға һалдыҡ. Мин бала саҡтан байлыҡҡа, алтын-көмөшкә ҡыҙыҡманым, ә ирем гелән еңел һәм күп итеп аҡса эшләү уйы менән янды, төрлө юлдарын-ысулдарын эҙләне. Мәҫәлән, бер ваҡыт Норвегияға барырға булып китте:

– Унда Рәсәйҙән кешеләрҙе эшкә алалар, эш хаҡы ныҡ ҙур.

– Ҙур эш хаҡына үҙҙәренеке лә сиратҡа торор ине, сит илдән алыуҙары икеле.

– Юҡ-юҡ, алалар, мин иғлан күрҙем. Документтарҙы нотариуста раҫларға ҡушҡандар бит. Муттар улайтып яҙып тормаҫ ине.

– Муттар ниндәй генә мутлыҡҡа бармаҫ, – тип баш сайҡаһам да, уйынан кире дүндерә алманым: ул реклама гәзитендәге бер кескәй генә иғланға ышанып, бөтә документын инглиз теленә тәржемә итеп, уларҙы нотариуста раҫлатып, күрһәтелгән адресҡа ебәрҙе. Бөтә хеҙмәт тә түләүле булды, әлбиттә. Шул уҡ иғланда күрһәтелгән телефонға шылтыратҡас, ниндәйҙер иҫәпкә 600 долларҙы күсерергә ҡуштылар (ул саҡта утыҙ мең һум самаһы). Йәнәһе лә, юл хаҡы, теркәлеү, виза һәм башҡа сығымдар ҙа ошо суммаға инә. Ирем тамсы ла шикләнмәйенсә аҡсаны күсерҙе. Ике-өс айҙан документтар һалынған хаты кире әйләнеп ҡайтты. Ундай адресат юҡ, тигән мисәт һуғылғайны. Иғландағы телефон һүнгәйне... Хәләл көс менән табылған утыҙ мең һум аҡса беҙҙең ғаилә өсөн ҙур ғына сумма ине. Шунан һуң ирем башҡаса бер ваҡытта ла афераларға ҡыҙыҡмаҫ, тип уйлағайным да, хаталандым – бер йыл да үтмәне, ул ЮАР-ға эшкә йыйына башланы. Шул уҡ схема буйынса тағы ла аҡсаға отолдо... Ихлас, алсаҡ иремдең ҡара янып йөрөүе...

Минең өсөн сәйер был үҙенсәлегенә көлөп кенә ҡараһам да, ҡайһы ваҡытта ыңғайына тороп, документтар тулты­рырға ярҙам иттем, күпселектә иһә, ҡуй, был бит мутлыҡҡа оҡшаған, аҡсаны әрәм итерһең, тип туҡтатырға ынтылдым: “Бушлай сырҙың ҡайҙалығын яҡшы беләһең бит”. Әммә уның һәр ваҡыт үҙ яуабы әҙер ине: “Был икенсе, бында аҡса эшләргә мөмкин, күрерһең әле!” Мин ышанманым. Сөнки бәләкәйҙән һәр тиндең ҡәҙерен, аҡсаның инер урыны – бер, сығыр урыны  мең  икәнен белеп, иртәнән кискәсә тиерлек эшләп үҫтем. Ә ирем етеш ғаиләлә тыуғайны. Улар район үҙәгендә иң бай ғаиләләрҙең береһе һаналған. Ата-әсәһе эшкә үтә шәп, йүнсел, хужасыл булған. Иң тәүге төҫлө телевизорҙы ла, һуңғы маркалы машинаны ла, заманса һыуытҡысты ла улар беренселәрҙән һатып ала алған. Ике ҡатлы йорттарының баҙы  үҙе бер айырым келәт ине, тип иҫләй туғандары: “Юҡ нәмә үҙе юҡ ине унда. Ҡәйнәң татлы теле, ҡунаҡсыл булыуы менән һәр кемдең йөрәгенә асҡыс ярата белде, оҫта тегенсе булараҡ етәкселәрҙең ҡатындарына береһенән-береһе ҡупшыраҡ күлдәктәр, пальтолар, плащтар текте  – байрамдар алдынан уға һыу буйындай оҙон сират барлыҡҡа килер ине. Бына ҡайҙа ине ул “блат менән сват”! Әле шул замандарҙа ҡәйнәң йөҙҙәрсә төрлө турама яһап, компоттар ҡайнатып, консервалар эшләне. Ҡайһы арала өлгөр­гәндер...” Магазин, баҙар кейемендә түгел, әсәһе теккән модалы кейемдәр генә кейеп үҫкән ирем үҫмер сағында саҡ-саҡ үлемдән ҡала – өйҙәрендә төндә янғын сыға. Мөғжизә менән генә ҡәйнәм уянып китеп, барыһын да уятып, төтөнгә сәсәй-сәсәй тәҙрә аша урамға һикереп өлгөрәләр. Арттарынса газ баллондары шартлай.  Күҙҙәремде йомған һайын шул күренеш күҙ алдыма баҫа: шаңҡыған ҡайны-ҡәйнәм, уларҙың балалары эске күлдәктә генә килеш, бер-береһенә һыйынышып, ҡар өҫтөндә ялан аяҡ дерелдәп баҫып торалар... Бер нисә минут эсендә уларҙың донъялары көл-күмергә әйләнеп, күккә оса. Хатта гараждағы машиналарын да сығара алмайҙар, ут бөтә ҡаралтыны тотош ялмай. Шул ваҡытта уларҙың ҡото ла, гүйә, көлгә әйләнеп, юҡҡа сыға: күп тә үтмәй, аҡыллы, шәп ҡайнымдың йөрәге ярылып, вафат була, ҡәйнәм эскегә һалыша... Ирем ғүмер буйына бәхетле, ғәмһеҙ бала, үҫмер саҡтарын кире ҡайтарырға маташты, шикелле, шуға ла етеш тормошҡа ынтылышы көслө булғандыр. Әммә, үкенескә күрә, күңеле эскелек менән ағыуланырға өлгөргәйне. Мин уға кейәүгә сыҡҡанда был турала белмәнем, ләкин белгәс, айырылышырға ашыҡманым, айыҡ тормоштоң матурлығын күрһәтергә тырыштым. Тик барыһы ла һин теләгәнсә генә барһасы... Донъя тамам бөтәйһә лә, эсергә әүәҫлеге бермә-бер артҡан ирем оҙон аҡса артынан Себергә сығып китте. Һәм ситтә йөрөгәндә ул финанс пирамидаһына барып ингәйне. Беҙ был турала белмәнек. Балаларға фатирҙар алырға сумма туплайҙыр, тип, мин унан аҡса талап итмәнем. Бер көндө ике туған ҡәйенбикәм, ҡустымдың эш хаҡы күпме, тип һораны. Иңбашымды һикерттем:

– Белмәйем.

– Нисек инде белмәйһең? – ҡәйенбикәм аптырап китте.

– Шулай. Ул әйтмәй.

– Банк картаһының дубликатын эшләтеп алмай ни... Картаның береһе унда, икенсеһе һиндә булыр ине. Кемдең ире Себерҙә эшләй, ҡатындарҙың бөтәһе лә шулайта. 

Ҡәйенбикәмде тыңлап, иремә ошо турала әйткәс, ул ләм-мим өндәш­мәне. Әйҙә, балаларға фатир һатып алайыҡ, моғайын, аҡсаны күп туплағанһыңдыр, тип ныҡышҡас, ул миңә, ярай, барып торлаҡ­тарҙы ҡара, һайла, тине. Күрһәгеҙ ине, нисек итеп шатланып фатир эҙләгә­немде! Яҡшы вариант тапһам, фатирҙың фотоларын иремә ебәрәм:

– Ҡара, ниндәй матур фатир! Уңайлы урында! Ремонтланған!

Ул йөҙөн боҙа:

– Әллә, миңә оҡшамай. Башҡа ва­рианттарҙы ла ҡара әле. 

Мин иҫәр кеүек ҡыуана-ҡыуана ике-өс ай буйына фатирҙар ҡарап йөрөнөм. Оҡшағанын тапҡан һайын иремә фотоларын һалдым, әммә уға береһе лә оҡшаманы... Нимәгә оҡшамағанын аҙаҡ белдем.

Ул отпускыға ҡайтҡанда иҫерек ине. Өйҙөң ҡотон осороп, айнымайса туҡтауһыҙ эсеп ятҡан иремде ҡустым бер көндө кафеға алып китте – ирҙәрсә һөйләшергә. Ике сәғәттән ҡустым ҡотомдо алды:

– Апай, һин беләһеңме еҙнәнең миллион һумдан ашыу бурысы барлығын? 

– Юҡ, – тип ултыра төштөм.

– Еҙнә кредит алып, йыйған аҡсаһына ҡушып, алты миллион һумды инвестицион фондҡа һалған булған, ә ул фонд юҡҡа сыҡҡан. Еҙнә бөтә аҡсаһын юғалтҡан, етмәһә, банкка бурыслы тороп ҡалған.

Мин шаҡ ҡаттым.

Икенсе көндө айырылышыуға ғариза яҙҙым. Миңә дөрөҫөн һөйләмәгәне, ике-өс ай буйына бушҡа фатир эҙләткәне өсөн ныҡ хәтерем ҡалды. Әгәр ҙә ни булғанын һөйләһә, икәү бергә был проблеманы хәл итеү юлын табып, йырып сығыр инек. Ләкин ул яңғыҙы ғына пирамида һаҙлығына инеп батып, тир түгеп эшләп тапҡан аҡсаһын кире ҡайтара алмай, юғалтыуҙан һынғайны. Өйгә күсеп, гел иҫерек йөрөп, айырылышҡанды ла аңғарманы. Балалар менән уға күпме генә ярҙам итергә тырышһаҡ та, ул башҡаса аяғына баҫа, турая алманы. Отпускыға 550 мең һум аҡса менән ҡайтҡайны, шуны бөткәнсе эскегә тыҡты. Өйҙә ятҡан һуңғы аҡсаһын, 170 мең һумды, килеп алып сыҡҡанында, зинһар, туҡта, теләһәң  булдыраһың бит, тип үтендем. Күҙемә ҡарамай ғына, ярай, тине. Кейемен йыуғайным, шуларҙы сумкаһына тығып, рәхмәт әйтте. Сығып китер саҡта, ишекте асҡас, миңә боролоп, ғәйепле йылмайҙы:

– Мин һине бәхетле итә алманым, һөйөклөм. Кисер... Һин бәхеткә лайыҡлыһың. Әй, үҙең дә беләһең инде...

Өмөтһөҙ ҡулын һелтәп, ишекте япты. Артынан мөлдөрәп ҡарап, илап тороп ҡалдым. Был беҙҙең һуңғы тапҡыр күрешеүебеҙ булды... Шул уҡ көндө кисен, бер-ике аҙнанан килеп сығырмын, картаңа аҡса күсерермен, тип яҙҙы. Ләкин килмәне, аҡса ла күсермәне. Һөйөк­лөмдөң күҙенә тура ҡарай алмайым, тигән хәбәре генә килде. Ә бер айҙан ул арабыҙҙан китеп барҙы. Мәңгегә.    

Уның кредитын страховка ҡапланы, 27 мең пеняһын, түләнмәгән һалымдарын түләү бурысы беҙҙең өҫкә төштө. Биш йыл ситтә эшләүенең бер тинлек файҙаһын күрмәнек, үҙен юғалттыҡ.

Мине ҡосағына алып, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, күр ҙә тор, тип әйтеүе генә ҡолаҡ төбөндә гелән яңғырағандай тойола. Ә бит ниндәй татыу, матур йәшәгәйнек, беҙгә һоҡланмаған кеше булманы. Барыһы ла ошолай тамамланыр, тип кем уйлаһын?!

 

А. САФИУЛЛИНА.

Өфө районы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: