Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
9 Ноябрь 2021, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар

Әнисә Муллағолова

Тыуған көнөм:  5 март.

Тыуған ерем: Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы.

Белемем буйынса: филолог, фән кандидаты.

Радиола нисек эш башланым:  БДУ-ның Нефтекама филиалында оҙаҡ йылдар башҡорт филологияһы һәм журналистика кафедраһын етәкләнем. Әммә, яҙыусы Марат Әминевтың   юмористик хикәйәһендәге кеүек, «яптымизация» еле беҙгә лә ҡағылды. Шул мәл БР Мәғариф министрлығына эшкә иғлан күреп ҡалдым, документтарымды ебәрҙем. Ҡат-ҡат иләктән үткәреп,  баш белгес итеп ҡуйҙылар. Йыл самаһы милли мәғариф бүлегендә ҡайнаным. Бер мәл һабаҡташым Тәнзилә Үлмәҫ­бае­ва­ның (радиола баш мөхәррир ине) һәлмәк китап сығарғанын ишеттем. Мәрхүм дуҫыбыҙ, журналист Юлай Мәҡсүтов тураһында. Төшкө тәнәфес мәлендә шуны алырға йүгерә-атлай бүлмәһенә килдем. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы әҙәбиәт бүлегенә эшкә саҡырҙы. 

Эшемдә иң оҡшағаны: ижади-ғилми мөхит! Танылған әҙиптәрҙе, ғалимдарҙы эфирға сығарам.  Электән ҡанға һеңгән, яратҡан өлкәлә йөҙөп йөрөп эшләргә мөмкинлек бар! «Көтмәгәндә-уйлама­ғанда», «Китап донъяһы», «Әҙип әҫәрен уҡый» тигән проекттарыма ла, ағымдағы  «Ижади портрет», «Беҙҙең донъя»  тап­шы­рыуҙарына ла төрлө өл­кәләге фән әһелдәрен һәм нәфис ижадта теше сыҡҡандарҙы саҡырам. Әлбиттә, йәш ижадсыларға ла ҡанат ҡуябыҙ.

«Йәшәү йәме»ндә ябай хеҙмәт кешеләрен дә яҡ­тыртам.  

Бер мәл эфирҙа:  Фәимә Мәжитова менән тура эфирҙа Яңы йыл марафоны алып барабыҙ. Тел, әҙәбиәткә бер сәғәт­лек йомғаҡ яһайбыҙ.  Үҙ-ара ым-ишара менән аңлашабыҙ. Бер талай һүҙ-байҡауҙан һуң дәрт­ле генә йыр  ҡуй­ҙыҡ.   Ул барғанда  микрофоныбыҙҙы һүн­дерҙек,  имеш.   Икәү-ара һөйләшһәң дә ярай…   Баҡтиһәң, тейешле кнопкаға ба­ҫыр­ға онотҡанбыҙ.  Йыр менән ҡуша беҙҙең диалог китә башлаған! Артабанғы программа тураһын­да, әлбиттә.   Ҡар­шыла быяла тәҙрә.  Тауыш режиссеры (Эльвира Атйетәрова)  ҡалҡан һымаҡ ҡалҡты! Уны һуҡыр күҙ менән дә күрерһең! Өнһөҙ тыя хеҙмәттәшебеҙ, кнопкаға күрһәтә… Беҙҙе тиҙ туҡтатты. Шунан бирле, «Юлдаш»та тапшырыу алып бараммы,  «Ашҡаҙар»ҙамы,  «ҡы­рын күҙем» – быяла тәҙрәлә: тауыш режис­серҙары тынысмы… Ғүмерлек һабаҡ булды был.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой:  академик  Илдус Барый улы Абдрахманов.  БР Фәндәр академияһының Химия институтында эшләй.  Телефондан шылтыратам. «Тапшырыу ниндәй телдә?» – тип һорай.

– Башҡортса.

– Улай булғас, 2–3 көн көтөгөҙ. Химик терминдарҙың башҡортсаһын иҫкә төшөрөп, һүҙлектән ҡарап сығайым. Шунан осрашырбыҙ.   Эш теле ғүмер буйы урыҫса бит, һеңлекәш.

Башҡорт зыялыларының телебеҙгә оло хөрмәте ошо герой йөҙөндә лә асыҡ күренә. 

Рәхмәтлемен: иң элек Раббыма. Юғары көскә (кем нисек атай).   Шунан атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма. 

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: бер нисә йыл элек «Самауыр янында» проектын алып барырға тәҡдим булғас, төндә төш күрәм. Студияла тапшырыу алып барам, имеш.  Тышта болот ҡуйыра. Дарҫ та дорҫ күк гөрһөлдәй… Эстә ҡырылмаһа-ҡырҡ пульт ялтылдай… Йәшен шарын үҙенә тарта инде, тип ҡот оса. Микрофонға һөйләргә кәрәк, өнөм сыҡмай… 

Лысма һыу булып уянып киттем… Был тигенгә түгелдер, тип уйланым. Иртәгәһенә килдем дә, ғәфү үтенеп,  баш тарттым.  

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: улар байтаҡ. Ҡайһы берҙәре тапшырыу яҙмаһын ҡат-ҡат тыңлай ҙа шылтырата: «Ярты сәғәттә тотош ғүмер юлымды яҡтыртҡанбыҙ.  Яҡташтарым, ғаиләм, ейәндәрем алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Беҙҙе ҡыуандырған өсөн Хоҙай мең сауап яҙһын… »

Яратҡан йырым: «Оло юлдың туҙаны». 

Китабым: Джек Лондондың «Зов предков». Әлбиттә, проза буйынса сыҡҡан биш әҙәби-ғилми китабыма ла күңел донъям күскән. Уларҙы ла яҡын күрәм. Филолог студенттар йыш ҡуллана. 

Фильм: «Выживший», А. Г. Иньярригу. Кешенең ихтыяр көсө тураһындағы  шәп фильм.

Эштән арып киткән саҡтарҙа:  Аллаға шөкөр, эштән арыған саҡ юҡ. Уҡытыу, фәнни эштәр менән байып, радиожурналистикаға килгәнмен.  Әлеге өлкәм дә даими уҡыу-өйрәнеүҙе талап итә. Шуға өйҙә лә китап-журналдан, танылған журналистарҙың  видеояҙма­ларынан айырылмайым.  Йәйгә табан баҡса ял бирә. Беҙ – ер кешеләре!  Һәм ҡайҙа ла бала саҡтан музыка – минең хобби.   Ҡулға баян алып,  ейәндәремә лә милли моңдо һеңдерергә тырышам.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: Себеште көҙ һанайҙар, тиҙәр.  Шулай ҙа себеш-бәпкә утыҡһын өсөн дөрөҫ тәрбиә кәрәк. Ҡыҙым быйыл мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Мәскәү университетына инде.  «Бында, әсәй,  һинең өлөш ҙур», – тип шылтырата. Дөрөҫ йүнәлеш биреү, бала теләгенә юл асыу,  моғайын, күпмелер кимәлдә ҡаҙанышымдыр.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: