+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Август , 16:52

«Мин һинең етемлектә ғәйепле түгел, балам...»

Фәниә ауырға ҡалғас та сабыйға исем уйлап ҡуйҙыҡ, ҡәйнәм ниңәлер был эшебеҙгә лә килеп ҡыҫылды. Ни өсөндөр ул беҙ һайлағанды оҡшатманы, үҙенсә ҡуштырырға булып китте. Иң аптыратҡаны, беҙҙең тормошҡа хәләлемдең башҡа туғандары ла ҡыҫылырға тотондо. Бындай «әүҙемлек» тамам ялҡытты һәм, барыһына ла ҡул һелтәп, үҙемсә йәшәргә маташтым. Мин бит Фәниәне ярата инем, уға бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәнем. Ҡайһы саҡта һүҙгә килешкәндә лә барыһын да уртаға һалып һөйләшеп, яраша торғайныҡ. Сөнки барыһы ла алда, сабыйыбыҙ тыуыр һәм барыһы ла яҡшы булыр, тип ышандым...

«Мин һинең етемлектә ғәйепле түгел, балам...»

Өфөлә ҡуртымға алынған сираттағы фатирыбыҙға күсергә булғас, Илфат исемле дуҫым районға ял итергә ҡайтҡан еренән “һә” тигәнсе ярҙамға килеп етте. Беҙҙә – ҡыуаныслы ваҡиға, яңы ғына
бәпесебеҙ донъяға ауаз һалды, ниәтебеҙ – иркенерәк фатирға күсеү. Шундай саҡта нисек инде бер-береңә ярҙам итмәйһең? Беҙ бит студент йылдарында бергә йәшәп, бер туҫтаҡтан ашап, белем алып сыҡтыҡ. Университеттан һуң һәр кем үҙ юлы менән китеп, ғаилә ҡорғас та бәйләнеште өҙмәнек. Илфат тағы ла бер уртаҡ дуҫыбыҙ менән килгәйне, күмәк кешегә еңелерәк булыр. Уның хәл-әхүәлен һорашам, күңелемде өйкәгән һорауҙы бирә алмай йонсойом. «Ғаиләң менән ниҙәр булып ҡуйҙы?» – тип тура ғына ярып һалырға уңайһыҙланам. Бынан алда Илфаттың ғаиләһе тарҡалыуы хаҡында ишетеп өлгөргәйнем. Ул өйләнеүгә бер йыл үтеп тә өлгөрмәне, кәләше менән борсаҡтары бешмәй, бәпестәре тыуған айҙа уҡ айырылышып та ҡуйҙылар.

Илфаттың күҙҙәрендә осҡондар һүнеп, бер аҙ төшөнкөлөккә бирелгәйне. Һәр икенсе һүҙе сабыйы, уны ҡайтарып алыу хаҡында ине. Дуҫым эш барышында яйлап ҡына барыһын да һөйләне.

«Беҙҙең арабыҙҙа мөхәббәт осҡондары бик тиҙ ҡабынды. Фәниә менән икебеҙ ҙә ябай ауыл ғаиләһендә үҫкәнбеҙ, уй-ниәттәребеҙ береккәс, өс ай тирәһе дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек.
Тәүҙә – никах, туй... Көтөп алған тормоштағы мөһим ваҡиғалар йәшен тиҙлеге менән үтте лә китте. Артабан – туй сәйәхәте, Фәниәнең ауырға ҡалыуы... Тәүҙә барыһы ла һәүетемсә генә барҙы.
Мин көнө буйы эштә, кисен арып ҡайтам, кәләшем ҡыуанып ҡаршы ала. Ярты йыл тигәндә, һәйбәт кенә «тимер ат» алыуға ла өлгәштем, үҙемдең студент йылдарында туплай башлаған аҡса иш янына ҡуш булды. Ял һайын алмашлап минең йә уның ауылына ҡайта башланыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙең бәпес көтөүебеҙ тураһындағы хәбәргә үтә шатланды.

Ҡәйнәм йыш ҡына минең намаҙ уҡымауымды шелтәләй башланы. Уның фекеренсә, әгәр һин мосолман икән, дин буйынса ғына йәшәргә тейешһең. Әлегә быға әҙер булмауым, миңә бер аҙ ваҡыт
кәрәклеге тураһында белдерҙем. Һуңынан ҡәйнәмдең «кейәү, дингә баҫһаң, яҡшыраҡ булыр ине» кеүек һүҙҙәрен йышыраҡ ишетә башланым. Быны ҡайным әйтһә, бер хәл... «Кейәү, диндә
көсләү юҡ, был мөһим ҡарарға һин үҙең килергә тейешһең», – булды уның һүҙе.

Фәниә ауырға ҡалғас та сабыйға исем уйлап ҡуйҙыҡ, ҡәйнәм ниңәлер был эшебеҙгә лә килеп ҡыҫылды. Ни өсөндөр ул беҙ һайлағанды оҡшатманы, үҙенсә ҡуштырырға булып китте. Иң аптыратҡаны, беҙҙең тормошҡа хәләлемдең башҡа туғандары ла ҡыҫылырға тотондо. Бындай «әүҙемлек» тамам ялҡытты һәм, барыһына ла ҡул һелтәп, үҙемсә йәшәргә маташтым. Мин бит Фәниәне ярата инем, уға бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәнем. Ҡайһы саҡта һүҙгә килешкәндә лә барыһын да уртаға һалып һөйләшеп, яраша торғайныҡ. Сөнки барыһы ла алда, сабыйыбыҙ тыуыр һәм барыһы ла яҡшы булыр, тип ышандым... Йөклөлөк осоронда Фәниәне төрлө кафе, кинотеатрға йөрөттөм, барыһын да ул теләгәнсә эшләргә тырыштым.

Ниһайәт, бәпес менән күрешеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ҡатынымды бала табыу йортона һалдылар. Минең шатлығым күкрәгемә һыймай, эштән көн һорап, бәләкәй генә бүлмәбеҙҙе әҙерләргә керештем. Сөнки, йолаға ышанып, сабый тыуғансы бер ни ҙә һатып алмағайныҡ. Карауат алып ҡайтып, кейем-һалым, барлыҡ кәрәк-яраҡты әҙерләп, көтәм. Бына-бына бәхетле минуттар етергә тейеш. Шул мәлдә ҡәйнәм Фәниә аша минән үҙҙәренә йәшәп тороуға ҡуртымға фатир табыуҙы үтенә. Ниәте – беҙҙең эргәләге берәй йортта йәшәп, көн һайын сабыйҙы тәрбиәләшергә килеп йөрөү. Беҙҙең бүлмә бәләкәй, ике кешенән артыҡ тороу мөмкин түгел... Ҡәйнәнең шылтыратыуынан һуң туғандарымдан торлаҡ белештем. Алыҫ ҡына бер туғаныбыҙҙың фатиры буш тороуы асыҡланды. Коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү шарты менән ваҡытлыса шунда күсергә ҡарар иттек. Сабыйымды иркен, яҡты фатирға алып ҡайтасаҡмын. Минең эшемә лә яҡын буласаҡ. Ҡулай килеп
сығыуына һөйөнөп бөтә алманым.

Бәпесте бала табыу йортонан алып сығаһы көндә фатирҙа туғандарыбыҙ табын әҙерләп көтөп ҡалды. Әммә дауаханаға барғас, ҡәйнәмдең баланы икенсе йортҡа алып ҡайтырға әҙерләнеп
килеүе тураһында ишетеп, саҡ артыма йығылып китмәнем.

– Илфат, һеҙҙең туғандарығыҙға барып еткәнсе, бәпестең өшөүе ихтимал, беҙгә яҡыныраҡ, алып ҡайтайыҡ, – тип ҡысҡырышты балдыҙҙарым.

Мин уларҙың һүҙҙәрен ҡолағыма элмәнем, бәпесте һәм кәләшемде машинаға ултырттым. Беҙҙең арттан ҡайным да эйәрҙе, ә ҡәйнәм тороп ҡалды. Ҡуҙғалып китәм тигәндә, балдыҙым үҙенең
машинаһы менән юлыма ҡаршы килеп туҡтаны. Шунда аңланым, беҙҙе бергә йәшәтмәҫкә теләйҙәр. Иң ҡурҡынысы – Фәниәм дә, уларҙың ҡотҡоһона бирелеп, илауларға тотондо. Балдыҙҙарым, машинанан төшөп:

– Еҙнәй, һин насар... Баланы үҙебеҙгә алып ҡайтабыҙ. Беҙҙең апайыбыҙҙы харап итәсәкһең... Илфат, һин бит насар – тип мине битәрләргә кереште.

Күптән әйтергә әҙерләнеп йөрөгән һүҙҙәрен әйтеп һалдылар, буғай. Ҡуҙғалып китергә ирек бирмәйҙәр. Яңы ғына тыуған сабыйыбыҙға талашып, тартҡылашалар. Беҙҙең бүлмәнең тарлығын
мыҫҡыл итепме, сабыйға исемде машинала уҡ ҡысҡыртыуҙы талап итәләр. Уларҙың ыҙғышын төш кеүек кенә хәтерләйем хәҙер. Бындай ахмаҡлыҡ ҡайҙан киләлер...

Ҡәйнәм ниңәлер был мәхшәрҙе ситтән күҙәтә ине, йәнәһе лә, уның бында бер ҡыҫылышы ла юҡ. Үҙемде саҡ тыйып ҡалдым. Тештәремде ҡыҫтым... Шулай ҙа Фәниә менән баламды өҙмәй ҙә ҡуймай фатирға түгел, бүлмәгә алып ҡайттым. Ул бала табыу йортона бик яҡын урынлашҡайны. Ҡайным һәм ҡәйнәм инеп ултырҙы, фатирҙа әҙерләнгән һыйҙы алып килеп, исем ҡысҡырттыҡ. «Кейәү, ҡала ситендә урынлашҡан фатирға бармай тороғоҙ, балаға һыуыҡ тейеп ҡуйыр», – тип хушлашты беҙҙең менән ҡәйнәм.

Өсөнсө көнөнә эштән ҡайтып инһәм, ни күрәйем, бүлмә бушап ҡалған. Баҡһаң, Фәниә менән баланы туғандары районға алып ҡайтып киткән. Йәнем әсенде, тамаҡҡа төйөр тығылды... Ни эшләргә белмәнем. Беҙҙе бергә йәшәтергә теләмәүҙәрен тамам аңланым... Төшөнкөлөккә бирелмәй, барыһын да эш менән баҫырға тырыштым, спорт менән шөғөлләнеүемде дауам иттем. Аҙна-ун көн тирәһе үткәс, ҡәйнәм шылтырата: «Кейәү, Фәниә менән сабыйҙы килеп ал».

– Ҡәйнәм, тағы ла шундай ыҙғыш-талаш миңә кәрәкмәй. Нисек алып ҡайтҡанһығыҙ, шулай алып килегеҙ, – тип яуапланым.

Тағы бер нисә көн үткәс, Фәниә балабыҙ менән килде... Ныҡлап һөйләштек, аңлашҡандай булдыҡ... Уға ҡәтғи һорау ҡуйҙым:

– Һин минең менән артабан йәшәргә теләйһеңме?

Ул йәшкәҙәгән күҙҙәрен йомоп, башын ҡаҡты:

– Эйе...

Ҡала урамдары буйлап машина менән китеп барабыҙ, бер туҡтауһыҙ Фәниәнең телефоны тауыш бирә, тағы ҡәйнәм шылтырата. Йорт янына барып туҡтағас, оҙаҡ ҡына әсәһе менән һөйләшеп алды. Һәм, уның ҡотҡоһона бирелеп, тағы иларға тотондо. «Минең һинең менән йәшәгем килмәй», – тип ҡысҡыра башланы. Аҙаҡ беҙ уның менән судта ғына осраштыҡ... Рәсми рәүештә айырылышырға тура килде. Бына шулай йәш кенә башыма яҙмыш апаруҡ һынау алып килде.

Минең дингә баҫмауым арҡаһында ғына шундай хәл килеп сыҡтымы? Үҙем дә аңламай ҡалдым. Иң ҡурҡынысы – судҡа тиклем Фәниәнең туғандары минекеләргә шылтыратып, кәләшемде, йә -
нәһе лә, йәберләүем, аҡса бирмәүем хаҡында һөйләп бөткән. Ул ғына ла түгел, хатта эшемә лә барып еткәндәр... Яҙмышымды тулыһынса емерергә маташтылармы икән?.. Бына шулай, мин
баламдың етемлегендә ғәйепле түгел...»

Әҙәм заты кемдеңдер холҡо йә ҡырын эше арҡаһында әсе яҙмышҡа дусар булһа, бигерәк тә аяныс шул... Ололарҙың йәш ғаиләләрҙең тормошон селпәрәмә килтереүе хаҡында йыш ҡына кинофильмдарҙан ҡарап, китаптарҙан ғына уҡып белә инем. Күптән түгел үҙемә лә ошондай ғибрәтле хәлгә шаһит булырға тура килде. Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигән күҙлектән сығып яҙылды был ғибрәт.

М. Йәнгилдин

Авторҙар:Инсаф Хужабиргәнов