Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Июнь 2021, 06:11

Ғәҙел йәндәр

Мин бер бик ҡыҙыҡ хәрби кеше менән таныштым. Йәйге ҡояшлы бер матур көндә, фонтан янында булды был хәл. Фонтан тирәһендә сыр-сыу килеп балалар уйнай. Һыу шарлауы, тамсылар тауышы улар­ҙың сырылдауына ҡушылып, бер моң булып ишетелә. Алтын-көмөш һымаҡ матур төҫтәр сығарып, тамсылар йылтыраша. Ғәжәп гүзәл тамаша инде бына. Ыҫпай кәүҙәле хәрби кейемдәге берәү фонтан янына баҫҡан да балаларҙы күҙәтә. Әленән-әле йөҙөнә йылмайыу сыға, мин дә шул арала яҡы­ныраҡ килеп баҫтым, был күренешкә һоҡланып тора бирҙем. Хәрби кеше үҙ алдына һөйләнгәндәй:

– Ниндәй матур балалар, беҙ­ҙең киләсәк бит былар, – тип, миңә ҡарап, йылмайып ҡуйҙы.
– Балаларҙы бик яратаһығыҙ, ахыры, – тинем.
– Яратмаҫлыҡмы ни? Шулар­ҙың киләсәк бәхете өсөн йә­шәйбеҙ түгелме ни. Беҙ бына, хәрби кешеләр, ғүмерҙәрҙе ус төбөнә һалып, илдең именлеге, ошо сабыйҙарҙың ҡыуаныслы тормошо өсөн көрәшмәйбеҙме ни?
Ул шулай үҙенең күңелендәге хистәрен асып һалғас, беҙ шаҡтай танышып уҡ киттек. Үҙем хеҙмәттә булмаһам да, хәрби кешеләр менән һөйлә­шергә яратам. Улар күбеһенсә ҡорораҡ, аҙ һөйләүсән була. Ә был полковник, дәрәжәһе ҙур булһа ла, бик алсаҡ булып сыҡты. Саф күңеле йөҙөнән үк сағыла, күҙҙәрендә – нин­дәй­ҙер тормошто яратыу осҡоно. Исемдәрҙе лә әйтештек. “Ин­саф Сафарович, тиҙәр мине”, – тип әйтә һалды ул. Ысындан да, был кешенең тормошо ҡыҙыҡ­һындырҙы. Беҙ, һөйләшә-һөй­ләшә, тротуарҙан атланыҡ.
– Бөгөн минең ял көнөм. Бына һеҙҙең кеүек яҙыусы кеше менән аралашҡым килеп тора. Ваҡытығыҙ булһа, әйҙәгеҙ, беҙгә инеп ултырайыҡ.
Был тәҡдимгә ҡаршы кил­мәнем.
Өйҙә беҙҙе мөләйем йөҙлө йәш кенә ханым ҡаршы алды. “Сәсенә сал төшә башлаған, иллеләрҙе лә уҙған был ағай кешегә кем тейеш икән ул? Ҡыҙымы икән әллә?” – тип уйлап ҡуйҙым эстән.
– Фәниә була минең исемем, – тине ул һәм, – уҙығыҙ, түрҙән уҙығыҙ, – тип беҙҙе эскә үт­кәрҙе. Был ҙур фатирҙың балаҫ йәйелгән иҙәнендә биш-алты йәшлек ике малай үҙ уйындарын ҡороп, машиналарын түтел­дәтеп мәж килә. Беҙ килеп ингәс, уйындарын ҡуйып: “Атай ҡайтты, атай ҡайтты!” – тип, икеһе Инсафтың ике ботона килеп йәбеште.
Йәш ханым сәй ҡуйып ебәр­ҙе. Тиҙ арала кескәй генә табын да ҡорҙо. Шаҡтай оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Яңынан уйындарын дауам итеүсе балалар әленән-әле миңә ҡарап ҡуя. Улар ҙа иғтибарымды үҙҙәренә тарта: “Фәниәнең улдарылыр инде. Бәлки, игеҙәктәрҙер ҙә. Береһе, ана, осло моронлоһо, хужабикәгә оҡшап та ҡуя. Икен­сеһе бөтә бит-йөҙө, ҡиәфәте менән полковниктың үҙе инде, һуйған да ҡаплаған”, – башымдан шундай уйҙар ҙа йүгереп үтте. Ултыра торғас, малай­ҙарҙың исемдәрен дә белеп алдым: осло моронлоһо – Шамил, икенсеһе Камил. Йәш ханымдың полковник ҡатыны, биш-алты йыл элек өйлән­гәндәре һәм, ошо кескәйҙәрҙе үҫтереп, ҡыуанышып йәшәп ятыуҙары асыҡланды. Мине һаман да әлеге: «Игеҙәктәрме икән?» – тигән һорау ҡыҙыҡ­һындырҙы. Быны Инсафтың үҙенә лә әйтә һалдым. Ул ҡатынына йылмайып ҡараны ла:
– Таныш-белештәр, күрше­ләр ҙә инде уларҙы игеҙәк итеп һанай. Бик үҙенсәлекле игеҙәктәр улар, – тип ҡуйҙы һәм уның серен миңә йәшермәй, асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе. Был тарихты уҡыусым алдына һүрәтләү итеп теҙеп һалырға булдым.
* * *
…Бала тыуҙырыу йорто үҙ тормошо менән ҡайнап тора. Бында үрһәләнеп ыңғырашыу­ҙар ҙа, бала илаған тауыштар ҙа, ҡыуанышып, кешеләрҙең бер-береһен ҡотлашып көлөү­ҙәре лә яңғырап ҡуя. Бына әле генә ул тапҡан йәш ҡыҙҙы карауатҡа килтереп һалдылар. Уның күҙҙәре йәшле, илай ҙа илай. Йәнәшәлә бала табырға әҙерләнеп ятҡан ҡатындар:
– Илама, һылыу, ҡотолдоң бит. “Бына тигән ул тапты”, – тип әйттеләр. Ниңә, ҡыуан­майһыңмы ни баланың донъяға килеүенә? – тип, йыуатып ҡарай.
Йәш әсә уның һайын быуылып илай:
– Ул алданы мине, алданы! “Өйләнәм, ғаилә ҡорорбоҙ, балалар үҫтерербеҙ”, – тине. Өйләнмәне, ташлап ҡасты. Ошо көнгәсә ут эсендә йәшәнем. Әсәйем туҡтатты. “Тап баланы, үҙебеҙ ҡарарбыҙ”, – тине. Инде мин нишләйем? Был баланы нисек үҫтерермен? Кешеләр ни әйтер? – тип һөйләне лә ҡыҙ шымды.
Йәнәшәләге койкала урта йәштәрҙәге бер ханым да ошо уҡ мәлдә ул тапҡан. Ул иламай. Урынынан тороп, аҫыл халатын кейеп, иҙән буйлап йөрөй. Ул да һөйләнә:
– Ниһайәт, ҡотолдом, ул таптым. Уны тапмаҫҡа, тип күпме тырыштым, ирем мәжбүр итте. Ошо көнгә тиклем балаға уҙмай матурлығымды һаҡлап йөрө­нөм. Ә минең ирем ҙур хәрби кеше, полковник. Нисә йылдар инде мине: “Бала тап! Тап!” – тип игәне лә игәне. “Тапмаһаң, минән китәһең”, – тип тә янаны. Бына хәҙер уныңса булһын инде, таптым балаһын.
Шул арала был көйәҙ ҡатынға балаһын имеҙергә килтер­ҙеләр. Сабый бүлмәне яңғы­ратып илай. Ә ҡатын сәбә­ләнергә кереште:
– Имеҙмәйем мин уны. Имеҙһәм, фигурам боҙола, күкрәгем артыҡ ҙураясаҡ. Өйөм тулы аҫыл күлмәктәр, йыуанайып китһәм, улар миңә яра­маясаҡ. Имеҙмәйем! – тип, бүлмәләгеләрҙе шаҡ ҡатырҙы.
– Нисек имеҙмәйһең, үҙ балаң бит! Ана, нисек илай, ашарға һорай, – тип уны әрләп тә ҡаранылар.
Бүлмәләге ығы-зығыны ишетеп, табип килеп инде. Ул да, баланы имеҙеүҙе талап итеп, ханымды әрләп ҡараны. Ә тегенең үҙ туҡһаны туҡһан, ҡарыша, тыңламай. Шул ваҡыт урынында тымып ҡалған әлеге йәш әсә:
– Үҙемә бирегеҙ балаһын, имеҙәм, һөтөм күп минең, – тип ҡалҡынмаһынмы.
Табип баланы уның янына илтеп һалды. Сабый имеп, тамағы туйғас, илауынан туҡ­тап, йоҡлап уҡ китте. Оҙаҡ­ламай йәш әсәнең үҙ балаһын да килтереп имеҙҙеләр. Шулай итеп, ул көн дә ошо ике сабыйҙың тамағын туйҙырыусы булып китте.
Бер көндө әлеге урта йәш­тәрҙәге ҡатындың ире лә килде. Уны палатаға саҡырҙылар.
– Ҡотлайым, Рәсимә, улы­быҙҙы тапҡанһың, – тип ул ҡатынын ҡосаҡлап алды. Шул мәл бүлмәгә табип инде һәм:
– Ҡатынығыҙ балаһын имеҙ­мәй, – тип, бер полковникка, бер Рәсимәгә ҡарап, әйтә һалды.
Ир кеше:
– Һин нимә, Рәсимә, ысынлап та имеҙмәйһеңме? – тип, ҡаты­нына етди ҡараш ташланы.
– Имеҙмәйем, түштәрем ҙу­райып, йәмһеҙләнеп ки­тә­сәк­мен. Ул саҡта миңә бер кейем дә ярамаҫ, – тип, үҙ көй­һөҙ­лөгөн күрһәтте.
– Кем имеҙә һуң минең баламды? – тип, ир кеше табипҡа төбәлде.
– Ана, йәш әсә, Фәниә туйындыра уларҙы. Әлдә ул тыңланы әле.
Полковник йәш ханым ҡаршыһына барып:
– Рәхмәт инде һиңә, һылыу, – тип ҡулын үпте һәм уға уҡталып, уйланып торҙо. Башынан аяғы­на тиклем күҙен йөрөтөп алды. Һәм, ҡатыны менән һөйләшеп тә тормаҫтан, бүлмәләгеләр менән һаубуллашып сығып китте. Был хәл һәммәһен дә аптыратты. Ҡатыны Рәсимә өсөн дә был көтөлмәгәнсә булып сыҡты.
– Уға мин түгел, бала кәрәк. Ә минең үҙ матурлығымды юғалт­ҡым килмәй, – тип, Рәсимә үҙ көй­һөҙлөгөн һаман сәсә-сәсә, ишекле-түрле йөрөргә кереште.
Бына бала тапҡан был ханымдарҙы өйгә ҡайтарыу көнө етте. Ҡулына сәскә бәй­ләме тотоп, Инсаф та килеп керҙе. Бөтә бүлмәләгеләрҙе шаҡ ҡатырып, ул сәскәләрҙе Рәсимәгә түгел, Фәниәгә һуҙҙы. Ике сабый ҙа был мәлдә Фәниә янында ине. Инсаф улын ҡулына күтәреп алды:
– Был бала Рәсимәнеке түгел, һинеке буласаҡ, – тип ҡабат Фәниәгә тотторҙо.
Полковник менән ике һалдат та килгән икән. Береһенең ҡулында – матур ебәк күлмәк. Уны ла Инсаф Фәниәгә һуҙҙы:
– Был, һылыу, һиңә. Һин минең улымды туйҙырыусы. Йыйын, мин һине алып ҡайтам, – тип үк ебәрҙе.
Бүлмәләгеләрҙең аптырауы сигенә еткәйне. Ә Рәсимә үҙенең ысын йөҙөн күрһәтте:
– Нимә, һин шулай мине ташларға булдыңмы? Барып сыҡ­маҫ. Мин быға юл ҡуймам! – тип, сәбәләнеп аҡырынырға кереште. Инде табип та улар янында ине. Ул хәлде аңлап алды.
– Бында тауышланмағыҙ, Рәсимә ханым. Мәсьәләне улай хәл итмәйҙәр, – тип, полковник ҡа­тынын тынысландырырға тырышты.
Ҡыҫҡаһы, был ығы-зығы Инсафтың Фәниәне ҡултыҡлап бүлмәнән алып сығып китеүе менән тамамланды. Бүлмә­ләгеләр тәҙрәгә ҡапланып, уларҙың еңел машинаға ултырып ҡайтып китеүен генә ҡарап ҡалды.
Рәсимә ярһып йөрөп арыны, буғай. Ата-әсәһенә хәбәр итте, бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Оҙаҡ та тормай, ҡарттар ҡыҙ­ҙарын килеп алды. Был хәл шулай тамамланды. Рәсимәнең пыр туҙыуы, ялыу яҙыуы ла, ата-әсәһен эйәртеп, полковниктың өйөнә барып ғауға ҡуптарыуы ла ярҙам итмәне.
Бына шулай ғәҙәти булма­ғанса бик сәйер шарттарҙа оло йәштәрҙәге Инсаф менән егермеһе лә тулмаған Фәниә ир менән ҡатын булып китте һәм ике малайҙы – ошо үҙен­сәлекле игеҙәктәрҙе ҡарап, аяҡҡа баҫтырҙылар. Яратышып, мөхәббәтле тормош ҡороп ебәрҙеләр. Ваҡытында, өйлә­нәм, тип йөрөп, ҡыҙҙы алдаған һәм, балаһы тыуғас, күрергә лә теләмәй, ситкә ҡасҡан егеттең дә эҙе юғалды. Һәм уның кәрәге лә юҡ ине. Мөхәббәткә йәш араһы ла, кешеләрҙең бер-берен аҙ белеүе лә тотҡарлыҡ була алмай икән. Бер күкрәк һөтө менән туйынып үҫеп килгән сабыйҙар һуңлап табылған мөхәббәтте биҙәне генә.
* * *
Мин ошо ғаилә менән шаҡтай дуҫлашып киттем. Малай­ҙарҙың инде мәктәпкә барған мәлдәрен дә күрҙем. Өйҙә­рендә һөйләшеп ултырған саҡ­тар аҙ булманы. Һәм һәр саҡ яҡшылыҡтың, изге күңел­лелектең өҫтөнлөгөнә, ысын мөхәббәттең барлығына ҡыуа­нып йөрөнөм.
Был ғаилә әле лә татыу йәшәп ята. Күкрәктәш сабыйҙар үҫә, киләсәккә атлай.
Читайте нас: