Гөлнур ҠЫУАТОВА
"Балаларым - йөрәк яраларым"
(хикәйә)
Шәмсиә инәй менән дауаханала таныштыҡ. Ғәҙәттә, ололарҙы ихтирам итеүсе һәр кем ваҡыты булғанда уларҙы алдараҡ үткәрергә тырыша. Ә был инәй, киреһенсә, мине алдан үткәреп ебәрҙе:
– Ҡабаланмайым, балаҡайым. Йәштәрҙең йәшнәп йәшәр мәле бит, һеҙгә һаулыҡ ҡәҙерлерәк. Мин ни, үлһәм дә үкенмәйем, күпте күрҙем, кисерҙем, тигәндәй... Бар-бар, инә һал!
Табип алдына килеп ултырғас ҡына тышта ҡалған уның кисерештәре хаҡында уйлана ҡуйҙым: әллә табиптар алдында баҙап ҡалырлыҡ яман ауырыуы бармы икән? Нисек кенә ауыр булмаһын, һәр кем йәшәргә тырыша. Ә ул донъянан ваз кискән кеүегерәк тойолдо. Ҡалтыранған ҡулдары ла иҫемдән сыҡманы. Ишектән сығыуыма, ул табипҡа инеп китте, һөйләшеп булманы. Бары тик УЗИ кабинеты алдындағы оҙон сиратта ғына ҡабаттан тап булышып, һөйләшеп киттек.
– Һеҙ миңә ризалыҡ биреүегеҙ булды, йән фарман табипҡа инеп тә киттем. Шул тиклем уңайһыҙ булды инде. Зинһар, ғәфү итегеҙ. Күреп торам, үҙегеҙҙең дә хәлегеҙ артыҡ шәптән түгел бит...
– Эй-й, ҡыҙым, минең инде һуңғы 20 йыл буйы хәлем бер көйө. Артҡа китһә китә, алға табан шыуышмай ҙа, исмаһам. Бөгөн үлһәм дә аптырамайым, ҡайғырмайым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, 50 – 60-ҡа етеп үлгәндәрҙе бәхетле, тип һанайым. Ә мин инде 70-кә ыңғайланым, күптән ваҡыт. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, был – минең ныҡлы фекерем. Сөнки үҙем 17 йәшлек улымды, 21 йәшлек ҡыҙымды, 43-тәге иремде, 40-ҡа ла етмәгән ике киленемде ерләнем. Өс йыл элек 50 йәшлек ҡустым вафат булды. Иланым-иланым да, Аллаһы Тәғәлә биргән яҙмышыма күндем. Хәйер, күнмәй ҡайҙа бараһың: башты ташҡа бәреп булмай. 60-ҡа тиклем ҡулыма ҡарап торған сабыйҙар бар ине, һаулыҡ өсөн ныҡ көрәштем. Һуңғыһын өйләндергәс, дауахана тип ике аяғымдың береһен баҫмам, тип уйлай инем. Кисә ҡыҙым ҡайтты ла, минең хәлде күреп, илай башланы. Уны тынысландырыр өсөн генә килдем бында. Ауырлы, өсөнсөгә бәпәй көтәбеҙ...
– Бына бит, инәй, һеҙгә ошо тыуасаҡ ейән-ейәнсәрҙәр хаҡына йәшәргә кәрәк. Бирешергә, үҙ-үҙеңә ҡул һелтәргә ярамай!
– Намаҙ уҡыған кеше булараҡ, йәшәү ҡәҙерен белергә кәрәклеген аңлайым мин. Тик сабырлыҡ ҡына етмәй китә шул. Ваҡыт – дауа, тиһәләр ҙә, бала ҡайғылары дауаланмай. Иҫкә төшкән һайын йөрәк әрней. Элек өләсәйем: “Ҡайғы килһә, ҡапҡаңды ас, башҡалары ла эйәрә”, – ти торғайны. Аңламағанмын. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тип әйтеүе булған икән. Бала сағым бәхетле үтте минең. Йәштәштәрем кеүек, эш менән тәрбиәләндек. Ғаиләлә оло бала булараҡ, ике ҡустымды ҡурсалап, ҡарап ҡына үҫтерҙем. Яратып йөрөгән Нәжип исемле егеткә кейәүгә сығып, бәхетле тормош ҡороп ебәрҙек.
Бәхетһеҙлек уйламағанда килде. Беренсе балама ауырлы инем, район үҙәгенән ҡайтып килгәндә аварияға эләктек. Көҙгө тайғаҡ юлда автобус юлдан төшөп китте лә түңкәрелде. Ниндәйҙер мөғжизә менән генә ҡорбандар булманы. Кешеләр ватылған тәҙрә аша тышҡа үрмәләп сыға, ә мин нисектер уңайлы ғына итеп ятҡанмын да, тороп китә алмайым. Тәнем мамыҡ кеүек. Шофер менән бер ир, имгәнгән икән, тип ҡоттары осто, ярым емерек автобустан һөйрәп тигәндәй сығара башланылар. Йылы кейем аҫтынан ҡорһағым бик күренеп бармай бит: “Биш айлыҡ ауырым бар, зинһар, ипләп ҡыланығыҙ”, – тип кенә әйтә алдым. Автобустың янып китеүенән ҡурҡһалар ҙа, нисектер яйланылар. “Тыуасаҡ сабый хаҡына, Аллам, ярҙам ит!” Шоферҙың ошо һүҙе өләсәйем гел уҡыған бер доғаны иҫкә төшөрҙө. Аҙаҡ, намаҙға баҫҡас, дин дәрестәре ала башлағас ҡына уның “Фатиха” сүрәһе икәнен белдем. Ә ул саҡта, нимә аңлатҡанын да белмәйенсә, шул доғаны уҡыным да уҡыным.
Ул заманда кеҫә телефоны юҡ, яҡындағы ауылға бер ир телефон эҙләп йүгерҙе. Бөтә халыҡ, ауырлы икәнлегемде белгәс, минең өсөн ҡайғыра. Район үҙәгенә барған машинаны туҡтатып, дауаханаға оҙаттылар. Ныҡ ҡурҡҡайным, имгәнгән ерем булмаһа ла, оҙаҡ яттым. Йөрәгем насарланғайны. “Буласаҡ баланың да йөрәк ауырыу булыуы мөмкин”, – тинеләр. Хәҙер булһа, шунда уҡ ҡот ҡойоусы, өшкөрөүсе инәйҙәргә йөрөр инем дә бит. Тик ул саҡта халыҡ дауаларын белмәнек шул.
Нәйлә ҡыҙыбыҙ сәләмәт тыуҙы. Ике йылға бер тикшерелеп торҙоҡ, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс һиҙелмәне. Мәктәптә һәйбәт уҡыны, физкультура дәресенә лә йөрөнө. Ун йәше тулыр алдынан йыш ҡына, арыйым, тип әйтә башланы. Мәктәптән ҡайтып етә алмайынса, урамда ултырғанын күргәс, дауаханаға барҙыҡ. Теге саҡтағы юл фажиғәһе шулай ун йылдан һуң үҙен иҫкә төшөрҙө. Артабан Нәйлә тулы тормош менән йәшәй алманы: махсус туҡланыу, йылына 2 – 3 тапҡыр дауаханала, шифаханала ятыу, даими тикшеренеү, дарыуҙар. Мәктәпте тамамлағас, уны яныбыҙҙан ебәрмәнек, сөнки үҙ-үҙен ҡарарлыҡ хәле юҡ ине. Күберәген ҡул эше менән ултырҙы, ял итә-итә ашарға әҙерләй торғайны. Гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙыҡ, сөнки ауыл китапханаһында уҡымаған китабы ҡалманы.
Нәйләнән һуң ике улыбыҙ тыуғайны. Олоһо Ринат 14 йәшендә әрме хеҙмәте өсөн тәүге медицина тикшереүе үтергә барҙы. Бүҫере бар, тип бер йылдан операция эшләтергә ҡуштылар. Малай кешене тыңлата алманыҡ: әллә әжәлен һиҙеп, әллә ҡурҡып, дауаханаға бармай һуҙып йөрөнө. Ул саҡта бит әрмегә бармау ғәрлек ине, 17 йәшендә уға военкоматтан: “Операция эшләтмәйенсә саҡырыу булмаясаҡ”, – тигәндәр. Күрше районда СПТУ-ла уҡып йөрөй ине, ялға ҡайтҡанында, аҙна башында операцияға барам, тине. Ашарына әҙерләнем, алманы. “Аҙаҡ тауыҡ йәки ҡаҙ һурпаһы алып килерһең. Егеттәрҙән һорашҡайным, операцияға тиклем дә, һуң да артыҡ ашарға ярамай икән”, – тине. Дүшәмбе көн үткенсе машина менән оҙатып ҡалдым. Шаршамбы уның үлеме тураһында хәбәр килде. Был ҡайғынан шаңҡып ҡалдыҡ. Мәйетен алып ҡайтҡансы ышанманым. Наркозға аллергия булып, операция өҫтәлендә йән биргән балаҡайым.
Әсә йөрәге һиҙгер була, тиһәләр ҙә, бер ҙә генә лә бәлә килерен һиҙмәнем бит. Әйтер һүҙемде әйтергә лә, хушлашырға ла өлгөрмәнем. Бер көнөм дә күҙ йәшһеҙ үтмәне. Тик аңҡы-тиңке булып йөрөргә форсат булманы. Ҡайғы иремде аяҡтан йыҡты: йөрәк өйәнәге башланды. Өс инфаркт кисерҙе. 13 йәшлек Рәмил улым менән ике ауырыуҙы ҡарап йәшәй башланыҡ. Сабырлығым һыныр мәлдә лә шуларҙы уйлап алға барҙым: ашатырға, кейемдәрен йыуырға кәрәк. Дарыу, кейем, ризыҡ йүнәтер өсөн дә аҡса кәрәк бит, колхозда хисапсы булып эшләүемде дауам иттем. Ҡыҙыма 1-се төркөм инвалидлығы биргәс тә, ҡараусы итеп күрше ҡатынды яҙҙырҙым. Сөнки пенсия аҡсаһы дауаларҙан үтмәй ине. Ҡыҙым бөтөнләй насарайғас, дауаханаға алып барҙыҡ. Реанимация бүлегендә булғанда ла, табиптар менән һөйләшеп, янына инеп йөрөнөм. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған баламдың оҙаҡҡа бармаҫын һиҙендем. Уға ҡайғымды күрһәтергә тырышмаһам да, күҙҙәремдән күргәндер инде. Бер килгәнемдә:
– Әсәй, барыһы өсөн дә рәхмәт. Бөтәгеҙҙе лә яратам. Тик башҡаса яныма инмә. Миңә ныҡ ҡыйын, – тине.
Аптырап ҡалдым. Бер аҙ рәнйенем дә. Коридорға сығып ултырҙым. Артабан нимә эшләргә белмәйем: янына инһәм, асыуланыр. Ә ниндәй йөрәк менән инмәйенсә ултырам һуң? Шул саҡ табип килеп, миңә бер аҙ ял итергә ҡушты. Тынысландырыусы дарыу һалдылар. Йоҡлап киткәнмен. Төнгә ҡарай уяттылар: “Ҡыҙығыҙ үтте...” – тине шәфҡәт туташы. Шунда уҡ тынысландырыу өсөн тағы бер укол яһаны.
Шулай ике балам да дауаханала йән бирҙе. Ринат үлгәс, ҡайһы бер кешеләр табиптарҙы судҡа бирергә кәңәш итә ине. Йөрөмәнем, намыҫым ҡушманы. Нәйләнең ғүмере өсөн көрәшкәндәрен бала сағынан уҡ күреп йөрөнөм бит. Улар ярҙамы менән 21 йәшкә тиклем йәшәне. Иремде лә кеше итергә тырыштылар. Ә Ринат... Бәлки берәй хаталары булғандыр, кем белә... Үлтерәбеҙ, тип тотонмағандар бит. Аллаһы Тәғәләнән: “Ул хатаһынан һабаҡ алып, артабан намыҫ менән эшләһен, ә мин ғәфү итәм,” – тип доға ҡылдым.
Ҡыҙыбыҙҙың 40-нан һуң күп тә үтмәне, ирем вафат булды. Ерләп ҡайтҡас, аят ашы үткәрҙем дә, түшәккә яттым. Ҡайғынан тамам алйып, башым тубалдай булып йығылдым. Ашағым да, кеше менән аралашҡым да килмәй. Бер нисә көн үтте. Төндә бәҙрәфкә сығып индем дә, бүлмәмә йүнәлдем. Шул саҡ улым Рәмилдең үкһеп-үкһеп илағанын ишетеп ҡалдым. Атаһын юғалтыуға ҡайғыра, тип уйланым, шулай ҙа янына инергә булдым. Ишекте асыу менән килеп ҡосаҡланы:
– Әсәй, һин дә үлһәң, мин нимә эшләйем? Ағиҙелгә ташланырға йәки аҫылынырға ғына ҡала...
Тертләп киттем. Ҡайғыға батып, берҙән-бер улымды иғтибарҙан, яратыуҙан мәхрүм иткәнмен бит!
– Ниңә үлә ти, балаҡайым?! Йәшәйбеҙ әле, Аллаһ бирһә. Барыһы ла яйға һалыныр...
Иртәнсәк торҙом да, тағы алға табан донъя йөгөн тартып киттем. Нимәһе ҡыҙыҡ: иремдән ауырлы тороп ҡалғанмын бит. Йән инеп, тибенә башлағас ҡына аңлап ҡалып, аптырап киттем. Дауаханаға барҙым. Акушер-гинеколог та аптырап ҡалды.
– Апай, һеҙгә 42 йәш, һаулығығыҙ ҙа шәптән түгел. Нимә эшләйбеҙ?
– Белмәйем. Ни тиһәгеҙ шул булыр...
Хеҙмәттәштәрен, мин даими ҡаралып торған терапевты саҡырып алды. Икеләнәләр, шикләнәләр. Иң ахыры:
– Абортҡа барыбер һуңлағанһығыҙ. Әлегә тулы тикшерелеү үтегеҙ, һөҙөмтәләр буйынса ҡарарбыҙ, – тинеләр. Район, республика дауаханаларында дауалана-дауалана ете айға тиклем йөрөнөм дә, операция ярҙамында ҡыҙ бала табып алдым. Мәрхүм иремдең иҫтәлегенә Нәжибә тип исем ҡуштым.
Рәмил өйҙәге берҙән бер ир заты булараҡ, үҙен бик етди тотто, барлыҡ хужалыҡ эшен үҙе алып барҙы. Бер туған ҡустымдар менән бергә йөрөп бесән эшләне, утын әҙерләне. Ә баҡсаны үҙаллы эшкәртә ине. Тик һынауҙар бының менән генә бөтмәне. Тәүҙә яман шеш ауырыуынан мандый алмайынса оло киленем вафат булды. Ҡустым ҡайғыһын араҡы менән йыуып йөрөй торғас, тамам эскегә бирелде. Эреле-ваҡлы өс баланы үҙемә алырға тура килде. Ике йылдан кесе киленем эшендә ҡазаланып ҡуйҙы. Штукатур-маляр ине, район үҙәгендәге күп ҡатлы йорттоң тәҙерәһенән яҙа баҫып, ҡолап төштө. Фәрит ҡустым эшкә шәп, үҙе лә арыу кеше – димләй һалып икенсе ҡатынға өйләндерҙеләр. Үҙенә ҡатын булды ла бит, балалар үгәй әсәй менән уртаҡ тел таба алманы. Тәүҙә, араларына ҡыҫылмаҫҡа, тип уйлағайным. Йәнәһе, үҙҙәренсә йәшәһәләр, килешеп китерҙәр. Тик мин уйлағанса булманы. Йәш ҡатын бала табып, артын нығытып алды ла, ҡустымдың балаларын интернатҡа урынлаштырырға юллай башланы. Тыңлашмайҙар, уҡырға теләмәйҙәр, тип мәктәпкә ғариза яҙырға ла өлгөргән. Ә Фәрит бөтөнләй өнһөҙ ҡалды. Барып, даулашып, теге ике баланы тағы үҙемә күсереп алып ҡайтырға тура килде. Шулай итеп, уйламағанда ете бала менән ултырып ҡалынды. Ҡайғырып, депрессияға бирелеп ултырырға ваҡыт та булманы: мәшәҡәт өҫтөнә мәшәҡәт өйөлөп кенә тора. Анау сама ғаиләгә ашарға ла күп кәрәк: мал ишәйҙе, баҡсаның буш ятҡан ерҙәре лә сәселде. Ярай, Марат ҡустым эскеһенән айныған сағында ярҙам иткеләп торҙо. Тик яман холҡо эҙһеҙ үтмәне, өс йыл элек бауыр ауырыуы менән вафат булды. Ә Фәрит, ярҙам итеү түгел, саҡырған ҡунаҡҡа ла инәлтеп кенә килә. Алты йыл элек, оло улы өйләнгәндә никахҡа килеүҙән баш тартты. Машина яллап барҙым да, килен менән икеһен пыр туҙҙырҙым: “Ул балаларҙың был өйгә хоҡуғы бар. 12 йыл ҡарап, һинән бер тин ярҙам килгәне булманы. Никахҡа, туйға килмәйһең икән, шул йылдарға алимент түләтәм, йорттоң балаларға булған өлөшөн тартып алып, урамда ҡалдырам. Һеҙ тыныс йәшәһен, тип ул балаларҙы үҙемә һыйындырҙым. Берәү булһа, туйҙы үҙе үткәрер ине, ә һин ҡунаҡ булып килеүҙән дә баш тартаһың. Өндәшмәй йөрөгәс тә, мин иҫәр түгел. Килен төҙөгән йортта уның балалары хужа икәнен онотмағыҙ!” – тип байтаҡ туҙындым. Күстәнәстәрен тейәп, никахҡа ла, туйға ла килделәр. Мулдан ғына бүләк тә бирҙеләр. Ике йылдан ҡыҙҙары кейәүгә сыҡты – үҙҙәре үк йүгереп йөрөнө. Былтыр төпсөгөмдө, үҙемдең Нәжибәмде кейәүгә бирҙем. Медицина училищеһында уҡып йөрөһә лә йөрөгән егете әрменән ҡайтыу менән никахлашып ҡуйҙылар. Быйыл диплом алды. Студент саҡта уҡ дауаханала иҙән йыуа ине, шунда уҡ эшкә ҡалды. Ә оло улым, киреһенсә, 30-ҙы үткәс кенә өйләнде. Һөнәре бик модный, компьютерҙар менән эш итә. Миңә туғандарын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итте, иппотекаға фатир алды. Яңғыҙ ҡалмаһын, тип ҡурҡа инем, шөкөр, күрше ауыл ҡыҙы Әлиәгә өйләнде. Мәктәп йылдарында уҡ оҡшатып йөрөгән икән. Ә килендең яратып йөрөгән егете юл фажиғәһендә һәләк булған икән. Уны онотмайынса кейәүгә сыҡмайым, тип әйтеү әйткән булған. Мәктәп юбилейында Рәмил менән осрашып, аралаша башлағандар. Оло ҡустымдың балалары ла эйәле-башлы булып бөттө. Улары етем булғас (Марат эскелеге арҡаһында аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгәйне), льгота менән юғары уҡыу йортона ла инделәр, торлаҡлы ла булдылар. Аллаға шөкөр, матур тәрбиә бирҙем шикелле: етеһенең береһе аҙып-туҙып йөрөмәне, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Артабан да шулай булһын инде...
– Бына бит, Шәмсиә инәй, һеҙгә йәшәү өсөн һеҙгә матур сәбәп бар! – әңгәмәсем үҙ тарихын һөйләп бөткәс, мин үҙемсә уға йәшәү һулышы өрөргә маташтым. – Ауыр саҡтар үткән, балалар аяҡҡа баҫҡан. Моғайын, йәш саҡта йәштәштәрегеҙ менән аралашырға ваҡытығыҙ ҙа булмағандыр әле?
– Ҡайҙа инде ул? Ҡара таңдан алып, ҡара кискә тиклем эш тә эш булды инде.
– Ә хәҙер улар менән аралашығыҙ. Балаларығыҙға ҡунаҡҡа барып ҡайтығыҙ, туғандарығыҙҙы барлағыҙ.
– Ҡу-уй, кеше мәшәҡәтләп йөрөп ни... Улар эш кешеһе бит. Кил тиҙәр ҙә ул...
– 2 – 3 көнгә генә ваҡыт табыла ул. Бына миңә әсәй ҡунаҡҡа килһә, үҙе бер байрам кеүек була. Мәшәҡәте лә юҡ: ғәҙәти көндә нимә ашайым, шуны әҙерләйем. Аралашыу ҙа рәхәт бит ул. Үҙ өйөмә саҡыра алыуыма шатланам.
– Шулай ҙа ул, тик йөрөп өйрәнмәгәс, әллә нисек.
– Һәр хәлдә, улар ҡайтып йөрөр нигеҙ, бер-береһен бәйләр йорт булһын өсөн генә булһа ла йәшәргә тырышығыҙ. Балаларға һәр ваҡыт әсәй кәрәк. Йомшаҡ күңелегеҙҙе белеп, һынмаһын өсөн ҡайғы өҫтөнә ҡайғы, һынау өҫтөнә һынау биреп, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе көслө иткән, йәшәргә ынтылыш өҫтәгән. Хәҙер инде рәхәтлеккә сыҡҡас, йәшәргә кәрәк, инәй. Үлгәндәргә – доғаларығыҙ, тереләргә үҙегеҙ кәрәк бит.
– Рәхмәт, балам.
Уғаса булмай, минең сиратым етте.
– Инәй, бурыслы булғым килмәй, хәҙер мин һеҙҙе алдан үткәрәйем...
Әллә аҙ ғына булһа ла йәшәргә ынтылыш барлыҡҡа килдеме, әллә бәхәсләшергә ирендеме – Шәмсиә инәй баш ҡағып, тағы бер рәхмәт әйтте лә, табип янына инеп китте.